Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа для 10класса "Башкирский язык и литература"

Рабочая программа для 10класса "Башкирский язык и литература"


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:


Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципиаль район Иҫәнғол ауылы 2-се һанлы

урта дөйөм белем биреү автоном учреждениеһы

ММО ултырышында ҡаралды «Килешелде» «Раҫлайым»

Протокол №_ “__”____2014 Директор урынбаҫары Мәктәп директоры

ММО етәксеһе____________ __________/Алопина Е. Н./ ___________/Кинйәбулатов Р.С. /

«___» ___________2014 Приказ №___

«___» ___________ 2014







Беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Яҡшыбаева Фәрзәнә Кашаф ҡыҙының 10-сы кластарға

башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы















2014-2015 уҡыу йылы

Аңлатма яҙыу

10-cы класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:

  1. Федераль дәүләт белем биреү стандарттары ; Төп дөйөм белем биреү, Рәсәй Федерацияһының Фәндәр һәм Мәғариф министрлығының 2010 йылдың 17 декабрендәге № 1897 приказына ярашлы

  2. Яҡынса төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программаларға нигеҙләнеп төҙөлдө. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, Өфө, 2012. ( Икенсе быуын стандарттары)

  3. Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль район Иҫәнғол ауылы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү автоном учреждениеһының 2014-2015 уҡыу йылына ҡабул ителгән Уҡыу планы. Приказ №78 29.08.2014.

  4. Уҡытыусының эш программаһы тураһында ҡағиҙәләр ”. Приказ №77/3 28.08.2014. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  5. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

  6. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-11-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2006.

  7. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу . Өфө-2008




1.Уҡыу фәненең дөйөм характеристикаһы.

Башҡорт әҙәби теле – башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙе, шуға күрә мәктәптәрҙә уны өйрәнеүгә төп урын бирелә.

Филология” буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, “Башҡорт теле” фәне “Әҙәбиәт” менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт теле уҡыусыларҙың телмәрен байыта, уларҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. V – IX синыфтарҙың программаһы әсә теленән булған барлыҡ эштәрҙең йөкмәткеһен һәм йүнәлештәрҙен үҙ эсенә ала. Ул йүнәлештәрҙең иң мөһиме – туған тел һәм туған әҙәбиәт дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыу. Уҡыусыларҙың туған телгә, һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныуын һәр саҡ үҫтерә барыу, туған телдең байлығын, төрлө һүрәтләү сараларын күрһәтеү, һүҙ һәм уның формалар төрлөлөгөн телмәрҙә ҡулланыуға ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларҙы туған телдән ныҡлы, аңлы белем алырлыҡ итеп уҡытыу бурысы ҡуйыла.

Теоретик белешмәләрҙе үҙләштереү уҡыусыларҙың төп факттарын сағыштырыу, төркөмләү, фонетик, морфологик, синтаксик, орфографик, пунктуацион һәм башҡа төрлө анализ яһау кеүек практик эштәр барышында тормошҡа ашырыла. Уҡыусыларҙың грамоталы яҙыу һәм әҙәби тел нормаларын күҙәтеп һөйләү телмәрен үҫтереү – хәҙерге шарттарҙа иң мғһим бурыстарҙың береһе булып тора. Орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе өйрәнгәндә, уҡыусыларҙың ул ҡағиҙәләрҙе аңлауҙарын, хәтерҙәрендә тотоуҙарын тәьмин итеү, ҡағиҙәләрҙе миҫалдар менән дәлилләй алыуҙарына, ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыуҙарына ирешеү мотлаҡ шарт булып ҡала. Туған тел программаһының һәр бүлеген, һәр темаһын өйрәнеү уҡыусыларҙың фекерләүен, телмәрен үҫтереүгә ныҡлы ярҙам итергә тейеш.

Туған тел дәрестәрендә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү түбәндәге йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырғанда алып барыла:

  • уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙәге беренсе йүнәлеш – әҙәби телдең дөрөҫ әйтелеше, һүҙьяһалыш, грамматик һәм лексик нормаларын асыҡ, дөрөҫ үҙләштеоеү;

  • икенсе йүнәлеш уҡыусылар телмәренең грамматик төҙөлөшөн, һүҙ байлығын ишәйтеүҙән тора. Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың һүҙ запасын байытыу төрлө күнегеүҙәр башҡарғанда, изложение, төрлө темаларға иншалар үткәреү барышында даими рәүештә һүҙлек һәм фразеологик берәмектәр өҫтөндә эш ваҡытында актив ғәмәлгә ашырыла.

Уҡыусыларҙың текстағы таныш булмаған һүҙҙәрҙе күрә белеү һәләтлеген үҫтереү, ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төшөнөү өсөн төрлө һүҙлек – белешмәләргә мөрәжәғәт итеү ғәҙәтен тәрбиәләү һүҙлек өҫтөндә эшләүгә булған төп талаптарҙың береһе һанала. Балалар телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу һәм төрлөләндереү һүҙбәйләнештәрҙең, һөйләмдәрҙең синонимик формаларын, тел берәмектәрен ҡулланыу үҙенсәлектәрен даими күҙәтеү аша алып барыла.

Телмәр үҫтереү мәсьәләһенең өсөнсө йүнәлеше фекерҙе телдән һәм яҙып дөрөҫ, тулы итеп сағылдырыу күнекмәләрен үҙ эсенә ала. Уҡыусыларҙың бәйлйнешле телмәрен үҫтереүҙә изложениелар, иншалар, миниатюр хикәйәләр, бер нисә үҙ – ара бәйләнешле һөйләмдәрҙән төҙөлгән текстар өҫтөндә интенсив эшләү ҙур роль уйнай. Ундай эштрҙе башҡарыу алдынан төрлө күнегеүҙәр алып барыла: тәҡдим ителгән текстарҙың темаһын билдәләү, төп фекерен асыҡлау, йөкмәткенән сығып план төҙөү, һүрәтләү сараларын барлау, яңыларын һайлау үткәрелә.

Бөгөнгө ижтимағи шарттарҙа мәктәп алдына башҡорт телен уҡытыуға ҡуйылған юғары талаптарҙан сығып, башҡорт телен өйрәнеү буйынса түбәндәге етди бурыстар йөкмәтелә:

  • уҡыусыларҙың фекерләүен, танып – белеү һәләтлелеген үҫтереү;

  • уҡыусыларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

  • уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;

  • балаларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;

  • башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙелле, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата – әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.





2. Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Тел Рәсәй мәктәптәрендә төп гуманитар уҡыу фәне булараҡ, һәр яҡтан үҫешкән, гармоник шәхесте формалаштырыуға, гражданин һәм патриотты тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Мәҙәниәттең гуманистик ҡиммәттәренә мөрәжәғәт итеү һәм ижади һәләтлеген үҫтереү – эмоциональ бай һәм интеллектуаль үҫешкән, үҙенә конструктив һәм шул уҡ ваҡытта тирә – йүндәге донъяға тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнгән шәхес тәрбиәләүҙең кәрәкле шарты.

Тел буйынса белем биреү уҡыусыларҙың эмоцияларына ла , фекерҙәренә лә йоғонто яһау юлы

менән тормошҡа ашырыла. Аныҡ фәндәрҙе уҡытҡанда логик төшөнсәләрҙе, ҡағиҙәләрҙе аңлатыу юлы менән белем биреп, уҡыусыларҙың фекере, донъяға ҡарашы формалаштырыла. Ә тел дәрестәрендә белем һәм тәрбиә биреүҙә һүҙ сәнғәте саралары менән уҡыусыларҙың тойғоларына ла, фекерҙәренә лә йоғонто яһап, уҡыусыоарҙың телмәре байытыла, донъяға эстетик ҡараш тәрбиәләнә.

Бөтә яҡлап гармоник үҫешкән яңы кешене формалаштырыуҙа белем һәм тәрбиәнең төрлө компоненттарын диаоектик берҙәмлектә, үҙ – ара айырылғыһыҙ бәйләнештә хәл итеү талап ителә.

Тыуған ерҙе, халҡыңды һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо туған телең, тыуған йортоң, урамың, ауылың һәм республикаңа, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тойғоһо тәрбиәләүҙән башлана. Ул үҙ эсенә халыҡтың үткән данына, хеҙмәт һәм хәрби традицияларына, йыр – моңона, әҙәп – әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик – эстетик ҡараштарына ихтирам, ата – бабаларҙан ҡалған аманатҡа, уларҙың яҡты идеалдарына дуҫлыҡ, берҙәмлек, тоғролоҡ кеүек һыҙаттарҙы ла берләштерә. Тыуған йортоңдо һөйөүҙән тамырланған был тойғо Тыуған илеңә, дөйөм кешелеккә һөйөү булып әүерелә. Башҡорт телен уҡыутыу процесында донъяға фәнни ҡараш формалаштырыуҙа кешенең аңы ғына түгел, тойғоһо, ижади хыялы, илһам һәм эстетик идеалы ҙур әһәмиәткә эйә.

Башҡорт балаһының үҙенең туған телен өйрәнеүе башҡа халыҡтарҙың телен өйрәнеү өлгөһөндә алып барыла. Уны өйрәнеү коммуникатив – эшмәкәрлекле принципҡа нигеҙләнеп ойошторола.

  • Дәрестә эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүсе ыңғай психологик мөхит, матди шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырыу.

  • Уҡыусыла үҙенә ышаныс булдырыу һәм теләһә ниндәй ҡатмарлы, сетерекое ситуацияларҙа проблеманы хәл итеү ысулдарын таба белеү, эшмәкәрлек сифаттарын башҡа шарттарҙа һәм бүтән сфераларҙа ҡулланыу.

  • Халҡыбыҙҙың тел байлығын өйрәнеү.

  • Уҡыусыла милләте, халҡы, тыуған ере, республикаһы , уның мәҙәниәте менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Хәҙерге заман шарттарында әҙәбиәт фәнен өйрәнеү баланы уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеүсе уҡытыу технологияһына нигеҙләнә. Билдәле булыуынса, эшмәкәрлек – шәхесте үҫтереүҙең төп факторы. Уҡытыуҙың йөкмәткеһе, белем биреүҙе ойоштороуҙың формалары һәм методик алымдары баланың эшлекле эшмәкәрлегенә нигеҙләнеп ҡорола. Белем биреү, уҡыутыу – тәрбиә эшен, аҡыл – аң эшмәкәрлеген эҙмә – эҙлекле формалаштырыу концепцияһына нигеҙләнеп төҙөү яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Аҡыл эшмәкәрлеген эҙмә – эҙлекле формалаштырыу түбәнбәгеләрҙән тора:

  • Эшмәкәрлеккә этәргес биреүсе мотив (эске ынталыш, ҡыҙыҡһыныу тойоу, өйрәнеүсе объетҡа ҡарата маҡсатлы йүнәлеш, теләк һ.б.) тыуҙырыу;

  • Системалы эшмәкәрлектең йөкмәткеһен, йүнәлешен билдәләү;эшмәкәрлекте бойомға ашырыу, матди кәүҙәләнешен күреү һәм ғәмәли эштәр;

  • Башҡарылған эштәрҙе, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен барлау, эш сифатын үҙеңә контролләү һәм баһалау.

Башҡорт теле” фәнен өйрәнеүҙең төп маҡсаттары булып түбәндәгеләр тора:

  • донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;

  • шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ – үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади ҙәләтлеген үҫтереү;

  • уҡыусыларҙың фекерләүен, танып – белеү һәләтлелеген үҫтереү;

  • уҡыусыларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

  • уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;

  • балаларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;

  • башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙеллек, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата – әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.

  • дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү, уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү. Интернет менән файҙаланыу һ.б.).



  1. Башҡорт теле” фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Төп урта мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың “Башҡорт теле” фәнен өйрәнеүҙәге шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

  • шәхестең рухи – әхләҡи сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың туған теленә ихтирам тәрбиәләү;

  • танып – белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, Интернет – ресурс һ.б.);

Төп урта мәктәптә “Башҡорт теле” фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  • проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп – эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;

  • эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;

  • төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтәләре (предмет) булып түбәндәгеләр тора:

  1. танып – белеү сфераһында:

  • уҡыусыларҙың фекерләүен, танып – белеү һәләтлеген үҫтереү;

  • уҡыусыларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

  • уҡыусыларҙы , телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;

  • балаларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү.

  • теоретик белешмәләрҙе үҙләштереү;

  • тел факттарын сағыштырыу, төркөмләү;

  • грамоталы яҙыу;

  • әҙәби тел нормаларын күҙәтеп һөйләү телмәрен үҫтереү.

  • уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙәге беренсе йүнәлеш – әҙәби телдең дөрөҫ әйтелеше, һүҙьяһалыш, грамматик һәм лексик нормаларын асыҡ, дөрөҫ үҙләштереү.

  • икенсе йүнәлеш – уҡыусылар телмәренең грамматик төҙөлөшөн, һүҙ байлығын ишәйтеү, һүҙ запасын байытыу.

  • уҡыусыларҙың текстағы таныш булмаған һүҙҙәрҙе күрә белеү һәләтлеген үҫтереү.

  1. Ҡиммәт – ориентация сфераһында:

  • башҡорт теленең рухи – әхлаҡи ҡиммәтттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи – әхлаҡи ҡиммттәре менән сағыштырыу;

  • башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу;

  • уыҡусыларҙа туған телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙеллек, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата – әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.



  1. Коммуникатив сферала:

  • Текстарҙы тыңлау һәм аңлау;

  • Текстың дөйөм уй – фекерен, идеяһын, лингвистик мәғәнәһен аңлап, тыңлай белеү;

  • Телмәрҙең төп тонын, темпын, мәғәнәүи һәм хис – тойғо интонацияһын, логик баҫымын тотоп ала белеү маҡсаты менән тыңлау;

  • Уҡыу һәм уҡығанды аңлау;

  • Текстың төп тонын, мәғәнәүи һәм хис – тойғо биҙәген, интонацияһын дөрөҫ сағылдыра белеү.

  • Текстың төп фекерен, автор нимә әйтергә теләгәнен билдәләй белеү;

  • Текстың темаһын билдәләй белеү.

  • Өлгө буйынса төрлө типтағы диалогик телмәр ҡулланып һөйләү.



  1. Уҡыусыларҙың “Башҡорт теле” фәне буйынса әҙерлек кимәленә талаптар (шәхси, метапредмет һәм фән һөҙөмтәләре).

Төп урта мәктәпте тамалап сығыусы уҡыусыларҙың “Башҡорт теле” фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләренә талаптар:

  1. Шәхестең рухи әхлаҡи сифаттарын үҫтереү, Тыуған илгә, туған телгә һөйөү , туған һәм башҡа халыҡтарҙың телдәренә ихтирам тәрбиәләү.

  2. Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте.

  3. Уҡыусыларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

  4. Башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә

  5. Танып – белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланырға.







Метапредмет һөҙөмтәләренә талаптар:

  1. Проблемаларҙы аңлай белеү, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп – эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү.

  2. Эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү.

  3. Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

Фән һөҙөмтәләренә ҡуйылған талаптар:

  1. Текстың дөйөм уй – фекерен, идеяһын, лингвистик мәғәнәһен аңлап тыңлай белеү.

  2. Телмәрҙең төп тонын, темпын, мәғәнәүи һәм хис – тойғо интонацияһын, логик баҫымын тотоп ала белеү маҡсаты менән тыңлау.

  3. Уҡыу һәм уҡығанды аңлау.

  4. Текстың төп фекерен, автор нимә әйтергә теләгәнен билдәләй белеү.

  5. Текстың төп темаһын билдәләй белеү.

  6. Өлгө буйынса төрлө типтағы диалогик телмәр ҡулланып һөйләү.

  7. Монологик телмәр оҫталығына эйә булыу.

  8. План төҙөү. Инша яҙыу.

  9. Синтаксис, стилистика; тыныш билдәләре, текст, һөйләм, һүҙбәйләнеш; ҡушма һөйләм төшөнсәләре.

  10. Фонетика, телмәр өндәре, ижек, һүҙ баҫымы, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәре; өндәрҙең бер – береһенә оҡшашыуы (синграмонизм) төшөнсәләре.

  11. Орфоэпия (дөрөҫ әйтелеше), төп орфоэпик норма төшөнсәләре.

  12. Графика, алфавит, хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыу төшөнсәләре.

  13. Орфография (дөрөҫ яҙылыш), һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы, һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың һүҙҙең тамырында , ялғауҙарҙа , һүҙ араһында яҙылышы һәм әйтелеше, һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

  14. Лексика; һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синонимдар, антонимдар, омонимдар.

  15. Грамматика , морфема (ялғау, һүҙҙең бер өлөшө, киҫәге); тамыр, нигеҙ, яһаусы ялғау, үҙгәртеүсе ялғау; тамырҙаш һүҙҙәр; һүҙьяһалыш юлдары.

  16. Текстың эсендә һөйләмдәрҙең бер – береһенә бәйләнеп килеү саралары (юлдары); йәнле һөйләү, фәнни, күркәм (художество) стилдәре.

  17. Телмәр төрҙәре (типтары) : хикәйәләү, тасуирлау (һүрәтләү), хөкөм сығарыу (мөнәсәбәт белдереү).

  18. Фонетик һәм һүҙьяһалыш буйынса анализ яһай белеү.

  19. Һүҙбәйләнеш, ябай ике составлы һөйләмдәр, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле ҡушма һөйләмдәр төҙөй белеү.

  20. Тартынҡылар менән һуҙынҡыларҙың төп һыҙаттарын дөйөм билдәләре буйынса төркөмләй, һүҙҙәрҙең тамырында, ялғауҙарында һуҙынҡылар менән тартынҡыларҙы дөрөҫ яҙа , өйрәнелгән орфография ҡағиҙәләрен тәртипкә килтерә белеү.

  21. Йәнле һәм яҙма телмәрҙә синонимдарҙы, антонимдарҙы, күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе ҡуллана белеү.

  22. Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың мәғәнәләрен айыра белеү.

  23. Өндәш һүҙе һәм тиң киҫәктәре булған ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү.



5.V-X класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

I.Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен ,белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. Үтелгәнде аңлы үҙләштереүңлау кимәле;

  3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  3. Материалды эҙмәҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһәәкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аҡлауын һәм белеүен күрһәтһәәкин

  1. Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  2. Әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. Яуабында эҙмәҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы һоралған материалдың к1берүк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана

II. Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

III. Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы аса белеүе,тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

  2. яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө,икенсе билдә менән грамоталылың кимәле баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмәҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк, бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

  1. Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

  2. Йөкмәтке, нигеҙҙә , дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осраһа,

  3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

  4. Яҙма эш, нигеҙҙә, синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

  5. Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыуы менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дәөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа, уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.


Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән, һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эштә теманан ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

  2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

  3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,

  4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

  5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән , йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа , шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,

  2. Фактик хаталар күп булһа,

  3. Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,плпнға ярашһыҙ булһа,

  4. Һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

  5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә ләға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла




Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе


1.Белем көнө.

( 4 сәғәт).

1 сентябрь- Белем көнө, Ватан, тыныслыҡ, мәктәп, уҡыу һәм уға мөнәсәбәт тураһында текстар уҡыу дауам итә. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш даими дауам итә.

Мәктәп, Тыуған ил, тыуған төйәк хаҡында әңғәмәләр үткәреү.

Грамматика:

9-сы класта үтелгәнде ҡабатлау.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Күңел, һағыныу, тойғо, ғәзиз, күңелле, моң, төркөм, кәңәш, онотолоу, иҫтән сығыу, ғүмер, ҡыңғырау, мәктәп йылдары, заман, имтихан, хөрмәт, рөхсәт, һуңынан, бәхет, йүләр, кәйеф, бөтһе, дөрөҫ юл һайлау.


2.Башҡортостан ҡоштары.

(5 сәғәт)

Башҡортостан ҡоштары, уларҙың көн итеүҙәре , һәр ҡош төрөнөң үҙенсәлекле яҡтары менән таныштырыу. Яҙыусы, шағирҙарҙың ҡоштар тураһында яҙған әҫәрҙәрен уҡыу. Улар ярҙамында уҡыусыларҙың һүҙлек байлыҫын арттырыу, телмәр үҫтереү. Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоусы ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Грамматика:

Исемдең 1-се зат ялғауҙары.

Бер составлы һөйләмдәр.

Сифат дәрәжәләре.


Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ҡоштар, ҡанат, ҡауырый, ҡарлуғас, һандәғас, сәпсек, аҡ сәпсек, сәүкә, һайыҫҡан, һуйыр, ҡор, сел, ҡоҙғон. кәкүк, тумыртҡа, сыйырсыҡ, турғай, ҡарға, торна, бүҙәнә, бөркөт, ҡарсыға, төйлөгән, ҡарабаш турғай, һабантурғай, күгәрсен, файҙалы, ҡорт, зарарлы.


3.Башҡорт йолалары, ғөреф- ғәҙәтләре, әҙәп ҡәғиҙәләре.

(6 сәғәт)

Башҡорт халҡының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөреф-ғәһәттәре, әҙәп-ҡағиҙәләре менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Һәр йоланың үҙенсәлекле яҡтарын билдәләү, башҡорт халыҡ йолаларын башҡа халыҡ йолаларынан айырмалы яҡтарын билдәләй белеү. Күренекле шәхестәрҙең фәһемле һүҙҙәре, яҙыусы, шағирҙарҙың әҫәрҙәре менән танышыу.

Грамматика:

Бер һәм ике составлы һөйләмдәр.

Алмаштың килеш менән үҙгәреүе.

Ҡылымдың заман формалары.

Алмаш төркөмсәләре.


Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Йола, ғөрөф-ғәҙәт, әҙәп ҡағиҙәләр, ғаилә, тәрбиә, донъяға ҡараш, тыйыуҙар, тәртип, ғәҙәт, аралашыу, ҡунаҡсыллыҡ, бойороҡ, йомарт, сабырлыҡ, ололау, тыйнаҡ, намыҫлы, ышаныслы, һаҡлау, әссәләмәғәләйкүм, хәйерле көн (иртә. кис) , оҙон ғүмерле булһын! Ҡотло булһын! Еңел аяғың менән! Ҡул-аяғың еңел булһын! Һабантуй, ҡарға бутҡаһы, кәкүк сәйе, өмә. Ҡаҙ өмәһе. Һаумыһығыҙ,ауылдаштар! Аулаҡ өй, кис ултырыу.


4.Башҡортостанда ҡыш.

(6 сәғәт)

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре, балаларҙың ҡышҡы уйындары һәм байрамдары тураһында уҡыу. Тәбиғәтте күҙәтеү, ҡыш йәнлектәр һәм ҡоштар тормошо тураһында уҡыу, һөйләү, танышыу. Был турала уҡыусыларҙы дөрөҫ. Аныҡ. Тулы итеп һөйләрәгә өйрәтеү маҡсатын тормошҡа ашырыу өҫтөндә даими эш алып барыу.


Грамматика:

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

Алмаштың килеш менән үҙгәреүе.

Ҡылым формалары.

Ҡушма ҡылымдар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ынйы, ғәжәп, хайран ҡалыу, һуйыр, илгәҙәк, ҡоралай, юллатыу, шәм, бәҫ, тылсымлы, селтәрле, әңгәмә, тамаша, тантана, шыршы, саңғы, көрт, һырғалаҡ өйөү, һунар, өң, эҙ, айыу, ҡышҡы йоҡо, мылтыҡ, һыуыҡ,буран, өйөрмә, ҡояш байыйый.

Диалог темалары:

Тауҙа уйнағанда.

Яңы йыл байрамы.

Ҡыш һауа торошо.

Ҡыш тураһында һынамыштар, мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар.

5.Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам.

( 2 сәғәт).

Ҡатын- ҡыҙҙар, һөйөклө әсәйҙәр тураһында һөйләшеү, уларға ҡарата хөрмәт, уларға иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙы тәрбиәләү.

Грамматика:

Ҡылымдарҙың башланғыс формаһы.

Элек, хәҙер, тормош, илау, сәңгелдәк йыры, иртә, наҙлы, ҡайғы килтереү, яратҡан, ғәҙел, хыял, хыялланыу, лайыҡ, мохтаж, батырлыҡ, серләшеү.


6.Һөнәрҙәр.

( 1 сәғәт)

Грамматика:

Ҡушма ҡылымдар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Һөнәр, кәсеп, теләк, һайлау, оҫта, ялҡау, егәрле, уңған, үҙ эшен ярата, эшһөйәр, ҡулы оҫта, алтын ҡуллы, етеҙ, бейеүсе, йырсы, сәхнә оҫтаһы, быҙау ҡараусы, һауынсы, үлсәү, һыйыр һауыу, иртә, йылмайыу.


7.Башҡортостандың иҫтәлекле урындары.

(5 сәғәт)

Башҡортостандың күренекле урындары тураһында уҡыусыларҙы һөйләргә өйрәтеү. Уҡыусыларға ла Башҡортостан Республикаһындағы данлыҡлы урындар тураһында материалдар йыйҙырыу, улар буйынсы башҡорт телендә уҡыусылар менән уртаҡлаштырыу. Уҡыусыларҙа үҙ республикаһына , тыуған төйәккә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырыу.

Грамматика:

Тура телмәрле һөйләмдәр.

Эш-хәрәкәт һәм эшмәкәрлек ҡылымдары.

Телмәр ҡылымдары. Өн оҡшатыу ҡылымдары.


Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Мәмерйә, иҫтәлек, иҫтәлекле урын, тарих, һүрәт, баҫҡыс, быуат, таш кимтеге, тәрәнлек, боҙ, мәңгелек, осор, ҡарауылсы, музей, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, кәшәнә, ғалимдар, мираҫ, тәбиғи ҡомартҡы, раҫлау, бейеклек, төрөү, баҫҡыс тутыҡҡан, өҫкө ҡат, донъя күләмендә.


8.Башҡорт музыка ҡоралдары.

(2 3сәғәт)

Башҡорттарҙың рухи һәм материаль культураһында халыҡ музыка коралдарының әһәмиәтле урын алып тороуы менән таныштырыу.. Ул өлкәлә данлыҡлы кешеләрҙең тормош юлы һәм ижады менән танышыу. Улар тураһында уҡыусыларҙың дөрөҫ итеп һөйләүенә өлгәшеү.

Грамматика:

Бәйләүестәр. Ҡушма исемдең яһалышы.

Ҡылымдың киләсәк заманы.


Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Рухи донъя, музыка ҡоралдары, милли көй, башҡорт композиторҙары, боронғо ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр, мәғлүмәт, элек, быуат, сәсән, юлдаш, ил батырҙары, дан, тыуған ер, батша, хөкүмәт, ижад, өйрәнеү, тырышыу, яратыу, йырларға яратыу, көй сығарыу, композитор, үҙешмәкәр, йыр буйынса ярыш уҙғарыу, бер аҙ, талантлы, үткән йыл, Өфө сәнғәт институты, халыҡ артистары.

9. Бигерәк йәмле йәй көндәре.

(3 сәғәт)

Бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса төрлө эш төрҙәре үткәреү. Йәй миҙгеле, байрамдар, һуңғы кыңғырау шылтырауы, йәйге ял темаһы буйынса әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу.

Грамматика.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.

Ҡыңғырау, оя, йорт, таныш исем, заман, ваҡыт, имтихан, бурыс, өлкән, юл, һанау, маҡсат, ашхана, таң, төндә, серҙәш, бөҙрә, яңғыҙ,бер үҙе, бер кем дә, кеҫә, ҡулъяулыҡ, ялҡын, ял итеү, бейек, юғары, бөйөк, тәлгәш, тапшырыу, намыҫ, васыят, хәтерҙә, иҫтә, өмөт, ышаныс, ғорур.



Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар


  1. Художество әҫәрҙәре ( шул иҫәптән драма әҫәрҙәрен) тасуири уҡыу.

Уҡылған әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма йәки телдән һөйләп биреү.

Өйрәнелә торған әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу, һорауҙарға тулы яуап биреү.

Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү.

  1. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итә белеү;

Тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

14-16 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.

  1. Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

  • Газет- журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;

  • Әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеүе

  1. Һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнештә эйәртеүсе һәм эйәрсән киҫәктәрен ( аныҡлаусы, хәлдәр) айыра белеү.






Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 10-сы класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Диктант-3;

изложение-1 (2);

инша-1 (2).


Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)



Календарь-тематик план 10 класс

(аҙнаға 1 сәғәт)


Дата

Дәрес темаһы

Сәғәт

Дәрес төрө

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе

План буйынса

Үткәрелгән

1

03.09


Белем көнө. 9-сы класта үтелгәнде ҡабатлау.


1

Ҡабатлау

Күнегеүҙәр эшләйҙәр

Белем алыуҙың мөһимлеген аңлай

2

10.09


Һәҙиә Дәүләтшина Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.тормошо.


1

Яңы белем үҙләштереү

Яҙыусының тормош юлын өйрәнәләр

Халҡыбыҙ тарихы менән танышалар

3

17.09


Йәйҙе иҫкә төшөрәйек. Һүҙ төркөмдәре.

1

Дөйөмләштереү дәресе

Тасуири уҡыу күнекмәләре

Шиғырҙы үҙләштереү

4

24.09


Һаумы, көҙ! Исемдең килеш һәм эйәлек заты ялғауҙары.

1

Белемде нығытыу

Тасуири уҡыу

Әҫәрҙе анализлай белә

5

01.10


Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Исемдең 1-се зат ялғауҙары.

1

Ҡабатлау

Әңгәмә ҡоралар

Әҙәби терминдар менән эш итә белеү

6

08.10


Ҡоштарҙы беләһеңме? Бер составлы һөйләмдәр.

1

Нығытыу

Диалог төҙөү

Диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу

7

15.10


Ҡош юлы. Изложение «Ҡош юлы».

1

Телмәр үҫтереү

Изложение яҙыу

Әҫәргә үҙ ҡарашыңды булдырыу

8

22.10


Кәкүк – яңғыҙ ҡош. Хаталар өҫтөндә эш.

1

Коррекция дәресе

Хаталар өҫтөндә эш

Үҙ фекереңде әйтә белеү

9

29.10


Ҡыҙылтүш – йомарт ҡош. Сифат дәрәжәләре.

1

Яңы белем үҙләштереү

Ҡоштар тураһында әңгәмә

Әҫәргә анализ яһай

10

05.11


Һаулыҡ һораша беләһеңме? Бер һәм ике составлы һөйләмдәр.

1

Ҡатнаш дәрес

Диалог ҡора

Логик фекерләү

11

12.11


Башҡорт халыҡ йолалары. Алмаштың килеш менән үҙгәреүе.

1

Проекттар эшләү дәресе

Проект эшләй

Үҙ фекереңде белдереү

12

19.11


Һабантуй борондан килгән байрам. Ҡылымдың заман формалары.

1

Дәрес-сәйәхәт

Материал туплай,системалай

Һүрәтләү сараларын ҡуллана белә

13

26.11


Ҡунаҡ ҡаршылау. Алмаш төркөмсәләре.

1

Ҡабатлау

Күнегеүҙәр эшләй


14

03.12


Яҙма эш.Башҡорт ҡоштары. Диктант

1

Белемдәрен тикшереү

Үҙ аллы эшләй

Логик фекерләй

15

10.12


Хаталар өҫтөндә эш.Ҡоштар. Үтелгәнде ҡабатлау.

1

Коррекция дәресе

Хаталар өҫтөндә эшләй

Төрлө мәғлүмәттәр файҙалана белә

16

17.12


Тәүге ҡар яуҙы. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

1

Ҡатнаш дәрес

Һөйләмдәр төҙөй

Үҙ аллы эшләү эшмәкәрлегенә эйә

17

24.12


Декабрҙә тәбиғәт. Ҡылым формалары.

1

Дәрес-экскурсия

Күҙәтеүсәнлек,ҡыҙыҡһыныу

Үҙ фекереңде булдырыу

18

21.01


Урамдағы эҙҙәр. Алмаштың килеш менән үҙгәреүе.

1

Телмәр үҫтереү

Диалог төҙөү

Диалог ҡора белә

19

28.01


Яңы йыл кәңәштәре. Ҡушма ҡылымдар.

1

Дөйөмләштереү дәресе

Монолог төҙөү

Үҙ позицияһын иҫбатлай

20

04.02


Яҙма эш.Ҡышҡы урман. Диктант

1

Белемде тикшереү

Дөрөҫ яҙыу күнекмәләре

Хатаһыҙ яҙа

21

11.02


Хаталар өҫтөндә эш.М.Кәрим “Ҡыш”

1

Коррекция дәресе

Үҙ ҡарашыңды булдырыу

Фекерен дәлилләй, иҫбатлай

22

18.02


Әсәйҙәр ниңә ҡартая? Ҡылымдарҙың башланғыс формаһы.

1

Ҡабатлау дәресе

Телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләй

Инша яҙыуға материал йыя

23

25.02


Яҙма эш. Инша «Минең әсәйем (өләсәйем)».

1

Телмәр үҫтереү

Инша яҙа

Фекерен дәлилләй, иҫбатлай

24

04.03


Игенсе иң яҡын һөнәр. Ҡушма ҡылымдар.

1

Йомғаҡлау



25

11.03


Башҡортостандағы иң ҙур мәмерйә. Тура телмәрле һөйләмдәр.

1

Ҡатнаш дәрес

Аралашыу оҫталығына эйә

Үҙ аллы эшләй белә

26

18.03


Башҡортостан ҡурсаулығы. Эш-хәрәкәт һәм эшмәкәрлек ҡылымдары.

1

Һығымта яһау дәресе

Төркөмдә эшләй


27

01.04


Каруанһарай. Телмәр ҡылымдары. Өн оҡшатыу ҡылымдары.

1

Дәрес –сәйәхәт

Материал йыя

Проект эшләй белә

28

08.04


Яҙма эш.”Әсәкәйем” Диктант.

1

Белемде тикшереү

Диктант яҙа

Үтелгән ҡағиҙәләрҙе практикала ҡуллана

29

15.04


Үтелгәнде ҡабатлау.Ҡылым..

1

Коррекция дәресе

Хаталар өҫтөндә эшләй

Һығымта яһай

30

22.04


Башҡорт музыка ҡоралдары. Ҡурай моңо. Бәйләүестәр. Ҡушма исемдең яһалышы.

1

Белемде нығытыу

Проект эшләй

Үҙ фекерен әйтә белә

31

29.04


Думбыра сыңы.Ҡурайсы. Ҡылымдың киләсәк заманы.

1

Һығымта яһау дәресе

Реферат яҙа

Үҙ аллы эшләй

32-

35

06.05


13.05 20.05 27.05



Тиҙҙән йәмле йәй етә. Инеш һүҙҙәр.Ярҙамсы ҡылымдар.

Ҡабатлау. Йомғаҡлау

4

Ҡабатлау, йомғаҡлау дәресе

Төрлө текстар ҡулланып , тәржемә эшләй

Дөрөҫ тәржемә яһау күнекмәләренә эйә





Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • видеомагнитофон,

  • мультимедия проекторы,

  • компьютер,

  • электрон дәреслектәр,

  • магнитофон,

  • музыкаль үҙәк



Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге


  1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  2. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008

  3. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  4. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2009. – 128 бит.

  5. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

  6. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.


Һүҙлектәр:

  1. Ф.Ф. Асадуллина,З.Г.Сахипова .Русско-башкирский учебный словарь. –Уфа: Китап.

  2. Ф. И. Гарипов, З.Г. Ураҡсин, Г.З. Хасанов, Г.К. Кунафина, Г.Г. Галеева, З.Ф. Гарипова, Ю.З. Ураксин. Русса- башҡортса иҡтисади терминдар һүҙлеге.Өфө:”Китап” 2007.

  3. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәндәр үҙәге Тарихһәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы Гуманитар фәндәр бүлеге. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге. –Өфө:2004.

  4. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразиологик һүҙлеге.-Өфө“Китап” ,20Усманова М.Г., Саяхова Л.Г.,6.

  5. Усманова М.Г., Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И. Башкирско-русский, русско-башкирский учебный словарь.% Уфа-2006.

  6. Хисаметдинова Ф.Г. , Сиразетдинов З.А. Русско- башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан.- Уфа: Китап, 2001.

  7. Хисаметдинова Ф.Г., Р.З. Шакуров, З.А. Сиразетдинов, Ю.Х.Юлдашбаев. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан.-Уфа: Китап,2005.

  8. Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге.- Өфө “Китап”,2006.

  9. Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап,2006.

  10. Әхмәтов М.Х. Грамматика һүҙлеге: һүҙ үҙгәреше.- Өфө: Китап, 2007.



Интернет ресурстар:


  1. www.shool.edu.ru


  1. http://www.en.edu.ru


  1. http://www.school-collection.edu.ru/


  1. http://www.rost.ru


  1. http://www.ict.edu.ru



Башҡорт теле уҡытыусылары порталы

  1. http://bgconv.com/

  2. http://school-internat.ucoz.com/load/rabochie_program




57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 26.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров123
Номер материала ДВ-381203
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх