Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа для 2 класса по государственному башкирскому языку

Рабочая программа для 2 класса по государственному башкирскому языку

Скачать материал

1.  Аңлатма яҙыу.

Программа дөйөм белем биреү мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн федераль дәүләт стандарттарын иҫәпкә алып ,түбәндәге норматив документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө;

1. «Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһындағы” Законы 29.12.2012 йылдағы №273-ФЗ (ред.7 май 2013 йыл)

2.  Рәсәй Федерацияһының фән һәм мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған,төп дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт  стандарттарына №1897,17.12.2010 “Төп дөйөм белем биреүҙә федераль дәүләт стандарттары индереү һәм раҫлау»

3.Рәсәй Федерацияһының фән һәм мәғариф министырлығы тарафынан №253,31.03.2010 йылғы “Программаны тормошҡа ашырыу һәм дәүләт аккредитацияһы булған  дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн ҡаралған һәм раҫланған дәрелектәр исемлеген индереү тураһында приказы”

4.Рәсәй Федерацияһының фән һәм мәғариф министрлығы тарафынын раҫланған №576, 8 июнь 2015 йылғы “ Программаны  тормошҡа ашырыу һәм дәүләт аккредитацияһы булған  дөйөм башланғыс,төп дөйөм, урта дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн ҡаралған һәм раҫланған дәреслектәр исемлегенә үҙгәрештәр индереү тураһында приказы.”

5. «Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһындағы” Законы №696-3, 01.07.2013 йылғы .

6. “Рәсәй Федерацияһыныңхалыҡтары телдәре тураһында” Законы.01.06.2005 йыл. №53-ФЗ (05.05.2014 йылда.ред)

7.Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластар өсөн башҡорт  теленән программа.Ижевск. “ КнигоГрад” 2010 й.(авторҙары Толомбаев Х.А.,Усманова М.Ғ.)

8.Урта дөйөм белем биреү учреждниелары өсөн Республика базислы Уҡыу планы.

9.Белорет ҡалаһы  1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең дөйөм белем биреү программаһы.

10.Белорет ҡалаһы    1 -се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2016-2017 уҡыу йылына Уҡыу планы.

Программа 2 -се кластар өсөн « Башҡорт теле» дәреслегенә нигеҙләнеп төҙөлдө.Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.Өфө.Китап.

.

2.Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

          Башҡорт  теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

          Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәни үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма үҫешен үҙ эсенә ала. Башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларҙың өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Былар түбәндәгеләр:

1.      Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.

2.      Башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар.

3.      Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған программалар һәм дәреслектәр ҙә үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа Концепцияла күрһәтеләгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

1.      Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

2.      Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

3.      Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.

4.      Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү

        Башланғыс класта башҡорт телен өйрәнеү барышында ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтә

          кәрәк:

  •  Уҡыусыларҙың телмәрен, фекерләү, күҙ алдына килтерә алыу, аралашыу үҙенсәлектәренә һәм шарттарына ярашлы тел сараларын һайлай белеү мөмкинлеген үҫтереү.
  •  Теленең  лексикаһын, фонетикаһын, грамматикаһы буйынса төп белемде үҙләштереү.
  •  Дөрөҫ яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу.
  •  Башҡорт теленә  эмоциональ-баһалы ҡараш, уның уникаллеген һәм таҙалығын һаҡлауға туранан- тураға мөнәсәбәтле булыу тойғоһо тәрбиәләү, телгә ҡыҙыҡһыныу, үҙ телмәрен яҡшыртырға ынтылыш тәрбиәләү.

 

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

1.      Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.

2.      Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).

3.      Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

1.      Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

2.      Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

3.      Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

4.      Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

5.      Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

6.      Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

7.      Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

 

3.«Башҡорт теле» предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше.

Базис уҡыу планына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә «Башҡорт теле» предметын өйрәнеүгә 2 класта бөтәһе 34сәғәт бүленә., аҙнаһына 1-әр сәғәт (34 аҙнанан сығып).

4.Уҡыу йөкмәткеһенең  ҡиммәттәр йүнәлеше.

      Башҡорт телен өйрәне һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа башкорт теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

 

5.Шәхси, метапредмет,предмет һөҙөмтәләре.

 

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

Б. предмет һөҙөмтәләре.

1. Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

- программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.

2. Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.

3. Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.

4. Тексты күсереп яҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

В. метапредмет һөҙөмтәләре.

1. Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.

2. Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

3. Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.

4. Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.

5. Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.

 

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.  Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу.  Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу.  Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

2

30-40

100-120

35-40

 

2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

  •  диктанты 7-8 һүҙ.
  • диктант – 15-20 һүҙ;
  • изложение – 15-20 һүҙ.
  • Инша – 15-20 һүҙ.

Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.

 

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

 

Эш төрҙәре

Класс

2

Күсереп яҙыу

1

Һорауҙарға яуаптар яҙыу

1

Диктант

2

Изложение

1

Инша

1

Бөтәһе

6

            Методтар:

күҙәтеү;

яуап һайлау;

ҡыҫҡа яуап;

башҡарыу процесын баһалау;

башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

портфолио.

 

Уҡыу йылы аҙағында 2 класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш.

 

1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

-       уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

-       иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);

-       текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

-       бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,

-       һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,

-       диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,

-       үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,

-       ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,

-       башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

-       тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),

-       поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,

-       уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,

-       текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

-       хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,

-       ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,

-       шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,

-       бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,

-       ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

 

6.Уҡытыу  предметының  төп йөкмәткеһе.

1.      Мин Башҡортостанда йәшәйем - 1 сәғәт.

Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

2.      Ҡабатлау –  1  сәғәт.

Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

3.      Һаумы мәктәп – 2  сәғәт.

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.

4.      Мәктәп баҡсәһы – 2 сәғәт.

Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү.  Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу.

5.      Беҙҙең класс – 3 сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

6.      Ғаилә – 2  сәғәт.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

7.      Аҙыҡ – түлек – 3 сәғәт.

Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү.  Килеш ялғауҙарын пратик үҙләштереү.  

8.      Ҡайҙа?Ҡайҙан? – 2 сәғәт.

Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның атамалары. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

9.      Нимә менән?- 2 сәғәт.

Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик ҡулланыу.

10.  Һанай беләһеңме? – 2 сәғәт.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.

11.  Кейем-һалым – 3 сәғәт.

Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

12.  Уйындар, уйынсыҡтар – 3 сәғәт.

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт  телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

13.  Һөнәрҙәр – 2 сәғәт.

Кешеләрҙең һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәт. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны.

14.  Тән өлөштәре – 3  сәғәт.

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу.

15.  Таҙалыҡ. Көн тәртибе – 3 сәғәт.

Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү.  Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.

 

7. Календарь –тематик план.

II класс, йылына – 34 сәғәт

Аҙнаға 1  сәғәт иҫәбенән.

 

 

 

 

Дәрестең темаһы

 

Сәғ.

һаны

 Тикшереү

формаһы

 

 

Уҡыусыларҙың эш төрҙәре.

Дата

 

План

Фактик

 

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

Шәхсән һөҙөмтә:

-         төрлө милләт кешеләренә ҡарата ихтирам уятыу ;

-         әхләҡи-этик нормаларҙы һаҡлау;

-         башҡорт телендә һөйләшергә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Регулятив һөҙөмтә:

-          текст буйынса бирелгән эштәрҙе эшләргә өйрәнеү;

-         өлгө буйынса диалог төҙөй белеү;

-         план буйынса эшләү.

Танып белеү һөҙөмтә:

-         үҙенсәлекле хәрефтәрҙе таный, уҡый, яҙа белеү;

-         һүҙлек дәфтәре, китап менән үҙ аллы эшләй белеү;

-         дөрөҫ уҡый, яҙа белеү;

-         кәрәкле һөләмдәрҙе таба, айыра белеү.

Коммуникатив һөҙөмтә:

-         тексты дөрөҫ интонация менән уҡый белеү;

-         уҡыу процесында бер-береңде тикшереү;

-         диалог-һорашыу төрөн өйрәнеү.

 

1.

Мин Башҡортос-

танда йәшәйем.

1

 

Һүҙлек эше,

Яҙыу,

Һорауҙарға яуап

Дәреслек менән танышыу, шартлы тамғаларҙы таныу. Уҡытыусының һөйләгәнен тыңлау, аңлау. Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡортостан – башҡорт иле, башҡорт халҡының тарихы, төп сифаттары һ.б. тураһында һөйләшеү үткәрелә. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, хәрефтәре

1 неделя

 

 

2.

Һиңә нимә кәрәк?

Һин нимә эшләйһең?

Был кемдең әйбере?

Ә,ө,ү өн-хәрефтәре

   1

Һүҙлек эше

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсьәләһендә ҡатнашыу. Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡортостан – башҡорт       иле, башҡорт халҡының тарихы, төп сифаттары һ.б. тураһында һөйләшеү үткәрелә. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү.

2 неделя

 

 

3.

 Һорауҙарға яуаптар.

1

 

Уҡыу,ятлау

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

3 неделя

 

 

4.

Беҙҙең мәктәп.

Ғ,ң өн-хәрефтәре

1

 

 

Һүҙлек ятлау,

Яҙыу тәржемә

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлауҙы дауам итеү.

4 неделя

 

 

5.

Бөгөн көн ниндәй?

Аҙна көндәре.

Ҙ,һ өн-хәрефтәре.

1

.

Схема,тәржемә

Ятлау

 

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлауҙы дауам итеү.

5 неделя

 

 

6.

Мәктәп баҡсаһы.

Ҫ,ҡ өн-хәрефтәре.

Башҡорт теленең

алфавиты

1

Ятлау,

уҡыу

 

Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү.  Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу.

6 неделя

 

 

7.

 

Беҙҙең дәрестәр.

Беҙҙең класс.

Контроль күсереп яҙыу.

1

Текст,эш төрө

Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү.  Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу.

7 неделя

 

 

8.

Беҙҙең мәктәп.

Хаталар өҫтөндә эш.

 1

 

Уҡыу,тәржемә

яҙыу

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар. Уларҙың эштәре. Темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен, һөйләмдәрен дөрөҫ уҡыу. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

8 неделя

 

 

9

Үтелгәнде ҡабатлау.

Мәктәп.

 1

Карточкалар,ятлау

Үтелгәнәдрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау. Һорауҙарға яуаптар биреү.

9 неделя

 

 

                                                

                 Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

Шәхсән һөҙөмтә:

-         ғаилә ағзаларына ҡарата ихтирам, һөйөү кисереү;

-         дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғоларын булдырыу.

Регулятив һөҙөмтә:

-         таблица төҙөү;

-         яттан һөйләү;

-         план буйынса эщләй белеү.

Танып белеү һөҙөмтә:

-         ғаилә ағзаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;

-         шәжәрә төҙөй белеү;

-         үҙең турала һөйләй белеү.

Коммуникатив һөҙөмтә:

-         тексты яттан һөйләү;

-         бер-береңде, үҙеңде тикшереү;

-         һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен дөрөҫ ҡулланыу.

 

10

Беҙҙең класс.

1

Уҡыу,

күнегеүҙәр

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар. Уларҙың эштәре. Темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен, һөйләмдәрен дөрөҫ уҡыу. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

10 неделя

 

 

11

Беҙҙең ғаилә.

1

.

Ятлау,

Уҡыу,һөйләү

тәржемә

 

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. Эш дәфтәрҙәрендә яҙыу.

11неделя

 

 

12.

 

 Изложение яҙыу.

1

 

Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы.

Һөйләү,яҙыу

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. Изложение яҙыу.

 

12 неделя

 

 

13.

Минең туғандарым.

1

Һөйләү,яҙыу

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. Эш дәфтәрҙәрендә яҙыу.

13 неделя

 

 

14.

Аҙыҡ-түлек.

 

 

1

Ятлау,уҡыу

тәржемә

 

Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү.  Килеш ялғауҙарын пратик үҙләштереү.  

14 неделя

 

 

15.

 Магазинда.

1

Һөйләү.

уҡыу

Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү.  Килеш ялғауҙарын пратик үҙләштереү.  

15 неделя

 

 

16.

Һорауҙарға яуаптар.

1

 

Яҙыу.

Үтелгәнәдрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау. Һорауҙарға яуаптар биреү.

16 неделя

 

 

17.

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡайҙа? Ҡайҙан?

1

Күнегеүҙәр

тәржемә

Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның атамалары. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу. Башҡорт аштары. Хат яҙыу. Һөйләмдә һүҙҙәрһең урыны.

17 неделя

 

 

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

Шәхсән һөҙөмтә:

-                          үҙеңдең кейемеңә ҡарата һаҡсыл ҡарашта булыу;

-                          үҙеңде бөхтә, таҙа тотоу.

Регулятив һөҙөмтә:

                    бирелгән текст буйынса эшләү,

-                          бер-береңде, үҙеңде тикшереү

-                          план буйынса эшләү.

Танып белеү һөҙөмтә:

-                          һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен белеү;

-                          һорауҙарға дөрөҫ яуап биреү;

-                          үҙең турала һөйләй белеү;

-                          тасуири уҡыу.

Коммуникатив һөҙөмтә:

-                          бирелгән тексты дөрөҫ итеп һөйләй белеү;

                    тексты тасуири уҡыу.

 

 

18.

Нимә менән?

1

Уҡыу,яҙыу,

Һөйләү,тәржемә

Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле. Уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар.

18 неделя

 

 

19.

Һанай беләһегеҙме

1

Ятлау,уҡыу

Балаларҙы башҡортса һандарға. Һәм шуларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Нисә? Күпме? Нисәнсе? һорауҙары менән таныштырыу. Яҙыу дәфтәрҙәре менән эш.

19 неделя

 

 

20.

Инша яҙыу.

1

Дәреслек.

Уйын

яҙыу

Балаларҙы башҡортса һандарға. Һәм шуларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Нисә? Күпме? Нисәнсе? һорауҙары менән таныштырыу. Яҙыу дәфтәрҙәре менән эш.

20 неделя

 

 

21.

Кейем-һалым.

1

Уҡыу,ятлау

Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

21 неделя

 

 

22.

Өҫ һәм аяҡ кейемдәре.

 

1

Ятлау,уҡыу

Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

22 неделя

 

 

23.

Уйынсыҡтар.

 

 

 

 

1

 

Һөйләү,уҡыу

тәржемә

Баларҙың уйындар, уйынсыҡ исемдәре менән танышыу, шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. Яратҡан уйынсығың тураһында һөйләргә өйрәтеү.

23 неделя

 

 

24.

Беҙ уйнарға яратабыҙ.

1

Уйын,һөйләү

 Баларҙың уйындар, уйынсыҡ исемдәре менән танышыу, шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. Яратҡан уйынсығың тураһында һөйләргә өйрәтеү.

24 неделя

 

 

25.

Контроль диктант.

1

Яҙыу,һөйләү

тәржемә

Үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау. Һорауҙарға яуаптар биреү.

25 неделя

 

 

26.

Хаталар өҫтөндә эш. Һөнәрҙәр.

1

Уҡыу,ятлау

Кешеләрҙең һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәт. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны.

26 неделя

 

 

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

Шәхсән һөҙөмтә:

-         һаулығыңа ҡарата һаҡсыл ҡарашта булыу;

-         көн тәртибе булдырыу;

-         емеш – еләкте ҡулланыуға,үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу булдырыу;

Регулятив һөҙөмтә:

-         бирелгән текст өҫтөндә эшләү;

-         бер-береңде тикшереү;

-         план буйынса эшләү.

Танып белеү һөҙөмтә:

-         темаға ярашлы һүҙҙәр менән танышыу;

-         текстан кәрәкле һүҙҙәрҙе, хәрефтәрҙе табыу;

-         һорауҙарға яуап биреү;

-         эш дәфтәрендә күнекмәләр эшләү.

Коммуникатив һөҙөмтә:

-         уҡыу процесында бер-берең менән аралашыу, тыңлау;

-          бер-береңде, үҙеңде тикшереү.

 

27.

Тән өлөштәре.

1

Ятлау,уҡыу

тәржемә

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу.

27 неделя

 

 

28.

Саф һауа тәнгә дауа.

1

 

яҙыу

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу. Инша яҙыу.

28 неделя

 

 

29.

Емеш-еләктәр.

1

Уҡыу,ятлау

тәржемә

Элек өйрәнгән темаға нигеҙләнеп, баҡса, еләк-емеш, йәшелсәләрҙең атамаһын үҙләштереү. Башҡорт телендә күплек ялғауы.

29 неделя

 

 

30.

Йәшелсәләр.

1

Уҡыу,ятлау

тәржемә

 

Элек өйрәнгән темаға нигеҙләнеп, баҡса, еләк-емеш, йәшелсәләрҙең атамаһын үҙләштереү. Башҡорт телендә күплек ялғауы.

30 неделя

 

 

31.

Таҙалыҡ.

1

Һөйләү,уҡыу

 

Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү.  Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.

31 неделя

 

 

32.

Көн тәртибе.

1

Тәржемә,ятлау

Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү.  Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.

32 неделя

 

 

33.

Контроль диктант.

1

 

Яҙыу.

Үтелгәнәдрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау. Һорауҙарға яуаптар биреү.

33 неделя

 

 

34.

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

Уҡыу,тәржемә,яҙыу

Был тема уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу.

 

34 неделя

 

 


8. Ҡулланылған әҙәбиәт.

 

1.      Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2010

2.      Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2010.

1.      Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 2010.

2.      Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2010.

3.      Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү  // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2010.

4.      Сал Уралда – илдә бер ине. Өфө, БМКИ, 2010.

5.      Телмәр һәм зиһен // Аслаева Р. Өфө, Китап, 2010.

6.      Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 2010.

7.      Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2010.

 

Материал - техник ҡулланмалар

Аудиокассеталар:

  1. Туған тел. IIV класс. 1 – 4 кассета, Өфө, 2010
  2. Фәиз Шәрипов. Сыңрай ҡурай DANCE, Өфө, Моң.

CD диск:

  1. Мөхәррам Сәлимов башҡарыуында балалар йырҙары.
  2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1
  3. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Башҡорт ҡумыҙы.

Электрон дәреслектәр:

  1. Башкирский язык. ru.
  2. Балҡортостан иле.
  3. Учебник башкирского языка, 1-4 классы.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1.      Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2010.

2.      Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 2010.

3.      Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2010.

4.      Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2010.

5.      Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2010.

6.      «Аҡбуҙат» журналы.

7.      Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2010.

8.      Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2010.

9.      1-4 –се кластар өсөн электрон дәреслек. Башҡортостан иле.

10.  Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2010.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа для 2 класса по государственному башкирскому языку"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Товаровед-эксперт

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 621 материал в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 07.10.2016 677
    • DOCX 182 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сафаргалина Гульнара Абдулахатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6462
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Техническое обслуживание и диагностика сельскохозяйственной техники

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Общественные движения и организации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Феноменология в педагогике: основные концепции и их практическое применение

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
Сейчас в эфире

Информационная интоксикация: методы исцеления

Перейти к трансляции