Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа для основного общего образования на 2015-2020 учебный год
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Рабочая программа для основного общего образования на 2015-2020 учебный год

библиотека
материалов

1. Аңлатма яҙыу.

Башҡортостан Мәғәриф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Дүртөйлө ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының "Уҡытыу планы"на ярашлы тормошҡа ашырыла. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла. Эш программаһы түбәндәге норматив-хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғәриф һәм Фән министрлығының №1897 бойороғо менән 17.12.2010 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғәриф һәм Фән министрлығының 29.12.2014 йыл №1644 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһыныңәсәй Федерацияһында Мәғәриф тураһында" Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһының Мәғәриф тураһында" законы 01.07. 2013 №696-3.

4."Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында" законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән).

5. "Баш3ортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" законы15.02.1999 №216-3.

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҙтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730.

7. Дүртөйлө ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уставы;

8. Дүртөйлө ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡытыу предметы буйынса эш программаһы положениеһы № 234 бойороҡ 28.08.2015 йыл.

9. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Дәреслектәр: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014

М. Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7- се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап,2007

Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек.– Өфө: Китап, 2008

Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле. Уҡытыу  урыҫ телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары  өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2009.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыусы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. Өфө-2006.М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложение йыйынтығы. Өфө-Китап-2009.

Төп дөйөм белем биреү маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа “Башҡорт теле” предметының өлөшө.

Башҡорт теле —башорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡорт теленең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа «Башҡорт теле» предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни- тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора.


Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары: 1. Башҡорт теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү, туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡи-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү.

2. Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телдең аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуҙа һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.)

3. Тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын ктергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәлләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; белемде, күнекмәне аралашыу прцесында уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

2.Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция башҡорт теленең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт телкнең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуға метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тип яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылығты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы-предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай алыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе торошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән крһәтеү һ.б.); регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормошҡа ашырыу) функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларын яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереүгә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

3.Башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны.

Башҡортостан Республикаһының урыҫ телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 338 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класс-68 сәғәт, 6-сы класс-68 сәғәт, 7-се класс -68 сәғәт, 8-се класс -68 сәғәт, 9-сы класс - 66 сәғәт. (Аҙнаһына 2 сәғәт).

5-се класс

Эш төрҙәре


1 сирек

2 сирек

3 сирек

4 сирек

Контроль күсереп яҙыу

1


1


Диктант

1

1

1

1

Изложение




1

Инша



1




Эш төрҙәре

1 сирек

2 сирек

3 сирек

4 сирек

Диктант

2

1

1

1

Инша


1

1


Изложение


1


1


6 –сы класс


7-се класс



Эш төрҙәре

1 сирек

2 сирек


3 сирек


4 сирек


Диктант

2

1

1

1

Изложение

1

1

-

-

Инша

1

-

1

1


8-се класс


Эш төрҙәре


1 сирек


2 сирек


3 сирек


4 сирек


Диктант

2

1

1

1

Изложение

1

1

1

-

Инша

1

-

1

1


9-сы класс



Эш төрҙәре


1 сирек


2 сирек


3 сирек


4 сирек


Диктант

2

1

1

1

Изложение

1

1

-

1

Инша

2

1

-

1

4.Уҡыу предметын үҙләштереҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең роле, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; башҡорт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәрҙе үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3) Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

Аудирование һәм уҡыу:

  • Телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

  • төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп ,адекват ҡабул итеү;төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу);

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары ,уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт –дискылар, интернет ресурстары ); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу,белешмә өсөн әҙәбиәт,шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү,уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып,йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып,фекерҙе алыштыра алыу;


Һөйләү һәм яҙыу

-алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив ) маҡсатын билдәләү һәләтлеген ,хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге ,өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

-тыңлаған) йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план,һөйләү,конспект,аннотация) һөйләй алыу;

-төрлө стилдә һәм жанрҙа ,адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

- телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү,тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

-төрлө төрҙәге монологты хәбәрләү,( һүрәтләү, фекер йөрөтөү;төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған,диалог –һорашыу,диалог –аралашыуға өндәү,диалог –фекер алышыу һ.б.;төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

- ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик ,лексик,грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

-телмәр этикет нормаларын һаҡлап ,аралаша алыу ,телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

-уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ контролдә тота алыу ; йөкмәткенән ,һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып ,үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу ,үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

- алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана беле ; башҡорт теленән башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу;

- аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә ,ниндәйҙер эш төрөн бергә эшлә, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу;шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли –мәҙәни нормаларын үҙләштереү.


Предмет һөҙөмтәләре

1) Телдең төп функциялары тураһында ,башҡорт теленең башҡорт халҡының мили теле,Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында,тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында ,кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) Гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3) Башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү;уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнеш аңлау ;

4) Тел ғилеменең төп аңлатмалары : лингвистика һәм уның төп бүлектәре ; тел һәм телмәр,телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр ,монолог ,диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми –эшлекле стилдәр ,матур әҙәби тел;

5) Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын ,башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын ,һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) Телдең төп берәмектәрен ,грамматик категорияларын анализлау һәм таныу ,тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) Һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик,морфематик ,һүҙъяһалыш ,лексик ,морфологик),төп билдә һәм структура күҙлнгнән сығып,күп аспектлы анализ яһау;

8) Тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡуланыу;

9) Башҡорт теленең эстетик функцияһын таныу,матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.


5. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

5 класс.(68 сәғәт)

Һаумы, мәктәп. (7 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.


Үҙем тураһында (12 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.



Йыл миҙгелдәре (9 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.


Башҡортостанды беләһеңме? (8 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (4 сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.


Яңы йыл менән. (4 сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.


Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (5 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.


8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (6 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.



Яҙ етте. ( 6 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.


Яҙғы эштәр.(3 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


Йәйҙе ҡаршылайбыҙ. (4 сәғәт)

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың йәйге тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


6 класс (68 сәғәт)


Беҙҙе мәктәп ҡаршылай. Беҙҙең мәктәп – 8 сәғәт

1 сентябрь - Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау. Я.Ҡолмой. ”Мәктәп”, Н.Виноградова. “Иң мөһим һүҙ”, С.Муллабаев “Бөгөн тәүге көҙ айы” Р.Сабитов. “Белем иле”, Т.Ғәниева. “Сәскәләр”, бишек йыры.


Башҡортостан ере буйлап – 10 сәғәт

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним. С.Юлаев “Тыуған илем”, В.Сидоров “Салауатҡа ғашиҡмын”, Ә.Ихсан “Башҡортостан”, Р.Н. Виноградова “Хлеб – всему голова”, Ф.Фәтҡуллина “Мин батыр”,С.Бәҙретдинова “Файҙалы ҡаҙылмалар”, Ҡ.Даян “Шыршы”, А.Иҙелбаев, “Һөйләй тарих биттәре”, К.Малышева “Яратып уҡыйым”, Ф.Рәхимғолова, “Торма”, “Йыуа”, “Туңдырма”.




Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре – 5 сәғәт

Хәүефһеҙлек, юл йөрөү ҡағиҙәләре,транспорт төрҙәре тураһында һөйләргә, өйрәтеү, уҡыу материалын тасуири, аңлы уҡыу. Рәүеш.

Рәүеш дәрәжәләре. Б.Байым “Светофор”, А.Игебаев “Самолетта остом мин дә”.


Почта. Телефон. Телеграф – 8 сәғәт

Почтала үҙеңде тота, телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү ,хат яҙыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре. Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше. Хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман юҡлыҡ формаһы. Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше. Хәҙерге заман. “Ишәк, эт, бесәй, әтәс”, “Ишәк, эт, бесәй, әтәс”, “Уҡыуҙа ла, ялда ла бергә”, В.Брюсов “Хеҙмәт”.

Ҡыш дауам итә – 11 сәғәт

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре. Текстар уҡыу, шиғырҙар, һынамыштар ятлау, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу. Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше. Үткән заман. Үткән замандың юҡлыҡ формаһы. Киләсәк заман. Е.Кучеров. “Яңы йыл башлана”, Б.Бикбай “Йомшаҡ ҡар яуа”, “Ни өсөн шыршыны биҙәйҙәр”, “Урал”, “Яйыҡ”, Ә.Бикташева. “Хыял”, “Сәләм Өфөнән!”, Ж.Кейекбаев “Айыу ниңә ҡышын йоҡламай”


Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел – 8 сәғәт

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы, уны һаҡлай белеү. Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше. Д.Фәтихова. “ Кем дуҫ?”, А.Йәғәфәрова. “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар”, Р.Бикбаев. “Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала”, А.Ғабдрахманов. “Әсәйемдең тыуған көнө”.


Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Экология мәсьәләһе – 12 сәғәт

Башҡортостандың тәбиғәте, уның байлыҡтары тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырыу. Республикалағы йылға, күлдәр тураһында текстар уҡыу. Уларҙың атамаларының мәғәнәһе, килеп сығышы тураһында һөйләшеү. Экология мәсьәләһе. Ҡылымдың теләк һөйкәлеше. Һан тураһында төшөнсә. Һан төркөмсәләре. Ябай һәм ҡушма һандар. «Ағиҙел буйында», В.Мәһәҙиев. “Башҡортостан таштары”, “Аҡбуҙат” ипподромы, М.Кәрим “Дим буйы”, В.Меос. “Башҡортостан таштары”.


Бына тағы яҙ килде – 6 сәғәт

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү. Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү. 1 май, 9 май байрамдары. Грамматика буйынса 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


7 класс. (68 сәғәт)


Яңынан мәктәпкә (6 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


Ауыл тормошо (7 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым.һүҙбәйләнеш.һөйләм төҙөлөшө.


Башкортостан буйлап сәйәхәт (8 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағытарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика:

Яңғыҙлыҡ исемдәр.


Спорт. Спорт кәрәк-ярактары (8 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.


Мин һәм беҙҙең ғаилә (9 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.


Әсәйҙәр байрамы. (З сәғәт)

Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. "Катын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Грамматика:

Теркәүес тураһында төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре.

Сәнғәт оҫталары. (7 сәғәт)Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.


Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (З сәғәт)

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

Борон-борон заманда... (5 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.


Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (7 сәғәт)

Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.


Йәмле йәй (4сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.


8 класс (68 сәғәт)


Мәктәпкә барабыҙ (8 сәғәт).

Был тема буйынса 5-7 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр ( 11 сәғәт)

Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы ( 7 сәғәт )

Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

Хеҙмәт төбө - хөрмәт ( 8 сәғәт )

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

Ҡыш дауам итә ( 7 сәғәт )

Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры ( 5 сәғәт)

С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. (һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! ( 6 сәғәт )

Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.

Беҙ ҡайтырбыҙ йондоҙҙарға әүерелеп ( 4 сәғәт )

Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.

Ай Уралым, Уралым...( 12 сәғәт )

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

9 класс (68 сәғәт)

Һаумы мәктәп! (5 сәғәт)

Эш төрҙәре ”Көҙ” темаһы менән берлектә алып барыла. ”Көҙ” һәм “Мәктәп” темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштар иҫкә төшөрөү.

Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт. (6 сәғәт)

Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсылыҡ ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни Һөйләй? (10 сәғәт)

Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме, ауыл ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Ономистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәренең, зоонимика ҡош – ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙын янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы,ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халыҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.




Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. (7 сәғәт)

Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә.Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

Башҡортостан театр2ары. (5 cәғәт)

Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хакында дөйөм мәғлүмәт биреү. М. Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Башҡорт халыҡ ижады. (6 сәғәт)

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фальклорҙың коллектив ижад булыуы. Фальклор һәм яҙма әҙәбиәтенең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Башҡорт аты. (9 сәғәт)

Уҡыусыларҙы башкорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондғы мөһим ролен билдәләү. Йәш үҙенселектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусыларҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

Башҡорт халыҡ милли аштары. (7сәғәт)

Башҡорт халыҡының милли аштары менән таныштырыу.Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәрен билдәләү. Башҡорт миллли аштары тураһында текстар менән таныштырыу. Уҡыусыларҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентекле эш дауам итә.

Күңелле яҙ килә. (11 сәғәт)

Башкортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү. Еңеү көндәрен билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.


6. Төп уҡыу эшмәкәрлеген күрһәтеүсе тематик планлаштырыу.

5 класс.

Темалар

Сәғәттәр һаны

Уҡыусының эшмәкәрлеге.

1

I-IV кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һаумы, мәктәп!

7

Аудирование, тәржемә итергә, тасуири уҡырға , күсереп яҙырға, башланғыс класта үтелгән темаларҙы ҡабатларға.

2.

Үҙем тураһында.

12

һөйләмдәр төҙөргә, исемдәрҙең килеш менән үҙгәрешен ятларға, тәржемә итергә, аудирование, дәфтәрҙәрҙә күнегеүҙәр эшләргә.

3.

Йыл миҙгелдәре

9

Хикәйә төҙөргә, тәржемә итергә, диалог төҙөргә, перфокарталар менән эшләргә, һорауҙарға яуап бирергә, текст йөкмәткеһен һөйләргә.

4.

Башҡортостаныңды беләһеңме?

8

Һорауҙарға яуаптар бирергә, һүрәт буйынса әңгәмәләшергә, текст йөкмәткеһен һөйләргә, дәфтәрҙәрҙә күнегеүҙәр эшләргә, диктант яҙырға, ҡурай моңон тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә

5.

Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена.

4

Һөйләмдәр төҙөргә, һөйләмдәрҙән хикәйәләр төҙөргә, күнегеүҙәр эшләргә, инша яҙырға.

6.

Яңы йыл менән!

4

Тәржемә итергә, карточкалар менән эшләргә, аудирование, һорауҙарға яуап бирергә.

7.

Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар.

5

Карточкалар менән эшләргә, һүҙлек диктанты яҙырға, тасуири уҡырға, аудирование, һорауҙарға яуап бирергә, дәфтәрҙәрҙә күнегеүҙәр эшләргә, хикәйә төҙөргә.

8.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

6

Ҡотлау һүҙҙәре өйрәнергә, тәржемә итергә, һөйләмдәр төҙөргә,диктант яҙырға.

9.

Яҙ етте.

6

Яҙ тураһында әңгәмәләшергә, диалог төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә, әңгәмә ойошторорға, изложение яҙырға.

10.

Яҙғы эштәр.

3

Тәржемә итергә, аудирование, диалог төҙөргә,әңгәмәләшергә , карточкалар менән эшләргә, күнегеүҙәр эшләргә.

11.

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ.

4

Диктант яҙырға, күнегеүҙәр эшләргә, йәй тураһында һөйләшергә.



6 класс.


1.

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай. Беҙҙең мәктәп.

8

Һөйләмдәр төҙөргә, диалог төҙөргә, һорауҙарға яуаптар бирергә, күнегеүҙәр өҫтөндә эшләргә, инеш диктант яҙырға, өн-хәрефтәрҙе сағыштырырға, шиғырға анализ яһарға.

2.

Башҡортостан ере буйлап

10

Текст өҫтөндә эшләргә, һорауҙарға яуап бирергә, диктант яҙырға, тексты һөйләргә.

3.

Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре

5

Әңгәмә үткәрергә, үҙ-аллы эшләргә, текст өҫтөндә эшләргә, бер-береһенә һорауҙар бирергә.

4.

Почта. Телефон. Телеграф.

8

Һорауҙарға яуап бирергә, текст өҫтөндә эшләргә, әңгәмәләшергә, тасуири уҡырға .

5.

Ҡыш дауам итә

11

Тасуири уҡырға күнекмәләре өҫтөндә эшләргә, һүҙлектәр менән эшләргә, таҡтала эшләргә, хикәйә төҙөргә.

6.

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел

8

Һүрәт буйынса әңгәмәләшергә, текст өҫтөндә эшләргә, дуҫлыҡ тураһында әңгәмәләшергә, күнегеүҙәр эшләргә.

7.

Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Экология мәсьәләһе

12

Текст өҫтөндә эшләргә, тасуири уҡырға , күнегеүҙәр өҫтөндә эшләргә, әңгәмә, дәфтәрҙә һәм таҡтала эшләргә, үҙ-аллы эшләргә.

8.

Бына тағы яҙ килде

6

Яҙ тураһында әңгәмәләшергә,тексты һөйләргә, һүҙлек эше эшләргә, һораууарға яуап бирергә.



7 класс.


1.

Яңынан мәктәпкә

6

Мәктәп тураһында әңгәмәләшергә, һүҙлек менән эшләргә, тәржемә итергә, тасуири уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эшләргә, дәфтәрҙәрҙә эшләргә.

2.

Ауыл тормошо

7

Мәҡәлдәр өҫтөндә эшләргә, тәржемә итергә, күнегеүҙәр өҫтөндә эшләргә, аудирование, хикәйә яҙырға.

3.

Башкортостан буйлап сәйәхәт

8

Һүҙбәйләнештәр менән эшләргә, әңгәмә үткәрергә, тасуири уҡырға, текст өҫтөндә эшләргә,һүҙлек эше эшләргә.

4.

Спорт. Спорт кәрәк-ярактары

8

Һүҙҙәр төҙөү, һорауҙарға яуап бирергә, үҙҙәрере тураһында һөйләргә, һүҙлек эше эшләргә, группаларҙа эшләргә, әңгәмәләшергә.

5.

Мин һәм беҙҙең ғаилә

9

Ғаилә тураһында әңгәмә ойошторорға, шиғыр өҫтөндә эшләргә, тасуири уҡырға, тәржемә итеитергә, һорауҙарға яуап бирергә.

6.

Әсәйҙәр байрамы

3

Шиғырҙарға анализ яһарға, тасуири уҡырға, тәржемә итергә, йөкмәткеһен һөйләргә, әсәйҙәр тураһында әңгәмәләшергә.

7.

Сәнғәт оҫталары.

7

Текст менән эшләргә, йөкмәткене һөйләргә, һорауҙарға яуап бирергә, күнегеүҙәр өҫтөндә эшләргә.

8.

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы

3

һүҙлек эше эшләргә, карточкалар менән эшләргә, мәҡәл-әйтемдәр менән эшләргә, тасуири уҡырға, йөкмәткене һөйләргә.

9.

Борон-борон заманда...

5

Башҡорт фольклоры тураһында әңгәмәләшергә, ролдәргә бүлеп уҡырға, йөкмәткене һөйләргә, тәржемә итергә.

10.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ

7

Дуҫлыҡ турында әңгәмәләшергә, күнегеүҙәр өҫтөндә эшләргә, һүҙлек менән эшләргә, хикәйә төҙөргә.

11.

Йәмле йәй

4

Һорауҙарға яуап бирергә , әңгәмә ойошторорға, текст өҫтөндә эшләргә, йөкмәткене һөйләргә.



8 класс.


1.

Мәктәпкә барабыҙ

8

Лекция-әңгәмәләшергә,һорауҙарға яуап бирергә, инеш диктант яҙырға, карточкалар менән эшләргә, текст менән эшләргә, йәкмәткене һөйләргә.

2.

Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт

11

Көҙ тураһында әңгәмәләшергә, һорауҙарға яуап бирергә, һүҙлек эше эшләргә, изложение яҙырға.

3.

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы

7

Өфө тураһында әңгәмәләшергә, тасуири уҡырға, һүҙлек эше эшләргә, индивидуаль эш эшләргә.

4.

Хеҙмәт төбө – хөрмәт.

8

Әңғәмәләшергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә, ролдәргә бүлеп уҡырға, тексты анализларға.

5.

Ҡыш дауам итә

7

Тасуири уҡырға, текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә, ҡыш тураһында әңгәмәләшергә, күнегеүҙәр эшләргә.

6.

Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры

5

С.Юлаев тураһында белгәндәрҙе иҫкә төшөргә, текст уҡырға, һорауҙарға яуап бирергә, күнегеүҙәр эшләргә.

7.

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!

6

Тәржемә итергә, текст өҫтөндә эшләргә, һорауҙарға яуап бирергә, диктант яҙырға, тексҡа анализ яһарға.

8.

Беҙ ҡайтырбыҙ йондоҙҙарға әүерелеп.

4

Әңгәмә ойошторорға, группаларҙа эшләргә, карточкалар менән эшләргә, шиғырҙарҙы тасуири уҡырға.

9.

Ай Уралым, Уралым…

12

Текст менән эшләргә, һорауҙар төҙөргә, күнегеүҙәр эшләргә, үҙ-аллы эшләргә, диктант яҙырға, республикабыҙ тураһында әңгәмә үткәрергә, тексҡа план төҙөргә.



9 класс.


1.

Һаумы мәктәп!

5

Мәктәп тураһында әңгәмәләшергә, һүҙлек менән эшләргә, тәржемә итергә, тасуири уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эшләргә, диктант яҙырға, дәфтәрҙәрҙә эшләргә.

2.

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт.

6

Диктантты анализларға, тасуири уҡырға, һорауҙарға яуап бирергә, тәржемә итергә, һүҙлек эше эшләргә, диалог төҙөргә, күнегеүҙәр эшләргә, исемдәрҙе килештәр менән үҙгәртергә.

3.

Атамалар ни Һөйләй?

10

Әңгәмәләшергә, тасуири уҡырға, тәржемә итергә, һүҙлек эше эшләргә, йөкмәтке һөйләргә, һорауҙарға яуап бирергә.

4.

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.

7

Кыш тураһында әңгәмәләшергә, һүҙлек эше эшләргә, тасуири уҡырға, тәржемә итергә, диалог төҙөргә, йомаҡтар сисергә, күнегеүҙәр эшләргә.

5.

Башҡортостан театрҙары.

5

һүҙлек эше эшләргә, тасуири уҡырға, тәржемә итергә, диалог төҙөргә, йомаҡтар сисергә, һөйләмдәр төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә.

6.

Башҡорт халыҡ ижады.

6

Карточкалар менән эшләргә, һөйләмдәр төҙөргә, тасуири уҡырға, һүҙлек эше эшләргә, тәржемә итергә, мәҡәлдәр менән эшләргә, йөкмәткене һөйләргә, күнегеүҙәр эшләргә.

7.

Башҡорт аты.


9

Тасуири уҡырға, әңгәмәләшергә, тәржемә итергә, һүҙлек эше эшләргә, һөйләмдәр төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә, изложение яҙырға.

8.

Башҡорт халыҡ милли аштары.

7

Тасуири уҡырға,тәржемә итергә, һүҙлек эше эшләргә, йөкмәткене һөйләргә, диктант яҙырға, диалог төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә.

10.

Күңелле яҙ килә.

11

Тасуири уҡырға, тәржемә итергә, фразеологик берәмектәр менән эшләргә, диалог төҙөргә, йөкмәткене һөйләргә, диктант ҙырға,күнегеүҙәр эшләргә.





7. Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу- уҡытыу методик ҡулланмалар

1.Усманова М.Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.

2. Аслаев Т.Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.- Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

3. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видиоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

4. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. 8-се класс өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. 2014.

5. 6-сы класс өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек.- Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы. 2011.

6. 6-сы өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. 2014.

7. 5-се класс өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. 2014.

Төп һәм өҫтәмә әҙәбиәт

1.З.М.Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2010.

2. М.Ғ. Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы.Өфө- Китап- 2009.

3. М.Ғ. Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек.Өфө: Китап, 2010.

4. З.М.Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2007.

5. З.М.Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2010.

6. З.М.Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2004.

7. З.М.Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класс уыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2009.

8. Журналдар: «Башкортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

Уҡытыуҙа ҡулланған техник саралар

-телевизор;

-видеомагнитофон ;

-компьютер;

-магнитофон;

лектрон дәреслектәр;

-интерактив таҡта;

8. "Башҡорт теле" предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Телмәр һәм аралашыу телмәре

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-Телмәр ситуацияһы менән идара итергә;

- Һөйләү һәм яҙма телмәр ҡулланырға;

-Монолог төрҙәрен (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү, төрлө төрҙәге монологтың берләшеүе) төрлө ситуацияла ҡулланырға;

-Диалог төрҙәрен (этикет, диалог- һорашыу, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) ҡулланырға;

- Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең төп үҙенсәлектәрен аңларға;

-һөйләү һәм яҙма телмәр өлгөләрен анализларға;

- Диалогик һәм монологик телмәрҙе айырыу;

-Формаль һәм формаль булмаған шәхес-ара аралашыуҙа телмәр тәртибе нормаларын үҙләштерергә;

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнергә мөмкинлек ала:

-Аудитория алдында ҙур булмаған доклад менән сығыш яһарға; үҙенең рефератын, докладын тәҡдим итергә;

-Килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итеүҙә ҡатнашыу, үҙ позицияңды дәлилләргә;


Телмәр эшмәкәрлеге

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен: уҡыуҙы, аудированиены (тыңлауҙы), һөйләүҙе, яҙыуҙы аңлы ҡулланырға;

- Телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрен үҙләштерергә;

- Текстағы төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү итергә;

-Аралашыу ситуацияларына яраҡлы рәүештә тулы һәм ҡыҫҡартып уҡылған йә тыңланған текстың йөкмәткеһен бирергә;

-Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен (эҙләнеү, танышыу, өйрәнеү) дәреслек һәм башҡа мәғлүмәти сығанаҡтар менән эшләү ысулдарын үҙләштерергә;

- Аудированиеның төр лө төрҙәрен (һайлау, танышыу, деталләү) үҙләштерергә;

- Тың ланған йәки уҡылған текстың йөкмәткеһен (ентекләп, ҡыҫҡартып, һайлап) һөйләп бирергә;

-Телдән һәм яҙма монологик, шулай уҡ маҡсатты, аралашыу ситуацияһын һәм сфераһын иҫәпкә алып, төрлө коммуникатив йүнәлешле телдән диалог төҙөргә;

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнергә мөмкинлек ала:

-публицистик текстың мәғәнәһен аңларға;

-Проблема буйынса төрлө сығанаҡтарҙан алынған яңылыҡтарҙы алырға, уларҙы хәл итеү буйынса үҙ фекереңде әйтә белергә;

-Телдән монолог, диалог төрҙәрен ҡулланып һөйләшергә;

Текст.

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

Текстың аңлатмаһын, текстың төп билдәләрен (өлөштәргә айырылыуы, мәғәнәүи берҙәмлек, бәйләнешлек) анализларға;

- Тема, коммуникатив күрһәтмә, текстың төп мәғәнәһен билдәләргә;

- Текстың микротемаһын, текстың өлөштәренең һәм һөйләмдәренең бәйләнеш сараларын әйтә белергә;

- Текстың коммуникатив-стилистик сараһы булараҡ абзацты билдәләргә, текстың планын төҙөргә;

- Төрлө типтағы, стилдәге, жанрҙағы текстарҙы төҙөргә;

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнергә мөмкинлек ала:

-Телдән һәм яҙма рәүештә фәнни текстар төҙөргә, һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашырға;


Телдең функциональ төрлөлөгө

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-Телдең функциональ төрлөлөгө: һөйләү теле; функциональ стилдәр: фәнни, публицистик, рәсми, матур әҙәбиәт телен айыра белергә;

-һөйләү телмәренең, матур әҙәбиәт теленең һәм функциональ стилдәрҙең үҙенсәлектәрен табырға;

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнергә мөмкинлек ала:

-Уҡыусының үҙ тиңдәштәре алдында ҡыҫҡа ғына доклад, белдереү менән сығыш яһарға; төрлө аргумент ҡулланып, бәхәстә ҡатнашырға;

Тел тураһында дөйөм төшөнсә

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-Кеше тормошонда коммуникатив белемдең мөһимлеген һәм йәмғиәт, дәүләт тормошонда башҡорт теленең ролен аңларға;

- Башҡорт теленең килеп сығышын белергә, уның башҡа телдәр менән бәйләнештә булыуын күҙалларға;

-Башҡорт теленең матурлығын, байлығын, тасуирилығын аңларға;

Фонетика һәм орфоэпия.

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-Телмәр ағымында өндәрҙең үҙгәрешен, фонетик транскрипцияның элементтарын билдәләргә;

- Һүҙҙә өн функцияһының мәғәнәүи айырмалығына төшөнөргә.

- Баҫымлы һәм баҫымһыҙ һуҙынҡыларҙы, яңғырау һәм һаңғырау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырырға;

-Һүҙҙәрҙең әйтелеш һәм яҙылыш үҙенсәлектәрен транскрипция элементтары ярҙамында аңлатырға;

- Һүҙҙәргә фонетик анализ яһарға;

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнергә мөмкинлек ала:

-Фонетик-орфоэпик белем һәм күнекмәләрҙе уҡыусының үҙ телмәрендә ҡулланырға;

-Шиғри һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡырға;

Морфемика һәм һүҙьяһалыш

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-Телдең минималь мәғәнәүи берәмеге булараҡ морфеманы айыра белергә;

- Аффикстың төрҙәре: һүҙ яһаусы, форма яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы таный белергә;

-Лексик мәғәнәһен һәм яһалышын иҫәпкә алып, һүҙҙе морфемаларға бүлергә һәм анализ яһарға;

-һүҙлектәрҙе төрлө уҡыу мәсьәләләрен сисеүҙә ҡулланырға;

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнергә мөмкинлек ала:

-Кәрәкле информацияны морфемалар, һүҙьяһалыш, этимологик һүҙлектәрҙән алырға;

Лексикология һәм фразеология

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-һүҙгә лексик анализ яһарға;

-һүҙҙәрҙе тематик группаларға берләштерергә;

-һүҙҙәрҙе синоним, антонимдарын табырға;

-Фразеологик берәмектәрҙе танырға;

- Фекерҙе, хисте, эмоцияны белдереүҙә һүҙҙең мәғәнәһен аңларға; үҙ лексиконыңды киңәйтергә;

- Лексик сараларҙы мәғәнә, сфера һәм аралашыу ситуацияһына яраҡлы ҡулланырға;

-Төрлө һүҙлектәр менән ҡулланырға өйрәнеү;

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнергә мөмкинлек ала:

-Yҙеңдең һәм сит кешенең телмәренең дөрөҫлөгөн баһалай белергә;

-һүҙлектәрҙән кәрәкле мәғлүмәтте ала белергә;

Морфология.

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-һүҙҙең лексик-грамматик разряды булараҡ һүҙ төркөмдәрен таный белергә;

- Төрлө һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәргә морфологик анализ яһарға;

-Хәҙерге башҡорт әҙәби теле нормаларына яраҡлы төрлө һүҙ төркөмдәренең һүҙҙәр формаһын ҡулланырға;

-Морфологик белем һәм күнекмәләрҙе дөрөҫ яҙыу практикаһында ҡулланырға;

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнергә мөмкинлек ала:

-Морфологик белемде публицистика һәм матур әҙәбиәттә ҡуллана белергә;

Синтаксис.

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-Синтаксистың берәмеге булараҡ һүҙбәйләнеш һәм һөйләмде таный белергә;

-Синтаксик берәмек булараҡ һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнеш төрҙәрен телмәрҙә ҡуллана белергә;

-Үҙ һәм икенсе кешенең телмәрен дөрөҫ һәм урынлы ҡулланырға;

-Синтаксис буйынса белем һәм күнекмәләрҙе дөрөҫ яҙыу практикаһында ҡулланырға;

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнергә мөмкинлек ала:

-Төп синтаксик конструкцияларҙы публицистик һәм әҙәби телмәрҙә таный белергә, уларҙы баһалай белергә;

-Синтаксик конструкцияларҙың төрлө стилдәге текстарҙа һәм төрлө функциональ телмәрҙә дөрөҫ ҡулланылыуын күҙәтергә;

Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация.

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-Яҙма телмәрҙә орфографик һәм пунктуацион нормаларҙы күҙәтергә;

-Орфографик һәм пунктуацион һиҙгерлекте булдырырға, хаталарҙы төҙәтергә;

-Дөрөҫ яҙыу өсөн орфографик һүҙлектәр һәм белешмәләр ҡулланырға;

-Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнергә мөмкинлек ала:

-Кәрәкле мәғлүмәтте орфографик һүҙлектәрҙән алырға; был мәғлүмәтте яҙыу процессында улланырға;

Тел һәм мәҙәниәт.

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә, матур әҙәбиәттә һәм тарихи текстарҙа милли-мәҙәни компонент мәғәнәһе менән тел берәмеген асырға;

- Республиканың тарихи һәм мәҙәни традицияларын сағылдырыусы һүҙ һәм аңлатмаларҙың килеп сығышы тураһында белдермә әҙерләү өсөн этимологик һүҙлектәр һәм белешмәләр ҡулланырға;

-Уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта башҡорт телмәр этикет ҡағиҙәләрен урынлы ҡулланырға; Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнергә мөмкинлек ала:

-Башҡорт телмәр этикетын башҡа телдәрҙең телмәр этикеты менән сағыштырыу;

-Айырым ми6алдарға тел, мәҙәниәт һәм халыҡ тарихының берҙәм булыуын аңлатырға;

Башҡорт әҙәбиәте.

Сығарылыш класс уҡыусыһы өйрәнәсәк:

-Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратырға; Этник һәм милли сағылышын танырға;

-Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;

-Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итергә, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булырға;

-Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылырға;

-Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булырға;

-Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ- әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алырға.








Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 16.12.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров204
Номер материала ДВ-262632
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх