Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа " Государственный башкирский язык"

Рабочая программа " Государственный башкирский язык"



Осталось всего 4 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәттән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт) .

Дәреслек: Хөснөтдинова Ф.Ә.,Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2010. – 288 бит.

Программа кимәле: базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы):

  1. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

  2. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплексы (комплексы):

Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2010 – 256 бит.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Уфа: “Ватандаш», 2005. нигеҙендә төҙөлгән.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «Рәтамаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус

Был эшпрограммаһындафедеральһәм республика закондарыталаптарытормошҡаашырыла:

«РәсәйФедерацияһыхалыҡтарытелдәретураһында» Законы, РәсәйФедерацияһының «Мәғарифтураһында» Законы, «БашҡортостанРеспубликаһыхалыҡтарытелдәретураһында» Законы, БашҡортостанРеспубликаһының «Мәғарифтураһында» Законы, Башҡортостан РеспубликаһындаМилли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. Уның маҡсаты - башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.


Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр - 3 сәғәт.

Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. «Етем төлкө».Тылсымлы әкиәттәр. «Алтын алма». Тормош-көнкүреш әкиәттәре «Алтын тамсы».

Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы.Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.

Риүәйәт һәм легөндалар - 1 сәғәт.

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза»(варианттар буйынса)

Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү.

Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заманформалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәгебулаалыуы.

Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙыңмәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреше.

Йырҙар - 1сәғәт.

Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-кыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.

Алтын көҙ - 2сәғәт.

М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы:Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.

М.Ғафури.«Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү.

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе.

Уҡыу - белем шишмәһе - 2 сәғәт.

Раил Байбулатов. «Күңел күҙҙәре». Н.Мусин.«Тайғаҡ баҫма». Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы. Хәмзә һәм уҡытыусы, һуғышветераны Уғатар ағай образдары. Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы. Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау.

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Дуҫлыҡта – берҙәмлек – 3 сәғәт.

Б.Бикбай. «Рус теле», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ». Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү.

Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар.

Ә.Бикчәнтәев. «Бакенщиктар илаҡ булмай». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Ата һәм ул образдары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Хеҙмәте юҡтың - хөрмәте юҡ - 3 сәғәт.

М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе.

М.Ямалетдинов.«Ураҡ өҫтө» шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. Уйылдан образы.

Ж.Кейекбаев.«Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар.

Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе.

Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуы.

Исемлек билдәләре: килеш, һан, эйәлек категориялары менән үҙгәреүе.

Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.

Ж.Кейекбаев.«Туғандар һәм таныштар» романынан өҙөк.Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп образдарға характеристика биреү.Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу.

Әҙәбиәт теорияһы:Герой тураһында төшөнсә.

Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау.

Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б.

Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.

Башҡортостан-ғәзиз ерем – 2 сәғәт.

Ә.Үтәбай.«Башҡортостан» шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы. А.Игебаев.«Онотманым һине, ауылым» шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү.

Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе. Сифат ҡылымдың заман менән үҙгәреүе. Хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрө, ябай һәм ҡушма формалары, менән практик таныштырыу, уларҙың барлыҡта йәки юҡлыҡта тора алыуы.

Үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, барлыҡта, юҡлыкта килә алыуы. Киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, төрҙәре, мәғәнәләре. Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, был осраҡта исемдәргә хас категориялар менән үҙгәреүе. Рус теленән айырмалы рәүештә, башҡорт телендә исем алдында килеүсе сифат ҡылымдарҙың һан, эйәлек, килеш ялғауҙарнын ҡабул итмәүе.

Исем ҡылым, уның эш, хәл һәм хәрәкәттең исемен атауы, яһалышы.

М. Кәрим.«Ҡайын япрағы тураһында» Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.

Ап-аҡ карҙар яуа - 2 сәғәт.

К.Кинйәбулатова.«Һаумы, аҡ ҡыш!», Ш.Бикколов. «Урман», Ә.Әхмәт-Хужа. «Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!», Г.Ғәлиева. «Ҡарһылыу». Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең, тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡ-юҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы.

Ә.ӘҺлиуллин.«Биҙәкле сана». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Боронғо сана яһау һөнәренең сағылышы. Имаметдин ҡарттың һөнәре, халыҡ араһындағы абруйы. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулык мотивы.

Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп кабатлау.

Ил намыҫы - ир күңелөндә - 3 сәғәт.

Ф.Акбулатова.«Атай икмәге» хикәйәһе. Йөкмәткене үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше.

Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.

В.Исхаков.«Кеше күңеле - тәрән даръя». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге.

Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында төшөнсә.

А.Баһуманов.«Ҡайҙа һин генерал?». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткәһен үҙләштереү. Проблемаларына, образдарына характеристика биреү. План төҙөп, план буйынса һөйләргә өйрәнеү.

Рәүештәрҙең яһалышы: тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәр. Дәрәжәләре. Рәүештәрҙеңтелмәрҙә ҡулланылышы.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр - 3 сәғәт.

Г.Юнысова «Әсәйҙәр байрамы», «Йырлайым әсәйҙәр тураһында» (йыр). Ф.Мөхәмәтдинов «Әсәйем ҡулы» шиғырҙарҙын һәм йырҙы тасуири уҡыу. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы.

Ф.Иҫәнолов. «Бер ҡаҙаҡ май». Әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау.

Ә.Бикчәнтәев.«Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһөн үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү.

Г.Яҡупова.«Әсәйҙәр ниңә ҡартая?», «Мейес әбей».

Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәрө тураһында әңгәмә ойоштороу.

Теркәүестәр. Уларҙың һөйләм киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләмдә ябай һөйләмдәрҙе бәйләп йөрөүе. Теркәүестәрҙең төркөмсәләре: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре, уларҙың телмәрҙәгө ҡулланышын күҙәтеү.

Теркәүес һүҙҙәр: парлы һәм яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бәйләүе күрһәтеү алмаштары менән белдерелә, яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр: һорау һәм күрһәтеү алмаштары менән белдерелгән парлы теркәүес һүҙҙәр.

Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Эх, күңелле яҙ килә! - 1 сәғәт.

Р.Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!» шиғырында яҙ килеү менән тәбиғәттең уяныуының, яҙғы эштәр башланыуының һүрәтләнеше. Р.Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырында яҙ килтереүсе һабантурғай образы. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу.

Һ.Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.

Бәйләүестәр. Уларҙың эйәреүсе киҫәк менән эйәртеүсе киҫәкте, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһындағы бәйләнеште барлыҡҡа килтереүе. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре, мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. Синоним бәйләүестәрҙе ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Бәйләүестәрҙең килештәргә мөнәсәбәте: 1) исемдәрҙең төп килештә, ә алмаштарҙың эйәлек килештә килеүен талап итеүсе бәйләүестәр; 2) исемдәрҙең төбәү килешен талап итеүсе бәйләүестәр; 3) исемдәрҙең сығанаҡ килештә тороуын талап итеүсе бәйләүестәр.

Тел - тере шишмә - 2 сәғәт.

Ҡ.Аралбай. «Башҡорт тел» шиғырында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы.

М.Кәрим.«Оҙон-оҙак бала саҡ» повесы (өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.

Киҫәксәләр. Уларҙың айырым һүҙгә йәки һөйләмгә ниндәй булһа ла мәғәнә төҫмөрләнеше биреүсе ярҙамсы һүҙ булыуы тураһында төшенсә. Киҫәксәләрҙең төркөмсәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Йәмле йәй - 7 сәғәт.

М.Ғафури. «Болон» шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы.

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы.

Х.Назар.«Йәйге йәшен». Әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

Ымлыҡтар. Уларҙың кешеләрҙең хис-тойғоһон, теләк-ынтылыштарын белдереүе. Ымлыҡ төрҙәре, телмәрҙәге әһәмиәте, дөрөҫ яҙылышы.Ымлыҡтарҙың яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙ булыуы.

С.Әлибай. «Ямғыр теләү» шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше.

Н.Игеҙйәнова.«Өйөрөлмәк» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.

Экскурсия .

Үтелгәндәрҙө ҡабатлау.


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар


  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  • текстың планын төҙөү;

  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

  • текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

  • 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

  • тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.


V. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Һорауҙарға яуап - 1

Диктант - 4

Изложение - 1

Инша - 2

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре башланғыс кластарҙа, майлылары юғары кластарҙа күберәк һәм өйрәтеү маҡсатында үткәрелә. Шулай ук яҙма эштәр (бигерәк тә юғары кластарҙа) уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү өсөн дә файҙаланыла. Яҙма эштәрҙең рус телле мәктәптәрҙә киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә мөмкин:

-һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

-һүҙлек диктанттары;

-аңлатмалы, иҫкәртмәле, һайланма диктанттар;

-һорауҙарға яуаптар;

-тестарға яуаптар яҙыу;

-изложениелар;

-иншалар.

7. Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Ф.Ә.Хөснөтдинова,Ә.Б.Һөйәрғолова «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» дәреслегенә методик ҡулланма: 7-се класс.-Өфө: Китап, 2010.

  2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005. Өфө, Китап, 2006 .

  3. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө: «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  4. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

  5. Т.Я.Бикбаева, Т.Ы.Ҡунафина.Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы (5-11-се кластар өсөн) - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  6. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Һ.б.

Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • видеомагнитофон

  • магнитофон

  • компьютер

  • проектор



Календарь-тематик план

VII класс

Йылына 68 сәғәт (азнаһына 2 сәғәт иçәбенән).


п/п

Тема

Сәғәт

һаны

Үткәреү ваkыты



яҡынса

фактик


Халыk ижады. 5-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе kабатлау.

1

2.09




Хайуандар тураһында әкиәттәр. Етем төлкө.


1

4.09



Тылсымлы әкиәттәр. Алтын алма.

1

9.09




Тылсымлы әкиәттәр. Әбйәлил.

1

16.09




Тормош-көнкүреш әкиәттәре. Алтын тамсы.

1

18.09



Тормош-көнкүреш әкиәттәре. Һаранбай менән Зиннәт ағай.


1

11.09



7-8

Фонетика, һүзъяһалыш һәм морфология буйынса үтелгәндәрзе kабатлау.

2

23.09

25.09




9

Ер-һыу атамаларына бәйле риүәйәттәр.

1

30.09



10

Ырым-ышаныуҙар нигеҙендә барлыҡҡа килгән риүәйәттәр. Тарихи риүәйәттәр.

1

2.10






11

Кылым.

1

7.10






12

Үҙ аллы һәм ярзамсы kылымдар.

1


9.10



13

Кылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөйкәлеше.

1


14.10



14

Йырзар. Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһындағы йырҙар.

1

16.10



15-16

Хәбәр һөйкәлеше kылымдарының заман менән үзгәреше.

2

21.10

23.10



17

Контроль диктант.

1

28.10



18

Катын-ҡыҙ яҙмышы тураһындағы йырҙар.

1

30.10



19.


М.Тажи “Алтын көз”, Ф.Рәхимғолова “Көз” шиғырзарында көзгө тәбиғәттең һынланышы.

1

6.11

11.11



20-21


М.Ғафуризың “Кыр kазы” хикәйәһе.


2

13.11

18.11



22

Бойороk һөйкәлеше kылымдары.

1

20.11



23-24

Раил Байбулатов. Күңел күззәре. Кабатлау.

2

25.11

27.11



25-26

Н.Мусин.Тайғаk баçма.

Т еләк һөйкәлеше kылымдары.

2


2,4.12



27.

Телмәр үҫтереү. Инша.

1

9.12



27-31

Р.Байбулатов. Һарыбай.

Ә.Бикчәнтәев. Бакенщиктар илаk булмай.

М.Ғафури. «Гөлдәр баkсаһында.

М.Ямалетдинов.«Ураk өçтө»

Шарт һөйкәлеше kылымдары.

1

1

1

1

11.12

16.12

18.12



32-33


Ж.Кейекбаев. Оморзаk бабай.

Кылым төркөмсәләре. Исем kылым.Исем kылымдарзың яһалышы.

2


15,20.01



34-35

Ж.Кейекбаев. Туғандар һәм таныштар.

Сифат kылым.

2


22,27.01



36

Әхмәр Үтәбай.Башkортостан. Контроль диктантҡа анализ.

1

25.12



37

Контроль диктант.

1

23.12



38-39

К.Кинйәбулатова. Һаумы, аk kыш!

Уртаk kылым.

1

1

29.01

3.02



40-41

Әсхәл Әхмәт-Хужа Эй, Кыш бабай, kыш бабай!

Гүзәл Гәлиева Карһылыу

Хәл kылым.

2


5.02

10.02



42-43

Ә. Әһлиуллин. Бизәкле сана.

Кылым төркөмсәләре темаһын йомғаkлау

2

12.02

17.02



44-45

Ф.Аkбулатова. Атай икмәге.

Рәүештәр. Рәүештәрзең белдергән мәғәнәләре.Рәүеш төркөмсәләре.

2


19.02

24.02




46-47

В.Исхаков. Кеше күңеле – тәрән даръя.

Рәүеш дәрәжәләре. Рәүештәрзең яһалышы.

2


26.02

2.03



48

А.Баһуманов. Кайза һин, генерал. Кабатлау.

1

4.03



49

Телмәр үҫтереү. К.Дәүләткилдеев Башkорт өйөнөң күтәрмәһе. Һүрәт буйынса инша.

1

9.03



50-55

Г.Зәйнәшева һүззәре. М.Әхмәзиев музыкаһы. “Йырлайым әсәйем тураһында”.

Ф.Иçәнғолов. Бер йомғаk май.

Ә.Бикчәнтәев. Яраланған бүре күззәре.

Теркәүестәр.

1


2

2

11.03

23.03

6,8,13.04




56

Р.Ниғмәти. Яз килде, яз!

Бәйләүестәр.

1


15.04



57

Контроль диктант..

1

18.03



58

К.Аралбай. Башkорт теле. Контроль диктантҡа анализ

1

16.03



59-61

М.Кәрим. Озон-озаk бала саk. 1 бүлек

М.Кәрим. Озон-озаk бала саk. 2 бүлек

Киçәксәләр.

3

15,20,22.04



62-63

М.Ғафури. Болон.

Х.Назар. Йәйге йәшен

Мөнәсәбәт һүззәр.

2


27,29.04



64

С.Әлибай.Ямғыр теләү . Ымлыkтар.

1


4.05



65

Телмәр үҫтереү. Изложение.

1

6.05



66

Н.Игезйәнова.Өйрөлмәк.

Тел буйынса үткәндәрзе kабатлау

3


11.05



67

Контроль диктант. Кош юлы

1

18.05



68

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн һорауҙар. Хаталар өҫтөндә эш.

1

20.05



69

Резерв

2

25,27.05



































Контроль диктант №1.

Янғантау.

Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.

Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.

Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туң-

май. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16-18 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла. (66 һүҙ.) (Мәктәп календарынан.)



Контроль диктант №2.

Башҡортостан атлылары.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда атлы дивизия ойошторолдо. Уның командиры итеп генерал Шайморатов билдәләнде.

Тиҙҙән башҡорт атлылары вагондарға тейәлеп, көнбайышҡа ҡуҙғалды. Улар фашистарға ҡаршы батырҙарса һуғышты. Ҡаты һуғыштарҙың береһендә генерал Шайморатов ҡаһармандарса һәләк булды.

1943 йылдың октябрендә башҡорт атлылары Чернигов ҡалаһын фашистарҙан азат итте. Баш ҡалабыҙ Мәскәү, уларҙың еңеүен ҡотлап, салют бирҙе.

Дивизия Волганан Берлинға тиклем данлы юл үтте. Күп ҡаһармандар һәләк булды. Дивизиянан 76 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. (74 һүҙ.) (Ә.Ихсандан.)


Контроль диктант №3.

Әрем.

Әрем бөтә ерҙә үҫә: һөрөп ҡалдырған ерҙә, туғайҙа, көтөүлектәрҙә, хатта иген баҫыуында ла. Беҙҙең Урал алды һәм Урал аръяғы ерҙәрен унһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Әрем – күп йыллыҡ, бейек булып үҫә торған үлән. Тамыры ағастыҡы кеүек йыуан, шуға әрем көслө елгә бирешмәй. Сәскәләре бик бәләкәй, хатта лупа аша ҡарағанда ла насар күренә. Улар борсаҡ-борсаҡ булып бер урында ойошоп торалар. Был үҫемлектең япраҡтары, сәскәләре үтә әсе була. Әремдән төрлө дарыуҙар эшләйҙәр. (75 һүҙ.) («Совет Башҡортостаны» гәзитеннән.)


Контроль диктант №4

Ҡара алтын.

Нефтте халыҡ алтын менән сағыштыра. Был юҡҡа ғына түгел. Нефттән төрлө нәмәләр эшләнә. Бензин, кәрәсин, мазут кеүек яғыулыҡ майҙарынан тыш, унан ер ашлау өсөн химикаттар ҙа алына. Беҙҙең күлдәк, костюм, кофта һәм ойоҡтарға ла нефттән алынған ептәр ҡушыла.

Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ райондарында нефть ятҡылыҡтары табылды. Ҡаланың тирә-яғында нефть вышкалары һәм газ факелдары күп. Был ҡаланы, нефть һәм Кама йылғаһына арнап, Нефтекама тип атанылар. (75 һүҙ.) («Аманат» журналынан.)






Изложение.

Юлбарыҫ менән төлкө.

(Тажик халыҡ әкиәте.)

Бер ваҡыт төлкө урман төпкөлөндәге шырлыҡҡа барып ингән, ти. Ҡараһа, ҡаршыһына юлбарыҫ килә икән. Төлкө ҡурҡыуынан ҡаса башлай. Юлбарҫ уның артынан баҫтыра. Бына-бына тотоп яҙып, етеп килә, ти. Уларҙың юлын тәрән йырын бүлә. Төлкө туҡтай ҙа сеңләй илай башлай. Юлбарыҫ аптырап ҡала.

-Ни эшләп илайһың, төлкө?

-Эй, һеҙҙе күрҙем дә атайығыҙҙы иҫкә төшөрҙөм. Ул бик йылғыр ине. Ҙур-ҙур йырынды ла һикереп сығыр ине. Уф, башҡа бер ваҡытта ла ундай йылғырлыҡҡа һоҡлана алмам инде!..

Донъяһын онота юлбарыҫ: төлкө алдында үҙенең йылғырлығын күрһәтеп, шул тиклем маҡтанғыһы килә. Йырын аша һикерә, ләкин икенсе яҡҡа етә алмай, аҫҡа ҡолап төшә.

-Шулай булырын белдем дә!.. Атайығыҙға етергә һеҙҙең хәлегеҙ киләме һуң?.. – тигән дә төлкө үҙ юлы менән китеп барған, ти.






57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 14.10.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров303
Номер материала ДВ-062910
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх