Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа и календарно тематический план по башкирскому языку 7 класс
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Другое

Рабочая программа и календарно тематический план по башкирскому языку 7 класс

библиотека
материалов

1. Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы:

  • Дәүләт федераль дөйөм белем биреү Стандарттары (Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм Фән министрлығының 2010 йылдың 17 декабрендәге 1897-се һанлы бойороғо) ;

  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн программаһы ( Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. - Ижевск: КнигоГрад, 2008) ;

  • М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап,2010;

  • Cтәрлетамаҡ ҡалаһы “35-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе” муниципаль автоном дөйөм белем биреү учреждениеhының “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Республикаһы Президентының 1990 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды.Ошо Указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың, айырым алғанда, башҡорт телен уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде. Концепцияла былай әйтелә: ”Ҡайһы ғына проблеманы алма: уҡытыусылар әҙерләүме, программалар һәм дәреслектәр яҙыумы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүме – барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк”. Былар түбәндәгеләр:

1. Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.

2. Башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар.

3. Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар урыҫ мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған дәреслектәр программалар ҙа үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа Концепцияла күрһәтелгәникенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

  2. Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

  3. Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.

  4. Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.


Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙың башҡорт теленән белемдәрен баһалау нормалары

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- һорауҙарға яҙма яуаптар;

- һөйләмдәр төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контрольэштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө, һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Был эштәр өсөн уҡытыусы тотош дәресте , йә уның бер өлөшөн файҙалана ала.Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусылырҙың дәестә биргән талаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн һәр класта контроль һәм яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре уҡыусыларҙың белем кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

  • карточкалар менән эш;

  • һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

  • текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

  • һүҙлек диктанты;

  • һөйләмдәр төҙөү.

Программаның үтәлеү ваҡыты – 2015-2016 уҡыу йылы.

2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә- символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен , күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.


Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары

Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:

- Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәндә, уҡығанда, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу;

- Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар , ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү;

- Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шоңҡар, “Йәшлек” гәзит- журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләре биреү;

- Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙә күсереп һәм үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләре булдырыу

- Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү;

- Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Программа башҡорт телен өс йүнәлештә- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.


3. Уҡыу планында предметтың урыны

Оло Ҡуғанаҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының 2015-2016 уҡыу йылына уҡыу планына ярашлы башҡорт теле аҙнаһына 2 сәғәт уҡытыла, эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән.Программа кимәле: базис. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

- “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында “Законы (25.10.1991, №1807-1);

- “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Законы (15.02.1999, №216-3);

-“ Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” Законы (01.07.2013, №696-3);

- Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” Концепцияһы(26.05.2005, №6);

- “Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһында” Законы(29.12.2012, №273-3).

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Башҡорт теленән программа (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн ) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. - Ижевск: КнигоГрад, 2008.

Программала һәр ҙур тема , мәғәнәүи ситуация һайын үтеләсәк грамматик темаларҙың исемдәре бирелә. Фонетик, лексик, грамматик материалды үҙләштереү уҡыу өсөн бирелгән әҫәрҙәр өҫтәндә эшләгәндә лә, уҡытыусы тарафынан теманы аңлатыу өсөн алынған махсус күнегеүҙәр ярҙамында ла тормошҡа ашыра

4. Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Шәхсән һөҙөмтәләр:

-тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнен аңлау, үҙләштереү;

-башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше итеп ҡабул итеү;

-дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;

-үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге.

Предмет-ара һөҙөмтәләре:

-белем алыу (уҡыу- уҡытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маҡсатында телде ҡуллана белеү оҫталығы;

-аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;

-телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр , яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында , адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

-үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға тырышыу;

-һорауҙар биреү оҫталығы.

Предмет һөҙөмтәләре:

-башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик , лексик , грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төщөнсә алыу;

орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;

Өн, хәреф,һүҙ төҙөлөшө, телмәр киҫәге , һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен сағыштыра, таба, классификациялай( бүлә), ҡылыҡһырай алыу оҫталығы;

Үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге.

5.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

I Яңынан мәктәпкә (6 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


II. Ауыл тормошо (7 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым. Һүҙбәйләнеш. Һөйләм төҙөлөшө.


III. Башҡортостан буйлап сәйәхәт (8 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.Яңғыҙлыҡ исемдәр.


IV. Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары (9 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башҡортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.


V. Мин һәм беҙҙең ғаилә (9 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.


VI. Әсәйҙәр байрамы. (З сәғәт)

Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Грамматика:

Теркәүес тураһында төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре.


VII. Сәнғәт оҫталары. (7 сәғәт)

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.



VIII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (З сәғәт)

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.


IX. Борон-борон заманда... (5 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.


Х. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (7 сәғәт) Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.


XI. Йәмле йәй (4 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.


Грамматика:

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

2 сәғәт ҡабатлауға билдәләнелә.


6.Тематик планлаштырыу


Тема

Үткәреү ваҡыты

Иҫкәрмә


План.

Үткәр.

Яңынан мәктәпкә.(6 сәғәт)

1

М. Кәрим. “Уҡытыусыма”.VI класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

03.09



2

Б.Бикбай.” Туған тел.” Сифат дәрәжәләрен ҡабатлау.

05.09



3

В.Баймырҙина.”Дуҫлыҡ”. Ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

10.09



4

З.Биишева. “Башҡорт теле.” Исемдең килеш ялғауҙары.

12.09



5

Т.Дәүләтбирҙина.”Миҙгелдәр”.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

17.09




6

. К.Кинйәбулатова.” Көҙҙәр еткәс”.Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.


19.09



Ауыл тормошо.(7 сәғәт)


7

Икмәк үткән юл. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

24.09



8

Алтын башаҡтар. Һөйләм.

26.09




9

Мәктәп ашханаһында. Һөйләм төҙөлөшө.

01.10




10

Т.Йосопов.” Икмәк еҫе.” Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

03.10




11

К.Булат.”Мин- ярҙамсы”.Һүҙбәйләнеш.

08.10




12

Н.Мусин. “Тәбиғәтте һаҡлау”. Текст төҙөлөшө.

10.10




13

Бал ҡорто. Хеҙмәт һәм икмәк тураһында мәҡәлдәр.

22.10




Башҡортостан буйлап сәйәхәт.(8 сәғәт)


14

М.Кәрим.”Башҡортостан”. Исем

24.10




15

Урал”. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

29.10




16

Башҡортостан буйлап сәйәхәт темаһы буйынса контроль диктант Янғантау” 54 –бит.

31.10




17

Хаталар өҫтөндә эш. Р.Ғарипов. “Урал йөрәге.”

05.11




18

Урал имәне. Кластан тыш уҡыу.

07.11




19

Арҡайым. Исем.

12.11




20

Мин Уралда йәшәйем. Исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

14.11



21

Тәбиғәт һәйкәлдәре. Тыуған ил, Ватан тураһында мәҡәлдәр.

19.11



Спорт.Спорт кәрәк-яраҡтары.(9 сәғәт)


22

Спорт – ул һаулыҡ. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

21.11



23

Беҙҙең ғаилә ярышта. Тексты өлөштәргә бүлеү.

03.12




24

Һаулығың – байлығың. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

05.12




25

Н.Иҙелбай.” Беҙҙең катокта”. Милли спорт.

10.12




26

Спорт. Башҡорт халыҡ уйындары.

12.12




27

Аҡбуҙат” ипподромы. Иппотерапия.

17.12




28

Башҡортостан ҡалаларында спорт. Һөйләм төрҙәре.

19.12




29

Инша Хәрәкәттә-бәрәкәт”.


24.12



30

Хаталар өҫтөндә эш. Ғ.Рамазанов. “Яңы йыл менән!” Ҡотлау тексын яҙыу.

26.12




Мин һәм беҙҙең ғаилә.(9 сәғәт)


31

К.Шафиҡова. Әсәй күҙҙәре.

31.12




32

Шәжәрә.Минең ғаиләмдең шәжәрәһе. Ҡылым.

09.01




33

В.Сидоров. “Салауаттың туғандары”.Ҡылымдарҙың заман формалары.

14.01



34

Әсә һүҙе. Ҡылымдарға өҫтәмә мәғәнә биреүсе һүҙҙәр.

16.01



35

Ҡошҡа әйләнгән әбей”. Ҡылымдарҙың заман формаһы.

21.01



36

Беҙҙең ғаилә. Ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреше.

23.01



37

Мин һәм беҙҙең ғаилә” темаһы буйынса һорауҙарға яуаптар

28.01




38

Хаталар өҫтөндә эш. Дуҫ – дуҫтың көҙгөһө. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

30.01



39

Ғаилә, ата-әсәләр тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Ҡылым тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау.

04.02



Әсәйҙәр байрамы.(3 сәғәт)


40

Ф.Рәхимғолова.” Беҙҙең әсәй”. Теркәүестәр.

06.02




41

Й.Солтанов. “Ҡәнәфер сәскәһе”.Теҙеү теркәүестәре.

11.02




42

З.Воскресенская Әсә. Донъяла иң ҡәҙерле кеше.

13.02




Сәнғәт оҫталары.(7 сәғәт)


43

Х.Әхмәтов. “Тыуған ауылым.”

18.02



44

Башҡорт милли музыка ҡоралдары. Теркәүестәрҙең төрҙәре.

20.02



45

Ҡумыҙсы Р.Заһретдинов. Теҙеүсе теркәүестәр.

03.03




46

Мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина. Теҙеүсе теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

05.03



47

Ете – ғәжәп һан.Башҡорт халыҡ бейеүҙәре. Эйәртеү теркәүестәре.

10.03




48

Сәнғәт оҫталары темаһы буйынса контроль диктант Йомабай ҡурайсы 65-се бит.

12.03




49

Хаталар өҫтөндә эш. Салауат Юлаев. Теркәүес тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау.

17.03




Исемең матур,кемдәр ҡушҡан?

Исемдәрҙә-ил тарихы.(3 сәғәт)

50

Ер-һыу атамалары.Бәйләүестәр.

19.03




51

Исемдәрҙә – ил тарихы. Бәйләүестәр.

24.03




52

Боронғо башҡорт исемдәре. Бәйләүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

26.03



Борон-борон заманда…(5 сәғәт)


53

Әкиәт. Бәйләүестәр.

31.03




54

Ирәндек”. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

02.04




55

Оморҙаҡтың тапҡырлығы. Киҫәксәләр.

14.04




56

Ф.Туғыҙбаева.”Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?” Кластан тыш уҡыу.

16.04



57

Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Йомаҡтар.

21.04




Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ.(7 сәғәт)


58

Ш.Бикҡол. “Тыныслыҡ кәрәк”. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

23.04



59

К.Кинйәбулатова. “Дуҫтарым күп”. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

28.04




60

Р.Мөхәммәтов. “Тауышһыҙ Талип”. Мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең яҙылышы.

30.04




61

С.Әлибай.” Ҡайын һыуы”. Иншаға әҙерлек.

05.05




62

Инша. Урман – ҙур байлыҡ.

07.05




63

Хаталар өҫтөндә эш. Ярҙам. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

12.05



64

Яҙ сәскәһе. Ымлыҡтар.

14.05



Йәмле йәй.(4 сәғәт)


65

З.Ҡотлогилдина.” Йәй”. Б.Бикбай. “Лагерь иртәһе”. Һөйләм төрҙәрен ҡабатлау.

19.05



66

Йәмле йәй” темаһы буйынса контроль диктант Балыҡсылар” 77-се бит.

21.05




67

Хаталар өҫтөндә эш. Н.Ҡотдосов, Х.Әйүпов. “Ҡырмыҫҡа”.

26.05



68

Йәмле йәй. Грамматика буйынса үткәндәрҙе ҡабатлау.


28.05




7.Уҡыу-уҡытыу ҡулланмалар исемлеге


  1. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  2. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  3. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  4. Давлетшина М. С. Методика преподавания башкирского языка(1часть) - Уфа, 2010г.

  5. Давлетшина М. С., Габитова З.М. Методика преподавания башкирского языка (2 часть) - Уфа,2011г.

  6. Нафикова З.Г., Валеева В.В. Наглядно-дидактическое пособие по усвоению башкирского языка (на баш.яз.) Эдвис, 2008 г.

  7. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008.

  8. Тулумбаев Х. А., Давлетшина М. С. Башкирский язык ( учебник для 1 класса русскоязычных школ) - Уфа, 2011

  9. Тулумбаев Х. А., Давлетшина М. С. Башкирский язык ( учебник для 2 класса русскоязычных школ) - Уфа, 2012г.

  10. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  11. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  12. «Аҡбуҙат» журналы.

  13. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.




Методик ҡулланмалар


  1. Аҙнабаева Ф.Г., Йылҡыбаева Г.Р., Нарынбаева А.З. һ.б. Гөлбостан: Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү өсөн методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2008.

  2. Азнабаева Ф.Г.. Фаизова М.И.. Русский язык в национальном дошкольном образовательном учреждении. – Уфа:Китап,2010.

  3. Аслаев Т.Х., Атнағолова С.В. Башланғыс мәктәптә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү дәрестәре.- Өфө:Китап,2009.

  4. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Дәүләтшина М.С. // Өфө, Китап, 2010.

  5. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге . // И.М.Ғарипов. Өфө, Китап, 1994

  6. Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006

  7. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.

  8. Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.

  9. Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ.(1-2) .// Толомбаев Х.А. Дәүләтшина М.С. Өфө, Китап, 2002.

  10. Габитова З.М. Методические рекомендации и организация работы по обучению башкирскому языку в русской школе.- Уфа: Китап, 2006.

  11. Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыу. Методик күрһәтмә. – Өфө: Китап, 2008

  12. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.- Өфө: Китап, 2009.

  13. Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. .// Усманова М.Г. Өфө, Китап, 2011.

  14. Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.

  15. Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Г. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма . - Өфө:Китап, 2010

  16. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн эш программалары.// Ғәбитова З.М., АбдуллинаМ.Ф.. Өфө, Китап, 2011.

  17. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн эш программалары.// Ғәбитова З.М., АбдуллинаМ.Ф.. Өфө, Китап, 2011.

  18. Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы):

  19. Урыҫ мәктәптәренең 1 классы өсөн “Башҡорт теле”дәреслегенә методик күрһәтмәләр.// Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2001.

  20. Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.

  21. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.


Интернет-ресурстар

1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка - http://tel.bashqort.com/home

2. Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - http://ostaz.ru/

3. Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/

4. Башкирский форум - http://www.bashforum.net/ http://bashkort-tele.livejournal.com/

5. www.morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

6 .www.edu.ru     Федеральный портал "Российское образование"

7. www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ
8. http://www.pravitelstvorb.ru/  Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

9. www.apkpro.ru  Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

10. www.ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ

11.www.zankov.ru Образовательная система Л.В.Занкова

12.kpolyakov.narod.ru  Методические материалы и программное обеспечение для школьников и учителей

13. window.edu.ru  информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам"



8. 7 класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар


1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 5-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

























15


Автор
Дата добавления 26.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров314
Номер материала ДВ-196281
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх