Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа и календарно тематический план по башкирскому языку 9 класс
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

Рабочая программа и календарно тематический план по башкирскому языку 9 класс

библиотека
материалов



Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9– сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы:

  • Дөйөм белем биреү буйынса дәүләт федераль стандарттары (РФ ММ 05.03.2004 йыл, 1089-сы бойороҡ),

  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М.Ғ. - Ижевск: “КнигоГрад”, 2008.

  • Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2009.

  • Cтәрлетамаҡ ҡалаһы “35-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе” муниципаль автоном дөйөм белем биреү учреждениеhының “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

  • Башҡортостан Президентының 1990 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа,урыҫ теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо Указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың, айырым алғанда, башҡорт телен уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде. Концепцияла былай әйтелә: “Ҡайһы ғыны проблеманы алма: уҡытыусылар әҙерләүме, программалар һәм дәреслектәр яҙыумы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүме – барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк”. Былар түбәндәгеләр:

  1. Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.

  2. Башҡорт мөхитендә үҫмәгән, урыҫ һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған,башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар.

  3. Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар урыҫ мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып әйрәнәләр.

Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған программалар һәм дәреслектәр ҙә үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу урыҫ телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

  2. Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

  3. Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.

  4. Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.

Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙың башҡорт теленән белемдәрен баһалау нормалары

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-проект, презентациялар төҙөү һ.б.


Программаның үтәлеү ваҡыты - 2015-2016 уҡыу йылы.


2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү, һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары

Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, уҡытыу урыҫ телендә барған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һәйләгәндә, уҡығанда,радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  2. Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һәйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  3. Һәр синыф өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу ҡулламанмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Йәшлек” гәзит – журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү (чтение).

  4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙә күсереп һәм үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу (элементарное письмо).

  5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һ.б. менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Үрҙә һаналғандарҙан күренеүенсә, программа башҡорт телен өс йүнәлештә - телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү ,бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

  1. Уҡыу планында предмет урыны

Cтәрлетамаҡ ҡалаһының “35-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе” муниципаль автоном дөйөм белем биреү учреждениеhының 2015-2016 уҡыу йылының уҡыу планына ярашлы башҡорт (дәүләт) теле аҙнаһына 2 сәғәт уҡытыла, эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән.

Программа кимәле : базис. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” аконы;

  • Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Программала һәр ҙур тема, мәғәнәүи ситуация һайын үтеләсәк грамматик темаларҙың исемдәре бирелә. Фонетик, лексик, грамматик материалды үҙләштереү уҡыу өсөн бирелгән әҫәрҙәр өҫтөндә эшләгәндә лә, уҡытыусы тарафынан теманы аңлатыу өсөн алынған махсус күнегеүҙәр ярҙамында ла тормошҡа ашырыла.

  1. Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү;

    • тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

    • 1-2 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

    • эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

    • уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

    • диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

    • һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

    • диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;

    • өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

    • һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).

- үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.


  1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Һаумы, мәктәп! (6 сәғәт)

Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү. Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт. 6сәғәт.

Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни һөйләй? 11 сәғәт.

Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. 8 сәғәт.

Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

Башҡорт театры. 5 сәғәт.

Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театорҙың күренеклк артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Башҡорт халыҡ ижады. 8 сәғәт.

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Башҡорт аты. 10 сәғәт.

Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

Башҡорт халыҡ милли аштары. 6 сәғәт.

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.

Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентекле эш дауам итә.

Күңелле яҙ килә. 8 сәғәт.

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.

9-сы класс

Дәреслек авторҙары: М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова,Г.Н.Абдулхаева.

(аҙнаға 2 сәғәт)

Телмәр үҫтереү буйынса тема

Грамматик тема

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр

Йыһазландырыу

Дата

Һаумы, мәктәп !(6 сәғәт)

План буйынса дата

Датаны кор-ректировка

лау

1.

Бик тә кәрәк тыныслыҡ!

Грамматика буйынса 8 -се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Муллыҡ, байлыҡ, еләҫ, бәхет, мәсьәлә, дәрәжә, тыныслыҡ

Дәреслек, һүҙлек

04.09





2.

Белем йорто - мәктәп.

Һүҙбәйләнеш.



Дәреслек, һүҙлек

07.09





3.

Китап – белем шишмәһе.

Антонимдар.



Таблица

11.09





4.

М.Аҡмулла ижады.

Сифат.



Дәреслек, һүҙлек, таблица

14.09





5.

Беҙҙең класс.

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе.



Картина, һүҙлек

18.09





6.

Р. Нурмөхәмәтовтың “Чехов Башҡортостанда” картинаһы буйынса эш.



Һүрәттәр, һүҙлек

21.09





Ергә мәрхәмәт- илгә бәрәкәт. (6 сәғәт)

7.

Н.Мусин ижадында урман темаһы.

Хәл.

Бәрәкәт, мәрхәмәт, хазина, баҡыр, алтын, ер аҫты, көмөш, биләле

Һүрәттәр, һүҙлек,

таблица

25.09





8

М.Ғафуриҙың “Үҙем һәм халҡым” шиғырында шағирҙың халыҡҡа мөнәсәбәте.

Хәл төрҙәре.





28.09





9

Ергә мәрхәмәт-илгә бәрәкәт темаһы буйынса контроль диктант “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ”.





02.10





10.

Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Хаталар өҫтөндә эш.



Һүрәттәр, һүҙлек

05.10





11.

Ҡыҙыл китап.

Рәүеш хәле.



Портреттар, Ҡыҙыл китап.

09.10





12.

А. Игебаевтың “Доньябыҙҙан ни ҡала?” шиғырында авторҙың борсолоулы уйҙары.

Ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреүе.



Ҡыҙыл китап

19.10





Атамалар ни һөйләй? (11 сәғәт)

13.

Башҡортостан йылғалары.Ағиҙел.

Күләм – дәрәжә хәле.

Атама , халыҡ, ҡомартҡы, мәҙәниәт, мәғрифәт, ерле халыҡ, борон, шәхес, үткән тормош, һорашыу.

Карта, Һүрәттәр, һүҙлек,таблица

23.10





14.

Ымыҡ-ғәжәп матур йылға.

Яңғыҙлыҡ исемдәр.





26.10





15.

Тыуған еребеҙ – Башҡортостан.

Шарт хәле.



Һүрәттәр, һүҙлек,таблица

30.10





16.

Ҡарауанһарай.

Шарт хәлен ҡабатлау.



Һүрәттәр, һүҙлек,таблица

02.11





17.

Башҡортостан байлыҡтары.

Сәбәп хәле.



Диктанттар йыйынтығы

06.11





18.

Инша Атамалар ни һөйләй?





Һүрәттәр, һүҙлек,таблица

09.11





19.

Ғ. Хөсәйенов “Батырша”.

Хаталар өҫтөндә эш.



Портреттар, китаптар йыйынтығы

13.11





20.

Өфө һуҫары

Сәбәп хәлдәрен ҡабатлау.



Диск, таблица

16.11





21.

Таштуғай” йырында халыҡ зары.

Маҡсат хәле.



Портреттар, дәреслек,фонояҙм

20.11





22.

Башҡорт халыҡ ижады.

Маҡсат хәле.



Һүҙлек, һүрәттәр

30.12





















23.

А.М.Матросов -Ш.Ю.Мөхәмәтйәнов

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.



Портреттар, китаптар йыйынтығы

04.12








Беҙ ҡышты ла яратабыҙ . (8 сәғәт)

24.

Ф. Рәхимғолованың “Ҡыш”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһе.

Күләм – дәрәжә хәлен ҡабатлау.

Ҡышҡы ваҡыт, көрт, томанлы көн, туңдырыу, һепертмә буран, тағараҡ, ем һалыу.

Портреттар, дәреслек



07.12





25.

Ш.Бабичтың “Кем өсөн?” шиғырының идея-тематик йөкмәткеһе

Уртаҡлыҡ исемдәр.



Портреттар, китаптар йыйынтығы

11.12





26.

Ҡышҡы Нардуған.

Өндәш һүҙҙәр.



Һүрәттәр, һүҙлек, таблица

14.12





27.

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.

Өндәш һүҙ янында тыныш билдәләре.



Һүрәттәр, һүҙлек,таблица

18.12





28.

Ҡышҡы урман.

Йәнләндереү.



Һүҙлек, һүрәттәр

21.12





29.

Ҡышҡы уйындар.

Йәнләндереү.



Диктанттар йыйынтығы

25.12





30.

Һаулыҡ һаҡлау.

Ҡылым.



Һүҙлек, һүрәттәр, дәреслек

28.12





31.

Ҡыштың һыуыҡ көндәре.

Ҡылым.



Һүрәттәр, дәреслек

08.01





Башҡорт театры. (5 сәғәт)

32.

Башҡортостан театрҙары. Театр артистары.

Өҫтәлмәлек.

Күренеш, тәнәфес, бөркөт, үҙешмәкәр, алып барыусы, төп роль, башҡарыусы

Һүҙлек, һүрәттәр, дәреслек

11.01





33.

Халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков.

Сағыштырыу.



Портреттар, таблица

15.01





34.

Әмин Зөбәйеровтың ҡыҙыҡлы ролдәре.

Өҫтәлмәлек.



Портреттар, таблицалар

18.01





35.

Башҡорт театры темаһы буйынса контроль диктант Театр тарихынан.





Фотоһүрәттәр

22.01





36.

Н.Ирсаева – халыҡ артисы.

Хаталар өҫтөндә эш.



Портрет, һүҙлек

25.01





Башҡорт халыҡ ижады. ( 8 сәғәт)

37.

Нимә ул халыҡ ижады?



Ябай һөйләм.

Халыҡ ижады, ҡеүәт, яҙма, телдән, әҫәр, сәсән,

үҙенсәлекле,

һынамыш,

ҡыйыулыҡ, батырлыҡ

Портрет, һүҙлек

29.01





38.

Урал батыр эпосы.

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.



Һүрәттәр, дәреслек

01.02





39.

Башҡорт халыҡ әкиәттәре.

Бер составлы һөйләмдәр.



БХИ китабы, һүҙлек

05.02





40.

"Алпамыша батыр" әкиәте.

Билдәле эйәле һөйләм



Һүрәттәр, дәреслек, һүҙлек

08.02





41.

"Алпамыша батыр" әкиәтендә ир-егет образы

Билдәһеҙ эйәле һөйләм



Диктанттар йыйынтығы

12.02





42.

Йомаҡ ҡоям.

Эйәһеҙ һөйләмдәр.



Һүрәттәр, дәреслек, таблица

15.02





43.

Башҡорт халыҡ таҡмаҡтары

Атама һөйләмдәр.



Һүрәттәр, дәреслек

19.02





44.

Башҡорт халыҡ йырҙары.

Бер составлы һөйләмдәрҙең роле.



Диск , таблица

29.02





Башҡорт аты. (10 сәғәт)

45.

Атты яратаһыңмы?

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

Бейә, ҡолон, эйәр, йүгән, йөк, атта сабыу, бесән, ат кешнәүе

Диск , таблица

04.03





46.

Б.Байымдың “Бәләкәс” хикәйәһендә аттың кешегә тоғролоғо.

Һан.



Һүрәттәр, дәреслек, таблица

07.03





47.

Башҡорт аты ниндәй була?

Тиң киҫәктәр.



Һүрәттәр, таблица

11.03





48

Халыҡ йыры “Ҡара юрға”ла башҡорт атын данлау.

Тиң киҫәкле һөйләмдәр.





14.03





49.

Һабантуй.

Тиң киҫәктәргә миҫалдар.



Һүрәттәр, дәреслек,һүҙлек

18.03





50.

М. Кәримдең “Минең атым”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһе.

Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре.



Портрет, һүрәттәр, дәреслек,

21.03





51.

Ә.Әминевтың “Турат”хикәйәһендә ат образы.

Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.



Һүрәттәр, дәреслек,

25.03





52.

А.Куприн Аттар хикәйәһендәаттың роле.

Уртаҡлыҡ исемдәр.



Диктанттар йыйынтығы

28.03





53.

С.Агиш “Турыҡай” хикәйәһендә аттың тоғролоғо

Яңғыҙлыҡ исемдәр.



Һүрәттәр, дәреслек, һүҙлек

01.04





54.

Олатайымдың аты бар.

Сифат.



Һүрәттәр, дәреслек

04.04





Башҡорт халыҡ милли аштары. (6 сәғәт)

55.

Икмәк хаҡы” әкиәтендә икмәккә ҡараш.

Ҡылым.

Талҡан , ҡаҡ, айран, йылҡы ите, ауыҙ итеү, һалма, тултырма, бишбармаҡ, бал, бауырһаҡ, бәлеш, ҡорот

Һүрәттәр, дәреслек, мәҡәлдәр йыйынтығы

11.04





56.

Башҡорт балы.

Ябай һөйләм.



Һүрәттәр, дәреслек, һүҙлек

15.04





57.

З.Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” хикәйәһендә халҡыбыҙ йолалары.

Ҡушма һөйләм.



Портрет, һүрәттәр, дәреслек

18.04





58.

Башҡорт халыҡ милли аштары” темаһы буйынса контроль диктант “Башҡорт халыҡ милли аш-һыуҙары”.







22.04





59.

Ә.Байрамовтың “Сүпрә” хикәйәһендә Әлфиә образы.

Хаталар өҫтөндә эш.



Һүрәттәр, дәреслек, һүҙлек

25.04





60.

Башҡорт милли аштары.

Рәүеш.



Һүрәттәр, дәреслек, һүҙлек,

29.04





Күңелле яҙ килә. ( 8 сәғәт)

61.

Бына тағы яҙҙар етте.

Һөйләмдең баш киҫәктәре.

Һоҡланыу, әрем, дауа, тын алыу, һулыш, мираҫ, наҙланыу, даръя

Һүрәттәр, дәреслек, һүҙлек

02.05





62.

Х.Мәхмүтов Апрельәҫәрендә яҙғы күренещ.

Ҡылымдың үткән заман формаһы.



Һүрәттәр, дәреслек

06.05





63.

Л.Фархшатованың “Тал бөрөһө”хикәйәһендә әхлаҡ проблемалары.

Ҡылымдың үткән заман формаһы.



Һүрәттәр, дәреслек, һүҙлек

09.05





64

Яҙғы эштәр.

Өндәш һүҙҙәр.



Диктанттар йыйынтығы

13.05





65.

А. Игебаевтың “Яҙ бүләге”шиғырында яҙҙы данлау.

Өндәш һүҙҙәрҙе ҡабатлау.



Һүрәттәр, дәреслек

16.05





66.

Ғ. Дәүләди ижадында тәбиғәт темаһы.

Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреүе.



Портрет, һүрәттәр, дәреслек

20.05





67

Л.Арыҫланова Өс әхирәт” әкиәтендә көнләшеү тойғоһоноң сағылышы.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.





23.05





68

Д.Мырҙаҡаева Йәйҙең хушлашыу айы август айының үҙенсәлектәре.

Үтелгәндәрҙе йомғаҡлау.





27.05









7. Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Ураҡсина З.Ғ. Башҡорт теленең фразиалогик һүҙлеге. – Яңыртылған икенсе баҫма, 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2006.

  3. Нафиҡова З.Ғ., Вәлиева Ф.Ф. Күргәҙмә- дидактик ҡулланма «Афарин». Телмәр үҫтереү һәм башҡорт телен үҙләштереү кимәлен белдереү диагностикаһы.

  4. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.

  5. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «Башҡортостан мәҙәниәте» фәндәре буйынса видиоәсбәп. «Аҡмулла тауышы» Шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла әҫәрҙәрен башҡарыусылар конкурсы Республика фольклор байрамы. «М.Аҡмуллаға – 175 йыл».

  6. «Башҡортостан мәҙәниәте», «Башҡортостан тарихы» фәндәре буйынса DVD форматында видиоәсбәп № 3. Кейеҙ баҫыу.

  7. Балалар өсөн аудокассеталар

  8. Дидактик һәм таратма материалдар.

  9. Аудиоәсбап № 1. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәп Биишева һәм Рәми Ғарипов башҡарыуында шиғырҙар.

  10. МО РБ ” Документальный фильм: Вместе дружная семья!!”

  11. Әхтәмов М.Х. Башҡорт теленең морфемалар (һүҙҙәрҙең мәғәнәләргә эйә булған өлөштәре) һүҙлеге: 10 000 самаһы һүҙ. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.

  12. Аҙнабаев Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.

  13. Әхтәмов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006.

  14. Раҡаев Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008.

  15. Ураҡсина З.Ғ., Ураҡсин Ю.З. Русско-башкирский словарь. Уфа: Белая Река, 2008.

  16. Русско-башкирский учебный словарь / Саяхов Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. Под редакцией Саяхова Л.Г. и Ураксина З.Г. – Уфа: Китап, 2001.


Әҙәбиәт исемлеге


  1. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2009.

  2. Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу. - Өфө: Китап, 2008.

  3. Ситдиҡова Г.Р. Башҡорттарҙың ғаилә тормошо – мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә. - Өфө: «Виртуаль», 2002.

  4. Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр (методик ҡулланма). - Өфө: Информреклама, 2003.

  5. Аҙнағолов Р.Ғ. Ерле һөйләш шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһы. - Өфө: Китап, 2006.

  6. Аҙнабаева Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.

  7. Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Я. Изложениялар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө, «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, «Башҡортостандың бәләкәй даһийы», 2008.

  8. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениялар йыйынтығы: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2002.

  9. Ризаитдин Фәхретдин, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич. / Төҙөүсеһе И.Ә.Шарапов. - Өфө : Китап, 2007.

  10. Алдырханова- Кәримова Ә.Р. Салауат батыр – ил икән. - Өфө: Китап, 2009.






Автор
Дата добавления 26.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров367
Номер материала ДВ-196293
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх