Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа и КТП для 11 класса по башкирскому (государственному) языку
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Рабочая программа и КТП для 11 класса по башкирскому (государственному) языку

библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы

Муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы

«Айырым фәндәр тәрәнәйтеп уҡытылған 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»


Ҡаралды

БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы

МАДББУ «АФТУ 12-се УДББМ» региональ компонент предметтары уҡытыусылары МБ

Протокол №________2015й.

_________ Ф.Р.Ғәзизова

Ҡаралды

БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы

МАДББУ «АФТУ № 12-се УДББМ»

директор урынбаҫары

______________2015й.

_________ Ф.Р.Ғәзизова

Раҫланды

БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы МАДББУ «АФТУ № 12-се УДББМ»

директоры _________ Е.Н.Маркелова

Бойороҡ №___________________2015й.







2015/2016 уҡыу йылына

11-се класс өсөн башҡорт (дәүдәт) теленән

ЭШ ПРОГРАММАҺЫ



Төҙөүсеһе: юғары категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Р.М.Ғәббәсов




2015





  1. Аңлатма яҙыу

Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү өс төрлө программа нигеҙендә алып барыла:

1) Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.

2) Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). БР Мәғариф министрлығы.Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә. Өфө - 2008.

3) Башҡорт теленән программа.(V-XI кластар өсөн) БР Мәғариф министрлығы. Ижевск:КнигоГрад,2008.

Беҙҙең мәктәптә уҡытыу тәүге ике программаға нигеҙләнеп ойошторолдо. Икенсе программа менән башҡорт төркөмдәре шөғөлләнә.

Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.

Был программа нигеҙендә уҡытыу 5-11-се кластарҙа алып барыла.

Программа телде өс йүнәлештә:

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу

- телдең системаһын өйрәнеү

- бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота, милли тәрбиә лә ҡарала.

  1. Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.

5-11-се кластарҙа башҡорт телен өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре

Рус мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың төп бурысы балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.

Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Дәрестәрҙә уҡыусыларҙан диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

  • Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

  • Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

  • Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

  • Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

  • Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

  • Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

  • Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

  • Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә, түбәндәге принциптарға нигеҙләнәнергә кәрәк:

1. Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.

2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.

Шул нигеҙҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды,радио-теле тапшырыуҙарын аңларға өйрәтеү (аудирование);

2. Башҡорт теленең өндәрен,һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар,ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү(говорение).

3. Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге,уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”,”Аҡбуҙат”,”Аманат”,”Шоңҡар”,”Йәшлек” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү(чтение)

4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу(элементарное письмо.)

5. Башҡорт телен өйҙә,йәмәғәт тормошонда,хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

6.Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп,балаларҙы башҡорт халҡының тарихы,мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,милли йолалары,башҡорт халҡының күренекле шәхестәр, уларҙың эшмәкәрлеге,ижады һ.б. менән таныштырыу,балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,башҡорт халҡына,үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

  1. Уҡыу планында предметтың урыны.

Уҡыу планында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 5-9 класта 68 сәғәт (аҙнаһына 2 сәғәт) бүленгән, һәр класта 34 уҡыу аҙнаһы.

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу. Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;

2) һүҙлек диктанты;

3) ғәҙәти диктанттар;

4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;

5) изложениелар;

6) иншалар.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Эш төрҙәре

Кластар



5

6

7

8

9

10

11

Күсереп яҙыу

1

-

-

-

-

-

-

Һорауҙарға яуаптар яҙыу

1

1

1

-

-

-

-

Диктант

2

3

3

3

3

3

3

Инша

-

1

1

1

1

2

2

Бөтәһе

4

5

5

4

4

5

5



Яҙма эштәрҙең күләме

Эш төрҙәре

Кластар

5

6

7

8

9

10

11

Һүҙлек диктанты

12-15

15-18

18-20

20-22

22-24



Диктант

40-50

60-65

70-75

80-85

90-95

100-105

110-115

Изложение

40-45

45-50

50-55

55-60

60-65

65-75

80-90

Инша

45-50

55-60

60-65

65-70

70-75

75-85

90-100


Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:

Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

5

60-70

230-250

95-110

6

75-85

250-280

120-150

7

95-110

300-320

160-180

8

120-140

320-350

180-200

9

150-180

350-400

250-300


Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

- тест һөҙөмтәләре.

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

- портфолио.

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу;

- яуаптың дөрөҫлөгө;

- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.


  1. Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).

Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү; танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре:

башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә).

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;

- уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу; тыңлап аңлауҙа:

уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм шәхси хат яҙыу.

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү; өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү; ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; үҙ-үҙеңде баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү; балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү; балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында: уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

  1. Уҡыу предметының йөкмәткеһе.

Төп йөкмәтке линиялары.

Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;

  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;

  • социомәҙәни компетенция;

  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

Уҡыу курсының йөкмәткеһе

5 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:
“Һаумы,мәктәп!”,”Үҙем тураһында”,”Йыл миҙгелдәре”,”Башҡортостаныңды беләһеңме?”,
”Кеше.Тән ағзалары.”,”Яңы йыл менән”,”8 Март-ҡатын-ҡыҙҙар көнө”,”Яҙ етте”,”Яҙғы эштәр”.

Грамматика буйынса блок-темалар:”Исем (исемдәрҙең һан,килеш менән үҙгәреше), ”Алмаш”, ”Ҡылым. (зат,һан менән үҙгәреше)”, ”Һан”, ”Лексика.Синоним.

Омоним.Антоним.”

6 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай”, “Башҡортостан ере буйлап”, “Юл ҡағиҙәләре һәм билдәләре”, “Почта. Телеграф. Телефон.”, “Ҡыш дауам итә”, “Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел”, “Башҡортостан йылғалары, күлдәре.Экология мәсьәләле”, “Бына тағы яҙ килде”.

Грамматика буйынса блок-темалар:

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Сифат. Исем. Алмаш (алмаштарҙың төрҙәре). Эйәлек төшөнсәһе. Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше. Синоним.

Омоним.Антоним.

7 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:

Яңынан мәктәпкә”, “Ауыл тормошо”, “Башҡортостан буйлап сәйәхәт”, “Спорт.Спорт кәрәк-яраҡтары”, “Мин һәм беҙҙең ғаилә”, “Әсәйҙәр байрамы”, “Сәнғәт оҫталары”, “Исемең матур, кемдәр ҡушҡан”, “Борон-борон заманда … (башҡорт халыҡ ижады)”, “Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ”, “Йәмле йәй”.

Грамматика буйынса блок-темалар:

Ҡылым. Һүҙбәйләнеш. Һөйләм төҙөлөшө. Һөйләм төрҙәре. Яңғыҙлыҡ исемдәр.Теркәүестәр.Бәйләүестәр.Киҫәксә.Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ылымыҡтар.

8 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:

Мәктәпкә барабыҙ”, “Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр”, “Өфө менән танышыу”, “Хеҙмәт төбө - хөрмәт”, “Ҡыш”, “С.Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры”, “Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!”, “Беҙ ҡайтырбыҙ йондоҙҙарға әүерелеп”, “Ай Уралым, Уралым…”

Грамматика буйынса блок-темалар:

Синтаксис.Логик баҫым.Һөйләмдең баш киҫәктәре. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре. Аныҡлаусы. Тултырыусы.Хәл.

9 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:

Һаумы, мәктәп”, “Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт”, “Атамалар ни һөйләй?”, “Беҙ ҡышты ла яратабыҙ”, “Башҡорт театры”, “Башҡорт халыҡ ижады”, “Башҡорт аты”, “Башҡорт халыҡ милли аштары!” “Күңелле яҙ килә”.

Грамматика буйынса блок-темалар:

Хәл төрҙәре.Өндәш һүҙ. Өҫтәлмәлек. Ябай һөйләм төрҙәре.Тиң киҫәкле һөйләмдәр.Ҡушма һөйләм.

11-се класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:

Тыуған илем - Башҡортостан” (12 сәғәт), “Башҡортостан сәнғәте” (9 сәғәт), “Кемдәр улар сәсәндәр?” (5 сәғәт), “Башҡорт ырыуҙары, шәжәрәләре” (5 сәғәт), “Башҡорт халыҡ шағирҙары, яҙыусылары” (37 сәғәт).

Грамматика буйынса блок-темалар: Бер составлы һөйләм төрҙәре. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Ҡушма һөйләмдәр. Эйә һөйләм. Эйәрсән хәбәр һөйләм.











РУС КЛАСТАРЫ ӨСӨН ЯҘМА ЭШТӘРҘЕ БАҺАЛАУ НОРМАЛАРЫ.

Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.

Диктанттарҙы баһалау.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр инә. Грамматик эштәр өҫтәп бирелгәндә,диктант текстары бер аҙ ҡыҫҡартыла. Орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: I класта - 3 орфограмма, II - 4/1 , III - 5/2 , IV - 6/2 , V - 8/3 VI - 10/3 , VII -12/6, VIII - 14/6, IX -16/6

Диктантты баһалағанда төҙәтелә,әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;

4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.

Тупаҫ булмаған хаталар:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» - хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә: 1/0, 1/2, 0/2.

«4» - 2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион: 2/2, 1/3, 2/3,3/3, 1/5, 0/7.

«3» - 4 орфографик, 4 пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4, 3/5, 3/6,

өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.

«2» - 9 орфографик, 9 пунктуацион: 8/10, 9/9.

«1» - уҡытыусы ҡарамағында.
Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:

«5» - бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.

«4» -эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.

«3» - яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.

«2» - бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән.


Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

Билдәләр

Баһалауҙың төп критерийҙары



Йөкмәтке һәм телмәр

грамоталылыҡ

«5»

1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2. Фактик хаталар юҡ.

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4. Эштең һүҙлеге бай.

5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәтке яғынан - 5, телмәр яғынан 5 кәмселек булырға мөмкин.

3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

4”

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем тайпылыштар бар).

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8, телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.


7 орфографик,6 пунктуацион йәки 2 орфографик,

13 пунктуацион,

5 грамматик хата

3”

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.

3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәтке яғынан -15, телмәре яғынан15 хата булыуы мөмкин.


10 орфографик, 13 пунктуацион,

8 грамматик хата

2”

1. Эш теманы асмай.

2. Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә - 20-нән күберәк хата ебәрелгән.


12-15 орфографик, 10 пунктуацион, 12 грамматик хата.











Уҡыу – уҡытыу процесын материаль-техник яҡтан тәьмин итеү.


Уҡытыу-методик ҡулланмалар.

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск: КнигоГрад, 2008.

  2. Башҡорт теле. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11е класс уҡыусылары өсөн дәреслек. ТоломбаевХ.А., Дәүләтшина М.С.- Өфө: Китап, 2010.

  3. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә. Ғәбитова З.М., Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н., Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2010.

  4. Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2009.

  5. Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2010.

  6. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт. Өфө: Китап, 2009.

  7. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  8. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.8. 8. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2009.

  9. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2011.

  10. Йәнтөйәк” гәзите, «Аманат», “Ватандаш, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдары.

  11. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2009.


Баҫма әсбаптар.

  1. 5-11-се кластар өсөн башҡорт теленән таблицала һәм плакаттар.

  2. Таратма материал

  3. Иллюстратив материал.

  4. Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары портреттары.





Компьютер һәм мәғлүмәти-коммуникатив саралар.

1. 6, 7, 8, 9-сы һәм 5-6-сы кластар өсөн башҡорт теленән электрон дәреслектәр.

2. 6-11-се кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән аудиопособиелар.

3. Башҡорт әҙәбиәтенән “Юлай улы Батыр Салауат”, “Башҡорт ҡумыҙы” аудиопособиелары.

4. Башҡорт әҙәбиәтенән видеопособиелар: “Шомбай”, “Аҡмулла тауышы”, “Шәжәрә- нәҫел ағасы”, “Алтын мираҫ”, “Зәйнйб Биишева”, “Башҡорт ҡоро-Ҡоролтай”, “Берҙәм татыу ғаилә”, “Рәми Ғарипов”, “Аксаков С.Т.”, “Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы”, “Янсыҡ”, “Сәскә атҡан шағир күңеле”, “Тыуған йортҡа алыҫ юл”, 17,18,19,23-сө һанлы кассеталар.

Техник саралар.

  1. Аудитория таҡтаһы.

  2. Телевизор AKAI.

  3. Видеомагнитофон LG.

  4. Аудиомагнитофон LG.

  5. Персональ компьютер .

  6. Мультимедия проекторы ACER.




Кабинет йыһазы.

  1. Ултырғыстар комплекты менән уҡыусылар парталары.

  2. Тумба менән уҡытыусы өҫтәле

  3. Дидактик, таратма материалдар тупланған шкаф.

  4. Иллюстратив стендтар.












11-се класс өсөн башҡорт теле буйынса эш программаһына ҡушымта.

Башҡорт теле буйынса 11-се класс өсөн контроль-тикшереү материалдары.

  1. Башҡортостан сәнғәте” темаһы буйынса контроль диктант. Бейеү сәнғәтенең йондоҙо. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2009. 147-се бит.

  2. Башҡортостан ырыуҙары, шәжәрәләре” темаһы буйынса контроль диктант. Мең башҡорттары. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2009. 145-се бит.

  3. Башҡорт халыҡ шағирҙары, яҙыусылары” темаһы буйынса контроль диктант. Ҡырсынташ. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2009. 158-се бит.























Календарь-тематик план. Башҡорт теле. 11-се класс.

Лексик тема

Грамматик тема

Сәғ һаны

Иҫкәрмә

Дата

План-ған

Үтк-гән

Илем – Башкортостан (12 сәғәт)

1.

Тыуған илем - Башҡортостан.

Үтелгәнде ҡабатлау.

1




2.

М. Кәрим. “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры.

Һүҙбәйләнеш.

1




3.

Башҡортостан байлыҡтары.

Һөйләм.

1




4.

Ғ. Дәүләтов. “ Нөгөш һыу һаҡлағысы” (текстан өҙөк)

Һөйләм киҫәктәре.

1




5.

Башҡортостан хайуандары, ҡоштары.

Һөйләмдең баш киҫәктәре.

1




6.

Сентябрь- көҙҙөң иң матур айы.

Эйә.

1




7.

Башҡортостан Республакаһының символикаһы.

Хәбәр.

1




8.

Р. Йәнбәков. “Мәңге балҡы, Башҡортостан!” шиғыры.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

1




9.

Инша. Йәшәү – бәхет.

1




10.

Башҡортостан ҡалалары.

Хаталар өҫтөндә эш.

1




11.

Беҙҙә үҫкән ағастар.

Аныҡлаусы.

1




12.

З. Ураҡсин. “Бөгөлөү” хикәйәһе.

Тултырыусы, хәл.

1




Башҡортостан сәнғәте (9 сәғәт)

13.

Башҡортостан сәнғәте.

Бер составлы һөйләмдәр.

1




14.

Р. Әфләтунова. “Башҡорт бейеүе” (өҙөк).

Билдәле эйәле һөйләм.

1




15.

С. Галин. “Шәжәрә” (белешмә).

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм.

1




16.

Д. Мәһәҙиева. “Үҫәргәндәр бүләге” хикәйәһе.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1




17.

Башҡорт сәнғәте” темаһына

контроль диктант. Бейеү сәнғәтенең йондоҙо.


1




18.

Ә. Таһирова. “Ерҙе һаҡлайыҡ” шиғыры.

Хаталар өҫтөндә эш.

1




19.

Башҡортостанда театрҙар.

Атама һөйләм.

1




20.

Башҡорт халыҡ йырҙары.

Ике составлы һөйләмдәр.

1




21.

Башҡортостан рәссамдары.

Йыйнаҡ һөйләм.

1





Кемдәр улар сәсәндәр? (5 сәғәт)

22.

Кемдәр ул сәсәндәр?

Тарҡау һөйләмдәр.

1




23.

Б. Вәлид. “Сәсәндәр” шиғыры.

Ҡушма һөйләмдәр.

1




24.

Һабрау сәсән, Ҡобағош сәсән.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1




25.

Ғ.Ибраһимов . Сәсәндәр тураһында

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1




26.

Иртәк- башҡорт эпосының бер төрө.

Ҡуцшма һөйләмдәр. Нығытыу

1





Башҡорт ырыуҙары, шәжәрәләре (5 сәғәт)



27.

Ете ырыу тураһында белешмә.

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм.

1




28.

Башҡорт халыҡ шағирҙары, яҙыусылары.

Эйәртеүлә ҡушма һөйләмдәр.

1




29.

М. Ғафуриҙың тормошо һәм ижады.

Баш һәм эйәрсән һөйләм.

1




30.

М. Ғафури. “Бир ҡулыңды” шиғыры.

Баш һөйләм.

1




31.

Р. Ниғмәтиҙең тормошо һәм ижады.

Эйәрсән һөйләм.Эйәһеҙ һөйләм.

1





Башҡорт халыҡ шағирҙары, яҙыусылары (37 сәғәт)

32.

Р. Ниғмәти. “Йәйге ямғыр” шиғыры.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

1




33.

М.Ғафури. “Бир ҡулыңды” шиғыры.

Эйә һөйләм.

1




34.

Н. Нәжми. “Һинең ниндәй улыңмын мин” шиғыры.

Эйә һөйләм.

1




35.

Р. Бикбаевтың тормошо һәм ижады.

Эйәрсән хәбәр һөйләм.

1




36.

Р. Бикбаев. “Яңғыҙлыҡ” шиғыры.

Тултырыусы һөйләм.

1




37.

Ә. Атнабаевтың тормошо һәм ижады.

Аныҡлаусы һөйләм.

1




38.

Ә. Атнабаев. “Әсәйемә” шиғыры.

Аныҡлаусы һөйләм.

1




39.

М. Кәримдең тормошо һәм ижады.

Эйәрсән хәл һөйләм.

1




40.

М. Кәрим – халыҡ шағиры.

Хәл эйәрсән һөйләм.

1




41.

М.Кәрим – шағир-фронтовик.

Хәл эйәрсән һөйләм.

1




42.

М. Кәрим- драматург.

Ваҡыт һөйләм.

1




43.

М. Кәрим. “Ҡоштар осорам” шиғыры.

Урын эйәрсән һөйләм.

1




44.


1




45.

З. Биишеваның тормошо һәм ижады.

Хаталар өҫтөндә эш.

1




46.

З. Биишева- халыҡ яҙыусыһы.

Сәбәп эйәрсән һөйләм.

1




47.

З. Биишева. “Дуҫтарға” шиғыры.

Маҡсат эйәрсән һөйләм.

1




48.

З. Биишева. “ Йәшәү- бәхет” шиғыры.

Шарт эйәрсән һөйләм.

1




49.

З. Биишеваның - халыҡ яҙыусыһы.

Күләм – дәрәжә һөйләм.

1




50.

Фәрит Иҫәнғолов ижады һәм тормош юлы.

Сағыштырыу эйәсән һөйләм.

1




51.

Р.Ғариповтың тормошо һәм ижады.

Кире эйәрсә һөйләм.

1




52.

Р.Ғарипов- халыҡ шағиры.

Рәүеш эйәрсән һөйләм.

1




53.

Р.Ғарипов. “Һүҙем бар” шиғыры.

Эйәрсән һөйләмдәр.

1




54.

М.Кәримов. “Фасылдар” шиғыры.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр

1




55.

Т.Йосопов. “Икмәк еҫе” шиғыры.

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1




56.

Башҡорт халыҡ шағирҙары, яҙыусылары

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдә тыныш билдәләре.

1




57.

Инша. Минең яратҡан яҙыусым.


1




58.

Ә. Хәкимовтың тормошо һәм ижады.

Хаталар өҫтөндә эш.

1




59.

Ә. Хәкимов. “Думбыра сыңы” (романдан өҙөк)

Хәл эйәрсән һөйләмдәр.

1




60.

Ноғман Мусиндың тормошо һәм ижады.

Һөйләм. Ҡабатлау.

1




61.

Н.Мусин “Ҡурай” (өҙөк).

Һөйләм. Нығытыу.

1




62.

А. Филлипов- халыҡ шағиры.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

1




63.

Ә. Үтәбай. “Башҡортостан” шиғыры.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

1




64.

Йәш яҙыусылар, шағирҙар

Синтаксис. Ҡабатлау.

1


65.

Башҡорт халыҡ шағирҙары” темаһына контроль диктант. “Ҡырсынташ”.


1




66

Ә.Атнабаевтың ”Әсәйемә” шиғыры.

Һөйләм киҫәктәрен ҡабатлау.

1




67

Стәрлетамаҡ яҙыусылары.

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1




68

Йәмле йәй етә.

Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1






















Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 02.10.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров503
Номер материала ДВ-025202
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх