Инфоурок Начальные классы Рабочие программыРабочая программа и ктп по башкирскому языку 1 класс

Рабочая программа и ктп по башкирскому языку 1 класс

Скачать материал

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙең I класы өсөн

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.

Өфө: Китап, 2010

Аңлатма яҙыу

 Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  1-се  класы  өсөн туған (башҡорт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы  99 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1-әр сәғәт:башҡорт теле,туған тел, башҡорт(дәүләт) теле.

Төҙөүсеһе: Шуарова Рәфинә Миңлеҡәҙим ҡыҙы

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2010.

Программа  кимәле :

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2010.  Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М. “Эш дәфтәре”

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  Министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары  өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.,  Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

-         «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-         Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

-         «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-         Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Программа  һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

 Туған тел уҡытыуҙың маҡсаттары:

-          Башҡортса һөйләшергә, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү;

-          Балаларҙың башҡортса һүҙлек байлығын байытыу;

-          Телмәр күнекмәләрен формалаштырыу;

-          Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәтеү;

-          Уҡыусыларҙа әсә теленә ихтирам тәрбиәләү, тел өйрәнергә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

 

1 класта туған (башҡорт) телен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде:

1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү.

2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.

  Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Телдән әҙерлек курсы 

      Төрлө белем менән килгән уҡыусыларҙы башҡортса һөйләшергә, башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлекле өндәрен танырға, ишетә һәм әйтә белергә, элементар формала диалог төҙөргә, һөйләгәнде һәм уҡығанды аңларға өйрәтеү төп урында тора. Хәрефтәрҙе өйрәнеүгә әҙерлек эше: моделдәр, схемалар, терәк сигналдар ярҙамында ижектәр, һүҙҙәт төҙөү, ижектә, һүҙҙә  нисә өн (хәреф) булыуын, өндәрһең нәҙек һәм ҡалын булыуын билдәләү, уларҙың дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү. 

Әлифба осоро

      Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға өйрәтеү. Ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүгә, уларҙың мәғәнәләрен аңлай  һәм айырыра белергә күнектереү.    

Әлифбанан һуңғы осор 

      Балаларҙы уғырға, яҙырға, текст менән эшләргә өйрәтеү. Дәреслектә бирелгән материалды дөрөҫ итеп ижекләп, һуңға табан һүҙләп уҡырға күнектереү. Текстарҙы матур итеп, дөрөҫ, тейешле интонация менән уҡырға өйрәтеү, йөкмәткене аңлау һәм һөйләү күнекмәләре формалаштырыу.

 Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар

  Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй  белергә тейештәр:

 Предмет һөҙөмтәләре:

-          Өн һәм хәрефте айырыу;

-          Һүҙгә өн һәм ижек анализы яһау;

-          Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү;

-          Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәрҙе ҡулланыу;

-          Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү;

-          Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау; уларға яуап биреү;

-          Минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләренә төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу;

-          Һүҙҙәрҙе дөрөҫ, ижекләп, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу;

-          Әкиәт, шиғыр, хикәйә, көләмәс, йомаҡ (сисеү) тыңлау, йөкмәткеләрен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, күргән- белгәндәрен бәйләнешле һөйләү;

-          Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, диктант итеп яҙыу;

-          Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу;

-          Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәләрен ҡуя белеү;

-          Һүҙҙе юлдан- юлға күсереү өсөн ижектәргә бүлеү;

-          Үҙләштерелгән ҡағиҙәләр ярҙамында һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу, орфографик хаталрҙы табып төҙәтеү;

-          Кешеләрҙең исем- шәрифтәрен, фамилияларын, хайуан ҡушаматын, географик атамаларҙы баш хәреф менән яҙыу;

-          Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра һәм уларҙы телмәрҙә ҡуллана белеү.

Һөйләү:

-          Уҡыусы диалог төҙөргә;

-          Картина буйынса һөйләргә;

-          Үҙе, ғаиләһе йә дуҫтары тураһында бәйән итергә;

-          Уҡыған тексты аңлы һөйләргә;

-          Ҙур булмаған шиғыр, һанашмаҡты яттан һөйләй белергә тейеш.

Аудиояҙма тыңлау:

-          Аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау;

-          Таныш һүҙҙәре булған тексты контекстуаль яҡтан аңлау.

Уҡыу:

-          Ҙур булмаған текста башҡорт өндәрен дөрөҫ  итеп ҡысҡырып уҡыу;

-          Был тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

-          Унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

-          Текстағы аңлашылмаған һүҙҙәргә иғтибар итмәй генә уҡып ҡарау.

Яҙыу:

-          Текстан һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

-          Өлгөгә ҡарап ҡотлау хаттары яҙыу.

-          Ишеткән телмәрҙе, йәки тексты һүҙмә-һүҙ йәки ҡыҫҡартып яҙыу;

-          Унан тейешле мәғлүмәтте генә һайлап алып яҙма рәүештә теркәү;

-          Бәләкәй генә текстар төҙөү;

-          Яҙма телмәр саралары;

-          Әҫәр жанрҙары: әкиәт, хикәйә, шиғыр, йыр, йомаҡ, тиҙәйткес, әйтеш, һанашмаҡ.      

Грамотаға өйрәтеү программаһын үҙләштереү:

Грамотаға өйрәнеү процессында уҡыусы өйрәнергә тейеш: 

I кимәл. Балала шәхси сифаттар үҫтерергә:

Уҡыусы статусын ҡабул итергә, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә. Тыуған илгә, ергә, телгә, яҡын кешеләргә һөйөү тәрбиәләргә. Эшләгән эштәр, ҡылыҡ- фиғел өсөн яуаплылыҡ тойорға. Һау сәләмәт йәшәйеш булдырырға.

II кимәл. Предмет буйынса белем алырға:

1)      Тел берәмектәрен айыра белергә (һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, өн, хәреф):

2)      Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөләмде график- символик тамға ярҙамында тамғаларға;

3)      Уҡырға (минутына 40-45 һүҙ)

4)      Хәрефтәрҙе кәрәкле каллиграфик режимда яҙырға, уларҙы бер- береһе менән дөрөҫ тоташтырырға   

III кимәл. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен өйрәнергә:

·         Уҡытыусыны тыңларға, уның әйткәнен ишетергә;

·         Өндәрҙе әйтергә, тыңларға, сағыштырырға, анализларға;

·         Уҡытыусыға һорау бирергә, белешмә алырға;

·         Икешәрләп йәки төркөмләп класташтары менән эшләргә;

·         Диалог барышында һөйләшеүҙә ҡатнашырға, уның темаһына ярашлы уҡыу мәсьәләһе ҡуйырға, уны сисеү маҡсатында тикшереү эшендә әүҙем ҡатнашырға;

·         График- символик  һыҙмаларҙы танырға: һүҙҙең өн (хәреф) моделен, һөйләмдең һыҙмаһын төҙөргә һәм уҡырға;

·         Уҡыу һәм яҙыуҙы мәғлүмәт, белем алыу мөмкинселеге итеп ҡулланырға.

·         Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү;

·         Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәтле булыу;

·         Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу;

·         Маҡсатты күҙҙалау;

·         Эште планлаштырыу;

·         Тикшереү эшен ойоштороу;

·         Уҡыу объекттарын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау:

·         Эшләнелгән эшкә байҡау яһау, эште баһалау

  Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау

         Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

·                     башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

·                     тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

·                     дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

·                     һорауҙарға яҙма яуаптар;

·                     тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

күсереп яҙыу  – 1

һорауҙарға яуап  – 1

диктант  – 2

 

Туған(башҡорт) әҙәбиәте-32c

Башҡорт теле-33c

Башҡорт(дәүләт) телеү-33 c

                  Уҡытыу планында I класта туған (башҡорт )әҙәбиәтенә аҙнаһына 1 сәғәт (бөтәһе 32 сәғәт) бүленә

 

                                                   Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

Көтөлгән     уңыштар

Үтәлеү

Үтәлеү

                     Лексика

с

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

 

 

 

1.       1

 Башҡортостан

 Танышыу

1

 

Картина буйынса һөйләү, таныш предметтарҙы табып әйтеү.

Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. Башҡортостан тураһында мәғлүмәтте ҡабул итеү. (Картинала нимәләр күрәһегеҙ? Республиканың төп халҡын кемдәр тәшкил итә? Башҡорт халҡы ниндәй? Һорауҙары тәҡдим ителә.)

Үҙең менән таныштыра белеү

1.Уҡыусы өйрәнәсәк:

- таныш предметтарҙы әйтергә,

- һорауҙарҙы аңларға,

- һөйләмдәр төҙөргә,

- һүҙҙәрҙең моделен төҙөргә,

- төркөмдә эшләргә,

-  һорауҙар бирергә

-дуҫлашырға, дуҫты ҡәҙерләргә

5.09

 

 

 

2.       2

 Уйындар

1

Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. (“Артур ни эшләй?”) Уҡытыусы уҡыуында

З.Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырын тыңлау.

12.09

 

3.       3

 Беҙ- уҡыусылар

1

Һөйләм төҙөй, һөйләмде һүҙҙәргә айыра белеү

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү. “Балалар ни эшләй? Уҡыусылар ниндәй булырға тейеш? Һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү

19.09

 

4.       4

 Беҙ мәктәптә

1

“Мәктәп” темаһы буйынса һүҙҙәрҙе үҙләштереү, һөйләмдәр төҙөү

 Һөйләмдә һорауҙы, өндәүҙе, хәбәр итеүҙе күҙәтеү һәм билдәләү

1. Уҡыусы һөйләшә аласаҡ:

- төркөм менән әкиәт ҡуйырға,

- диалог төҙөргә

26.09

 

5.       5

 Уҡыу әсбаптары

1

 

 

Уҡыу әсбаптарын дөрөҫ атау

 Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һүҙҙәр табып ижектәргә бүлеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. (“Был нимә? Туп ҡайҙа ята?”)

 

03.10

 

 

 

 

 

 

 

 

6.       6

 Уйынсыҡтар

1

Һүҙ һәм ижекте айыра белеү. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеп әйтеү. Рус һәм башҡорт телендә һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеүҙе өйрәнеү һәм сағыштырыу. Уйынсыҡтарҙы дөрөҫ атау. Уйынсыҡтар темаһына бәйләнешле текст төҙөү

 Картина буйынса һөйләү. Аудиояҙманан диалогты аңлау, һорауҙарға яуаптар биреү (Магазинда ниндәй уйынсыҡтар һатыла? Магазинда үҙеңде нисек тоторға?)

 

1.Уҡыусы өйрәнәсәк:

- таныш предметтарҙы әйтергә,

- һорауҙарҙы аңларға,

- һөйләмдәр төҙөргә,

- һүҙҙәрҙең моделен төҙөргә,

- төркөмдә эшләргә,

-  һорауҙар бирергә

-дуҫлашырға, дуҫты ҡәҙерләргә

10.10

 

7.       

 7

 Беҙ һанай

беләбеҙ

1

Башҡортса һанарға өйрәнеү

Картина буйынса һөйләү

Диалог төҙөү. “Һан+ исем (берлектә) формулаһы буйынса һөйләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау

 

 

17.10

 

8.       

 8

 

 Ниндәй төҫ

 матур

 

 

1

Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

 

24.10

 

 

9.      9

Йәшелсәләр

1

 

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү. һорауҙарға яуап биреү (Баҡсала нимәләр үҫә? Картуфты нимә менән йыйҙың? Һеҙ ата- әсәйҙәрегеҙгә ярҙам итәһегеҙме?)

Еләк- емеш исемдәрен үҙләштереү, уларҙың кеше организмына файҙалы яҡтарын билдәләү

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

1.Уҡыусы өйрәнәсәк:

- таныш предметтарҙы әйтергә,

- һорауҙарҙы аңларға,

- һөйләмдәр төҙөргә,

- һүҙҙәрҙең моделен төҙөргә,

- төркөмдә эшләргә,

-  һорауҙар бирергә

 

7.11

 

10

 Магазинда

1

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү,(Һин магазинға икмәккә бараһыңмы?)һорауҙарға яуап биреү

1.Уҡыусы өйрәнәсәк:

- таныш предметтарҙы әйтергә,

- һорауҙарҙы аңларға,

- һөйләмдәр төҙөргә,

- һүҙҙәрҙең моделен төҙөргә,

- төркөмдә эшләргә,

-  һорауҙар бирергә

14.11

 

11

 Тән өлөштәре

1

 Ҡалын, нәҙек ижектәрҙе айырыу.Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең тәғәйен урыны булыуын үҙләштереү. Һүрәттәр буйынса һөйләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау. Тән өлөштәрен атай белеү

 

21.11

 

12

  Ғаилә

1

 

 

  Ғаилә ағзаһы тураһында һөйләү. Баҫым төшөнсәһе менән танышыу, башҡортса һүҙҙәрҙә баҫым ҡуйылышына төшөнөү һәм телмәрҙә ҡулланыу. Һорау һүҙҙәргә баҫымды дөрөҫ ҡуйыу. Уларҙы рус телендәге баҫым менән сағыштырыу һәм һығымта яһау. Һорау интонацияһындөрөҫ ҡуйыу.

 

28.11

 

 13

 Йорт хайуандары

1

  Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү.

 Тәҡдим ителгән тема буйынса бәйләнешле текст төҙөү.

 

0 5.12

 

14

  Ҡыш. Яңы йыл.

 

1

 Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү

 Тәҡдим ителгән тема буйынса бәйләнешле текст төҙөү. Милли уйындар өйрәнеү.

 Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-байрамға үҙенең ҡарашын белдерергә,

-интонация,

тасуири уҡыу темпын һайларға,

-үҙенең ҡараштары, уйҙары менән уртаҡлашырға.

12.12

 

15

  А өн-хәрефе ике телдә.Олатайым осоусы

1

 Артикуляцион күнегеүҙәрҙе ятлау. Ө өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашырға өйрәнеү

 

19.12

 

16

   Мәҡәл. Әкиәт

Рәссамдар

1

  Мәҡәл һәм әкиәттәрҙең тормоштағы әһәмиәтен билдәләү

Хәрефтең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү. Һүҙлек запасын байытыу

Уҡыусы өйрәнәсәк:

- таныш предметтарҙы әйтергә,

- һорауҙарҙы аңларға,

- һөйләмдәр төҙөргә,

- һүҙҙәрҙең моделен төҙөргә,

- төркөмдә эшләргә,

-  һорауҙар бирергә

26.12

 

17

 

 

 Егәрле балалар

 

1

  Ү өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Ү-не у-нан айыра белеү. Ү өнөнә һүҙҙәр уйлау. Уҡытыусы ярҙамында һығымта яһау. Һүҙҙә һуҙынҡы өндәрҙе үҙенсәлекле яҡтары буйынса айырыу.Текст буйынса һығымта яһау

Һүҙлек запасын байытыу

 

16.01

 

18

 “Ҡурайсы Ҡасим

1

 Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Өн менән хәрефте айырыу.

Һөйләгәнде тыңлау һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе айыра белеү. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары тураһында белемдәрен байытыу

Хәрефтәрҙең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү.

 

23.01

 

19

  “Һәйкәл”

1

 Өн менән хәрефте айыра белеү. Әйтелгән һүҙҙе яҙыу.

Һ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү

Текст менән эшләү күнекмәләренә өйрәнеү

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-байрамға үҙенең ҡарашын белдерергә,

-интонация,

тасуири уҡыу темпын һайларға,

-үҙенең ҡараштары, уйҙары менән уртаҡлашырға.

30.01

 

20

“Миңлебай ағай”

1

Ң өнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

Башҡа өндәрҙән айырмаһын билдәләү

Текст буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу

 

06.02

 

21

 Ф. Туғыҙбаева.

“Бик мәрәкә”

1

 В өнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

Рус һәм башҡорт телендәге әйтелешен сағыштырыу, уларҙың айырмаһын билдәләү. Өндөң һүҙҙәге урынына ҡарап әйтелешен күҙәтеү

Автор әҫәре менән танышыу. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү

 

13.02

 

22      

 

Ф.Рәхимғолова.

Яҙыу таныған кеше.

1

 

 Башҡортса дөрөҫ уҡырға өйрәнеү. Һүҙлек запасын байытыу.

Һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу

 интонация,

тасуири уҡыу темпын һайларға,

үҙенең ҡараштары, уйҙары менән уртаҡлашырға.

27.02

 

23

 М.Ғафури. Туғайҙа.

1

 Башҡортса дөрөҫ уҡырға өйрәнеү. Һүҙлек запасын байытыу.

Һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу

 

06.03

 

24

 Өфө-Башҡоротостандың баш  ҡалаһы.

1

 Өндө хәрефтән айыра белеү.

 Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Һабын, йомаҡ һүҙҙәрендә өн һәм хәрефтәрҙең һанын билдәләү.

Һүҙҙәге бер генә өндөң

(хәрефтең) лексик мәғәнәне үҙгәртеүен күҙәтеү, сағыштырыу, билдәләү. Башҡортса дөрөҫ уҡырға өйрәнеү. Һүҙлек запасын байытыу.

Һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу

Башҡортостан Республикаһы тураһында мәғлүмәттәр менән танышыу

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-байрамға үҙенең ҡарашын белдерергә,

-интонация,

тасуири уҡыу темпын һайларға,

-үҙенең ҡараштары, уйҙары менән уртаҡлашырға.

13.03

 

25

 Ф.Рәхимғолова. Әсәйгә бүләк.

М .Кәрим. Теге  яҡҡамы, был яҡҡамы.

1

 Ҡағиҙә менән танышыу. М.Кәрим тураһында биографик белешмәне үҙләштереү. Текст йөкмәткеһен һөйләү күнекмәләрен үҙләштереү. Һанашмаҡтар менән танышыу. Уларҙы рус телендәге һанашмаҡтар менән сағыштырыу.

 

20.03

 

26

 З.Биишева . Йәнле хәрефтәр.

1

 Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү. Әкиәттәрҙе һөйләү, һорауҙарға яуап биреү

 

03.04

 

27

 

Ф.Рәхимғоова “Яҡшы һүҙҙәр”

1

Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү. Шиғырҙы тасуири уҡыу һөйләү, һорауҙарға яуап биреү

 

10.04

 

    28

 Ҡурай- башҡорт халҡының милли ҡоралы.

1

 

Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү. Шиғырҙы тасуири уҡыу һөйләү, һорауҙарға яуап биреү

 

17.04

 

     29        

 

  Аҡ ҡалас. Уйын.

1

 Тәҡдим ителгән тема буйынса бәйләнешле текст төҙөү. Милли уйындар өйрәнеү.

 

24.04

 

30

    

 

 М. Кәрим. Еңеү.

1

 

Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү. Шиғырҙы тасуири уҡыу һөйләү, һорауҙарға яуап биреү

08.05

31

 Башҡортостан ҡалалары.

1

 Һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу

Башҡортостан Республикаһы тураһында мәғлүмәттәр менән танышыу

 

15.05

 

32

 Йомғаҡлау

1

 

 

 

22.05

 

 

                                         

 

 

 

 

 

 

Уҡытыу планында I класта башҡорт теленә аҙнаһына 1 сәғәт (бөтәһе 33 сәғәт) бүленә

 

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

Көтөлгән     уңыштар

Үтәлеү

Үтәлеү

                          Грамматика

Сәғ.

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

 

 

 

2.       1

Предмет. Тирә- йүндәге предметтар.

Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.

Предметтарҙы тамғалау.

1

 

Картина буйынса һөйләү, таныш предметтарҙы табып әйтеү.

1.Уҡыусы өйрәнәсәк:

- таныш предметтар

ҙы әйтергә,

- һорауҙарҙы аңларға,

- һөйләмдәр төҙөргә,

- һүҙҙәрҙең моделен төҙөргә,

- төркөмдә эшләргә,

-  һорауҙар бирергә

-дуҫлашырға, дуҫты ҡәҙерләргә

4.09

 

 

 

 

3.       2

Предметтың атамаһын, хәрәкәтен белдергән һәҙҙәр

1

Өлгө буйынса һүрәт элементтарын эшләү

Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. (“Артур ни эшләй?”)

11.09

 

4.       3

Һөйләмдәрҙе шартлы билдәләр ярҙамында тамғалау

Һөйләмде киңәйтеү, тулыландырыу

1

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләр ярҙамында бирелгән хәреф элементтарын тоташтырырға өйрәнеү.

Һөйләм төҙөй, һөйләмде һүҙҙәргә айыра белеү

 Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү“Балалар ни эшләй? Уҡыусылар ниндәй булырға тейеш? Һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү

18.09

 

5.       4

Һөйләмде тулыландырыу

Һорау һөйләмдәге интонация

1

Шартлы билдәләрҙе дәфтәргә һыҙыу

Һөйләмдә һорауҙы, өндәүҙе, хәбәр итеүҙе күҙәтеү һәм билдәләү

1. Уҡыусы һөйләшә аласаҡ:

- төркөм менән әкиәт ҡуйырға,

- диалог төҙөргә

25.09

 

6.       5

Һүҙ. Һүҙ  моделе.

Һүҙҙәге ижектәр

Нимә? Ҡайҙа? Һораҙары

1

 

 

Һүҙ, ижек моделдәрен һыҙыу

 Шартлы билдәләргә ярашлы һүҙҙәр табып ижектәргә бүлеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. (“Был нимә? Туп ҡайҙа ята?”)

 

02.10

 

 

 

 

7.       6

Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү

Өс ижекле һүҙҙәр

1

Һүҙ, ижек моделдәрен дәфтәргә һыҙыу

 

Һүҙ һәм ижекте айыра белеү. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеп әйтеү. Рус һәм башҡорт телендә һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеүҙе өйрәнеү һәм сағыштырыу.

 

1.Уҡыусы өйрәнәсәк:

- таныш предметтар

ҙы әйтергә,

- һорауҙарҙы аңларға,

- һөйләмдәр төҙөргә,

- һүҙҙәрҙең моделен төҙөргә,

- төркөмдә эшләргә,

-  һорауҙар бирергә

-дуҫлашырға, дуҫты ҡәҙерләргә

09.10

 

8.       

 7

Нисә? Күпме?

Рәт һандары

Нисәнсе? Һорауы.

1-10-ға тиклем һандар

1

Эш дәфтәрендә һанлы һүрәттәрҙе буяу

Башҡортса һанарға өйрәнеү

Картина буйынса һөйләү

Диалог төҙөү. “Һан+ исем (берлектә) формулаһы буйынса һөйләү.

 

 

16.10

 

9.       

 8

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр

1

Эш дәфтәрендә бирелгән һүрәттәрҙе төрлө төҫкә буяу

 

23.10

 

 

9

Нимә? Нимәләр?

Өн. Тартынҡы өндәр. Өн моделе

1

 

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү. һорауҙарға яуап биреү (Баҡсала нимәләр үҫә? Картуфты нимә менән йыйҙың? Һеҙ ата- әсәйҙәрегеҙгә ярҙам итәһегеҙме?)

Өн моделен һыҙыу. Өндәрҙе айыра белеү

1.Уҡыусы өйрәнәсәк:

- таныш предметтар

ҙы әйтергә,

- һорауҙарҙы аңларға,

- һөйләмдәр төҙөргә,

- һүҙҙәрҙең моделен төҙөргә,

- төркөмдә эшләргә,

-  һорауҙар бирергә

06.11

 

10

Һуҙынҡы өндәр. Нәҙек, ҡалын өндәр. Уларҙың моделе

1

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу.Рус телендәге өндәр менән сағыштырыу

1.Уҡыусы өйрәнәсәк:

- һорауҙарға яуап бирергә,

-өндәрҙе дөрөҫ әйтерг

13.11

 

11

Һөйләм киҫәктәре. Уларҙың моделе.

1

 

 

Һөйләм киҫәктәре булған һөйләм моделен төҙөү. Ҡалын, нәҙек ижектәрҙе айырыу.Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең тәғәйен урыны булыуын үҙләштереү.

 

20.11

 

12

Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү

тәртибе

1

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе

 тоташтырыу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибен үҙләштереү

 

27.11

 

13

Логик баҫым

Хәбәр һөйләмдәр. Һорау һөйләмдәр

1

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу.

Уҡыусы өйрәнәсәк:

- таныш предметтар

ҙы әйтергә

04.12

 

14

 

 

Логик баҫым. Өндәү һөйләм.

 

1

Текстың тамамланған уй- фекерҙе аңлатыуын төшөндөрөү. Башҡорт һәм рус телдәрендә нимә?Һорауының бирелеү үҙенсәлектәрен билдәләү. Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ:

-байрамға үҙенең ҡарашын белдерергә,

-интонация,

тасуири уҡыу темпын һайларға,

-үҙенең ҡараштары, уйҙары менән уртаҡлашырға.

11.12

 

15

Башҡорт алфавиты

1

Хәрефтәрҙе алфавит тәртибендә әйтеү

Үҙең йәшәгән ҡала, ауыл, урам исемдәрен яҙыу, дөрөҫ яҙылышын иптәшеңә аңлатыу

Кластағы уҡыусыларҙың исемдәрен алфавит тәртибендә яҙыу

Тормошта алфавиттың ҡасан, ҡайҙа кәрәк булыуын асыҡлау

Йырҙар өйрәнеү

 

18.12  

 

16

Ә өн- хәрефе

1

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү

Артикуляцион күнекмәләрҙе автоматлаштырыу. Мәҡәл һәм әкиәттәрҙең тормоштағы әһәмиәтен билдәләү

Хәрефтең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү. Һүҙлек запасын байытыу

 

25.12

 

17

Ө өн- хәрефе

1

Артикуляцион күнегеүҙәрҙе ятлауӨ өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашырға өйрәнеү. Был профессия кешеләренең хеҙ-мәте менән танышыу. Данлыҡлы рәссамдар тура-һында әңгәмә ҡороу.

 

15.01

 

18

Ү өн- хәрефе

1

Ү өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Ү-не у-нан айыра белеү. Ү өнөнә һүҙҙәр уйлау. Уҡытыусы ярҙамында һығымта яһау. Һүҙҙә һуҙынҡы өндәрҙе үҙенсәлекле яҡтары буйынса айырыу.Текст буйынса һығымта яһау

Һүҙлек запасын байытыу

 

22.01

 

19     

 

Ҡ өн- хәрефе

Ғ өн-хәрефе

1

 

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Өн менән хәрефте айырыу.

Һөйләгәнде тыңлау һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе айыра белеү. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары тураһында белемдәрен байытыу

Хәрефтәрҙең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү.

Ғ өнөн дөрөҫ әйтеү, улар менән һүҙҙәр уйлау. Рус телен-дәге г- нан айырмаһын билдәләү

Әҫәрҙән алған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу

 

29.01

 

20

Һ өн-хәрефе

ҙ өн –хәрефе

1

Өн менән хәрефте айыра белеү. Әйтелгән һүҙҙе яҙыу.

Һ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү

Ҙ өнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

 

05.02

 

21

 ң өн- хәрефе

ҫ өн- хәрефе

1

 Ң өнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

Башҡа өндәрҙән айырмаһын билдәләү

Текст буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу

 

ҫ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

Башҡа өндәрҙән айырмаһын билдәләү

Кем ул оҫта? Һорауына яуап биреү

Үҙ фекереңде әйтә белеү

 

12.02

 

22

  Контроль диктант

1

 

 

26.02

 

23

 Предметтыүң исемен белдереүсе һүҙҙәр

1

 

 

05.03

 

24

 

 Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау)

1

  Башҡортса дөрөҫ уҡырға өйрәнеү. Һүҙлек запасын байытыу.

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәр

 

12.03

 

25      

 

 Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр

1

 

Өндө хәрефтән айыра белеү.

Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеүҺабын, йо-маҡ һүҙҙәрендә өн һәм хәрефтәрҙең һанын билдәләү.

Һүҙҙәге бер генә өндөң

(хәрефтең) лексик мәғәнәне үҙгәртеүен күҙәтеү, сағыштырыу, билдәләү. Башҡортса дөрөҫ уҡырға өйрәнеү. Һүҙлек запасын байытыу.

Предметтың билдәһен  белдереүсе һүҙҙәр

 

19.03

 

26                

 

Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү

1

Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү. Һүҙҙәрҙе юлдан юлға дөрөҫ күсереү. Ҡағиҙә менән танышыу. М.Кәрим тураһында биографик белешмәне үҙләштереү. Текст йөкмәткеһен һөйләү күнекмәләрен үҙләштереү. Һанашмаҡтар менән танышыу. Уларҙы рус те-лендәге һанашмаҡтар менән сағыштырыу.

 

02.04

 

27

                

 

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

Һүрәт буйынса эш

1

 

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу, айырмаһын күрә белеү, телмәрҙә ҡулланыу

Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү. Әкиәттәрҙе һөйләү, һорауҙарға яуап биреү

09.04

28

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

 

1

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу, айырмаһын күрә белеү, телмәрҙә ҡулланыу

Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү. Шиғырҙы тасуири уҡыу һөйләү, һорауҙарға яуап биреү

 

16.04

 

29

Тексты күсереп яҙыу

1

Яҙыу күнекмәләрен тикшереү

 

23.04

 

30

Телмәр үҫтереү

1

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу, айырмаһын күрә белеү, телмәрҙә ҡулланыу

Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү. Әкиәттәрҙе һөйләү, һорауҙарға яуап биреү

 

30.04

 

31

Контроль күсереп яҙыу

1

Яҙыу күнекмәләрен тикшереү

 

07.05

 

32

Контроль диктант

1

Яҙыу күнекмәләрен тикшереү

 

14.05

 

33

Хаталар өҫтөндә эш

Үтелгөндөрҙе нығытыу

1

 

 

21.05

 

 

 

 

 

 

 

 

                                       Уҡытыу планында I класта башҡорт (дәүләт) теленә аҙнаһына 1 сәғәт (бөтәһе 33сәғәт) бүленә

 

                     Лексика

Сәғ.

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

 Үтәлеү

 Үтәлеү

3.       1

Танышыу

1

 

Картина буйынса һөйләү, таныш предметтарҙы табып әйтеү.

Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. Башҡортостан тураһында мәғлүмәтте ҡабул итеү. (Картинала нимәләр күрәһегеҙ? Республиканың төп халҡын кемдәр тәшкил итә? Башҡорт халҡы ниндәй? Һорауҙары тәҡдим ителә.)

Үҙең менән таныштыра белеү

08.09

 

 

4.       2

  Минең яратҡан уйыным.

1

Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. (“Артур ни эшләй?”) Уҡытыусы уҡыуында З.Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырын тыңлау.

15.09

 

5.       3

Класс бүлмәһендә

1

Һөйләм төҙөй, һөйләмде һүҙҙәргә айыра белеү

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү. “Балалар ни эшләй? Уҡыусылар ниндәй булырға тейеш? Һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү

22.09

 

6.       4

 Ғ.Ғәлиуллина. Уҡытыусым.

1

“Мәктәп” темаһы буйынса һүҙҙәрҙе үҙләштереү, һөйләмдәр төҙөү

 Һөйләмдә һорауҙы, өндәүҙе, хәбәр итеүҙе күҙәтеү һәм билдәләү

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.Аудиояҙманан диалог- һорауҙы аңлау, һорауҙарға яуап биреү

29.09

 

7.       5

 Уҡыу әсбаптары. Нимә?

1

 

 

Уҡыу әсбаптарын дөрөҫ атау

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.Шартлы билдәләргә ярашлы һүҙҙәр табып ижектәргә бүлеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. (“Был нимә? Туп ҡайҙа ята?”)

06.10

 

 

 

 

 

8.       6

 Уйынсыҡтар магазины.

1

Һүҙ һәм ижекте айыра белеү. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеп әйтеү. Рус һәм башҡорт телендә һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеүҙе өйрәнеү һәм сағыштырыу. Уйынсыҡтарҙы дөрөҫ атау. Уйынсыҡтар темаһына бәйләнешле текст төҙөү

 Картина буйынса һөйләү. Аудиояҙманан диалогты аңлау, һорауҙарға яуаптар биреү (Магазинда ниндәй уйынсыҡтар һатыла? Магазинда үҙеңде нисек тоторға?)

13.10

 

9.       

 7

 Күпме? З.Әхмәтйәнова. Нисә алма?

1

Башҡортса һанарға өйрәнеү

Картина буйынса һөйләү

Диалог төҙөү. “Һан+ исем (берлектә) формулаһы буйынса һөйләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау

 

20.10

 

 

 8

 Төҫтәрҙе сағыштырыу.

1

Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

27.10

 

 

9

Емеш- еләк

1

 

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү. һорауҙарға яуап биреү (Баҡсала нимәләр үҫә? Картуфты нимә менән йыйҙың? Һеҙ ата- әсәйҙәрегеҙгә ярҙам итәһегеҙме?)

 Еләк- емеш исемдәрен үҙләштереү, уларҙың кеше организмына файҙалы яҡтарын билдәләү

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

10.11

 

10

 Ҡоштар

1

 Һүрәттәр буйынса һөйләү. Башҡортостандағы ҡоштар, уларға ярҙам итергә кәрәклеккә төшөнөү. Уҡытыусы уҡыған йомаҡты аңлау.

17.11

 

11

  Көн режимы

1

 Көн режимы тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, үҙ фекереңде әйтә алыу. Һөйләмдә һүҙҙәр һанын билдәләү. Айырым һөйләмдәрҙе айыра белеү

Тел шымартҡысын яттан һөйләү. Аудиояҙманан тексты аңлау, һорауҙарға яуаптар биреү (Һин иртән зарядка яһайһыңмы? Уның сәләмәтлеккә ниндәй файҙаһы бар?)

24.11

 

12

 Өҫ кейемдәре.

Аяҡ кейемдәре.

1

 Тема буйынса уҡытыусы һөйләгәндәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу һәм ҡабатлау

01.12

 

 

13

  Йорт ҡоштары.

Кейектәр.

1

 Тәҡдим ителгән тема буйынса бәйләнешле текст төҙөү.

08.12

 

14

  Уйын.

1

 Милли уйындар өйрәнеү.

15.12

 

15

 Олатайым осоусы. О өн-хәрефе ике телдә

1

 Артикуляцион күнегеүҙәрҙе ятлау. О өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашырға өйрәнеү.

22.12

 

16

 

 

 Тимурсылар. Эшсе.

1

 Артикуляцион күнегеүҙәрҙе ятлау.  Ы, э өндәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашырға өйрәнеү.

29.12

 

17

Яланда.

1

 Ғ өнөн дөрөҫ әйтеү, улар менән һүҙҙәр уйлау. Рус телен-дәге г- нан айырмаһын билдәләү

Әҫәрҙән алған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу

19.01

 

18

 Айҙар.

1

Ҙ өнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Башҡа өн-дәрҙән айырмаһын билдәләү. Һүҙҙә тартынҡы өндәрҙе билдәләре буйынса айырыу

Башҡорт исемдәре менән танышыу

26.01

 

19

Оҫта.

1

ҫ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

Башҡа өндәрҙән айырмаһын билдәләү

Кем ул оҫта? Һорауына яуап биреү

Үҙ фекереңде әйтә белеү

02.02

 

20

 Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре.

1

Ү өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Ү-не у-нан айыра белеү. Ү өнөнә һүҙҙәр уйлау. Уҡытыусы ярҙамында һығымта яһау. Һүҙҙә һуҙынҡы өндәрҙе үҙенсәлекле яҡтары буйынса айырыу.Текст буйынса һығымта яһау

Һүҙлек запасын байытыу

09.02

 

21    

 М.Ишбулатов. Яҙ. Март.

С.Муллабаев. Ҡуян мәктәбе.

1

 

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Өн менән хәрефте айырыу.

Һөйләгәнде тыңлау һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе айыра белеү.  

Әҫәрҙән алған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу

16.02

 

22

 Башҡортостан,

 “Герб”, “Өфө”

1

Башҡортостан Республикаһы тураһында мәғлүмәттәр менән танышыу .

02.03

 

23

Ж.Кейекбаев. Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?

1

 Автор әҫәре менән танышыу. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү

09.03

 

24

Һанашмаҡтар. Диалог.

1

 Халыҡ жанрҙары танышыу. Һанашмаҡтар менән танышыу. Уларҙы рус телендәге һанашмаҡтар менән сағыштырыу.

16.03

 

25

Әкиәттәр. Ҡарға менән төлкө. Валсыҡ.

1

 Халыҡ жанрҙары танышыу. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү

23.03

 

26

 

 Ғ.Ғәлиева. Ҡымыҙ. К.Кинйәбулатова. Әсәйем ҙур үҫкәнһең ти.

1

 В өнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

Рус һәм башҡорт телендәге әйтелешен сағыштырыу, уларҙың айырмаһын билдәләү. Өндөң һүҙҙәге урынына ҡарап әйтелешен күҙәтеү

Автор әҫәре менән танышыу. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү

06.04

 

27      

 

 Р.Ғарипов. Тыуған ил һәм тыуған ил.

1

 

  Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу

Һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу

Башҡортостан Республикаһы тураһында мәғлүмәттәр менән танышыу

13.04

 

28    

 Ҡомһоҙ эт.

1

Текст йөкмәткеһен һөйләү күнекмәләрен үҙләштереү. Әкиәттәр менән танышыу. Уларҙы рус телендәге һанашмаҡтар менән сағыштырыу.

20.04

 

29

Кәкүк.(әкиәт)

 

 Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү.  Әкиәтте тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуап биреү

27.04

 

30

Башҡортостандағы иң ҙур күл- Асылыкүл.

 

  Һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу

Башҡортостан Республикаһы тураһында мәғлүмәттәр менән танышыу

04.05

 

31

Башҡортостан ҡалалары.

 

  Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу

Һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу

Башҡортостан Республикаһы тураһында мәғлүмәттәр менән танышыу

11.05

 

32-33

Йомғаҡлау

Кластан тыш уҡыу

 

 

18.05

25.05

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа и ктп по башкирскому языку 1 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Культуролог-аниматор

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

  • Рабочая программа и календарно-тематическое планирование по башкирскому(родному) языку,
  • литературному чтению(на родном языке), башкирскому(государственному) языку составлены к учебнику Тулумбаева Х.А.,Давлетшиной М.С.(1 класс) для школ с русским языком обучения на основе "Программы по башкирскому языку и литературе".(Тикеев.Д.С.,Тулумбаев Х.А. и др.)

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 820 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.12.2017 2792
    • DOCX 49.8 кбайт
    • 69 скачиваний
    • Рейтинг: 1 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Шуарова Рафиня Миникадимовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Шуарова Рафиня Миникадимовна
    Шуарова Рафиня Миникадимовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8730
    • Всего материалов: 12

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Мотивационное сопровождение учебного процесса младших школьников «группы риска» в общеобразовательном учреждении

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 13 регионов
  • Этот курс уже прошли 284 человека

Курс повышения квалификации

Финансовая грамотность для обучающихся начальной школы в соответствии с ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 560 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 485 человек

Курс повышения квалификации

Особенности развития критического мышления обучающихся в начальной школе

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 45 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 257 человек

Мини-курс

Практика гештальт-терапии: техники и инструменты

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 311 человек из 64 регионов
  • Этот курс уже прошли 65 человек

Мини-курс

От Зейгарника до Личко: путь к пониманию человеческой психологии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 15 регионов

Мини-курс

Коррекция нарушений у детей: сна, питания и приучения к туалету

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе