Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа и КТП по башкирскому языку (11 класс)

Рабочая программа и КТП по башкирскому языку (11 класс)

Скачать материал

Башҡортостан  Республикаһы Илеш районы муниципаль районы

Карабаш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм  белем биреү учреждениеһы

 

  Ҡаралған                                         Килешенгән                                  Раҫлайым

 ММБ  етәксеҺе                    уҡыу-уҡытыу эштәре                           мәктәп директоры

 ______Ҡадирова А.М.     буйынса директор  урынбаҫары        _________ Гәрәев Р.С.                                                   Протокол №_1_                _____________Мостафина Г.Р.          Приказ №____86___

«26»август  2015 й.         28  август_2015 йыл.                           «28»август  2015 й.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2015-2016 уҡыу йылына

 эш программаһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Предмет: Башҡорт  теле  

Класс: 11

Уҡытыусы: Камалова Фәнзилә Фаид ҡыҙы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2015 йыл.

     Аңлатма яҙыу

 

Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Программа  үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары  өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С, Хөснөтдинова Ф.А, Хажин В.И.

“Башҡорт  теле программаһы”. Уҡытыу рус теленә алып барылған мәктәптәрҙең IXI  кластары өсөн. Ижевск. Книгоград, 2008 й. нигеҙендә төҙөлдө.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” Законы, Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында” Законы, Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы, Башҡортостан Респутликаһының милли  мәғарифты үҫтереү  консепцияһы.

 

Башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:

ü  Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә өйрәтергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процессында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға  өйрәтеү;

ü  Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белемен арттырыу, күнекмәләр ярҙамында нығытыу;

ü  Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңларға өйрәтеү;

ü  Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алырға өйрәтеү;

ü  Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының  фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте,  башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ.б.  менән таныштырыу,  балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,  башҡорт халҡына, уның теленә,  үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү;

ü  Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен , әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа тыуған илгә, туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларҙы илһөйәр итеп, интернациональ тәрбиә биреү.

Программаның педагогик  (методик) нигеҙҙәре:

ü  Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу,  предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

ü  Предметтарҙың төп  үҙенсәлектәрен  айыра, аңлата белеү;

ü  Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм иҫбатлай  белеү;

ü  Уҡыусыларға әхлаҡ һәм эстетик тәрбиә биреү;

ü  Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

ü  Башҡорт теле системаһының  бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик,  морфологик,  синтаксик, стилистик, пунктацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

ü  Телмәр эшмәкәрлегенең бөтә  төрҙәре өҫтөндә эш;

ü  Бүтән телмәрҙең  башҡортса һөйләшеү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

ü  Башҡорт телен балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп  өйрәтеү;

ü  Предмет- ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләшеп өйрәнеү;

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

11-се класта алда алған белем  һәм күнекмәләрҙе өсөнсө баҫҡыс  талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр  системаһы, лексик байлығы,  морфологик категориялары,  синтаксик төҙөлөшө  тураһында белемдәрен нығытыу, тәрәнәйтеү. Әҙәбиәттән әҫәрҙәрҙе уҡыусылар аңлы һәм тасуири уҡый алырға, тексҡа анализ яһап, уның төп фекерен әйтә белергә тейештәр. Уҡылған тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеп,  тулы план төҙөү,  йөкмәткене тулы килеш  һөйләү күнекмәләренә эйә булалар. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға бәйле, һорауҙарға яуап бирәләр, изложение һәм инша яҙалар.

Аңлатмалар:

11-се  класта бөтәһе 34 аҙна ҡаралған, унда ла,  байрамдар һаны күп булғанға, темалар берләштерелеүе иҫәптә тотола.

 

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

-    һуңғы осор әҙәбиәте өлгөһөндә ижади әүҙемлек тәрбиәләү;

башҡорт әҙәбиәте дәрестәре аша яңы шарттарҙа гармоник үҫешкән яңы шәхес тәрбиәләү;

уҡыусыларҙы нәфис әҙәбиәт менән таныштырыу барышында замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни кимәлен күтәреү;

юғары класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә бәйле  эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәт аша ватансылыҡ, юғары гражданлыҡ позицияһы тәрбиәләү;

әҙәбиәт теорияһы, тарихы аша донъяға, ил, халыҡ тарихына фәнни ҡараш формалаштырыу, фекерләү, бәйләнешле телмәр үҫтереү, ижади үҙаллылыҡ тәрбиәләү;

хәҙерге әҙәбиәттең төрлө жанрҙарына һәм яҙыусы ижадына ихтирам, ҡыҙыҡһыныу, китап уҡыуға ынтылыш  тәрбиәләү;

уҡылған әҫәр буйынса фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереү өсөн тексҡа анализ яһауҙы БДИ форматында өйрәтеү, үҙ фекерен әйтергә өйрәтеү аша әҙәбиәткә яңыса ҡараш тәрбиәләү;

- хәҙергә әҙәбиәттә күтәрелгән проблемаларҙы заман күҙлеге аша таный, анализлай белеү һәм тарих менән бәйләү;

- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен, исемдәрҙең мәғәнәһен;

- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ ара бәйләнешен);

- өйрәнелгән әҫәрҙең төп темаһын композицияһы, тел – һүрәтләү саралары үҙенсәлектәрен билдәләй белергә тейеш;

- драматик, эпик, лиро-эпик әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәрен айыра белергә һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен белергә тейеш;

уҡыусыларҙың фекерләүен, танып-белеү һәләтлелеген үҫтереү;

уҡыусыларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;

балаларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;

башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙеллек, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата-әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.

-мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыуҙың илебеҙ алдында торған мөһим бурыстарҙан һәм әҙәбиәттең донъяны танып белеү, йәш быуынды тәрбиәләү;

-уҡыусыларҙы нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни кимәлен күтәреү;

-әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонто яһау;

-әҙәбиәт тарихы, теорияһынан белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт тәрбиәләү;

- донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, фекерләү һәләтлеген, телмәр үҫтереү;

 

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

      Хәҙерге әҙәбиәт .Хәҙерге поэзия.

Хәҙерге әҙәбиәт төшөнсәһенең хронологик сиктәре. Яңы быуын шағирҙарҙың, шағирәләрҙең поэтик тауыштары, ижади табыштары.

  М.Кәрим .

 Тормош юлы һәм ижады. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ижады.

“Европа –Азия” шиғырҙар циклында Тыуған ил образының кәүҙәләнеше.

“Ҡара һыуҙар” поэмаһы Поэмала һуғыш һәм тыныслыҡ, батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ темаларының сағылышы.

    Шағирҙың драматургия һәм проза өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

“Ай тотолған төндө”, “Ташлама утты, Прометей!”

   Р.Ғарипов .

Тормошо. Уҡыу йылдары.

“Йырҙарыма ҡайтам” шиғырында тыуған яҡтарын, крәҫтиән хеҙмәтен йырлау.

“Табыныу” поэмаһы.1937 -1938 йылдарҙағы сәйәси эҙәрлекләүҙәр (репрессиялар) тураһында шағирҙың уйланыуҙары һәм тәрән кисерештәре.

“Дон-Кихот” монологы.Хаҡһыҙлыҡтарға, яуызлыҡтарға ҡаршы көрәшкә сағырған шағир образы.

“Батырша” балладаһы. Батырша батырҙың тотҡонлоҡтағы уйҙары. Батшаға хат яҙырға йыйынғаны.

“Интегралдар поэмаһы” Йыһан һәм шәхес. Донъя һәм мөхәббәт.

    Хәҙерге проза. .

Ә Хәкимов .

   Әҙиптең тормош юлы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

“Өйөрмә” романының бығаса революция, граждандар һуғышы, колхозлашыу темаһына яҙылған әҫәрҙәргә ҡарата полемик рухы.

    Ғ.Хөсәйенов .

  Тормош юлы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

“Тормош” һәм “Донъя” исемле парсалар китаптары.”Рудасы Исмәғил Тасим улы” повесы. “Ҡанлы ииле биш” романында тарихи тематиканың киң эпик планда дауам итеүе.

    Хәҙерге драматургия.

    Хәҙерге әҙәбиәт ғилеме һәм тәнҡит .

    Р.Бикбаев.

Тәүге ижад осоро.”Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы. “Халҡыма хат”. Хәҙерге заманда күптәрҙе борсоған, хәүефләндергән социаль, иҡтисади, экологик һәм мораль-этик мәсьәләләрҙең үткер ҡуйылышы.

   Н.Мусин .

  Яҙыусының тормош юлы һәм ижады. Әҫәрҙәрендә тәбиғәт һәм кеше мөнәсәбәте.

    А.Абдуллин .

  Яҙыусының тормош юлы һәм ижады.

“Ун өсөнсө председатель” драмаһы. Пьесаның драматургик яҡтан үткер ҡоролошо, диалог һәм монологтарҙың характерҙы асыуҙағы роле.

   Р.Солтангәрәв .

 Яҙыусының биографияһы һәм ижад юлы.

“Хамбал”, “Ҡейәмәтлек кейәү” хикәйәләре. Әҫәрҙәрҙең халыҡсан тел-стиль матурлығы.

   Д.Бүләков .

 Яҙыусының биографияһы. “Ғүмер бер генә” романы. Романда заман темаһы, үҙгәртеп ҡороу реформалары осорона хас һыҙаттарҙы һүрәтләү.

    Х.Назар . Ҡабатлау .

 Тормош юлы һәм ижады.

“Шәмсыраҡ” поэмаһы. Поэманың лирик геройы. Уны тасуирлауҙың поэтик үҙенсәлектәре: һалдат хаты, шәмсераҡ.

“Таулыҡай”, “Тау шишмәһе” шиғырҙарында тыуған төйәккә, ергә, ошо ерҙәрҙе үҙ иткән халҡына булған оло һөйөүҙең фәлсәфәүи фекерҙәр менән бирелеүе.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

11 класс уҡыусылары белергә тейеш күнекмәләр.                                          

 - яҙыусы ижад иткән картиналарҙы, геройҙарҙы ҡылыҡһырлай, мөһим эпизодтарҙы күрһәтә телергә тейеш:

- өйрәнелгән әҫәрҙең сюжет, композиция элементтарын, идея – художество ҡиммәтен билдәләү;

- художестволы әҫәрҙе заман проблемалары менән бәйләп аңлы ҡабул итеү, әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтә белеү;

- әҫәр буйынса проблемалы һорауҙарға яуап, образдарҙы ҡылыҡһырлау, тел-һүрәтләү сараларын билдәләү;

- эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

- художестволы әҫәрҙәрҙе фәнни һәм публицистик әҫәрҙәрҙән айыра белергә тейеш;

- художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу, етеҙ һәм дөрөҫ уҡыу, уҡығанды һөйләү, уның буйынса план төҙөү;

Белемдәрҙе тикшереү буйынса контроль эш төрҙәре.

- уҡыу тиҙлеген тикшереү. Тасуирилыҡ күнекмәләре.

- иншалар. (контроль, ижади, һүрәтләү, өйрәнеү)

-тестар.

- фронталь һорауҙарға яуаптар.

- зачет – дәрестәр, интервью, аннотация, диспутта сығыщ, рефераттар.

 

 

Һүҙҙәр менән эш:

  1. Әҙәби әҫәрҙәрҙә яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү;
  2. Һүҙҙәрҙе тематик принципта туплау һәм аңлатыу;
  3. Һүҙҙәрҙе һөйләмдә, телмәрҙә ҡулланыу аша аңлатыу;

Программа 3 йүнәлештән тора:

  1. Телмәр эшмәкәрлеген нығытыу;
  2. Телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация)  нығытыу;
  3. Бәйләнешле текст менән эшләү;

Шулай  уҡ  милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә  күтәрелә

Талаптар:

1. Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыу..

- Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү.

- Үҙ аллы уҡылған әҙәби әҫәр, ҡаралған кинофильм һәм телевизион тапшырыу хаҡында баһалама бирә белеү.

2. Художестволы әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр һәм публицистика әҫәрҙәрен айыра белеү;

- Тексты икенсе телгә тәржемә итә белеү.                                           

- Шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй белеү

3. Яҙыусы һңрәтләгән художестволы картиналарҙы уй менән кңҙ алдына баҫтырыу;

- бирелгән тема, һүрәт, картина буйынса һөйләй белеү;

Өйрәнелә тоған әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу, һорауҙарға тулы яуап биреү; геройҙарға индивидуаль, сағыштырма, төркөмләп характеристика биреү.

4. Билдәле эйәле, билдәһеҙ эйәле, эйәһеҙ һөйләм, дөйөйм эйәле, һәм атама һөйләмдәрҙе айыра белеү;

- кешенең эске донъяһын, тәбиғәттең төрлөсә торошон, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы ҡыҫҡа ғына һүрәтләү өсөн бер составлы һөйләмдәрҙе файҙалана белеү.Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү:

 -  гәзит- журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү

 

11-се класта  әҙәбиәт курсы Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклемге әҙәбиәт, хәҙерге күренекле әҙиптәребеҙҙең ижадын өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала.

 

Башҡорт теленән балаларҙың белем һәм күнекмәләрен баһалау

Балаларҙың уҡыу һәләттәрен баһалау

Йыл аҙағына уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә булырға тейеш:

 

кластар

һүҙ

билдә

Эстән уҡыу (һүҙ)

11

180-250

450-500

450-500

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Календарь- тематик планлаштырыу

 

Дәрес

һаны

Тема

Үт..

дата

Үткәр.

дата

                                Иҫкәрмә

1

 

 

1

 

М.Кәримдең тормош һәм ижад юлы.Тәүге әҫәрҙәре.

04.09

 

 

2

1

Төрки телдәр һәм башҡорт теле.

05.09

 

 

 

3

1

 

 

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы

ижады.

11.09

 

 

4

1

Хәҙерге башҡорт теленең стильдәре

12.09

 

 

 

5

 

 

1

“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”повесынан өҙөктө үҙләштереү.

18.09

 

 

6

1

Һүҙбәйләнеш.

19.09

 

 

 

7

 

 

 

1

 

 

“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”повесында  әҙәп-әхлаҡ проблемаһының хәл ителеше,йәмғиәттең,ғаиләнең роле.

25.09

 

 

8

 

1

БТҮ.Инша. Тыуған ерем - Башҡортостан

26.09

 

 

9

1

Раҫлаусы һәм инҡар итеүсе һөйләмдәр.

02.10

 

 

 

10

 

 

 

1

 

 

 

 

“Ай тотолған төндә”әҫәре

буйынса пресс-конференция

03.10

 

 

 

11

 

1

 

Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлын өйрәнеү.

09.10

 

 

12

 

Һөйләмдәрҙең әйтелеү маҡсаты буйынса төрҙәре.

10.10

 

 

 

13

 

 

 

 

 

1

 

 

Рәми Ғариповтың ҡо-

байыр ижады,тәбиғәт , мөхәббәт һәм  фәлсәфәүи лирикаһы.

 

 

16.10

 

 

14

1

Хәбәр һөйләмдәр.

17.10

 

 

 

15

 

1

 

Ә.Хәкимдең”Туй” әҫәренән өҙөк.

23.10

 

 

16

1

Диктант. Өс быуатлыҡ тарих.

24.10

 

 

17

1

Һорау һөйләмдәр.

30.10

 

 

18

1

 

 

Ә.Хәкимдең”Өйөрмә”

 әҫәренән өҙөктө үҙләштереү

06.11

 

 

19

1

Өндәү- бойороҡ һөйләмдәр.

07.11

 

 

20

 

 

1

 

 

Ә.Хәкимдең”Өйөрмә”

 әҫәренән өҙөккә анализ яһау. Образдар системаһы.

13.11

 

 

21

1

Тойғо һөйләмдәр.

14.11

 

 

22

 

1

КТУ. Ә.Хәкимдең ”Дауылдарҙан ҡотолоу юҡ”әҫәренәнөҙөҡ.

20.11

 

 

23

1

Синтаксик бәйләнештең төрҙәре.

21.11

 

 

24

 

1

Ғ.Хөсәйеновтың тормош һәм ижад юлы. Парсалар.

27.11

 

 

25

1

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән кмҫәктәре.

28.11

 

 

26

1

Ғ.Хөсәйенов”Рудасы Исмәғил Тасим улы”тарихи-документаль повестан өҙөк.

04.12

 

 

27

1

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

05.12

 

 

28

1

Ғ.Хөсәйенов «Ҡанлы илле биш».

11.12

 

 

29

1

Хәлдәр, уларҙың төрҙәре, бирелеше.

12.12

 

 

30

 

1

 

Р.Бикбаевтың тормошо, фәнни һәм әҙәби эшмәкәрлеге.

18.12

 

 

31

 

1

Диктант. Мең башҡорттары.

19.12

 

 

32

1

БТҮ.Изложение «Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ»

25.12

 

 

33

 

 

1

 

 

«Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе” шиғырында күтәрелгән проблемалар.

26.12

 

 

34

1

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре.

15.01

 

 

35

 

1

Н.Мусиндың тормош һәм ижад юлы..“Ауылым юлы ”әҫәре.

16.01

 

 

36

1

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

22.01

 

 

37

1

Н.Мусин  “ Мәңгелек урман» әҫәре.

23.01

 

 

38

1

Өндәш һүҙҙәр.

29.01

 

 

 

39

 

1

 

Н.Мусиндың “Мәңгелек урман” әҫәренең проблемаһы.

30.01

 

 

40

1

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр.

05.02

 

 

41

 

1

 

Н.Мусин.  “Шайтан ҡуласаһы” әҫәре.

 

06.02

 

 

42

1

БТҮ. Инша    “Н.Мусин-тәбиғәт йырсыһы”

12.02

 

 

43

1

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

13.02

 

 

44

1

 

Азат Абдуллиндың тормош һәм ижад юлын өйрәнеү.

 

19.02

 

 

45

1

Һөйләмдә һүҙ тәртибе.

20.02

 

 

46

 

1

 

 

Азат Абдуллин “ Ун өсөнсө

председатель” әҫәре.

26.02

 

 

47

1

Ҡушма һөйләмдәр.

27.02

 

 

48

1

Диктант. Нефрит – күк ташы.

04.03

 

 

 

49

1

Р.Солтангәрәев “Хамбал”

05.03

 

 

50

1

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре.

11.03

 

 

51

 

1

Р. Солтангәрәев ”Киәмәтлек кейәү”

әҫәре

 

 

12.03

 

 

52

1

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.

18.03

 

 

53

1

Д.Бүләков.

“Килмешәк” әҫәре

19.03

 

 

54

 

 

1

 

 

Д.Бүләков.

“Ғүмер бер генә” әҫәре

08.04

 

 

55

1

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.

09.04

 

 

56

 

 

 

1

 

Х.Назарҙың

тормош һәм ижад юлы.

15.04

 

 

57

1

Т.ү. Инша “Ғүмер бер генә, уны беҙ лайыҡлы йәшәргә тейеш”

16.04

 

 

58

1

Т.ү. Инша “Ғүмер бер генә, уны беҙ лайыҡлы йәшәргә тейеш”

22.04

 

 

59

1

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр

23.04

 

 

60

1

Диктант.  Ҡырсынташ.

29.04

 

 

61

1

Х.Назар “Шәмсыраҡ”поэмаһы

30.04

 

 

62

1

Теҙемдәр.

06.05

 

 

63

 

1

Кластан тыш уҡыу.

Р.Сафин. Ут эсендә бейеү.

07.05

 

 

64

1

Х.Назарҙың  “Сәңгелдәк”, “Урал” шиғырҙары

13.05

 

 

65

1

БТҮ. Инша    “Башҡортостан – йырҙар иле”

14.05

 

 

66

1

Икенсе  ярты йыллыҡ буйынса тест һорауҙарына яуап алыу

17.05

 

 

67-68

2

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

20.05

21.05

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

         Әҙәбиәт:

  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн.Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. Ижевск: издательство «КнигоГрад», 2008.
  • Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 11 класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте  дәреслеге.- Өфө: Китап, 2007.-360 бит.
  • Абубакирова З.Ф. Башкирский язык в таблицах, схемах и определениях. Изд.3-е, исп. И доп. –Уфа, 2009.-228с.
  • Ғималова М.Ғ. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы.V-XI  синыфтар. -Өфө: Китап. 2005.- 328 бит.
  • З.Ғ.Ураҡсин, Н.Ф. Суфьянова. Хәҙерге башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Өфө,2004й.
  • З.Ғ.Ураҡсин. Урысса-башҡортса һүҙлек. 1-се том. Өфө,2005й
  • З.Ғ.Ураҡсин. Урысса-башҡортса һүҙлек. 2-се том. Өфө,2005й
  • М.В. Зәйнуллин Хәҙерге башҡорт әҙәби теле.Морфология. Өфө,2005
  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф.. Башҡорт теле.Мәктәп уҡыусылары, уҡырға инеүселәр, уҡытыусылар өсөн ҡулланма. Ҡағиҙәләр.Тестар.-Өфө: 2008.192 бит.
  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф.. Башҡорт теле.Мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. -Өфө: Китап.2000. - 192 бит.
  • Усманова М.Г. Грамматика башкирского языка для изучающих язык как государственный.Уфа: Китап 2006.- 128с.
  • Ф.А.Надршина Русско-башкирский словарь пословиц-эквивалентов.Уфа,2008.

 

 

Өҫтәмә  әҙәбиәт һәм күргәҙмә әсбаптар: Символика, Башҡортостан картаһы, һүрәттәр, портреттар,“Балалар фольклоры”, БХИ , Башҡорт халҡының боронғо йолалар китабы, Энциклопедия, С.Галин  “Ауыҙ-тел ижады”, әҙәби әҫәрҙәр, электрон ҡулланмалар, таблицалар, карточкалар, аудио һәм видеояҙмалар, ”Шоңҡар”, “Аманат “, “Ағиҙел “,  “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Ватандаш” журналдары

 

Материал-техник саралар; телевизор, магнитофон, нетбук, ноутбук, видеомагнитофон.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа и КТП по башкирскому языку (11 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Управляющий рестораном

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 299 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 03.10.2015 1038
    • DOCX 43 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Камалова Фанзиля Фаидовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Камалова Фанзиля Фаидовна
    Камалова Фанзиля Фаидовна
    • На сайте: 9 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 15511
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 477 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 848 человек

Мини-курс

Финансовое моделирование и управление инвестиционными проектами

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Подростковые проблемы: индивидуальный подход

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 375 человек из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 270 человек

Мини-курс

Психология развития и воспитания детей: особенности и подходы

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 16 регионов