Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Иностранные языки / Рабочие программы / Рабочая программа и тематическое планирование по башкирскому языку (8 класс)
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Иностранные языки

Рабочая программа и тематическое планирование по башкирскому языку (8 класс)

библиотека
материалов

Аңлатма яҙыу

Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Был эш программаһы 8-се класс уҡыусыларына тәғәйәнләнгән һәм федераль һәм республика закондары аша тормошҡа ашырыла:


  • Дөйөм уҡытыуҙың дәүләт стандарттары (Рәсәй Мәғариф министрлығының бойороғо №1089 5 март 2004 й.)

  • Санитар-эпидемиологик талаптарының уҡытыуҙың шарттары ( РФ баш дәүләт санитар табибының постановленияһы буйынса раҫланған 29.12.2010г. № 189)

  • 1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең уҡыу планы;

  • Уҡыу йылының календарь графигы 2016-2017 й;

  • 1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең дөйөм мәғариф программаһы;

  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәпҙең I-XI кластары өсөн. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х.

  • V-XI синыфтар өсөн «Башҡорт әҙәбиәтенән программа» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: М.Ғималова, Ғ. Хөсәйенов, А.Байғарин Өфө: «Информреклама», 2003;

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (02.07.2013 N 185-ФЗ)

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында»ғы Законы (21.12.2012. №273-ФЗ)

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (15.02.1999. №216-з)

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы (27.06.2013.№696-з)

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы (31.12.09.№ УП-730)


Программала ҡуйылған маҡсат:


- уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә , өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.


Программала ҡуйылған бурыстар:

- башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү ;

- башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү ;

- үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу ;

- телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына , уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү ;

- бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.



Уҡытыу предметының характеристикаһы

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтағы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Ғаиләләрҙә лә, балалар баҡсаларында ла башҡорт теленә өйрәтеү тейешле кимәлдә түгел ине. Күп мәктәптәр Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлыҡтары тарафынан рус мәктәптәре өсөн сығарылған уҡытыу планы буйынса эшләй. Бындай шарттарҙа башҡорт милләтенән булған уҡыусылар үҙҙәренең булмышынан, тамырҙарынан айырып алына, үҙенең әсә телен, туған әҙәбиәтен системалы өйрәнә алмай, республикабыҙҙың сәнғәтен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, халҡыбыҙҙың һәйбәт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүҙән мәхрүм ҡала. Шуның һөҙөмтәһендә улар үҙҙәренең ниндәй милләт вәкиле икәнен дә белмәүсе рухи зәғифлеккә, ярлылыҡҡа дусар ителеүсе кеше булып үҫәләр. Ундай кешеләрҙә, ғәҙәттә, Тыуған ил, туған тел төшөнсәһе булмай, уларҙа интернациональ тойғолар тәрбиәләнмәй. шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтенән, туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған кешеләр барлыҡҡа килә. Былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра. Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәт программаһы дөйөм педагогик талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материады анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлау белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡ һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡыусыларҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.



Региональ базис уҡыу планындағы предметтың урыны

Региональ базис планының 2016 йылындағы Башҡортостан Республикаһы уҡытыу учреждениялары өсөн тәғәйәнләнгән. 2 сәғәт региональ компонентынан алынған.


Класс

8

Кимәле

Базис

Сәғәт һаны

2



Дәреслек һәм программаның һайланыуы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән Ι-XI синыфтар өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә. Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 8-се класы өсөн дәреслек.Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С, Ғафаров Б.Б. Дәүләт программаһы 8-се кластар өсөн 102 сәғәткә төҙөлгән, ләкин мәктәптең уҡытыу планы буйынса 70 сәғәт ҡаралған булғанға күрә, эш планы шул норманы иҫтә тотоп төҙөлдө. Программа буйынса өйрәнелергә тейешле темалар һаҡланған осраҡта, уларға бирелгән ваҡытты ҡыҫҡартып төҙөргә тура килде. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, кластан тыш уҡыу, ҡабатлау ҡыҫҡартылды, әҫәрҙәрҙең тексын өйрәнеү ҡыҫҡартылды. Сәғәттәр һаны логик планлаштырыу менән тура килмәгән осраҡта корректировка үткәрелә.

Эш программаһы түбәндәге УМК тарафынан төҙөлгән.

  • Ι-XI синыфтар өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә. Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 8-се класы өсөн дәреслек.Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С, Ғафаров Б.Б.



Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре

Эш программаһының йүнәлеш ысулдары.


Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәт программаһы дөйөм педагогик талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материады анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлау белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡ һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡыусыларҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.



Контроль формалары һәм ысулдары:

Тематик контроль эштәр;

Тематик үҙаллы эштәр


Башҡорт теленән контроль эштәрҙең һаны 8-се класта түбәндәгесә:




ΙΙ Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылған. Йөкмәткеһендә нигеҙҙә идея-тематик һәм жанр принцибы һаҡланған. Был кластарҙа фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ, хеҙмәт темаларына арналған , балаларға төплө белем бирерҙәй , милли аң уятырҙай иң күренекле әҫәрҙәре алынған.


Әҫәрҙәр 8-се класта 12 тематик төркөмгә бүленгән:


  • Мәктәп-белем шишмәһе -3 сәғәт

С.Әлибай. Мәктәп юлы». Н.Мусин. «Һабаҡ».

Шиғырҙарҙа мәктәп тормошо менән мәктәп юлының бәйләнеше ,әҫәрҙәрҙә балаларҙың йәйге каникулдағы эштәренең һүрәтләнеше.

Н.Мусин. «Һабаҡ». Хикәйәлә юмор аша кәмселекте фашлау.

Һүҙбәйләнештәр, уларҙың яһалышы һәм төҙөлөшө. Ҡушма һүҙ һәм һүҙбәйләнеш, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы.

Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше: теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш, уларҙы барлыҡҡа килтереүсе саралар. Әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен, өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын ,исемен,мәғәнәһен, өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы һәм геройҙарын белеү.



  • Халыҡ ижады-халыҡ хазинаһы – 4 сәғәт

«Ике сәсән», «Сура батыр» ҡобайырҙарының идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарын асыу.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү.



  • Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле -4 сәғәт

«Көҙгө ямғыр», «Көҙгө көн» шиғырҙарында көҙгө моңһоу тәбиғәттең һүрәтләнеше.

Һөйләмәдең баш киҫәктәре.

Эйә менән хәбәр. Эйәнең төп билдәләре һәм грамматик бирелеше, составы. Эйә менән хәбәрҙең килеү урыны. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Р.Ханнанов. «Икмәк ҡәҙере».Әҫәрҙә көҙгө ураҡ, игенсе хеҙмәтенең һүрәтләнеше.

Р.Өмөтбаев. «Әмир баҫыуы». Ябай халыҡтың һуғыш йылдарындағы фиҙәҡәр хеҙмәте. Тыл менән фронттың берҙәмлеге. Бригадир Әмирҙең кешелеклелеге, НКВД кешеләренең аяуһыҙлығы. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын ,исемен,мәғәнәһен, өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы һәм геройҙарын белеү.

  • Башҡортостан – алтын бишек - 2 сәғәт

А.Игебаев. «Башҡортостан – илгенәм», «Башҡортостан», И.Кинйәбулатов «Дуҫлыҡ төйәге» шиғырҙарында Башҡортостан, Тыуған ер образдары. Башҡортостандың данлы тарихы.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

Аныҡлаусылар, уларҙың бирелеше, һөйләмдә исем менән белдерелгән киҫәккә ҡарауы.

Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар.

Тиң булмаған аныҡлаусыларҙың предметтарҙы, заттарҙы төрлө яҡтан асыҡлауы, өҫтәлмәлектәр, уларҙың үҙенсәлектәре.



  • Салауат батыр ир ине - 4 сәғәт

«Салауат батыр» ҡобайыры, Ф. Күзбәков. «Яу ораны бит һин, Салауат!», Ф. Рәхимғолова . «Салауат», Т.Дәүләтбирҙина. «Салауат рухы». Шиғырҙарҙа башҡорт халҡының милли батыры Салауат рухының сағылышы. Илен, халҡын һөйөүсе, ирек өсөн көрәшеүсе Салауат образы.

Я.Хамматов. «Салауат» романы. Әҫәрҙә Салауат образында йыр-моңға, тәбиғәткә ғашиҡ, көслө , батыр үҫмерҙең һүрәтләнеше. Тарихи осорға характеристика.

Урын хәле. Ваҡыт хәле. Уларҙың телмәрҙәге роле.



  • Ҡыш – 6 сәғәт

Ш.Бабич. «Ҡышҡы юлда», М.Ғәйфуллина «Ҡыш моңдары». Ҡышҡы тәбиғәттең һүрәтләнеше. Шиғырҙарҙы тасуири уҡып, ҡышты тасуирлау сараларын асыҡлау.

Маҡсат хәле. Сәбәп хәле.

Б.Рафиҡов. «Бүреләр».Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү.Бер ғаиләнең тормошо аша һуғыш йылындағы аслыҡтың, ауыр томоштоң һүрәтләнеше.

И.Теләүембәтов. «Маралым таңы». Әҫәрҙә кейектәрҙең ҡышҡы көнитмешенең һүрәтләнеше. Кешеләрҙең тәбиғәткә мөнәсәбәте.

Шарт хәле. Кире хәл.
Хәлдәрҙең мәғәнәләре, Үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә бәйләнеү саралары, бирелеше.

Күләм-дәрәжә хәле.



  • Данлы йылдар, шанлы йылдар - 10 сәғәт

М.Кәрим. «Үлмәҫбай» поэмаһы. Үлмәҫбай, Теребай образдары аша Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы башҡорт яугирҙарының батырлыҡтарын һүрәтләү.

Ябай һөйләм синтаксисы.

Н.Ғәлимов. «Яуҙан ҡайтҡан ҡурай». Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. План төҙөп һөйләргә өйрәнеү.
Р.Өмөтбаев. «Генерал Кусимов» әҫәренән өҙөк.Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын асыҡлау.

Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

Тиң киҫәктәр тураһында төшөнсә, уларҙың һөйләмдә бер үк һүҙгә ҡарауы, бер һорауға яуап булыуы.

Тиң киҫәктәрҙе бәйләүсе теркәүестәр.

Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.





  • Әсәйем- күңел ҡояшым – 5 сәғәт

Ш.Бикҡол. «Әсәйемдең кәңәштәре».
Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

Т.Ғиниәтуллин. «Әсә һәм бала». Әҫәрҙә әсә һәм бала образдары, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенең сағылышы.

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре.

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.



  • Әҙәп барҙа - иман бар - 4 сәғәт

Х.Назар. «Өс һүҙ». Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, төп идеяһын асыҡлау.

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

Айырымланыу тураһында төшөнсә. Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы.

М.Ямалетдинов. «Иман». Хикәйәнең идея- тематик йөкмәткеһен асыҡлау.

З.Ғәлимов. «Ялан сәскәләре». Әҫәрҙә атай һәм улдың мөнәсәбәте. Атай үрнәге, уның менән ғорурланыу, татыу ғаилә мөнәсәбәттәрен күрһәтеү.



  • Шаулап - гөрләп яҙ килә- 4 сәғәт

Р.Ғарипов. «Яҙғы йыр». Шиғырҙа тәбиғәттең йәнләнеүен һүрәтләгән сараларҙы асыҡлау.

Айырымланған эйәрсән киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре.

З.Ураҡсин. «Алмағас», «Сәскә ғүмере». Хикәйәләрҙә кешенең тәбиғәткә мөнәсәбәте.

Хәлдәрҙең айырымланыуы. Хәл әйтемдәре.

Р,Сафин. «Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе». Шиғырҙа һуғыштан һуңғы ауыр осорҙоң һүрәтләнеүе.



  • Ай Уралым, Уралым! – 8 сәғәт

Ҡ. Аралбай. «Ер тураһында ете һүҙ». Б.Бикбай, «Ер». Шиғыр һәм поэманан өҙөктә ерҙе һаҡлау, ер өсөн көрәш проблемаларының сағылышы.

Һөйләм киҫәктәре менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр.

Өндәш һүҙҙәр һәм улар эргәһендә тыныш билдәләре.

Ж.Кейекбаев «Урал тураһында ҡобайыр».

Уралдың сал тарихының һүрәтләнеше, ер ,азатлыҡ , көрәш темаларының сағылышы.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр. Инеш һөйләмдәр.

Н.Мусин. «Һуңғы солоҡ»романынан өҙөк.

М.Уразаев. «Еҙ ҡурай». Яуҙа башын һалған яугир иҫтәлеге булараҡ ҡурай образы.

Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында төшөнсә.

Тура телмәр эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.



  • Йәй – 14 сәғәт

Ф.Рәхимғолова. «Бал ҡорто һәм күбәләк». Башҡорт балы тураһында әңгәмә ойоштороу.

А.Йәғәфәрова. « Кескәй шишмә». План төҙөп һөйләргә өйрәнеү.

Ш.Янбаев. «Дегәнәк». Кеше тормошонда үҫемлектәрҙең әһәмиәте. Ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ үҫемлектәр тураһында әңгәмә.

Р.Солтангәрәев. «һуңғы һунар». Нәфселек һәм намыҫлылыҡ проблемалары. Дункандың тоғро дуҫ булыуы.

Ә.Хәмәтдинова. « Йәшел дарыухана». Әҫәрҙә һүрәтләнгән үләндәрҙең шифаһын асыҡлау.




ΙΙΙ 8 –се класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә төп талаптар:


Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын ,исемен,мәғәнәһен;

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы һәм геройҙарын;

- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең төп темаһын;

-драматик һәм лиро-эпик әҫәрҙәрҙең характерлы үҙенсәлектәрен;

-ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстарын.

-өйрәнелгән һүҙҙәрҙең тәржемәһен белергә йәки һүҙлектәрҙән табырға;

-Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен;эйә менән хәбәрҙе билдәләүҙе;ике составлы,бер составлы,кәм һөйләм,тыныш билдәләренең принциптарын;

-айырымланған эйәрсән киҫәкле ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылыу ҡағиҙәләрен,эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡулланыу;һөйләмдәрҙә инеш һүҙ,инеш һүҙбәйләнеш,инеш һөйләм,ымлыҡ булғанда тыныш билдәләренең ҡуйылышы;тура һәм ситләтелгән телмәре,цитаталы һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Күнекмәләр:

-яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

-өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

-әҫәр геройҙарын ҡылыҡһырлай,бер-береһе менән сағыштыра белеү;

-телдең ҡайһы бер һүрәтләү сараларын билдәләй белеү;

-эпик һәм лирик , лиро-эпик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

-художестволы,фәнни,публицистик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;



IV. Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары


Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу, уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү, иҫәпкә алыу, шуның менән бергә, алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә, күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. Үтелгәнде аңлы үҙләштереүңлау кимәле;

  3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға, яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә, билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсөләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. Үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  3. Материалды эҙмәҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһәәкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндәһирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһәәкин

  1. Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙеңһәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  2. Әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. Яуабында эҙмәҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана





Яҙма эштәрҙең күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә иншалар алдан ныҡлы әҙерлек менән үткәрелә. Изложение һәм иншалар ярҙамында уҡыусыларҙың йөкмәткене аса, кәрәкле тел сараларын темаға ярашлы һайлай һәм, шулай уҡ, уларҙың грамматик нормаларҙы һаҡлап, орфографик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү һәләтлеге тикшерелә. Шуға күрә инша ике билдә менән баһалана. Билдәләрҙең тәүгеһе – эштең йөкмәткеһе һәм теле өсөн ҡуйылһа, икенсеһе грамоталылыҡ кимәлен билдәләй.

Эштәрҙе баһалауҙың төп критерийҙары.

1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.( Бер ни тиклем ситкә тайпылыштар булыуы мөмкин.) 2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик хаталар бар. 3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған. 4.Телмәрҙең лексик һәм грамматик төҙөлөшө, дөйөм алғанда, шаҡтай төрлө. 2. Эш йөкмәткеһендә 2 һәм телмәрендә 3 кәмселек булыуы мөмкин.


2 орфографик йәки 2 пунктацион йәки бер орфографик һәм 3 пунктацион йәки 4 пунктацион, шулай уҡ 2 грамматик хата булыуы мөмкин

3”

1.Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин фактик хаталар бар. 3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай. 4. Телмәр байлығы түбән, синтаксик конструкциялар бер төрлө. Һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. Эш йөкмәткеһе яғынан 4 һәм телмәре яғынан 5 хата булыуы мөмкин.


4 орфографик йәки 4 пунктацион, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктацион, йәки 7 пунктацион, шулай уҡ 4 грамматик хата булыуы мөмкин

2”

1.Эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик хаталар ебәрелгән.3.Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, бәйләнеш юҡ, эш планға тура килмәй. 4. Эштең һүҙлеге бик ярлы. Ул бер типтағы ҡыҫҡа һөйләмдәр менән яҙылған, һөйләмдәр араһында бәйләнеш бик йомшаҡ. Дөйөм алғанда эштең йөкмәткеһендә - 8, телмәрендә 7 хата ебәрелгән.

7/7,6/8,5/9,8/8 нисбәтендәге орфографик һәм пунктацион, шулай уҡ 7 грамматик хата булыуы мөмкин.


Уҡыусының үҙаллығы, инша фекеренең оригиналлеге, композицион һәм телмәр төҙөлөшө эште баһалағанда иҫәпкә алынмай. Оригиналь фекерҙең булыуы инша өсөн баһаны бер балға күтәрергә мөмкинлек бирә.

Өйрәтеү характерындағы яҙыу эштәре был таблицалағы һандарға инмәй, улар ғәҙәттәге дәрестәрҙә үткәрелә. Уларҙың йышлығын билдәләү уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.





V Материаль – техник тәьмин ителеү


Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге.




VΙ Календарь – тематик план

Дәрестең темаһы

Планлаштырылған ваҡыт

Үткәрелгән ваҡыт


Мәғлүмәти саралар

Дәрес төрө



1 сирек-17 сәғәт

Мәктәп –белем шишмәһе

Ябай һөйләм синтаксисы – 3 сәғәт

1.

С. Әлибай. Мәктәп юлы.



С.Әлибайҙың портреты, шиғырҙар,йырҙар

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү





2.


Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.Һүҙбәйләнештәр. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы.



Н.Мусиндың портреты, хикәйәгә тап килгән картиналар, иллюстрациялар, фонохрестоматия

Яңы материалды үтеү

3.

Р.Тимершин . Уйлап табыусы. Н. Мусин. Һабаҡ.




Р.Тимершиндың портреты, китаптары, дәреслек. Н.Мусиндың портреты, хикәйәгә тап килгән картиналар, иллюстрациялар, фонохрестоматия

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

Халыҡ ижады- халыҡ хазинаһы-4 сәғәт

4.


Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре. Башҡарылыу.




Яңы материалды үтеү

5.

Ике сәсән.

Сура батыр.



Башҡорт халыҡ ижады йыйынтыҡтары

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

6.

Кластан тыш уҡыу.




Кластан тыш уҡыу китабы, «Башҡорт халыҡ ижады»

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

7.

Күрмә диктант. Һандуғас. Һөйкәлеү.




Яңы материалды үтеү



8.

З. Биишева. Көҙгө ямғыр.

Х.Назар. Көҙгө көн. Р. Ханнанов.Икмәк ҡәҙере.




З.Биишеваның портреты, китаптары, көҙгө тәбиғәтте сағылдырған һүрәттәр,электрон дәреслек 5- 9 синыфтар өсөн.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

9.

Эйә менән хәбәр

Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.




Яңы материалды үтеү

10.

Р.Өмөтбаев. Әмир баҫыуы.

Художстволы әҫәрҙең композицияһы.



Р.Өмөтбаевтың портреты, китаптары күргәҙмәһе

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

11.

Инша.

«Һәр бер өйҙә һәр саҡ икмәк булһын,

Аңҡып торһон икмәк еҫтәре». Р. Шәкүр.




Икмәк тураһында инша өлгөләре, шиғыр китаптары

Телмәр үҫтереү

Башҡортостан – алтын бишек. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре- 2 сәғәт

12.

А. Игебаев. Башҡортостан- илгенәм.

А.Игебаев. Башҡортостан. К.Кинйәбулатова. Дуҫлыҡ төйәге.





А.Игебаевтың портеты, шиғырҙар йыйынтығы, һүҙлек. И.Кинйәбулатовтың портреты.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

13.

Аныҡлаусы.

Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Өҫтәлмәлек.




Яңы материалды үтеү


14.

Салауат батыр.

Ф.Күзбәков. Яу ораны бит һин, Салауат!




С.Юлаев тураһында китаптар, плакаттар

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

15.

Контроль диктант.Яугир менән ат.




Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы.191- се бит .5-9 кластар өсөн. Х.А.Толомбаев,С.В.Атнағолова

Контроль дәрес

16

Ф.Рәхимғолова.Салауат.

Т.Дәүләтбирҙина. Салауат рухы.





Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

17.

Хаталар өҫтөндә эш. Тултырыусы.Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар




Дәреслек, һүҙлек

Яңы материалды үтеү

2-се сирек-16 сәғәт

Ҡыш- 6 сәғәт


18



Я. Хамматов. Салауат.




Яҙыусының портреты, китаптары күргәҙмәһе. Иллюстрациялар, картиналар, дәреслек, таблицалар


Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү


19.


Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре.Рәүеш хәле.

Урын хәле. Ваҡыт хәле.





Яңы материалды үтеү

20.

Б.Рафиҡов. Бүреләр. Ш.Бабич. Ҡышҡы юлда.

М. Ғәйфуллина. Ҡыш моңдары.




Б.Рафиҡовтың портреты. Ш.Бабичтың портреты, китаптары, буклеттар.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

21.

Маҡсат хәле.Сәбәп хәле.

Шарт хәле. Кире хәл.




Яңы материалды үтеү

22.

И.Теләүембәтов.Маралым таңы.




И.Теләүембәтовтың портреты, марал төшөрөлгән һүрәттәр, дәреслек

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

23.

Изложение. Ярыҡ ялғаш.



Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.М.Ғ.Ғималова,С.М.Рәхимова

5-9 кластар өсөн.

Телмәр үҫтереү

Данлы йылдар,

Шанлы йылдар- 10 сәғәт

24.

М.Кәрим. Үлмәҫбай.

Лиро-эпик поэмаларҙың үҙенсәлектәре.



М.Кәримдең портреты, китаптары күргәҙмәһе.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

25.



Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре



Дәреслек, плакаттар.

Яңы материалды үтеү


26.

Н.Ғәлимов. Яуҙан ҡайтҡан ҡурай.





Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

27.


Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр. «Тиң киҫәкле һөйләмдәр» темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.




Үтелгәндәрҙе нығытыу һәм дөйөмләштереү дәресе

28.

Р.Өмөтбаев. Башҡорттар китте һуғышҡа.




Р.Өмөтбаевтың портреты, дәреслек, башҡортса-русса һүҙлек

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

29.


Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.






Яңы материалды үтеү

30

Р.Өмөтбаев. Башҡорттар китте һуғышҡа.





Р.Өмөтбаевтың портреты.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

31.

Контроль диктант. Балет.




Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы.202-се бит.5-9 кластар өсөнХ.А.Толомбаев,С.В.Атнағолова

Контроль дәрес

32.

Бер составлы һөйләмдәр. Хаталар өҫтөндә эш.






Яңы материалды үтеү

33.


Кластан тыш уҡыу




Кластан тыш уҡыу дәресе

34.

Ш.Бикҡол. Әсәйемдең кәңәштәре. Т. Ғиниәтуллин. Әсә һәм бала.





Ш.Бикҡолдоң портреты, китаптары күргәҙмәһе.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

35.

Ике составлы һөйләмдәр.

Бер составлы һөйләмдәр.




Яңы материалды үтеү

36.

Т. Ғиниәтуллин. Әсә һәм бала.



Т.Ғиниәтуллиндың портреты, китаптары күргәҙмәһе, һүҙлек, тормош һәм ижады тураһында слайд-шоу

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

37.

Билдәле һәм билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр.

Эйәһеҙ һөйләм. Атама һөйләмдәр. Тулы һәм кәм һөйләмдәр.




Яңы материалды үтеү

38.

Яҙма телмәр үҫтереү. «Ил йәшәй әсәйҙәр менән,

Беләйек ҡәҙерҙәрен».




Әсәйҙәргә бағышланған шиғырҙар, йырҙар, дәреслек

Телмәр үҫтереү


39.


Айырымланыу тураһында төшөнсә. Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы.




Яңы материалды үтеү

40.

М.Ямалетдинов. Иман. Х.Назар. Өс һүҙ.




М.Ямалетдиновтың портреты, хикәйәләре йыйынтығы, «Ҡөръән» китабы

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

41.


Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы.




Яңы материалды үтеү

42.

З.Ғәлимов. Ялан сәскәләре. Р.Ғарипов. Яҙғы йыр.





Сәскәләр тураһында шиғырҙар, йырҙар Р.Ғариповтың портреты, яҙғы тәбиғәтте сағылдырған һүрәттәр.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

43.


Хәл әйтемдәре һәм уларҙың айырымланыуы.




Яңы материалды үтеү

44.

З.Ураҡсин. Алмағас. Сәскә ғүмере. Р.Сафин. Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе.





З. Ураҡсиндың портреты, хикәйәләре йыйынтығы.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

45.


«Һөйләмдең айрымланған эйәрсән киҫәктәре» темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



Р.Сафиндың портреты, китаптары йыйынтығы.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм дөйөмләштереү

46.

Телмәр үҫтереү дәресе. Изложение.

Необыкновенный памятник воробью.



Методик ҡулланма

Телмәр үҫтереү

47.

Ҡ. Аралбай. Ер тураһында ете һүҙ. Б.Бикбай. Ер.

Өндәш



Ҡ.Аралбайҙың портреты, китаптары күргәҙмәһе.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

48-49.

Өндәш һүҙҙәр.

Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре. Инеш һүҙҙәр һәм инеш һөйләмдәр. Тура һәм ситләтелгән телмәр.




Яңы материалды үтеү

50


Ж.Кейекбаев. Урал тураһында ҡобайыр.




Ж.Кейекбаевтың биографияһы буйынса хронологик таблица, портреты, һүҙлек,Урал тәбиғәте сағылдырылған һүрәттәр, картиналар

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

51

Контроль диктант.Ҡош юлы.




Контроль дәрес

52.

Хаталар өҫтөндә эш

Н. Мусин.Һуңғы солоҡ.



Р.Ғариповтың портреты, яҙғы тәбиғәтте сағылдырған һүрәттәр, карточкалар

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

53.


Н. Мусин.Һуңғы солоҡ.




Н.Мусиндың портреты.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

54.

М.Уразаев. Еҙ ҡурай.



Ҡурай , дәреслек

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү


55.


Ф.Рәхимғолова. Бал ҡорто һәм күбәләк.





Ф.Рәхимғолованың портреты, китаптары күргәҙмәһе.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

56.

А. Йәғәфәрова. Кескәй шишмә.



А.Йәғәфәрованың портреты, китаптары, карточкалар, һүҙлектәр

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

57.

Кластан тыш уҡыу. А. Йәғәфәрова ижады.



Кластан тыш уҡыу китабы, А.Йәғәфәрованың китаптары

Кластан тыш уҡыу дәресе

58.

Ш.Янбаев.Дегәнәк.



Ш.Янбаевтың портреты, дегәнәк һүрәте, яҙыусының тормошо һәм ижады буйынса слайд-шоу

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

59.

Р. Солтангәрәев. Һуңғы һунар.




Р.Солтангәрәевтың портреты, электрон дәреслек 5-11 кластар өсөн, карточкалар

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

60.


Һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау күнегеүҙәре.




Белемдәрҙе нығытыу һәм ҡулланыу

61.

Р. Солтангәрәев ижады буйынса кластан тыш уҡыу.



Р.Солтангәрәевтың портреты

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү

62.


Уҡыу йылында башҡорт теле буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау күнегеүҙәре.



Дәреслек, гербарий,дәреслек

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

63.

Яҙма телмәр үҫтереү.




Телмәр үҫтереү

64.

Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙе, әҙәбиәт теорияһын ҡабатлау.



Кластан тыш уҡыу китабы,

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

65.

Контроль диктант.Ай Уралым, Уралым.



Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы.211-се бит.5-9 кластар өсөн.Х.А.Толомбаев,С.В.Атнағолова

Контроль дәрес

66.

Хаталар өҫтөндә эш.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

(Протокол төҙөү)




Телмәр үҫтереү

67.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.




Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

68.

Тест һорауҙарына яуаптар биреү




Үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм дөйөмләштереү

69

Йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау




Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

70

Йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау




Үтелгәндәрҙе ҡабатлау













































































Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 08.10.2016
Раздел Иностранные языки
Подраздел Рабочие программы
Просмотров81
Номер материала ДБ-245436
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх