Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Иностранные языки / Рабочие программы / Рабочая программа и тематическое планирование по башкирскому языку (9 класс)

Рабочая программа и тематическое планирование по башкирскому языку (9 класс)

  • Иностранные языки

Поделитесь материалом с коллегами:


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

Средняя общеобразовательная школа №1 с. Верхние Татышлы

муниципального района Татышлинский район

Республики Башкортостан



Рассмотрено Согласовано:

на заседании ШМО зам.директора по родным языкам

протокол №____ от ________________ /Авхадиева А.Х./

«__»_________2016г







Утверждаю:

Директор

МБОУ СОШ №1 с. Верхние Татышлы

_____/Махмутова Ф.В. /

Приказ №_________

«__»__________2016г.



Рабочая программа

по башкирскому языку в 9 классе

на 2016-2017 учебный год

общее количество часов – 68, количество часов в неделю – 2

Составила: Мулланурова Айгуль Фирусовна учитель башкирского языка и литературы первой квалификационной категории



с.Верхние Татышлы

2016г.



I.Аңлатма яҙыу .

Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек: Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.– Өфө: Китап, 2001

Программа кимәле : базис

Был эш программаһы 9-сы класс уҡыусыларына тәғәйәнләнгән һәм федераль һәм республика закондары аша тормошҡа ашырыла:


  • Дөйөм уҡытыуҙың дәүләт стандарттары (Рәсәй Мәғариф министрлығының бойороғо №1089 5 март 2004 й.)

  • Белем биреү учреждениеһында уҡытыу шарттарының санитар –эпидеомологик талаптарға тап килеүе ( РФ баш дәүләт санитар табибының күрһәтмәһе буйынса раҫланған 29.12.2010г. № 189)

  • 1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең уҡыу планы;

  • Уҡыу йылының календарь графигы 2016-2017 й;

  • 1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең дөйөм мәғариф программаһы;

  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәпҙең I-XI кластары өсөн. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х.

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (02.07.2013 N 185-ФЗ)

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында»ғы Законы (21.12.2012. №273-ФЗ)

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (15.02.1999. №216-з)

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы (27.06.2013.№696-з)

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы (31.12.09.№ УП-730)





Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары:

Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.



Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең бурыстары:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләү һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы бышҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр интернациональ тәрбиә биреү.

Предметка дөйөм характеристика

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтйғы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Ғаиләләрҙә лә, балалар баҡсаларында ла башҡорт теленә өйрәтеү тейешле кимәлдә түгел ине. Күп мәктәптәр Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлыҡтары тарафынан рус мәктәптәре өсөн сығарылған уҡытыу планы буйынса эшләй. Бындай шарттарҙа башҡорт милләтенән булған уҡыусылар үҙҙәренең булмышынан, тамырҙарынан айырып алына, үҙенең әсә телен, туған әҙәбиәтен системалы өйрәнә алмай, республикабыҙҙың сәнғәтен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, халҡыбыҙҙың һәйбәт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүҙән мәхрүм ҡала. Шуның һөҙөмтәһендә улар үҙҙәренең ниндәй милләт вәкиле икәнен дә белмәүсе рухи зәғифлеккә, ярлылыҡҡа дусар ителеүсе кеше булып үҫәләр. Ундай кешеләрҙә, ғәҙәттә, Тыуған ил, туған тел төшөнсәһе булмай, уларҙа интернациональ тойғолар тәрбиәләнмәй. шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтенән, туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған кешеләр барлыҡҡа килә. Былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра. Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәт программаһы дөйөм педагогик талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материады анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлау белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡ һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡыусыларҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.


Региональ базис уҡыу планындағы предметтың урыны

Региональ базис планының 2016 йылындағы Башҡортостан Республикаһы уҡытыу учреждениялары өсөн тәғәйәнләнгән. 2 сәғәт региональ компонентынан алынған.

Башҡортостан республикаһы дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн төҙөлгән региональ баҙис планға ярашлы дөйөм белем биреү этабында 9-се класта башҡорт теленә 2 сәғәт бирелә.

1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең уҡыу планы башҡорт телен өйрәнер өсөн шул ҡәҙәр үк сәғәт бүлә.

Программа Башҡортостан республикаһының фән һәм мәғәриф Министерствоһы тарафынан тәҡдим ителгән.

Уҡыу программаһын планлаштырыу логикаһы үрҙә күрһәтелгән программаға тулыһынса тап килә, ләкин уҡыу материалдарын өйрәнеүгә бүленгән сәғәттәр һаны программалағы сәғәттәр һаны менән тап килмәй, шуға күрә сәғәттәр һаны үҙгәртелгән.



Класс

9

Кимәле

базис

Сәғәт һаны

2



Дәреслек һәм программаның һайланыуы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008. Дәүләт программаһы 9-сы кластар өсөн 99 сәғәткә төҙөлгән, ләкин мәктәптең уҡытыу планы буйынса 68 сәғәт ҡаралған булғанға күрә ,эш планы шул норманы иҫтә тотоп төҙөлдө. Программа буйынса өйрәнелергә тейешле темалар һаҡлап,уларға бирелгән ваҡытты ҡысҡартып төҙөргә тура килде. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, кластан тыш уҡыу,ҡабатлау,әсәрҙәрҙең тексын өйрәнеү ҡысҡартылды .

Эш программаһы түбәндәге УМК тарафынан төҙөлгән:


Эш программаһы V-XI синыфтар өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов А.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. – Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа. // Ижевск: “КнигоГрад” нәшриәте, 2008

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. / Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «1-се һанлы Үрге Тәтешле урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.


Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре


Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәт программаһы дөйөм педагогик талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материады анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлау белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡ һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡыусыларҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

Эш программаһының йүнәлеш ысулдары.


Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәт программаһы дөйөм педагогик талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материады анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлау белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡ һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡыусыларҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.



Контроль эш формалары һәм ысулдары:

1.Инша ; изложение

2. контроль эштәр;-диктанттар

3.Тематик үҙаллы эштәр


Башҡорт теленән контроль эштәрҙең һаны 9-сы класта түбәндәгесә:


II.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар – 10 сәғәт

Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә биреү, һөйләм төрҙәрен, тыныш билдәләрен үҙләштереү.

Сәсәндәр ижады – 2 сәғәт

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.

Салауат Юлаев – 10 сәғәт.

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Аҡмулла – 12 сәғәт.

Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Өмөтбаев – 5 сәғәт.

М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Сафуан Яҡшығолов – 4 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Мәжит Ғафури – 13 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш. Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.

Ш.Бабич – 12 сәғәт.

Шағирҙәың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.







Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:


телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу; телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү; бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.


Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.


Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

Башҡорт телен башланығыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе талаптарға ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.


Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Ятлау өсөн әҫәрҙәр:

  1. «Урал батыр» эпосынан өҙөк.

  2. Салауат Юлаев. «Уҡ», «Егеткә»

  3. М.Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «»

  4. Ш.Бабич. «Халҡым өсөн»,«Кем өсөн



III.9 –се класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә төп талаптар:


Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын ,исемен,мәғәнәһен;

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы һәм геройҙарын;

- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең төп темаһын;

-драматик һәм лиро-эпик әҫәрҙәрҙең характерлы үҙенсәлектәрен;

-ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстарын.

-өйрәнелгән һүҙҙәрҙең тәржемәһен белергә йәки һүҙлектәрҙән табырға;

-Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен;эйә менән хәбәрҙе билдәләүҙе;ике составлы,бер составлы,кәм һөйләм,тыныш билдәләренең принциптарын;

-айырымланған эйәрсән киҫәкле ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылыу ҡағиҙәләрен,эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡулланыу;һөйләмдәрҙә инеш һүҙ,инеш һүҙбәйләнеш,инеш һөйләм,ымлыҡ булғанда тыныш билдәләренең ҡуйылышы;тура һәм ситләтелгән телмәре,цитаталы һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Күнекмәләр:

-яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

-өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

-әҫәр геройҙарын ҡылыҡһырлай,бер-береһе менән сағыштыра белеү;

-телдең ҡайһы бер һүрәтләү сараларын билдәләй белеү;

-эпик һәм лирик ,лиро-эпик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

-художестволы,фәнни,публицистик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;




IV. Белемде баһалау нормалары


Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу, уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү, иҫәпкә алыу, шуның менән бергә, алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә, күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. Үтелгәнде аңлы үҙләштереүңлау кимәле;

  3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға, яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә, билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсөләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. Үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  3. Материалды эҙмәҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһәәкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндәһирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһәәкин

  1. Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙеңһәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  2. Әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. Яуабында эҙмәҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана

Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни   уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.


Баһалар

Класс

«5»

«4»

«3»

«2»

9

140

130

120

120-нән кәм



Яҙма эштәрҙең күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.


Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә иншалар алдан ныҡлы әҙерлек менән үткәрелә. Изложение һәм иншалар ярҙамында уҡыусыларҙың йөкмәткене аса, кәрәкле тел сараларын темаға ярашлы һайлай һәм, шулай уҡ, уларҙың грамматик нормаларҙы һаҡлап, орфографик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү һәләтлеге тикшерелә. Шуға күрә инша ике билдә менән баһалана. Билдәләрҙең тәүгеһе – эштең йөкмәткеһе һәм теле өсөн ҡуйылһа, икенсеһе грамоталылыҡ кимәлен билдәләй.

Эштәрҙе баһалауҙың төп критерийҙары.

1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.( Бер ни тиклем ситкә тайпылыштар булыуы мөмкин.) 2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик хаталар бар. 3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған. 4.Телмәрҙең лексик һәм грамматик төҙөлөшө, дөйөм алғанда, шаҡтай төрлө. 2. Эш йөкмәткеһендә 2 һәм телмәрендә 3 кәмселек булыуы мөмкин.


2 орфографик йәки 2 пунктацион йәки бер орфографик һәм 3 пунктацион йәки 4 пунктацион, шулай уҡ 2 грамматик хата булыуы мөмкин

3”

1.Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин фактик хаталар бар. 3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай. 4. Телмәр байлығы түбән, синтаксик конструкциялар бер төрлө. Һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. Эш йөкмәткеһе яғынан 4 һәм телмәре яғынан 5 хата булыуы мөмкин.


4 орфографик йәки 4 пунктацион, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктацион, йәки 7 пунктацион, шулай уҡ 4 грамматик хата булыуы мөмкин

2”

1.Эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик хаталар ебәрелгән.3.Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, бәйләнеш юҡ, эш планға тура килмәй. 4. Эштең һүҙлеге бик ярлы. Ул бер типтағы ҡыҫҡа һөйләмдәр менән яҙылған, һөйләмдәр араһында бәйләнеш бик йомшаҡ. Дөйөм алғанда эштең йөкмәткеһендә - 8, телмәрендә 7 хата ебәрелгән.

7/7,6/8,5/9,8/8 нисбәтендәге орфографик һәм пунктацион, шулай уҡ 7 грамматик хата булыуы мөмкин.


Уҡыусының үҙаллығы, инша фекеренең оригиналлеге, композицион һәм телмәр төҙөлөшө эште баһалағанда иҫәпкә алынмай. Оригиналь фекерҙең булыуы инша өсөн баһаны бер балға күтәрергә мөмкинлек бирә.

Өйрәтеү характерындағы яҙыу эштәре был таблицалағы һандарға инмәй, улар ғәҙәттәге дәрестәрҙә үткәрелә. Уларҙың йышлығын билдәләү уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.

9 синыфта башҡорт теленән телдән һәм яҙма рәүештә үткәрелә торған эш төрҙәре

  • Таныш булған художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыу.

  • Ятланған художестволы әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен тасуири һөйләү.

  • Тасуирлауҙарҙы үҙ эсенә алған ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе, уларҙың өҙөктәрен тулы итеп йәки ҡыҫҡартып һөйләй һәм

яҙып аңлата белеү.

  • Өйрәнелгән әҫәр буйынса яҙма һәм телдән фекер йөрөтөү характерындағы инша төҙөү.

  • Телдән һүрәт яһау, йомаҡ, әкиәт, хикәйә ижад итеү.

  • Үҙ аллы уҡылған әҫәрҙәр, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре, ҡаралған кинофильмдар, телевизион тапшырыуҙар хаҡында

(унда һүрәтләнгән ваҡиға һәм геройҙарға үҙ ҡарашыңды белдереп) телдән баһа бирә белеү.

  • Предмет-ара бәйләнештәр. Башҡорт теле. Хикәйәләү, тасуирлау, фекер йөрөтөү.

  • Ябай план. Телмәр стиле. Художестволы һөйләү, фәнни стиль. Әйберҙәрҙе тасуирлау элементтарын эсенә алған

хикәйәләүхарактерындағы текстарҙың йөкмәткеһе буйынса тулы изложение төҙөй белеү.

  • Тасуирлау, хикәйәләү һәм фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу.

Әҙәби белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлау контроле

  • Уҡыу йылы башында уҡыусыларҙың әҙәбиәт буйынса белем кимәлен төркөмдә һәм индивидуаль диагностикалау, уның артабанғы үҫешен асыҡлау.

  • Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереүҙе тикшереү (шул уҡ ваҡытта яттан һөйләүҙе), әҫәрҙе ятҡа һөйләгәндә башҡарыу интерпретацияһының үҫеше, ролләп уҡығанда тексты сәхнәләштереү.

  • Һөйләгәндә монологик телмәр күнекмәләрен асыҡлауҙа сара булып, һәр төрлө һөйләү һәм әҫәрҙең сюжетын һәм персонаж - геройҙарҙың характерын аңлау.

  • Әҙәбиәттән әхлаҡи-этик проблема буйынса иншалар яҙма телмәр мәҙәниәтенең кимәлен һәм әҙәби әҫәрҙең төп йөкмәткеһен аңлауҙы диагностикалауҙың төп формаһы булып тора. Әҙәби һәм публицистик темаларға иншалар.

  • Уҡыусыларҙың проект эшмәкәрлеге менән етәкселек итеү буйынса дәрес-консультациялар. Әҙәбиәт буйынса уҡыусыларҙың белем сифатына һәм үҫешенә үҫтерешле контроль булып зачет, семинар, коллоквиумдар һәм башҡа формалар тора.

V.Әҙәбиәт исемлеге

1.1 Дәреслек:Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 9-сы класы өсөн дәреслек.Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С, Ғафаров Б.Б.

1.2 Методик әсбаптар:

1.Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.М.И.Баһауетдинова, Г.Н.Йәғәфәрова.Өфө.Китап,2009

2.«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» дәреслегенә методик ҡулланма.Ф.Ә. Хөснөтдинова. Ә.Б. Һөйәрғолова

3.Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы.5-9 Х.А.Толомбаев,С.В.Атнағолова, Өфө,Китап,2009.

4.Башҡорт телен уҡытыу методикаһы.башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн.М.С.Дәүләтшина.Өфө. Китап, 2010

5.Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.5-9.М.Ғ.Ғималова,С.М.Рәхимова. Өфө,Китап,2009.

1.3 Предмет буйынса тәҡдим ителгән өҫтәлмә әҙәбиәт:

1.Башҡорт теленең синонимдар,антонимдар,омонимдар,фразеологик һүҙлектәре.

2.Башҡортса-русса,русса-башҡортса һүҙлектәр.

3.Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге.

4. Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

5.Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.– Өфө: Китап, 2001

6.Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

7.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.








VIІ.Календарь-тематик план


Тһ

Тема


Дәрес төрө

Күргәҙмәлелек, техник саралар







1

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе

ҡабатлау.


Ҡабатлау дәресе




2

Башҡорт халыҡ

ижады.

Яңы теманы өйрәнеү

Әкиәттәр, көләмәстәр һ.б. халыҡ ижады әҫәрҙәре.



3

"Кушма һөйләм һәм уның төрҙәре.

Яңы материал

Таблица, диск.



4

"Урал батыр" эпосы.

Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү

Карточкалар. "Урал батыр" эпосына арналған материал



5

Кушма һөйләм һәм уның төрҙәре.

Яңы материал өйрәнеү

Таблица, диск.



6

Иҙеүкәй менән Мораҙым.

Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү

Әҫәрҙең тулы варианты.



7

Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр

Яңы материал өйрәнеү

Таблица,



8

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар. М.Ҡашғари"Диуану лүғәт әт-түрк. Й.Баласағуни

Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү

М.Кашғари, "Диуану лүғәт әт-түрк



9

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

Яңы материал өйрәнеү

Таблица



10

Кол-Ғәли "Ҡисса-и-Йософ"

Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү

"Кисса-и-Иософ"әҫәре.




11

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, уларҙа тыныш билдәһенең ҡуйылышы

Яңы материал өйрәнеү

Таблица



12

"Буҙйегет"

Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү




13

Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

Яңы материал өйрәнеү

Таблица, карточкалар.



14

Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары. Ҡотобтоң "Хөсрәү вә Ширин"поэмаһы

Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү

"Котобтоң"Хөсрәү вә Ширин" поэмаһының тулы варианты



15

Контроль диктант «Йәшел алтын»

Белемдәрҙе тикшереү, контроль дәрес


Диктант һәм изложение

йыйынтығы



16

Хаталар өҫтөндә эш. Сәйф Сараи

"Гөлөстан бит-төрки" поэмаһы.

Хәрәзми"Мөхәббәтнамә"әҫәре

Ҡатнаш дәрес




17

Эйәртүле ҡушма һөйләмдәр. Баш һәм эйәрсән һөйләмдәр.

Яңы материал өйрәнеү

Таблица



18

Хөсәм Кәтиб "Жөмжөмә Солтан" әҫәре

Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү




19

Эйәрсән һөйләмде башһөйләмгә

бәйләүсе саралар. Тыныш билдәләре.


Яңы материал өйрәнеү

Карточкалар



20

Милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш. Батыршаның батшаға яҙған хаты

Яңы теманы өйрәнеү

Өҫтәлмә мәғлүмәт



21

Эйәрсән һөйләм төрҙәре

Яңы материал өйрәнеү

Таблица



22

Изложение «Ураҡ өҫтө ине»

Һөйләм үҫтереү дәресе

Диктант һәм изложение

йыйынтығы.









23

Хөсәм Кәтиб "Жөмжөмә Солтан" әҫәре

Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү




24

Эйә һөйләм.


Яңы материал өйрәнеү

Таблица, диск.



25

«Куҙыйкүрпәс менән Маянһылыу»

Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү

Өҫтәлмә

мәғлүмәт.



26

Хәбәр эйәрсән һөйләм.


Яңы материал өйрәнеү

Таблица



27

«Бәхтиәрнамә»

Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү




28

Аныҡлаусы

Һөйләм

Яңы материал өйрәнеү

Таблица, диск.



29

Йырауҙар.


Яңы теманы өйрәнеү




30

Тултырыусы һөйләм.


Яңы материал өйрәнеү

Таблица



31


Сәсәндәр ижады

Яңы теманы өйрәнеү




32

Контроль диктант «Минең дуҫтарым»

Белемдәрҙе тикшереү, контроль дәрес

Диктант һәм изложение

йыйынтығы



33

Хаталар өҫтөндә эш. Салауат Юлаевтың тормошо ,ижады

Ҡатнаш дәрес




34

Хәл һөйләмдәр. Ваҡыт һөйләм.

Яңы материал өйрәнеү

Таблица



35

С.Юлаев шиғырҙарында азатлыҡ темаһы

Шиғырҙарҙың йөкмәткеһен өйрәнү




36

Урын һөйләм

Яңы материал өйрәнеү

Таблица



37

Инша.

Һөйләм үҫтереү дәресе




38

Рәүеш һөйләм.

Яңы материал өйрәнеү

126-сы бит, таблица буйынса эшләү.



39

Тажетдин Ялсығол


Яңы тема




40

Сәбәп һөйләм

Яңы материал өйрәнеү

Таблица



41

Ғәбдерәхим Усман. Мөһиммәт әз-заман.

Яңы тема




42

Маҡсат һөйләм.

Яңы материал өйрәнеү

Таблица




43

Рус яҙыусылары

ижадында Башҡортостан темаһы.

Яңы тема




44

Шарт һөйләм

Яңы материал өйрәнеү

Таблица



45

Изложение «Два сына»

Һөйләм үҫтереү дәресе

Диктанттар һәм

изложениелар

йыйынтығы.



46

Ғәли Соҡорой.Туғандарыбыҙҙың һәм

Яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү".

Әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү

Портрет, буклет



47

Кире һөйләм

Яңы материал өйрәнеү




48

Мифтахетдин Аҡмулла.

Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары

Яңы теманы өйрәнеү

Портрет



49

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп

эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм

уларҙа тыныш билдәләре.


Яңы материал өйрәнеү

Таблица, схемалар



50

Контроль диктант «Ҡоштар көнө»

Белемдәрҙе тикшереү, контроль дәрес


Диктанттар һәм

изложениелар

йыйынтығы



51

Хаталар өҫтөндә эш М. Аҡмулланың

шиғыр- ҡобайырҙары

Ҡатнаш дәрес

Тест



52

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тын билдәләре.

Яңы материал өйрәнеү




53

М. Өмөтбаев. Тормош юлы, ижады. Ғилми-ағартыу эшмәкәрлеге


Ғ.Ҡунафин

"Мәғрифәтсе һәм әҙип М. Өмөтбаев



54

Теҙемдәр һәм

уларҙа тыныш

билдәләре


Яңы материал өйрәнеү




55

Ризаитдин Фәхретдин"Сәлимә","Әсмә".

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен өйрәнү

Портрет



56

Ҡушма һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе

ҡабатлау


Яңы материал өйрәнеү




57

Сафуан Яҡшығолов.


Яңы тема

Портрет



58

Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләре.


Яңы материал өйрәнеү




59

Фәтхелҡадир Сөләймәнов

"Башҡорт моңо","Тимербай курайсы"

Яңы тема

Портрет



60

Өтөрҙөң, һыҙыҡтың ҡуйылыу осраҡтары

Яңы материал өйрәнеү




61

Мәжит Ғафури. Тормош юлы һәм ижады

Яңы тема

Портрет



62

Нөктәле өтөрҙөң, ике нөктәнең ҡуйылыу

осраҡтары.


Яңы материал өйрәнеү




63

Мәжит Ғафури " Шағирҙың алтын

приискаһында"


Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү дәресе

Портрет



64

Инша:"Кем булырға?"

Һөйләм үҫтереү дәресе

Төрлө профессиялар тураһында белешмә.



65

Шәйехзада Бабич. Тормош юлы һәм ижады

Яңы тема

Портрет



66

Контроль диктант «Исем серҙәре»

Белемдәрҙе тикшереү, контроль дәрес


Диктанттар һәм

изложениелар

йыйынтығы



67

Хаталар өҫтөндә эш. Ш. Бабич "Башҡорт халҡына көйлө хитап", "Салауат батыр" шиғырҙары

Ҡатнаш дәрес

Портрет



68

Морфология, синтаксис буйынса

Үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.


Йомғаҡлау дәресе





VІ. Материаль – техник саралар


Компьютер, проектор, интерактив таҡта



Автор
Дата добавления 08.10.2016
Раздел Иностранные языки
Подраздел Рабочие программы
Просмотров44
Номер материала ДБ-245448
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх