Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Иностранные языки / Рабочие программы / Рабочая программа 1-4 кл гос

Рабочая программа 1-4 кл гос



Осталось всего 4 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Иностранные языки

Поделитесь материалом с коллегами:

Аңлатма яҙыу


Программа составлена на основе содержания образовательной программы ООО по ФКГОС с учетем требований к результатам обучения, представленных в Стандарте основного общего образования. Содержание рабочей программы адаптировано к уровню классов коррекции VII вида с учетом рекомендаций и изменений, внесенных в программу обучения детей с задержкой психического развития (приказ №993 от 24.06.2011 г. И приложение к письму Министерство образования Республики Башкортостан от 08.08.2011 г.№16-10/206 «Учебный план специальных (коррекционных) образовательных учреждений VII вида (для обучающихся с задержкой психологического развития)).

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 1 – 4 -се кластар өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).


Маҡсаттар һәм бурыстар.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 1-4-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

  • Башҡорт теленеңлексикаһы, фонетикаһы. Грамматикаһы буйынса төп белемде үҙләштереү.

  • Уҡыусының телмәрен, фекерләү, күҙ алдына килтерә алыу, аралашыу үҙенсәлектәренә һәм шарттарына ярашлы тел саралары һайлай белеү мөмкинелеген үҫтереү.

  • Дөрөҫ яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, ауыр булмаған монолог, ҙур булмаған күләмдәге яҙма тасуирлау һәм хикәйәләү текстарын төҙөй белеү.

  • Башҡорт теленә позитив эмоциональ – баһалы ҡараш, уның уникаллеген һәм таҙалағын һаҡлауға туранан – тура мөнәсәбәтле булыу тойғоһо тәрбиәләү; телгә ҡыҙыҡһыныу, үҙ телмәрен яҡшыртыуға ынтылыш уятыу.


Дәреслек: 1 – класс:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Бикбова Н.С., Ғиниәтуллина Ф.М. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 -се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2011.

2 – класс:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н.Н Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2 класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014

3 – класс: Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 -се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2015.

4 – класс: Дәүләтшина М.С., Кинйәбаева Н.Н., Садыҡова Г.М. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 -се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2016.


1. Курсты өйрәнеү һөҙөмтәләре

Башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

  • тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнен аңлау, үҙләштереү;

  • башҡорт теленең милли мәҙәниәттең бер күренеше итеп ҡабул итеү;

  • дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;

  • үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ – үҙен баһалау һәләтлеге.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

  • уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

  • башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

  • уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

  • Һорауҙар биреү оҫталығы.

Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

  • уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; уҡыуҙа:

  • өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

  • өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

  • яҙыу техникаһына эйә булыу;

  • үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

  • башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

  • төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

  • башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

  • башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

  • географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

  • башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

  • ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

  • үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

  • башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

  • балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

  • башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

  • балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

  • уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.




2.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе


  1. класс

  1. Башҡортостан- минең тыуған республикам. - 1 сәғәт.

Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

  1. Танышыу.-4 сәғәт.

         Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы?Һорау бирергә,һорауҙарға яуап бирергә,диалог төҙөргә өйрәтеү.

3. Ғаилә. – 4 сәғәт.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

4. Мәктәп. – 4 сәғәт.

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.

  1. Төҫтәр.-3 сәғәт.

       Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

6. Һандар. – 2 сәғәт.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.

7. Уйын, уйынсыҡтар. – 3 сәғәт.

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт  телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

8. Кем ни эшләй? – 2сәғәт

9. Тән өлөштәре. – 2 сәғәт.

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау.

10. Кейем-һалым. – 2 сәғәт.

Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

11. Йорт хайуандары һәм ҡоштар.- 2 сәғәт.

Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү.  

12. Ҡырағай  хайуандар һәм ҡоштар.- 2 сәғәт.

Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

13. Йомғаҡлау. – 2 сәғәт.

Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.



2 класс

  1. Танышыу - 2 сәғәт.

Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең кем(нисек)? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? Һорауҙарына яуап биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ә, һ, ң, ҙ, ү) үҙләштереү; темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

  1. Был мин3 сәғәт.

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҡ) үҙләштереү.Минең, һинең, уның алмаштарының мәғәнәләренә төшөнөү, уларҙы ҡулланып (ауырта-ауыртмай) һөйләмдәр төҙөү.

  1. Минең ғаиләм – 3 сәғәт.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ғ, ө) үҙләштереү. Нимә эшләй? һорауына яуап биреү.

4. Мин нимә яратам? – 1 сәғәт.

Үҙең, үҙеңдең ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, тураһында һөйләшеү. Башҡорт милли аштары тураһында һөйләшеү. Аш-һыу приборҙары һүҙҙәрен ҡулланып (нимә менән?) һөйләмдәр төҙөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҫ) үҙләштереү.

5. Минең мәктәбем– 1 сәғәт.

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.Ниндәй? һорауына яуап биреү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.Диалог төҙөргә өйрәнеү.

6. Минең класым – 1 сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Өндәү һәм һорау һөйләмдәр. Ниндәй? һорауына яуап биреү.

7. Мин мәктәпкә йыйынам – 1 сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар. Уларҙың эштәре. Һөйләмдәр төҙөү, уҡыу, һөйләү.

  1. Мин уҡыусы – 1 сәғәт. Диалог.

Мин мәктәпкә йыйынам. Кроссворд. Нисек? һорауына яуап биреү.

  1. Мин дәрестә- 1 сәғәт.

Текст. Минең дуҫым. Һүрәтле текст. Артур мәктәпкә бара. Ҡайҙа? һорауына яуап биреү. Эргәһендә-в (предлог), внутри мәғәнәһен үҙләштереү. Ҡайҙа? Өҫтөндә-на(педлог), аҫтында-под (предлог) мәғәнәләрен үҙләштереү.

10. Мин дәрестән сыҡтым– 2 сәғәт. Сюжетлы һүрәттәр. Түңәрәктәр. Беҙ түңәрәккә йөрөйбөҙ. Тәнәфестә. Алинаның көн тәртибе. Нимә эшләйем? һорауына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, һөйләү. Башҡорт теленең специфик өндәренең әйтелешен һәм яҙылышын өйрәтеү.

11. Минең уйынсыҡтарым – 3 сәғәт.

Уйынсыҡтар магазины. Сюжетлы һүрәттәр. Тиҙҙән Яңы йыл етә. Тәртип ҡағиҙәләре. Нимә? Нимәләр? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү. Нимә эшләйбеҙ? Нимә эшләмәйбеҙ? һорауҙарына яуап биреү. Текстың йөмәткеһә өҫтөндә эш. Нимә эшләмә? һорауына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү.

12. Мин уйнарға яратам – 2 сәғәт.

Сюжетлы һүрәттәр. Ҡышҡы уйындар. Беҙҙең катокта. Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Текстың йөмәткеһе өҫтөндә эш. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү.

13. Мин уйнарға сығам – 2 сәғәт.

Һүрәтле текст. Миңә нимә кәрәк? һорауына яуап биреү. Кәрәк, кәрәкмәй һүҙҙәрен үҙләштереү.

14. Мин уйнарға сыҡтым – 3 сәғәт. Картина. Башҡорт өндәрен һәм хәрефтәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу. Нисәнсе? һорауына яуап биреү. Картинаны тасуирлау.

15. Минең кескәй дуҫтарым – 3 сәғәт. Сюжетлы һүрәттәр. Халыҡ ижады. Текст. Тест һорауҙары. Был нимә? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү.

16. Мин ял итәм- 2 сәғәт.

Сюжетлы һүрәттәр. Хайуандар тураһында әкиәттәр. Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡасан? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү. Был нимә?Нимәгә? һорауҙарына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү.

17.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 1 сәғәт

Һүрәтле текст. Таблица. Сюжетлы һүрәттәр, картина. Тәүлекте, ваҡытты сәғәттәрҙә билдәләү. Ҡасан? Нимә менән? һорауҙарына яуап биреү. Таблица тултырыу(Үҙем Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен дөрөҫ билдәләү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. менән алам. Өйҙә ҡалдырам.). Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Сюжетлы һүрәттәр буйынса хикәйә (текст-Лагерҙа көн тәртибе.).



3 класс

  1. Һаумы мәктәп 1 – сәғәт.

Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Башҡорт алфавиты. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу.

  1. Мин танышам 4 сәғәт.

Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.) Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе.Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары.

  1. Мин белем алам 3 сәғәт.-

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

  1. Мин һәм минең ғаиләм 4 - сәғәт.

Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

  1. Мин һөнәр һайлайым 3 сәғәт.

Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

  1. Мин тәбиғәтте яратам 6- сәғәт.

Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҡемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

  1. Минең яратҡан миҙгелем 4 сәғәт.

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасүирлау элементтары.

  1. Гардеробым 3 сәғәт.

Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.

  1. Минең тыуған көнөм. 2 сәғәт.

Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү әолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.

Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

  1. Сәйәхәтәтсе 3 сәғәт.

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сыныҡыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Килеш ялғауһары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.


4 класс

Көн дә мәкәтәпкә барам – 3 сәғәт.

Мәктәп темаһы лексикаһы, мәктәп тураһында шиғырҙар, текстар. Һөйләм. Ябай һөйләм төрҙәре. Исем. Исем һорауҙары. Янғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Компьютерҙа эшләү ҡағиҙәләре. Телевизор ҡоло.

Мин ғаиләмде яратам – 6 сәғәт.

Туғанлыҡ терминдары. Минең атайым. Нимә ул яҡшы, нимә ул насар? Ул да әсәҙенә булышҡан. Дүрт ҡыҙыҡай. Минең шөғөлөм. Әйберҙәрем тыңламай. Минең бүлмәм. Таҙалыҡ тураһында мәҡәлдәр. Сифат. Уның һорауы. Синонимдар. Сифат дәрәжәләре. Сифаттарҙың һөйләмдәге роле.

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем – 5 сәғәт.

Рәсәй иле. Минең йортом. Ватан. Ҡунаҡта. Башҡорт халыҡ уйындары. Алмаш. Күрһәтеү алмаштары. Һорау алмаштары.

Ауылда йәшәйем – 6 сәғәт.

Тыуған ерем. Өфө. Стрәрлетамаҡ. Тыуҡан илем. Айыу менән бабай. Башҡортостан ерендә тәбиғәт мөғжизәләре. Асылыкүл. Ай Уралым. Уралым... һан. Һан төркөмсәләре. Башҡорт телендә дата яҙылышы. Башҡортостанда райондар һәм ҡалалар.

Йыл миҙгелдәре тураһында һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ - 5 сәғәт.

Миҙгелдәр. Ер шары. Ҡыш һәм йәй. Йәнлектәр. Бөжәктәр. Күбәләк һәм бал ҡорто. Һауа торошо. Һынамыштар. Рәүеш. Рәүештең сифаттан айырмаһы.

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ – 4 сәғәт. Троллейбуста. Ҡарға. Искәндәрҙе кем уятты? Минең хыялым. Балаларҙың хыялы. Замир презедент була. Кумирҙар. Ҡылым. Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы. Ҡылымдың зат, һан менән үҙгәреше.

Һатып алырға өйрәнәм – 5 сәғәт.Бәхет. Һандар. Эшләп табылған бер һум. Магазинда. Тәтәй күлдәк ҡайҙа үҫә? Әсәйемдең тыуған көнө. Нимә бүләк итергә? Ҡылым. Ҡылымдың заман менән үҙгәреше.



  1. Тематик планлаштырыу

3.1. «Башҡорт теле» предметын тематик планлаштырыу.1 класс, 33 сәғәт

3.2. «Башҡорт теле» предметын тематик планлаштырыу.2 класс, 34 сәғәт

3.3. «Башҡорт теле» предметын тематик планлаштырыу.3 класс, 34 сәғәт

3.4. «Башҡорт теле» предметын тематик планлаштырыу.4 класс, 34 сәғәт





























57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 29.11.2016
Раздел Иностранные языки
Подраздел Рабочие программы
Просмотров6
Номер материала ДБ-399478
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх