8 марта

Подарочный сертификат от проекта «Инфоурок»

Выбрать сертификат
Инфоурок Родной язык Рабочие программыРабочая программа по баш. языку

Рабочая программа по баш. языку

библиотека
материалов

Примерные образовательные программы по предмету “Башкирский яҙык” (Как государственный язык) для 1-4 классов общеобразовательных организаций с русским языком обучения.

Рабочая программа разработана на основе программы по башкирскому языку для учащихся I – XI классов школ с русским языком обучения. Составители: Усманова М.Г., Габитова З.М. – Ижевск, издательство «КнигоГрад», 2008.

Аңлатма яҙыу

2009 йылдың 6 октябрендә Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан раҫланған башланған дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттары уҡытыу йөкмәткеһен тормошҡа ашырыуҙың түбәндәге үҙенсәлектәрен билдәләй:

1.     Алдан планлаштырылған уҡытыу-һөҙөмтәләренә мотлаҡ ирешеү: шәхсән, предмает буйынса һәм метапредмет һөҙөмтәләре.

2.     Уҡытыу һөҙөмтәләрен яңыса аңлау, уҡыусыларҙа оҫталыҡ,  күнекмә булдырыу түгел, ә эшмәкәрлек ысулын формалаштырыу.

3.     Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге нигеҙендә метапридмет һөҙөмтәләрен формалаштырыу.

Уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтә күрһәткестәре булып тора:

1)     Уҡыу эшмәкәрлегенә ыңғай ҡараш, белем алыуҙың шәхсән мәғәнәле булыуы;

2)     Уҡыуҙың һөҙөмтәле һәм үҙенең ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡ тойғоһо, үҙаллылыҡ;

3)     Донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;

4)     Башҡа халыҡтарҙың тарихына, мәҙәниәтенә, икенсе кеше фекеренә ихтирамлы ҡараш;

5)     Матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

6)     Үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңде кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

7)     Мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғйлар – намыҫлана, ғәфү үтенә, ояла белеү.

Метапридмет һөҙөмтәләре

Танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

1)     Төрлө формала бирелгән мәғлүмәт таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

2)     Текстағы мәғлүмәттең бөтә төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

3)     Тексты анализлай һәм синтезлай белеү;

4)     Текстарҙы үҙләштереүҙә уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу (текст менән танышыу өсөн күҙ йүгертеп уҡыу, текстың йөкмәткеһен белеү өсөн аңлап уҡыу, мәғлүмәт табыу өсөн әҙерләнеп уҡыу һ.б.)

5)     Һүҙлектәр, белешмә материал менән файҙалана белеү;

6)     Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, презентация эшләй белеү;

7)     Мәғлүмәтте бер форманан икенсн формаға үҙгәртә белеү.

Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

1)     Уҡыу маҡсаттарына ярашлы танып белеү эшмәкәрлегенең башланғыс формаларын үҙләштереү: эште планлаштырырға, эшләнгән эште контролләргә, баһаларға өйрәнеү;

2)     Дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү;

3)     Уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

4)     Ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҙенең эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индерә белеү;

5)     Уҡытыусы менән берлектә билдәләнгән баһалау критерийҙарына ярашлы үҙенең һәм иптәштәренең эшенә баһа биреү.

Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

1)     Төрлө телмәр ситуацияларына ярашлы телдән һәм яҙма телмәр төҙөй белеү;

2)     Үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп әйтеү һәм уны яҡлай белеү;

3)     Телмәрҙең диологик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

4)     Фекерҙе нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

5)     Башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡараштарыңды үҙгәртә алыу;

6)     Дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең планлаштырылған предмет һөҙөмтәләре

1.     Коммуникатив компетенция өлкәһендә:

Һөйләү һәм һөйләшеү;

a)     Йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диологик һәм монологик телмәр ҡора белеү;

b)     Үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү;

c)     Уҡыған тексты аңлы һөйләй белеү;

d)     Шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

Тыңлап аңлау:

a)     Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, өйрәнелгән тел материалы ингән аудио-текстарҙың йөкмәткеһен аңлау;

b)     Дәрестә аралашыу барышында уҡытыусының, иптәштәренең уҡыу һәм уйын ситуациялары менән бәйле күрһәтмәләрен, үтенестәрен аңлау;

c)     Тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;

Уҡыу:

a)     Логик баҫымдарҙы, һүҙ баҫымын дөрөҫ ҡуйып, тексты шыма, аңлы, дөрөҫ уҡыу;

b)     Таныш тел материалына ҡоролған ябай һәм ҙур булмаған текстарҙы аңлап уҡыу;

c)     Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә һәм ҡыҙыҡһыныуҙарына ярашлы ҡыҫҡа текстарҙың төп йөкмәткеһен эстән уҡып аңлау;

d)     Текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

e)     Текстағы тыныш билдәләренә ҡарап,тейешле пауза һәм интонация һайлау;

f)       Таныш булмаған текстан тулы мәғлүмәт алыу өсөн эстән уҡыу техникаһына эйә булыу;

Яҙыу:

a)     Яҙыу техникаһына эйә булыу;

b)     Айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй ткестарҙы үҙгәрешһәеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

c)     Әҙер өлгөгә таянып, шәхси характерҙағы хат йәки ҡотлау яҙа белеү;

Һорауҙарға яҙма яуаптар төҙөй белеү:

a)     Өйрәнелгән материалға нигеҙләнгән өйрәтеү һәм һүҙлек диктанттары күсереп яҙыу;

b)     Өйрәтеү изложениялары, иншалары яҙҙырыу, иптәшең яҙҙғанды һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереп, камиллаштыра белеү;

Тел комплектацияһы:

a)     Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү;

b)     Өйрәнелгән орфоэпик һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе белеү;

c)     Телмәрҙә өйрәнелгән лексик һәм грамматик берәмектәрҙе таныу һәм ҡулланыу;

Социомәҙәни комплектация:

a)     Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, этикет ҡағиҙәләрен белеү;

b)     Географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәре персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен белеү;

c)     Тойғо-кисерештәрҙе сағылдырыу өсөн башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсесараларҙы үҙләштереү;

d)     Балалар фольклоры, текст һәм төрлө мәғлүмәт аша башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

 

2.     Танып белеү өлкәһендә:

a)     Башҡорт һәм рус иелдәрендәге тел күренештәрен сағыштыра белеү;

b)     Туған телдә булмаған грамматик күренештәрҙе таный белеү;

c)     Телде телде һиҙемләп аңлау нигеҙендә һүҙҙәрҙең мәғәнәһен таныу;

d)     Өйрәнелгән тиматика эсендә телдән һәм яҙма телмәр өлгөләре төҙөгәндә өлгөнө файҙалана белеү;

e)     Белешмә материал, һүҙлектәр, компьютер һүҙлектәре менән файҙалана белеү;

f)       Рус теле дәрестәрендә текст менән эшләү тәжрибәһен башҡорт теле дәресендә файҙалана белеү.

Уҡыу планында предмет урыны

Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле итеп уҡытыуға 1 – 4-се кластарҙа аҙнаға 1 (34 сәғәт)

Уҡытыу предметының  йөкмәткеһе һәм сәғәттәр һаны

2-се класс

Танышыу- 2 сәғәт

Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең кем? Һин ҡайҙа йәшәйһең?

Һиңә нисә йәш? Әә, Һһ, ң , Ҙҙ, Үү хәрефе                                                                                                            

Был мин -2 сәғәт

Тән өлөштәре. Ҡҡ хәрефе                                                                                              

Минең ғаиләм-2 сәғәт

Минең, һинең, уның.  Нимә эшләй? Өө , Ғғ  хәрефе                                      

Мин нимә яратам-2 сәғәт

Нимә менән? ҫ  хәрефе                                                                               

Минең мәктәбем-1 сәғәт

 Мәктәп ниндәй?                                                                                          

Минең класым-1 сәғәт

Класс ниндәй?                                                                                                    

Мин мәктәптә-1 сәғәт

 Кемдеке?  Һорауы                                                                                              

 

Мин уҡыусы-2 сәғәт

 Нисек?  Һоррауы                                                                                               

Мин дәрестә. Ҡайҙа ? һорауы                                                                                                   

Мин дәрестән  сыҡтым -2 сәғәт

 Нимә эшләйем? Һорауы                                                               

Минең уйынсыҡтарым -1 сәғәт

 Нимә? Нимәләр? Нимә эшләйбеҙ? Ниндәй? Нимә

эшләмә? Һорауҙары                                                                                                                                     

Мин уйнарға яратам-5 сәғәт

  Нимә эшләйбеҙ?                                                                                     

Мин уйнарға  сығам-2 сәғәт

 Миңә нимә кәрәк?                                                                                    

Мин уйнарға  сыҡтым-1 сәғәт

 Нисәнсе?                                                                                                 

Минең  кескәй  дуҫтарым -3 сәғәт

 Был нимә? Ниндәй? Ни эшләй?                                              

Мин ял итәм-6 сәғәт

 Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡасан? Был нимә? Нимәгә? Нимә менән? Нимә эшләйбеҙ һорауҙары

                                                                                     

 

3-сө класс

Танышыу – 2 сәғәт.

Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.) Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу.

Мәктәптә - 2 сәғәт.

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы, таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

 

 

Һөнәрҙәр -2 сәғәт.   

Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөлһөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.  Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

Йыл миҙгелдәре -5 сәғәт.  

 Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу. Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасүирлау элементтары.

 

Кейемдәр – 4 сәғәт.

Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү. Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.

Ғаилә -2 сәғәт.

Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөғөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше. Уларҙың формаларын  телмәрҙә  ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Тыуған көн- 3 сәғәт.   

Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү әолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу  тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау. Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү. Башҡорт телендәге       бойороҡ,     теләк             һөйкәлеше формаларын             практик үҙләштереү. Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

Тәбиғәт-8 сәғәт.

Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҡемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр. Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын,

ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре практикүҙләштереү.Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

 

 

 

Башҡортостан – 4 сәғәт. 

Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе. Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары.  Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә  ҡулланыу. Ҡабатлау. Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу. 

                                                                                                                                           

                                                                                                          4-се класс

1 сентябрь. Белем көнө –1

Башҡорт  теленең  өндәре  һәм  хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү). Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Эйәлек ялғауҙарын ҡабатлау. Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.) Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. 

Мәктәптә 5 сәғәт.

 Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы, таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Эште белдереүсе һүҙҙәр.  Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу 

 Ғаилә – 2 сәғәт.

 Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Уларҙың формаларын  телмәрҙә  ҡулланыу.

 Буш ваҡыт- 7 сәғәт.

 Шөғөл - һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Башҡорт телендә ҡылымдарҙың зат, һан ялғауҙарын  практик үҙләштереү.

 Ауылда/ҡалала йәшәйем- 4 сәғәт.

 Кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Башҡорт телендә ҡылымдарҙың зат, һан ялғауҙарын  практик үҙләштереү.

 Йыл миҙгелдәре -5 сәғәт.  

 Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу. Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасүирлау элементтары. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу. Ҡылым темаһы буйынса белемде нығытыу.

 Башҡортостан тәбиғәте – 5 сәғәт.

Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр. Башҡорт телендә һөйләм төрҙәре.

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ- 4 сәғәт.

Үҙем йәшәгән ер тураһында.  Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ яҙырға өйрәнеү; Уҡытыусының һорауҙарына аңлы яуап биреү.

                         

 

 

Курс повышения квалификации
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Правовое обеспечение деятельности коммерческой организации и индивидуальных предпринимателей»
Курс профессиональной переподготовки «Управление персоналом и оформление трудовых отношений»
Курс повышения квалификации «Формирование компетенций межкультурной коммуникации в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС педагогических направлений подготовки»
Курс повышения квалификации «Основы построения коммуникаций в организации»
Курс повышения квалификации «Этика делового общения»
Курс профессиональной переподготовки «Организация маркетинга в туризме»
Курс повышения квалификации «Основы менеджмента в туризме»
Курс профессиональной переподготовки «Управление ресурсами информационных технологий»
Курс повышения квалификации «Мировая экономика и международные экономические отношения»
Курс профессиональной переподготовки «Риск-менеджмент организации: организация эффективной работы системы управления рисками»
Курс профессиональной переподготовки «Техническая диагностика и контроль технического состояния автотранспортных средств»
Курс повышения квалификации «Международные валютно-кредитные отношения»
Курс профессиональной переподготовки «Стратегическое управление деятельностью по дистанционному информационно-справочному обслуживанию»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.