Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому (государственному) языку

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку

Скачать материал

 

 

Рассмотрено                                 Согласовано                                          Утверждаю                                                              на заседании ШМО                       Зам. директора по УВР:                      Директор школы:                                              Протокол №___                              ________ Кадыров А.Т.                      _______  Абуляев Р.Р. от                                    «    »_______ 2015г.                         «     »________2015г.                         «  ___»   ________2015г.

 

 

 

 

 

 

 

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА

учебного предмета

«БАШКИРСКИЙ (ГОСУДАРСТВЕННЫЙ) ЯЗЫК»

(базовый уровень)

8 класс

1час в неделю, 34 часа за учебный год

 

Разработана на основе Федерального государственного образовательного

 стандарта основного общего образования.

                 

 

 

 

 

 

с.Стерлибашево, 2015г.

 

 

 

 

 

Аңлатма яҙыу.

 

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы

уҡыусылары өсөн эш программаһы.

 

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы.

 

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград».

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 1-се һанлы Стәрлебаш урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа  ашырыла.

 

 Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

 

Программаның йөкмәткеһе  3 йүнәлештә төҙөлгән

 

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

-лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

 

Башҡорт  теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының  дәүләт теле булып һанала. Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа   “Башҡорт теле ” предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй.  Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ,  башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң  төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән  уңыштарын  билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Туған тел баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе;  үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

Уҡыу процесын ойоштороу формалары:

  • Дәрес-консультация
  • Практик дәрестәр
  • Эшлекле уйындар
  • Ярыш дәрестәре
  • Компьютер дәрестәре
  • Төркөмдәр менән эшләү
  • Ижади дәрестәр
  • Дәрес конкурстар
  • Әңгәмә дәрестәре
  • Дәрес уйындар
  • Дәрес конференциялар
  • Дәрес семинарҙар
  • Интеграцияланған дәрестәр
  • Предмет – ара дәрестәр
  • Дәрес экскурсиялар

 

Башҡорт теле предметы башҡа дәрестәр менән тығыҙ бәйләнгән:

 

ü  Донъя әҙәбиәте һәм мәҙәниәте, бында башҡорт теле уҡыусыларҙы донъя халҡтарының рухи байлығына ылыҡтырыусы сара булып тора. Илһөйәр һәм башҡа халыҡтарға ҡарата толерант ҡарашлы шәхес итеп формалаштыра.

ü  Рәсәй тарихы, йәмғиәтте өйрәнеү, география, бында башҡорт теле уҡыусыларҙы йәмғиәттең мәҙәни-тарихи тәжрибәһен аңлатыусы канал ролен башҡара.

ü  Химия, физика, математика, ИКТ, информатика, бында башҡорт теле төрлө кимәлдәге белемдәрҙе һаҡлау формаһы булып тора, белемдәрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай.  Артабан юғары профессиональ кимәлде үҫтерә.

ü  Хоҡуҡ, бында башҡорт теле тормошта баланың  үҙ тотошоноң этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе булып тора. Уға төрлө осраҡтарҙы мораль яҡтан дөрөҫ  баһаларға ярҙам итә.

 

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

 

-        Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

-        Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

-        Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

-        Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

-        Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

 

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

 

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын тһәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват, стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата;башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү;һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ  лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле  булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет  һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте  дауам итеүгә һәләтле булараҡ , функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы – предмет- ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу;телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау);танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай алыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү;библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан  кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып  уҡыу төрөн  һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б);регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормошҡа ашырыу.) Функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу  башҡорт теленең  төҙөлөшө һәм аралашыуҙың  төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына  һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө  ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм биреү мәктәптәрендә

башҡорт телен уҡытыу  баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә

алырлыҡ  кимләдә булырға тейеш

 

      “Башҡорт (дәүләт) теле” предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше.

 

1-се Стәрлебаш урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планы буйынса 8-се класта башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеүгә бөтәһе -  34 сәғәт бирелә ( аҙнаһына - 1 с.)

 

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.

 

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (дәүләт) теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1)                   Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади  һәләтлектәрен  һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә  дәүләт теленең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы  әһәмиәтен билдәләү;

2)                   Башҡорт теленең эстетик ҡиммәттәрен аңлау; дәүләт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу  тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3)                   Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

 

Башҡорт (дәүләт) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1.)телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

Аудирование һәм уҡыу:

-телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

-төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

-төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование  менән эш итеү(һайлап алыу, танышыу);

- төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгә компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон  ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

- һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү;уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

- стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

Һөйләү һәм яҙыу:

-алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив)маҡсатын  билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

- тыңланған  йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

-төрлө стилдәрҙә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

-телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

-төрлө төрҙәге монологты(хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикетты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу, һ.б; төрлө төрҙәге диалогтарҙың берләшеүен) үҙләштереү;

-ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

-телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

- уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу;йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу;үҙ тексыңды төҙәтеү һәм камиллаштыра  белеү;

-үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2)алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; дәүләт телен башҡа телдәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара(сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә ) ҡулланыу;

3)аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

 

Предмет һөҙөмтәләре:

 

1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

 2) гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

        3) башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

   4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел

  5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

  6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәметәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

      7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

      8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;

      9) башҡорт теленең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

 

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

 

         Мәктәпкә барабыҙ. 6 сәғәт

Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

       Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр. 6 сәғәт

 Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында  мәҡәл , әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

         Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы. 4 сәғәт

Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары      тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек  эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

          Хеҙмәт төбө – хөрмәт. 4 сәғәт

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

        Ҡыш дауам итә. 3 сәғәт

 Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

       Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры. 2 сәғәт

  С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. ( һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.

        Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! 3 сәғәт

 Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.

          Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ. 2 сәғәт

 Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.  Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.

        Ай Уралым, Уралым...  4 сәғәт

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

8 КЛАСС

Тематик планлаштырыу

Бүлек исеме.

     Дәрес

    темаһы

 

        Йөкмәткенең өлөштәре

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика (уҡыу эшмәкәрлеге кимәлендә)

 

1

2

3

4

 

I. МӘКТӘПКӘ БАРАБЫҘ (6 сәғәт)

 

1.

Мәктәпкә

барабыҙ!

5-7 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау, 1 сентябрь - Белем кенә (әңгәмә)

 

 

 

«Мин йәйҙе нисек үткәрҙем» темаһы буйынса һөйләй бе­леү; 5-7 кластарҙа үтелгән­дәрҙе системалаштырыу

 

 

 

2.

Б. Бикбай «Туған тел»

Үтелгәндәр­ҙе ҡабатлау, телмәр үҫте­реү дәресе

 

 

 

 

 

 

Б. Бикбайҙың тормошо һәм ижады тураһында хәбәрҙар булыу; темаға ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү

 

 

 

 

 

 

3.

Р. Ниғмәтул- лин «Тырышлыҡ»

Уҡыусылар менән яҡшы сифаттар, тырышлыҡ тураһында һөйләшеү, «Тырышлыҡ» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү; яҙыу күнекмәһен үҫтереү.

 

 

 

Темаға ҡағылышлы лек­сиканы үҙләштереү; кеше­ләргә хас ыңғай һәм кире сифаттар тураһында һөй­ләй алыу; кешенең ыңғай сифаттарҙы һүрәтләп яҙа белеү

 

 

 

 

4.

Илем, Баш­ҡортоста­ным! Ҡылым (ҡабатлау)

Тексты уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү, Башҡортостан тураһында һөйләшеү; ҡы­лым буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

 

 

 

 

Ҡылымдарҙың һөйкәлешен, заманын, һанын билдәләү һәм ҡылымдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу; темаға ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү

 

 

 

 

 

 

 

5.

С. Ғәбиҙул­лин «Йәшлек дуҫым»

С. Ғәбиҙуллин ижады; «Йәшлек дуҫым» шиғыры­ның йөкмәткеһен үҙләш­тереү; дуҫлыҡ, яҡшы мөнәсәбәттәр тураһында һөйләшеү; ҡылымдарҙы практик үҙләштереү

 

 

С. Ғәбиҙуллиндың ижады тураһында хәбәрҙар булыу; дуҫлыҡ, кешеләр араһын­дағы яҡшы мөнәсәбәттәр тураһында һөйләй белеү; үҙеңдең яҡың дуҫыңа характеристика биреү

 

 

 

6.

«Зирәк ҡуян» әкиәте

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү; һөйләмдәге һүҙҙәр тәртибен ҡабатлау

 

 

 

 

 

Ҡуянға характеристика би­реү; бирелгән һүҙҙәр менән дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөү

 

 

 

 

 

II. КӨҘГӨ ЭШТӘР ҺӘМ КӨҘГӨ ТӘБИҒӘТ (6 сәғәт)

 

7.

Көҙгө эштәр

Уҡыусылар менән көҙгө эш­тәр һәм көҙгө тәбиғәт тура­һында һөйләшеү; һөйләү, тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү

 

 

Көҙгө тәбиғәт һәм көҙгө эштәр тураһында һөйләй белеү; темаға ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү

 

8.

Ф. Ғөбәйҙул­лина «Көҙ». Синтаксис

Ф. Ғөбәйҙуллинаның «Көҙ» шиғырын уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү; синтаксис, маҡ­саты буйынса һөйләм төрҙә­ре, хәбәр һөйләм тураһында төшөнсә биреү

 

 

 

һөйләмдәрҙең маҡсаты буйынса төрөн билдәләү, дөрөҫ интонация менән уҡыу; темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡулланып, көҙ миҙгелен һүрәтләү

 

 

 

 

 

9.

С. Мулла­баев «Көҙгө урман». Һорау һөйләм

С. Муллабаевтың «Көҙгө урман» шиғырының йөкмәт­кеһен үҙләштереү; һорау һөйләм тураһында төшөнсә биреү

 

 

 

 

Һорау һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу

 

 

 

 

 

10.

Контроль дик­тант «Ысын дуҫлыҡ». 1

Уҡыусыларҙың белемен ба­һалау, үтелгәндәрҙе ҡабат­лау, системалаштырыу

 

 

Үтелгәндәрҙе системалаш­тырыу

 

 

 

 

 

11.

Хаталар өҫтөндә эш.

Әсхәл Әхмәт Хужа «Ҡояш»

Уҡыусыларҙың эштәренә анализ яһау, етешһеҙлектә­рен күрһәтеү, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау, хата өҫтөндә эш эшләү; Ә. Әхмәт-Хужа ижа­ды; «Ҡояш» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү

 

 

Контроль диктантты анализ­лау, хаталарҙы система­лаштырыу, хата өҫтөндә эш эшләү; Ә. Әхмәт-Хужа ижады тураһында хәбәрҙар булыу

 

 

 

 

12.

Изложение

«Башҡорт

балы». 1

Уҡыусыларҙың белемен ба­һалау, үтелгәндәрҙе систе­малаштырыу; текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү

 

 

Һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү

 

 

 

 

III. ӨФӨ МЕНӘН ТАНЫШЫУ (8 сәғәт)

 

13.

Хаталар өҫтөндә эш.

Өфө - беҙ­ҙең баш ҡала

 

 

 

Уҡыусыларҙың эштәренә анализ яһау, етешһеҙлек­тәрҙе күрһәтеү, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау, хата өҫтөндә эш эшләү;

Башҡортостандың баш ҡа­лаһы - Өфө тураһында һөйләшеү, өҫтәлмә мәғлү­мәттәр биреү

 

 

Темаға ҡағылышлы лекси­каны үҙләштереү; Өфө һәм уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләй белеү

 

 

 

14.

Н. Дәүли «Өфө ни өсөн ма­тур?» Баш­ҡорт телендә ҡылымдың төҙөлөшө

 

 

«Өфө ни өсөн матур?» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү; башҡорт те­лендә ҡылымдың төҙөлөш үҙенсәлектәрен өйрәнеү

Телмәрҙә ҡылымдарҙы урынлы һәм дөрөҫ ҡулла­ныу; Өфө ҡалаһының ни өсөн оҡшағанлығын һөйләп аңлата алыу

 

15.

Барлыҡ тө­шөнсәһе һәм уның бире­леше.

Ғ. Аллаяров «Хинган тау­ҙары аша»

 

Башҡорт телендә барлыҡ төшөнсәһенең бирелеше; текстың йөкмәткеһен үҙләш­тереү

Барлыҡ формаһын дөрөҫ барлыҡҡа килтереп, уларҙы телмәрҙә урынлы ҡулланыу

 

16.

Инша «Баш­ҡортостан­дың баш ҡалаһы - Өфө» 1

 

 

 

Уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе сис­темалаштырыу

Иншаның тулы булыуына, теманың эҙмә-эҙлекле асылыуына һәм һөйләм­дәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү

 

 

 

 

IV. ХЕҘМӘТ ТӨБӨ - ХӨРМӘТ (4 сәғәт)

 

17.

Ябай һөй­ләм.

Ябай һөйләм төрҙәре

 

 

 

Ябай һөйләм, ябай һөйләм төрҙәре (белешмә биреү); уҡыусыларҙың яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү

 

 

Һүҙҙәрҙе, һөйләм киҫәктә­рен дөрөҫ урынлаштырып, һөйләмдәр төҙөү; бирелгән темаға бәләкәй хикәйә яҙа алыу

 

 

 

18.

Һөйләмдең баш киҫәк­тәре

Һөйләмдең баш киҫәктәрен (иҫкә төшөрөү), текста эйә менән хәбәрҙе билдәләй белергә өйрәтеү; һөйләү күнекмәләрен үҫтереү

 

һөйләмдә эйә менән хәбәр­ҙе табып, ниндәй һүҙ төркө­мөнән килеүен билдәләү

 

19.

Н. Ислам­ғолова «Ҡышҡы биҙәктәр»

 

 

 

Яңы мате­риал үҙләш­тереү дәресе

«Ҡыш» темаһына ҡағылыш­лы лексиканы үҙләштереү; ҡыш миҙгеле тураһында һөйләй белеү

 

 

 

20.

Контроль

диктант. 2

 

 

 

Яңы мате­риал үҙләш­тереү дәресе

Үтелгәндәрҙе системалаш­тырыу

 

 

 

 

 

                                                                                                                

V. ҠЫШ (3 сәгәт)

 

 

 

 

 

21.

Хаталар өҫтөндә эш.

Ҡыш дауам итә

Уҡыусыларҙың белем кимәлен билдәләү, яҙма эштәргә анализ яһау, етеш­һеҙлектәрҙе күрһәтеү; ҡағи­ҙәләрҙе нығытыу;

уҡыусылар менән ҡыш миҙ­геле, ҡышҡы күренештәр ту­раһында һөйләшеүҙе дауам итеү; текст менән эшләргә өйрәтеү; уҡыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү; омоним (ҡабатлау)

 

 

Хаталар өҫтөндә эш эшләү.

Ҡыш миҙгеле, ҡышҡы тәби­ғәт тураһында һөйләй бе­леү; темаға ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү; омо­нимдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу, уларҙың мәғәнә­һен һәм тәржемәһен белеү

 

 

 

 

 

22.

Н.Нәжми «Ҡыш»

 

 

 

 

Н. Нәжмиҙең тормош юлы һәм ижады; «Ҡыш» шиғы­рын өйрәнеү;эйә менән хә­бәр араһында һыҙыҡ ҡуйыу осраҡтарын ҡабатлау

 

Н. Нәжмиҙең тормош юлы һәм ижады тураһында хә­бәрҙар булыу; ҡышҡы тәби­ғәткә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү

 

………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………

 

23.

Башҡорт­остан Респ­ублика-

һы­ның Дәүләт флагы

 

 

 

Уҡыусылар менән Дәүләт символикалары тураһында һөйләшеү; Башҡортостан Республикаһы флагы тура­һында тексты уҡыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү; һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү

Башҡортостан Республика­һы Дәүләт символдары тураһында һөйләй алыу

 

 

 

 

 

 

 

VI. САЛАУАТ ЮЛАЕВ - ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ МИЛЛИ БАТЫРЫ (2 сәғәт)

 

 

24.

Салауат

Юлаев

(риүәйәт).

«Тыуған

илем»

Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүҙе дауам итеү, ри­үәйәт тураһында төшөнсә биреү; «Тыуған илем» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү

 

 

С. Юлаевтың тормош юлы һәм ижады тураһында хәбәрҙар булыу

 

25.

Салауат һәйкәле

 

 

 

Салауат Юлаев һәйкәле тураһында һөйләшеү

 

 

 

 Салауат Юлаев һәйкәле тураһында һөйләй белеү

 

 

 

 

 

 

 

                             

VII. ЙӘМЛЕ ЯҘ, ҺАҒЫНДЫҠ ҺИНЕ! (3 сәғәт)

 

 

26.

Г. Яҡупова «Өмөтлө яҙ»

Яҙ миҙгеле (әңгәмә); уҡыу­сыларҙа тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү

Темаға ҡағылышлы лек­сиканы үҙләштереү; яҙ тураһында һөйләү; яҙға ҡағылышлы һынамыштарҙы һәм юрауҙарҙы белеү

 

 

 

1.                   

 

27

Изложение «Яҙ килә». 2

Уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу; текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү

 

 

һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү

 

28

Хаталар өҫтөндә эш.

Р. Ниғмәти «Ватан»

Уҡыусыларҙың яҙма эштә- ренә анализ яһау, хата өҫтөндә эш үткәреү, ҡағи­ҙәләрҙе иҫкә төшөрөү;

Р. Ниғмәти ижады; Тыуған ил, Ватан менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; уҡыу­сыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү

 

Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү, хаталарҙы анализлау, ха­талар өҫтөндә эш эшләү;

Р. Ниғмәтиҙең ижады тура­һында хәбәрҙар булыу; Тыу­ған ил, Ватан тураһындағы мәҡәл, әйтемдәрҙең мәғәнә­һен аңлата белеү

 

 

 

 

 

VIII. БЕҘ ҠАЙТЫРБЫҘ ЙОНДОҘҘАРҒА ӘҮЕРЕЛЕП... (2 сәғәт)

 

 

29.

С. Әлибай

«Сәскәле ай»

Бөйөк Ватан һуғышы, Еңеү көнө тураһында һөйләшеү, С. Әлибайҙың «Сәскәле ай» шиғырын өйрәнеү; ветеран­дарға ҡарата ихтирам той­ғоһо тәрбиәләү

 

 

1.                  Еңеү көнө тураһында һөй­ләй белеү

 

30.

9 Май - Еңеү көнө.

«Минең олатайым»

 

 

 

 

9 май - Еңеү көнө тура­һында һөйләшеүҙе дауам итеү; уҡыусыларҙың һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү

 

 

«Минең олатайым» тема­һына ҡағылышлы лекси­каны үҙләштереү

 

IX. АЙ УРАЛЫМ, УРАЛЫМ... (4 сәғәт)

 

31.

И. Хужин «Тыуған ерем биҙәк­тәре»

 Урал тәбиғәтенең матур­лығын күрһәтеү; уҡыусы­ларҙа Тыуған илде һөйөү тойғолары тәрбиәләү; телмәр үҫтереү

 

 

 

 

 

Темаға ҡағылышлы лекси­каны үҙләштереү; Башҡорт­остандың тәбиғәт һәйкәл­дәре тураһында һөйләй белеү

 

 

 

 

 

 

 

32.

Р. Ниғмәтуллин «Башҡорт­остан»

Р. Ниғмәтуллин ижады, «Башҡортостан» шиғырын өйрәнеү

 

 

 

 

 

 

 

Р. Ниғмәтуллиндың ижады тураһында хәбәрҙар булыу; Башҡортостандағы йәйге тәбиғәт туаһында һөйләү

 

33.

Контроль диктант «Ай Уралым, Уралым!». 3

Уҡыусыларҙың белемен баһалау, уҡыу йылында үтелгәндәрҙе ҡабатлау

 

 

 

 

 

 

Үтелгәндәрҙе системалаш­тырыу

 

34.

Хаталар өҫтөндә эш.

Үтелгәндәр­ҙе ҡабатлау

Яҙма эштәргә анализ яһау, хата өҫтөндә эш, уҡыусы­ларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү, уларҙың белемен баһалау

 

 

 

 

 

Хата өҫтөндә эш эшләү; үтелгәндәрҙе ҡабатлау

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

     

             Уҡыу процесының уҡыу-методик һәм материаль-техник яҡтан тьәимин ителеше.    

                                    

 

 

                                                               Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге                                                                           

 

                                                                                                      

1)            Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад».

2)            Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбаптар.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының  Мәғариф министрлығы. 2005.

3)            Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

4)            Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. – Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

5)            Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, 2004.

6)            Башҡорт теленең фразеологи һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, Китап, 2006.

7)            Башҡортостан энциклопедияһы. Шәкүров Р.З. – Өфө, Китап, 1997.

8)            Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009. – 128 бит.

9)            Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В.-Өфө:Китап, 1996.

10)          Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-6-сы кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2006.

 

                                                                       Интернет ресурстар:

 

http://www.bashkortostan.ru (Башҡортостан республикаһының рәсми мәғлүмәт порталы)

http:tv-rb.ru/ (Тамыр проекттары, телевизион тапшырыуҙар.)

http://huzlek.bashgort.com/ (онлайн һүҙлек)

http://www.kitap-ufa.ru/(китаптар тураһында белешмә)

http://edok.bashnl.ru/HomePage (Башҡортостандың мәҙәни тормошо)

http://www.bashinform.ru/bash (Яңылыҡтар)

http://bashenc.ru (Башҡорт энциклопедияһы)

http://www.hobobo.ru/catalog/narodnye_skazki_byliny_skazaniya (башҡорт әкиәттәре)

http://allmuz.org/melody/ (Йырҙар, бейеү көйҙәре)

 

                                                          

 

 

 

                                                       Материал-техник ҡулланмалар

-        телевизор

-        видеомагнитофон

-        компьютер

 

 

   8 класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

 

  Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.

1.      Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.

2.      Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

3.      Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.

4.      Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

5.      Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

6.      80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  55-60 һүҙ  изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

7.      Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

8.      Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.

 

    

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал
Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 268 703 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 15.01.2018 561
    • DOCX 62.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Даминова Равия Рауфовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Даминова Равия Рауфовна
    Даминова Равия Рауфовна
    • На сайте: 5 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 10806
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой