Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Скачать материал

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙә 5-се  класы  өсөн башҡорт  теленән  эш программаһы.

Башҡорт теленән   эш программаһы  уҡытыу рус телендә алып барылған    «2 гимназия » муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 5 класы  өсөн  түбәндәге документттар нигеҙендә төҙөлдө:

1. «Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһында» законы 29.12.2012 №273-ФЗ

2.«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы;

3. «Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында» законы 01.07.2013 №696

4.«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы;

5. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы;

6. Санитар – эпидимиологик нормалар. 2.4.2821-10 (2010 йылдың 29 декабре ҡарары № 189)

7.Октябрьский ҡалаһы «2гимназия» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының   йыллыҡ календарь эш графигы;

8. Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Октябрьский ҡалаһы «2 гимназия»  муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

9. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008. 119 бит.

 10. Эш программаларының ҡағиҙә тәртибен әҙерләү һәм раҫлау.

 

 

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

 1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән  торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметты, күренеште элементар рәүештә   һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты  шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

Шәхси  һөҙөмтәләр

                    Башҡорт телен   өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр

                   уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү;   коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

       

Предмет һөҙөмтәләре

                башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

   А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

    Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында  этикет диалог алып барыу;

-   уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

            -уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; 

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

 

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

 

Б. Танып белеү сфераһы:

айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

үҙҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Һаумы, мәктәп! Һаумы, уҡытыусы! ( 4 сәғәт).

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.  Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

 

Үҙем тураһында ( 4сәғәт).

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында  һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

 

Йыл миҙгелдәре ( 4 сәғәт).

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

 

Башҡортостанды беләһеңме? ( 5 сәғәт).

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

 

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. ( 2 сәғәт).

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

 

Яңы йыл менән. ( 2 сәғәт).

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

 

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. Баҙар.( 2 сәғәт).

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

 

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. ( 2 сәғәт).

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

 

Яҙ етте. ( 2 сәғәт).

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

 

Яҙғы эштәр.( 4 сәғәт).

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Яҙғы байрамдар. ( 4 сәғәт)

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

V класс, йылына –             34 сәғәт.

 

Аҙнаға  1 сәғәт иҫәбенән.

 

Тема

                    Сәғәттәр һаны

 

Үткәреү ваҡыты

 План буйынса

Үткәргән ваҡыты

1-се сирек-  8 сәғәт

Һаумы, мәктәп! Һаумы, уҡытыусы! - 4 сәғәт.

1.      .

Белем көнө. 

 1

06.09

 

2.       

Беҙҙең ғаилә.  

1

13.09

 

  1.  

Беҙҙең мәктәп. 

1

20.09

 

3.       

Күсереп яҙыу.Ҡурай моңо.

1

27.09

 

Үҙем тураһында- 4сәғәт.

4.       

Хаталар өҫтөндә эш.

Танышыу.

Минең әсәйем.

 

 1

04.10

 

5.       

Өләсәйгә хат яҙам.

1

11.10

 

6.       

Контроль диктант. Көҙгө урман

1

18.10

 

7.       

Хаталар өҫтөндә эш. М.Ғафури. Ҡыр ҡаҙы. Кем көслө?

1

25.10

 

2-се сирек.  9 сәғәт.

Йыл миҙгелдәре. 4 сәғәт.

8.       

Был ҡайһы ваҡыт?

 1  

01.11

 

  1.  

Көҙ көнө һауа торошо.

1

08.11

 

9.       

Дүрт теләгем бар.

1

15.11

 

10.   

  Көҙ-рәссам. 

1

22.11

 

Башҡортостанды беләһеңме?  5 сәғәт.

11.   

Урал – башҡорт иле..

 1

29.11

 

  1.  

Башҡортостан флагы.

1

06.12

 

12.   

Салауат Юлаев һәйкәле.

1

13.12

 

13.   

 Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы.

 

1

20.12

 

14.   

Октябрьский

1

27.12

 

3-сө сирек.  10 сәғәт.

Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена.  2 сәғәт.

15.   

Тән ағзалары. Шәхси гигиена..

1

17.01

 

  1.  

Дарыу үләндәре.

   1

24.01

 

Яңы йыл менән-  2 сәғәт.

16.   

  Башҡортостанда ҡыш.

 1

31.01

 

  1.  

Саңғы шыуабыҙ.

1

07.02

 

Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар- 1 сәғәт.

21

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Синонимдар.

1

14.02

 

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө- 2 сәғәт.

22

8 март – ҡатын ҡыҙҙар көнө.

        1

21.02

 

23

Ф.Туғыҙбаева. Яғымлы һүҙҙәр.Антонимдар.

1

28.02

 

 

Яҙ етте- 3 сәғәт.

24

Башҡортостанда яҙ. Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар

  1 

 

07.03

 

25

 

Ҡайтығыҙ ҡоштарым!

1

14.03

 

26

 

9 май – Еңеү байрамы.

1

21.03

 

4-се сирек. 8 сәғәт.

Яҙғы эштәр- 4 сәғәт.

27

Баҡса эштәре.ЙЫ,ЙЕ,ЙО,ЙӨ,ЙҮ ҡушымсалары.

 1

04.04

 

28

Суфия – яҡшы табип. Һан.

1

11.04

 

29

Һорауҙарға яуап.  Яҙғы эштәр.

1

18.04

 

30

Хаталар өҫтөндә эш. Алмаш. Яҙғы сәскәләр.

1

25.04

 

Яҙғы байрамдар- 4 сәғәт.

31

Яҙғы байрамдар. Алмаш (ҡабатлау).

  1   

02.05

 

32

Контроль диктант. Батырҙар ниндәй була?

1

09.05

 

33

Хаталар өҫтөндә эш. Кәкүк сәйе.

 

1

16.05

 

34

Һабантуй байрамы.

Йомғаҡлау.

1

23.05

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Психолог-консультант

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 650 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.11.2016 469
    • DOCX 135 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Фатыхова Альбина Азатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Фатыхова Альбина Азатовна
    Фатыхова Альбина Азатовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4100
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Занятия спортом при заболеваниях опорно-двигательного аппарата

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 47 человек

Мини-курс

Психология личности: свойства и характеристики личности

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 60 человек из 27 регионов

Мини-курс

Этапы развития речи: от первых звуков до полноценной коммуникации

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 165 человек из 50 регионов
  • Этот курс уже прошли 140 человек