Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 11–се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге хоҡуҡи- норматив документтар нигеҙендә төҙөлдө:

  1. Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №165-Ф3,11.12.2002

  2. Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы ( статья 47, 5-се п.)

  3. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №289-з, 14.07.2010

  4. Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы,1.07.2013.

  5. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-се кластары өсөн программалары (төҙ.: З.М. Ғәбитова, М.Г. Усманова. // Ижевск: “Книгоград” , 2008. – 120 б.)

  6. Бишбүләк ауылы 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2016-2017 уҡыу йылына уҡыу планы.

  7. Туған тел һәм әҙәбиәт, башҡорт (дәүләт) телен уҡытыуҙы ойоштороу тураһында ( БР ММ хаты № 13-05 / 498, 11.09.2014).

  8. З. М. Ғәбитова. “ Башҡорт теле” уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар. - Өфө: Китап, 2015. - 52 бит.

Был эш программаһы дөйөм белем биреү буйынса дәүләт стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө.

Уҡыу-уҡытыу методик комплексы

Дәреслек: Башҡорт теле 11: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 11 – сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. - Өфө: Китап. 2006. – 168 бит.

Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9 - 11 –се кластары өсөн методик күрһәтмәләр. – Өфө: Китап, 2009. – 192 бит.


Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теленә уҡытыу маҡсаттары

- Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

- Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

- Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

- Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

- Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар

Шәхсән һөҙөмтәләр:

- тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;

- башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;

- дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеген күрһәткесе;

- үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге;

- аралашыу-телмәр процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу,т үҙ фекереңде еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

- телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;

- төрлө төрҙәге уҡыуҙы( ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙарҙы үҙләштереү;

- төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге, шулай уҡ матбуғат сараларынан, Интернет ресурстарҙан, төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу һәләте; белем алыу өсөн бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маҡсатында, телде ҡулланыу оҫталығы;

һөйләү һәм яҙыу:

- тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә ( план, һөйләү, конспект) һөйләй алыу;

- телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы ( диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

- аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;

- үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылыу; телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде еткерә алыу;

- һорауҙар биреү оҫталығы;

Предмет һөҙөмтәләре (сығарылыш класс уҡыусыларының төп мәктәп программаһын үҙләштереүе):

  • төп аңлатмаларҙы үҙләштереү: тел һәм телмәр, телдән һәм яҙма телмәр, диалог һәм монолог, телмәр ситуацияһы, телмәрҙең функциональ стилдәре һәм типтары, текст; телдең системаһы: фонетика, орфоэпия, лексика һәм фразеология, һүҙ составы һәм һүҙьяһалыш, морфология, синтаксис, орфография һәм пунктуация;

  • башҡорт теленең телмәр берәмектәрен белеү, уларҙың билдәләре, һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, уларҙың үҙенсәлектәре;

  • телмәр практикаһында ситуация һәм аралашыу стилендә тел берәмеген урынлы ҡулланыу;

  • фонетик һәм лексик системаның төп үҙенсәлектәрен һәм рус теле менән сағыштырмаса башҡорт теленең грамматик төҙөлөшөн белеү;

  • башҡорт әҙәби тел нормаларын һәм телмәр этикетын белеү, уларҙы әйтергә теләгән фекереңде төҙөгәндә, йәғни телдән һәм яҙма телмәр практикаһында ҡулланыу;

  • төрлө төрҙәге лингвистик, ике телле һүҙлектәр менән ҡуллана белеү;

  • төрлө функциональ стиль һәм жанрҙағы текст йөкмәткеһен уҡыу һәм аңлау: әҙәби (шиғыр, йыр, хикәйә, повесть һәм романдарҙан өҙөктәр), ғилми һәм популяр (ғилми һәм популяр журналдарҙан мәҡәләләр), публицистик (хроника, информацион хәбәрҙәр, комментарий), эшлекле (анкета, белдереү, ышаныс ҡағыҙы һ. б.);

  • ғәҙәти темпта тәҡдим ителгән мәғлүмәтте (уҡытыусы телмәре, радио һәм телевидение дикторы телмәре һ.б.) аңлау;

  • аралашыу сфераһын һәм ситуацияны иҫәпкә алып, төрлө жанрҙа һәм стилдә текст төҙөү; көнкүреш, уҡыу, социаль мәҙәни темаға телмәр этикет нормаларын һаҡлап, үҙ инициативаһы менән диалог ҡороу;

  • текст менән мәғлүмәт сығанағы булараҡ эш итә белеү, тексҡа төрлө аспектта анализ, тексты планға, тезисҡа, конспектҡа әйләндереүҙең төрлө информацион төрҙәрен үҙләштереү;

  • текст фрагменттарын рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү.

11 - се класс өсөн телмәр предмет һөҙөмтәләре

  • 1. Художество әҫәрҙәре( шули ҫәптән драма әҫәрҙәрен) тасуири уҡыу.

  • 2. Уҡылған әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма йәки телдән һөйләп биреү.

  • 3. Өйрәнелә торған әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә һорауҙарға тулы яуап биреү.

  • 4. Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү.

  • 5.Үҙ аллы уҡылған әҙәби әҫәр, ҡаралған кинофильм һәм телевизион тапшырыу хаҡында баһалама бирә белеү.

  • 6. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итә белеү.

  • 7. Тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү.

  • 8. 7-8 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  • 9. Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү,уларға исем биреү,план төҙөү.

  • - Гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйәтөҙөү.

  • - Әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү.

  • 10. Һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнештә эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙәр. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белеү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  3. бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. 

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк бурыс.

  2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементтар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тема

Йөкмәтке

Сәғәттәр һаны

1.

Тыуған илем-Башҡортостан

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй кимәлендә тотҡан урыны, уның байлығы, күренекле шәхестәре, халҡы, батырҙары, сәнғәте хаҡында текстаруҡыу, әңгәмәләр ойоштороу.

5

2

Башҡортостан сәнғәте.

Башҡортостан Республикаһының сәнғәт үҫеше. Грамматика буйынса үҙләштерелгән материалды ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланырға өлгәшеү.

4

3

Кемдәр улар сәсәндәр?

Сәсәнлек сәнғәте. Сәсндәр ижадында фольклор һәм әҙәбиәт традициялары сағылышы. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.Баш һөйләм һәм эйәрсән һөйләмдәр.эйәрсән һөйләм төрҙәре.

3

4

Башҡорт ырыуҙары,шәжәрәләре.

Башҡорт халҡының ырыуҙары менән танышыу. Уҡыусылрҙың үҙ ырыу шәжәрәһен төҙөү.

3

5

Башҡорт халыҡ шағирҙары,яҙыусылары.

Башҡорт халыҡ шағир-яҙыусылары тураһында белешмә. Уҡыусылар һәр шағир, яҙыусы хаҡында һөйләй белергә тейеш. Эйәрсән һөйләмдәр.

19


Бөтәһе:


34

Башҡорт теленең базислы уҡыу планындағы урыны

Башҡортостан Республикаһының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-се кластар өсөн уҡыу планы 11 - се класта башҡорт телен аҙнаһына 1 сәғәт күләмендә уҡытыу күҙ уңында тота: барлығы – 34 сәғәт.

Яҙма эштәр һәм контроль – баһалау эштәре

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була:

  • һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

  • һүҙлек диктанты;

  • ғәҙәти диктанттар;

  • һорауҙарға яуап яҙыу;

  • изложение;

  • инша;

  • тестарға яуап яҙыу.

Диктант, изложение, инша башҡарыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла. Был эштәр түбәндәге ҡулланмаға нигеҙләнеп башҡарыла: Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре,күләме

Яҙма эш төрҙәре

һаны

Күләме

Диктант

3

110 - 115

Изложение

1

80 - 90

Инша

1

90 - 100

Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:Һүҙ: 160 – 190, билдә: 400 – 450, эстән уҡыу: 300 – 350 һүҙ

Календар-тематик план



Тема

Сәғәттәр

һаны

Үткәреү ваҡыты

Иҫкәрмә

планлаш

тырылған

үткәрел

гән


I сирек( 9 сәғәт )

I бүлек Тыуған илем – Башҡортостан ( 5 сәғәт )

1

Ҡайын япрағы тураһында. М. Кәрим. Һөйләмдең тиң киҫәктәре.

1

3. 09



2

Алтын ай. Д. Мырҙаҡаева. Синтаксис.

1

10. 09



3

Ер рухы ” Р. Зәйнетдинов, Г. Калитов.. Ябай һөйләм төрҙәре.

1

17. 09



4

Инша № 1. Картина буйынсаинша. “ Ер рухы ” Р. Зәйнетдинов, Г. Калитов.

1

24. 09



5

Хаталар өҫтөндә эш. Р. Йәнбәк. Мәңге балҡы, Башҡортостан!

1

1. 10



II бүлек – Башҡортостан сәнғәте ( 4 сәғәт )

6

Башҡорт бейеүе. Р. Әфләтунов. 1 составлы һөйләмдәр.

1

8. 10



7

Ф. Иҫәнғоловтың ижады.Берсоставлыһөйләмдәр.

1

15. 10



8

Ҡ. Аралбаев. Дуҫлыҡ һәйкәле. . Бер составлы һөйләмдәр.

1

22. 10



9

Беренсеҡар. Булат Рафиҡов. Теҙмә ҡушма һөйләм.

1

29. 10



II сирек ( 7 сәғәт ) III бүлек – Кемдәр улар сәсәндәр! ( 3 сәғәт )

10

Сәсәндәр. Батыр Вәлид. Иртәк.

1

12. 11



11

Сәсәндәр ижады. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр

1

19. 11



12

Изложение № 1

1

26. 11



IV бүлек – Башҡорт ырыуҙары, шәжәрәләре ( 3 сәғәт )

13

Хаталар өҫтөндә эш. Етеырыу. Шәжәрә.

1

3. 12



14

Контроль диктант №1Үҫәргәндәр бүләге. Дәүләт Мәһәҙиев.Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

1

10. 12



15

Хаталар өҫтөндә эш. Үҫәргәндәр бүләге. Дәүләт Мәһәҙиев.Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

1

17. 12



V бүлек – Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары ( 19 сәғәт )

16

.Ерҙе һаҡлайыҡ. Ә. Таһирова.Эйә эйәрсән һөйләм.

1

24. 12



III сирек( 9 сәғәт )

17

М. Ғафури. Бирҡулыңды. Хәбәр эйәрсән һөйләм.

1

21. 01



18

Рәшит Ниғмәти. Йәйге ямғыр.Аныҡлаусы эйәрсән2һөйләм.

1

28. 01



19

Н. Нәжми. Һинең ниндәй улыңмын мин. Тултырыусы эйәрсән һөйләм.

1

4. 02



20

Ә. Атнабаев. Әсәйемә. Хәл эйәрсән һөйләмдәр.

1

11. 02



21

М. Кәрим. Ҡоштар осорам. Урын эйәрсән һөйләм.

1

18. 02



22

Уралып та ятаУралтау. Рәшит Шәкүр. Ваҡыт эйәрсән һөйләм.

1

25. 02



23

Ҡалһынине. Рәшит Назаров. Маҡсат эйәрсән һөйләм.

1

4. 03



24

Контроль диктант № 2

1

11. 03



25

Хаталарөҫтөндәэш. Туған тел. Р. Ғамзатов.

1

18. 03



IV сирек( 9 сәғәт )

26

Марат Кәримов. Фасылдар. Сәбәп эйәрсән һөйләм.

1

8. 04



27

Май айы. З. Әхмәтйәнова.Күләм-дәрәжә эйәрсән һөйләм.

1

15. 04



28

ӘхиәрХәкимовтың тормош һәм ижад юлы. Рәүеш эйәрсән һөйләм.

1

22. 04



29

Башҡортостанда уҡыу йорттары. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

1

29. 04



30

А. Филиппов. Йән ҡанаты. Кире эйәрсән һөйләм.

1

6. 05



31

Контроль диктант № 3

1

13. 05



32

Хаталар өҫтөндә эш. Башҡортостан. Әхмәр Үтәбай.

1

20. 05



33

Т. Йосопов. Иәкмк иҫе.

1

резерв



34

Н. Мусин. ҡурай. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.

1

резерв




Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы уҡыу- уҡытыу методик комплекты һәм техник саралар

Уҡытыусының уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

1.​ Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

2. Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-11-се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфө: Китап, 2009, - 192 бит

3.  Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008. – 352 бит.

4.​ 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы /Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. – Өфө: Китап, 1996. – 320 бит.

5.​ Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

6.​ Электрон дәреслектәр. Башҡорт теле.ру. Электрон һүҙлектәр.

7.​ Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу. Методик күрһәтмә. Ғәбитова З.М.,Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте.Өфө-2008.

8. ​ “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы техник саралар:

1.​ Уҡытыусының персональ компьютеры.

2.​ Мультимедиа проектор.

3.​ Телевизор.

4.​ Видеомагнитофон.




































Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy

Автор
Дата добавления 10.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров17
Номер материала ДБ-338460
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх