Инфоурок Начальные классы Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Скачать материал

 

Аңлатма яҙыу

 

     Эш программаһы 35  сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт)

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. — Өфө: “Китап”, 2009.

 

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә, Ижевск “КнигоГрад”2008.

Башҡортостан  Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Һыуыҡҡул  муниципаль  бюджет дөйөм  белем

биреү учреждениеһының  “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

 

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

-       «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-       Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

-       «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-       Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

-       Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

 

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

 

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө: Программа  һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

 

Уҡыусылар белергә тейеш күнекмәләр.

 

1.     Йыл аҙағында 2-се класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнемәләренә эйә булырға тейеш:

- Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорау биреү;

 - 10-12 шиғырҙы яттан белеү.

2.     Уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә бәләкәй хикәйә төҙөү һәм һөйләү:

- ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;

- картиналар, экскурсиялар, фильмдар, иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;

- текстың йөкмәткеһен тулыһынса һәм ҡыҫҡартып  һөйләү;

- ваҡиға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтә белеү;

- башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә белеү.

3.     Тексты талғын, шыма, һүҙҙәрҙе тотош (ижектәргә бүлмәй) уҡыу:

- поэтик әҫәрҙәрҙе тейешле интонация менән уҡый белеү;

- эстән һәм ҡысҡырып, ролләп һәм һайлап уҡыу;

- текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу;

- текстан һорауһарға яуап табыу;

- картиналар ҡарау, уға исем биреү.

4.     Хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур һәм тоташтырып яҙыу:

- ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;

- шундай уҡ текст йәки картина буйынса 2-3 һорауға яуап яҙыу;

- текстан предметты һүрәтләгән урынды табып (һайлап) яҙыу;

- бирелгән ситуация буйынса текст төҙөп яҙыу;

- ныҡлы әҙерлектән һуң, өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (2-4 һөйләм күләмендә).

Кластан тыш уҡырға тәҡдим ителгән 8-10 әҫәрҙе белеү.

 

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары

 

   Башҡорт  телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:

1.     Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә,
йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен
практик файҙаланырға өйрәтеү.

2.    Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары
буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3.   Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.   Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.   Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6.    Бөтә, һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

 

 

 

 

 

 

Порграмма кимәле: базис

 

2.  Календарь –тематик планлаштырыу

                                                                                         Аҙнаға - 1   сәғәт

Бөтәһе- 34  сәғә

 

 

3.  Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡортостан - тыуған илем-1

 Тыуған төйәк, үҙебеҙ йәшәгән урын тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Алфавит. Башҡорт теленең  үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.

  Һаумы, мәктәп!-1

1 сентябрь – Белем байрамы. Белем алыу, мәктәп тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү. Башҡорт теленең  үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы.

Йәмле йәй үтте - 5

Башҡортостандағы йәйге тәбиғәт, уны һаҡлау, балаларҙың йәйге ялы һәм эштәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу, һөйләшеүҙәр.

Башҡорт телендә ижектәр. Сингармонизм. Йо-Йө, йе, йү, йы, йә өн ҡушымсалары (әйтелеше һәм яҙылышы). Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү.

 Көлә-көлә көҙ килә. - 1

Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, кешеләрҙең көҙгө эштәре, ҡоштар һәм йәнлектәрҙең тормошо тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәлдәр. Мәҡәлдәр, йомаҡтар, рәссамдарҙың картиналары. Әңгәмә.

Башҡорт теленең тартынҡы өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтеү  һәм яҙыу. Ҡ-Ғ, К-Г, П-Б өндәренең сиратлашыуы.

Кеше эше менән матур. - 3

Оло кешеләрҙең, балаларҙың тормошо һәм эштәре, һәйбәт сифаттары хаҡында хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Мәҡәлдәр.

Башҡорт телендә һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре һәм уларҙа тыныш билдәләренең  ҡуйылышы.

Тарих биттәренән.- 2

Башҡорт халҡы тарихынан хикәйәләр. Башҡорт халҡының элекке тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Халыҡ тормошона бағышланған әҙәби монтаждар һәм кисәләр әҙерләү һәм үткәреү.

Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин тураһында авторҙар эшкәртмәһендәге материалдар.

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле тартынҡылар, дифтонгылар менән эшләү. Уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.

 

Бурай-бурай ҡарҙар яуа...- 4

Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәт, балаларҙың ҡышҡы уйындары һәм эштәре тураһында хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәтте күҙәтеү, йәнлектәрҙең һәм үҫемлектәрҙең тормошо менән танышыу. Яңы йыл байрамы, уға әҙерлек.

Башҡорт телендә баҫым үҙенсәлектәре. Һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре, уларҙа һүҙҙәр тәртибе һәм тыныш билдәләрен ҡабатлау һәм нығытыу.

Беҙҙең ғаилә - 1

Ата-әсәләр, туғандар, уларҙың эштәре, хәстәрҙәре. Ата-әсәләрҙе ҙурлау, ололау, хөрмәтләү, балаларҙың ғаиләләге эштәре хаҡында хикәйәләр, мәҡәлдәр, шиғырҙар уҡыу, ятлау һәм һөйләү.

Ошо темаға авторҙар тарафынан эшкәртелгән өҙөктәр.

Башҡорт телендә үҙенсәлекле һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Текста һорау, хәбәр, өндәү һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре, интонациялары.

Шанлы йылдар – 2

 Халҡыбыҙҙың бөтә ил азатлығы, тыныслығы өсөн көрәше. Бөйөк Ватан Һуғышында башҡорт халҡының, башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы хаҡында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Һалдаттарға бағышланған монтаж (фотоальбом) төҙөү. Һалдаттар, ветерандар менән осрашыу.

Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһе. Уларҙың предметтарҙы, билдәләрҙе, эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүе.

 

 

 

8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө - 1

Әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙар, һеңлеләр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Әсәйҙәргә арнап монтаж әҙерләү, иртәлектәр үткәреү.

Авторҙар эшкәртеүендә темаға ҡарата гәзит-журнал материалдары.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, берлек һәм күплек мәғәнәләрен белдереүе. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар).

 

Ай Уралым, Уралым...- 3

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. “Тыуған республикам” темаһына материалдар йыйыу,альбом эшләү, монтаж  әҙерләү һәм сығыш яһау.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең ваҡыт, урын, эйәлек, йүнәлеш һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар).

Башҡорт халыҡ ижады .Әкиәттәр- 2

Башҡорт халҡының тормошо, кәсебе, кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттары, туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ хаҡында халыҡ ижады әҫәрҙәре: әкиәттәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар, риүәйәттәр һ.б.

Эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә үҙенсәлектәре. Берлек һәм күплек, ваҡыт мәғәнәләрен белдереүсе саралар(ялғауҙар).

Яҙ килә еремә... - 3

Тәбиғәттә яҙғы күренештәр, ҡоштар, үҫемлектәр, балаларҙың, шулай уҡ ололарҙың яҙғы эштәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү.

Темаға ҡарата авторҙар эшкәртеүендәге мәҡәләләр.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр (сифаттар).

Уларҙың мәғәнәне төрлө кимәлдә, шулай  уҡ башҡа билдәләр менән  сағыштырып күрһәтә алыуы. Мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар).

Кешеләрҙең хеҙмәт емеше – икмәк, уның ҡәҙере тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Икмәккә арналған иртәлек үткәреү.

Темаға бағышлап  авторҙар эшкәртеүендәге мәҡәләләр.

Эш-хәрәкәтте процессты бедереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә –үҙенсәлектәрен (заман, һан, зат) ҡабатлау һәм нығытыу.

Башҡортостанда яҙғы тәбиғәт , уға һаҡсыл ҡараш, яҙғы байрамдар, экология мәсьәләһенә ҡағылышлы әҫәрҙәр уҡыу ҙәм һөйләү.

Эш-хәрәкәтте белдереүесе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәрен ҡабатлау, тәрәнәйтеү.  

 

Йәйҙең йәмле көндәрендә...-5

Башҡортостанда йәйге тәбиғәт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, походтар ойоштороу.

Авторҙарҙың тема буйынса эшкәрткән материалдары.

Предметтың атамаларын, билдәләрен, эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәләре. (Ҡабатлау һәм нығытыу).

 

 

4. Материаль-техник тәьмин ителеү

-       телевизор;

-       видеоплеер;

-       магнитофон;

-       компьютер;

-       DVD.

 

 

 

 

 

 

- Предмет буйынса тәҡдим ителгән  өҫтәлмә әҙәбиәт

1.     Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 1- 4 – се  класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө

2.     Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.

3.     Жемчужины детской башкирской литературы. /Составитель – В.С.Мавлетов/ –  Уфа, 2005.

4.     Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

5.     Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

6.     Әбүбәкирова  З.Ф., Әбүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

7.     Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәре: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8.     «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат» журналдары; “Йәншишмә”, “Нарыштау” гәзиттәре.

9.     Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

10. Солтангәрәева Р. Мин –тәбиғәт балаһы.- Өфө: Китап ,2001.

11. Туғыҙбаева Ф. Мин уҡырға яратам .-Өфө: Китап,2009.

12. Туғыҙбаева Ф.Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ.-Өфө: Китап,2008.

13. Әкиәт –хыял асҡысы,йомаҡ- зиһен асҡысы - Өфө: Китап,2007.

14. Песня о родной Уфе: Уфа,1997

15. Интеллектуаль уйындар

 

-  Уҡытыуҙа ҡулланылған техник саралар

-       телевизор;

-       видеоплеер;

-       магнитофон;

-       компьютер;

-       DVD.

 

 

 

- Электрон әсбаптар

 

1-4-се кластар  өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек- Өфө: Мәғариф министырлығы,2003

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Директор по маркетингу (тур. агенства)

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 641 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 05.04.2018 356
    • DOCX 30.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хузияхметова Диля Фаудетдиновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 7097
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Гигиенические требования к условиям реализации основной образовательной программы начального общего образования

Учитель начальных классов

600 ч.

9500 руб. 4450 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 70 человек из 35 регионов
  • Этот курс уже прошли 162 человека

Курс профессиональной переподготовки

Теория и методика обучения информатике в начальной школе

Учитель информатики в начальной школе

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 96 человек из 34 регионов
  • Этот курс уже прошли 222 человека

Курс повышения квалификации

Специфика преподавания предмета «Родной (русский) язык» с учетом реализации ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 234 человека из 59 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 167 человек

Мини-курс

Стимулирование интереса к обучению у детей дошкольного возраста

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 11 человек

Мини-курс

Введение в медиакоммуникации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы финансовой отчетности

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе