Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Начальные классы / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Рабочая программа по башкирскому языку

библиотека
материалов

МБ ултырышында Раҫланды: Раҫланды:

ҡаралды: уҡыу һәм тәрбиә мәктәп директоры

Протокол № 1___________ буйынса директор ________________

МБ етәксеһе_________ урынбаҫары________

Байғусҡарова Р.Ә. Бикбова Г.С.. Теләүғолов З.З.

Башҡорт теленән

эш программаһы

1 класс

Төҙөнө.

Башланғыс класс уҡытыусыһы

Бикбова Гөлниса Сөнәғәтулла ҡыҙы.


Баш һүҙ.

Башланғыс класта тәү башлап башҡорт телендә уҡырға, яҙырға өйрәтеү, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнеү һәм уҡыу процесында социаль тәжрибә туплау уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға, уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

Башланғыс мәктәптә тәү башлап грамотаға өйрәтеү осоронда уҡ уҡыусыны үрҙә бәйән ителгән йүнәлештәрҙә үҫтереү өсөн иркен мөмкинселектәр асыла, шарттар тыуҙырыла. Уҡытыусы тарафынан ошо йүнәлештә системалы ойошторолған эш уларҙы тулыһынса тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Бала туған телендә аралаша, башҡа фәндәрҙе лә шул телдә өйрәнә. Әсә теле балаға аң- белемгә эйә булыу, мәғлүмәтле булыу, фекерләү һәм уҙ-ара арлашыусараһы ла булып хеҙмәт итә. Был йәһәттән башҡорт мәктәптәрендә әсә телен өйрәнеү предмет булараҡ уның бәйәһен арттыра һәм уҡытыусыға юғары талаптар ҡуя. Тыуған илебеҙ Рәсәй, республикабыҙ Башҡортостан, туған тел, халҡыбыҙ, башҡа милләт халҡы менән татыулыҡ, дуҫлыҡ, тирә-яҡ мөхит, уларҙы һаҡлау-яҡлау, башҡорт грамотаһына өйрәтеү һәм әсә теленең программаларының көнүҙәк темалары булып тора. Был программала башланғыс кластарҙа фән буйынса уҡытыу тематикаһы, уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы тәҡдим ителә.

Уҡыу планы

Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән был уҡыу программаһы Рәсәй федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо.

Уҡыу йылына сәғәттәр һаны:

1-се класс. Грамотаға өйрәтеү һәм “Башҡорт теле”. Бөтәһе йылына 66 сәғ.( аҙнаһына 2 сәғ.)

Грамотаға өйрәнеү: бөтәһе 41сәғәт. (аҙнаһына 2 сәғәт).

Башҡорт теле” – аҙнаға 2 сәғәт, бөтәһе 25 сәғәт

Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбаптары нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

1-се класс.

Уҡыу йылының I ярты йыллығы.

Әлифба китабы (авторы ФШ.Сынбулатова);

Әлифба” дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән (авторы ФШ.Сынбулатова);

Әлифба” дәреслегенә методик ҡулланма (авторы ФШ.Сынбулатова);

Тикшереү эштәре” дәфтәре(авторы ФШ.Сынбулатова);

II ярты йыллыҡ.

Башҡорт теле” дәреслеге (авторы ФШ.Сынбулатова);

Башҡорт теле” дәреслегенә методик ҡулланма (авторы ФШ.Сынбулатова);

Тикшереү эштәре” дәфтәре(авторы ФШ.Сынбулатова) ярҙамында бүлекте, ҙур теманы тамамлағас йәки сирек аҙағында уҡыусыларҙың программа материалын үҙләштереү кимәлен (сифатын) өйрәнеү;

Комплекслы предмет- ара тикшереү эштәре (авторы Ф. Ш.Сынбулатова). Бында уҡыу йылы аҙағында уҡыусыларҙың предмет һәм метапредмет өлкәһендәге белемдәрен тикшереү маҡсатында контроль эш материалдары тәҡдим ителә.

Әсә теленә өйрәтеү программаһының төп принциптары.

1.Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.

2. Фәнни –теоретик белем биреү.

3.Баланың тәбиғәттән бирелгән, ата – бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.

4. Әсә телен заманса аралашыу, коммуникатив эшмәкәрле мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп ҡулланыу.

5.Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.

6. Блангың физик һәм психик һаулығын һаҡлау, нығытыу.

Дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдына түбәндәге талаптарҙы һәм бурыстарҙы ҡуя:

  1. Уҡыусыны уҡыу, белем алыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү, фекерләү, аҡыл – аң ҡеуәһен үҫтереү, үҙен уратып алған һәр нәмәгә, күренешкә, хәл- ваҡиғаға –ҙенең ҡарашы, баһаһы булған шәхес итеп –ҫтереү.

  2. Баланың аҡыл үҫешен тотҡарламау өсөн, уны үҙ телендә уҡытып алып китеү мөһим.

  3. Телде аралашыу, кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеү, мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп күҙаллап өйрәтеү.

  4. Башланғыс мәктәптә туған тел уҡытыуҙы, уҡытыу- тәрбиә эшен халҡыбыҙҙың бай мираҫына ҡороу төп шарт булып тора.

  5. Башланғыс мәктәптә уҡытылған башҡа фәндәрҙе – рус теле һәм уҡыу, тәбиғәтте өйрәнеү, математика, һынлы сәнғәт, музыка өлкәһендәге белемдәрен һ.б. әсә теле фәне тығыҙ бәйләнештә уҡытыу мөҙим.


Грамотаға өйрәтеү.

Әлифба.

Грамотаға өйрәтеү:

  • баланы уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү; тел, телмәр һәм әҙәбиәт ғилеме тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү;

  • һөйләү һәм яҙма телмәр курсының төп маҡсаты- уҡыусыны тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү.

Грамотаға өйрәтеү осоронда түбәндәге мәсъәләләр ҡуйыла:

  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;телмәр һәм һөйләү сараларының йәшәйештәге әһәмиәтенә төшөнөү;

  • уҡыу материалы, төрлө әҙәби әҫәрҙәр йөкмәткеһенигеҙендә тирә – чө мөхитте, йәмғиәтте өйрәнеү, кешене танып белеү, белем алыу;

  • уҡыуға ҡыҙыҡһыныу, өүҙемлек тәрбиәләү, граимотаға әйрәтеү осоронда универсаль эш алымдарына өйрәтеү;

  • башҡорт грамотаҙына өйрәтеүҙе рус теле һәм уҡыу, тирә – яҡ тәбиғәтте өйрәнеү, һынлы сәнғәт һ.б. предметтар менән тығыҙ бәйләнештә (интеграция) алып барыу.

  1. Телмәр эшмәкәрлеге. Телмәр тураһында төшөнсә. Һәйләң телмәре һәм яҙыу телмәре, телмәрҙең ғәмәли ҡулланылышы, мәғлүмәт биреү, аралашыу, мөнәсәбәт ҡороу.

Тыңлау, уҡыу, һөйләү, яҙыу.

  1. Тел ғилеме. Һүҙ тураһында башланғыс төшөнсәләр. Предмет һәм һүҙ. Һүҙҙең исем атау функцияһы. Уның телмәрҙәге әһәмиәте. Кеше исеме, телмәрҙәге әһәмиәте. Кеше исемен, фамилияһын белдергән һүҙҙәр.

Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. Уларҙы график тамғалау.

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. Уларҙы график тамғалау.

Һөйләм. Уның схемаһы. Һ!йләм башы, аҙағы һәм уның аҙағында тыныш билдәләре (нөктә, һорау, өндәү).

Йыйнаҡ һәм киңәйтелгән һөйләмдәр. Һөйләмде тулыландырыу, һүҙ өҫтәү.

Текст. Уның мәғәнәһе, төп фекер. Уны тыңлау, һөйләү. Һүҙ һәм өн. Өн тураһында төшөнсә. Һүҙҙе әйтеү, тыңлау, тамғалау. Һүҙҙең өн моделе.

Һуҙынҡы, тартынҡы өндәр. Нәҙек, ҡалын өндәр. Яңғырау, һаңғырау, тартынҡы өндәр.

Ижек. Баҫым. Һөйләү, һөйләшеү, аралашыу мәҙәниәте.

Хәреф. Хәреф- өндөң тамғаһы. Алфавит. Алфавит хәрефтәрен өйрәнеү. Уны ҡулланыу мөмкинселеге.

Грамотаға өйрәтеү прграммаһын үҙләштереү.

Грамотаға өйрәтеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:

  1. Балала шәхси сифаттар үҫтерергә.

Уҡыусы статусын ҡабул итергә, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә. Тыуған илгә, ергә, телгә, яҡын кешеләргә һөйөү тәрбиәләргә. Эшләгән эштәр, ҡылыҡ- фиғел өсөн яуаплылыҡ тойорға. Һау сәләмәт йәшәйеш булдырырға.

  1. Предмет буйынса белем алырға.

  • Тел берәмектәрен айыра белергә;

  • Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләмде график- символик тамғаярҙамында тамғаларға;

  • Уҡырға (минутына 40-45 һүҙ);

  • Хәрефтәрҙе тейешле каллиграфик режимда яҙырға, уларҙы бер- береһе менән дөрөҫ тоташтырырға.

  • Һүҙ, һөйләм, текст уҡырға һәм яҙырға;

  • 3-4, 5-6 хәрефтән торған ябай ғына һүҙҙәрҙе грамоталы яҙырға;

  • Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен ( орфограмма) белергә.

  1. Универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәнергә.

*уҡытыусыны тыңларға, уның әйткәнен ишетергә;

*өндәрҙе әйтергә, тыңларға, сағыштырырға, анализларға;

*уҡытыусыға һорау бирергә, белешмә алырға;

*икешәрләп йәки төркөмләп класташтары менән эшләргә;

*диалог барышында һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашырға, уның темаһын күҙ уңында тотоп, үҙ фекерен әйтергә, кешенекен тыңлларға

*дәрестең темаһына ярашлы уҡыу мәсъәләһен ҡуйырғ. Уны сисеү маҡсатында тикшереү эшендә әүҙем ҡатнашырға;

*график – символик һыҙмаларҙы танырға: һүҙҙең өн (хәреф) моделен, һөйләмдең һыҙмаһын төҙөргә һәм уҡырға;

*уҡыу һәм яҙыуҙы мәғлүмәт, белем алыу мөмкинселеге итеп ҡулланырға

Грамотаға өйрәтеү осоронда дәрестәргә

Календарь -тематик план

Әлифба

Үткәреү ваҡыты

Дәрес һаны

Дәрестең темаһы

Телмәр үҫтереү, эш төрҙәре


1 сирек - 17 сәғәт.

Тәрбиәүи эш

Һүҙлек эше

план

факт

2.09



Төклө аяғың менән! Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр

Уҡыусыларҙы үҙ-ара, уҡытыусы менән таныштырыу; кеше менән дөрөҫ аралашырға һәм үҙеңдең иптәштәреңә иғтибарлы булырға өйрәтеү

Предметтың атамаһын белдереүсе һүҙҙәр

Тәнәфестә, дәрестә үҙеңде дөрөҫ тоторға өйрәтеү

Кластағы предметтарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү

-һин кем?

-минең исемем... Гигиена


3.09


Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

Хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр менән танышыу

Төрлө һөнәр кешеләренә ҡарата һөйөү тойғйһй тәрбиәләү

Эш, һөнәр

9.09


Телмәр үҫтереү” Футбол уйнағанда”

Бәйләнешле телмәрҙәрен үҫтереү

Спорт уйындарына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү

Футбол, волейбол, пионербол

10.09


Кем нимә эшләй ? Кем нисек ҡысҡыра.

Предмет башҡарған эш-хәрәкәтте өйрәнеү

Хайуандарға ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү

Һүҙбәйләнештәр төҙөү

16.09


Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр

Предметты, хәрәкәтте, билдәне белдереүсе һүҙҙәр

Батырлыҡҡа өйрәтеү

Бәләкәй, ҙур, форма

17.09


Телмәр үҫтереү * Көҙгө урманда*

Бирелгән һүрәт буйынса хикәйә төҙөргә өйрәтеү

Тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыллыҡ тойғоһо тәрбиәләү

Экскурсия

23.09


Һүҙбәйләнеш

Һөйләм

Һөйләмгә һүҙ өҫтәү

Предмет атамаһы һәм уның хәрәкәтен аңлатҡан һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр төҙөү

Һөйләм тураһында төшөнсә; башы, аҙағы, уның тыныш билдәләре

Атай-әсәйҙәргә хөрмәтләү тойғоһо тәрбиәләү

Дөрөҫ аралашырға өйрәтеү

Ғаилә

Матур.

Матур!

Матур?

30.09


Ярҙамсы һүҙҙәр (һәм, менән, ла-лә, та-тә,ҙа-ҙә)

Ярҙамсы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу

Хеҙмәт һөйөргә өйрәтеү.

Һөйләмде тулыландырыу һәм киңәйтеү

Ярҙамсы һүҙҙәр

1.10


Ярҙамсы һүҙҙәр (ғына-генә, ҡына- кенә)

7.10


Өн. Һүҙ. Һүҙҙә нисә өн

Һүҙҙе дөрөҫ итеп ижеккә, ижектең өн моделен төҙөргә өйрәтеү

Йорт һәм ҡырағай хайуандарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү

Айыу, бүре, урман

8.10


1 с

Һуҙынҡы, тартынҡы өндәр. Ижек

14.10


Нәҙек, ҡалын өндәр Нәҙек, ҡалын әйтелешле һүҙҙәр

Һүҙҙең төрлө мәғәнәгә әйләндерелеүен аңлатыу һәм бәйләнешле телмәрҙәрен үҫтереү Һүҙҙең баҫымына ҡарап мәғәнәһе үҙгәреүен аңлатыу

Иғтибарлылыҡ һәм үҙ-аллылыҡ тәрбиәләү Һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү

Лексик, модель

Файҙа, ижек можделдәре

15.10


Һаңғырау, яңғырау тартынҡы. Баҫым

21.10


Әә хәрефтәре

Нәҙек һуҙынҡыларға бүлеп яҙыу

Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү

Ғаилә, әсәй

22.10


1с

Аа хәрефтәре

Ҡалын һуҙынҡыларға бүлеп яҙыу

Атайҙарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү

Ғаилә, атай

28.10


Өө хәрефтәре

Нәҙек һуҙынҡыларға бүлеп яҙыу


Һаҡсыллыҡ тойғоһо тәрбиәләү

Өкө

29.10


1с

Оо хәрефтәре

Ҡалын һуҙынҡыларға бүлеп яҙыу

Орсоҡ

2 сирек - 15 сәғәт.

5.11


1с

Үү хәрефтәре

Тема буйынса телмәр үҫтереү; Нәҙек һуҙынҡыларға бүлеп яҙыу

Дөрөҫ аралашырға өйрәтеү

Үлән, үгеҙ

11.11


Уу хәрефтәре

Ҡалын һуҙынҡыларға бүлеп яҙыу

Һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү

Умартасы, умарталыҡ

12.11


Ээ (е) хәрефтәре

Һүҙҙең моделен төҙөү

Яҙыу күнекмәләрен үҫтереү

Эш, терпе

18.11


Ыы хәрефтәре

Ыласын

19.11


1с

Ии хәрефтәре. Һаумы, икмәк байрамы!

Икмәк тураһында әңгәмәләшеп телмәрҙәрен үҫтереү

Икмәккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү

Икмәк

25.11


Мм хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Үҫемлектәр тураһында белемдәрен киңәйтеү

Мәк, мәтрүшкә

26.11


Нн; ң хәрефтәре

Өйрәнелгән хәрефтәрҙе һүҙ моделенә ҡуйыу

Ҡырағай хайуандарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү

Иңкеш, нур, моң

2.12


Лл хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Яҙыу күнекмәләрен үҫтереү

Ләлә, алма

3.12


Рр хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Дөрөҫ аралашырға өйрәтеү

Рәхмәт, урман

9.12


Йй хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыллыҡ тәрбиәләү

Йәшел, йәй, йәйғор

10.12


1с

Гг хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү. Яңғырау тартынҡыларға бүлеү

Үҫемлектәр тураһында белемдәрен киңәйтеү

Гөл, иген

16.12


Кк хәрефтәре

Һаңғырау тартынҡыларға бүлеү

Ҡоштарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү

Кәкүк, күркә

17.12


Ғғ, Ҡҡ хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Ҡоштарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү

Ағуна, ҡарлуғас

23.12


Бб, Пп хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыллыҡ тәрбиәләү

Ҡар, ҡыш

24.12



Зз, Сс, Ҫҫ хәрефтәре




3 сирек - 19 сәғәт.

14.01


Дд, Тт хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Кешелеклелек тәрбиәләү

Дәрес, дөйә, дауа, дарыу Төлкө, торна, тиҙәйткес

20.01


Жж, Шш хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Иғтибарлыҡ тәрбиәләү

Жираф

21.01


Фф, Вв хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Күркәмлелек тәрбиәләү

Ватан, шәл Фил, фатир

27.01


Яя хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Әҙәплелек тәрбиәләү

Яҡшы, ярамай

28.01


Ее, Ёё хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Ике өндө белдергән хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Миһырбанлыҡ тәрбиәләү

Егет, емеш Ёлка, шофёр

3.02


Юю, ь; ъ хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Йылҡы малына һөйөү тәрбиәләү

Юлбарыҫ, юрта

Альбом, донъя

4.02


Һһ, Хх хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү; телмәр үҫтереү

Уҡыусыларҙың әҙәпле телмәр мәҙәниәтен үҫтереү

Һаумы, һыйыр, һабантуй Халат

10.02


Цц, Чч, Щщ хәрефтәре

Хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Циркка ҡарата хөрмәтләү тойғоһо булдырыу

Цирк, цифр Чабан, врач Щука, щи

11.02


Алфавит. Тикшереү эше. Әлифба байрамы!

Һүҙлек һүҙҙәренең алфавит буйынса урынлаштырылыуы. Алған белемдәрен тикшереү

Кешелеклелек, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү. Әхлаҡи, эстетик тәрбиә биреү

Үтелгән һүҙҙәр


Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбаптары нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

Әлифба” дәреслеге ( авторҙары:Ф.Ш.Сынбулатова, Ы.Ә. Исламғолова, З.И. Яйҡарова)

Әлифба” дәреслегенә методик ҡулланма (авторы Ф.Ш.Сынбулатова)

Әлифба ” дәреслегенә эш дәфтәре №1,№2 ( авторы Ф.Ш.Сынбулатова)

1-4 кластарҙа диктанттар йыйынтығы һәм тиешерең эштәре( Ф.Ш. Сынбулатова, Р.Ф.Нурыева, Г.Б.Ғәлиуллина)

Әлифба һәм Әсә теле 1-4 кластарҙа программаһы (Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә Вәлиева), «Мәғариф тураһындағы закон»ға, Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандарттарына, «Башҡортостан халыҡтары телдәре законы »,«Башҡорт мәғарифты үҫтереү концепцияһы » һәм башҡа норматив документтарға таянып эшләнде

  1. Башҡорт теле. Бөтәһе 25 сәғәт

  1. Телмәр эшмәкәрлеге.

Телмәрҙе тыңлау, ишетеү, аңлау.

Кешенең өндәшеүен тыңлау, төшөнөү, ситуацияға ярашлы ҡабул итеү һәм эш итеү.

Уҡыу. Уҡыу оҫталығын шымартыу. Аңлы, шыма уҡыу. Тасуири уҡыу. Уҡыу күнекмәһен мәғлүмәт, белем алыу сығанағы итеп ҡулланыу.

Һөйләү телмәрен белем алыу сараһы итеп ҡуллана белеү. Аралшыу оҫталығы башланғысын артабан үҫтереү.

Телмәр этикетына өйрәнеүҙе дауам итеү. Һөйләмде дөрөҫ төҙөп һөйләшеү. Һөйләмде дөрөҫ интонация менән , таҙа, дөрөҫ итеп әйтеү.

Ниндәйһер предмет, күренеш, хәл- ваҡиғаға ярашлы мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм төҙөргә өйрәтеү. Уны әңгәмәсегә биреп, тыңлап анализлау.

Яҙма телмәр. Бәйләнешле яҙма телмәр төҙөү оҫталығына өйрәнеү өлкәһендәге башланғыс күнекмәләрҙе үҫтереү.

Һөйләм һәм текст төҙөлөшө. Һөйләм төҙөү. Фәнни – популяр текст, иғлан белдермә(записка), ҡотлау һңҙҙәре (открытка яҙыу). Ҡыҙыл юл, абзац төшөнсәһе.

Синоним, антоним менән танышыу. Һүҙҙең күп мәғәнәлеге.

Матур яҙыу. Дәресте 4-5 минут ваҡытты дөрөҫ каллиграфия менән яҙыуға бағышлау. Юл һәм ҙур хәрефтәрҙең яҙылышына даими күнекмәләр үткәрелә, камиллаштырыла. Һүҙлек һүҙҙәрен яҙыу. Һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе тиҙ яҙыу оҫталығын үҙләштереү. Контроль күсереп яҙыу.

  1. Тел ғилеме.

Һөйләм. Һүҙҙәр теҙмәһе, йыйылмаһы, мәғәнә. Һүҙбәйләнеш. Һөйләмде сағыштырыу. Һөйләмгә хас үҙенсәлектәр (мәғәнә – фекер, интонация) . Әйтелеү маҡсатына ҡарап һөйләм төрҙәрен үҙләштереү; хәбәр, һору, өндәү. Һөйләмде дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре: ҙур хәреф, аҙағында тыныш билдәләре.

Һүҙ. Һүҙ төркөмдәре. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен,белдергән һүҙҙәр. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ предмет атамалары(исемдәр). Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҙур хәрефтән яҙыу.

Алфавит. Унда хәрефтәр тәртибе. Алфавитты ҡулланыу.

Өн. Хәреф. Һүҙҙең өн структураһы һәм мәғәнәһе араһындағы бәйләнеш.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ижек. Һүҙҙе юлдан – юлға күсереү өсөн ижеккә бүлеү. Нәҙек, ҡалын һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙып өйрәнеү. Орфограммалар.

  1. Универсаль уҡыу эш төрҙәре.

Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәтле булыу. Уҡыу мәсъәләһе ҡуйыу. Маҡсатты күҙаллау. Эште планлаштырыу.Тикшереү эшен ойоштороу. Уҡыу объекттарын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Эшләнелгән эшкә байҡау яһау. Контроль. Эште баһалау

1 – се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

Әсә теле” программаһын өйрәнеү процессында уҡыусы өйрәнергә тейеш :

  1. Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә;

  • уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырырға: тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;

  • мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырырға;

  • тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң – белем бирергә;

  • һау – сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.

  1. Предмет буйынса белем алырға.

  • һүҙҙәрҙе мәғәнәүи яҡтан төркөмләргә(предметтың атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр);

  • һөйләм төрҙәрен билдәләргә(хәбәр, һорау, өндәү)һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡырға; һөйләмде дөрөҫ яҙырға.

  • үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе айыра, таный белергә; һөйләмде күсереп яҙғанда ярҙамсы һүҙҙәрҙе (да-дә, та-тә, ла-лә, ғына –генә, ҡына – кенә)билдәләргә һәм дөрөҫ яҙылышн аңлата белергә;

  • предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәргә айыра белергә;

  • фамилияһын, ер- һыу атамаларын, хайуан ҡушаматтарынҙур хәрефтән яҙырға;

  • өндәрҙе һуҙынҡы, тартынҡыларға айырырға, нәҙек, ҡалын һуҙынҡыларҙы, парлы яңғырау – һаңғырау, парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы дөрөҫ билдәләргә, график рәүештә тамғаларға;

  • һүҙҙең (3-4, 5-6 өндән торған) өн моделен төҙөргә;

  • 6-7, 7-8 һөйләмдән торған (30 – 35 һүҙ) тексты күсереп яҙырға;

  • 25 – 30 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә;

  • о-ө, у-ү, э (һүҙ башы)хәрефтәре, йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһы), йо, йы ҡушымсалары булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға; һүҙ башында я, ю, е,ё хәрефтәре менән булған 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға; тартынҡы өндөң аҙағында килгән нәҙеклек билдәһен(ь) рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә (3-4, 4-5 хәрефле) дөрөҫ яҙырға;

  1. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:

  • үтенес менән уҡытыусыға, класташына, өлкәндәргә өндәшергә;

  • уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға һәм һығымта яһарға;

  • аралашыу оҫталығын шымартыу; тыңларға, яуап бирергә; һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә;

  • диалог, монолог ҡора белергә;

  • мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә; алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға;

  • мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға;

  • парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә, эште планлаштырырға, уны тормошҡа ашырырға;

  • 3-4, 4-5 һөйләмдән торған иғлан, ҡотлау, белдермәяҙа белергә.

Календарь - тематик план

Тема

Йөкмәткеһе

Уҡыусының эшмәкәрлеге

Дата

фактик

үткәреү

Алфавит. Хәреф һәм өн

(инеш дәрес)

Алфавитта хәрефтәр һаны, тәртибе. Уның ҡулланылыш өлкәләре. Алфавитты ҡулланып, бирелгән һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә теҙеп яҙыу; төркөмдәге балаларҙың фамилияларын алфавит тәртибендә урынлаштырып яҙыу. Хәрефтәрҙең аталышы. Хәреф өндөң тамғаһы. Өндө һүҙҙә тауыш менән айырып әйтеү. Өндәрҙе тартынҡы һәм һуҙынҡыларға айырыу. Бирелгән моделгә ярашлы һүҙҙәр йыйыу. Ул һүҙҙәрҙе билдәле үҙенсәлектәре нигеҙендә төркөмләү һ.б.

Алфавит хәрефтәрен күҙәтергә; хәрефтәрҙе сағыштырырға; уларҙы үҙенсәлектәре буйынса классификацияларға ; алфавит төҙөлөшөнөйрәнеү аҙағында һығымта яһарға Һүҙҙә өндәрҙе тыңларға, дөрөҫ әйтергә ҙәм график моделдәр ярҙамында тамғаларға. Моделгә таянып өндәрҙе хәрефтәр менән яҙырға. Һүҙҙәрҙе тег йәки был үҙенсәлеге буйынса төркөмдәргә бүлергә (классификация)

24.02








Һуҙынҡы өндәр

Өндәрҙе һуҙынҡы һәм тартынҡыларға айырыу. Һуҙынҡы өндәр таблицаһы төҙөү. (таблица бирергә). Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар, уларҙың функцияһы. Бер һуҙынҡы менән генә айырылған һүҙҙәрйыйыу: ай-уй, ҡар-ҡор, ҡур – ҡыр, бай – бәй, бал-бол-бөл-бил-бул-был-бел, тар-төр-түр-тир, һат-һөт-һүт-һыт, кирә-көрә-күрә һ.б

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға ундағы өндәрҙе интонация ярҙамында айырып алырға. Характеристика бирергә. Тел материалы нигеҙендә аралашырға өйрәнергә; һорау төҙөргә, уны бирергә, яуаптытыңларға, уға ҡарата үҙ фекереңде белдерергә.Диалогта ҡатнашырға. Һөйләшеүҙә этикет ҡағиҙәләрен һаҡларға.

25.02












Тартынҡы өндәр

Тартынҡы өндәрҙе төркөмләү. Уларҙың таблицаһы. Тартынҡы өндәр . Ҡалын һуҙынҡылар(а, о, у, ы)уратылышында. Тартынҡы өндәр нәҙек һуҙынҡылар уратылышында. Һүҙҙә берәй тартынҡыны аомаштырыу – мәғәнә үҙгәреүе йәки һүҙҙең хәрефтәр йыйылмаһына әйләнеүе: бар-пар, гөл-көл, йыл-ҡыл, мул- ҡул, шар-шат, таш- тап, сүп-сүл, көр-көс, күсә-күбә. Тартынҡы өндәр нәҙек һуҙынҡылар уратылышында. Тартынҡы өндәр ҡалын һуҙынҡылар уратылышында.Һүҙҙә бер генә тартынҡы хәрефте алмаштырыу менән мәғәнәнең үҙгәреүе, 2-3, 3-4 тартынҡы, хәрефтәр йыйылмаһы. Уларға һуҙынҡы өҫтәп, һүҙ яһау.

Тартынҡы өндәрҙе күҙәтергә. Уларҙы төркөмләргә, сағыштырырға. Бирелгән тартынҡыларҙан(ижектәрҙән)һүҙ төҙөү. Тартынҡы өндәрҙең нәҙек һуҙынҡылар уратылышында әйтелешен тыңларға, сағыштырырға, һығымта яһарға. Тартынҡы өндәрҙең ҡалын һуҙынҡылар уратылышында әйтелешен тыңларға, һығымта яһарға. Дөрөҫ күсереп яҙырға.

2.03


Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр

Һүҙҙең берәй тартынҡы йәки һүҙынҡы хәрефен тейешле хәреф менән алмашырыу һәм уның мәғәнә менән үҙгәреүе. Бирелгән ижеккә тейешле ижек өҫтәп һүҙ яһау.Һүҙҙәрҙе тел законына (сингармонизм)

ярашлы төркөмләү

Һүҙҙе күҙәтергә, уға хас үҙенсәлекте билдәләргә,һығымта яһарға. Бер һуҙынҡы йәки тартынҡы менән айырылыусы һүҙҙәр төҙөргә. Уларҙың әйтелешен тыңларға, уларға хас үҙенсәлек тураһында һөйләргә.

3.03


Һүҙҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

Һңҙҙе һамаҡлап (ритмлап) ижеккә бүлеү. Ижеккә бүлеү ысулдарын үҙләштереү: ритмлап, ҡул сабыу, аяҡ менән иҙәнгә туҡылдау, ручка менән партаға һуғыу, эйәккә ҡулдың һыртын ҡуйып һәлмәкләп әйтеү. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү күнекмәһе. Һөйләм төҙөү. Шиғырҙы һәм уға ҡарата эшләнгән һүрәтте ҡулланып телдән һүрәт төшөрөү Сюжетлы һүрәт ҡулланыу өсөн бирелгән һүҙҙәр ярҙамында телдән хикәйә ижад итеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе “оҙонайтыу”, уға ижек өҫтәү. Ике төркөм һүҙҙәрҙе сағыштырыу, уларға хас үҙенсәлектәр.

Һүҙҙе әйтергә, ижеккә бүлергә, юлдан юлға дөрөҫ күсергә. Күсереп яҙырға, орфограммаларҙы һыҙырға, яҙылышын аңлата белергә. Һүҙ төркөмдәрен сағыштырып, уларға хас үҙенсәлектәрҙе билдәләргә.

9.03


Ҙур хәреф. Кеше исем – фамилияларының яҙылышы.

Һөйләмдән, текстан ҙур хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙе табыу (һөйләм башы, кешенең исеме, фамалияһы). Кеше исем фамилияларының яҙылышы. Уларҙы график символдар менән тамғалау. Билдәле шәхестәрҙең исем – шәрифтәрен хәтерҙә ҡалдырыу, дөрөҫ яҙыу. Яҡын кешеләреңдеү исем – шәрифтәре.

Һүҙҙәрҙең ҙур хәрефтән яҙылыу сәбәбенә төшөнөргә. Ундай һүҙҙәрҙең моделен һыҙырға (график билдәләнешен). Билдәле шәхестәрҙең исем – шәрифтәрен (3-4 кешенең) иҫтә ҡалдырырға, уларҙың кем булыуҙарын аңлата белергә.

10.03


Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары.

Хайуандар тураһында әңгәмәләшеү. Уларҙың ҡушаматтары. Йорт хайуандарына ҡушамат һайлауҙың үҙенсәлектәре. Әкиәт геройҙары(ҡыр хайуандары) ҡушаматтары. Хайуан ҡушаматтарыныңдөрөҫ яҙылышы.

Диалогта ҡатнашырға. Хайуандарҙы төркөмләргә. Уларға ҡушаматтар бирергә һәм теге йәки был ҡушамат хайуандың ниндәй билдәләре, үҙенсәлектәре нигеҙендә һайланыуын аңлатырға.

16.03


Ҙур хәреф. Ер- һыу атамалары.

Ер – һыу атамалары. Ауыл, ҡала, республика ил исеме.

Диалогта ҡатнашырға. Ер- һыу атамаларын дөрөҫ яҙырға.

17.03


Һөйләм.

Һөйләм. Уның башы, аҙағы. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре. Бәләкәй һәм ҙур һөйләмдәр. Ике һүҙҙән торған һөйләм. Уға һүҙ өҫтәү, киңәйтеү.

Һөйләм төҙөргә. Уның мәғәнәһен тулыландырырға. Һөйләмгә һүҙ өҫтәргә. Бирелгән һүҙҙәр йәки һүрәт сюжеты буйынс а һөйләм төҙөргә.

23.03


Хәбәр һөйләм.

Хәбәр һөйләм. Уны дөрөҫ интонация менән уҡыу. Хәбәр һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Уҡытыусының хәбәр һөйләмде тейешле интонация менән уғыу өлгөһөн үҙләштерергә.Уның аҙағында нөктә ҡуйырға

(моделен) һыҙырға. Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатырға.

24.03




4 сирек -15 сәғәт




Һорау һөйләм.

Һорау һөйләмдең әйтелеү маҡсаты. Уның аҙағында һорау билдәһе. Һорау һөйләмде тейешле интонация менән уҡыу. Һөйләмде киңәйтеү(һүҙ өҫтәү).

Укытыусының һорау һөйләмде тейешле интонация менән уҡыуын тыңларға һәм үҙләштерергә. Ҡулланыу өсөн бирелгән һүҙҙәр, һүрәттәр ярҙамындаһорау һөйләмдәр төҙөргә, яҙырға. Һорау һөйләмдең схемаһын (моделен) һыҙырға.

6.04


Өндәү һөйләм.

Өндәү һөйләмдең әйтелеү маҡсаты. Уның аҙағында өндәң билдәһе. Өндәү һөйләмде тейешле интонация менән уҡыу. Һөйләмде киүәйтеү(һүҙ өҫтәү)

Уҡытыусының өндәү һөйләмде тейешле интонация менән уҡыуын тыңларға һәм үҙләштерергә. Ҙндәү һөйләмдәр төҙөргә. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе сағыштырырға. Әйтеп яҙҙырғанда һөйләм аҙағында тейешле тамғалар (.!?) ҡуя белергә.

7.04


О- ө хәрефле һүҙҙәр.

О-ө хәрефле һүҙҙәр йыйыу. Уларға ижек өҫтәү. Башҡорт теленең сингармонизм законы. О – ө хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу.

О-ө хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яҙарға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға.

13.04


У-ү хәрефле һүҙҙәр

У-ү хәрефле һүҙҙәр йыйыу. Уларға ижек өҫтәү. Башҡорт теленең сингармонизм законы. У –ү хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу.

У -ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яҙарға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға.

14.04


Э хәрефе һүҙ башында

Э хәрефе һүҙ башында ғына яҙылыуы.

[э] өнөнөң һүҙ уртаһында е хәрефе менән тамғаланыуы . Һүҙҙәр йыйыу. Һүҙлек менән эш. Уларҙың яҙылышы.

Һүҙ башында [э] өнө булған һүҙҙәрҙе тыңларға, сағыштырырға һәм һығымта яһарға. Һүҙлектән Э хәрефенә башланған һүҙҙәрҙе табырға, һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

20.04


Йй хәрефе ҡайҙа һәм ҡасан яҙыла?

Йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһы) йо, йы ҡушымсалары менән һүҙҙәр йыйыу, уларҙы яҙып өйрәнеү. Ҡушымсаларҙың һүҙ башында, уртаһында һәм аҙағында яҙылышы.

Йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһында), йо, йы, ҡушымсалары булған һүҙҙәрҙе тыңларға, сағыштырыр-

ға. Йе ҡушымсаһын һүҙ уртаһында һәм һүҙ аҙағында яҙырға. Һүҙлектән кәрәкле һүҙҙәр табырға, яҙып алырға, кәрәкле ҡушымсаны билдәләргә.

21.04


Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәрефтәре

Е, ё, ю, я хәрефтәре үҙләштерелгән

һүҙҙәрҙең башында, уртаһын, аҙағында. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я функцияһы. Һүҙҙең өн моделен төҙөү, транскрипцияла яҙыу.

Е, ё, ю, я хәрефле һүҙҙәрҙә (рус теленән үҙләштерелгән) тыңларға, әйтергә, һәм уларҙың өн моделен эшләргә, транскрипцияла яҙырға . Орфографик һүҙлектән кәрәкле һүҙҙе эҙләргә, күсереп яҙырға. Аңлатмалы һүҙлектәнкәрәкле мәғлүмәт эҙләргә, уны башҡаларға еткерергә.

27.04


Һүҙҙә [йу] өнөн хәреф менән тамғалау.Ю хәрефе.

Һүҙҙә [йу ] өнөн хәрефтәр менән тамғалау. Ю хәрефе. Уның ҡалын һүҙҙәрҙә яҙылыуы. Һүҙҙең өн моделе. Уны транскрипцияла яҙыу. Хәрефтәр менән тамғалау.

Ю хәрефле һүҙҙәрҙе өйрәнеүобъекты булараҡ күҙәтергә, сағыштырырға, анализларғатикшереү эше үткәрергә. Һүҙҙең өн моделен һыҙырға, уны транскрипцияла күрһәтергә, хәрефтәр менән яҙырға.

28.04


Һүҙҙә [йэ] өнөн хәреф менән тамғалау.Е хәрефе.

Һүҙҙә [йэ ] өнөн хәрефтәр менән тамғалау. Е хәрефе. Уның нәҙек һүҙҙәрҙә яҙылыуы. Һүҙҙең өн моделе. Уны транскрипцияла яҙыу. Хәрефтәр менән тамғалау.

Е хәрефле һүҙҙәрҙе өйрәнеүобъекты булараҡ күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға тикшереү эше үткәрергә. Һүҙҙең өн моделен һыҙырға, уны транскрипцияла күрһәтергә, хәрефтәр менән яҙырға.

4.05



Һүҙҙә [йа] өнөн хәреф менән тамғалау.Е хәрефе.

Һүҙҙә [йа] өнөн хәрефтәр менән тамғалау. Я хәрефе. Уның ҡалын һүҙҙәрҙә яҙылыуы. Һүҙҙең өн моделе. Уны транскрипцияла яҙыу. Хәрефтәр менән тамғалау.

Я хәрефле һүҙҙәрҙе өйрәнеүобъекты булараҡ күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға тикшереү эше үткәрергә. Һүҙҙең өн моделен һыҙырға, уны транскрипцияла күрһәтергә, хәрефтәр менән яҙырға.

5.05


Һүҙ төркөмдәре. Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр.

Һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмдәргә бүлеү. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте.

Һүҙҙәрҙе төркөмләргә. Уларҙың нимә белдереүен аңлатырға, телмәрҙә ҡулланырға.

11.05



Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр.

Һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмдәргә бүлеү. Предметтың билдәһен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың телмәрҙә әһәмиәте.

Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәрҙе предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр менән сағыштырырға. Бирелгән предметтарға ярашлы билдә һүҙҙәр йыйырға, һүҙбәйләнештәр төҙөргә. Һөйләмде, предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр өҫтәп, киүәйтергә.

12.05


Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

Предмет хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр.

Предмет һәм уның эш - хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе яҙырға.

18.05


Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән.

Ярҙамсы һүҙҙәр:

да – дә, та – тә, ҙа – ҙә, ла – лә

Ярҙамсы һүҙҙәр: ғына – генә, ҡына – кенә.

Ярҙамсы һүҙҙәрҙең һөйләмдә тотҡан роле, функцияһы. Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре менән һүҙбәйләнештәр төҙөү.Яҙма телмәрҙә, һөйләү телмәрендә ҡулланылышы.

Да – дә, та – тә, ҙа – ҙә, ла – лә ярҙамсы һүҙҙәрҙең һөйләмдәге роле, функцияһы

Һөйләмдә ярҙамсы һүҙҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу. Да – дә, та – тә, ҙа – ҙә, ла – лә ярҙамсы һүҙҙәренең айырым яҙылыуы.

Ғына – генә, ҡына – кенә ярҙамсы һүҙҙәрҙең һөйләмдәге роле, функцияһы. Уларҙың айырым яҙылыуы.

Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре менән һүҙбәйләнештәр төҙөргә. Уларҙы һөйләү телмәрендә һәм яҙма телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға.

Моделен һыҙырға.

Да – дә, та – тә, ҙа – ҙә, ла – лә ярҙамсы һүҙҙәренең һөйләмдә әйтелешен күҙәтергә.Уларҙы Да – дә, та – тә, ҙа – ҙә, ла – лә ялғаулы һүҙҙәр менән сағыштырырға , һығымта яһарға, ярҙамсы һүҙҙәрҙең график моделен һыҙырға.

Ғына – генә, ҡына – кенә ярҙамсы һүҙҙәренең яҙылышын тикшерергә, аңлатырға. Уларҙы һөйләм моделендә тейешле тамға менән билдәләргә, дөрөҫ яҙырға.

19.05



Тикшереү эше.

Үтелгәнде ҡабатлау.

Хаталар өҫтөндә эш.

Диктант. Яҙ.

25.05



Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбаптары нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

Башҡорт теле” дәреслеге ( авторы Ф.Ш.Сынбулатова)

Башҡорт теле ” дәреслегенә методик ҡулланма (авторы Ф.Ш.Сынбулатова)

Башҡорт теле ” дәреслегенә эш дәфтәре ( авторы Ф.Ш.Сынбулатова)

1-4 кластарҙа диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре( Ф.Ш. Сынбулатова, Р.Ф.Нурыева, Г.Б.Ғәлиуллина)

Әлифба һәм Әсә теле 1-4 кластарҙа программаһы (Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә Вәлиева), «Мәғариф тураһындағы закон»ға, Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандарттарына, «Башҡортостан халыҡтары телдәре законы »,«Башҡорт мәғарифты үҫтереү концепцияһы » һәм башҡа норматив документтарға таянып эшләнде



Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 10.11.2015
Раздел Начальные классы
Подраздел Рабочие программы
Просмотров501
Номер материала ДВ-143468
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх