Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку для башкирских классов. (3 класс)

Рабочая программа по башкирскому языку для башкирских классов. (3 класс)

  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:

Аңлатмалы яҙыу

Башланғыс класта тәү башлап уҡырға, яҙырға өйрәтеү уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға, уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

Башҡорт теле программаһы «Башҡорт теленән уҡыу программалары»,«Мәғариф тураһындағы закон»ға, Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын хөкүмәт стандарттарына, «Башҡортостан халыҡтары телдәре законы», «Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы» һәм башҡа норматив документтарға таянып эшләнде.

Башҡорт теленән эш программаһы «Башҡорт лицейҙары, гимназиялары, мәктәптәренең башланғыс кластары” өсөн программаһына, Ф.Ш. Сынбулатованың “Башҡорт теле” дәреслектәренә таянып төҙөлдө.

Дөйөм характеристика

Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының мәғариф алдына ҡуйған төп талабы–баланы шәхес итеп үҫтереү. Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың төп мәсьәләләре билдәләнде:

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу: тыңлау,һөйләү, уҡыу, яҙыу.

-тел системаһын (фонетика, лексика,орфография, грамматика, пунктуация)өйрәнеү;

-башҡорт теле фәне аша тирә-яҡты танып белергә өйрәтеү;

-башҡорт телен өйрәнгәндә баланың һәләтен,эрудицияһын формалаштырыу өсөн

шарттар тыуҙырыу;

- тел ғилемен өйрәнеү процесында универсаль уҡыу эш-төрҙәренә өйрәтеү;

- милли үҙаңды формалаштырыуға нигеҙ һалыу.

Дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын хөкүмәт стандарттары уҡыусылар һәм

Уҡытыусылар алдына түбәндәге талаптарҙы һәм бурыстарҙы ҡуя :

1). Уҡыусыны уҡыу,белем алыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү, фекерләү, аҡыл-аң ҡеүәһен үҫтереү; үҙен уратып алған һәр нәмәгә үҙ баһаһы булған шәхес итеп үҫтереү.

Ғалимдар раҫлауынса, белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уятыусы һәм этәргес көс булып дәрестә проблемалы уҡытыу тора.

Уҡыусы дәрестә тыңлаусы ғына түгел, ә фекерләүсе,эҙләүсе,белем алыусы. Шуға күрә

«уҡытыусы - уҡыусы»һәм«уҡыусы - уҡыусы»мөнәсәбәттәрен дөрөҫ ойоштороу кәрәк.

2). Башҡорт балаларының күбе уҡырға үҙ телендә һөйләшеп килә, үҙ телендә фекер йөрөтә. Уның үҫешен тотҡарламау өсөн уны үҙ телендә уҡытыу мөһим.

3). Телде заманса аралашыу ҡоралы итеп күҙаллап өйрәтеү.

Бәләкәй бала һөйләшеүгә әүәҫ.Бер партала ултырған ике уҡыусы үҙ-ара һөйләшергә, фекер йөрөтөргә тейеш.Һорай белеү,йәғни үҙең белмәгәнде асыҡларга баҙнат итеү юғары баһалана.

4). Башланғыс мәктәптә телде уҡытыуҙы, уҡытыу-тәрбиә эшен халҡыбыҙҙың бай мираҫына ҡороу төп шарт булып тора.Шуға ла дәреслектәрҙә халыҡ ижады ҡомартҡыларын ҡулланыуға ҙур иғтибар бүленә.

5). Башланғыс мәктәптә уҡытылған башҡа фәндәрҙе (рус теле һәм уҡыу,математика,һынлы сәнғәт,хеҙмәтһ.б.) әсә теле менән тығыҙ бәйләнештә уҡытыу мөһим. Һөҙөмтәлә башланғыс мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эше дөйөм бер система булып тора.

3-сө класта«Башҡорт теле»н өйрәнеү курсы тел ғилемен,телмәр эшмәкәрлеген артабан дауам итеү,туған тел аша донъяны танып белеү һәм социаль өлкәлә аң-белем алыу, мәҙәниәтле шәхес итеп тәрбиәләү маҡсатын ҡуя. Был маҡсаттарға ирешеү өсөн түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк :

- лексика, фонетика, грамматика, синтаксис, орфография, пунктуация, телмәр үҫтереү өлкәһендәге белемдәрҙе, оҫталыҡты артабан киңәйтеү, тәрәнәйтеү;

-коммуникатив компетентлыҡ: грамоталы яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, монолог текстар төҙөү һәм һөйләү;

-туған телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уны теләп өйрәнеү.

Башҡорт теле” предметының уҡыу планындағы урынын һүрәтләү

3-сө класс өсөн «Башҡорт теленән” эш программаһы «Башҡорт лицейҙары, гимназиялары, мәктәптәренең башланғыс кластары” өсөн программаһына, Ф.Ш. Сынбулатованың “Башҡорт теле” дәреслектәренә таянып төҙөлдө.

Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 140 сәғәт бирелә (35×4 сәғәт)

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

Дәреслек Сынбулатова Ф.Ш., Вәлиева Г.Ә.,2 киҫәктә,Өфө-Китап,2012

Сынбулатова Ф.Ш. Нурыева Р.Ф.Ғәлиуллина Г.Б. 1-4-се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-“ Өфө. Китап,2011.

Эш дәфтәрҙәре.

Сюжетлы һүрәттәр.

Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 2006.

Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы.

Компьютер. Интерактив таҡта.


Уҡыу йылы аҙағына “Башҡорт әҙәбиәте” предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре

  1. Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:

-башҡорт теленең матурлығын һәм тасуирилығын тоя белеү,телде ихтирам итеү;

- үҙ телеңде камиллаштырырға ынтылыу;

-тыуған ереңә,халҡыңа һәм мәҙәниәтеңә ихтирамлы булыу;

-белем алыу менән ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяжлы булыу.


Метапредмет кимәле.

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

- уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

- дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

- дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

- уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

- коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү;

Танып белеү эшмәкәрлеге:

- дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү;

- дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

- бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

- фекереңде телдән формалаштырыу;

- кеше телмәрен тыңлау һәм аңлау;

- тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

- тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

- уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.

Предмет үҙләштереү кимәле.

- тексты һөйләмдәр теҙмәһенә айыра белеү;

- бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;

- тексты ентекле һөйләй белеү;

- хикәйә төҙөү;

- һүҙҙең өңдәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын

билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф- өн анализы яһау;

- һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;

- һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен яҙыу;

- баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙарҙе ,ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

- тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.


Башҡорт теле”уҡыу предметының йөкмәткеһе

1.Фонетика һәм орфоэпия. Өндәр һәм хәрефтәр.Өндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға бүленеше.Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар.Һүҙҙәрҙә тартынҡыларҙың сиратлашыуы(китап-китабы,ҡалаҡ-ҡалағы).Һүҙҙәргә фонетик анализ.

2.Һүҙ составы. Һүҙ составы (тамыр һәм ялғауҙар). Тамырҙаш һүҙҙәр.Уларҙың тамыры. Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар.Һүҙьяһалыш.Ҡушма һүҙҙәр.Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр.Ҡабатлау юлы менән йәки парлап яһалған ҡушма һүҙҙәр.Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.Ҡушма һүҙҙәрҙә ҡалын(ъ) һәм нәҙек (ь)айырыу билдәләренең яҙылышы.Һүҙҙәргә составы буйынса анализ.Һүҙ төҙөлөшө.Һүҙҙең тамыры.Тамыр нигеҙле һүҙҙәр.Һүҙ нигеҙе тураһында төшөнсә.Яһалма һәм ҡушма һүҙҙәр.Ялғауҙар.

3.Орфография һәм пунктуация.Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы.Ялғау ҡушылғанда бер иш тартынҡыларҙың килеп сығышы. Тамыр һүҙҙәрҙәге о-ө,ы-е хәрефтәренең ялғау ҡушҡанда ла һаҡланыуы. О-ө,ы-е хәрефтәренең тамыр һүҙҙәрҙә яҙылмау осраҡтары(тупраҡ,япраҡ) . Нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың яҙылышы.

4.Морфология. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре.Ярҙамсы һүҙҙәр.Предмет атамаһы.Һөйләмдә ҡулланыу.Исемдең һорауҙары.Яңғыҙлыҡ исемдәр.Кешенең исем-фамилияһының,хайуан ҡушаматтарының,ер-һыу атамаларының,китап һәм гәзит-журналдарҙың исемдәренең ҙур хәреф менән яҙылышы.

Билдәне белдергән һүҙҙәр.Уларҙың исем алдынан килеүе,телмәрҙәге әһәмиәте.

Хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр.Һөйләмдә уларҙы таныу,дөрөҫ һорау ҡуйыу.Был һүҙҙәрҙең һөйләмдә хәбәр ролен үтәүе.

Ярҙамсы һүҙҙәр.Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

5.Синтаксис.Һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе,һөйләмдәрҙе таныу,уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары.Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.Һөйләү маҡсатына ҡарап,һөйләмде өс төргә бүлеү:хәбәр,һорау,өндәү.Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.Һөйләмдең тиң киҫәктәре.Һөйләмгә синтаксик анализ.

6.Лексика.Һүҙҙәрҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе.Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Синонимдар,антонимдар,омонимдар.Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен аңлатыу,улар менән һөйләмдәр төҙөү.

7.Телмәр һәм уның төрҙәре.Һөйләү телмәре. Диалог.Әңгәмәсе менән диалог ҡороу. Аралашыу оҫталығы(логик эҙмә-эҙлелек һәм тасуирлыҡ).Эске телмәр.

Хикәйә.Әкиәт.Шиғыр.Тексты логик яҡтан тамамланған өлөштәргә бүлеү. Уларға исем ҡушыу(план).Абзац.Ҡыҙыл юл.Бәләкәй күләмле хикәйәләр(текст) ижад итеү.Тексҡа ҡарата ҡыҫҡа баһалама яҙыу.Әкиәт.Әкиәт ижад итеү.Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү.Шиғырҙы күсереп яҙыу үҙенсәлектәре.

8.Телмәр үҫтереү.Телмәр мәҙәниәте.Темаға ярашлы тәбиғәт күренештәре,тормош-көнкүреш,ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында ҡыҫҡа текст төҙөү.

Тексҡа план төҙөү.Текстың өлөштәре һәм һөйләмдәр араһында мәғәнәүи бәйләнеш булдырыу.Текстың темаһы,төҙөлөшө(инеш,төп өлөш,йомғаҡлау).

Әҙер йәки коллектив төҙөлгән план буйынса текст төҙөү.Тәҡдим ителгән текст буйынса изложение яҙыу.Хикәйә һәм инша яҙыу.Әкиәт төҙөү.


Автор
Дата добавления 03.11.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Рабочие программы
Просмотров10
Номер материала ДБ-317120
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх