Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку для 2 класса

Рабочая программа по башкирскому языку для 2 класса

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2 се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге хоҡуҡи - норматив документтар нигеҙендә төҙөлдө:

  1. Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №165-Ф3,11.12.2002

  2. Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы ( статья 47, 5-се п.)

  3. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №289-з, 14.07.2010

  4. Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы,1.07.2013.

  5. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-се кластары өсөн программалары (төҙ.: З.М. Ғәбитова, М.Г. Усманова. // Ижевск: “Книгоград” , 2008. – 120 б.)

  6. Бишбүләк ауылы 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2016-2017 уҡыу йылына уҡыу планы.

  7. Туған тел һәм әҙәбиәт, башҡорт (дәүләт) телен уҡытыуҙы ойоштороу тураһында ( БР ММ хаты № 13-05 / 498, 11.09.2014)

Был эш программаһы дөйөм белем биреү буйынса федераль дәүләт стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө.

Уҡыу- уҡытыу методик комплексы :

Дәреслек: Башҡорт теле 2: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Х.А.Толомбаев, М С Дәүләтшина. – Өфө: Китап, 2014. – 148 бит.

Ғәбитова З.М., Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.- Өфө:Китап, 2009. – 192 бит.

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теленә уҡытыу маҡсаттары:

  • уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • бшҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  • әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  • Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  • белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

  • бәйләнешле текст төҙөү,

Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар


Шәхсән һөҙөмтәләр:

- тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;

- башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;

- дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеген күрһәткесе икәнен аңлау;


- үҙ телмәренә иғтибарлы булып, үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге үҫтереү;

- аралашыу-телмәр процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу, үҙ фекереңде еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

- телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;

- Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү; грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.

һөйләү һәм яҙыу:

- тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;

- телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы ( диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

- аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;

- ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

  • предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

  • хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

  • тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

  • текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

  • хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;


2-се класс өсөн телмәр предмет һөҙөмтәләре

1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

  • уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

  • иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);

  • текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

  • бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,

  • һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,

  • диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,

  • үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,

  • ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,

  • башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

  • тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),

  • поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,

  • уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,

  • текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

  • хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,

  • ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,

  • шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,

  • бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,

  • ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).


Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе



Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  3. бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.

Уларҙың иң мөһимдәре:

  1.  Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

  1. Танышыу – 4 сәғәт.

Башҡортостан тураһында әңгәмә. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен өйрәнеү, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу. Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү.

  1. Был мин – 2 сәғәт.

Тән өлөштәрен белдергән һүҙҙәрҙе өйрәнеү.Ҡ өн - хәрефе.

  1. Минең ғаиләм – 3 сәғәт.

Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу. Ни эшләй? Ғ, Ө өн - хәрефтәре.

  1. Мин нимә яратам? – 2 сәғәт.

Аҙыҡ-түлек, һауыт - һаба темалары буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү. Нимә менән? Ҫ хәрефе - өнө.

  1. Минең мәктәбем – 2 сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү.

  1. Минең класым – 1 сәғәт.

Тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү.

7. Мин мәктәпкә йыйынам. Мин – уҡыусы – 2 сәғәт.

Тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү. Кемдеке?

  1. Мин дәрестә. Мин дәрестән сыҡтым – 2 сәғәт.

Ҡайҙа? Диалог төҙөү. Нимә эшләйем?

  1. Минең уйынсыҡтарым – 3 сәғәт.

Уйынсыҡтарҙың атамалары. “Уйынсыҡтар магазинынында” темаһына диалог төҙөү. Төҫтәрҙе өйрәнеү.

  1. Мин уйнарға яратам – 2 сәғәт.

Тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү. Ҡылымдың күплек ялғауҙарын өйрәнеү.

  1. Мин уйнарға сығам. Мин уйнарға сыҡтым 2 сәғәт.

Кейем - һалым атамаларын үҙләштереү. Миңә нимә кәрәк? Нисәнсе?

  1. Минең кескәй дуҫтарым – 3 сәғәт.

Тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү.

  1. Мин ял итәм – 6 сәғәт.

Ҡырағай йәнлектәр темаһы буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү. Ҡайҙа? Ҡасан? Ҡайҙан? Ҡош атамаларын, йорт хайуандарының атамаларынын өйрәнеү. Тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү. Үткәндәрҙе ҡабатлау.



Башҡорт теленең базислы уҡыу планындағы урыны

Башҡортостан Республикаһының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-се кластар өсөн уҡыу планы 2 – се класта башҡорт телен аҙнаһына 1 сәғәт күләмендә уҡытыу күҙ уңында тота: барлығы 34 сәғәт.

1-се сирек

2-се сирек

3-сө сирек

4-се сирек

9 сәғәт

8 сәғәт

10 сәғәт

8сәғәт

Яҙма эштәр һәм контроль – баһалау эштәре

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була:

  • һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

  • һүҙлек диктанты;

  • ғәҙәти диктанттар;

  • һорауҙарға яуап яҙыу

  • изложение;

  • инша;

  • тестарға яуап яҙыу.

Диктант, изложение, инша башҡарыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.


Яҙма эштәрҙең төрҙәре,күләме


Уҡыу һәләтлектәрен баһалау: Һүҙ: 25 – 30, билдә: 90 – 120, эстән уҡыу: 35 – 40.

Календар – тематик план




Тема

Cәғәт

тәр һаны

План

лаш

тырыл

ған

Үткә

рел

гән

Иҫкәрмә

I сирек

Танышыу

1

Һин кем? Ә хәрефе - өнө.

1

5. 09. 16



2

Һеҙ кем? Һ хәрефе - өнө.

1

19.09.16



3

Һинең исемең нисек? Ң хәрефе -өнө.

1

26.09.16



4

Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҙ хәрефе - өнө.

1

3.10.16



Был мин

5

Тән өлөштәре. Ҡ хәрефе - өнө.

1

10.10.16



6

Ауырта - ауыртмай.Ҡ хәрефе - өнө.

1

17.10.16



Минең ғаиләм

7

Минең, һинең, уның. Ғ хәрефе - өнө.

1

24.10.16



8

Бармы? Ғ хәрефе - өнө.

1

31.10.16



9

Ни эшләй?

1

7.11.16



II сирек

Мин нимә яратам?

10

Нимә менән? Ҫ хәрефе - өнө.

1

14.11.16



11

Нимә менән? Ҫ хәрефе - өнө.

1

21.11.16



Минең мәктәбем

12

Мәктәп ниндәй?

1

28.11.16



13

Мәктәп ниндәй?

1

5.12.16



Минең класым

14

Класс ниндәй?

1

12.12.16



Мин мәктәпкә йыйынам

15

Кемдеке? Күсереп яҙыу.

1

19.12.16



Мин уҡыусы

16

Нисек?

1

26.12.16



Мин дәрестә

17

Ҡайҙа?

1

16.01.17



III сирек

Мин дәрестән сыҡтым

18

Нимә эшләйем?

1

23.01.17



Минең уйынсыҡтарым

19

Нимә? Нимәләр?

1

30.01.17



20

Нимә эшләйбеҙ?

1

6.02.17



21

Нимә эшләмә?

1

13.02.17



Мин уйнарға яратам

22

Нимә эшләйбеҙ?

1

20.02.17



23

Нимә эшләйбеҙ?

1

27.02.17



Мин уйнарға сығам

24

Миңә нимә кәрәк?

1

6.03.17



Мин уйнарға сыҡтым

25

Нисәнсе? Контроль күсереп яҙыу.

1

13.03.17



Минең кескәй дуҫтарым

26

Был нимә?

1

20.03.17



27

Ниндәй?

1

3.04.17



IV сирек

28

Ни эшләй?

1

10.04.17



Мин ял итәм

29

Ҡайҙа?

1

17.04.17



30

Ҡайҙа?

1

24.04.17



31

Ҡайҙан?

1

8.05.17



32

Ҡасан?

1

15.05.17



33

Был нимә? Контроль диктант.

1

22.05.17



34

Нимәгә?

1

29.05.17



35

Ни эшләй?

1

Резерв



Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы уҡыу- уҡытыу методик комплекты һәм техник саралар

Уҡытыусының уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

  2. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008. – 352 бит.

  3. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы /Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. – Өфө: Китап, 1996. – 320 бит.

  4. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

  5. М. Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. 1 – 4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2002. – 167 бит.

  6. В. Ш. Псәнчин. С. В. Атнағолова. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы: 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2006.- 192 бит.

  7. Электрон дәреслектәр.Башҡорт теле.ру. Электрон һүҙлектәр.

  8. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте.Өфө-2008.

  9. Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы.



Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы техник саралар:

  1. Уҡытыусының персональ компьютеры.

  2. Мультимедиапроектор.

  3. Телевизор.

  4. Видеомагнитофон.

































Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 10.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров27
Номер материала ДБ-338473
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх