Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку для 10 класса

Рабочая программа по башкирскому языку для 10 класса

Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Рабочая программа по башкирскому языку

для 10 класса

Учитель: Кильдибекова Миляуша Ишмуратовна

2015- 2016 учебный год

Аңлатмалы яҙыу

1. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I- XI кластары өсөн башҡорт теленән программаға нигеҙләнеп төҙөлдө. Ижевск. 2008.

2. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.

Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11- се класс уҡыусылары өсөн дәреслек.Өфө: Китап, 2006 йыл.

3. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.

Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-11-се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр.Өфө: Китап, 2009 йыл.

4. Программа уҡыу планына ярашлы төҙөлгән, аҙнаһына 2-шәр сәғәт, барлығы 69 сәғәт, шул иҫәптән 2 сәғәт резерв.

Тематик – календарь план программаға ярашлы түбәндәге талаптарҙан сығып төҙөлдө:

- уҡыусыларҙа орфоэпик, лексик, грамматик, орфографик күнекмәләр булдырыу;

- уҡыусыларҙың ижади фекерләүен һәм әхлаҡи сифаттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү;

  • башҡорт телен өйрәнеүгә ыңғай ҡараш тәрбиәләү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары

Уҡытыу урыҫ телендә барған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары түбәндәгесә билдәләнә;

1)Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

2)Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һәйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

3)Һәр синыф өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Йәшлек” гәзит –журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү (чтение).

4)Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп һәм үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу (элементарное письмо).

5)Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

6)Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һ.б.менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Йөкмәткеһе:

I.Белем көнө.

9-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау -7 сәғәт.

II.Башҡортостан ҡоштары.

Грамматика: Һөйләм төрҙәре. Баҫым. Сифат. Сифат дәрәжәләре -8 сәғәт.

III.Башҡорт йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре.

Грамматика: Һөйләм киҫәктәре. Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреше-6 сәғәт.

V.Башҡортостанда ҡыш.

Грамматика: Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы. Ҡушма ҡылымдар-7 сәғәт.

V.Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам. Грамматика: Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы.Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышы-6 сәғәт.

VI.Һөнәрҙәр. Грамматика: Айырымланған хәл. Хәл әйтеменең айырымланыуы- 8 сәғәт.

VII.Башҡортостандың иҫтәлекле урындары.

Грамматика: Ҡушма ҡылымдар- 6 сәғәт.

VIII.Башҡорт музыка ҡоралдары.

Грамматика: Ҡушма исемдәрҙең яһалышы.Тура телмәрле һөйләмдәр- 6 сәғәт.

IX.Бигерәк йәмле йәй көндәре.

Грамматика: йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау -13 сәғәт.

Резерв -2 сәғәт

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү контроль эше, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең күләме

Ярты

йыллыҡ

Инша

Изложение

Диктант

Барлығы

I

1

1

2

4

II

1

1

2

4

Контроль эштәр

I ярты йыллыҡ

1.Инша. Тыуған илем-Башҡортостан

2. Изложение.”Маҡтансыҡ бәпкә”

Өйрәк бәпкәләре инәләре менән йылғаға киттеләр.Тик ала бәпкә генә ашыҡманы.Йәнәһе ул төйлөгәндән ҡурҡмай.

Ә һауала әкрен генә төйлөгән оса ине.Ҡаҙ бәпкәләре ҙурайғас, төйлөгәнгә табыш аҙайҙы.

Өйрәк бәпкәләре лә ҙурайҙы.Шулай ҙа бөгөн берәйһен эләктерергә кәрәк.

Яр буйында яңғыҙ бәпкәне күргәс, төйлөгән шатланып ҡуйҙы.Бәпкә әкренләп һыуға яҡыная. Төйлөгән, бәпкәне эләктерергә уйлап,түбәнгә атылды. Төйлөгәндең үткер тырнаҡтары ала бәпкәнең арҡаһына ҡаҙалдылар.Бәпкә шунда уҡ иҫен юғалтты.

Төйлөгән күтәрелергә теләп, ҡанаттарын ҡаҡты.Ләкин ҡанаттары һыуға тейеп өлгөрҙө.Йөҙә белмәгәс, төйлөгән һыуҙан бик ҡурҡа.Осоп китә алманы.Шул ваҡыт Рәшит күренде.Рәшит Әсләмгә ҡысҡырҙы.Әсләм төшөп, өйрәк бәпкәһен ҡотҡапҙы.

Бөтә ауыл малайҙары йыйылды.Улар төйлөгәнгә хөкөм сығарҙылар.Бер аяғына балдаҡ, ҡойроғона бау тағып ебәрҙеләр.

3. Контроль диктант.Һаулыҡ һораша беләһеңме?

Һаулашыу – беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа иң ныҡ таралған күренеш. Ул итәғәтлелек, тәрбиәләлек, бер – береңде хөрмәт һәм ихтирам итеү билдәһе. Теләгән бер әңгәмә, осрашыу һаулыҡ һорашыуҙан башлана. Һаулашыуҙың формалары күп төрлө, һәр төрҙөң үҙенә генә хас килеп сығыу тарихы бар.

Нисек һаулыҡ һорашырға? Кем беренсе булып һаулыҡ һорай, сәләмләй? Кемде, ҡайҙа сәләмләргә һуң?

Иҫәнләшеүҙең дөйөм нығынған ҡәғиҙәләрҙе бар: беренсе булып йәштәр оло кешеләрҙән һаулыҡ һораша,ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып һаулыҡты ир-ат һорай.Был ҡағиҙәгә иҫкәрмә булараҡ түбәндәге тайпылыш бар:бүлмәгә,эш урынына ингәндә,кемдең кем булыуына ҡарамаҫтан,инеүсе беренсе һаулыҡ һорай,ә сығып киткәндә беренсе булып китеүсе хушлаша.Әгәр ҙә бүлмәлә,фатирҙа,өйҙә бер нисә кеше була икән,ул сағында тәүҙә хужабикә менән,унан ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар менән,шунан һуң ғына хужа һәм башҡа ир-ат менән һаубуллашалар.(Мәктәп календарынан.)

4. Контроль диктант.Ҡарҙар яуа

Ҡар яуа! Тирә-яғың ап-аҡ. Ерҙә, ҡоймаларҙа, түбәләрҙә – ап-аҡ ҡар. Түбәләрҙәге ҡарҙарға ғына ҡара әле. Ундағы ҡарҙың боҙҡәләмгә әйләнәсәген, тамсылар булып тамасағын беләһеңме! Тамсылар йырлай-йырлай тамасаҡ, һин бөгөн үк тамсыларҙың ни йырлауын белә алаһыңмы һуң? Белә алһаң, һин киләсәктә йырсы-композитор буласаҡһың. Ҡар аҫтында ҡалған баҫыуҙарға ҡарап, ергә эйелеп тирбәлгән алтын башаҡтарҙы күрәһең икән, һинең игенсе булырыңа, тыуған ереңде һөйөп, уға тир түгеп йәшәйәсәгеңә шик юҡ. Бәҫ һырыған ботаҡтарҙы йәм-йәшел япраҡтарға, ҡар яланын аллы-гөллө сәскәләргә оҡшатаһың икән, һинең рәссам булыуыңа ышанабыҙ.

Ҡар яуа! Яуһын, яуһын ҡар, ул – беҙҙең шаулап килер яҙыбыҙ, шау сәскәле йәйебеҙ, мул уңышлы көҙөбөҙ. (102 һүҙ)

Эш: Өсөнсө һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ

II ярты йыллыҡ

1.Изложение.”Арҡайым”

Был тарихи ҡала Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш сигенән алыҫ түгел.Ул башҡорт ерҙәрендә,хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында Арҡайым тауы янында,Үтәгән менән Ҡараған йылғалары ҡушылған урында сиҙәм ҡатламдары аҫтында табылды.

Арҡайым ҡалаһы бронза дәүерендә,беҙҙең эраға тиклем 4 мең йыл самаһы элек булған.Быға тиклем ғалимдар,халыҡтарҙың боронғо цивилизацияһы Урта диңгеҙ ярында,Тигр һәм Ефрат йылғалары үҙәндәрендә,башланғыс алған,тип иҫәпләй ине.Арҡайым был раҫлауҙы кире ҡаға,сөнки ул боронғо грек ҡалаһы Трояға тиклем үк 2 мең йыл элек булған.

Диаметры 180 метр самаһы тәгәрмәс рәүешендәге ҡала бик уңайлы ерҙә ултырған.Ҡала диуарының бейеклеге 6-8 метрға еткән,стеналары кирбес һәм балсыҡтан һалынған.Үҙәктә торлаҡ йорттар теҙелеп киткән ,мәҙәниәт бик юғары кимәлдә булған.

Арҡайымда башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары йәшәгән булып сыға.

2.Инша. ”Башҡортостандың иҫтәлекле урындары”

3. Контроль диктант.Ҡурай

Ҡурай – сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Белмәгән ҡайһы бер кешеләр уны ҡамыш тип атап ныҡ яңылыша. Ҡурайҙың һабаҡтары ҡырлы-ҡырлы. Бейеклеге 120-170 см. Ҡурай Урал тауының төньяғынан көньяҡ сиктәренә тиклем үҫә. Әйтергә кәрәк, ҡурай, Уралдан тыш, Алтай, Саян тауҙарында һәм Яҡут-Сахала үҫә, ә музыка ҡоралы булараҡ тик башҡорттарҙа ғына таралған. Был, әлбиттә, быуаттар төпкөлөндә ҡалған ғәжәп бер сер.

Ҡурай ҡайын урманы һәм аралаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында үҫә. Бигерәк тә дымға байыраҡ үҙән урындарҙы хуп күрә. Ундай урындарҙа ул йоҡараҡ, ә кипкәс яңғырауыҡлыраҡ була. (100 һүҙ)

Эштәр: Яңғыҙлыҡ исемдәр аҫтына һыҙырға.

4.Контроль диктант.Балыҡта

Ҡамыштар араһында кемдер ташлаған икмәк киҫәге йөҙөп йөрөй ине. Күрәһең, берәйһе балыҡ эйәләштермәксе булғандыр. Шунда ҡайҙандыр бер сәпсек килеп сыҡты ла, уны суҡып, валсығын ҡабып алып китте. Шунан тағы килде, тағы суҡыны. Батырая биреп, икмәк киҫәге өҫтөнә ултырырға тырышты. Ләкин килеп сыҡманы: үҙе һыуға бата яҙҙы.

Бына бер мәл, икмәк киҫәге өйрөлмәккә тура килде лә бер урында бөтөрөлә башланы. Сәпсек бер нисек тә уны суҡый алмай: икмәк йә әкренерәк, йә шәберәк өйрөлә. Уның тынысланғаның көтөп. Сәпсек бер урында ҡанаттары менән елпенеп тора башланы.

Шул саҡ ҡапыл һыу сәсрәтеп, уҡтай атылып суртан килеп сыҡты һәм сәпсекте йотоп та ебәрҙе. Шунан балыҡсыларҙы мыҫҡыл иткәндәй, ҡойроғон болғап алды ла һыуға сумды. (108 һүҙ)

Башҡорт теле дәрестәренә берҙәм талаптар.

1. Тәҡдим ителгән темалар һәм шул темаларға ҡараған материалдар нигеҙендә уҡыусыларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү.

3. Һөйләгәнде, уҡығанды аңлай алыу.

4. Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтергә өйрәтеү.

5. Башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ һәм урынлы ҡулланып, һөйләмдәр, бәләкәй текстар төҙөргә өйрәтеү.

6. Башҡортса шиғырҙар, йырҙар ятлау.

7. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу, яттан яҙыу.

8. Бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү.

9. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелар, диктанттар, иншалар яҙыу.

10.Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белергә тейеш.

11 .Тексты аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡырға.

12. Төрлө ситуациялар, темалар буйынса һөйләшә белеү.

13.Хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ, матур яҙа белеү.

14. Башҡортса гәзит-журналдарҙа кәрәкле материал йыя белеү, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу.

15.Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙән файҙаланыу.

Уҡыу йылы аҙағына X класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнекмәләренә эйә булырға тейеш:

1.Художестволы, фәнни-популяр, публицистик текстарҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыу;

-художестволы әҫәрҙәрҙе(шул иҫәптән драма әҫәрҙәрен) тасуири уҡыу;

Уҡылған әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма йәки телдән һөйләп биреү;

Өйрәнелә торған әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу, һорауҙарға тулы яуап биреү;

Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү.

Үҙ аллы уҡылған әҫәрҙәр, ҡаралған кинофильм һәм телевизион тапшырыу хаҡында баһалама бирә белеү.

Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторы, исемен белергә;

-ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстарын яттан белеү;

-14-16 шиғырҙы тасуири һөйләй белеү.

2.Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү,диалогты дауам итә белеү;

Тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

3.Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

-гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;

-әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү.

4.Һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнештә эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙәр.Һөйләмдең баш киҫәктәрен(эйә, хәбәр), һөйләмдең эйәрсән киҫәктәрен(аныҡлаусы, тултырыусы,хәлдәр)айыра белеү.

Календарь-тематик план

Бүлек исеме.

Дәрес темаһы

Сәғәттәр

Дәрес төрө

Йөкмәткенең өлөштәре

Уҡыусының әҙерлегенә талаптар

Тикшереү һәм үҙ аллы эш төрө

Өй эше

Үткәреү ваҡыты

план

факт

1

2

3

4

5

6

7

8

9

10

  1. Белем көнө

1.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре.

С. Әлибаев “Мәктәп юлы”

1

Яңы материал алыу һәм үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе

С. Әлибаевтың тормош юлы һәм ижады; 9-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау;уҡытыусы һөнәренә ихтирам тәрбиәләү, белем алыуҙың һәм мәктәптең бөгөнгө көндәге әһәмиәте тураһында

С. Әлибаевтың тормош юлы һәм ижадын белеү; темаға ҡағылышлы лексиканы ҡулланып, көҙ миҙгеле тураһында һөйләй алыу

Тасуири уҡыу, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү, диалог төҙөү

6-сы күнегеү

10а-3.09

10б-2.09

10а

10б

2.

Һ. Дәүләтшина “Ырғыҙ”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Һ. Дәүләтшинаның тормош юлы һәм ижады; башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү; роман тураһында төшөнсә; “Ырғыҙ” романының тарихы; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Һ. Дәүләтшинаның тормош юлы һәм ижады тураһында хәбәрҙар булыу

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

11-се күнегеү

10а-5.09

10б-4.09

3.

З. Биишева “Беренсе сентябрь”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Белем көнө”, тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ тураһында әңгәмәләшеү; текстың йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

З.Биишеваның тормош юлы һәм ижадын белеү; темаға ҡағылышлы лексиканы ҡулланып, “Белем көнө” тураһында һөйләй алыу

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

1) Текстың йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнергә;

2) 15-се күнегеү

10а-10.09

10б-9.09

4.

Е. Кучеров “Көҙ етте”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Көҙ миҙгеле (үтелгәндәрҙе ҡабатлау); тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү

Темаға ҡағылышлы лексиканы ҡулланып, көҙ миҙгеле тураһында һөйләй алыу, көҙ миҙгеленә бәйле һынамыш һәм юрауҙарҙы белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

1) Инша яҙырға әҙерләнергә;

2) Грамматик материалды, лексиканы ҡабатларға

10а-12.09

10б-11.09

5.

Р. Сафин “Ерем моңо”

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Р.Сафиндың тормош юлы һәм ижады; тыуған ергә, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү

Р.Сафиндың тормош юлы һәм ижады тураһында хәбәрҙар булыу

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

1) Шиғырҙы тасуири уҡырға;

2) Тыуған ер тураһында мәҡәлдәр

10а-17.09

10б-16.09

6

Инша.”Тыуған илем-Башҡортостан

1

Телмәр үҫтереү дәресе

Уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу

Иншаның тулы булыуына, теманың эҙмә-эҙлекле асылыуына һәм һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү

Индивидуаль эш

1) Грамматик материалды ҡабатларға

2) 17-се күнегеү

10а-19.09

10б-18.09

7

Хата өҫтөндә эш

1

Төҙәтеү (коррекциялау) дәресе

Уҡыусыларҙың белем кимәлен билдәләү, яҙма эштәргә анализ яһау, етешһеҙлектәрҙе күрһәтеү, ҡағиҙәләрҙе нығытыу

Хата өҫтөндә эш эшләү

Индивидуаль эш

1) Грамматик материалды ҡабатларға

2) 18-се күнегеү

10а-26.09

10б-23.09

  1. Башҡортостан ҡоштары

8

Башҡортостан ҡоштары. Бер һәм ике составлы һөйләмдәр (ҡабатлау)

1

Яңы материал үҙләштереү һәм телмәр үҫтереү дәресе

Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоп килеүсе ҡоштар, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү; бер һәм ике составлы һөйләмдәр (ҡабатлау)

Темаға ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү; үҙҙәре белгән ҡоштарҙы һүрәтләп һөйләү; бер һәм ике составлы һөйләмдәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, диалог төҙөү, һөйләмдәр төҙөү

Сыңрау торна” шиғырын ятларға

10а-1.10

10б-25.09

9.

Башҡортостан ҡоштары. Бер һәм ике составлы һөйләмдәр (ҡабатлау)

1

Яңы материал үҙләштереү һәм телмәр үҫтереү дәресе

Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоп килеүсе ҡоштар, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү; бер һәм ике составлы һөйләмдәр (ҡабатлау)

Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоп килеүсе ҡоштар, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү; бер һәм ике составлы һөйләмдәр (ҡабатлау)

Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоп килеүсе ҡоштар, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү; бер һәм ике составлы һөйләмдәр (ҡабатлау)

31-се күнегеү

10а-3.10

10б-30.09

10.

Ҡыҙылтүш” хикәйәһенең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә

10а-8.10

10б-2.10

11.

Башҡортостан ҡоштары. Бер һәм ике составлы һөйләмдәр (ҡабатлау)

1

Яңы материал үҙләштереү һәм телмәр үҫтереү дәресе

Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоп килеүсе ҡоштар, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү; бер һәм ике составлы һөйләмдәр (ҡабатлау)

Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоп килеүсе ҡоштар, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү; бер һәм ике составлы һөйләмдәр (ҡабатлау)

Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоп килеүсе ҡоштар, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү; бер һәм ике составлы һөйләмдәр (ҡабатлау)

Ҡарҙағы яҙыуҙар” хикәйәһенең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә

10а-10.10

10б-7.10

12.

Татар халыҡ әкиәте “Ябалаҡ”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Текстың йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәре менән һөйләй белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

1) Әкиәттең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә;

2) 43-сө күнегеү

10а-15.10

10б-9.10

13.

Изложение.

Маҡтансыҡ бәпкә

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе

Уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу

Диктант

1) Грамматик материалды ҡабатлау

2) 44-се күнегеү

10а-17.10

10б-14.10

14.

Хата өҫтөндә эш

1

Төҙәтеү (коррекциялау) дәресе

Уҡыусыларҙың белем кимәлен билдәләү, яҙма эштәргә анализ яһау, етешһеҙлектәрҙе күрһәтеү, ҡағиҙәләрҙе нығытыу

Хата өҫтөндә эш эшләү

Индивидуаль эш

1) Грамматик материалды ҡабатлау

2) 45-се күнегеү

10а-22.10

10б-16.10

15.

Һ. Дәүләтшина “Ырғыҙ”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; тәржемә итеү күнекмәләрен нығытыу, һүҙлек менән эш

Һүҙлек менән эш итә белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

1) Өҙөктөң йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә

10а-24.10

10б-21.10

  1. Башҡорт йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре

16.

Әҙәп ҡағиҙәләре

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Башҡорт халҡының әҙәп ҡағиҙәләре; баш һәм эйәрсән киҫәктәр (ҡабатлау)

Башҡорт халҡының әҙәп ҡағиҙәләрен белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

Һаумыһығыҙ” шиғырын тасуири уҡырға

10а-29.10

10б-23.10

17.

Әҙәп ҡағиҙәләре

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Башҡорт халҡының әҙәп ҡағиҙәләре; баш һәм эйәрсән киҫәктәр (ҡабатлау)

Башҡорт халҡының әҙәп ҡағиҙәләрен белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

49-сы күнегеү

10а-5.11

10б-28.10

18.

Әҙәп ҡағиҙәләре

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Башҡорт халҡының әҙәп ҡағиҙәләре; баш һәм эйәрсән киҫәктәр (ҡабатлау)

Башҡорт халҡының әҙәп ҡағиҙәләрен белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

51-се күнегеү

10а-7.11

10б-30.10

19.

Башҡорт йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу; йолаларҙың үҙенсәлекле яҡтары; ҡылымдың заман формалары (ҡабатлау)

Башҡорт халыҡ йолаларының башҡа халыҡ йолаларынан айырмалы яҡтарын билдәләй белеү; ҡылымдың заман формаларын дөрөҫ ҡулланыу һәм тәржемә итеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

Ҡунаҡ ашы” тексының йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә

10а-12.11

10б-6.11

20.

Башҡорт йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу; йолаларҙың үҙенсәлекле яҡтары; ҡылымдың заман формалары (ҡабатлау)

Башҡорт халыҡ йолаларының башҡа халыҡ йолаларынан айырмалы яҡтарын билдәләй белеү; ҡылымдың заман формаларын дөрөҫ ҡулланыу һәм тәржемә итеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

67-се күнегеү

10а-14.11

10б-11.11

21

Контроль диктант Һаулыҡ һораша беләһеңме?

10а-19.11

10б-13.11

  1. Башҡортостанда ҡыш

22.

Хата өҫтөндә эш Р. Ғарипов “Тәүге ҡар”. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә

1

Төҙәтеү (коррекциялау) дәресе һәм яңы материал үҙләштереү дәресе

Ҡыш” темаһы буйынса уҡыусыларҙың белемен арттырыу; һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Темаға ҡағылышлы лексиканы ҡулланып, был миҙгел тураһында һөйләү; ҡышҡа ҡағылышлы һынамыштарҙы белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

74-се күнегеү

10а-21.11

10б-18.11

23.

Башҡортостанда ҡыш

1

Яңы материал үҙләштереү, үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре, ҡышҡы уйындар һәм байрамдар (әңгәмә), уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Ҡыш миҙгеле, уның билдәләре, ҡышҡы байрамдар, был осорҙа йәнлектәр һәм ҡоштар тормошо, Яңы йыл байрамына әҙерләнеү тураһында һөйләү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

78-се күнегеү

10а-26.11

10б-20.11

24.

80-се күнегеү

10а-28.11

10б-25.11

25.

82-се күнегеү

10а-3.12

10б-27.11

26.

91-се күнегеү

10а-5.12

10б-2.12

27.

Контроль диктант

Ҡарҙар яуа

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе

Уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу

Диктант

Грамматик материалды ҡабатлау

10а-10.12

10б-4.12

28.

Хата өҫтөндә эш

1

Төҙәтеү (коррекциялау) дәресе

Уҡыусыларҙың белем кимәлен билдәләү, яҙма эштәргә анализ яһау, етешһеҙлектәрҙе күрһәтеү, ҡағиҙәләрҙе нығытыу

Хата өҫтөндә эш эшләү

Индивидуаль эш

Грамматик материалды ҡабатлау

10а-12.12

10б-9.12

  1. Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам

29.

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам. Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Әсә кешенең бөйөклөгөн аңлатыу; әсәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләү, аныҡлаусыларҙың айырымланыуы; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Темаға ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү; әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙары тураһында һөйләү, уларҙы байрам менән ҡотлау

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау, диалог төҙөү, текстың йөкмәткеһен һөйләү

100-сө күнегеү

10а-17.12

10б-11.12

30.

104-се күнегеү

10а-19.12

10б-16.12

31.

107-се күнегеү

10а-24.12

10б-18.12

32.

З Биишева “Бәхет сығанағы”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Ҡатын-ҡыҙға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү; “Бәхет сығанағы нимәлә?” темаһына әңгәмә; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Баланы ысын кеше итеп тәрбиәләү өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләү; бәхет тураһында үҙ фекереңде әйтә белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

109-сы күнегеү

10а-26.12

10б-23.12

33.

Н. Иҙелбай “Әсәкәйем”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Әсәләргә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Баланы ысын кеше итеп тәрбиәләү өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләү; бәхет тураһында үҙ фекереңде әйтә белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

112-се күнегеү

10а-14.01

10б-25.12

34.

Бүләк – хөрмәт билдәһе

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Бүләк, бүләк биреү ҡағиҙәләре (әңгәмә); уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү

Байрамдар менән матур итеп ҡотлай белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

115-се күнегеү

10а-16.01

10б-15.01

  1. Һөнәрҙәр

35.

Айырымланған хәл. Хәл әйтеменең айырымланыуы

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Айырымланған хәлдәр; хәл әйтеменең айырымланыуы; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Ҡунаҡ ҡаршылау ҡағиҙәләре тураһында һөйләү; айырымланған хәлдәрҙе дөрөҫ тәржемә итеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү; диалог төҙөү

122-се күнегеү

10а-21.01

10б-20.01

36.

Б. Вәлид “Күк Ирәндек буйында”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Б.Вәлидтең тормош юлы һәм ижады; тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Б.Вәлидтең тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләй белеү; текстың йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләй алыу

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү; текстың йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләй алыу

Шиғырҙы тасуири уҡыу

10а-23.01

10б-22.01

37.

123-сө күнегеү

10а-28.01

10б-27.01

38.

Кластан тыш уҡыу. Яҡташ яҙыусылар, шағирҙар ижады

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Яҡташ яҙыусылар, шағирҙар ижады; уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү

Яҡташ яҙыусылар, шағирҙар ижады тураһында һөйләй белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

Шиғырҙы тасуири уҡыу

10а-30.01

10б-29.01

39.

З. Биишева “Игенсе”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

З. Биишеваның ижады тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт; текстың йөкмәкеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

З. Биишеваның ижады тураһында хәбәрҙар булыу; темаға ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү; игенсе һәм уның эше тураһында һөйләй белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

Игенсенең тынғыһыҙ хеҙмәте тураһында хикәйә төҙөргә

10а-4.02

10б-3.02

40.

Һөнәрҙәр

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте, һөнәр, кәсептәрҙең күплеге (әңгәмә); уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Һөнәр һайлау тураһында һөйләү; хеҙмәткә ҡағылышлы мәҡәл һәм әйтемдәрҙе белеү, мәғәнәһен аңлатыу

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

Хеҙмәткә ҡағылышлы мәҡәл һәм әйтемдәр яҙып килергә

10а-6.02

10б-5.02

41.

Изложение. “Арҡайым“

1

Телмәр үҫтереү дәресе

Уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу

Изложениеның тулы булыуына, теманың эҙмә-эҙлекле асылыуына һәм һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү

Индивидуаль эш

Грамматик һәм лексик материалды ҡабатларға

10а-11.02

10б-10.02

42.

Хата өҫтөндә эш

1

Төҙәтеү (коррекциялау) дәресе

Уҡыусыларҙың белем кимәлен билдәләү, яҙма эштәргә анализ яһау, етешһеҙлектәрҙе күрһәтеү, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һәм нығытыу

Яҙма эште анализлау, хаталарҙы системалаштырыу

Индивидуаль эш

Грамматик һәм лексик материалды ҡабатларға

10а-13.02

10б-12.02

  1. Башҡортостандың иҫтәлекле урындары

43.

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Башҡортостан Республикаһының күренекле урындары, тәбиғәт һәйкәлдәре менән танышыу; тура телмәрле һөйләмдәр; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

БР иҫтәлекле урындарын белеү һәм улар тураһында һөйләй алыу; тура телмәрле һөйләмдәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

140-сы күнегеү

10а-18.02

10б-17.02

44.

Ғ. Ибраһимов “Башҡортостанда иң ҙур мәмерйә”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Башҡортостан Республикаһының күренекле урындары, тәбиғәт һәйкәлдәре менән танышыу; тура телмәрле һөйләмдәр; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

БР иҫтәлекле урындарын белеү һәм улар тураһында һөйләй алыу; тура телмәрле һөйләмдәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

Шүлгән мәмерйәһе тураһында һөйләргә әҙерләнеү

10а-20.02

10б-19.02

45.

Ғ. Мортазин “Башҡортостан ҡурсаулығы”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

БР тәбиғәт һәйкәлдәре менән танышыуҙы дауам итеү; диалог һәм уның үҙенсәлектәре

Башҡортостан ҡурсаулығы, унда йәшәгән хайуандар һәм ҡоштар тураһында һөйләү; диалогты телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, диалог төҙөү

1-се абзац буйынса эш

10а-25.02

10б-24.02

46.

Карауанһарай

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Карауанһарай тураһында мәғлүмәт; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Карауанһарай, уның төҙөлөү тарихы тураһында һөйләй белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

Карауанһарай һүрәте буйынса хикәйә төҙөү

10а-27.02

10б-26.02

47.

Инша. ”Башҡортостандың иҫтәлекле урындары”

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе

Уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу

Инша яҙыу

Грамматик материалды ҡабатлау

10а-3.03

10б-2.03

48.

Хата өҫтөндә эш

1

Төҙәтеү (коррекциялау) дәресе

Уҡыусыларҙың белем кимәлен билдәләү, яҙма эштәргә анализ яһау, етешһеҙлектәрҙе күрһәтеү, ҡағиҙәләрҙе нығытыу

Хата өҫтөндә эш эшләү

Индивидуаль эш

Грамматик материалды ҡабатлау

10а-5.03

10б-4.03

VIII. Башҡорт музыка ҡоралдары

49.

Башҡорт музыка ҡоралдары

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Башҡорт музыка ҡоралдары һәм уларҙың үҙенсәлектәре; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Темаға ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү; башҡорт музыка ҡоралдары тураһында һөйләй белеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, диалог төҙөү

Текстың йөкмәкеһен һөйләргә

10а-10.03

10б-9.03

50.

Ш. Бабич “Ҡурайҡайға”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Ҡурай һәм уға бәйле легендалар; һөйләмдәрҙе составы буйынса тикшереү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Темаға ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү; ҡурай һәм уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү; һөйләмдәрҙе составы буйынса дөрөҫ тикшереү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

Шиғырҙы тасуири уҡырға

10а-12.03

10б-11.03

51.

Ә.Хәкимов “Думбыра сыңы”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Думбыра һәм уның үҙенсәлектәре менән таныштырыу; текстың йөкмәткеһен үҙләштереү, башҡорт телендә һөйләм төҙөлөшө (ҡабатлау); уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Темаға ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү; башҡорт теленең һөйләм төҙөлөшөн үҙләштереп, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, диалог төҙөү

157-се күнегеү

10а-17.03

10б-16.03

52.

163-сө күнегеү

10а-19.03

10б-18.03

53.

Башҡорт халыҡ әкиәте “Ҡурайсы”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Данлыҡлы ҡурайсылар һәм уларҙың ижады тураһында мәғлүмәт; әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Ҡурай һәм уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү; ҡурайсылар тураһында хәбәрҙар булыу

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

Әкиәтте план буйынса һөйләргә

10а-24.03

10б-23.03

54.

Башҡорт халыҡ әкиәте “Ҡурайсы”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Данлыҡлы ҡурайсылар һәм уларҙың ижады тураһында мәғлүмәт; әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Ҡурай һәм уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү; ҡурайсылар тураһында хәбәрҙар булыу

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү

Билдәле ҡурайсылар тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт тупларға

10а-7.04

10б-6.04

IX. Бигерәк йәмле йәй көндәре

55.

Р.Ғарипов “Һабантурғай”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Р.Ғариповтың ижады тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт; текстың йөкмәткеһен үҙләштереү

Р.Ғариповтың ижады тураһында хәбәрҙар булыу; яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре тураһында һөйләү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

Шиғырҙы тасуири уҡырға

10а-9.04

10б-8.04

56.

Т. Биҡҡужина “Умырзая – яҙ күрке”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Файҙалы үҫемлектәр менән таныштырыу, уларҙы йыйырға, ағыулы үҫемлектәрҙән айырырға өйрәтеү; тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү

Умырзая һәм яҙ ҡалҡҡан башҡа сәскәләр тураһында һөйләү; умырзая тураһындағы әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

Берәй сәскәне һүрәтләп яҙырға

10а-14.04

10б-13.04

57.

Г. Яҡупова “Июль”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Йәй миҙгеле, байрамдар, йәйге эштәр, йәйге тәбиғәт (һөйләшеү); уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Йәй миҙгеле тураһында һөйләү, йәйгә ҡағылышлы мәҡәл, әйтемдәрҙе, һынамыш һәм юрауҙарҙы иҫкә төшөрөү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

Шиғырҙы тасуири уҡырға

10а-16.04

10б-15.04

58.

Контроль диктант

Ҡурай”

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе

Уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу

Диктант

Грамматик материалды ҡабатлау

10а-21.04

10б-20.04

59.

Хата өҫтөндә эш

Йыл миҙгелдәре.

1

Төҙәтеү (коррекциялау) һәм яңы материал үҙләштереү дәресе

Уҡыусыларҙың белем кимәлен билдәләү, яҙма эштәргә анализ яһау, етешһеҙлектәрҙе күрһәтеү, ҡағиҙәләрҙе нығытыу

Хата өҫтөндә эш эшләү

Индивидуаль эш

Грамматик материалды ҡабатлау

10а-23.04

10б-22.04

60.

Р. Ноғоманов “Тере барометрҙар”

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Йәй миҙгеле (үҙенсәлектәре); текстың йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙ телмәрен үҫтереү

Бал ҡорттары тураһында һөйләү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

Үҫемлек-барометрҙар тураһында мәғлүмәт тупларға

10а-28.04

10б-27.04

61.

Р.Назаров ижады

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Р.Назаровтың тормош юлы һәм ижады; мөхәббәт тураһында әңгәмә; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Р.Назаровтың тормош юлы һәм ижады хаҡында хәбәрҙар булыу; мөхәббәт фекереңде әйтеү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

Йәшен” шиғырын ятларға

10а-30.04

10б-29.04

62.

Р.Назаров ижады

1

Яңы материал үҙләштереү дәресе

Р.Назаровтың тормош юлы һәм ижады тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт; уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Р.Назаровтың тормош юлы һәм ижады хаҡында хәбәрҙар булыу

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

177-се күнегеү

10а-5.05

10б-4.05

63.

Бигерәк йәмле йәй көндәре

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе

Йәй миҙгеле (үҙенсәлектәре); текстың йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙ телмәрен үҫтереү, грамматика һәм лексика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Йәй миҙгеле тураһында һөйләү

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, тәржемә итеү

Грамматик материалды ҡабатлау

10а-7.05

10б-6.05

64.

10а-12.05

10б-11.05

65.

10а-14.05

10б-13.05

66.

Контроль диктант

Балыҡта“

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе

Уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу

Диктант

Грамматик материалды ҡабатлау

10а-19.05

10б-18.05

67.

Хата өҫтөндә эш

1

Төҙәтеү (коррекциялау) дәресе

Уҡыусыларҙың белем кимәлен билдәләү, яҙма эштәргә анализ яһау, етешһеҙлектәрҙе күрһәтеү, ҡағиҙәләрҙе нығытыу

Хата өҫтөндә эш эшләү

Индивидуаль эш

Грамматик материалды ҡабатлау

10а-21.05

10б-20.05

68.

Резерв

10а-26.05

10б-25.05

69

Резерв

10а-28.05

10б-27.05

Әҙәбиәт

1.Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы. - Өфө, 1987.

2.Байымов Б.С. Ал гармуның, әйт таҡмағың. - Өфө, 1993.

3.Балалар әҙәбиәте антологияһы. - Өфө, 1987.

4.Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр /Төҙөүсеһе Р.Сөләймәнов. — Өфө, 1985.

5.Башҡорт халыҡ ижады. Йомаҡтар. /Төҙөүсеһе Ф.Надршина. - Өфө, 1979.

6.Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар./Төҙөүсеһе Ф.Надршина. - Өфө, 1980.

7.Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары. Реклама буклеты /Төҙөүсеһе Ю. Ғәйнетдинов һ.б. - Өфө, 1989.

8.Башкортостан. Краткая энциклопедия. - Уфа, 1996.

9.Бикҡужина Т.Ә. Башҡорт теленән синыфтан тыш эштәр. - Өфө, 1991.

10.Бураҡаев И.Д., Бураҡаева М.С., Юлмөхәмәтов М.Б. Тормош һабаҡтары. - Өфө, 1994.

11.Буранғолов М. Сәсән аманаты. - Өфө, 1995.

12.Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта. - Өфө, 1993.

13.Ғүмәров В. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре. - Өфө, 1996.

14.Ғәләүетдинов И.Ғ. Балалар фольклоры. - Өфө, 1994.

15.Ғәләүетдинов И.Ғ., Ураҡсина Р.Б. Балалар фольклоры. - Өфө, 1996.

16.Ишбирҙин Э.Ф. Башҡортостан ҡоштары. - Өфө, 1986. ,

17.Йәнтурин С. Үҫемлектәр донъяһына сәйәхәт. — Өфө, 1990.

18.Кузеев Р.Г. Происхождение башкирского народа. - М., 1974.

19.Культура и быт башкир. - Уфа, 1978.

20.Мажитов Н., Султанова А. История Башкортостана с древнейших времен до ХҮ1 века. - Уфа, 1994.

21.Мусин М. Ял сәғәттәрендә.

22.Нагаева Л. Башкирская народная хореография. — Уфа 1995.

23.Псәнчин В.Щ. Сәләм һиңә, Башҡортостан. Шиғырҙар йыйынтығы. - Өфө, 1984.

24.Садиҡов Ғ. Әйтелмәгән әйтемдәр. - Өфө, 1992. Сидоров В. По следам Салавата. — Уфа 1988.

25.Сөләймәнов Ғ. Башҡорт ҡумыҙы // Башҡортостан ҡыҙы, 1973, һ 5.

26.Сөләймәнов Ғ. Ҡурай. - Өфө, 1985.

27.Толомбаев Х.А. һ.б. Тылсымлы бүләк. - Өфө, 1995.

28.Толомбаев Х.А. Уҡыусының телмәр культураһын үҫтереү. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеген активлаштырыу. (Йыйынтыҡ). - Өфө, 1983.

29.Ураҡсин З.Ғ. Тел күрке. - Өфө, 1980.

30.Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2000. 191 бит.

31.Хакимова В.Ш., Усманова М.Г. Башкирский язык. Учебное пособие для русскоязычной аудитории. - Уфа: БГУ, 2000, 2002.

32.Хисаметдинова Ф.Г., Эрсен-Раш М., Ураксин З.Г. Учим башкирский язык. - Уфа, 1997.

33.Хисаметдинова Ф.Г. Башкирский язык для начинающих. - Уфа, 1991.

34.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11 класс уҡыусылар өсөн дәреслек.Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ., 2011йыл.Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2011 й.

Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy

Автор
Дата добавления 14.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров473
Номер материала ДВ-154296
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх