Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку для 4 класса с русским языком обучения.

Рабочая программа по башкирскому языку для 4 класса с русским языком обучения.

  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:


I. АНЛАТМА ЯҘЫУ.


4-се класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (2008) нигеҙендә, шулай уҡ:

  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 310089 бойороғо менән 5.03.2004 й.раҫланған “ дәүләт белем биреү стандартының Федераль компонентына һәм ”Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 1312 бойороғо менән 9.03.2004 й.раҫланған “ Федераль базис белем биреү планына

  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының 737 бойороғо менән 17.05.2010 й.раҫланған “ региональ базис белем биреү планына -Башҡортостан Республикаһы Темәс муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының урта дөйөм белем биреү мәктәбе 2014-2015 йылға уҡытыу программаһына

  • Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Рус мәктәптәренең 3-сө класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслегенә тура килтереп төҙөлдө.

Эш программаһы стандарттың йөкмәткеһен аса, деталләштерә.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.



Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

  1. Танып белеү маҡсаты

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;

  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;

  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.



  1. Тәрбиәүи маҡсат

Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.



  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):

  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;

  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.

  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:

  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.

  • Яҙыу телмәрен үҫтереү

  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

  2. матур яҙыу күнекмәләре;

  3. байрам открыткалары яҙыу;

  4. һүҙлек диктанты яҙыу.

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2011





Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен предмет булараҡ уҡытыуҙың төп характеристикаһы.



Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтағы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтен туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған быуын үҫә, ә былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра.

1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, тыуған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен өйрәнә алһын өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында » законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Концепцияла әйтелә: « Ҡайһы ғына проблеманы алма:

Уҡытыусылар әҙерләүеме, программалар һәм дәреслектәр яҙыуымы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүеме- барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк». Былар түбәндәгеләр:

  1. башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар;

  2. башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар;

  3. башҡорт телен белмәгән башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

Был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәпәтрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

  2. Башҡорт теле- балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙвң тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

  3. Башҡорт телен туған теленә таянып өйрәнеү.

  4. Башҡорт телен тик телмәр һәм аралашыу, фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан күп кенә рус мәктәптәрендә, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында быға тиклем татарса уҡытып килгән мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу индерелде. Ата-әсәләр ҙә үҙ балаларының туған телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү зарурлығы менән ҡыҙыҡһына башланы.

Мәктәптә башҡорт теленә өйрәтеү «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI синыфтары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа» һына нигеҙләнеп төҙөлә.


« Башҡорт теле һәм әҙәбиәте » предметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәре



Башланғыс мәктәптә уҡыу предметы булараҡ туған тел дәрестәре белем биреүгә генә түгел, ә тәрбиәүи ҡиммәттәргә лә ҙур әһәмиәт бирә.


Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халәте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

« Башҡорт теле һәм әҙәбиәте » предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше.

Базис уҡыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә « Башҡорт теле һәм әҙәбиәте » предметын өйрәнеүгә 4 класта 68 - аҙнаһына 2-әр сәғәт (34 аҙнанан сығып).


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре.


Башланғыс класс уҡытыусыһы үҙ алдына баланы өс кимәлдә үҫтереү бурысын аныҡ ҡуя.

Шәхси үҫеш кимәле

Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һан

лаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.



Метапредмет кимәле

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белем алырға өйрәтеү.

Предмет-ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;


  • аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.



Предмет кимәле

Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡулланыу әлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

  • компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;

  • уҡыу техникаһын үҙләштереү; *

  • уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;

  • интерпретацияның төп элементтарын үҙләштереү;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу;

  • үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ аллы һайлай алыу;

  • һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;

  • үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;

  • монологтар төҙөү, текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;

  • һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;

  • шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм таныш булмаған аудиторияла сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.









II. УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫН ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ.

Мәктәп, Ватан

1 сентябрь – Белем байрамы. Ватан, мәктәп, уҡыу, уға мөнәсәбәт тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү) . Әҫәрҙең темаһы һәм төп фекере.

Йәйге хәтирәләр

Башҡортостанда йәйге тәбиғәт, балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү. Әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Берлек һәм күплек мәғәнәләре. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар). Әҫәрҙең темаһын төп фекерен билдәләү күнекмәләре.

Тәбиғәт бүләктәре

Матур әҙәбиәттә көҙҙөң сағылышы. Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, балаларҙың һәм ололарҙың көҙгө эштәре, көҙгө байлыҡ тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. “Көҙ” темаһына ҡарата экскурсиялар ойоштороу, япраҡтарҙан коллекциялар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштороу.

Исем. Уның мәғәнәләре. Исемдең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәһен күрһәтеүсе саралар(ялғауҙар). Уҡылған әҫәр буйынса план төҙөү, план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү, уларға яуаптар табыу.

Илем тарихы – халҡым тарихы

Халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Гәзит һәм журналдарҙан темаға ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү.

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, уның мәғәнәләре. Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Предметты һүрәтләү. Коллектив рәүештә төҙөлгән план буйынса изложение яҙыу.

Тормош – ижад

Башҡорт халҡының талантлы ижад кешеләре тураһында уҡыу һәм һөйләү. Ижад төрҙәре менән таныштырыу. Ижад кешеләре тураһында ҡыҫҡаса белешмәләр төҙөү.

Сифат дәрәжәләре. Сифаттың дәрәжә менән үҙгәрешен практик күҙәтеү. Ҡылым. Уның мәғәнәләре. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡта килеүе. Тема буйынса план төҙөү һәм бәләкәй күләмле инша яҙыу.

Йәшәү – Ватанға хеҙмәт итеү

Илебеҙ халыҡтарының хеҙмәте, бөгөнгө көн геройҙары, уларҙың Тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуға ҡарашы; балаларҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар). Текстың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Текстағы һүрәтләү саралары. Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә

Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһында әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менән эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, яҡшы сифаттар тәрбиәләү. Әкиәттәр буйынса инценировкалар төҙөү һәм сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡтарға, мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу.

Ҡылым. Уның зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Текстан образлылыҡ сараларын һайлап ала белеү һәм уларҙы ҡулланыу. Иптәшеңдең яҙғанын тикшереү һәм камиллаштырыу күнекмәләре.

Бурай-бурай ҡарҙар яуа

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре. Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, уйындары; ҡышҡы байрамдар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Ҡышҡы тәбиғәткә экскурсия ойоштороу, альбомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Һан һәм уның төркөмсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләре биреү. Автобиографияны һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ

Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, берҙәмлек тураһында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. “Илебеҙ тыныс булһын” темаһына альбом төҙөү.

Алмаш. Зат алмаштарын практик ҡулланырға өйрәтеү. Текстан кәрәкле урындарҙы һайлап уҡыу. Иптәшең йәки үҙең яҙғандарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эште дауам итеү.

Сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр

Сәсәндәр тураһында белешмә. Күренекле сәсәндәрҙең тормошо һәм ижады. Балаларҙың сәсәнлек ижады.

Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләрҙе практик үҙләштереү. Сәсәндәр ижады буйынса альбом төҙөү.

Балдай татлы һыуҙарым

Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тыуған төйәктәге йылға, күлдәр, шишмәләр тураһында альбом әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү.

Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Әҫәрҙәге геройҙарға элементар характеристика бирергә өйрәтеү.

Башҡортостан ҡалалары

Башҡортостандың ҡалалары тураһында әҫәрҙәр уҡыу, белешмәләр алыу һәм һөйләү. Башҡортостан ҡалаларына арнап альбомдар төҙөү, стендтар эшләү.

Ымлыҡтар, уларҙың мәғәнәләре һәм һөйләмдәге роле (практик үҙләштереү). Урынды һүрәтләргә өйрәтеү.

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың данлы эштәре, яҡшы сифаттары, уҡыусы ҡыҙҙар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “8 март – әсәйҙәр байрамы” темаһына иртәлек ойоштороу, данлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр өҫтөндә практик эштәр. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш.

Башҡортостан мәҙәниәте

Башҡортостандың мәҙәниәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Башҡортостандың яҙыусыларына, композиторҙарына, артистарына бағышлап альбомдар төҙөү, улар менән осрашыуҙар үткәреү.

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү.

Тәбиғәттең теле асылған саҡ

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре; ололарҙың һәм балаларҙың яҙғы эштәре; ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Яҙғы моңдар” темаһына әҙәби монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау. Тәбиғәткә экскурсия, шуның буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге роле. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

Кеше – кеше булһын

Кешеләрҙең һәйбәт һәм яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөнәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Кеше һәр яҡтан да камил булырға тейеш” тигән темаға альбом төҙөү, әңгәмәләр үткәреү.

Һөйләм киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре менән практик таныштырыу һәм уларҙы үҙләштереү, ҡулланыу. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.



Яҙ һәм хеҙмәт байрамы

Беренсе Май – дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек көнө. Халыҡтарҙың дуҫлыҡҡа ынтылышы. “Беренсе Май” темаһына әҙәби монтаж, сығыш яһау.

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр буйынса практик эштәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеү һәм үҙләштереү.

Һаумы, йәмле йәй

Йәйге күренештәр; уҡыу йылының һөҙөмтәләре; йәйге эштәр; йәйгә план-хыялдар хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, уның һөҙөмтәләре буйынса әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт теле буйынса бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау.




III. УҠЫУСЫЛАРҘЫН БЕЛЕМ КИМӘЛЕНӘ ТАЛАПТАР.


  1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу:

-3-6 һөйләмдән (репликанан) торған диалогты аңлай һәм уны дауам итә белеү;

- уҡытыусыға йәки иптәштәренә уҡыған йәки ишеткән текст буйынса һорауҙар биреү;

- текстың темаһын, төп фекерен әйтә белеү.

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу:

- текстың йөкмәткеһен һөйләү һәм уны дауам итеү;

- предметты, күренеште, персонажды элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтен белдерә алыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм һөйләү;

- текстағы образлы һүҙҙәрҙе; һүрәтләү сараларының мәғәнәләрен аңлатып биреү һәм ҡуллана алыу;

- билдәле ситуация буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөй алыу;

- 4-5 шиғырҙы тасуири итеп яттан һөйләй алыу.

3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү:

- тексты тасуири уҡыу;

- ваҡиғаларға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү;

- текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һүрәтләү, тасуирлау таба алыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

- текстың өлөштәренә, иллюстрацияларға исем бирә алыу, өҙөк буйынса план төҙөү;

- хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү.



4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу:

- текст, күҙәтеүҙәр, экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

-3-6 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

- бер телдән икенсеһенә тәржемә итеү;

- өйрәтеү характерындағы 1- изложение, 1-инша яҙыу;

- яҙғанды элементар рәүештә камиллаштыра алыу.

5. Гәзит- журнал материалдарын, дәреслектә билдәләнгән әҫәрҙәрҙе кластан тыш уҡыу һәм һөйләү.



IV. УҠЫУ-УҠЫТЫУ ПРОГРАММАҺЫНДА ПЛАНЛАШТЫРЫЛҒАН ҺӨҘӨМТӘЛӘРҘЕ ҮҘЛӘШТЕРЕҮЕН БАҺАЛАУ.

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә

Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү;

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…

Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау


Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу(һүҙ)

3

40-50

120-150

45-65













V. КАЛЕНДАРЬ-ТЕМАТИК ПЛАН.

ТЕМА

Сәғәт һаны

Дата по плану

Фактик

дата

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

УУД

Иҫкәрмә








1

Мэктэп. Ватан.



Киньябулатова.Белем коно



2



1







11.09


  1. Регулятив УУЭ - план буйынса эшләргә өйрәнеү, үҙ эшмәкәрлегеңде дәрестең маҡсаты менән сағыштыра белеү, хаталарҙы табыу һәм төҙәтеү, үҙ-үҙеңде баһалау: “Беренсе сентябрь” шиғырынан башҡорт теленә генә хас булған өндәрҙе тап, дөрөҫ әйтергә өйрән. Ниндәй төркөмдәргә бүлергә мөмкин? Ни өсөн? Бирелгән һүҙҙәрҙең транскрипцияһын яҙ. Ниндәй үҙенсәлектәргә иғтибар итергә кәрәк? (Мәҫәлән, бер хәреф ике өндө белдерә) һеҙҙең яуаптар дөрөҫ булдымы? Яуабы дөрөҫ булмаһа, ниндәй темаларға иғтибар итергә, ҡабатларға кәрәк?

  2. Коммуникатив УУЭ - әңгәмә ҡора белеү, икенсе кешенең фекерен тыңлап аңлау, текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу күнекмәһен булдырыу, үҙ фекереңде кешегә еткерә алыу оҫталығы: “1 сентябрҙә ниндәй ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булды? Кемдәр менән таныштың?”

7-се биттәге һүрәтте иғтибарлап ҡара, һорауҙарға яуап бир, һүрәт буйынса текст йәки диалог төҙө.

5-се күнегеүҙәге һорауҙарға яуап бир.

  1. Танып белеү УУЭ – текстан кәрәкле мәғлүмәт таба алыу оҫталығы, төрлө текстарҙы уҡыу һәм логик һығымтаға килеү: “Еҙ ҡыңғырау”шиғырының авторы кем? Һеҙ уның тураһында тағы нимә беләһегеҙ?

Шәхескә йүнәтелгән УУЭ – башланғыс класс уҡыусыларының рухи киммәттәрен билдәләү, уларҙың уратып алған мөхиттең төрлө өлкәләренә ҡарата мөнәсәбәтен формалаштырыу: “Мәктәп, мәктәптә үҙеңде нисек тоторға кәрәк?” темаһына әңгәмә ҡороу.

Регулятив УУЭ - план буйынса эшләргә өйрәнеү, үҙ эшмәкәрлегеңде дәрестең маҡсаты менән сағыштыра белеү, хаталарҙы табыу һәм төҙәтеү, үҙ-үҙеңде баһалау:

Коммуникатив УУЭ - әңгәмә ҡора белеү, икенсе кешенең фекерен тыңлап аңлау, текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу күнекмәһен булдырыу, үҙ фекереңде кешегә еткерә алыу оҫталығы:

Танып белеү УУЭ – текстан кәрәкле мәғлүмәт таба алыу оҫталығы, төрлө текстарҙы уҡыу һәм логик һығымтаға килеү:

Шәхескә йүнәтелгән УУЭ – башланғыс класс уҡыусыларының рухи киммәттәрен билдәләү, уларҙың уратып алған мөхиттең төрлө өлкәләренә ҡарата мөнәсәбәтен формалаштырыу:

Регулятив УУЭ - план буйынса эшләргә өйрәнеү, үҙ эшмәкәрлегеңде дәрестең маҡсаты менән сағыштыра белеү, хаталарҙы табыу һәм төҙәтеү, үҙ-үҙеңде баһалау:

Коммуникатив УУЭ - әңгәмә ҡора белеү, икенсе кешенең фекерен тыңлап аңлау, текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу күнекмәһен булдырыу, үҙ фекереңде кешегә еткерә алыу оҫталығы:

Танып белеү УУЭ – текстан кәрәкле мәғлүмәт таба алыу оҫталығы, төрлө текстарҙы уҡыу һәм логик һығымтаға килеү:

Шәхескә йүнәтелгән УУЭ – башланғыс класс уҡыусыларының рухи киммәттәрен билдәләү, уларҙың уратып алған мөхиттең төрлө өлкәләренә ҡарата мөнәсәбәтен формалаштырыу:


2

3-се класта yтелгэнде kаб

1

12.09







3

Йэйге хэтирэлэр



Янгызлыk hэм уртаk лыk

4



1





18.09



4

М.Гали.Эйтеп бирсе

1

19.09



5

Исемдэрзен берлек,кyп лек мэг

1

25.09



6

Инеш контроль диктант

1

25.09







7

Тэбигэт бyлэктэре



Хаталар остондэ эш

4



1





26.09



8

Исемдэрзен килеш м\н yзг

1

2.10



9

Р,Сэгэдэтова. Икмэк тэме

1

9.10



10

Р,Сэгэдэтова. Икмэк тэме. С ифат

1

10.10







11

Илэм тарихы-халкым тарихы



Г. Хосэйенов.Алдар батыр

7



1





16.10



12

Г. Хосэйенов.Алдар батыр.Ихтил

1

17.10



13

Б. Рафиков. Ярлыk kагызы

1

23.10



14

«Kэмhетелгэндэр» эсэрендэ тэб Инша

1

24.10



15

Исем темаh ын йомгаkлау К.\ д

1

30.10



16

Я.Хамматов. Каhым тyрэ

1

6.11



17

Каhым тy рэ. Аманат

1

7.11









18

Тормош ижад





Карамышева.hyз Сифат

6





1







13.11



19

Контроль диктант

1

14.11



20

Хаталар остондэ эш

1

20.11



21

М.Кэрим.Божэк апа

1

21.11



22

Башкортос.истэл. урынд

1

27.11



23

Д.Бyлэков. hэйкэл. hy ззлек д

1

28.11









24

Йэшэу-Ватанга хеэмэт итеу



Дэyлэтов. Яны hыуhаклагыс



4



1







4.12



25

Солтангэрэев. Караболаk

1

5.12



26

Кылым,унын заман мэгэн

1

11.12



27

Горлэп yтэ kала урамын

1

12.12











28



Халык эйтhэ,хак эйтэ





Ирэндек. Башкорт халыk экиэте



4





1









18.12



29

Терпе менэн йылан

1

19.12



30

Йомаkтар, мэкэлдэр Инша.

1

25.12



31

Кылым,унын зат,hан мэгэнэхе

1

26.12











32



Бурай-бурай kар яуа



Г.Дэyлэтшин. Кышкы урман





4



1









15.01



33

Н.Нажми.Кыш

1

16.01



34

З.Хисмэтуллин. Тэyэккэллек


1

22.01



35

Контроль диктант

1

23.01











36



Берзэмлеk, дуслыk, тыныслыk



М.Кэрим. Гyмергэ бергэ





2



1











29.01



37

Й. Солтанов. Курай моно.Дуслык

1

30.01









38



Cэсэндэрзэн тел kалыр



Сэсэндэр



3



1







5.02



39

Ай, Уралым,Уралым(kобайыр)

1

6.02



40

Кластан тыш укыу.

1

12.02











41



Балдай татлы hыузарым





Йэмле Агизел буйзары



5





1









13.02



42

Асылыкул. Кy сереу

1

19.02



43

Ярзамсы hyззэр

1

20.02









44

И. Кинйэбулатов.Килэсэк

1

26.02



45

hузлек диктант

1

27.02













46

Башkортостан kалалары







М. Кэрим. Кyмерселэр kалаhы



2







1











5.03



47

Ымлыkтар. Уларзын мэгэнэhе

1

6.03









48

8 Март-k атын-k ыззар коно



З.Биишева.Хэйерле кон



2



1







2.03



49

Д. Бyлэков. Кyстэнэс

1

13.03









50

Башкортостан мэзэниэте



Э.Лотфуллин.Ос kатын. Инша



4



1







19.03



51

Хосэйен Эхмэтов

1

20.03



52

Контроль диктант

1

2.04



53

Хаталар остондэ эш

1

3.04









54



Тэбигэттен теле асылган саk



М.Гэли. Яз саkыра



4



1







9.04



55

Х.Гилэжев. Яз

1

10.04



56

Р. Бикбаев Тэбигэттен теле

1

16.04



57

Язгы байрамдар Кусереу

1

17.04











58



Кеше-матур булh ын



Башkорт телендэ h ойлэм кисектэре. Тин кисектэр



2





1









3.04



59

Ф Рахимголова. Сер

1

24.04









60



Яз hэм хезмэт байрамы



А.Игебаев. Яз hэм хезмэт байрамы



3



1







30.04



61

С.Элибаев. Тыныслыk

1

7.05



62

Контроль изложение

1

8.05









63



П аумы йэй!



Д.Юлтый.Йэйге тан



8



1







4.05



64

Н. Котдосов.Кырмыскалар

1

15.05



65

Г.Юнысова. hау бул мэктэп!

1

21.05



66

Кылым темаh ын кабатлау

1

22.05



67

nандар темаhын k абатлау

1

28.05



68

Контроль диктант

1

29.05



69

Хаталар остондэ эш

1

Доп



70

Йомгаkлау

1

Д оп













VI. УҠЫТЫУ ПРЦЕССЫНЫН МАТДИ-ТЕХНИК БАЗАҺЫ:


  • Күргәҙмә материалдар


  • Мультимедиа ҡоролмалары (компьютер, интерактив такта,, проектор, колонкалар һәм б.)



VII. УҠЫУ - УҠЫТЫУ МЕТОДИК ҠУЛЛАНМАЛАР ИСЕМЛЕГЕ.



  • Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2011.

  • Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар.

  • «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары

  • Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр.

  • Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х.

  • Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.













25


Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 14.01.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Рабочие программы
Просмотров413
Номер материала ДВ-339458
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх