Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку для 5-7 классов

Рабочая программа по башкирскому языку для 5-7 классов

Скачать материал

Баш3ортостан республика8ы Туймазы районы Муниципаль районы

Ҡандра ауылыны4 (.Мирза8итов исеменд9ге 2-се урта д5й5м белем бире7 м9кт9бе

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

 

 

“Ҡаралған”                                            “Килешелгән”                                    “Раҫлайым”                                       

ММБ ултырышында                             МРК етәксеhе                                     Ә.Мирзаhитов исемендәге

протокол  № 1                                        ____  /А.Ф.Йәнбухтина/                   2-се урта мәктәбе директоры

 «16»август 2017 йыл                                  «16»август 2017 йыл                         _____ /А. Ф. Йыhаншин/                                                                                                  

                                                                                                                              Приказ № 245

                                                                                                                              «30» август 2017 йыл

 

 

 

 

 

 

Төп дөйөм белем биреү буйынса

5 -7 кластар өсөн

 башҡорт д9үл9т телен9н эш программаһы

 

Программаны тормош3а ашырыу срогы - 5 йыл

 

 

 

 

 

        (Программа  Ғ9битова З.М. “Башҡорт теле” уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар 

5-9, 10-11 кластар (башҡорт телен д9үл9т теле булараҡ өйр9неүсел9р өсөн) - Өфө: Китап, 2015 нигеҙендә Федераль д97л9т белем бире7 стандарттары компоненттарына ярашлы итеп т525лд5)

 

 

 

 

 

Программаның төҙөүсеһе:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары

 !9лиуллина Румия М519лим ҡыҙы

 

                                                                

 

 

 

 

 

 

2017 йыл

    Программа төҙөгәндә түбәндәге норматив документтар ҡулланылды:

1.      Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы 

2.      Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы

3.      Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы. №616-3, 01.07.2013й

4.      Рәсәй Федерацияһының 2012 йылдың 29 декабренән №273-ФЗ “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Федераль Законы

5.      Милли республикаларҙа икенсе дәүләт телен индереү Рәсәй  Федерацияһының Конституцияһының 68 статьяһы

6.       Башҡортостан Республикаһының 2013 йылдың 1 июленән №696-з “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы Законы

7.      «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы  №216-з,15.02.1999 (ред.28.03.2014й)

8.      Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2009 йылдың 6 октябренән №373 бойороғо менән раҫланған Федераль дәүләт белем биреү стандарттары

9.            Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр һәм нормативтар СанПиН 2.4.2.2821-10   Рәсәй  Федерацияһы баш дәүләт санитар табибы тарафынан 2010 йылдың 29декабрендә  раҫланған 189-сы һанлы  «Дөйөм белем биреү учреждениеларында  белем биреү шарттарына  һәм  ойоштороуға санитар эпидемиологик    талаптар» (2015 йылдың 24декабрендә  раҫланған 81-се һанлы  постановлениеһы)

10.     “2014 йылдың 31 мартында Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығы раҫланған  федераль дәреслектәргә үҙгәрештәр индереү тураһындағы” 2015 йылдың 8 июнендәге 576- сы  ҡарары

11.     Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл  №УП-730

12.  М9кт9птең локаль акттары

13.     Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән базис уҡыу планы һәм белем биреү учреждениелары өсөн яҡынса уҡыу планы

 

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метопредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

   Шәхсән һөҙөмтәләр (мәктәп уҡыусыларының башҡорт  теленән төп программаны үҙләштереүе);

-Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булыуын аңлау: башҡорт телен өйрәнеүҙең эшмәкәрлек һәм профессиональ эшмәкәрлектә кәрәкле булыуын аңлау;

-башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыуға әҙерлек: үҙ-ара аралашыуға толерантлыҡ;

-башҡорт теленең башҡорт мәҙәниәте менән танышыу сараһы булыуын аңлау.

 Метапредмет һөҙөмтәләр (рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү)

1)телмәр эшмәкәрлегенең-бөтә төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм уҡыу:

телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнә­леш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу әсән тәғәйенләнгән компакт-дискы-лар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә әсән әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;

һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтә­һендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу; һөйләү һәм яҙыу:

алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллек-тив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрө­төү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;

ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, рефе­рат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡуллалыу;

3) аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән комму­никатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре(сығарылыш класс уҡыусыларының төп мәктәп программаһын үҙләштереү)

1)   телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2)  гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3)  туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4)  тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5)   башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализ­лау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7)     һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8)   тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

9)  туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

 

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

5 – се класс

1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3. Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

6-сы класс

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.

Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү

Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу.

Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү;

3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау.

Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

7- се класс

Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;

Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

 

Уҡыу предметының йөкмәткеһе

5- се класс (34 с919т)

Һаумы, мәктәп! (5 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Үҙем тураһында (5 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре (4 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме? (4 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена (4сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

Яңы йыл менән (2сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Өй. Магазин (3 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө (1 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

Яҙ  ( 3 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр(3 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

6- сы класс (34 с919т)

Беҙҙең мәктәп  – 6 сәғәт

1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан ере буйлап- 8 сәғәт

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним.

Ҡыш дауам итә–7 сәғәт

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.

Дуҫлыҡ  ҡәҙерен бел– 4 сәғәт

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

Бына тағы яҙ килде-3сәғәт

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9май  байрамдары.

Й9мле й9й– 6 сәғәт

Грамматика буйынса 6-сы  класта  үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

7- се класс (34 с919т)

Яңынан мәктәпкә (4 сәғәт)

5-6- сы кластарҙа алған белемдәрен тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итеү. Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Ауыл тормошо (4 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәр менән танышыу.

Башҡортостан буйлап сәйәхәт (6 сәғәт)

Был тема буйынса яңы мәғлүмәттәр биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, башҡортостан тураҙында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экпедициялар мәғлүмәттәре менән танышып китеү. Яңғыҙлыҡ исемдәр менән таныштырыу.

Спорт. Спорт кәрәк яраҡтары (5 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был тәрала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле –радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Мин һәм беҙҙең ғаилә (2 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәрҙе уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Сәнғәт оҫталары (3 сәғәт)

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оçталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә ил тарихы (2 сәғәт )

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары менән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше менән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

Борон – борон заманда… (2 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора.Күберәк иғтибарҙы тексты аңла ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (4 сәғәт)

Иң төп темаларҙың береһе берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындвғы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү.

Йәмле йәй (2 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәренең билдәләү. Уғыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү.                                                

 

Тематик планлаштырыу

 

 

Тема

С919тт9р 8аны

5 класс

Һаумы, мәктәп!

Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар

5

Үҙем тураһында

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

5

Йыл миҙгелдәре

Алмаш

4

Башҡортостанды беләһеңме? Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары

4

Кеше. Тән ағзалары.Шәхси гигиена

 Ҡылым

4

Яңы йыл менән

Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше

2

Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Өй. Магазин.

Синоним

3

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө

Антоним

1

Яҙ етте

 Омоним

3

Яҙғы эштәр

Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

3

 

34

 

 

6 класс

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай

Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау

6

Башҡортостан ере буйлап

Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним

8

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел

Ҡылымдың шарт һөйкәлеше

4

Ҡыш дауам итә

Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман

7

Бына тағы яҙ килде

Грамматика буйынса 6-сы  класта  үтелгәндәрҙе ҡабатлау

3

Й9мле й9й кил9

6

 

34

7 класс

Яңынан мәктәпкә

5-6- сы кластарҙа алған белемдәрен тулыландырыу

4

 Ауыл тормошо

4

Башҡортостан буйлап сәйәхәт

Яңғыҙлыҡ исемдәр менән таныштырыу

6

Спорт. Спорт кәрәк – яраҡтары

5

Мин һәм беҙҙең ғаилә.

2

Сәнғәт оҫталары

3

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә – ил тарихы

2

Борон - борон заманда…

2

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ

4

Йәмле йәй

2

 

34

 

                                              

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку для 5-7 классов"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Психолог-перинатолог

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 322 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.01.2018 587
    • DOCX 41.1 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Галиуллина Румия Мугалимовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Галиуллина Румия Мугалимовна
    Галиуллина Румия Мугалимовна
    • На сайте: 6 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 15564
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 847 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 475 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 324 человека

Мини-курс

Архитектура мира: от Крита до Австралии

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 44 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 13 человек

Мини-курс

Основы искусствознания

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология и педагогика в работе с детьми: эмоциональные и зависимые расстройства

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 51 человек из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 21 человек