Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку (домашнее обучение) для 7 класса.

Рабочая программа по башкирскому языку (домашнее обучение) для 7 класса.

Скачать материал

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

ОГЛАВЛЕНИЕ

 

 

 

1.              

Аңлатмалы яҙыу.

Пояснительная записка.................................................................................................

 

 

2.              

Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Общая характеристика учебного предмета..............................................................

 

 

3.              

Предметтың  уҡыу планындағы урынын билдәләү.

Описание места учебного предмета  в учебном плане............................................

 

 

4.              

Уҡыу предметын үҙләштергәндә шәхсән, метапредмет, предмет-ара һөҙөмтәләре.

Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения конкретного учебного предмета..................................................................................

 

 

5.              

Уҡыу  предметының йөкмәткеһе.

Содержание учебного предмета...................................................................................

 

 

6.              

Тематик планлаштырыу.

Тематическое планирование........................................................................................

 

 

7.              

Уҡыу предметын уҡытыу-методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү.

Описание учебно-методического и материально-технического обеспечения образовательного процесса……………………………………………………..…….

 

 

 

 

 

 

 

1.Аңлатмалы яҙыу.

                                                                Пояснительная записка.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класта башҡорт теленән өйҙәге уҡыу өсөн эш программаһы.

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2008.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

1.                  Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

2.                  Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

3.                  Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2006.

4.                  Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. (Протокол №4, 13 ғинуар 2010 йыл)

Уҡыусылар өсөн уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «15-се төп дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

2.Уҡыу предметына дөйөм характерисика.

Общая характеристика учебного предмета

Маҡсаттар һәм бурыстар:

- Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

- Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

- Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

- Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

- Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

- Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

- Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

7 класс өсөн телмәр күнекмәләре:

- Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;

- Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

- Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

- Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

- Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

- Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

- Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

- Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

- Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

- Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

- Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

- Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

- Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

- Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

- Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Һорауҙарға яуаптар-1

Диктант- 2

Изложение – 1

Инша – 1

 

        

3.  Предметтың уҡыу планындағы урынын билдәләү.

Описание места учебного предмета в учебном плане.

Уҡыу планы буйынса йылына 17 сәғәт, аҙнаһына 0,5 сәғәт башҡорт теле булараҡ уҡытыла. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте модуль булараҡ үткәрелә.

               

                                                                                                                                                                                                                                     

                         

4.Уҡыу предметын үҙләштергәндә шәхси, метапредмет, предмет-ара һөҙөмтәләре.

Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения конкретного учебного предмета.

 

 

 

 

I кимәл. Балала шәхси сифаттар үҫтерергә:

Уҡыусы статусын ҡабул итергә, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә. Тыуған илгә, ергә, туған телгә, яҡын кешеләргә һөйөү тәрбиәләргә. Эшләгән эштәр, ҡылыҡ-фиғел өсөн яуаплылыҡ тойорға. Һау сәләмәт йәшәйеш булдырырға.

II кимәл. Предмет-ара һөҙөмтәләре булдырырға:

1) Төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табып ҡуллана белеү оҫталығына ирешергә;

2) Үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылырға;

3) Телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып телмәр сараларын һайлап ала белергә;

4) Һорауҙар биреү оҫталығына эйә булырға.

III кимәл. Предмет буйынса белем алырға:

1)                 Тел берәмектәрен айыра белергә (һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, өн, хәреф);

2)                 Һүҙ, һүҙбәйләнеш, предметтың атамаһын, сифатын, эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе айыра белергә.

5. Уҡыу предметының йөкмәткеһе.

Содержание учебного предмета.

I. Яңынан мәктәпкә (4 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

II. Ауыл тормошо (2 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләм төҙөлөшө.

III. Башкортостан буйлап сәйәхәт (4 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика:

Яңғыҙлыҡ исемдәр.

IV. Спорт. Спорт кәрәк-ярактары (1 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.

V. Мин һәм беҙҙең ғаилә (1 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

VI. Әсәйҙәр байрамы. (1 сәғәт)

Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. "Катын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Грамматика:

Теркәүес тураһында төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре.

VII. Сәнғәт оҫталары. (1 сәғәт)

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

VIII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (1 сәғәт)

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

IХ. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (1 сәғәт) Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә  һәм  һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған  әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

X. Йәмле йәй (1 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

 

6. Тематик планлаштырыу.

Тематическое планирование.

Дәрестең темаһы

Сәғәттәр һаны

Үткәрелеү ваҡыты

план

фактик

Яңынан мәктәпкә (4 с.)

1

Яңынан мәктәпкә.

1

 

 

2

М. Кәрим. Уҡытыусыма.

1

 

 

3

Б. Бикбай.Ҡылым төркөмсәләре.

1

 

 

4

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Мәҡәлдәр.

1

 

 

Ауыл тормошо (2 с.)

5

Алтын башаҡтар. Әкиәт. Т. Йосопов.

1

 

 

6

Ҡан-ҡәрҙәш. Әкиәт. Ноғман Мусин.

1

 

 

Башҡортостан буйлап сәйәхәт (4 с.)

7

Башҡортостан.  Контроль эш.

1

 

 

8

Урал имәне. Минутҡа уҡыу.

1

 

 

9

Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Арҡайым.

1

 

 

10

Тыуған ил, Ватан тураһында мәҡәлдәр.

1

 

 

Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары. (1 с.)

11

Башҡортостан ҡаларында спорт. Бокс.

1

 

 

Мин һәм беҙҙең ғаилә (1 с.)

12

Әсәй күҙҙәре. Дуҫым, серҙәшем.

1

 

 

Әсәй, әсәкәйем… (1 с.)

13

Беҙҙең әсәй. Теркәүестәр.

1

 

 

Сәнғәт оҫталары (1 с.)

14

Сәнғәт оҫталары.

1

 

 

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? (1 с.)

15

Исемдәрҙә ­– ил тарихы. Бәйләүестәр. Киҫәксәләр.

1

 

 

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. (1с.)

16

Тыныслыҡ кәрәк. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

1

 

 

Йәмле йәй (1 с.)

17

Йәй. Ҡырмыҫҡалар. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

 

 

 

7. Уҡыу предметын уҡытыу-методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү.

Описание учебно-методического и материально-технического обеспечения образовательного процесса.

Компьютер, принтер, DVD-проигрыватель, аудио-видеомагнитофон.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1.                  Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2008.

2.                  Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

3.                  Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

4.                  Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

5.                  Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6.                  Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. – Өфө, Китап, 2007.

7.                  Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. – Өфө, Китап, 2003

8.                  «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.

9.                  Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку (домашнее обучение) для 7 класса."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Портной

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 871 материал в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 07.02.2016 1004
    • DOCX 121.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Илембетова Тансылу Шамилевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Илембетова Тансылу Шамилевна
    Илембетова Тансылу Шамилевна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6636
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Мини-курс

Детская нейропсихология: особенности, диагностика, исследования

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 119 человек из 43 регионов
  • Этот курс уже прошли 55 человек

Мини-курс

Анализ эффективности проектов

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Творческие возможности в мире фотографии и медиа

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 416 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 47 человек