Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку (ГОС) 6 класс

Рабочая программа по башкирскому языку (ГОС) 6 класс

Международный конкурс по математике «Поверь в себя»

для учеников 1-11 классов и дошкольников с ЛЮБЫМ уровнем знаний

Задания конкурса по математике «Поверь в себя» разработаны таким образом, чтобы каждый ученик вне зависимости от уровня подготовки смог проявить себя.

К ОПЛАТЕ ЗА ОДНОГО УЧЕНИКА: ВСЕГО 28 РУБ.

Конкурс проходит полностью дистанционно. Это значит, что ребенок сам решает задания, сидя за своим домашним компьютером (по желанию учителя дети могут решать задания и организованно в компьютерном классе).

Подробнее о конкурсе - https://urokimatematiki.ru/


Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 6-сы класс өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Дәреслек: Усманова М. Ғ., Ғәбитова З. М. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2010

Программа кимәле : базислы

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ.- Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 синыфы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.-Өфө: Китап, 2003., М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.-Өфө: Китап, 2009.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы) : Усманова М. Ғ., Ғәбитова З. М. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2010

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Магинск урта дөйөм белем биреү учреждениеһының “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында Федераль һәм Республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы.

Программа йөкмәткеһенең бурыстары һәм маҡсаттары: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу; телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Рус һәм башҡа мәктәптәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдар бергә кушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

  3. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  4. Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.

  5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  7. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу

  8. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…)


Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай (8 сәғәт)

1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан ере буйлап (11 сәғәт)

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним.

Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре (5 сәғәт)

Хәүефһеҙлек, юл йөрөү ҡағиҙәләре,транспорт төрҙәре тураһында һөйләргә,өйрәтеү,уҡыу материалын тасуири,аңлы уҡыу. Рәүеш.

Рәүеш дәрәжәләре.

Почта.Телефон.Телеграф (8 сәғәт)

Почтала үҙеңде тота,телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү,хат яҙыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү.Ҡылым.Ҡылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөй-кәлеше.Хәҙерге заман.

Ҡыш дауам итә (10 сәғәт)

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.

Дуҫ ҡәҙерен бел (8 сәғәт)

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

Башҡортостан йылғалары,күлдәре.Экология мәсьәләһе (12 сәғәт)

Башҡортостандың тәбиғәте,уның байлыҡтары тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырыу.Республикалағы йылға, күлдәр тураһында текстар уҡыу.Уларҙың атамаларының мәғәнәһе,килеп сығышы тураһында һөйләшеү.Экология мәсьәләһе.Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.Һан.Һан төркөмсәләре.Ябай һәм ҡушма һандар.

Бына тағы яҙ килде (8 сәғәт)

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9май байрамдары.Грамматика буйынса 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


V-IX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереүҫәпкә алыу,шуның менән бергә, алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;

  3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  3. Материалды эҙмәҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһәәкин

  1. Материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәлҙрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  2. әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. Яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана



Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,

  2. яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән – уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.


Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмәҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

  1. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

  2. Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осра3а,

  3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

  4. Яҙма эш, нигеҙҙә, синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

  5. Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.


Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4ән һәм грамматик хаталары 2ән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

  2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

  3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,

  4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

  5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу) талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәтке хаталары 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,

  2. Фактик хаталар күп булһа,

  3. Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа, текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

  4. Һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

  5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7ән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7ән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла



Әҙәбиәт буйынса

Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә, тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә,
йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.

Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.

Баһалар



Баһалар

кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

I

30

25

15

15-тән кәмерәк

II

55

45

30

30-ҙан кәмерәк

III

65

55

40

40-тан кәмерәк

IV

80

75

55

55-тән кәмерәк

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

130

120

120-нән кәмерәк





Яҙма эш төрҙәре:

Контроль диктант: 4

Диктант: 1

Изложение: 2

Инша: 3


Календарь- тематик план




Тема


Дәрес төрө


Йөкмәткенең өлөштәре


Уҡыусының әҙерлегенә талаптар


Күләме

Планлаштырылған көнө

Үткәрелгән көнө

1

1 сентябрь- белем көнө. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. Уларҙың дөрөҫ әйтелеше.

Үткәндәрҙе ҡабатлау дәресе

Өн- телдең төп берәмеге. Башҡорт өндәренең үҙенсәлекле әйтелеше

Белем алыу, уҡыуға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү. Өн менән хәрефте бутамау

1



2

Көҙгө тәбиғәт. Көҙгө эштәр. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Баҫым.

Үткәндәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү, исемдәрҙе килеш менән үҙгәртеү, баҫым

Көҙгө тәбиғәткә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, исемдәргә һорауҙы ҡылымдарҙан сығып дөрөҫ ҡуя алыу, баҫымды дөрөҫ ҡуя белеү

1



3

Беҙҙең мәктәп, беҙҙең класыбыҙ. Алмаштар. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Телмәр үҫтереү дәресе

Белем тураһында һөйләшеү. Эйәлек килештең рус телендәге родительный падежға тап килмәүе. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы

Мәктәпкә, класс тормошона ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү.Ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡуша белеү

1



4

Һүҙ- тел матурлығы. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Һан.

Ҡабатлау дәресе. Телмәр үҫтереү

Һүҙҙең телмәрҙәге роле. Ономастика. Топонимика. Һан( ҡабатлау)

Географик атамаларҙың килеп сығышын белеү, Башҡорт исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм яҙа белеү

1



5

Аҙна көндәре һәм минең аҙналыҡ режимым. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

Ҡабатлау, телмәр үҫтереү дәресе

Көн режимына ҡараған яңы һүҙҙәр. Эйәлек төшөнсәһенең башҡорт телендә бирелеше

Аҙна көндәрен белеү, режим тураһында һөйләй алыу, эйәлек төшөнсәһенең бирелеү юлдарын белеү, дөрөҫ тәржемә итеү

1



6

Ҡоштар йылы яҡҡа китә. Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Үткәндәрҙе ҡабатлау һәм һығымта яһау дәресе

Һауа торошо, ҡоштар тураһында яңы һүҙҙәр

Темаға ярашлы һүҙҙәрҙе белеү, тәржемә итеү, ҡылымдарҙыүң ниндәй затта һәм һанда тороуын билдәләй алыу

1



7

Контроль диктант

Илем- Башҡортостан”

Контроль эш дәресе

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу һәм яҙа белеү. Исемдән сығып ҡылымға һорау ҡуя белеү, исемдәрҙең ялғауын дөрөҫ яҙа алыу

Диктант

1



8

Хаталар өҫтөндә эш.

Р.Ғарипов “Ямғыр яуа”,

С.Муллабаев “Сентябрь”

Коррекциялау дәресе

Хаталар өҫтөндә эш

Хатаны аңлап төҙәтә белеү




9

10

Башҡортостан территорияһы. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһенең бирелеү юлдары. Ыңғай һәм кире формалар.

Яңы тема үҙләштереү дәресе

Тема буйынса яңы һүҙҙәр. Эйәлек формаһының бирелеү юлдары.Нимәгәлер эйә булмау формаһы

Тыуған ил тураһында иркен һөйләү, нимәгәлер эйә булыу, булмауҙы белдерә алыу сараларын белеү, дөрөҫ тәржемә итә алыу

2



11

С. Юлаев- милли батырыбыҙ. Синонимдар.

Телмәр үҫтереү дәресе

С. Юлаев тураһында яңы мәғлүмәт

С. Юлаев тураһында һөйләй белеү. Синонимдар ярҙамында характерлай белеү

1



12

Башҡортостан байлыҡтары. Икмәк- ҙур байлыҡ. Сифат.

Яңы материал үҙләштереү

Башҡортостан- бай ил. Башҡортостанда игенселек тармағы

Ондан әҙерләнгән ризыҡ исемдәрен белеү, сифаттарҙы дөрөҫ ҡуллана белеү

1



13

Файҙалы ҡаҙылмалар. Антонимдар.

Яңы тема үҙләштереү

Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар. Антонимдар

Файҙалы ҡаҙылмалар исемдәрен белеү. Синоним рәткә антоним таба белеү

1



14

Башҡортостан- бал һәм ҡымыҙ иле. Төҫтәр. Сифат дәрәжәләре.

Яңы тема үҙләштереү

Ҡортсолоҡ, ат тотоу- башҡорттарҙың һөнәре. Сифаттарҙы дәрәжә менән үҙгәртеү

Темаға ҡағылышлы лексика, башҡорт балы, ҡымыҙы тураһында һөйләй алыу, сифаттарҙың дәрәжәләрен белеү

1



15

Башҡортостандың район һәм ҡалалары. Омонимдар.

Яңы тема үҙләштереү

Башҡортостандың район һәм ҡалалары исемдәре башҡорт телендә, омонимдар- күп мәғәнәле һүҙҙәр

Район һәм ҡала исемдәрен башҡортса һәм русса әйтә белеү, омонимдарҙы дөрөҫ ҡулланыу

1



16

Башҡортостандағы иҫтәлекле урындар, шифаханалар. Фразеологик берәмектәр.

Яңы тема үҙләштереү

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары, шифаханалары, Фразеологизмдар

Иҫтәлекле урындарҙың, шифаханаларҙың исемдәрен дөрөҫ әйтә белеү, улар тураһында һөйләй белеү. Фразеологизмдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу

1



17

Башҡортостан йылғалары һәм күлдәре. Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Яңы тема үҙләштереү

Башҡортостан гидронимдары. Уларҙың этимологияһы. Ҡылым

Гидронимдар исемдәрен дөрөҫ әйтә белеү, этимологияларын белеү, хәбәрҙең ялғауын дөрөҫ ҡуя белеү

1



18

Телмәр үҫтереү. Изложение. Янғантау.

Телмәр үҫтереү

Изложение яҙыу

Һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү

1



19

Хаталар өҫтөндә эш.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Төҙәтеү дәресе

Хаталарҙы төҙәтеү

Хаталы һүҙҙәрҙе һүҙлектәр ярҙамында төҙәтә белеү

1



20

Светофор. Б. Байым. Рәүеш.

Яңы тема үҙләштереү

Текст өҫтөндә эш. Темаға ҡағылышлы яңы лексика. Рәүеш.

Сфетофор һәм уның функцияһы тураһында һөйләй белеү, рәүештәрҙе ҡулланып тулы һөйләм төҙөй алыу

1



21

Юл ҡағиҙәләре. Рәүеш дәрәжәләре.

Яңы тема үҙләштереү

Юл ҡағиҙәләре, юл билдәләре.Рәүеш дәрәжәләре аффикстары

Тема буйынса лексиканы белеү, рәүештәрҙе дөрөҫ итеп дәрәжәләре менән үҙгәртә алыу

1



22

Транспортта йөрөү. Хәйерле юл! Рәүеш дәрәжәләре.

Яңы тема үҙләштереү, ҡабатлау

Кассала билет алыу, матур теләктәр, транспортта йөрөү ҡағиҙәләре

Темаға ҡағылышлы лексиканы белеү, матур теләктәрҙе белеү, рәүеш ялғауҙарын танып белеү

1



23

Контроль диктант

Светофор”

Тикшереү дәресе

Тексты күсереү

Һөйләмдәрҙе аңлап, иғтибар менән яҙыу

1



24

Хаталар өҫтөндә эш.

Рәүеш дәрәжәләре

Төҙәтеү дәресе

Эште анализлау, хаталарҙы төҙәтеү

Хатаны аңлата белеү, төҙәтеү

1



25

Почтала. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре. Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше.

Яңы тема үҙләштереү

Тема буйынса яңы лексика, ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше нигеҙ менән тап килеүе

Һүҙҙәрҙе белеү, ҡылымдың бойороҡ һөйкәлешен танып белеү, һөйләмдәр төҙөй алыу

1



26

Телеграмма бирәбеҙ. Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше. Хәҙерге заман.

Яңы тема үҙләштереү

Телеграмма төрҙәре, хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заманы

Телеграмма йөкмәткеһен яҙа алыу, ҡылымды хәҙерге заманға ҡуя белеү, һөйләмдәр төҙөү

1



27

Алло! Кем шылтырата? Хәҙерге заман. Һорау һөйләм формаһы: ыңғай һәм кире яуап.

Яңы тема үҙләштереү

Телефондан һөйләшеү этикеты. Ризалашыу, кире ҡағыу формалары

Телефон һәм телефон аша һөйләшеү, хәбәр итеүгә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, телефондан башҡортса һөйләшә белеү

1



28

Уҡыуҙа ла, ялда ла бергә. Хәҙерге заман. Һорау һөйләм.

Яңы тема үҙләштереү

Уҡыу- кәрәк һәм ауыр эш. Белем алыу мөһимлеге. Һорау һөйләм

Темаға ҡағылышлы лексиканы белеү, Һорау һөйләм төҙөү, яуап бирә белеү

1



29

Газета, журнал алдырабыҙ. Хәҙерге заман ҡылымының юҡлыҡ формаһы.

Яңы тема үҙләштереү

Газета- журналдар уҡыу, эстәлектәре менән танышыу. Ҡылымдарҙың юҡлыҡ формаһы

Газета- журналдарҙың исемдәрен белеү, юҡлыҡ ялғауы менән ҡылым формаһын төҙөй белеү

1



30

Ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Ҡылымдың бойороҡ һәм хәбәр һөйкәлеше.

Яңы тема үҙләштереү

Ҡунаҡҡа саҡырыу, ҡаршылау. Бойороҡ һәм хәбәр һөйкәлеше

Тема буйынса лексиканы белеү, һөйләмдәр төҙөй белеү

1



31

Диктант

Ҡыш башы”

Тикшереү дәресе

Уҡыусыларҙың белемен тикшереү

Һөйләмдәрҙе аңлап яҙыу

1



32

Хаталар өҫтөндә эш.

Яңы йыл менән!”

Төҙәтеү дәресе

Эште анализлау, хаталарҙы төҙәтеү

Хаталы һүҙҙәрҙе һүҙлектәр ярҙамында төҙәтә белеү

1



33

Ҡышҡы тәбиғәт. Хәбәр һөйкәлеше. Шаһитлы үткән заман.

Яңы тема үҙләштереү

Ҡышҡы тәбиғәт. Ҡыш тураһында һынамыштар.Шаһитлы үткән заман ялғауҙары

Тема буйынса лексиканы белеү, ҡыш тураһында һөйләй белеү. Шаһитлы үткән заманды таный белеү

1



34

Ҡышҡы кейем. Ҡышҡы уйындар. Шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман. Һорау һәм юҡлыҡ формалары.

Яңы тема үҙләштереү, ҡабатлау

Темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәр, ҡылым

Ҡышҡы кейем, уйындар исемдәрен, ҡылымдар ҡулланып һөйләмдәр төҙөй белеү

1



35

Ҡыш һәм ҡоштар. Шаһитһыҙ үткән заман.

Яңы тема үҙләштереү

Ҡыш, ҡош темаһына ҡараған үүһүҙҙәр, ҡылым

Ҡыш, ҡоштар тураһында һөйләй белеү, ҡылымдар ҡулланып һөйләмдәр төҙөү

1



36

Телмәр үҫтереү. Инша. “Серле ҡыш.”

Телмәр үҫтереү дәресе

Инша яҙыу

Ҡыш темаһына инша яҙыу

1



37

Сәләм Өфөнән! Ҡылымдың үткән заман формалары.

Яңы тема үҙләштереү

Хат яҙыу. Ҡылымдың үткән заман формаһы

Ҡылымдарҙың үткән заман формаһын ҡулланып, һөйләмдәр төҙөй белеү

1



38

Ҡыш. Билдәле киләсәк заман.

Яңы тема үҙләштереү

Тема буйынса лексика. Ҡылым. Билдәле киләсәк заман

Ҡыш тураһында ҡылымдарҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләй белеү

1



39

Минең кисәге һәм бөгөнгө көнөм. Билдәле киләсәк замандың һорау һәм юҡлыҡ формаһы.

Яңы тема үҙләштереү

Көн режимы. Ҡылым.

Көн режимы тураһында һөйләй белеү

1



40

Ҡыш . Киләсәк заман формалары.

Яңы тема үҙләштереү

Ҡыш тураһында мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар. Ҡылым

Мәҡәл, әйтем, йомаҡтарҙы белеү. Ҡылымдың киләсәк заман формаһын танып белеү

1



41

Контроль диктант

Ҡарабаш турғай”

Тикшереү дәресе

Уҡыусыларҙың белемен тикшереү

Алған белемдәрен дөрөҫ ҡуллана белеү

1



42

Хаталар өҫтөндә эш.

Ҡылым

Төҙәтеү дәресе

Хаталарҙы төҙәтеү

Хаталарҙы аңлап төҙәтә белеү

1



43

Ысын дуҫ ниндәй була? Синонимдар, антонимдар.

Яңы тема үҙләштереү

Кешене характерлаусы һүҙҙәр. Синоним. Антоним

Кешене төрлө яҡтан характерлаған һүҙҙәрҙе белеү, Характерҙың ыңғай, кире яҡтарын әйтә белеү, синоним, антонимдар ҡулланып һөйләмдәр төҙөү

1



44

8 март- Ҡатын- ҡыҙҙар байрамы. Туғанлыҡ терминдары. Сифат.

Яңы тема үҙләштереү, телмәр үҫтереү

Туғанлыҡ терминдары, байрам, Синоним сифаттар

Байрам менән матур итеп ҡотлай белеү, синоним сифаттар ҡулланып ҡотлау һөйләмдәре яҙыу

1



45

Телмәр үҫтереү. Инша. “Камил кеше ниндәй булырға тейеш?”

Телмәр үҫтереү

Инша яҙыу

Текст төҙөй белеү

1



46

Һауа торошо. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

Яңы тема үҙләштереү

Һауа торошо. Бөгөн ниндәй көн? Шарт һөйкәлеше ялғауҙары

Тема буйынса лексиканы белеү. Һауа торошо тураһында һөйләй белеү. Ҡылымдарҙың шарт һөйкәлеше менән һөйләмдәр төҙөү

1



47

Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала. Текст.

Грамматиканы ҡабатлау

Текст өҫтөндә эш

Һүҙлек ярҙамында тексты тәржемә итеү

1



48

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. Ҡылым.

Яңы тема үҙләштереү

Текст өҫтөндә эш. Ҡылымдарҙың заман формалары

Тексты аңлау, һөйләй белеү, ҡылымдарҙың заман формаларын танып, дөрөҫ тәржемә итә белеү

1



49

Телмәр үҫтереү. Изложение. “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.”

Телмәр үҫтереү

Телмәр үҫтереү, изложение яҙыу

Логик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән һөйләмдәр яҙыу

1



50

Хаталар өҫтөндә эш.

Д.Фәтихова “Кем дуҫ?”

Төҙәтеү дәресе

Эште анализлау, хаталарҙы төҙәтеү

Хаталарҙы аңлап төҙәтә белеү

1



51

Башҡортостан- Икенсе Швейцария. Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

Яңы тема үҙләштереү

Башҡортостан тәбиғәте, уның матурлығы. Теләк һөйкәлеше

Тема буйынса һүҙҙәр, тема буйынса һөйләй белеү, Ҡылымдың теләк һөйкәлешен дөрөҫ ҡуллана белеү

1



52

Башҡортостан йылғалары. Теләк һөйкәлеше.

Яңы тема үҙләштереү

Гидронимдар. Мәғәнәләре. Тарихтары. Ҡылым

Тема буйынса һөйләй белеү, һөйләмдәр төҙөү

1



53

Башҡортостан йылғалары. Һан.

Яңы тема үҙләштереү

Башҡортостан йылғалары. Һан

Йылғалар исемдәрен башҡортса һәм русса белеү, һандарҙы белеү


1



54

Мин һәм беҙҙең ғаилә. Ябай һәм ҡушма һандар.

Яңы тема үҙләштереү

Ғаилә темаһын ҡабатлау, яңы лексика. Грамматиканы ҡабатлау

Тема буйынса һөйләй белеү, даталарҙы ҡулланып һөйләй белеү

1



55

Башҡортостан күлдәре. Һан төркөмсәләре. Төп һан.

Яңы тема үҙләштереү

Башҡортостан күлдәре, уларҙың адресы. Төп һан

Күлдәр исемдәрен белеү, һандарҙың ҡушма формаһын яһай алыу, тәржемәһен белеү

1



56

Башҡортостан таштары. Рәт һаны.

Яңы тема үҙләштереү

Таштар, уларҙың исемдәре. Рәт һандары

Ҡаҙылма байлыҡтар тураһында һөйләй белеү, рәт һандары ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланыу

1



57

Башҡортостан ҡунағы. Бүлем һаны.

Яңы тема үҙләштереү

Башҡортостанға ҡағылышлы һүҙҙәр. Ҡунаҡ менән һөйләшеү.Бүлем һаны

Башҡортостан тураһында һөйләй белеү. Бүлем һанын дөрөҫ төҙөй алыу

1



58

Минең хыялым. Йыйыу һаны.

Яңы тема үҙләштереү

Мин ниндәй уй- хыялдар менән йәшәйем? Йыйыу һаны ялғауҙары

Үҙ хыялың тураһында һөйләй белеү. Йыйыу һандарын ҡулланып һөйләмдәр төҙөү

1



59

Аҡбуҙат ипподромы. Сама һаны.

Яңы тема үҙләштереү

Башҡортостанда йылҡысылыҡ, ҡымыҙҙың файҙаһы. Аҡбуҙат ипподромы. Сама һаны

Тема буйынса лексиканы белеү, сама һанын төҙөй белеү

1



60

Тәбиғәтте һаҡлау- һәр кем эше. Кәсер һаны.

Яңы тема үҙләштереү

Экология мәсьәләһе. Кәсер һаны

Экологик лексиканы белеү, һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү

1



61

Телмәр үҫтереү. Инша. “Беҙҙең яҡ тәбиғәте һәм уны нисек матур көйө һаҡлап була.”

Телмәр үҫтереү

Инша яҙыу

Текст төҙөй белеү

1



62

Хаталар өҫтөндә эш.

Һан

Төҙәтеү дәресе

Эште анализлау, хаталарҙы төҙәтеү

Хаталарҙы аңлап төҙәтә белеү

1



63

Яҙғы тәбиғәт. Ҡоштар ҡайта. Исемдәрҙең килеше.

Грамматиканы ҡабатлау

Яңы лексика. Килештәр

Яҙ, ҡоштар тураһында һөйләй белеү, килештәрҙе яттан белеү

1



64

Ҡыр һәм баҡса эштәре. Эйәлек категорияһы.

Грамматиканы ҡабатлау

Яҙ, ҡыр һәм баҡса эштәренә ҡағылышлы яңы лексика. Эйәлек категорияһы

Тема буйынса һөйләй белеү, эйәлек ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланып һөйләмдәр төҙөү

1



65

9 май- Еңеү көнө. Ҡылым. Үткән заман.

Грамматиканы ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Еңеү көнө. Яңы лексика. Ҡылым

Еңеү көнө тураһында һөйләй белеү

1



66

Кеше һәм үҫемлектәр. Ҡылым.

Грамматиканы ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Ағас һәм үлән исемдәре. Дарыу үләндәре исемдәре. Ҡылым

Тема буйынса һөйләй белеү

1



67

Контроль диктант

Файҙалы үтһен ялың!”

Тикшереү дәресе

Уҡыусыларҙың белемен тикшереү

Алған белемде дөрөҫ ҡуллана белеү

1



68

Хаталар өҫтөндә эш.

Викторина

Төҙәтеү дәресе

Эште анализлау, хаталарҙы төҙәтеү

Хаталарҙы аңлап төҙәтеү

1



69

Йәшел аптека”.

Исем

Ҡатнаш дәрес

Тема буйынса лексика, текст менән эш, исем темаһын ҡабатлау

Тасуири уҡыу, лексиканы дөрөҫ ҡулланыу

1



70

М.Сиражи “Йәй”.

Сифат

Ҡатнаш дәрес

Тасуири уҡыу, тема буйынса лексика, сифат темаһын ҡабатлау

Тасуири уҡыу, лексиканы дөрөҫ ҡулланыу

1




Бөтәһе: 70 сәғәт





Контроль диктант текстары


Илем- Башҡортостан


Башҡортостан- бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ- сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

Беҙ йәшәгән ерҙең ҡуйынындағы байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ тиһеңме, күмер һәм металл тиһеңме, алтын һәм баҡыр тиһеңме - бөтәһе лә бар был ерҙәрҙә.

Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан. (65 һүҙ.) (Ғ.Рамазановтан.)



Светофор


Өфө урамдары киң, матур. Урамдарҙа автобустар, троллейбустар, трамвайҙар күп. Улар төрлө йүнәлештә йөрөй.

Өфөлә йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар бар.

Кешеләрҙең һәм машиналарҙың хәрәкәте урамдарҙа ҡуйылған светофорға буйһона. Светофорҙа ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәр бар. Улар бер- береһен алмаштырып тора. Һары төҫ иғтибарлы булырға саҡыра. Йәшел төҫ янғанда, йәйәүлегә урамды аша үтергә мөмкин. Ә ҡыҙыл төҫ үтергә ярамай тигәнде аңлата. Был бөтә ерҙә лә шулай. (63 һүҙ.) (Мәктәп календарынан.)



Ҡыш башы


Ҡарағайлыға ҡыш ҡапыл килде. Кис ваҡ ҡына ямғыр яуып торҙо. Ел һалҡын түгел ине.

Төндә һыуытып ебәрҙе. Дымлы ер өҫтө шаҡырлап туңды. Төньяҡтан һалҡын ел иҫте. Ул көсәйҙе, ас бүре кеүек олоно.

Таң алдынан буран күтәрелде. Ер менән күк тоташҡандай булды. Хатта күрше йорттарҙы ла күрерлек түгел ине.

Кешеләр аптырап ҡалды. Ярты метрҙан артыҡ ҡар яуған, һырындылар өйөлгән. Бына шулай ҡыш башланды. (65 һүҙ.) (Н.Мусиндан.)



Ҡарабаш турғай


Бөтә турғайҙар араһында иң сос, иң етеҙ ҡош булып ҡарабаш турғай һанала. Уның бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәҫһең.

Ҡарабаш турғайҙың ояһы ағас башында була. Ул баҡсаларҙы, урмандарҙы ҡоротҡостарҙан таҙарта: балаларын тик бөжәктәр менән генә туҡландыра. Шуға күрә ҡарабаш турғай- ифрат файҙалы ҡош. Тик һалҡын ҡыш көндәрендә ҡарабаш турғайҙар аҙыҡ етешмәүҙән ныҡ яфалана. Шуға күрә уларға ҡыш көнө ем бирергә кәрәк. (63 һүҙ.) (Э.Ишбирҙиндән.)


Файҙалы үтһен ялың!


Йәй минең иң яратҡан миҙгелем. Бөтә ер иҫ киткес матурлыҡҡа төрөнә. Урманға барһаң, серле тәбиғәт донъяһы асыла. Унда ниндәй генә сәскәләр, үләндәр үҫмәй, ниндәй генә ҡоштар һайрамай.

Йәй матур, әлбиттә. Ләкин мин матурлыҡҡа ғына һоҡланып йөрөмәйем. Каникулымды файҙалы үткәрергә тырышам. Әҙәби китаптар, газета- журналдар уҡыйым.

Йәй көнө мин әсәйемә ярҙам итергә тырышам: өй йыйыштырам, баҡсала емеш- еләккә һыу ҡоям, утайым; ҡоймаҡ ҡоям, торт бешерәм. (65 һүҙ.)





Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Усманова М. Ғ. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  3. Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ.- Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 синыфы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.-Өфө: Китап, 2003.

  4. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова- Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.-Өфө: Китап, 2009.

Материал-техник ҡулланмалар

  • телевизор

  • видеомагнитофон

  • компьютер

Әҙәбиәт исемлеге

1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.

2. Усманова М. Ғ., Ғәбитова З.М.- Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се клас уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2009.

3. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

4. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

7. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».




Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy



Автор
Дата добавления 11.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров190
Номер материала ДВ-326427
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх