Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку и литературе
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе

библиотека
материалов

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

«СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА № 17»

ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД ОКТЯБРЬСКИЙ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН



Рассмотрено Согласовано Утверждаю

на заседании ШМО Зам.директора по УВР Директор МБОУ СОШ №17

______ /Л. М.Хасаншина/ _______ /О.И.Азнабаева/ _________ /Л. С. Муратов/

Протокол № 1 Приказ №232 от31.08.2015 г. от 25.08.2015 г.



Рабочая программа по учебному предмету

« Родной (башкирский ) язык и литература»

Основное общее образование

Срок реализации программы 2015-2020 учебный год

5-9 класс


Составлена в соответствии с программой по башкирскому языку и литературедля учащихся-башкир IXI классов школ с русским языком обучения. Составители: Тикеев Д.С., Тулумбаев Х.А., Вильданов А.Х., Давлетшина М.С., Хуснутдинова Ф.А., Хажин В.И. – Ижевск: издательство «КнигоГрад», 2008.

Составитель программы:учитель

башкирского языка и литературы

Хазиева Альфия Нагимяновна



г. Октябрьский

2015 год






Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының

«17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы


Ҡаралған

ММБултырышында

______/Л. М.Хәсәншина/

протокол № 1

25.08.2015 й.

Килешелгән

ҠМБ етәксеһе

______/А. Д. Әминова/

протокол № 1

26.08.2015 й.

Килешелгән

УТЭ буйынса

директор урынбаҫары

_______ /И.И.Овчинникова/


Раҫлайым

17-се мәктәп директоры

_________/Л. С. Моратов/

Приказ № 232

31.08.2015 й.




Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт”уҡыу предметынан

эш программаһы

Төп дөйөм белем биреү, базалы

Программаның үтәлеү ваҡыты 2015-2020 йыл

5 -9 сы класс



Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа (Уҡытыу рус телендә

алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө.

Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ. б. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.






Программаны төҙөүсе:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хажиева Әлфиә Нәғимйән ҡыҙы



Октябрьский ҡалаһы

2015 йыл





I.Аңлатма яҙыу

« Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт » уҡыу предметынан эш программаһы « уҡытыу рус телендә алып барылған « 17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе » муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 5-9 кластары өсөн түбәндәге норматив-хоҡуҡи документттар нигеҙендә төҙөлдө:

1.Рәсәй Федерацияһының «Мәғарифы тураһында» федераль законы. (№ 273–ФЗ 29. 12. 2012й)

2. «Башҡортостан Республикаһының «Мәғарифы тураһында» Законы (№ 696, 01.07.2013);

3. «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Рәсәй Федерацияһы законы; (№1807-1, 25.10.1991)

4. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законы; (15.02.1999 № 216-Зз (28.03.2014 йылдың үҙгәрештәре менән);

5. РФ дәүләт баш санитар врачы ҡарары. Санитар – эпидимиологик талаптар. 2.4.2821-10 (2010 йылдың 29 декабре ҡарары № 189) (Постановления Главного государственного санитарного врача РФ от 29.12 .2010 г. № 189 «Об утверждении СанПиН 2.4.2.2821 – 10 «Санитарно-эпидемиологические требования к условиям и организации обучения в общеобразовательном учреждении»);

6. Башҡортостан Республикаһының белем биреү учреждениелары өсөн 2015/2016 уҡыу йылына тәҡдим ителгән базис уҡыу планы һәм өлгө уҡыу пландары тураһында» Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы приказы № 905, 29.04.2015;

7. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Ғәбитова З. М., Абдуллина М. Ф., Кинйәбаева Н. Н., Насырова Н. Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф. – Өфө: Китап, 2011.

8. «17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уставы

9. «17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2015/2016 уҡыу йылына уҡыу планы (17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе приказы №158 17.08.2015 й.)

10. «17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2015/2016 уҡыу йылына эш программаһы тураһында положение (17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе приказы № 121 30.05.2015 йыл)

11. Октябрьский ҡалаһы «17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе » муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының йыллыҡ календарь эш графигы (17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе приказы № 157 13. 08. 2015 йыл)

12. «17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2015/2016 уҡыу йылына об определении перечня учебников (Приказ №

13. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы;( 31.12.2009 йыл УП-730;)

14. Башланғыс дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт белем биреү стандарттары (Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы приказы № 373, 06.10.2009);


Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда1999 йылдың 15 февралендәБашҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән республикаға исем биргән башҡорт халҡының милли теле – башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде.

Башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен белмәгән башҡорт һәм башҡа милләт балалары башҡорт телен предмет булараҡ практик күҙлектән сығып өйрәнәләр. Башҡорт теле балаға аң-белемгә эйә булыу, мәғлүмәтле булыу, фекерләү һәм үҙ-ара аралашыу сараһы ла булып хеҙмәт итә.

Башҡорт телендә уҡырға, яҙырға өйрәтеү нигеҙҙәре балаларҙы телмәр эшмәкәрлегенә (тыңлау, һөйләү, ҡабаталу, уҡыу, яҙыу) өйрәтеү төп йүнәлеш булып тора. Был эшмәкәрлек баланы грамотаға өйрәтеүҙән башлап, артабан аңлап тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, мәҙәниәтле аралашыу күнекмәләрен формалаштырыу, йәғни интеллектуаль-эшмәкәр, коммуникатив шәхес тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота. Балаға рухи йөкмәтке һалыу, әхлаҡи тәрбиә биреү, эстетик, эмоциональ зауыҡ формалаштырыу башҡорт теле аша бойомға ашырыла.

Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға, уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһында мәғариф алдына ҡуйған төп маҡсат – баланы шәхес итеп уҫтереү. Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде:


  • Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү;

  • грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү;

  • башҡорт телендә һөйләшә, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;

  • уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;

  • дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;

  • башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;

  • республиканың тәбиғәте, халҡы, улар араһында башҡорттар, уларҙың тормошо, тарихы, хеҙмәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу;

  • башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында белемдәрҙе киңәйтеү;

  • программала бирелгән шиғырҙарҙы ятлау, башҡортса йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу; башҡортса телмәр төҙөү.

  • уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.



II. Уҡыу предметына дѳйѳм характеристика

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡулланаалыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лигвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция башҡорт теленең мәҙәнәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу прцесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай табыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе торошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б.); регуляти универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормшҡа ашырыу.) функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларын яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланыңдөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереүгә, артабан уҡыуын төрлө беле биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.




Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үçеш юлдары тормошҡа ашырыла:

  • предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

  • уҡыу техникаһын үçтереү;

  • текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

  • яҙма һөйләм телмәренә эйә булыу;

  • тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;

  • орфография һәм пунктуацияны ѳйрнеү;

  • башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;

  • телде тойомлауҙы үçтереү.

Фонетика һәм графика

Уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

  • өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу;

  • өндәргә характеристика биреү:һуҙынҡылар (нәҙек һәм ҡалын, баҫымлыһәм баҫымһыҙ); тартынҡылар (яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ);

  • телмәр өндәре, ижек, һүҙ баҫымы;

  • өндәрҙең бер-береһенә оҡшашыуы (сингармонизм) төшөнсәләре

Орфоэпия

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

  • башҡорт теленең нормаларын үтәп типик һөйләмдәр төҙөү, уҡыу һәм һөйләү, әңгәмәселәренең телмәрендә был нормаларҙың үтәлешен баһалау (программала бирелгән күләм кимәлендә);

  • дөрөҫ әйтелеш нормаларын белмәгән осраҡта уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү.

  • Орфография (дөрөҫ яҙылыш)

  • һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы, һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың һүҙҙең тамырында, ялғауҙа, һүҙ араһнда яҙылышы һәм әйтелеше, һүҙҙе юлдан юлға күсереү;

Һүҙ составы

Уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

  • үҙгәрмәүсе һәм үҙгәреүсе һүҙҙәрҙе айырыу;

  • тамырҙаш һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын таныу;

  • һүҙҙәрҙә башҡорт теле хәрефтәрен ишетә һәм айыра алыу;

  • һүҙҙәрҙә тамыр, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы әйтә алыу.

  • һүҙяһалыш юлдары;

Лексика

Уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш:

  • һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫләү, кәрәк булған һүҙҙе айырып алыу;

  • һүҙҙең мәғәнәһен өйрәнелгән фольклор әҫәрҙәре тексты, типик һөйләмдәр буйынса дөрөҫләү.

  • һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе;

  • һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе;

  • синонимдар, антонимдар, омонимдар;

Морфология

  • һүҙ төркөмдәре, уларҙың грамматик һәм семантик категориялары;

Синтаксис

  • ябай һөйләмдәрҙең төҙөлөшө;

  • ҡушма һөйләмдәрҙең төҙөлөшө;


Төп дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыусы башҡорт балаларына башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙың бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:


1. Уҡыусының башҡорт әҙәби телен үҙләштереүенә, тексты аңлап, тасуири итеп, етеҙ уҡыуына, дөрөҫ яҙа белеүенә, әҙәби тел нормаларын һаҡлап, төрлө темаларға иркен һөйләшеүенә ирешеү.

2. Балаларҙы дөйөм башҡорт әҙәбиәте, халыҡ иҗады, башҡорт халҡының йыр-музыкаһы, театры, һынлы сәнғәте менән таныштырыу, күренекле яҙыусылар һәм уларҙың әҫәрҙәрен үҙләштереүҙәренә ирешеү.

3. Халыҡ тарихын һәм мираҫын өйрәнеү аша уҡыусыларҙа Ватанға, халыҡҡа, туған телгә мөхәббәт, ололарға, кеселәргә һәм кешегә ихтирам, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек тәрбиәләү. Шулай уҡ хеҙмәт тәрбиәһе һәм эстетик тәрбиә биреү.

Башҡорт әҙәбиәтенән төп дөйөм белем стандарты. Төп дөйөм белем баҫҡысында әҙәбиәтте өйрәнеү түбәндәге максаттарға ирешеүгә йүнәлтелгән:


  • тиҙ үҙгәреүсән заман шарттарында файҙалы етештереүсән хеҙмәткә яраҡлы, үҙ- үҙен танып белергә һәм һәр ваҡыт камиллаштырырға әҙер, рухи донъяһы бай булған шәхес тәрбиәләү;

  • гуманлылык ҡараштары, милли үзаң, гражданлыҡ тойғоһо, патриотизм, әҙәбиәткә һәм халыҡтың мәҙәни ҡиммәттәрен яратыу һәм хөрмәт булдырыу;

  • уҡыусыларҙа әҙәбиәттең үҙенсәлектәре тураһындағы ҡараштарҙы, әҙәби тексты ҡабул итеү, автор позицияһын аңлау, әҙәби процестың тарихи һәм эстетик нигеҙҙәренә төшөнөү, образлы һәм аналитик фекерләү культураһын, эстетик һәм иҗади һәләтте, ҡыҙыҡһыныуҙы, әҙәби зауыҡты; телдән һәм яҙма һөйләмде үҫтереү;

  • матур әҙәбиәт текстарын эстәлек һәм форма берлегендә аңлап ҡабул итеү, төп әҙәби-тарихи мәғлүмәттәрҙе һәм әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙе белеү; әҙәби- тарихи процесс тураһында дөйөм ҡараш булдырыу;

  • әҙәби-теоретик белемдәр нигеҙендә әҙәби әҫәрҙең тарихи-әҙәби ерлеген аңлап һәм тасуирылығын бөтөн тулылығында ғына асыҡланыусы булараҡ анализлау; төрлө типтағы инша яҙыу; кәрәкле мәғлүмәттәрҙе (интернет селтәре аша ла) табыу, системалаштырыу һәм файҙаланыу күнекмәләре булдырыу;

  • туған әҙәбиәттә һәм башҡа халыҡтар әҙәбиәттәрендә сағылыш тапҡан әхлаки идеалды үҙ-ара бәйләнештә аңлау һәм фекерләүҙәге уртаҡ һәм милли үҙенсәлектәрҙе асыҡлау



III. Уҡыу планында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметының тотҡан урыны

Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә “Башҡорт тел һәм әҙәбиәте”н уҡытыуға аҙнаһына 2 сәғәт бүленгән. Дөйөм сәғәттәр һаны 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).


Класс

Аҙнаһына

сәғәттәр һаны

Сәғәттәр

һаны

5

2

68

6

2

68

7

2

68

8

2

68

9

2

68




IV. Уҡыу йѳкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт телен өйрәне һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

  • Изгелек ҡиммәте – үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

  • Аралашыу ҡиммәте – аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

  • Матурлыҡ (гармония)ҡиммәте – башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙлштереү.

  • Ғаилә ҡиммәте – ғаиләнең кеше тормошонда мөхим урын алыуын аңлау; нәҫел тамырҙарыңды белеү; ғаиләңә, туғандарыңа эмоциональ-позитив мөнәсәбәт, бер-берең өсөн яуаплылыҡ, өлкәндәргә хөрмәт формалаштырыу.ғаиләнең аҫылы, төрҙәре һәм вазифалары. башҡорт ғаиләһенең үҙенсәлектәре; ғаиләлә бала тәрбиәләү технологиялары; кешелеклелек мөнәсәбәттәре, баланың ижади үҫешенә игътибар. Ата-әсәләр үрнәге. Халыҡ педагогикаһында ғаилә тәрбиәһе ата-әсәләрҙең мәктәп менән бәйләнеше.

  • Хезмәт һәм ижад ҡиммәте – хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

  • Илһөйәрлек ҡиммәте – үҙ телеңде, башҡорт телен хѳрмәт итеү, башҡорт халыҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

  • Кешелеклек ҡиммәте – үҙең һәм башҡалар ѳсѳн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.


V. Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре


Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

  • шәхси үҫеш кимәле;

  • метапредмет кимәле;

  • предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының, башҡорт халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ) тора. УУЭ төрҙәре дүрт блокка бүленә: шәхси, регулятив, танып белеү һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Шәхси эшмәкәрлек уҡыусының эске шәхси позицияһын, мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын (әхлаҡи нормаларҙы белеү, үҙ ҡылыҡтарыңдың дөйөм ҡабул ителгән этик принциптар менән тап килеү-килмәүен билдәләй алыу, ҡылыҡтың әхлаҡи аспектын айырыу) һәм ижтимағи ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ йүнәлеш алыуын тәьмин итә.

Регулятив (көйләүсе)универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә уҡыу процесын һәм дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы эш төрҙәре ҡарай:

  • уҡытыусы ярҙамы менән дәрестәге эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү һәм формалаштырыу (элек өйрәнелгән һәм таныш булғанды әлегә тиклем таныш булмаған менән тап килтереп, сағыштырып, уҡыу мәсьәләһен билдәләй белеү);

  • планлаштырыу (төп һөҙөмтәне күҙҙә тотоп, маҡсаттарҙың эҙмә-эҙлелеген асыҡлау; план төҙөү һәм эш төрҙәренең тәртибен билдәләү);

  • прогнозлау (һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен алдан күҙаллау);

  • контроль (эшмәкәрлек ысулының һәм уның һөҙөмтәһенең билдәләнгән эталонға тап килеү-килмәүен асыҡлау);

  • төҙәтмәләр индереү (эталондан тайпылыштар булған осраҡта, планға һәм эшмәкәрлек ысулына өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү);

  • баһалау (танышты әлегәсә таныш булмағандан айыра белеү; үҙләштерелгәндең сифатын һәм кимәлен билдәләй алыу);

  • үҙ-үҙеңде көйләү (үҙ көсөңдө, энергияңды, ихтыяр көсөңдө туплап, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу).

Танып белеүэшмәкәрлегенә дөйөм уҡыу (өйрәнеү, белем алыу) эшмәкәрлеге, логик эшмәкәрлек, шулай уҡ проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү инә:

  • дәреслек менән эш итә белеү (уның төҙөлөшө, йөкмәткеһе, һүрәттәре һ.б.);

  • һорауҙарға яуап биреү;

  • класс һәм уҡытыусы менән берҙәм эш һөҙөмтәләре буйынса һығымталар яһау;

  • мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға күсереү; уҡылған ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен тулы һөйләү.

Коммуникатив эшмәкәрлек социаль компетентлылыҡты, аралашыусы һәм хеҙмәттәш партнерҙар позицияһын иҫәпкә ала, башҡаларҙы тыңлай һәм диалогка инә белеүҙе, проблемаларҙы коллектив менән хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, тиҫтерҙәрең һәм өлкәндәр менән продуктив хеҙмәттәшлек ойоштора белеүҙе тәьмин итә.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең ҡарап үтелгән төрҙәре айырым-айырым түгел, ә уҡыу программаһындағы һәр дисциплинаны үҙләштереү барышында комплекслы, системалы үҫтерелергә тейеш.

Предмет буйынса белем кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау. Һүҙҙең өңдәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау; һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу; һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен яҙыу; баҫма тексты дөрөҫ итеп күсереп яҙыу; тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.


Уҡыу йылы аҙағына “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

«Башҡорт әҙәбиәте » предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:

Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;

төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;

әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.

Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;

уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;

уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.

Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

анализлай һәм синтезлай белеү;

сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

фекерләй белеү;

Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы беле;

үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

һорауҙар бирә белеү.


«Башҡор ттеле һәм әҙәбиәте» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:

әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;

уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;

уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;

аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу;

текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.

таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;

тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;

текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;

текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;

тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;

геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;

телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;

уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;

уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;

асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;

проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;

нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;

уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.

Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу

Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу).
Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеме, иллюстрациялар, терәк һүҙҙәр ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, тексҡа үҙ аллы исем уйлау.

Оҫталыҡты үҫтереү:

Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу;

Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү;

Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план);

Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү;

Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү;

Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;

Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау;

Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу;

Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү.

Өйрәтеү:

Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү;

Текстың төрлө өлөштәрен һайлап һөйләү;

Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү;

Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү;

Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү.

Һәр бүлек аҙағында ижади характерҙағы яҙма эштәр үткәреү.
Ижади эштәр: иншалар, хикәйәләр, шиғырҙар яҙыу.

Башланғыс класта уҡыу дәрестәренең тағы ла бер маҡсаты булып балаларҙы нәфис әҙәбиәт уҡырға өйрәтеү, уны төп мәктәптә системалы өйрәнеүгә әҙерләү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталы уҡыусы тәрбиәләүҙең нигеҙен булдырыу тора. Грамоталы уҡыусы – ул уҡыу техникаһын белгән, уҡығанын аңлаған , китаптарҙы белгән һәм уларҙы донъяны танып-белеү сараһы итеп таныған кеше.

Был маҡсатҡа ирешеүҙә түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк:

Уҡыу техникаһын һәм тексты аңлау алымдарын формалаштырыу – бер үк ваҡытта уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уҡыу ихтыяжын булдырыу;

Әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү;

Балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу;

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе (һүҙ байлығын), балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы.

Был технология текст менән эшләүҙең 3 этабын үҙ эсенә ала:

  1. Тексты уҡығанға тиклем үткәрелгән эштәр

Текстың йөкмәткеһен күҙаллау, уның мәғәнәүи, тематик, эмоциональ йүнәлешен асыҡлау, әҫәрҙең исеменә, авторына, терәк һүҙҙәргә, иллюстрацияларға таянып төп геройҙарын билдәләү;

Дәрес маҡсаттарын уҡыусыларҙың эшкә дөйөм ( уҡыу, эмоциональ, психологик һ.б.) әҙерлек кимәленән сығып асыҡлау.

  1. Тексты уҡыу барышында башҡарылған эштәр.

Тексты беренсел уҡыу: класта үҙ аллы уҡыу, уҡытыусы уҡығанды тыңлау, уҡыусылар менән сиратлашып уҡыу (текстың үҙенсәлектәренә, уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинлектәренә бәйле). Тексты тәү тапҡыр ҡабул итеү кимәлен тикшереү. Уҡыусыларҙың күҙаллауы менән текстың йөкмәткеһе тура килеү-килмәүен асыҡлау.

Тексты ҡайтанан уҡып сығыу. Ашыҡмайынса, уйлап ҡабаттан уҡыу (бөтөн тексты йәки өлөштәрен). Тексты анализлау (алымдар: автор менән диалогҡа инеү, аңлатмалы уҡыу, уҡылған буйынса әңгәмә ҡороу, терәк һүҙҙәрҙе табыу һ.б.).Һәр мәғәнәүи өлөшкә асыҡлаусы һорауҙар биреү.

Текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү. Кәрәк булғанда, текстың фрагменттарына мөрәжәғәт итеү, тасуири уҡыу.

  1. Тексты уҡып сыҡҡас башҡарылған эштәр.

Текст буйынса концептуаль әңгәмә. Уҡылғанды күмәкләп тикшереү, дискуссия. Уҡыусыларҙың әҫәргә биргән баһаһын автор позицияһы менән сағыштырыу. Текстың төп идеяһын асыҡлау.

Яҙыусы менән танышыу. Яҙыусы шәхесе тураһында әңгәмә. Өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү.

Текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау. Рәссамдың тексҡа төшөргән һүрәте менән уҡыусыларҙың күҙаллауҙарын сағыштырыу (мәҫәлән, уҡыусылар был тексҡа ниндәй һүрәт төшөрөрҙәр ине).

Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге менән бәйле ижади эштәр. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереү ҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә. Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балаға мәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла. Бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте, тәбиғәт күренештәрен, хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте,йәғни тормошто китап, гәзит журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.

Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен, уй-фекерҙәрен, кисерештәрен үҙ йөрәге, күңеле аша үткәреп, хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора. Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.

4.Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала, баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге, әҫәрҙәге тема менән таныштыра.

Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән, баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.

5. Кластан тыш уҡыу.

Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә. Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала. Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.

Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат " журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.

6 .Һүҙҙәр менән эш.

Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә, аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү, уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектәр, һөйләм, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.

Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу, уныү телен үҙләштереү, аңлата белеү, телмәрҙә ҡуллан алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалы эшләү талап ителә.

Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр, ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң, ундағы яңы һүҙҙәр, фразалар, һөйләмдәр аңлатыла, һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп һайлап, ролләп сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.6 класс Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

Шәхси үҫеш һөҙөмтәләр:

- башҡорт теленең кешеләр менән аралашыу сараһы икәнлегенә төшөнөү;

- башҡорт телен һәм әҙәбиәтен халыҡтың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итеү;

- яҙма һәм һөйләү телмәрен үҙ телендә үҙләштереү кимәле кешенең мәҙәни яҡтан үҫешен баһалаусы билдә икәнлеген аңлау;

- туған телендә үҙенең һөйләшеү кимәлен баһалай белә башлауы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

- уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, ҡуллана белеү;

- маҡсатына, мәғәнәһенә тап килтереп, аралашыуҙың төрлө ситуатив шарттарын һаҡлап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү;

- аралашыу өсөн тейешле һүҙҙәрҙе табып, уларҙы һөйләмитеп төҙөй, һорау бирә, үҙенә ҡарата бирелгән һорауға яуап ҡайтара белеү;

- үҙенең уй-фекерен әңгәмәсеһенә тулыһынса еткерә белергә тырышыу һәләтенең формалаша башлауы.

Предмет һөҙөмтәләр:

- әҙәби башҡорт теленең орфоэпик, лексик, грамматик нормалары тураһында ябай гына төшөнсәләрҙе үҙләштереү;

- аралашҡанда башҡорт өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә дөрөҫ әйтә, яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙа белеү;

- үҙ-ара аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү;

- орфографик дөрөҫ яҙыу һәм пунктуация ҡағиҙәләрен үҙләштереү;

- төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу) үҙ эшен баһаларға, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белергә күнектерә башлау.


Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре (уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар)

5 класс


1.Тексты аңлап , тасуири уҡыу.

2. Тексты эстән уҡыу.

3. Уҡыған әҫәрҙең темаһын һәм төп асылын, мәғәнәһен билдәләү.

4. Әҫәрҙең исемен, авторын атау.

5. Әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килерлек интонация һайлау.

6. Темп һәм тонды дөрөҫ билдәләп, логик баҫым, пауза ҡуйып, тейешле тауыш менән уҡыу.

7. Уҡылған әҫәрҙе мәғнәүи яҡтан өлөштәргә бүлеп, планын төҙөү.

8. Әҫәрҙе ҡыҫҡаса һөйләү.

9. Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея-тематикаһы буйынса әңгәмәләшеү.

10. Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү.

11. Диктант, изложение һәи иншалар яҙыу.

12.4-5 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

6 класс

1. «Башҡортостан» темаһы буйынса (тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылға - күлдәре, кейем- һалымы, ижады ) тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү.

2.Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү; уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.

3.Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

4. Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.

5.Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

7. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

8.​ Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү.

9.​ Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү.

10.​ Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

11.Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея-тематикаһы буйынса әңгәмәләшеү.

12.Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәрҙе аңлы һәм тасуири уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙеһөйләй белеү.

13.Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү.

14.​ Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

15.Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.


7 класс

1.Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү.

2.Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.

3.Һүҙлектәр менән файҙалана белеү

4.Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү.

5. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү.

6. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу.

7. Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү.

8. Диктант, изложение һәи иншалар яҙыу.

9. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.

10.Текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫитеп ҡулланыу;

тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

11. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.

12.Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

13.Әҫәрҙе ентекле итеп, хәл –ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һөйләү.

14.Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

8 класс

1. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмағанһүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү.

2.​ Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу; ҙур булмағанәҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү.

3.​ Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

* текстың планын төҙөү;

* текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

4.Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

5. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

6.Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.

7.Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү.

8. 9-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

9.Эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

10.Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү.

11.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу.

12.Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

13. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.

14.Текстың планын төҙөү.


9 класс

1.Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.

2.​ Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

3. Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу.

4. Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу.

5. Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

6. Диктант, изложение һәи иншалар яҙыу.

7. Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

8.Тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби телдәрен белеү.

9. Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү.

10.​ Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

текстың планын төҙөү;

текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

11.Өҙөк буйынса план төҙөү;

текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу;

мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү.

12. 12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

13. Тел ғилеменең төп аңлатмалары: аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби телдәрен белеү.

14.Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.

Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.

Һүҙлектәр менән файҙалана белеү.



VI.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

Тыңлау. Телдән аралашыуҙың маҡсатына һәм ситуацияһына төшөнөү. Яңғырап торған телмәрҙе адекват ҡабул итеү. Бирелгән текстағы мәғлүмәтте тыңлағанда аңлау, текстың төп фекерен билдәләү, уның йөкмәткеһен һорауҙар ярҙамында биреү.

Һөйләү. Коммуникатив бурысты эффектив хәл итеү өсөн аралашыуҙың маҡсаттарына һәм шарттарына ярашлы тел сараларын һайлау. Телмәрҙең диалог функцияһына ғәмәлдә эйә булыу. Һөйләшеүҙе башлау, ҡеүәтләү, тамамлау, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү оҫталығына эйә булыу, һ.б. уҡытыу бурыстарына яраҡлы (тасуирлау, хикәйәләү, фекерләү) телдән монологик һөйләй алыу оҫталығына эйә булыу. Уҡытыу һәм көнкүреш ситуацияһында (сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү) телмәр этикеты нормаларына эйә булыу. Орфоэпик нормаларҙы һәм дөрөҫ интонацияны үтәү.

Уҡыу. Уҡыу өсөн тәҡдим ителгән тексты аңлау. Тейешле материалды табыу маҡсатында һайлап алып уҡыу. Тәғәйен текста бирелгән мәғлүмәтте табыу. Күҙгә күренгән текста тупланған мөғлүмәт буйынса, ябай һығымталар яһау. Текст йөкмәткеһендә тупланған мәғлүмәтте интерпретациялау һәм дөйөмләштереү. Текстың йөкмәткеһен, тел үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн анализлау һәм баһалау.

Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлап уҡыу. Өндәү билдәләренә ярашлы интонация һәм паузалар менән уҡыу. Бәләкәй текстар һәм шиғырҙарҙы аңлап һәм тасуири уҡыуҙы үҫтереү.

Яҙыу.  Өйрәнелгән ҡағиҙәләргә тап килтереп, күсереп яҙыу, диктовка (әйткәнде) яҙыу. Тыңланылған һәм ентекле, һайланма уҡылған тексты теҙеп яҙа алыу (изложение). Балаларға ҡыҙыҡлы темалар (кисерештәр, әҙәби әҫәрҙәр, сюжетлы картиналар, картиналар серияһы, видеояҙма фрагменты буйынса үҙҙәренең текстарын төҙөтөү.





VI.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

V класс

Көҙ. Белем көнө. Туған тел (11 сәғәт).

С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә. Шиғырҙа уҡыу йылының башы-1 сентябрҙе тасуирлау. Балалар образының бирелеше. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.

Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел.Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.

Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте) Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә

эш ( яңы һүҙҙәр үҙләштереү). Образдарға характеристика биреү. Әминбәк образына таянып, уҡыуҙың, белем, һөнәр алыуҙың әһәмиәте тураһында әңгәмә.

К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел. Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири

уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.«Йәйбикә менән Көҙбикә»бүлеген ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға, улар башҡарған эштәргә характеристика биреү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү. Н. Әминева. Тыуган ер.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Образдарға характеристика биреү, уларға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу. Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр. Башҡорт телендә исем. Башҡорт телендә килеш. Исемдәрҙең эйәлек заты ялғауҙары.

Тыуған ер. Башҡортостан (9сәғәт)

Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт). Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан.

«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү. А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Йылмайыу. Р. Ғарипов. Алма. Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү. Хәмит менән Вәлиттең образдарын сағыштырыу, шул нигеҙҙә «Кеше ни өсөн йәшәй?» тигән темаға әңгәмә ойоштороу. Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр. Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.

Башҡорт телендә алмаш. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.Башҡорт телендә ҡылым. Заман категорияһы.

Ҡыш (4 сәғәт)

С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.

Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә. Тәбиғәтте, ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау мәсьәләһенең ҡуйылышын күҙәтеү, уның әһәмиәте тураһында әңгәмә. Һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре.Предмет –ара бәйләнеш. Б. Домашниковтың «Ҡар яуғас» картинаһы.


Башҡорт халыҡ ижады (9 сәғәт)

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Аҡъял батыр менән Ҡамыр батыр образдарында ир- егеттәргә хас ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ғәҙеллек сифаттарының бирелешен күҙәтеү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү. Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Тамырҙаш һүҙҙәр. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.

Башҡорт халыҡ йырҙары. (1 сәғәт)

Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.

Хеҙмәт төбө- хөрмәт (13 сәғәт)

Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. Ф. Туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау. Д. Бүләков. Яралы китап. З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. Кәрим. Дан кәпәс түгел. Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ, парлы һүҙ. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу. Төп башҡорт һүҙҙәре. Үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Әсә- донъяла иң изге йән. (6 сәғәт)

Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.

К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле. Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Үҙләштерелгән һүҙҙәр. Һүҙлек эше башҡарыу, тәржемә итеп ҡарау.

Башҡорт һәм рус телдәрендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.

Яҙ килә (6 сәғәт)

Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.

Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры.Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә. «Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Антоним. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр.

Башҡорт телендә фразеологик берәмектәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Миҙгелдәр(2 сәғәт)

Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.

Балалар тормошона ҡағылған әҫәрҙәр. (2 сәғәт)

Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт. М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.

Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.

Еңеү көнө (3сәғәт)

А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.

Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.Ҡыҫҡартыу юлы менән яһалған һүҙҙәр. Ҡабатлау юлы менән яһалған һүҙҙәр. Практик күнегеүҙәр. Предмет- ара бәйләнеш.

Тәбиғәт (2 сәғәт)

Р. Назаров. Тракторсы йыры. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?

Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү. Башҡорт телендә в хәрефенең уы өнөн белдереүе.

Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.

VI класс

Йырым минең- Башҡортостан. З. Биишева. ”Башҡортостан”. Р. Ғарипов. “Дан һиңә, Дан Башҡортостан”. С. Ярмуллин. “Башҡорт аты”. Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалары тураһында төшөнсә биреү.

Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер. Ә. Усманов “ Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте”(өҙөк). “Ҡолой кантон” (Башҡорт халыҡ йыры). Ғ. Хөсәйенов. “Рудасы Исмәғил Тасим улы“(повестан өҙөктәр). Һүҙ төркөмдәре турһында төшөнсә.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем.

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап . Башҡорт ихтилалдары. Башҡорт халыҡ йыры «Салауат». М. Иҙелбаев. Хушлашыу. Р. Бикбаев. Салауат ҡылысы. С. Злобин. Салауат Юлаев. Ғ. Ибраһимов. Кинйә.

Төньяҡ Амурҙары . “Рус- француз һуғышы бәйете”.Һүрәтләү саралары. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре. Бәйет тураһында төшөнсә.

Башҡорт автономияһы өсөн көрәш. Әхмәтзәки Вәлиди Туған. “Башҡорт ҡоролтайы”. Ш. Бабич. “Башҡорт халҡына көйлө хитап“(өҙөктәр). Р. Солтангәрәев. “Осто бөркөт”. Хитап тураһында төшөнсә. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Дәрәжә формаларының яһалышы.

Уралып ятҡан уралтау. Башҡорт халыҡ йыры “ Урал”. Б. Бикбай. “Урал”. “Уралтау”. Исем сифат.Исем буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатла, дөйөмләштереү.

Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә. Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Р. Бикбаев.” Һыуһаным һыуҙар бирегеҙ”. Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Дим буйы». «Ағиҙел менән Яйыҡ» риүәйәте. Риүәйәт тураһында төшөнсә. Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар.

Тау башында балҡый бер ҡала. Р.Янбулатова “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А. Камалов. “Боронғо башҡорт ҡалалары”. Минең тыуған ҡалам.

Башҡорт йолалары. А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? “Т. Ҡарамышева.” Кәкүк сәйе”. Башҡорт йолалары тураһында белешмә. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.

Башҡорт аштары. Ҡ. Даян. “Башҡорт ҡымыҙы”. М. Өмөтбаев.” Башҡорт ҡорото”. Н. Сафин. “Бишбармаҡ”. Башҡорт халҡының милли аштары тураһында белешмә. Сифаттарҙың үҙгәреше.Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау.Хат яҙырға өйрәтеү.

Әсәм теле - сәсән теле . Башҡорт теле(белешмә). З. Биишева. “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте «Яҡшы һүҙ- йән аҙығы». Ә. Вахитов.” Һүҙ хаҡында баллада.” Р. Назаров. “Япраҡ”. Алмаш.Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу.

Башҡорттар китте һуғышҡа. Я. Хамматов.” Башҡорттар китте һуғышҡа…” Ҡ. Даян. “Шайморатов генерал” (йыр). Ж. Кейекбаев. “Зөбәй Үтәғолов”. Ә. Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”(өҙөк). Ә. Бикчәнтәев. “Нисә йәш һиңә комиссар?”. Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнә үҙенсәлектәрее, төркөмсәлере, телмәрҙә ҡулланыу.

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады. Башҡорт йырҙары тарихы.Башҡорт халыҡ йырҙары. М. Кәрим. “Азамат”. Ғ. Амантай.” Күгәрсен йыры”. Көләмәстәр. Т. Йәнәби.” Һылыу ҡоштар”. Һандар. Фонетик күнегеүҙәр. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың яҙылышы. Цифрҙар менән яҙылған һандарҙы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен үткәреү.

Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ. Башҡорт әҙәбиәте. Љ. Ѓәли. Йософ ҡиссаһы. Љармасан менән Сәрмәсән. С. Юлаев. Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып. М. Акмулла. Нәсихәттәр.

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары. Халыҡ шағирҙарының тормош юлы менән танышыу, ижадтарына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһау, уларҙың башҡорт әҙәбиәте тарихында урыны тураһында фекер алышыу. Биография һәм автобиография тураһында төшөнсә биреү. Р. Ниғмәти.” Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”. З. Биишева. “Кәмһетелгәндәр “(өҙөк). Р. Ғарипов.” Аманат”. Н. Мусин. “Күҙ йәше”.Р. Бикбаев. “Халҡыма хат”. Ә. Атнабаев.” Салауат менән һөйләшеү”.

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ. Ҡ. Аралбай. “Дуҫлыҡ һәйкәле”. М. Кәрим. “Беҙҙең өйҙөң йәме”. Ҡунаҡ килде. А. Кузнецов. “Салауаттан һорау алыу”. Картина менән эш. Әҙәбиәт теорияһы буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Тел буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

VII класс

Берҙәмлектә – көс . Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ғ. Дәүләди. Ҡоролтайға барам. И. Бураҡаев. Башҡорт көсө. Ғ. Хөсәйенов. Ете ырыу. Ҡылым.

Батырҙар . Ғ. Хөсәйенов. Алдар батыр ҡиссаһы.Тарихи хикәйә тураһында. Үҙаллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Б. Рафиҡовтың тормош юлы һәм ижады. “Эйәрләнгән ат”. Тарихи фараз тураһында. Ҡылым һөйкәлеше. Хәбәр һөйкәлеше. «Ерәнсә сәсән» әкиәте.

Төньяҡ амурҙары. Я. Хамматовтың тормош юлы һәм ижады. «Төньяҡ амурҙары» романы. Ҡылым һөйкәлеше. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының хәҙерге заманы. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының киләсәк заманы. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Халыҡ ижады. Халыҡ ижады тураһында. Тарихи йырҙар. «Урал». «Эскадрон». Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында йырҙар. Салауат Юлаев образы әҙәбиәттә. «Икенсе әрме» риүәйәте. «Любизар». «Ҡаһым түрә». Буранбай риүәйәте. Ҡасҡындар тураһында йырҙар. «Буранбай». Бейеш риүәйәте. «Бейеш» йыры.

Кантон башлыҡтары тураһында йырҙар. «Ҡолой кантон». «Абдулла Ахун». «Тәфтиләү». Ҡатын- ҡыҙ яҙмышы тураһында йырҙар. «Зөлхизә» . «Ғилмияза». Таштуғай риүәйәте. Йырҙар тураһында. Риүәйәттәр һәм легендалар тураһында. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. Башҡорттарҙың милли музыка ҡоралы – ҡурай. Ҡурай. Сеңләүҙәр. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары. Х. Әхмәтовтың тормошо һәм ижады.

Салауат Юлаев . С. Юлаевтың тормош юлы һәм ижады. Ҡылым төркөмсәләре. «Тыуған илем». Исем ҡылым. Исем ҡылымдың яһалышы. «Уралым». Сифат ҡылым. «Егеткә». Хәҙерге заман сифат ҡылым. Киләсәк заман сифат ҡылым. Метафора тураһында төшөнсә. В.Зефиров. Йәнтүрә хикәйәһе. Уртаҡ ҡылым.

Мифтахетдин Аҡмулла. М. Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады. М. Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары. М. Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» «Нәфсе». « Аттың ниһен маҡтайһың?» Хәл ҡылым. Хәл ҡылымдың беренсе төрө. Кластан тыш уҡыу. В.Морозов. Башҡорттар араһында. Хәл ҡылымдың икенсе төрө. Хәл ҡылымдың өсөнсө төрө.

Мәжит Ғафури. М. Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады. М. Ғафури. «Үҙем һәм халҡым». «Гөлдәр баҡсаһында». «Ҡылым төркөмсәләре» темаһын ҡабатлау.

Шәйехзада Бабич. Ш. Бабичтың томош юлы һәм ижады. Ш. Бабич. «Салауат батыр». «Зәки – Башҡортостан терәге». «Ҡурайҡайға». Ш. Бабич шиғырҙары тураһында. Рәүеш. Рәүештәрҙең белдергән мәғәнәһе. Рәүеш төркөмсәләре.

Дауыт Юлтый. Д. Юлтыйҙың тормош юлы һәм ижады. Д. Юлтый. «Тимеркәй фәлсәфәһе». Рәүеш. Рәүеш дәрәжәләре. Рәүештәрҙең яһалышы. Ҡ. Дәүләткилдеевтың томош юлы һәм ижады.

Һәҙиә Дәүләтшина. Һ. Дәүләтшинаның тормошо һәм ижады. Һ. Дәүләтшина. «Айбикә» повесы.

Рәшит Ниғмәти. Р. Ниғмәтиҙең тормошо һәм ижады. Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары. Теркәүестәр. Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Мостай Кәрим. М. Кәримдең тормош юлы һәм ижады. М. Кәрим. «Айгөл иле» драмаһы. Бәйләүестәр. Бәйләүестәрҙең бүленеше. Киҫәксәләр. Киҫәксәләрҙең бүленеше.

Рамазан Өмөтбаев. Рамазан Өмөтбаевтың тормош юлы һәм ижады. «Атлы башҡорт» повесы. Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.

VIII класс

Ҡобайырҙар – 6 сәғәт.

Ә. Моратов. «Башҡортлоҡ». Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Р. Бикбаев. «Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!» Һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы.Ҡобайырҙар. «Ай Уралым, Уралым» ҡобайыры.«Боронғоларҙан аманат», «Ир даны – ил даны» ,«Салауат батыр» ҡобайырҙары. «Бейек тауҙың үлгәне», «Ил тигәндең кеме юҡ» ҡобайырҙары.

Әйтештәр – 1 сәғәт.

«Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше».

Ш. Әминев-Тамъяни - 2 сәғәт.

Ш. Әминев-Тамъяни ижады. Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре.

Мөхәммәт пәйғәмбәр – 3 сәғәт.

Мөхәммәт пәйғәмбәр. «Ҡөрьән» китабы. Хәҙистәр. Ҡөрьән сүрәләре. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

Б. Бикбай - 6 сәғәт.

Б. Бикбай. «Ер». Б. Бикбай. «Ҡаһым түрә». Драма тураһында төшөнсә.Тултырыусы. Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар.

Ғәлимов С. – 5 сәғәт.

Ғәлимов С. Тормошо һәм ижады. «Шоңҡар».Хәлдәр. Рәүеш хәле. Урын хәле.

З. Биишева – 5 сәғәт.

З. Биишева. Тормошо һәм ижады. «Һөнәрсе менән Өйрәнсек». Күләм-дәрәжә хәле. Шарт хәле. Кире хәл.Ябай һөйләмгә синтаксик анализ.

М. Кәрим – 5 сәғәт.

М. Кәрим. Тормошо һәм ижады. «Үлмәҫбай».Лиро-эпик поэмаларҙың үҙенсәлектәре. М. Кәрим шиғырҙары.

Н. Мусин – 7 сәғәт.

Н. Мусин. Тормошо һәм ижады. «Йыртҡыс тиреһе».Тиң киҫәкле һөйләмдәр.Ике составлы һөйләмдәр. Билдәле эйәле, билдәһеҙ эйәле, эйәһеҙ һөйләм.Атама һөйләмдәр. Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

Р. Ғарипов - 3 сәғәт.

Р. Ғарипов. Тормошо һәм ижады. «Урал йөрәге».Р. Ғарипов.«Аманат». «Уйҙарым». Аныҡлаусыларҙың, өҫтәлмәлектәрҙең һәм хәл әйтемдәренен айырымланыуы.

Ғ. Хөсәйенов – 2 сәғәт.

Ғ. Хөсәйенов. Тормошо һәм ижады. «Һуңғы тарпан».

Р. Бикбаев – 3 сәғәт.

Р. Бикбаев. Тормошо һәм ижады.Р. Бикбаев ижады.Өндәш һүҙҙәр.

Т. Ғиниәтуллин - 4 сәғәт.

Т. Ғиниәтуллин. Тормошо һәм ижады. «Мәтрүшкә еҫе». «Әсә һәм бала».

Н. Нәжми – 2 сәғәт.

Н. Нәжми. Тормошо һәм ижады. «Башҡортостан».«Аҡ шишмә».Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр.

Ҡ. Аралбай – 3 сәғәт.

Ҡ. Аралбай. Тормошо һәм ижады. «Беҙ – кеше».Тура һәм ситләтелгән телмәр.Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Ф. Туғыҙбаева - 1 сәғәт.

Ф. Туғыҙбаева. Тормошо һәм ижады.

Ә. Әминев – 4 сәғәт.

Ә. Әминев. Тормошо һәм ижады. «Ҡытайгород».

Р. Камал – 2 сәғәт.

Р. Камал. Тормошо һәм ижады. «Таня – Таңһылыу».

Х. Назар – 3 сәғәт.

Х. Назар. Тормошо һәм ижады. «Башҡортостан – минең баш йортом».

IХ класс

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар – 10 сәғәт

Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә биреү, һөйләм төрҙәрен, тыныш билдәләрен үҙләштереү.

Сәсәндәр ижады – 2 сәғәт

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.

Шәжәрәләр – 6 сәғәт.

Шәжәрә тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе. Баш һәм эйәрсән һөйләм.

Салауат Юлаев – 10 сәғәт.

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Аҡмулла – 12 сәғәт.

Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Өмөтбаев – 5 сәғәт.

М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Сафуан Яҡшығолов – 4 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Мәжит Ғафури – 15 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш. Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.

Ш.Бабич – 12 сәғәт.

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу. Уҡылған әҫәрҙең темаһын билдәләү, образдарға хас сифаттарҙы аса белеү,текста ҡулланылған Һүрәтләү сараларының функцияларын төшөнөү.


VII тематик план Календарь-тематик планлаштырыу


Бүлек атамаһы

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

Көҙ. (сәғәт)

Тасуириуҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу, 4-се класта үткәндәрҙе системалаштырыу


Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телде белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә. Р.Ғариповтың ижадын һәм тормош юлын белеү. Шиғырҙың яҙылыу тарихын белеү. Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырын Б.Бикбайҙың “Туған тел” шиғыры менән сағыштырыу.

Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү. Хеҙмәттең кешегә бәхет, шатлыҡ килтереүен аңлатыу. Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. Һүҙлек өҫтөндә эш. Әкиәт тураһында төшөнсә биреү. Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһен аңлатыу. Һөнәр, хеҙмәт, белем алыу, тырышлыҡ тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр менән танышыу.

Башҡортостанда, тыуған төйәктә көҙгө тәбиғәт, ундағы буяуҙар байлығы, көҙгө муллыҡ, балаларҙың, ололарҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр менән танышыу. Һүҙҙәрҙең әйтелешен тыңлау, сағыштырыу, һығымта яһау, дөрөҫ яҙыу. Һүҙҙәрҙең моделен төҙөү. Һүҙҙәргә дөрөҫ ялғау ҡушыу. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең төп законға буйһонмауын күҙәтеү.

Шиғырға тулы анализ.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Башҡортостанда, тыуған төйәктә йәйге һәм көҙгө тәбиғәт, ундағы буяуҙар байлығы, йәйге һәм көҙгө муллыҡ, балаларҙың, ололарҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр менән танышыу.

Тартынҡы өндәрҙе сағыштырыу, анализлау, төркөмләү. Хәрефтәрҙе белдергән өндәренең үҙенсәлектәренә ярашлы рәүештә таблицала урынлаштырыу.

Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү,һөйләү күнекмәләре үткәреү. Тәбиғәткә,ҡоштарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыуДуҫлыҡ темаһының сағылышын ҡарау.

Синонимдар тураһында төшөнсә биреү, телмәрҙә уның роле. Тыуған ил матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уны һаҡлау,яҡлау,илһөйәрлек тәрбиәһе биреү.

Р.Ниғмәти ижады менән танышыу. Лирик герой образын танырға өйрәтеү. Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, белем алыуҙың әһәмиәтен һәм кәрәклеген аңлатыу

Антонимдар тураһында төшөнсә биреү, телмәрҙә уның роле


Тексты аңлап ҡабул итеү, грамматик эште дөрөҫ үтәү. Үтелгән дәрестәрҙә өйрәнгән ҡағиҙәләрҙе практик ҡулланыу һәләтлеген тикшереү.

Яратҡан дуҫ тураһында Минең дуҫым тигән темаға хикәйә яҙырға өйрәнеү . Хатаны аңлау һәм ҡағиҙәне әйтә белеү һәм төҙәтеү.

Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Хикәйәне мәғәнәүи өлөштәргә бүлеп,план төҙөү һәм һөйләү, һорауҙарға яуап бирә белеү.

Шиғыр һыҙмаһы менән танышыу. Ритм, рифмалы һүҙҙәрҙе күҙәтеү, фекер алышыу. Бирелгән рифмалы һүҙҙәр менән шиғыр ижад итеп ҡарау. Шиғырҙы дөрөҫ итеп күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү.Омонимдар тураһында төшөнсә биреү, телмәрҙә уның роле.

Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.


Ябыҡ һәм асыҡ ижектәр өҫтөндә эш.

С.Әлибаевтың Ҡышшиғыры нигеҙендә һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү.

Күсерелә торған урындарҙа ҡыҙыҡсалар ҡуйып яҙырға өйрәтеү.

Һүҙҙәргә баҫым ҡуйырға өйрәтеү, башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге айырманы асыҡлау.

Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тәбиғәт темаһының сағылышын ҡарау.

Һүҙҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға дөрөҫ күсереү күнекмәһе алыу.

Башҡорт халыҡ ижады төшөнсәһен үҙләштереү. Башҡорт халыҡ ижады жанр төрлөлөгө менән таныштырыу. Конспект яҙырға өйрәнеү. Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Әкиәттең идеяһын асыҡлау. Батырлыҡ төшөнсәһен тәрәнәйтеү. Цитаталы план төҙөү. Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһен аңлатыу. Аҡъял батыр образында ир-егеттәргә хас ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ғәҙеллек сифаттарының бирелешен күҙәтеү.

Әкиәттәрҙең художестволы үҙенсәлектәрен анализлау. Әкиәттәрҙә күп ҡулланылған өлөштәрҙе, һүҙҙәрҙе табыу. Рус һәм башҡорт телдәрендәге әкиәттәрҙе, оҡшаш образдарҙы сағыштырыу. Әкиәт яҙып ҡарау.


һүҙ тамыры һәм ялғауы тураһында төшөнсә алыу, уны схемала тейешле тамғалар менән билдәләү. Башҡорт телендә һүҙҙең тамыры һүҙ башында булыуын, үҙгәрмәүен күҙәтеү. Тамырҙы билдәләү буйынса күнегеүҙәр эшләү. Тамырҙаш һүҙҙәр табыу һәм яһау күнекмәһе алыу.

Тексты аңлап ҡабул итеү,грамматик эште дөрөҫ үтәү.

Йомаҡ жанрына билдәләмә бирергә өйрәнеү

Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар.Күҙәтеүҙәр нигеҙендә ялғауҙар тураһында һығымта яһау. Башҡорт телендә бөтә ялғауҙарҙың сингармонизм законына ярашлы рәүештә ҡушылып килеүен ғәмәли үҙләштереү. һүҙ яһаусы һәм үҙгәр- теүсе ялғауҙарҙы айырыу, уларҙы схемала күрһәтеү, ҡушып яҙыу. Тамырҙаш һүҙҙәр төҙөргә өйрәнеү.

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

Әҫәрҙә хеҙмәт һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау,файҙалы кеше булыу мәсьәләһенең ҡуйылышын күҙәтеү.

Хеҙмәттең роле тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, мәҡәлдәр өйрәнеү, үҙ фекереңде әйтергә өйрәнеү.


Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәрең менән һөйләй белеү. Хикәйәнең йәкмәткеһен үҙләштереү. Унда һөнәр һайлау темаһының сағылышын ҡарау.

Геройҙарҙы ҡылыҡһырлаған һүҙҙәрҙе текстан табырға өйрәнеү.Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау.

Һүҙ составы. Тамыр һәм ялғау.

Динис Бүләковтың тормош юлын һәм ижады менән танышыу. Әҫәрҙәң идея-тематик йөкмәткеһен билдәләү.Китапҡа ҡарата ихтирам тәрбиәләү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу. Һуғыш ветерандарына ҡарата ихтирам тәрбиәләү. Ватансылыҡ, ил һаҡлау мәсьәләләре .

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү . Һүҙлек өҫтөндә эш.

Изложениены анализлау, ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү.Текстың төп фекерен билдәләү. Иҫтә ҡалған текстың йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле һөйләү һәм үҙ һүҙҙәрең менән яҙыу. План төҙөү күнекмәһе алыу. Үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эштәрен тикшерергә һәм баһа бирергә өйрәнеү.


Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.


Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнеү.


Бөйөк Ватан һуғышының алып килгән бәхетһеҙлектәрен, фажиғәләрен аңларға Һуғыш ветерандарына хөрмәт тәрбиәләү.



Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айырыу, уларҙы схемала күрһәтеү, ҡушып яҙыу.


Күҙәтеүҙәр нигеҙендә ҡушма һүҙҙәр тураһында төшөнсә алыу, һығымта яһау, дөрөҫ яҙылышы буйынса ҡағиҙә сығарыу. Уларҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. Ҡушма һүҙҙәрҙә нәҙек (ь) һәм ҡалын айырыу (ъ) билдәләренең яҙылышын күҙәтеү, һығымта яһау, һүҙҙәрҙең яҙылышын иҫтә ҡалдырыу. Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәрҙе күҙәтеү һәм уларҙы дөрөҫ яҙырға өйрәнеү. Ҡабатлау йәки ишләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.


Әҫәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Икмәкте ҡәҙерләргә өйрәтеү.


Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Әсәй- һине донъяға тыуҙырған,һөйөп,яратып тәрбиәләгән иң яҡын кешең икәнен һәм уның кәңәштәрен, теләктәрен тыңлау, үтәү-баланың изге бурысы булыуын төшөндөрөү.


Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Әҫәрҙә әсә һәм ул образының бирелешен асыҡлау. Тәржемә эше үткәреү.


Рус һәм башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙең ҡулланылышын күҙәтеү. Уларҙың ҡулланылышы, үҙенсәлектәре тураһында фекер алышыу. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәнеү. Һүҙҙәрҙең моделдәрен төҙөү. Баҫым ҡуйылышын сағыштырыу, һығымта яһау. Календарь, токарь, слесарь, лагерь кеүек нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙар яҙылышын күҙәтеү.

Яҙ. (сәғәт)



Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү.



Үҙ фекерҙәрен аныҡ әйтергә, ышаныслы итеп нигеҙләргә өйрәтеү. Хикәйәләрҙә мөһим төшөнсәләрҙе айыра белеп, анализлап, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү.



Тексты аңлап ҡабул итеү, грамматик эште дөрөҫ үтәү.


Йәнләндереү тураһында төшөнсә биреү


Хайуандар тураһында әкиәттәр менән танышыу, яуызлыҡты яҡшылыҡ менән айырырға өйрәнеү.


Төшөнсә биреү, миҫалдар менән иҫбатлау. Телдең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү, йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү.


Яҙ тураһында алынған белемдәрҙе системалаш-тырып, план буйынса инша яҙырға өйрәнеү Иншаның тулы - булыуына,теманың эҙмә - эҙлекле асылыуына һәм һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү.



Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу.


Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү,. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу.


Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.


Еңеү көнө, Бөйөк Ватан һуғышы,хал

ҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмә. Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп өйрәнеү.


Тексты аңлап ҡабул итеү,грамматик эште дөрөҫ үтәү.

Йәй - сәғәт



Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәрең менән һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек эше башҡарыу. Рус телендәге мәҫәлдәр менән сағыштырырға,оҡшаш һәм айырым яҡтарын табырға


Үтелгәндәрҙе ҡабатлау йомғаҡлау дәресе.




Календарь-тематик планлаштырыу



VIII. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу-уҡытыу методик, материаль-техник ҡулланмалар исемлеге


Уҡытыусының уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

1.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012.

2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәренең 6-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Вилданов Ә.Х., Хажин В.И. – Өфө: Китап, 2012 й. – 396 бит.

3. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап,2010.

4. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. -Өфө: Китап, 2011.

5. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.– Өфө: Китап, 2009.


Уҡыусылар өсөн уҡыу-уҡытыу методик комплекты:


1.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012.

2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәренең 6-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Вилданов Ә.Х., Хажин В.И. – Өфө: Китап, 2012 й. – 396 бит.

3. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап,2010.

4. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. -Өфө: Китап, 2011.

5. Башҡорт телеһәм әҙәбиәте.Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.– Өфө: Китап, 2009.



Эффектив рәүештә ҡулланылған материаль-техник ҡулланмаларға түбәндәгеләр инә:

  1. ноутбук,

  2. проектор,

  3. интерактив таҡта

  4. мультимедиялы проектор

  5. сканер, лазерлы принтер


Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:

  • демонстратив планда;

  • индивидуаль рәүештә ҡулланырға (компьютер кабинетында тест эшләү һ.б.);

  • интерактив таҡтаны файҙаланыу (күнегеүҙәр эшләү).



электрон дәреслектәр

Учебник башкирского языка. 5-9 классы.

онлайн дәреслектәр

Башкирский Язык. Хисамитдинова Ф.Г.

Грамматика башкирского языка. Усманова М.Г.

электрон һүҙлектәр

  • Русса-башҡортса һүҙлек. (УраксинЗ.Г. Русско-башкирский словарь” китабы буйынса төҙөлгән).

  • Русско-башкирский онлайн-словарь. http:// www.huzlek.bashqort.com


Өҫтәлмә әҙәбиәт


1. Аҙнағолов. Р.Ғ.һ.б. Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2010

2. Усманова М.Г. Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. – Уфа: Китап, 2011. – 240 с.


3.Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн - Өфө: Китап, 2010.

4. Ғәбитова З. М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

5. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2010.

6.Әүбәкирова З. Ф., Әүбәкирова Х. E., Дилмөхәмәтов М. И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

7. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

8 Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

9. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

10. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11.Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө, 2006.

12.Усманова М. Ғ. Башҡортса русса – синонимдар һүҙлеге. - Өфө : Китап, 2010.

13.Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З. Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005.

14.Башкирский детский фольклор/Авторы-составители А.М.Сулейманов, И.Г.Галяутдинов. – Уфа: Китап, 2011. – 184 с.

15.Башҡортса-русса синонимдар һүҙлеге./ төҙөүсе М.Ғ.Усманова. – Өфө: Китап, 2010. – 176 бит.

16.Галина Г.С. Башкирская музыка. – Уфа: Китап, 2013. – 120 с.

17.ҒөбәйҙуллинаФ.Х. Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар, пьесалар. – Өфө: Китап, 2011. – 208 бит.

18.Кильдибекова Т.А. и др. Русско-башкирский учебный функционально-ситуативный словарь. – Уфа: Китап, 2010. – 212 с.

19.Күңелле минуттар. Физкультура минуттары өсөн шиғырҙар/ Автор-төҙөүселәре: М.И.Баһауетдинова, Г.Н.Йәғәфәрова. 2-се баҫма. – Өфө: Китап, 2010. – 52 бит.

20.Ҡунафин Ғ.С. XIX быуат башҡорт әҙәбиәте. – Өфө: Китап, 2010. – 408 бит.

21.Мәктәп сәхнәһе өсөн пьесалар. – Өфө: Китап, 2010. – 256 бит.

22.Мәктәп сәхнәһе өсөн пьесалар. – Өфө: Китап, 2011. – 180 бит.

23.Опера и балет Башкортостана. Составители Г.Н.Ахмадеева, Р.К.Мухамедзянова. – Уфа: Киап, 2012. – 140 с.

24.Сәлимов М.Ә. Балалар өсөн йырҙар. – Өфө: Китап, 2012. – 52 бит.

25.Сөләймәнов Ә.М., Хөббитдинова Н.Ә. Әҙәби әҫәрҙе тикшереү юлдары. – Өфө: Китап, 2012. – 168 бит.

26.Усманова М.Г. Грамматика башкирского языка для изучающих язык как государственный. – Уфа, Китап: 2012. – 168 с.



Интернет-ресурстар:













Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 30.10.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров185
Номер материала ДБ-300375
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх