Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку и литературе
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе

библиотека
материалов


АҢЛАТМА ЯҘЫУ

8-се класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәт программаһы (2008) нигеҙендә, шулай уҡ:

  1. Федераль закон «Об образовании в Российской Федерации» от 29 декабря 2012г. № 273 –Ф3;

  2. Башҡортостан Республикаһы законы «Об образовании в Республике Башкортостан» от 01 июня 2013г. №693-з;

  3. Башҡортостан Республикаһы законы «Закон о языках народов Республики Башкортостан»;

  4. Рәсәй Федерацияһы белем биреү һәм фән министрлығының бойороғо 30.08.2013 №1015 «Об утверждении порядка организации и осуществления образовательной деятельности по основным общеобразовательным программам – образовательным программам начального общего, основного общего и среднего общего образования»;

  5. Рәсәй Федерацияһы белем биреү министрлығының бойороғо «Об утверждении федерального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных учреждений Российской Федерации, реализующих программы общего образования» от 09.03.2004 г. № 1312 (с изменениями, внесенными приказами Министерства образования и науки Российской Федерации от 20 августа 2008 г. N 241 и от 30 августа 2010 г. N 889, от 03.06.2011г. №1994);

  6. Башҡортостан Республикаһы белем биреү министрлығының бойороғо«О рекомендуемых базисном учебном плане и примерных учебных планах для общеобразовательных организаций Республики Башкортостан на 2015-2016 учебный год» от 29.04.2015 № 905;

  7. Рәсәйҙең белем биреү һәм фән министрлығының бойороғо 31.03.2014й. № 253 «Об утверждении федерального перечня учебников, рекомендуемых к использованию при реализации имеющих государственную аккредитацию образовательных программ начального общего, основного общего, среднего общего образования»; 

  8. Рәсәй Федерацияһының баш Дәүләт санитар врачы ҡарары «Об утверждении СанПиН 2.4.2.2821-10 «Санитарно-эпидемиологические требования к условиям и организации обучения в общеобразовательных учреждениях» от 29.12.2010 № 189, (зарегистрировано в Минюсте Российской Федерации 03.03.2011 № 19993);

  9. Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының 2015-2016 уҡыу йылына йыллыҡ календарь уҡыу графигы;

  10. Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Уставы ;

  11. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә. Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслегенә тура килтереп төҙөлдө.

Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа “Башҡорт теле” предметтың универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтенән өйрәнеүгә нигеҙбулып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Туған тел баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

Эш программаһы стандарттың йөкмәткеһен аса, деталләштерә.

Эш программаһының реализация срогы - 1 йыл (2015-2016) уҡыу йылы.

Эш программаһы 8 бүлектән тора:

  1. Аңлатма яҙыу;

  2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика;

  3. Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны;

  4. Уҡыу предметын үҙләшереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре;

  5. Уҡыу предметының йөкмәткеһе;

  6. Уҡыу процесын уҡыу-уҡытыу методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү;

  7. Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

  8. Ҡушымта

УҠЫУ ПРЕДМЕТЫНА ДӨЙӨМ ХАРАКТЕРИСТИКА.

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтағы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтен туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған быуын үҫә, ә былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра.

1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, тыуған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен өйрәнә алһын өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында » законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Концепцияла әйтелә: « Ҡайһы ғына проблеманы алма:

Уҡытыусылар әҙерләүеме, программалар һәм дәреслектәр яҙыуымы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүеме- барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк». Былар түбәндәгеләр:

  1. башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар;

  2. башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар;

  3. башҡорт телен белмәгән башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

Был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәпәтрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

  2. Башҡорт теле- балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙвң тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

  3. Башҡорт телен туған теленә таянып өйрәнеү.

  4. Башҡорт телен тик телмәр һәм аралашыу, фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан күп кенә рус мәктәптәрендә, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында быға тиклем татарса уҡытып килгән мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу индерелде. Ата-әсәләр ҙә үҙ балаларының туған телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү зарурлығы менән ҡыҙыҡһына башланы.

Мәктәптә башҡорт теленә өйрәтеү «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI синыфтары өсөн башҡорт теле программа» һына нигеҙләнеп төҙөлә.

УҠЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ УҠЫУ ПЛАНЫНДАҒЫ УРЫНЫ

Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учрежденияһында 8-се класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (35 аҙнаÍ 2 ) , шул иҫәптән контроль эштәр өсөн 4 сәғәт. 1 семестрҙа 17 аҙна; 2 семестрҙа- 10 аҙна; 3 семестрҙа- 8 аҙна.

УҠЫУ ПРЕДМЕТЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘЕҢ ШӘХСӘН, МЕТАПРЕДМЕТ, ПРЕДМЕТ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  1. Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли - мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен уның мәктәптә белем алыу процесындағы әхәмиәтен билдәләү;

  2. Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; телгә ҡарата ихтирам уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

  3. Аралашыу процесында кәрәклек һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып;

  1. Телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү :

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәлрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

  • төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу;

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән коммпакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды ситемаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәтең эҙмә-эҙлелеге өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү:

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннонация) һөйләй алыу;

  • төрлө стилдә һәм жанрҙа адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

  • төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикетты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог - аралашыуға өндәү, диалог- фекер алышыу һ.б. ; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

  • ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

  • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

  • үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

  1. алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе прдмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

  2. аралашыу процесында тирә- яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

  1. телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәттең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

  2. гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

  3. туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

  4. тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре,хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

  5. башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

  6. телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

  7. һүҙгә төрлө төрҙәрен(фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сыҡып, күп аспектлы анализ яһау;

  8. тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәреңдә ҡулланыу;

  9. туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.


УҠЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Мәктәп – белем шишмәһе 3 сәғәт

Морфология буйынса үтелгәндрҙе ҡабатлау.

Ябай һөйләм синтаксисы 3 сәғәт

Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Һүҙбәйләнештәр, уларҙың яһалышы һәм төҙөлөшө. Ҡушма һүҙ һәм һүҙбәйләнеш, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы.

Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы 1 сәғәт

«Ике сәсән», «Сура батыр» ҡобайырҙарының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарын асыу.

Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле 7 с.

Р. Ханнановтың “Икмәк ҡәҙере” әҫәре менән танышыу. Әҫәрҙә көҙгө ураҡ, игенсе хеҙмәтенең һүрәтләнеше. Хәким ағай һөйләгән ваҡиғаныңтәһәмиәте.

Р. Өмөтбаевтың ижады. Уның «Әмир баҫыуы» әҫәрен өйрәнеү.Һуғыш йылдарында ябай халыҡтың фиҙакәр хеҙмәте. Тыл менән фронттың берҙәмлеге. Бригадир Әмирҙең кешелеклеге, НКВД кешеләренең ҡанһыҙлығы.

Башҡортостан - алтын бишек 4 с.

А.Игебаевтың «Башҡортостан-илгенәм» һәм «Башҡортостан» шиғырҙарын өйрәнеү.

Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар.Тиң аныҡлаусыларҙың предметтарҙы, заттарҙы бер яҡтан ғына асыҡлауы. Тиң булмаған предметтарҙы, заттарҙы төрлө яҡтан

асыҡлауы.

Өҫтәлмәлектәр, уларҙың үҙенсәлектәре.Эйәреүсе киҫәктән һуң килеп, уның мәғәнәһенә өҫтәмә аныҡлыҡ биреүе.

Н.Нәжмиҙең «Өфө йүкәләре» йырының тексын үҙләштереү.

Тултырыусылар, уларҙың ҡылым менән белдерелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы, исем һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килеүе. Тултырыусыларҙың үҙе эйәргән һүҙгә килеш ялғауҙары, тултырыусылар.

Салауат батыр ир ине. 7 с.

Салауат батыр” ҡобайырын өйрәнеү. Илен, халҡын һөйөүсе, ирек өсөг көрәшеүсе Салауат образы.

Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре. Рәүеш хәле. Урын хәле. Ваҡыт хәле. Уларҙың телмәрҙәге роле.

Ҡыш 8 сәғәт

Ш.Бабичтың ижады. «Ҡышҡы юлда». М.Ғәйфуллинаның «Ҡыш моңдары» шиғырҙары. Шиғырҙарында ҡышҡы тәбиғәттең һүрәтләнеше. Шиғырҙарҙы тасуири уҡып, ҡышты тасуирлау алымдарын асыҡлау.

Б.Рафиҡов «Бүреләр» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Бер ғаиләнең тормошо аша һуғыш йылындағы аслыҡ, ауыр тормоштоң һүрәтләнеше. Образдарға характеристика.

Күләм-дәрәжә хәле.

И.Теләүембатов «Маралым таңы». Әҫәрҙә тәбиғәт, кейектәрҙең һүрәтләнеше.Кешеләрҙең тәбиғәткә мөнәсәбәте.

Шарт хәле. Кире хәл. Хәлдәрҙең мәғәнәләре, үҙҙәрк эйәргән һүҙҙәргә бәйләнеү саралары, бирелеше. Башҡорт телендәге хәлдәрҙе рус телендәге хәлдәр менән сағыштырыу, уларҙың оҡшашлығы һәм үҙенсәлектәре.

Данлы йылдар, шанлы йылдар 9 с.

М.Кәрим ижады. «Үлмәҫбай» поэмаһы (өҙөк). Поэманың идея-тематик йөкмәткеһе.Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Үлмәҫбай, Теребай образдарында башҡорт яуғирҙарының батырлыҡ сифаттарының һүрәтләнеше.

Ябай һөйләм синтаксисы. Синтаксик анализ яһау күнекмәләре.

Тиң киҫәктәр тураһында төшөнсә, уларҙың һөйләмдә бер үк һүҙгә ҡарауы, бер һорауға яуап биреүе. Һөйләмдең бөтә киҫәктәренең дә тиң була алыуы, уларҙың ябай һәм тарҡау төрҙәре. Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара теркәүесле һәм теркәүесһеҙ бәйләнеүе. Тиң киҫәктәрҙе бәйләүсе теркәүестәр йыйыу теркәүестәре, ҡаршы ҡуйыу теркә-естәре, бүлеү теркәүестәре. Тиң киҫәктәр эргәһендәтыныш билдәләре, дөйөмләштереүсе һүҙҙәр. Уларҙың тиң киҫәктәрҙе алмаштыра алыуы, тиң киҫәктәрҙән алда ла, һуң да килеүе, шуға бәйле тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Әсәйем - күңел ҡояшым 9с.

Т. Ғиниәтуллин ижады. “Әсә һәм бала” әҫәрендә әсә һәм бала образдары, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренең сағылышы. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Билдәле эйәле һөйләм. Билдәһеҙ эйәле һөйләм. Эйәһеҙ һөйләм . Атама һөйләмдәр. Тулы һәм кәм һөйләмдәр.Һөйләм аңлатҡан мәғәнәне тулы асыҡлығы өсөн кәрәк булған киҫәктәрҙең һөйләмдә бирелеүе. Алдағы һөйләмдәрҙән йәки фекер ағышынан аңлашыла торған һүҙҙәрҙең еңел генә төшөп ҡалыу мөмкинселеге. Тулы һәм кәм һөйләмдәрҙең рус телендәге шул төргә ҡараған һөйләмдәр менән сағыштырыу. Ике һәм бер составлы, тулы һәм кәм һөйләмдәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Әҙәп барҙа – иман бар 3 с.

М.Ямалетдиновтың “Иман” хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау.

З.Ғәлимов “Ялан сәскәләре” әҫәрендә ата һәм ул мөнәсәбәте.

Шаулап – гөрләп яҙ килә 4с.

З.Ураксин “Алмағас”, “Сәскә ғүмере” хикәйәләрендә кешенең тәбиғәткә мөнәсәбәте. Әҫәр нигеҙендә балаларҙы матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Ай Уралым, Уралым” 7.

Б.Бикбайҙың “Ер” поэмаһында ер өсөн көрәш проблемалары.

Н.Мусин. “Һуңғы солоҡ” романы. Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп идеяһын, проблемаһын асыҡлау.

Йәй 5 с.

Ш.Янбаевтың “Дегәнәк” хикәйәһендә үҫемлектәрҙең әһәмиәте. Ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ үҫемлектәр тураһында әңгәмә.

Р.Солтангәрәев “Һуңғы һунар” әҫәре. Әҫәрҙә нәфселек һәм намыҫлылыҡ проблемалары.Эт кешенең тоғро дуҫы.Төп геройҙың этенә булған мөнәсәбәте.

Ә. Хәмәтдинова “Йәшел дарыухана”. Әҫәрҙә дарыу үләндәренең әһәмиәте.Уларҙы таныу һәм ҡулланырға өйрәнеү.


УҠЫУ ПРОЦЕСЫН УҠЫУ-УҠЫТЫУ МЕТОДИК ҺӘМ МАТДИ ТЕХНИК ЯҠТАН ТӘЬМИН ИТЕҮ

  1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996Усманова М. Ғ. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  3. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  6. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. - Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.-Өфө: Китап, 2009.

  7. Журналдар: «Ағиҙел», «Аҡбуҙат»,«Аманат», «Башҡортостан уҡытыусыһы».

  8. Усманова М. Ғ., Ғәбитова З.М.- Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се клас уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2009.

  9. Хөснөтдинова Ф.Ә. ,Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.

  10. Әхтәмов М.Х.- Омонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап, 2006.

  11. Әхтәмов М.Х.- Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап,1987

Материал-техник ҡулланмалар

  • телевизор

  • видеомагнитофон

  • компьютер

  • принтер

  • проектор

  • экран

  • DVD

  • Электрон әсбаптар


УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ ӘҘЕРЛЕК КИМӘЛЕНӘ ТАЛАПТАР

  1. Һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм киҫәктәре араһындағы айырманы аңлата белеү.

  2. Төрлө типтағы ябай һөйләмдәр төҙөү күнекмәләрен нығытыу, уларҙы яҙма һәм һөйләү телмәрендә файҙаланыу, дөрөҫ интонация менән уҡыу.

  3. Уҡылған әҫәрҙең темаһын билдәләү, образдарға хас сифаттарҙы аса белеү, текста ҡулланылған һүрәтләү сараларының функцияларын төшөнөү.

  4. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  5. 110-120 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; һорауҙарға яуаптар яҙа белеү, план төҙөү.

  6. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; күберәк үҙ аллы уҡыу.



12



Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 17.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров161
Номер материала ДВ-463009
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх