Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку (2 класс)

Рабочая программа по башкирскому языку (2 класс)

Скачать материал

Башҡорт теленән программа, ΙΙкласс

I. Аңлатма яҙыу

 

Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән  эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары, федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:Мәғариф министрлығының 1089-сы номерлы 5.03.2004 йылғы ”Дәүләт белем биреү стандарттарының федераль компоненттарын раҫлау тураһында ”Законы «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

 

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

1.                  Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.

2.                  Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).

3.                  Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).

 

Маҡсаттар һәм бурыстар.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

1.                   Өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.

2.                  Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

3.                  Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

4.                  Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

5.                  Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

6.                  Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

7.                  Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

8.                  Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

 

ΙΙ класта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың интегратив маҡсатын уҡыусыла элементар коммуникатив компетенция формалаштырыу тәшкил итә.

            Элементар коммуникатив компетенция – уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, ΙΙ класта  башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:

уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;

уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;

уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;

башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.

«Башҡорт теле» предметының эшмәкәрлекле характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе башланғыс класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә.

 

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)

 

                  Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

II. Уҡыу планында предметтың урыны

Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 2 класта 35 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт)

 

    Һылтанма:  эш программаһыММБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол №1 , 29 август 2014 йыл.)

 

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Шәхси  һөҙөмтәләр

                    Башҡорт телен 2 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

 

Метапредмет һөҙөмтәләр

                   уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

 

Предмет һөҙөмтәләре

 башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

   А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

            -уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; 

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

 

Тел компетенцияһы (тел сараларынүҙләштереү).

башҡорттеленеңөндәрендөрөҫәйтеүһәмайырыу; һүҙҙәргәһәмфразаларғадөрөҫбаҫымҡуйыу;

төрлөһөйләмтөрҙәрен интонация менәнуҡыу;

башланғысмәктәпкурсындаөйрәнелгәнуҡыуһәморфографикҡағиҙәләрҙеҡулланыу;

башланғысмәктәпкурсындаөйрәнелгәнлексикберәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалаулексикаһы, телмәрклишелары) һәм грамматик күренештәрҙетаныуһәмтелмәрҙәҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

географикатамаларҙы, билдәлебалаларәҫәрҙәренеңперсонаждарын, популяр әкиәттәрҙеңсюжеттарын, балаларфольклорыныңҙурбулмағанәҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Таныпбелеүсфераһы:

айырымөндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябайһөйләмдәркимәлендәбашҡортһәм рус телдәренеңкүренештәренсағыштырабелеү;

башланғысмәктәптематикаһыкимәлендәөлгөбуйынсакүнегеүҙәрэшләйбелеү;

ҡағиҙәләр, таблицаларҙыҡулланабелеү;

үҙҙеңдебашланғыс класс уҡыусыһыкимәлендәбаһалайбелеү;

В. Дөйөмҡиммәттәргәйүнәлешсфераһында:

башҡорттеленфекер, хис-тойғо, эмоцияларҙыбелдереүсараһыбулараҡҡабулитеү;

балалар фольклоры ярҙамындабашҡортхалҡыныңрухиҡиммәттәренүҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

башҡорттелендәгехис-тойғоһәмэмоцияларҙыбелдереүсесараларҙыүҙләштереү;

балаларәҙәбиәтеүрнәктәременәнтанышҡандаматурлыҡтытанырғаөйрәнеү.

Д. Хеҙмәтсфераһында:

- уҡыупроцесындабилдәләнгәнпланғаярашлыэшләйбелеү.

 

III.Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе.

               Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға , башланғыс класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:

               Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен һәм өндәрен өйрәнеү.

               Танышыу. Һаулыҡ һорашыу.

               Мин һәм минең ғаиләм. Минең яратҡан шөғөлөм. Көн тәртибе. Магазин: кейем-һалым, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек алыу. Яратҡан ризығым. Ғаилә байрамдары: тыуған көн, Яңы йыл. Бүләктәр.

               Минең дуҫтарым. Йорт хайуандары.

Минең мәктәбем. Класс бүлмәһе, уҡыу предметтары, уҡыу әсбаптары. Дәрестәр.

Тирә яҡтағы донъя. Минең йортом/ квартирам/ бүлмәм: бүлмәләр, йыһаздар. Тәбиғәт. Йорт хайуандары һәм ҡырағай хайуандар. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.

Тыуған илем. Башҡортостандың баш ҡалаһы. Әҙәбиперсонаждар. Балалар фольклоры.

 

Коммуникативоҫталыҡтар.

Һөйләүтелмәре

Диалогик форма:

типик ситуацияларҙа диалог алыпбарыу;

һорау-яуапрәүешендәге диалог.

Монологик форма:

- телмәрҙеңтөпкоммуникативтөрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлапаңлау

            - уҡыусыныңуҡытыусыһәмкласташтарыныңтелмәренаңлауы;

өйрәнелгән тел материалынатаяныпэшләнгәнаудиояҙмалағыҙурбулмағантекстарҙыаңлау.

Уҡыу

башҡорттелематериалынатаяныпэшләнгәнҙурбулмағантекстарҙыҡысҡырыпуҡыу;

өйрәнелгәнматериалдыһәмбернисәяңыһүҙҙеүҙэсенәалған тексты эстәнуҡыуһәмаңлау, текстанкәрәклеинформациянытабыу (персонаждарҙыңисемдәре, географикатамаларһ.б.).

Яҙыу

текстанһүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрһәмһөйләмдәрҙекүсерепяҙыуоҫталығы;

Тел сараларыһәмуларҙыҡулланыукүнекмәләре.

Графика, каллиграфия, орфография.

Башҡорттеленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йәҡушымсалары. Өнһәмхәрефтең тап килеүе. Уҡыуҡағиҙәләре. Төпорфографикҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙеңдөрөҫяҙылышы.

Телмәрҙең фонетик яғы.

Башҡорттеленең специфик өндәрендөрөҫәйтеүһәмишетеү. Төпорфоэпикнормалар. Башҡорттелендәбаҫым. Һөйләмдеңинтонационтөрҙәре.

 

IV. Әҙерлек кимәленә талаптар

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; 

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

 

Тел компетенцияһы (тел сараларынүҙләштереү).

башҡорттеленеңөндәрендөрөҫәйтеүһәмайырыу; һүҙҙәргәһәмфразаларғадөрөҫбаҫымҡуйыу;

төрлөһөйләмтөрҙәрен интонация менәнуҡыу;

 

Социомәҙәни компетенция.

географикатамаларҙы, билдәлебалаларәҫәрҙәренеңперсонаждарын, популяр әкиәттәрҙеңсюжеттарын, балаларфольклорыныңҙурбулмағанәҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Таныпбелеүсфераһы:

айырымөндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябайһөйләмдәркимәлендәбашҡортһәм рус телдәренеңкүренештәренсағыштырабелеү;

өлгөбуйынсакүнегеүҙәрэшләйбелеү;

ҡағиҙәләрҡулланабелеү;

үҙҙеңдебашланғыс класс уҡыусыһыкимәлендәбаһалайбелеү;

В. Дөйөмҡиммәттәргәйүнәлешсфераһында:

башҡорттеленфекер, хис-тойғо, эмоцияларҙыбелдереүсараһыбулараҡҡабулитеү;

балалар фольклоры ярҙамындабашҡортхалҡыныңрухиҡиммәттәренүҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

башҡорттелендәгехис-тойғоһәмэмоцияларҙыбелдереүсесараларҙыүҙләштереү;

балаларәҙәбиәтеүрнәктәременәнтанышҡандаматурлыҡтытанырғаөйрәнеү.

Д. Хеҙмәтсфераһында:

уҡыупроцесындабилдәләнгәнпланғаярашлыэшләйбелеү.

 

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында 2 -класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

 

1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

-                   уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

-                   иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);

-                   текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

-                   бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,

-                   һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫҡулланып һөйләү,

-                   диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,

-                   үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,

-                   ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,

-                   башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

-                   тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),

-                   поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,

-                   уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,

-                   текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

-                   хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,

-                   ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,

-                   шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,

-                   бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу

-                   ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу.

Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу.

Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

 

Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

2

30-40

100-120

35-40

 

2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;

2) диктант;

Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Эш төрҙәре

Класс

2

Күсереп яҙыу

2

Һорауҙарға яуаптар яҙыу

-

Диктант

1

Изложение

-

Инша

-

Бөтәһе

3

Методтар:

күҙәтеү;

яуап һайлау;

ҡыҫҡа яуап;

башҡарыу процесын баһалау;

башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

портфолио

 

 

 

 

 

 

 

V. Әҙәбиәт

1.                  Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

2.                  Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

3.                  Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

4.                  Давлетшина М. С. Методика преподавания башкирского языка(1часть)  - Уфа,2010г.

5.                  Давлетшина М. С., Габитова З.М. Методика преподавания башкирского языка (2 часть) - Уфа,2011г.

6.                  Нафикова З.Г., Валеева В.В. Наглядно-дидактическое пособие по усвоению башкирского языка (на баш.яз.) Эдвис, 2008 г.

7.                  Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте.Өфө, 2008.

8.                  Тулумбаев Х. А., Давлетшина М. С. Башкирский язык ( учебник для 1 класса русскоязычных школ) - Уфа, 2011

9.                  Тулумбаев Х. А., Давлетшина М. С. Башкирский язык ( учебник для 2 класса русскоязычных школ) - Уфа, 2012г.

10.              Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

11.              Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

12.              «Аҡбуҙат» журналы.

13.              Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

1-4 –се кластар өсөн электрон дәреслек. Балҡортостан иле.

Күңелле минуттар. М.И. Баһаутдинова. Өфө: Китап, 2003

 

Программа по башкирскому языку для русскоязычных учащихся I - XI классов школ с русским языком обучения. Составители программы: М.Г.Усманова, Х.А.Тулумбаев, М.С.Давлетшина, З.М.Габитова - Ижевск: "Книгоград", 2008.

 

Һүҙлектәр

1. Ураксин З. Г. Русско-башкирский словарь. Уфа, 2005.

2. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско-русский словарь. Санкт- Петербург, 2005 г.

 

Методик ҡулланмалар

 

1.                  Аҙнабаева Ф.Г., Йылҡыбаева Г.Р., Нарынбаева А.З. һ.б. Гөлбостан: Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү өсөн методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2008.

2.                  Азнабаева Ф.Г.. Фаизова М.И.. Русский язык в национальном дошкольном образовательном учреждении. – Уфа:Китап,2010.

3.                  Аслаев Т.Х., Атнағолова С.В. Башланғыс мәктәптә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү  дәрестәре.- Өфө:Китап,2009.

4.                  Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Дәүләтшина М.С. // Өфө, Китап, 2010.

5.                  Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге . // И.М.Ғарипов.  Өфө, Китап, 1994

6.                  Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006

7.                  Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.

8.                  Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин.  Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.

9.                  Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ.(1-2) .// Толомбаев Х.А. Дәүләтшина М.С.  Өфө, Китап, 2002.

10.              Габитова З.М. методические рекомендации и организация работы по обучению башкирскому языку в русской школе.- Уфа: Китап, 2006.

11.              Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыу. Методик күрһәтмә. – Өфө: Китап, 2008

12.              Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.- Өфө: Китап, 2009.

13.              Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. .// Усманова М.Г. Өфө, Китап, 2011.

14.              Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.

15.              Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Г. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма . - Өфө:Китап, 2010

16.              Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн эш программалары.// Ғәбитова З.М., АбдуллинаМ.Ф.. Өфө, Китап, 2011.

17.              Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн эш программалары.// Ғәбитова З.М., АбдуллинаМ.Ф.. Өфө, Китап, 2011.

18.              Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы):     

19.              Урыҫ мәктәптәренең 1 классы өсөн “Башҡорт теле”дәреслегенә методик күрһәтмәләр.// Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2001.

20.              Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.

21.              Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.

 

 

1.                  Баҫма пособиялар: таблицалар, портреттар.

2.                  Ишетеп- күреү (экранно – звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.

3.                  ИКТ: компьютер, телевизор.

4.                  Уҡыу- практик ҡоролмалар: магнитлы класс таҡтаһы.

 

Перечень образовательных Интернет- ресурсов

2.                  Сайт, посвященный изучению башкирского языка - http://tel.bashqort.com/home

3.                  Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - http://ostaz.ru/

4.                  Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/

5.                  Башкирский форум - http://www.bashforum.net/http://bashkort-tele.livejournal.com/

6.                  www.morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

7.                  www.edu.ru    Федеральный портал "Российское образование"

8.                  www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ
http://www.pravitelstvorb.ru/  
Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

9.                  www.apkpro.ru  Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

10.              www.ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ

11.              www.zankov.ru Образовательная система Л.В.Занкова

12.              kpolyakov.narod.ru  Методические материалы и программноеобеспечениедля школьников и учителей

13.               window.edu.ru  информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам"

14.               school-collection.edu.ru единая коллекция цифровых образовательных ресурсов

15.               fcior.edu.ru  федеральный центр информационно-образовательных ресурсов

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку (2 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Заведующий доп. образованием

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 651 617 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 22.04.2016 1124
    • DOCX 80.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Амантаева Альбина Рауфовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Амантаева Альбина Рауфовна
    Амантаева Альбина Рауфовна
    • На сайте: 7 лет и 11 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 7535
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 473 человека из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 319 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 151 человек

Мини-курс

Преодоление депрессии: путь к психологическому благополучию

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 83 человека из 36 регионов
  • Этот курс уже прошли 28 человек

Мини-курс

Практические навыки трекинга и менторства

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Figma: продвинутый дизайн

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 61 человек из 25 регионов