Инфоурок Начальные классы Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку (4 класс)

Рабочая программа по башкирскому языку (4 класс)

Скачать материал

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән был уҡыу программаһы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса яңы быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн тәҡдим ителгән уҡыу планына таянып ҡоролдо.

Программа  бөтәһе 102  сәғәткә планлаштырылған ( 34 аҙна  х 3 сәғәт).

Планлаштырыуҙың нигеҙе :

·      “Әлифба” һәм “Башҡорт теле”нән уҡыу программалары: дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4 кластары өсөн / Сынбулатова Ф. Ш., Г.Ә. Вәлиева. Ө-се баҫма , тулыландырылған.  - Өфө:Китап, 2015.

·      Дәреслек : Сынбулатова Ф.Ш. Әсә теле I бүлек. –Өфө : Китап, 2014, : Сынбулатова Ф.Ш. Әсә теле II бүлек. –Өфө : Китап, 2014.

·      “Башҡорт теле” дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән ( “Китап” нәшриәте)

·      Диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре (автор Ф.Ш. Сынбулатова һ.б., З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте).

Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар.

Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат - баланы шәхес итеп үҫтереү.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грам матик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. б.

Этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.

 

Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:

- туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;

- уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;

-   башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһы-ныу тәрбиәләү;

-    дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;

-   башҡорт телек башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;

-  уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрлеген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе практик эш нигеҙендә аңлап, әүҙем үҙләштерергә, алған белем- дәрен аңлата, нигеҙләй, иҫбатлай, ҡуллана белергә тейеш. Уҡыусыларға проект төҙөү методын ҡулланыу ҙа тәҡдим ителә.

Уңышҡа ирешеү өсөн тел дәрестәрен уҡыу дәрестәре менән тығыҙ бәйләп алып барыла.

Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлде:

1)        һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;

2)        фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;

3)        уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;

4)        баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.

Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

•          предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

•          уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

•          яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;

•          тел тураһында бел ем алыу һәм системалаштырыу;

•          орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү;

•          башҡорт теленең тәрбиәүи потҫнциалын ҡулланыу;

•          телде тойомлауҙы үҫтереү.

 

 

Башҡорт теленә  өйрәтеү - өйрәнеү программаһының төп принциптары:

1.         Фәнни -  теоретик белем биреү.

Фәнни – теоретик төшөнсәләрҙе баланың аң – зиһен кимәлен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, аралашыу оҫталығын шымартыу объекты итеп ҡулланыу.

2.         Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.

Был принцип  баланы интеллектуаль, эмоциональ – эстетик, рухи - әхлаҡи өлкәләрҙә үҫеш биреүгә йүнәлтә. Уҡытыусы ошо йүнәлештәрҙә һәр балаға үҫеү һәм тәрбиә алыу өсөн шарттар булдырырға бурыслы.

3.         Баланың  тәбиғәттән бирелгән, ата – бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.

Башҡорт милләтенә, халҡына хас яҡшы сифаттарҙы үҫтереү, дауам итеү.

4.         Башҡорт телен заманса аралашыу, коммуникабель эшмәкәр мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп ҡулланыу.

Башланғыс мәктәптә әҙәби һәм эшмәкәр стилдә һөйләшеү, аралашыу күнекмәләренә башланғыс һалыу.

5.         Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау, нығытыу.

Башҡорт теленә, туған телгә өйрәткәндә балаға ихтирамлы, иғтибарлы булырға, уны яратырға кәрәк. Психологик  комфорт атмосфераһы булдырырға тейеш. Бының өсөн махсус рәүештә уҡыу ситуациялары тыуҙырыу, предметты өйрәнеүҙә дәреслек персонаждарын ҡулланып, баланы уйнатып, уйландырып, мауыҡтырғыс итеп үткәреү талап ителә.      

                                 

Программаның уҡыу йөкмәткеһе

I.                   Фонетика һәм орфоэпия.  Ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәргә тулы фонетик анализ тәртибен үҙләштереү.

II.                Һүҙ составы (морфемика). Һүҙ составы (тамыр, ялғау). Тамырҙаш һүҙҙәр. Яһаусы, үҙгәртәеүсе ялғауҙар. Тамырға ялғау ҡушыу юлы менән һүҙ яһау (һүҙьяһалыш). Һүҙ составына анализ.

III.              Орфография һәм пунктуация. Башҡорт теле орфограммаларын системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙырға, диктант, изложение, инша һәм башҡа тикшереү эштәрен үтәй алыу.

IV.             Синтаксис. Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары.  Һөйләмдең баш һәм  эйәрсән киҫәктәрен таба белеү. Хәбәр, өндәү, һорау һөйләмдәргә айырыу.  Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен күҙәтеү.  Тиң киҫәктәрҙе билдәләү. Һөйләмгә синтаксис анализ яһау.

V.                Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Исем.  Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Берлек һәм күплек мәғәнәләре. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар).  Килештәр.  Исем ялғауҙары. Исемгә морфологик анализ.

Алмаш. Уның төркөмсәләре. Зат алмаштары. Һорау һәм күрһәтеү алмаштары. Телмәрҙә ҡулланылышы. Алмашҡа морфологик анализ.

Сифат.  Тамыр һәм яһалма сифат. Сифаттарҙың үҙгәреше.. Сифат дәрәжәләре. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифатҡа морфологик анализ.

Рәүеш. Рәүештең яһалышы. Рәүеш төркөмсәләре. Рәүеш һәм сифат. Рәүешкә морфологик анализ.

Ҡылым.  Ҡылымдарҙың яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма ҡылымдар. Ҡылымдарҙың үҙгәреше (заман, зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ). Уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар). Текстың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Ҡылым һөйкәлештәре. . Ҡылымға морфологик анализ.

Һан. Һан тураһында төшөнсә. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Һанға морфологик анализ.

VI.             Лексика. Һүҙҙең лексикһәм грамматик мәғәнәләре. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге. Һүҙҙәрҙең туры һәм күсмә мәғәнәгә эйә булыуы. Омонимдар, синонимдар, антонимдар.  Аңлатмалы һүҙлектәр менән эшләү. Нығынған һүҙбәйләнештәр. Уларҙы ҡулланыу.

VII.           Телмәр үҫтереү. Бәйләнешле телмәр. Текст. Уның мәғәнәүи өлөштәре. Абзац. Ҡыҙыл юл. Идея-тематик йөкмәтке. План төҙөү һәм һөйләү. Инша, изложение.

 

                       Уҡыу йөкмәткеһенең  ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт телен өйрәне һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

 

Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

•          шәхси үҫеш кимәле;

•          метапредмет кимәле;

•          предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхөс итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлашты- рыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында арала- шырға өйрәнеүҙе ойоштороу ға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле.

·           Өндәрҙе төркөмләргә, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар таблицаһына таянып, уларға тулы характеристика бирергә;

·           Һүҙ төркөмдәрен мәғәнәһе һәм һорауы буйынса айыра белергә;

·           өйрәнелгән орфограммаларҙы эсенә алған, ҙ№-һ№ һүҙҙән торғантексты каллиграфия талаптарына ярашлы грамоталы яҙа белеү;

·           һүҙҙе яһалышы һәм һүҙ төркөмдәре буйынса тикшерә белергә, һүҙгә фонетик һәм морфологик анализдар эшләргә;

·           һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белергә;

·           70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙырға, инша ижад итергә, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, төҙөп яҙа белергә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ТЕМАТИК ПЛАНЛАШТЫРЫУ. (4 – СЕ КЛАСС)

Аҙнаға – 3 сәғәт, йылына – 102 сәғәт

                              

Дәрес темаһы

Сәғәт

һаны

Дата

План буйынса

Факт буйынса

 

1-2

 Телмәр үҫтереү. Һаумы мәктәп!

2

 

3

Фонетика. Өн һәм хәреф.

1

 

4

Һүҙҙәргә фонетик  анализ.

1

 

5

Һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышы

1

 

6

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

 

7

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

 

8

Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

 

9

Диктант. «Икмәк»

1

 

10

Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау.

1

 

11

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм әйәрсән киҫәктәре.

1

 

12

Тарҡау  һәм йыйнаҡ һөйләмдәр

1

 

13

Һөйләмдең тиң киҫәктәре.

1

 

14

Телмәр үҫтереү. «Алтын көҙ» картинаһы буйынса инша.

1

 

15

Һөйләмгә синтаксик анализ.

1

 

16

Нимә ул морфология? Исем.

1

 

17

Исем. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

 

18

Исемдәрҙең һан менән уҙгәреше

1

 

19

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше

1

 

20

Т/ү. Изложение. «Иламаҫ».

1

 

21-

22

Исемдәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

2

 

23

Исемдең килеш менән үҙгәреүе.

1

 

24

Рус теленән ингән исемдәрҙә ялғауҙар яҙы- лышы.

1

 

25

Исемгә морфологик анализ яһау.

1

 

26-27

Ҡабатлау. Йомғаҡлау.

2

 

28

Телмәр үҫтереү. Инша “Ҡыш”.

1

 

29

Хаталар  өҫтөндә эш. Нимә ул алмаш? Уның төркөмсәләре.

1

 

30

Зат алмаштары. Эйәлек заты алмаштары.

1

 

31

Һорау һәм күрһәтеү алмаштары.

1

 

32

Телмәрҙә алмаштарҙың табыу. Килеш менән үҙгәртеү.

1

 

33

Телмәр үҫтереү. Изложение

1

 

34

Алмашҡа морфологик анализ

1

 

35

Сифат.

1

 

36

Тамыр һәм яһалма сифаттар.

1

 

37

Сифат дәрәжәләре.

1

 

38

Төп һәм шартлы сифаттар.

1

 

39

Ҡабатлау. Күнегеүҙәр.

1

 

40

Т/ү. А. Пластовтың «Тәүге ҡар» картинаһы буйынса инша.

1

 

41

Сифаттың һөйләмдәге роле.

1

 

42

Сифатҡа морфологик анализ.

1

 

43

Контроль диктант «Ҡоштар»

1

 

44

Хаталар  өҫтөндә эш.

Рәүеш. Уның яһалышы.

1

 

45

Рәүеш төркөмсәләре.

1

 

 

46

Рәүеште сифат менән сағыштырыу.

1

 

47

Т/ү. «Яңы йыл» картинаһы буйынса инша.

1

 

48

Рәүешкә морфологик анализ.

1

 

49

Диктант

1

 

50

Ҡабатлау.Йомғаҡлау.

1

 

51

Ҡылым.

1

 

 

52

Ҡылымдарҙың яһалышы

яһалышы.

1

 

53

Күнегеүҙәр эшләү

1

 

54

Ҡылымдарҙың үҙгәреше. Заман, зат, барлыҡ-юҡлыҡ.

1

 

 

55

Үткән заман ҡылымдары.

1

 

56

 

Үткән заман ҡылымдарының үҙгәреше

1

 

57

Т/ү. Картина буйынса эш.

1

 

58

Хәҙерге заман ҡылымдары.

1

 

 

59

Хәҙерге заман ҡылымдарының үҙгәреше

үҙгәреше.

1

 

60

Киләсәк заман ҡылымдары.

1

 

61

Киләсәк заман ҡылымдарының ике төрө.

1

 

62

Т/ү. Изложение «Сәйер ҡош»

1

 

63

Ҡылым һөйкәлештәре. Бойороҡ һөйкәлеше

Ҡылымдарының үҙгәреше

1

 

64

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары.

1

 

65

Күнегеүҙәр эшләү

1

 

66

Т/ү. Инша “Батырлыҡ”

1

 

67

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары.

1

 

68

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

1

 

69

Ҡылымдарға  морфологик анализ.

1

 

70

Контроль диктант

1

 

71

Хаталар  өҫтөндә эш. Йомғаҡлау.

1

 

72

Нимә ул һан? Ябай һәм ҡушма һандар.

1

 

73

Һан төркөмсәләре.

1

 

74

Күнегеүҙәр эшләү.

1

 

75                                                         

Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.

1

 

76

Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы

1

 

77

Морфологик анализ

1

 

78

Контроль диктант

1

 

79

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр башҡарыу

1

 

80

“Һан” темаһын йомғаҡлау

1

 

81

Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр

1

 

82

Омонимдар.

1

 

83

Синонимдар.

1

 

84

Антонимдар.

1

 

85

Нығынған һүҙбәйләнештәр.

1

 

86

Т/ү. Контроль изложение «Утрауҙағы ҡуян»

1

 

87

Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау дәресе.

1

 

 

88-89

Фонетика. Һүҙьяһалыш.

2

 

90-93

Һөйләм.

4

 

94-95

Исем.

2

 

97

Сифат

1

 

98

Рәүеш

1

 

99

Ҡылым

1

 

100

Һан

1

 

101

Диктант

1

 

102

Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау дәресе.

1

 

 

Бөтәһе

102

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку (4 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Художественный руководитель

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Башҡорт теленән 4-се класс өсөн календарь-тематик план. Авторы учебника: Сынбулатова Ф.Ш., Валиева Г.А. (Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте). Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәгә тәҡдим ителә. Йылына 102 сәғәт, аҙнаһына - 3 сәғәт. Аңлатма яҙыуы, уҡытыу принциптары, планлаштырылған һөҙөмтәләр, календарь-тематик план.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 891 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 20.09.2016 1056
    • DOCX 33.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахметкаримова Гульшат Рафиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 6
    • Всего просмотров: 73133
    • Всего материалов: 26

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Проективные методики в начальной школе в соответствии с ФГОС

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 59 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 450 человек

Курс повышения квалификации

Теория, методика и практика обучения младших школьников основам шахматной игры в условиях реализации ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 48 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 188 человек

Курс повышения квалификации

Система образовательной организации в начальном общем образовании в условиях реализации ФГОС

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 60 человек из 30 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 844 человека

Мини-курс

Преодоление расстройств: путь к психическому здоровью"

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Figma: основные принципы дизайна и композиции

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 106 человек из 40 регионов
  • Этот курс уже прошли 15 человек

Мини-курс

Введение в экономическую теорию и практику

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе