Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку (5 класс)

Рабочая программа по башкирскому языку (5 класс)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

1. «Туған(башҡорт) әҙәбиәте» предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре

Стандарт талаптары буйынса уҡыусыларҙың дөйөм белем биреү программаларын үҙләштереү һөҙмтәләренә талаптар үҙ эсенә шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләрен ала.

Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә

шәхсән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:


1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; башҡорт теленә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.


Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:


1) телмәр эшмәкәрлегенең-бөтә төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм уҡыу:

телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу әсән тәғәйенләнгән компакт-дискы-лар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә әсән әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;

һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллек-тив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;

ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡуллалыу;

3) аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.


Предмет һөҙөмтәләре:


1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3) башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

9) туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.



5 –се класс

1.Шәхси УУЭ

- уҡыусының мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын (мораль нормаларҙы белеү, үҙ ҡылыҡтарыңдың дөйөм ҡабул ителгән этик принциптар менән тап килеү-килмәүен билдәләй алыу, ҡылыҡтың әхлаҡи аспектын айырыу) һәм социаль ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ ориентирлашыуын тәьмин итә.


2. Регулятив УУЭ уҡыу процесын ойоштороу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы эшмәкәрлек төрҙәре ҡарай:

маҡсат ҡуйыу (элек өйрәнелгән һәм таныш булғанды таныш булмаған менән

тап килтереп, сағыштырып, уҡыу мәсьәләһен билдәләй белеү);

планлаштырыу (төп һөҙөмтәне күҙҙә тотоп, аралаш маҡсаттарҙың эҙмә-эҙлелеген асыҡлау; план төҙөү һәм эш төрҙәренең тәртибен билдәләү);

прогноз яһау (һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау);

контролләү (эшмәкәрлек ысулы-ның һәм уның һөҙөмтәһенең билдәләнгән эталонға тап килеү-килмәүен асыҡлау);


3. Танып белеү УУЭ:

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү;

- төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

-һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

-анализлай һәм синтезлай белеү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

-фекерләй белеү;


4. Коммуникатив УУЭ:

- һөйләү һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

-телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу;

- телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

-үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

-дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

-һорауҙар бирә белеү.


5- се класс “Туған (башҡорт)әҙәбиәте” программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

Предмет буйынса белем алыуҙа


  1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;

  2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

  3. Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;

  4. 8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

  5. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

  6. Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;

  7. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

  8. Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

6-сы класс

1.Шәхсән УУЭ:

. уҡыу процесында белем алыуға яуаплы ҡарарға;тиҫтерҙәре, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;

. мәктәп йыһаҙдарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарарға;

.Тыуған ил, ер,тел төшөнсәләре тураһында ҡайғыртыусан булырға;

.һау – сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.


2. Регулятив УУЭ:

 белем алыу (уҡыу-укытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маҡсатында, телде ҡуллана белеү оҫталығы;

 аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;

 телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

 үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырга ынтылыу;

һорауҙар биреү оҫталығы.


3. Танып белеү УУЭ:

. уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү.

. яңы һүҙҙәрҙе белергә, улар менән телмәр төҙөү.

. текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, Һорауҙарға яуап бирә белеү.

. телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу.


4. Коммуникатив УУЭ

. әңгәмә ҡора белеү, текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу күнекмәһен булдырыу, үҙ фекереңде кешегә еткерә алыу оҫталығы.

. үҙ фекереңде кешегә еткерә алыу оҫталығы.

. икенсе кешенең фекерен тыңлап аңлау, текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу күнекмәһен булдырыу.


6- сы класс “Туған (башҡорт)әҙәбиәте” программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

Предмет буйынса белем алыуҙа


Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  1. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

  2. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  3. Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.

  4. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  5. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  6. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу

  7. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

7- се класс


1. Шәхсән УУЭ

 тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлай, үҙләштерә;

 башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итә;

 дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;

 үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһаларға өйрәнә.


2.Регулятив УУЭ

- уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү һәм һаҡлау, тейешле эшмәкәрлекте планлаштырыу, план буйынса эшләү;

- эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү;

- эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү;

3. Танып белеү УУЭ

- мәсьәләләрҙе төшөнөү, кәркле мәғлүмәтте һайлап алыу, уҡыу, тыңлау, дәреслек, эш дәфтәрҙәрендәге материалдарҙы үҙаллы табыу һәм башҡарыу;

- библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу;

- мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренәнэшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү;

4. КоммуникативУУЭ

- коммуникатив бурыстарға яраҡлы тел һүрәтләү сараларын һайлау һәм ҡулланыу;

- ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ итеп әйтеп биреү;

-аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау;

7 -се класта “Туған (башҡорт) әҙәбиәте” программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

Предмет буйынса белем алыуҙа

-Өйрәнелгән әҫәрҙең авторын, исемен белергә тейеш;

- программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙең текстын ятлау;

- яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлапкүҙ алдына баҫтырыу;

- эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

- 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

-художестволы әҫәрҙе тасуири уҡыу;

- ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү;

- йәмғиәт тормошонда телдең ролен; туған телдең әһәмиәтен өйрәнеү;

8- се класс

1. Шәхсән УУЭ

ҙаллылыҡҡа,белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарарға;

- мәҡтәп һәм класс йыһаҙдарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

- һаулыҡты һаҡларға;

- Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, уларҙы һаҡларға, халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнергә,таратырға.



2. Регулятив УУЭ

 маҡсат ҡуйыу (элек өйрәнелгән һәм таныш булғанды таныш булмаған менән тап килтереп, сағыштырып, уҡыу мәсьәләһен билдәләй белеү);

 планлаштырыу (төп һөҙөмтәне күҙҙә тотоп, аралаш маҡсаттарҙың эҙмә-эҙлелеген асыҡлау; план төҙөү һәм эш төрҙәренең тәртибен билдәләү);

 прогноз яһау (һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау);

 контролләү (эшмәкәрлек ысулы-ның һәм уның һөҙөмтәһенең билдәләнгән эталонға тап килеү-килмәүен асыҡлау);

 төҙәтмәләр индереү (эталондан тайпылыштар булған осраҡта, планға һәм эшмәкәрлек ысулына өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү);

 баһалау (таныш булғанды әлегәсә таныш булмағандан айыра белеү; үҙләш-терелгәндең сифатын һәм кимәлен билдәләй алыу);

 үҙ-үҙеңде көйләү (ихтыяр көсөңдө туплап, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу).



3. Танып белеү УУЭ

-текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

-уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

-телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

-һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;анализлай һәм синтезлай белеү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

-фекерләй белеү;



4. Коммуникатив УУЭ

- социаль компетентлыҡты, аралашыусы һәм хеҙмәттәш партнерҙарыңдың позицияһыниҫәпкә ала, башҡа кешеләрҙе тыңлай һәм диалогка инә белеүҙе; проблемаларҙы коллектив менән хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, йәштәштәрең менән интеграциялашыуҙы, тиҫтерҙәрең һәм өлкәндәр менән продуктив хеҙмәттәшлек ойоштора белеүҙе тәьмин итә. Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- һөйләү һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

-телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу;

- телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

-үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

-дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

-һорауҙар бирә белеү.


8- се класс “Туған (башҡорт) әҙәбиәте” программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

Предмет буйынса белем алыуҙа

- Дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү;

  • Иншалар яҙа белеү;

  • иптәштәренең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү;

  • яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлапкүҙ алдына баҫтырыу;

  • - эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

  • - 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

  • - Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

  • -художестволы әҫәрҙе тасуири уҡыу;

9- сы класс

1.Шәхсән УУЭ

-тиҫтерҙәреңә, уҡытыусыларға, яҡындарыңа, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ихтирамлы, иғтибарлы булырға;

-Тыуған телде,йға характеререрҙе яратырға, һаҡларға;

-һау – сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.



2. Регулятив УУЭ

 маҡсат ҡуйыу (элек өйрәнелгән һәм таныш булғанды таныш булмаған менән тап килтереп, сағыштырып, уҡыу мәсьәләһен билдәләй белеү);

 планлаштырыу (төп һөҙөмтәне күҙҙә тотоп, аралаш маҡсаттарҙың эҙмә-эҙлелеген асыҡлау; план төҙөү һәм эш төрҙәренең тәртибен билдәләү);

 прогноз яһау (һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау);

 контролләү (эшмәкәрлек ысулы-ның һәм уның һөҙөмтәһенең билдәләнгән эталонға тап килеү-килмәүен асыҡлау);

 төҙәтмәләр индереү (эталондан тайпылыштар булған осраҡта, планға һәм эшмәкәрлек ысулына өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү);

 баһалау (таныш булғанды әлегәсә таныш булмағандан айыра белеү; үҙләш-терелгәндең сифатын һәм кимәлен билдәләй алыу);

 үҙ-үҙеңде көйләү (ихтыяр көсөңдө туплап, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу).



3.Танып белеү УУЭ

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү;

- төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

-һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

-анализлай һәм синтезлай белеү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

-фекерләй белеү;



4. Коммуникатив УУЭ

- Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

-телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

ҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

-дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

-һорауҙар бирә белеү.

9- сы класс “Туған (башҡорт)әҙәбиәте” программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

Предмет буйынса белем алыуҙа

1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

2. Укытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға ха-рактеристика биреү;

- тәҡдим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

- 12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- эпик, лирик, лироэпик, һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

3. һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

- уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү;

4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

- диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

- һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

-

2. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

5-се класс


Көҙ -4 сәғәт.


Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел. Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә. (1сәғәт)

К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал. Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү. (1 сәғәт)

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. (1 сәғәт)

Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Әкиәтең йөкмәткеһен үҙләштереү, дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү. (1 сәғәт)

Ҡыш- 5 сәғәт.

С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар.

Шиғырҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә. (3сәғәт)

,«Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте. Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау. (1 сәғәт)

Д. Бүләков. Яралы китап. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге. (1 сәғәт). Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Яҙ – 7 сәғәт.

З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә. (1сәғәт)

«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт. (1 сәғәт)

М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр. Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү. (2 сәғәт)

А. Игебаев. Еңеү көнө. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай. Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү. (2 сәғәт)

Йәй- 1 сәғәт.

С. Муллабаев. Йомарт йәй. .

Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. (1 сәғәт)

6-сы класс

Йырым минең- Башҡортостан. -1 сәғәт. З. Биишева.” Башҡортостан”. Р. Ғарипов. “Дан һиңә, Дан Башҡортостан”..

Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер. – 1 сәғәт. Ә. Усманов “ Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте”(өҙөк). “Ҡолой кантон” (Башҡорт халыҡ йыры). Ғ. Хөсәйенов. “Рудасы Исмәғил Тасим улы“(повестан өҙөктәр).

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап. – 1cәғәт. “Башҡорт халыҡ ихтилалдары”. Башҡорт халыҡ йыры « Салауат». Степан Злобин. “Салауат Юлаев”. Ғ. Ибраһимов. “Кинйә “(романдан өҙөк).

Төньяҡ амурҙары-2cәғәт

Төньяҡ Амурҙары”. “Рус- француз һуғышы бәйете”.Һүрәтләү саралары. Бәйет тураһында төшөнсә.

Башҡорт Автономияһы өсөн көрәш. – 1 сәғәт. Әхмәтзәки Вәлиди Туған. “Башҡорт ҡоролтайы”. Ш. Бабич. “Башҡорт халҡына көйлө хитап “(өҙөктәр). Р. Солтангәрәев. “Осто бөркөт”. Хитап тураһында төшөнсә.

Уралып ятҡан Уралтау. – сәғәт. Башҡорт халыҡ йыры “ Урал”. Р. Бикбаев “Уралыма”.

Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. – 1 сәғәт. Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә. Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Р. Бикбаев.” Һыуһаным һыуҙар бирегеҙ”. Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Дим буйы». «Ағиҙел менән Яйыҡ» риүәйәте. Риүәйәт тураһында төшөнсә.

Тау башында балҡый бер ҡала. – 1 сәғәт. Р.Янбулатова “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А. Камалов. “Боронғо башҡорт ҡалалары”. Минең тыуған ҡалам.

Башҡорт йолалары. –1 сәғәт. А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? Т. Ҡарамышева.” Кәкүк сәйе”. Башҡорт йолалары тураһында белешмә.

Башҡорт аштары. – 1 сәғәт. Ҡ. Даян. “Башҡорт ҡымыҙы”. М. Өмөтбаев.” Башҡорт ҡорото”. Н. Сафин. “Бишбармаҡ”. Башҡорт халҡының милли аштары тураһында белешмә.

Әсәм теле- сәсән теле – 1 сәғәт. Башҡорт теле(белешмә). З. Биишева. “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте «Яҡшы һүҙ- йән аҙығы». Ә. Вахитов.” Һүҙ хаҡында баллада.”

Башҡорттар китте һуғышҡа – 1 сәғәт. . Я. Хамматов.” Башҡорттар китте һуғышҡа…” Ҡ. Даян. “Шайморатов генерал” (йыр). Ж. Кейекбаев. “Зөбәй Үтәғолов”. Ә. Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”(өҙөк). Р. Насиров. “ Ил балаһы Шакирйән?”.

Башҡорт халыҡ ауыҙ- тел ижады -1сәғәт.Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). «Аҡъял батыр» башҡорт халыҡ әкиәте. «Алдар менән шайтан» башҡорт халыҡ әкиәте. Тормош- көнкүреш әкиәттәре. «Ҡурай» башҡорт халыҡ йыры. «Ҡурай моңо» әкиәте. Йомаҡтар.

Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ- 1 сәғәт.Башҡорт әҙәбите тарихынан(белешмә). Ҡ ол Ғәли “Йософ ҡиссаһы. Архаизмдар,неологизмдар,варваризмдар тураһында төшөнсә. Ҡармасан менән Сәрмәсән. С.Юлаев. Бүгәсәүгә ҡушылып, Ир-батырға ҡуш булып. Ҡарабай менән Сарыбай. М. Аҡмулла. Нәсихәттәр. Сәсәндәр ижады. Һабрау. Ҡобағош сәсән. Байыҡ сәсән.

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары.– 2 сәғәт.Халыҡ шағирҙарының тормош юлы менән танышыу, ижадтарына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһау, уларҙың башҡорт әҙәбиәте тарихында урыны тураһында фекер алышыу. Биография һәм автобиография тураһында төшөнсә биреү. Р. Ниғмәти.” Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”. З. Биишева. “Кәмһетелгәндәр “(өҙөк). Р. Ғарипов.” Аманат”. Н. Мусин. “Күҙ йәше”.Р. Бикбаев. “Халҡыма хат”. Ә. Атнабаев.” Салауат менән һөйләшеү”.

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ.- 1 сәғәт.Ҡ. Аралбай. “Дуҫлыҡ һәйкәле”. М. Кәрим. “Беҙҙең өйҙөң йәме”. Ҡунаҡ килде. А. Кузнецов. “Салауаттан һорау алыу”. Картина менән эш. Әҙәбиәт теорияһы буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

7-се класс

Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр - 1 сәғәт.

Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. «Етем төлкө», «Айыу мөнән бал ҡорттары». Тылсымлы әкиәттәр. «Алтын алма», «Әбйәлил». Тормош-көнкүреш әкиәттәре «Алтын тамсы», «һаранбай менән Зиннәт ағай».

Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы.Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.

Риүәйәт һәм легендалар - 1 сәғәт.

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза»

Йырҙар - 1 сәғәт.

Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-кыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).

Таҡмаҡтар - 1 сәғәт.

Таҡмактар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.

Алтын көҙ - 1 сәғәт.

М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы:Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.

М.Ғафури.«Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү.

Уҡыу - белем шишмәһе - 1 сәғәт.

Раил Байбулатов. «Нурлы күҙҙәр». Н.Мусин.«Тайғаҡ баҫма». Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы. Хәмзә һәм уҡытыусы, һуғыш ветераны Уғатар ағай образдары. Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы. Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау.

Дуҫлыҡта – берҙәмлек – 1 сәғәт.

Б.Бикбай. «Рус теле», Р.Сафин. «Дуҫлыҡ», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ», М. Кәрим.«Миләш». Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү.

Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар.

Ә.Бикчәнтәев. «Бакенщиктар илаҡ булмай». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Ата һәм ул образдары.

Хеҙмәте юҡтың - хөрмәте юҡ - 1 сәғәт.

М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе.

М.Ямалетдинов.«Ураҡ өҫтө» шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. Уйылдан образы.

Ж.Кейекбаев.«Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар.

Ж.Кейекбаев.«Туғандар һәм таныштар» романынан өҙөк.Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп образдарға характеристика биреү.Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу.

Әҙәбиәт теорияһы:Герой тураһында төшөнсә.

Башҡортостан-ғәзиз ерем - 1 сәғәт.

Ә.Үтәбай.«Башҡортостан» шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы. А.Игебаев.«Онотманым һине, ауылым» шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү.

М. Кәрим.«Ҡайын япрағы тураһында» Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.

Ап-аҡ карҙар яуа - 1 сәғәт.

К.Кинйәбулатова.«Һаумы, аҡ ҡыш!», Ш.Бикколов. «Урман», Ә.Әхмәт-Хужа. «Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!», Г.Ғәлиева. «Ҡарһылыу». Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең, тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

Ә.ӘҺлиуллин.«Биҙәкле сана». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Боронғо сана яһау һөнәренең сағылышы. Имаметдин ҡарттың һөнәре, халыҡ араһындағы абруйы. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулык мотивы.

Ил намыҫы - ир күңелөндә - 1 сәғәт.

Р.Шәкүр.«Һаҡта тора илдең улдары» шиғырында Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдары.

Ф.Акбулатова.«Атай икмәге» хикәйәһе. Йөкмәткене үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше.

Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.

В.Исхаков.«Кеше күңеле - тәрән даръя». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге.

А.Баһуманов.«Ҡайҙа һин генерал?». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткәһен үҙләштереү. Проблемаларына, образдарына характеристика биреү. План төҙөп, план буйынса һөйләргә өйрәнеү.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр - 1 сәғәт.

Г.Юнысова «Әсәйҙәр байрамы», «Йырлайым әсәйҙәр тураһында» (йыр). Ф.Мөхәмәтдинов «Әсәйем ҡулы» шиғырҙарҙын һәм йырҙы тасуири уҡыу. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы.

Ф.Иҫәнолов. «Бер ҡаҙаҡ май». Әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау.

Ә.Бикчәнтәев.«Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһөн үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү.

Г.Яҡупова.«Әсәйҙәр ниңә ҡартая?», «Мейес әбей».

Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәрө тураһында әңгәмә ойоштороу.

Эх, күңелле яҙ килә! - 1 сәғәт.

Р.Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!» шиғырында яҙ килеү менән тәбиғәттең уяныуының, яҙғы эштәр башланыуының һүрәтләнеше. Р.Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырында яҙ килтереүсе һабантурғай образы. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу.

Һ.Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.

Тел - тере шишмә - 1 сәғәт.

Ҡ.Аралбай. «Башҡорт тел», Ғ. Байбурин. «Тыуған илемә» шиғырҙарында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы.

М.Кәрим.«Оҙон-оҙак бала саҡ» повесы (өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.

Йәмле йәй - 1 сәғәт.

М.Ғафури. «Болон» шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы.

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы.

Х.Назар.«Йәйге йәшен». Әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

С.Әлибай. «Ямғыр теләү» шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше.

Н.Игеҙйәнова.«Өйөрөлмәк» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.

Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙө ҡабатлау. (2 сәғәт).

8-се класс

Мәктәп – белем шишмәһе 1 сәғәт

С. Әлибай “Мәктәп юлы”. Н. Мусин “Һабаҡ”, һ.б.

Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы 1 сәғәт

Ике сәсән”, “Сура батыр” ҡобайырҙары.

Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле 1 сәғәт

З. Биишева”Көҙгө ямғыр”. Х. Назар “Көҙгө көн. Болотло. Һалҡын”. Р. Ханнанов “Икмәк ҡәҙере”. Р. Өмөтбаев “Әмир баҫыуы”.

Башҡортостан – алтын бишек! 1 сәғәт

А. Игебаев”Башҡортостан ил генәм”, “Ҡырлас тауҙар иле - Башҡортостан”. И. Кинйәбулатов “Дуҫлыҡ төйәге”. Н. Нәжми “Өфө йүкәләре”.

Салауат батыр – ир ине 1 сәғәт

Салауат батыр” ҡобайыры. Ф. Күзбәков “Яу ораны бит һин, Салауат”. Ф. Рәхимғолова “Салауат”. Т. Дәүләтбирҙина “Салауат рухы”. Я. Хамматов “Салауат” романы (өҙөк).

А. Лежнев “Салауатты ҡулға алыу” картинаһы буйынса яҙма эш.

Ҡыш 1 сәғәт

Ш. Бабич “Ҡышҡы юлда”. Ф. Рәхимғолова “Ҡыш”. Б. Рафиҡов “Бүреләр”. И. Теләүембәтов “Маралым таңы”. А. Йәғәфәрова “Кескәй шишмә”.

Данлы йылдар, шанлы йылдар 2 сәғәт

М. Кәрим “Үлмәҫбай”. Н. Ғәлиев “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай”. Р. Өмөтбаев “Генерал Күсимов”.

Әсәйем – күңел ҡояшым! 1 сәғәт

Ш. Бикҡол “Әсәйем кәңәштәре”. Т. Ғиниәтуллин “Әсә һәм бала”.

Әҙәп барҙа – иман бар 2 сәғәт

Х. Назар “Өс һүҙ”. М. Ямалетдинов “Иман”. З. Ғәлимов “Ялан сәскәләре”.

Шаулап, гөрләп яҙ килә 1 сәғәт

Р. Ғарипов “Яҙғы йыр”. З. Ураҡсин “Алмағас”, “Сәскә ғүмере”. Р. Сафин “Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе”.

Ай, Уралым, Уралым! 1 сәғәт

Ҡ. Аралбай “Ер тураһында ете һүҙ”. Б. Бикбай “Ер”. Ж. Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр”. Н. Мусин “Һуңғы солоҡ” (өҙөк). К. Шафиҡова “Уйна, ҡурай!”

Йәй 1 сәғәт

Ф. Рәхимғолова “Бал ҡорто һәм күбәләк”. Ш. Янбаев “Тегәнәк”. Р. Солтангәрәев “Һуңғы һунар”. Ә. Хәмәтдинова “Йәшел аптека”.

Әҙәбиәт буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, яҙма телмәр үҫтереү

Уҡылған әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен, яҙыусыларҙың биографияһын һөйләү.


9- сы класс


Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар – 2 сәғәт

Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар – 1 сәғәт

Ҡол Ғәли. “ Ҡиссаи Йософ” – 1 сәғәт

Йырауҙар – 1 сәғәт

Сәсәндәр ижады – 1 сәғәт

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.

Шәжәрәләр – 1 сәғәт.

Шәжәрә тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе. Салауат Юлаев – 2 сәғәт.

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш.

Аҡмулла – 2 сәғәт.

Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар.

Өмөтбаев – 1 сәғәт.

М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

Р.Фәхретдин – 1 сәғәт

Сафуан Яҡшығолов – 1 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә.

Мәжит Ғафури – 2 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш.

Фәтхелҡадир Сөләймәнов ижады 1 сәғәт.

Ш.Бабич – 1 сәғәт.

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. – 2 сәғәт

5-се класс


Автор программаһында

сәғәттәр һаны

Эш

программаһында

сәғәттәр һаны

Көҙ

32

4

Ҡыш

37

7

Яҙ

27

5

Йәй

6

1

Бөтәһе:

102

17


6-сы класс

6-сы класс

п/п

Бүлектәрҙең темаһы

Автор программаһында

сәғәттәр һаны

Эш

программаһында

сәғәттәр һаны

1

Йырым минең Башҡортостан

2

1

2

Уҙған ғүмер– ҡалғанхәтер

2

1

3

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап

8

1

4

Төньяҡ амурҙары

6

2

5

Башҡорт автономияһы өсөн көрәш

5

1

6

Уралып ятҡанУралтау

7

1

7

Ағиҙелкәйалҡын, һыуыһалҡын

9

1

8

Тау башында балҡыйбер ҡала

3

1

9

Башҡортйолалары

5

1

10

Башҡорташтары

6

1

11

Әсәмтеле–сәсәнтеле

6

1

12

Башҡорттаркитте һуғышҡа

5

1

13

Башҡортхалыҡ ауыҙ-телижады

6

1

14

Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ

7

1

15

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары

19

2

16

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

6

1


Бөтәһе

102

17


7-се класс

Автор программаһында

сәғәттәр һаны

Эш

программаһында

сәғәттәр һаны

Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр.

8

1

Риүәйәт һәм легендалар

7

1

Йырҙар

5

1

Таҡмаҡтар

2

1

Алтын көҙ

4

1

Уҡыу – белем шишмәһе

5

1

Дуҫлыҡта – берҙәмлек

6

1

Хеҙмәте юҡтың – хөрмәте юҡ

8

1

Башҡортостан- ғәзиз ерем

4

1

Ап-аҡ ҡарҙар яуа

7

1

Ил намыҫы- ир ҡулында

11

1

Ғәзиздәрҙән ғәзиз әсәләр

6

1

Эх, күңелле яҙ килә

7

1

Тел – тере шишмә

6

1

Йәмле йәй

7

1

Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

3

1

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, бәйләнешле телмәр үҫтереү

6

1

Бөтәһе

102

17



8-се класс

Автор программаһында

сәғәттәр һаны

Эш

программаһында

сәғәттәр һаны

Мәктәп – белем шишмәһе

10

1

Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы

2

1

Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле

7

1

Башҡортостан – алтын бишек!

6

2

Салауат батыр – ир ине

7

2

Ҡыш

11

1

Данлы йылдар, шанлы йылдар

11

2

Әсәйем – күңел ҡояшым!

6

1

Әҙәп барҙа – иман бар

5

1

Шаулап, гөрләп яҙ килә

7

1

Ай, Уралым, Уралым!

12

1

Йәй

5

1

Әҙәбиәт буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, яҙма телмәр үҫтереү

7


Бәйләнешле телмәр үҫтереү

5

1

Бөтәһе:

102

17

9-сы класс


Автор программаһында

сәғәттәр һаны

Эш

программаһында

сәғәттәр һаны

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар


2

2

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар


14

1

Йырауҙар



1

1

Сәсәндәр ижады


4

1

Шәжәрәләр


3

1

С.Юлаев


3

1

М.Аҡмулла


7

2

М.Өмөтбаев

8

1

Р.Фәхретдин

5

1

Сафуан Яҡшығолов

3

1

Мәжит Ғафури

4

1

Фәтхелҡадир Сөләймәнов ижады


4

1

Ш.Бабич

8

1

Бөтәһе

99

17



21


Автор
Дата добавления 24.10.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров33
Номер материала ДБ-287444
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх