Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку , 9 класс

Рабочая программа по башкирскому языку , 9 класс

Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 22 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>

библиотека
материалов

9 класс.

Аңлатма яҙыу

Башҡорт теле буйынса эш программаһы “БР дәүләт телдәре тураһында Законға”,(21.01.99.) , “Федераль дәүләт стандарттары Положениеһына”(03.06.10), БР Мәғариф буйынса Законы (29.10.1992), “Федераль дәүләт стандарттары Положениеһына”(03.06.10), Милли белем биреү концепцияһына ярашлы төҙөлдө.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу урыҫтелендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х.,Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008 йылнигеҙендә төҙөлдө.

Дәреслек: Әсә теле (Тел һәм телмәр мәҙәниәте) авт. В.Ш.Псәнчин, Өфө “Китап” 2009, 166 бит. Программа кимәле : базис. Эш программаһы байрам көндәрен иҫәпкә алып төҙөлә.


Маҡсаттар:

  • башҡорт теле дәрестәрендә юғары гражданлыҡ, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү, төп аралашыу ҡоралы булған телгә һәм мәҙәниәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү аша башҡорт теленә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү;

  • башҡорт теле тарихын, уның йәмғиәт тормошондағы ролен төшөндөрөү, телмәр үҫешен артабан үҫтереү, коммуникативлыҡ аша әҙәби тел нормаларын иркен файҙаланыу, һүҙлек байлығын үҫтереү өҫтөндә эшләү, телде аңлы ҡабул итеү, фекерләүҙе тәрәнәйтеү юлдарын үҫтереү;

  • башҡорт теле тураһында белем алыу, уның төҙөлөшө, функциональ йәшәйеше, аралашыуҙа килеп тыуған төрлө стиль мөмкинлектәрен, функциональ стиль төрҙәрен, әҙәби тел нормаларын өйрәнеү;

  • телдең төрлө өлкәләге үҫешенә ҡарата иғтибар, тейешле мәғлүмәт, факттар менән тел аша хәл итергә, уларҙы эҙләү, ҡулланыу юлдарын үҫтерергә;

  • тел һүрәтләү сараларын иркен файҙаланырға өйрәтеү;

9 класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.

- йәмғиәт тормошонда телдең роле, туған телдең әһәмиәте, башҡа донъя телдәре араһында тотҡан урыны, йәмғиәт үҫешендәре роле, ижтимағи әһәмиәтен аңлы ҡабул итеү;

- ябай, ҡушма һөйләм синтаксисын, стилистикаһын иркен файҙалана белеү;

- тыныш билдәләре, текст, һөйләм интонацияһы, телмәр тибын аңлы ҡабул итеү;

- һүҙбәйләнеш, ябай, ҡушма һөйләм, тура телмәр, диалог, айырымланыу күренештәре менән эш итә белеү;

- бөтә төр анализдар:фонетик, лексик, морфологик, һүҙьяһалыш, синтаксик, стилистик анализдарҙы үтәү;

- орфоэпия, графика, офография ҡағиҙәләре;

- текст һәм уның эсендәге һөйләмдәр, уларҙың стилдәре;

- телмәр төрҙәре (типтары) буйынса анализдар;

- һүрәтләү сараларын текстан таба белергә һәм ҡулланырға тейеш, башҡорт теленең һүҙлек байлығын белергә тейеш.

Алынған белем һөҙөмтәләре ниндәй булырға тейеш.

  • фонетика, өн-хәреф, һүҙьяһалыш, һүҙ төҙөлөшө, ябай, ҡушма һөйләм синтаксисы, стиль төрҙәре, лексика буйынса анализ яһай белеү;

  • һүҙбәйләнеш, ябай, ике составлы һөйләмдәр, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе таный, анализлай, төҙөй белеү;

  • стилистик, синтаксик законлыҡтарҙы айыра белеп, телмәр ҡағиҙәләрен тәртипкә килтерә белергә тейеш;

  • һөйләү һәм яҙыу телмәрендә лексик күренештәр менән эш итә белергә, төрлө стилдәге һүҙҙәр ҡуллана белергә тейеш;

  • бөтә төр анализдарҙы яһай белергә, морфологик, синтаксик

бәйләнештәрен схематик күрһәтә белергә тейеш;

- дөйөм тел байлығын үҫтереүҙә уҡыусының үҙ урынын билдәләй алыуы:

Белемдәрҙе тикшереү өсөн төп контроль эштәр төрҙәре.


-диктанттар: контроль, аңлатмалы, һүҙлек, ижади, ирекле, схематик, график, “үҙ-үҙемде тикшерәм”;

-тексҡа комплекслы анализ. (БДИ форматында);

- иншалар: һүрәтләү, ижади, публицистик, фекерләү;

- изложениелар: ижади эш менән, ирекле, инша элементы менән;

- тест;

- телдән яуаптар;

- күнекмәләр;


Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 68 сәғәт бирелә, аҙнаға – 2 сәғәт, шуларҙың 4 сәғәте – телмәр үҫтереү, 8 –е контроль эштәр өсөн бүленә.


9 класс өсөн ҡулланыу әсбаптары, методик күрһәтмәләр.

1. . Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В Башҡорт теленән программалар. (5-11 кластар өсөн): Өфө, 2002.-130 б.

2. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Әсә теле: Өфө, Китап, 2009.- 166 б.

3. . Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Әсә теле. Дидактик материалдар. 8-9 кластар өсөн.- Өфө, Китап, 2009.-286 б.

4. 3. Толомбаев Х.А. Атнағолова С.В. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы: 5-9 кластар. – 2-се баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.

4. Ғималова М.Ғ. Рәхимова С.М. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы: 5-9 кластар. - 3-сө баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.

5. 8-9 кластар өсөн “Әсә теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр: - Өфө, Китап, 2006. – 112 б.

6. Усманова М.Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа: - Өфө, Китап, 2007. – 111 б.

7. Шарапов И.А. Башҡорт теленән (5-9 кластар) һәм әҙәбиәтенән (5-9 кластар) тест һорауҙары: Өфө, Китап, 2001, 296 б.

Һүҙлектәр.

  1. Агишев И.М. Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге: -2 томда, Мәскәү, 1993. – 987 б.

  2. Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек: -2 томда, Өфө, Китап, 2005. -677 б.

  3. Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004. – 527 б.

  4. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө, 2006. -337 б.

  5. Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007. – 172 б.

  6. Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009. – 343 б.

  7. Әхтәмов М.Х. Синонимдар һүҙлеге: Өфө, 2006. – 250 б.

9 класс. Башҡорт теле. Аҙнаға 2 сәғәт.Бөтәһе-68 сәғәт


Дәрес темалары

Дәрестең маҡсаты,

йөкмәткеһе


Мәғлүмәти йыһаз

Өйгә эш

Үткәре-ләсәк көн

Үткән

көн

Иҫкәрмә

1.

Йәмғиәт тормошонда телдең роле.

Тел фәнен ни өсөн мотлаҡ өйрәнергә кәрәк?

Тел тураһында дөйөм төшөнсә биреү


дәреслек

5-10-сы биттәрҙән уҡырға



Тел – үҫә барыусы ижтимағи күренеш

2.

Башҡорт теле-башҡорт халҡының милли теле.

Иҫке төрки теле., хәҙерге башҡорт әҙәби теле менән сағыштырыу

Дәреслек

презентация

6-сы күнегеү эшләргә, 18-се бит.



Үҙләштерелгән маиериалды үҙ-ара тикшереү өсөн һорауҙар менән эш

3.

Диагностик диктант “Күңелендә халыҡ тойғрһо”

Уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү.

Дик. Йыйынтығы, 220-се бит.

7-се күнегеүҙе эшләргә.



Яңы һүҙҙәр менән эш.

4.

Хаталар өҫтөндә эш.Башҡорт теле башҡа ҡәрҙәш телдәр араһында.

Башҡорт телендәге текстарҙы башҡа тел үрнәктәре менән сағыштырыу.

дәреслек

12-се күнегеүҙе эшләргә.



Төркөмәлрҙә эш

5.

Әҙәби тел һәм диалект.

Диалект үрнәктәре менән танышыу

Дәреслек презентация

Миҫалдар яҙып килергә.



Тәтешле һөйләшен әҙәби һөйләш менән сағыштырыу

6.

Башҡорт теленең диалектары.Эш ҡағыҙы.

Көнсығыш, Көньяҡ, көнбайыш диалект үрнәктәрен өйрәнеү. Эш ҡағыҙҙары тултырыу нормалары менән таныштырыу.

дәреслек

Эш ҡағыҙҙары яҙып ҡарарға.



Ғариза, акт,

Белдереү, аңлатма бойороҡ һ.б.

7.

Т.ү. Өйрәнеү изложенияһы.Михась.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Изложение йыйынтығы, 200-202-се бит.

Яҙып бөтөрөргә.



Аңлатмалы һүҙлектәр менән эш

8.

Башҡорт әҙәби теле һәм уның үҫеше.

Өҙөби телдең тормоштағы роле, бөгөнгө тормошта үҫеше менән сағыштырыу.

дәреслек

36-сы биттәге һорауҙарға яуаптар бирергә, телдән.




9.

Хәҙерге осорҙа әҙәби тел үҫеше.

Ваҡытлы матбуғатҡа күҙәтеү. Әҙәби тел үҫешкән сфераларҙы һанау.

дәреслек

34-36-сы бит. Уҡырға.



Матур әҙәбиәт тураһында һөйләшеү.

10.

Ике теллелек.Иншаға әҙерлек.

Ике теллелектең төрҙәрен билгеләү. Ҡатнаш ике теллелектең саф ике теллелектән ниндәй яҡтары менән айырылыуын күҙәтеү..

Дәреслек һүҙлектәр

Инша яҙырға әҙерләнеп килергә.



Туған тел тураһында шиғыр һәм инша үрнәктәре уҡыу.

11.

Т.ү. Инша.”Уй күрке-тел,тел күрке-һүҙ”.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү, туған телгә һөйөү тәрбиәләү.

дәреслек

Иншалар йыйынтығы

Яҙып бөтөрөргә.



Өҫтәмә әҙәбиәт менән эш.

12.

Стилистика тураһында төшөнсә.Әҙәби телдең функциональ стилдәре.

Стилистика тураһында төшөнсә биреү. Стилдәрҙең төп үҙенсәлектәрен билгеләү.

дәреслек

Стиль төрҙәрен ятларға.



Терәк таблица менән эш.

13.

Йәнле һөйләү стиле.Әҙәби телдең функциональ стилдәре.

Уҡыусыларҙың дөйөм ҡулланған стилен айырып күрһәтеү. Тасуири уҡыу, интонацияны диктофонға яҙҙырып тыңлау

дәреслек

29-сы күнегеүҙе эшләргә, 50-се бит.




14.

Матур әҙәбиәт стиле.

Матур әҙәбиәт стиленең ҡулланылған осраҡрын. билгеләү.

дәреслек

35-се күнегеүҙе эшләргә.




15.

Т.ү. Контроль изложение.Мөхәббәт.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү

Изл. Йыйынтығы 193-194-се биттәр.




Мөхәббәттең төрлө була алыуына әңгәмә ҡороп һөйләшеү.

16.

Фәнни стиль.

Фәнни стиль өлгөләрен ҡарау.

дәреслек

41-се күнегеүҙе эшләргә.



Телмәр үҫтереү

17.

Публицистик стиль.

Публицистик стилгә миҫалдар ҡарау, “Бейеү сәнғәтенең йондоҙо” тексы буйынса публ. Ситлгә ҡарағанлығын иҫбат итеү.

дәреслек

46-сы күнегеүҙе эшләргә.



Экологик темаға “Мин тыуған яғымды ни өсөн яратам?” темаһына инша яҙыу.

18.

Рәсми эш ҡағыҙҙары стиле.

Рәсми эш ҡағыҙҙары стиленнең ҡулланылышын күҙәтеү. Миҫалдар яҙыу ҡарау.

дәреслек

52-се күнегеүҙе эшләргә.




19.

Биремле диктант. “Халыҡ улы”

Белем кимәлен тикшереү.

Дик. Йыйынтығы 228-се бит.

Үтелгәндәрҙе тикшерергә.

19.11


В.Г.Белинский тураһында мәғлүмәт биреү

20.

Хаталар өҫтөндә эш.Хаттар стиле.

Орфограммаларҙы иҫкә төшөрөү. Телмәр үҫтереү, хат яҙыу

дәреслек

58-се күнегеүҙе эшләргә.




21.

Т.ү.Эш ҡағыҙҙары яҙыу.

Үтелгәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау.

дәреслек

77-се биттәге һорауҙарға яуап биреү.




22.

Һүрәтләү саралары.Эпитет,сағыштырыу,метафор

Һүрәтләү саралары тураһында төшөнсә биреү, уҡылған әҫәрҙәрҙән миҫалдар күсереп яҙыу.

дәреслек

76-сы күнегеүҙе эш.



К.Әхмәтйәнов “Әҙәбиәт теорияһы”

23.

Синонимдар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Синонис һүҙҙәр белеү һәм телмәрҙәге роле тураһында фекер алышыу. Һүҙлек өҫтөндә эш

дәреслек

87-се күнегүҙе эш.



Синонимдар һүҙлеге буйынса эш.

24.

Грамматик синонимдар.

Грамматик синонимдарҙың үҙ ара айырмаһын билгеләү.

дәреслек

92-се күнегеүҙе эшләргә.




25.

Т.ү.контроль инша. “Еремә ҡыш килә”.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү, туған яҡ тәбиғәтенең ҡышҡы күренешен күҙәтеү.

дәреслек

Яҙып бөтөрөргә.



Ҡыш һүрәттәре.

26.

Тасуирлауҙа антитезаны файҙаланыу.

Антитеза – ҡапма-ҡаршы ҡуйыу һүҙҙәрен өйрәнеү.Уларҙың телмәрҙәге ролен билгеләү.

дәреслек

95-се күнгеүҙе эш.




27.

Һүҙҙе һәм уның формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

Һүҙ көсө тураһында аңлатыу.

дәреслек

100-сө күнегеүҙе эшл.




28.

Контроль диктант. “Төрлө дуҫтар була”

белем кимәлен тикшереү

Дик. йыйынтығы 231-се бит.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға





29.

Хаталар өҫтөндә эш.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Орфограммаларҙы ҡабатлау

дәреслек

Һорауҙарға яуап биреү, 110-сы бит.




30.

V-lX кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Үтелгән темаларҙы иҫкә төшөрөү

дәреслек

102-се күнегеүҙе эшл.




31.

Контроль ҡырҡым. “Хәтер”

Белем кимәлен тикшереү

Дик. йыйынтығы 231-се бит.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға




32.

Хаталар өҫтөндә эш.Орфоэпия буйынса ҡабатлау.

Хаталарҙы киҫәтеү.

дәреслек

105-се күнегеүҙе эшләргә.




33.

Графика.Өн һәм хәреф.Алфавит.

Дәреслектән 112-122-се биттәрҙәге күнегеүҙәр буйынса эшләү.

дәреслек

120-се күнегеүҙе эшләргә.




34.

Башҡорт теленең орфографияһы.

дөрөҫ яҙыу, дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү

дәреслек

121-се күнегүҙе эшл.

3-с2 сирек



35.

Орфоэпия.Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеш ҡағиҙәләре.

дәреслек

124-се күнегеүҙе эшл.




36.

Лексика.Башҡорт теленең һүҙлектәре.

Һүҙлектәр буйынса мәғлүмәт биреү, тәржемә эше.

Дәреслек

Электорн дәреслек

127-се күнегеүҙе эшләргә.




37.

Т.ү.Инша.”Тыуған яғым-алтын бишегем”.

Белем кимәлен тикшереү, бәйләнешле телмәр үҫтереү

дәреслек

Яҙып бөтөрөргә




38.

Һүҙьяһалыш.

Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын һанау, миҫалдар яҙыу

дәреслек

136-сы күнегеүге эшл.





39.

Морфология.Исемдәргә морфологик анализ.

Һүҙ төркөмдәренә айырым морфологик анализ эшләү.

дәреслек

146-сы күнегеүҙе эшл.




40.

Сифат.Сифаттарға морфологик анализ.

Сифа т һүҙ төркөмөн ҡабатлау.

дәреслек

149-сы күнегүҙе эшләргә.




41.

Т.ү.Контроль изложение “Килен төшөрөү”.

Белем кимәлен тикшереү. Телмәр үҫтереү.

Дик. йыйынтығы 228-се бит.

Яҙып бөтөрөргә.




42.

Алмаш.Һандар.Морфологик анализ.

5-8-се класта өйрәнгән темаларҙы иҫкә төшөрөп ҡабатлау.

дәреслек

152-се күнгеүҙе эшл.




43.

Ҡылымдарҙы ҡабатлау.

Ҡылым һөйкәлештәрен ҡабатлау.

Дәреслек

153-сө күнегеүҙе эшләү.




44.

Рәүеш.Рәүештәргә морфологик анализ.

Морфологик анализ эшләү.

дәреслек

155-се күнегеүҙе эшл.




45.

Морфологик анализ өлгөләре.

дәреслек

157-се күнегеүҙе эшл.




46.

Т.ү.иншаһы.Нимә ул ғәҙеллек?

Бәйләнешле телмәр үҫтереү

дәреслек

Яҙып бөтөрөгә.





47.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәренең үҙ аллы һүҙ төркөмдәренә ҡарағандағы айырмаһы.

дәреслек

162-се күнегеүҙе эшл.




48.

Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Һөйләм төҙөлөшөн ҡабатлау. Хәбәр, ябай ҡылымдан килгән хәбәр, ҡушма хәбәр төрҙәрен ҡабатлау.

дәреслек

Дид. материал

Дид. Материал буйынса




49.

Ябай һөйләм синтаксисы.

Ябай һөйләм төҙөлөшөн өйрәнеүҙе дауам итеү.

дәреслек

169-сы күнгееүҙе эшл.




50.

Контроль диктант.

Белем кимәлен тикшереү.

дәреслек

Үтелг. Ҡабатларға.




51.

Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре ҡуйылышын ҡабатлау .

Дәреслек

Дид. материал

Тем абуйынса сығыш әҙерләргә.




52.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре буыйнса ҡабатлау, 8-се класс материалын иҫкә төшөрөү.

Дәреслек

Дид. материал

Дид. материалдан




53.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр

Дәреслек

Дид. материал

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре ҡуйылышы тураһында һөйләргә.




54.

Т.ү. инша.

Яҙғы күренештәр”.

Тәбиғәтте күҙәтеп телмәр үҫтереү

дәреслек

Дид. материал

Яҙып бөтөрөргә



Яҙ күренешенә карттиналар ҡарау

55.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Үтелгәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау

Дәреслек

Дид. Материал


Миҫалдар яҙырға.




56.

Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләре.

Карточкалар буйынса эшләү

дәреслек

Дид. материал

Карточкалар буйынса



Үҙ аллы эшләү

57.

Өтөр ҡуйылыу осраҡтары.

Схемалар буйынса һөйләм төҙөү

Дид. материал


256-сы күнегеүҙе эшләргә.




58.

Нөктәле өтөр ҡуйылыу осраҡтары.

Орфограммалар буйынса ҡабатлау

дәреслек

Дид. материал

273-сө күнегеүҙе эшл.



8-се класс дәреслеге

59.

Контроль ишна. “Минең яҡты хыялдарым”.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү



Яҙып бөтөрөргә



Үрнәк иншалар уҡыу

60.

Һыҙыҡ ҡуйылыу осраҡтары.

Күнегеүҙәр үтәү аша орфограммаларҙы иҫкә төшөрөү

Дид. материал

276-сы күн. эшл.




61.

Ике нөктә ҡуйылыу осраҡтары.

Таблица тултырыу “Тыныш билдәләре”

Дид. материал

286-сы күн. эшләргә.




62.

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Иҫкә төшөрөп ҡабатлау

Дид. материал

291-се күн. эшләргә.




63.

Морфология буйынса тестар.

Белем кимәлен тикшереү

Дид. материал

Ҡабатларға.




64.

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Дид. Материал буыйнса күнгеүҙәр эшләү

Дид. материал

Дид. Материал буйынса




65.

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Үтелгән темаларҙы системаға һалып ҡабатлау. Карточкалар буйынса эш.

Дид. материал

Карточкалар буйынса



Күрмә диктант яҙыу

66.

Контроль диктант.

Белемде тикшереү

Дид. материал

Ҡабатларға




67.

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Хаталарҙы киҫәтеү. Һүҙлек диктант яҙыу, орфограммаларҙы аңлатыу

Дид. материал

Тыныш билдәләре ҡуйылышын ҡабатлау.



Күмәк эш

68.

Үтелгәнде системалаштырыу.

Дөйөмләштереп ҡабатлау

дәреслек

Үтелгән темаларҙы ҡабатларға.






Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 22 ноября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru


Общая информация

Номер материала: ДВ-267764
Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 22 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>