Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку (5 класс)
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Рабочая программа по башкирскому языку (5 класс)

библиотека
материалов



































2.Пояснительная записка.

Настоящая рабочая программа по башкирскому языку для основной общеобразовательной школы 5 класса составлена на основе следующих нормативно-правовых документов:


1. Федеральный закон от 29.12.2012 № 273-ФЗ (ред. от 25.11.2013) «Об образовании в Российской Федерации» (с изм. и доп., вступ. в силу с 01.01.2014 г.) 
2.Региональный базисный учебный ОУ РБ, утвержденный приказом Минобразования РБ № 905 от 29.04.2015г.

3. Приказ Минобразования России от 31 января 2012 г. №69 «О внесении изменений в федеральный компонент государственных образовательных стандартов начального общего, основного общего и среднего (полного) общего образования, утвержденный приказом министерства образования Российской Федерации от 5 марта 2004 г. №1089.
4. Федеральный перечень учебников, рекомендуемых к использованию при реализации имеющих государственную аккредитацию образовательных программ начального общего, основного общего, среднего общего образования (приказ Минобнауки России от 31.03.2014 №253) 
5. Учебный план МБОУООШ д. Усть -Табаска -филиал МБОУ СОШ д. Кунгак МР Аскинский район РБ на 2015-2016 учебный год.
6.
Рабочая программа по башкирскому языку полностью соответствует федеральному компоненту государственного стандарта общего образования по родным языкам для общеобразовательных учреждений, примерной программы основного общего образования по башкирскому языку. « Башҡорт теле » 5 класс. Ғәбитова З.М., Усманова М. Ғ.

7.Календарь учителя на 2015-2016 учебный год.









2.Аңлатма яҙыу



Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды. (Рәсәй Федерацияһы. Рәсәй Федерацияһының мәғарифы хаҡында федераль законы. № 273 –ФЗ 29.12.2012 йылдан. – Ростов н\Д : Легион , 2013). Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү өс төрлө программа нигеҙендә алып барыла:

1) Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.

2) Башҡорт теленән программа.(V-XI кластар өсөн) БР Мәғариф министрлығы. Ижевск:КнигоГрад,2008.

Башҡорт теленән программа(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.

Программа телде өс йүнәлештә

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу

- телдең системаһын өйрәнеү

- бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота, милли тәрбиә лә ҡарала.





3.Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.

Рус мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың төп бурысы балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.

Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Дәрестәрҙә уҡыусыларҙан диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

  • Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

  • Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

  • Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

  • Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

  • Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

  • Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

  • Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

  • Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә,түбәндәге принциптарға нигеҙләнәнергә кәрәк:

1. Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.

2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.

Шул нигеҙҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды,радио-телетапшырыуҙарын аңларға өйрәтеү (аудирование);

2. Башҡорт теленең өндәрен,һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар,ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү(говорение).

3. Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге,уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”,”Аҡбуҙат”,”Аманат”,”Шоңҡар”,”Йәшлек” гәзит-журналдарын үҙаллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү(чтение)

4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу(элементарное письмо.)

5. Башҡорт телен өйҙә,йәмәғәт тормошонда,хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

6.Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп,балаларҙы башҡорт халҡының тарихы,мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,милли йолалары,башҡорт халҡының күренекле шәхестәр, уларҙың эшмәкәрлеге,ижады һ.б. менән таныштырыу,балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,башҡорт халҡына,үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

4.Уҡыу планында предметтың урыны.

Уҡыу планында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 5 класта 70 сәғәт (аҙнаһына 2 сәғәт) бүленгән.

5.Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫинтонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу. Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;

2) һүҙлек диктанты;

3) ғәҙәти диктанттар;

4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;

5) изложениелар;

6) иншалар.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Эш төрҙәре

Күсереп яҙыу-1

Һорауҙарға яуаптар яҙыу-1

Диктант-3

Изложение-1

Инша-1


Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.

Диктанттарҙы баһалау.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр инә.Грамматик эштәр өҫтәп бирелгәндә,диктант текстары бер аҙ ҡыҫҡартыла.Орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: III- 5/2 , IV-6/2 , V -8/3 VI-10/3 , VII -12/6, VIII-14/6, IX-16/6

Диктантты баһалағанда төҙәтелә,әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;

4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.

Тупаҫ булмаған хаталар:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» - хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә: 1/0, 1/2, 0/2.

«4» - 2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион: 2/2, 1/3, 2/3,3/3, 1/5, 0/7.

«3» - 4 орфографик, 4 пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4, 3/5, 3/6,

өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.

«2» - 9 орфографик, 9 пунктуацион: 8/10, 9/9.

«1» - уҡытыусы ҡарамағында.
Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:

«5» - бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.

«4» -эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.

«3» - яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.

«2» - бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).

Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.





Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенеңҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү; танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре:

башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә).

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;

- уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫбаҫым ҡуйыу;

төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙеҡулланыу; тыңлап аңлауҙа:

уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм шәхси хат яҙыу.

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү; өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү; ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; үҙ-үҙеңде баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү; балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү; балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында: уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Уҡыу курсының йөкмәткеһе

5 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:
“Һаумы,мәктәп!”,”Үҙем тураһында”,”Йыл миҙгелдәре”,”Башҡортостаныңды беләһеңме?”, ”Кеше.Тән ағзалары.”,”Яңы йыл менән”,”8 Март-ҡатын-ҡыҙҙар көнө”,”Яҙ етте”,”Яҙғы эштәр”.

Грамматика буйынса блок-темалар:”Исем (исемдәрҙең һан,килеш менән үҙгәреше), ”Алмаш”, ”Ҡылым. (зат,һан менән үҙгәреше)”, ”Һан”, ”Лексика.Синоним.

Омоним. Антоним.

Календарь-тематик план

Дәрестәр темаһы

Дәрестәр һаны

Дәрес төрө

Үткәрелеү датаһы

План

Факт

  1

Белем көнө. Башҡорт теленең өн-хәрефтәре.

1


03.09


  2

Беҙҙең ғаилә. Исем.

1


04.09


  3

Беҙҙең мәктәп. Исемдәрҙең күплек ялғауы.

1


10.09


  4

Тикшереү  диктанты. «Каникулда».

1

контроль

11.09


  5

Минең мәктәбем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше.

1

ҡатнаш

17.09


  6

С.Әлибай. «Яҡшы». Һөйләмдә һүҙҙәр  тәртибе.

1

ҡатнаш

18.09


  7

Беҙҙең класс. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

1

ҡатнаш

25.09


  8

Ҡурай моңо. Сифат.

1

ҡатнаш

01.10


  9

Үҙем тураһында. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1


02.10


  10

Мәктәпкә барғанда. Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1


08.10


  11

Телмәр үҫтереү.  Инша. «Минең  бер  көнөм».

1


09.10


  12

Икмәк – ҡәҙерле аҙыҡ. Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

ҡатнаш

15.10


  13

Беҙҙең ғаилә. Күплектәге исемдәрҙең килеш  менән үҙгәреше.

1

ҡатнаш

16.10


  14

Беҙҙең әсәй. Алмаш. Зат алмаштары

1

ҡатнаш

22.10


  15

Минең ғаиләм. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

1

ҡатнаш

23.10


  16

Контроль  диктант. «Көҙгө  урман».

1

контроль

29.10


  17

Минең ҡустыларым. Хаталар өҫтөндә эш.

1

ҡатнаш

30.10


  18

Йыл миҙгелдәре. Һорау алмаштары.

1

ҡатнаш

05.11


  19

Минең бүлмәм. Күрһәтеү алмаштары.

1

ҡатнаш

06.11


  20

Мин яратҡан миҙгел. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

1

ҡатнаш

12.11


  21

Һорауҙарға яуаптар. Билдәһеҙлек алмаштары.

1

ҡатнаш

13.11


  22

Дүрт ҡыҙ. Билдәләү алмаштары.

1

ҡатнаш

19.11


  23

Көҙ – рәссам. Юҡлыҡ алмаштары.

1

ҡатнаш

20.11


  24

Ҡәләмдәр. Тестар буйынса эш.

1

ҡатнаш

26.11


  25

Телмәр  үҫтереү.  Инша. «Яратҡан  йыл  миҙгелем».

1


27.11


  26

Урал – башҡорт иле. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ  исемдәр.

1

ҡатнаш

03.12


  27

Башҡортостан райондары һәм ҡалалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

ҡатнаш

04.12


  28

Ф.Ғөбәйҙуллина. «Башҡортостан флагы». Исемдәр.

1

ҡатнаш

10.12


  29

С.Юлаев. «Уралым». Исемдәр.

1

ҡатнаш

11.12


  30

Контроль  диктант. «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ».

1


17.12


  31

Башҡортостанды беләһегеҙме? Хаталар өҫтөндә эш.

1

ҡатнаш

18.12


  32

М.Кәрим. «Уҡыусыға». Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

1

ҡатнаш

24.12


  33

Тән ағзалары. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

1

ҡатнаш

25.12


  34

Хәрәкәттә – бәрәкәт. Ҡылым.

1

ҡатнаш

14.01


  35

Дарыу үләндәре. Ҡылым.

1


15.01


  36

Телмәр  үҫтереү.  Изложение.  «Аҡыллы  турғай».

1


21.01


  37

Декабрҙә. Ҡылым.

1

ҡатнаш

22.01


  38

Тау шыуғанда. Ҡылымдарҙың һорауҙары.

1

ҡатнаш

28.01


  39

Ҡ.Даян. «Шыршы». Ҡылымдарҙың  зат  һәм һан менән үҙгәреше.  

1

ҡатнаш

29.01


  40

А.Исмәғилев. «Яуа ҡарҙар». Ҡылымдарҙың  зат һәм һан менән үҙгәреше.

1

ҡатнаш

04.02


  41

А.Игебаев. «Ҡар өй». Ҡылымдарҙың зат һәм  һан менән үҙгәреше.

1


05.02


  42

Яңы йыл ҡайҙа нисек үтә? Ҡабатлау.

1


11.02


  43

Телмәр үҫтереү.  Изложение.  «Ғинуар».

1

контроль

12.02


  44

Аҙыҡ-түлек магазинында. Исемдәр.

1

ҡатнаш

18.02


  45

Ф.Туғыҙбаева. «Яңы күлдәк». Синонимдар.

1

ҡатнаш

19.02


  46

Г. Ғәлиева. «Икмәк». Синонимдар.

1

ҡатнаш

25.02


  47

Беҙҙең уңыш.  Синонимдар.  

1

ҡатнаш

26.02



  48

Ф.Туғыҙбаева. «Тыуған көн». Синонимдар.

1

ҡатнаш

03.03


  49

Ф.Мөхәмәтйәнов. «Әсәйем». Антонимдар.

1

ҡатнаш

04.03


  50

Ғ.Байбурин. «Яратам мин илемде». Антонимдар.

1

ҡатнаш

10.03


  51

З.Әхмәтйәнова. «Нәби менән әбей».  Антонимдар.

1

ҡатнаш

11.03


  52

Контроль диктант. «Көләс булһын әсәйҙәр!»

1

контроль

17.03


  53

Ә.Ихсан. «Яҙ». Омонимдар.

1

ҡатнаш

18.03


  54

В.Овсеева. «Әбей». Омонимдар.

1

ҡатнаш

24.03


  55

Минең дуҫым компьютер. Алмаштар.

1

ҡатнаш

07.04


  56

Ҡоштар ҡасан ҡайта? Алмаштар.

1

ҡатнаш

08.04


  57

Ф.Рәхимғолова. «Еңеү көнө».  Һорауҙар  төҙөү.

1


14.04


  58

Телмәр үҫтереү. Инша. «Еңеү көнө».

1

контроль

15.04


  59

К.Ушинский. «Баҡсасы һәм уның улдары». Йы, йе, йо, йү ҡушым-талары.

1

ҡатнаш

21.04


  60

Эш ҡоралдары. Һан.

1

ҡатнаш

22.04


  61

Яҙҙың тәүге сәскәһе. Һан.

1

ҡатнаш

28.04


  62

Ә.Әсәҙуллина. «Өмәлә». Ҡабатлау.

1

ҡатнаш

29.04


  63

Ҡуҙғалаҡ, йыуа байрамы. Ҡабатлау.

1

ҡатнаш

05.05


  64

Телмәр үҫтереү. Картина буйынса хикәйә төҙөү.

1

ҡатнаш

06.05


  65

Ҡарға бутҡаһы. Алмаштар темаһын ҡабатлау.

1

ҡатнаш

12.05


  66

Контроль диктант. «Яңғыҙ  ҡайын».

1

контроль

13.05


  67

Урманда. Исемдәр.

1

ҡатнаш

19.05


  68

Һабантуй. Хаталар өҫтөндә эш.

1

ҡатнаш

20.05


  69

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау.

1

ҡатнаш

26.05


 70

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау

1

ҡатнаш

27.05






12



Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 31.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров173
Номер материала ДВ-398608
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх