Инфоурок Начальные классы Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку 1-4 классы

Рабочая программа по башкирскому языку 1-4 классы

Скачать материал

Аңлатма яҙыу.

Башҡорт теленән эш программаһы 1-4 кластарҙа түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

-  Федераль дәүләт белем биреү стандарттары ; Төп дөйөм белем биреү,  Рәсәй Федерацияһының Фәндәр һәм Мәғариф министрлығының 2009 йылдың 06 октябрендәге  № 373 приказына ярашлы

-Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән  дөйөм белем биреү программаһы( Приказ Министерства  образования и науки Российской Федерации от 30 августа 2013 г. № 1015 г. Москва ;

-Башҡортостан Республикаһы  Ейәнсура районы муниципаль район  Иҫәнғол ауылы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү автоном учреждениеһының  2016-2017 уҡыу йылына ҡабул ителгән Уҡыу планы.

-Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына  (Приказ Министерство образования и  науки РФ. № 373 от 06.10.2009г.)

-Уҡытыусының эш программаһы тураһында ҡағиҙәләр ”.  Приказ №  83     17.06.2016.

      Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән был уҡыу программаһы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо

Эш программаһын  бойомға ашырыу өсөн уҡытыу –методик комплектар;

-Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт  мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программаһы  / төҙ.: Р. Д. Салауатова.- Өфө; Китап, 2016-  Икенсе быуын стандарттары

-Сынбулатова Ф.Ш. ,  Ислам2олова Ы. Ә.  Әлифба; Дөйөм белем биреү учреждениеларының 1- се класы өсөн дәреслек. -Өф7: Китап,    2013.-148  бит

-Сынбулатова Ф. Ш., Иҡсанова Р. М., Хузина З. Г. Әлифба дәреслегенә методик ҡулланма.  Өфө: Китап,2012 йыл.

-Сынбулатова Ф.Ш. ,  Вәлиева Г. Ә. Башҡорт теле; Дөйөм белем биреү учреждениеларының 1-4 се кластары өсөн дәреслек. -Өфө: Китап, 2013

- Сынбулатова Ф.Ш. Башҡорт теле дәреслегенә 1-4 кластар өсөн эш дәфтәре. –Өфө ; Китап,2016

- Сынбулатова Ф.Ш. Башҡорт теле дәреслегенә 1-4 контроль эштәр дәфтәре.Өфө; Китап, 2013

- Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

-Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994

-Башҡортостан Республикаһы  Ейәнсура районы муниципаль район  Иҫәнғол ауылы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү автоном учреждениеһының  2016-2017 уҡыу йылына ҡабул ителгән Уҡыу планы.

-Уҡытыусының эш программаһы тураһында ҡағиҙәләр ”.  Приказ № 83      17.06.2016.

Башҡорт  теленең уҡыу планындағы урыны.

           Башҡортостан Республикаһы  Ейәнсура районы муниципаль район  Иҫәнғол ауылы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү автоном учреждениеһының  2016-2017 уҡыу йылына ҡабул ителгән Уҡыу планы буйынса уҡыу йылына Башҡорт теле буйынса  сәғәттәр һаны 1-се кластарҙа: Грамотаға өйрәтеү-102 сәғәт һәм «Башҡорт теле»- аҙнаға 3 сәғәттән  38 сәғәт. Бөтәһе йылына 140 сәғәт., 2-4-се кластарҙа аҙнаһына 3 дәрес , 35  аҙнанан  һәр класта 105 сәғәт  

          Базис уҡыу планына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә Башҡорт теле предметын өйрәнеүгә башланғыс кластар бөтәһе  460 сәғәт бүленә.

        

Маҡсат:

Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә ҡуйылған иң төп маҡсат - баланы шәхес итеп үҫтереү.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грам­матик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. б.

Этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.

 

Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:

 

-        туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;

 

-        уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;

 

-        башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

 

-        дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;

 

-        башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;

 

-        уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

 

 

Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланма

 

-Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт  мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программаһы  / төҙ.: Р. Д. Салауатова.- Өфө; Китап, 2016-  Икенсе быуын стандарттары

Уҡытыусының уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

-«Башҡортостан уҡытыусыһы»  журналдар йыйынтығы.

- Баһауетдинов М. И., Баһауетдинов Н. М., Йәғәфәрова Г. Н. «Интеллектуаль уйындар» Өфө.

- З.Ѓ. Нафикова, Ф. Ѓ. Аҙнабаева «Тылсымлы өндәр»

- Р. Д. Салауатова  Башҡорт теле буйынса өлгө программаһы.

- Диктанттар йыйынтығы

- Башҡорт теленән изложениелар йыйынтығы

 

Уҡыусылар өсөн уҡыу комплекты:

-.Сынбулатова Ф.Ш. ,  Исламғолова Ы. Ә.  Әлифба; Дөйөм белем биреү учреждениеларының 1- се класы өсөн дәреслек. -Өф7: Китап,    2013.-148  бит

-.Әлифба  1 кластар өсөн электрон дәреслек.

-.Сынбулатова Ф. Ш., Иҡсанова Р. М., Хузина З. Г. Әлифба дәреслегенә методик ҡулланма.  Өфө: Китап,2012 йыл.

- Сынбулатова Ф.Ш. ,  Вәлиева Г. Ә. Башҡорт теле; Дөйөм белем биреү учреждениеларының 1-4 се кластары өсөн дәреслек. -Өфө: Китап, 2013

- Сынбулатова Ф.Ш. Башҡорт теле дәреслегенә 1-4 кластар өсөн эш дәфтәре. –Өфө ; Китап,2016

- Сынбулатова Ф.Ш. Башҡорт теле дәреслегенә 1-4 контроль эштәр дәфтәре.Өфө; Китап, 2013

 

Өҫтәлмә әҙәбиәт

- Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

- Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

- Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

 -  Журналдар:  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

- Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һынамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

- Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

- Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996 

 

 

Материал - техник  ҡулланмалар

Аудиокассеталар:

Фәиз Шәрипов. Сыңрай  ҡурайDANCE, Өфө, Моң.

CDдиск:

Мөхәррәм Сәлимов башҡарыуындабалаларйырҙары.

Федеральный Государственный Образовательный Стандарт

http: //standart, edu.ru

Каталог образовательных ресурсов сети Интернет для школы

http:katalog/ iot.ru/

 

Интернет ресурстар

Министерство образования и науки Российской Федерации

http: //mon.gov.ru/prov /fgos/

Федеральный Государственный Образовательный Стандарт

http: //standart, edu.ru

Каталог образовательных ресурсов сети Интернет для школы

http:katalog/ iot.ru/

 

 

Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

шәхси үҫеш кимәле;

метапредмет кимәле;

предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлашты рыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

 

1-се класс

Шәхси үҫеш кимәле

«Башҡорт теле» предметын үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя:

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

-тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-укылған әҫәрҙәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

-уҡытыусы ярҙамында әшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

Танып белеү эшмәкәрлеғе:

-дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

-бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-фекереңде телдән формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;

-тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

-тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.

Предмет үҙләштереү кимәле

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;

-тексты ентекле һөйләй белеү;

-хикәйә төҙөү;

-һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;

-баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.

 

2-се класс

Шәхси үҫеш кимәле

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

-тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларың менән бүлешеү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-башҡа кешеләрҙең яҙма һәм һөйләү телмәренә иғтибар итеү (интонация, темп, тон, һүҙҙәр һәм тыныш билдәләренең ҡулланылышы һ. б.).

Был һөҙөмтәләргә ирешеүҙең сараһы булып дәреслектәге күнегеүҙәр тора.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрдеге:

-уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-планлаштырыу;

-һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау;

-дәрестә эш барышын һөйләп аңлатып барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында фекер, фараз менән уртаҡлашыу;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү;

-тикшереү;

- төҙәтмәләр индереү;

- баһалау.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

-дәреслектең, һүҙлектәрҙең, белешмәләрҙең айышына төшөнөү (йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, таблицаларҙан, схемаларҙан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

-күмәкләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

-ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү;

-бер төрлө информацияны икенсе төрлө формаға үҙгәртеү.

Аралашыу әшмәкәрлеге:

-үҙеңдең фекереңде телдән һәм яҙма рәүештә формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау, телмәрҙең темаһын, терәк һүҙҙәрен билдәләү;

-тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү, аралашыу тураһында килешеү;

-парлап, төркөмләп эшләргә өйрәнеү, төрлө ролдәр үтәү (башҡарыусы йәки лидер).

Предмет үҙләштереү кимәле

-уҡытыусы йәки уҡыусыларҙың һөйләгән тексын ишетеп ҡабул итеү;

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡыу;

-текстың исемен (атамаһын) аңлау, тексҡа исем һайлап алыу йәки ҡушыу;

-тексты өлөштәргә бүлеү, һәр бүлеккә исем ҡушыу (план төҙөү);

-ентекле йәки һайланған өлөштөң йөкмәткеһен һөйләү;

- тексты ентекле һөйләй белеү;

-ҡыҫҡа хикәйә төҙөү;

-һүҙҙең өндәрен дөрөҫ атау, һүҙҙе ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙе табыу, телдән өн-хәреф анализы яһау;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу;

-баҫма тексты дөрөҫ итеп күсереп яҙыу, яҙылғанды өлгө менән сағыштырып тикшереү;

-һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе, 30-40 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙыу;

-һүҙҙәрҙең ауыр яҙылышлы урындарын күреү һәм дөрөҫ яҙыу;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын, географик атамаларҙы, хайуан ҡушаматтарын баш хәреф менән яҙыу; нәҙеклек (ь) һәм ҡалынлыҡ (ъ) билдәләрен, йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсаларын дөрөҫ яҙыу;

- өйрәнелгән ҡағиҙәләргө хаталарҙы табып төҙәтеү;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу, ялғауҙарҙы айыра белеү һәм билдәләү;

-һүҙҙәргә һорау ҡуйыу; кем? нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе

-күреү, һөйләмдә кем йәки нимә тураһында һүҙ барыуын асыҡлау;

-бирелгән һүҙҙәрҙән йәки тема буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-картина йәки бирелгән тема буйынса ҙур булмаған текст төҙөү, уҡытыусы ярҙамында 4-5 һөйләмдән торған тексты дәфтәргә яҙыу.

 

3-сө класс

Шәхси үҫеш кимәле

-Башҡорт теленең матурлығын һәм тасуирлығын тоя белеү, телде  ихтирам итеү;

-үҙ телеңде камиллаштырырға ынтылыу;

-тыуған ереңә, халҡыңа һәм милләтеңә ихтирамлы булыу;

- белем алыу менән ҡыҙыҡыныу;

Метапредмет кимәле

-дәрестең темаһын һәм маҡсатын уҡытыусы ярҙамында билдәләү;

-уҡытыусы мөнән бергә проблеманы хәл итеү планын төҙөү;

-план буйынса эшләү, эшеңде план менән сағыштырыу, төҙәтмәләр индереү;

-уҡытыусы менән диалог барышында баһалау үлсәме критерийҙар төҙөү,

 -үҙеңдең һәм башҡаларҙың эшенең уңышлылығын ошо үлсәм ярҙамында тикшереү.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

-текст мәғлүмәтенең бөтә төрҙәрен уҡыу (текстың үҙен, текстан һуңғы аңлатмаларҙы);

-уҡыуҙың төрлө төрҙәрен ҡулланыу: өйрәнеү, ҡарап сығыу, танышыу;

-төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү (тотош текст, иллюстрация, таблицалар, схемалар);

-һүҙлектәр, белешмәләр менән ҡулланыу;

-анализ һәм синтез эшләү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәре булдырыу.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-телмәр ситуацияһына ярашлы рәүештә үҙ фекереңде телдән һәм яҙма сағылдырыу;

-аралашыу мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында тел сараларын ҡулланыу;

-диалог һәм монолог телмәр төрҙәре менән ҡуллана алыу;

-үҙ фекереңде әйтә һәм дәлилләй алыу;

-башҡаларҙы тыңлау һәм ишетеү, үҙ фекереңде үҙгәртә алыуға әҙер булыу;

-бер фекергә килеү һәм уртаҡ эшмәкәрлек тураһында килешеү, план төҙөү;

-аңлашылмаған мәсьәләләр буйынса һорауҙар биреү.

Предмет үҙләштереү кимәле

-өндәр һәм хәрефтәрҙе, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы айырыу, фонетик ана­лиз яһау;

- һүҙ составы (тамыр һәм ялғауҙар) буйынса тикшереү,  яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы таныу;

-ҡушма һүҙҙәрҙе, ҡушма һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек айырыу билдәләрен, ялғауҙарҙы, нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙы, ҡуш тартынҡыларҙы, тамыр һүҙҙәрҙәге о-ө, ы-е хәрефтәренең ялғау ҡушҡанда ла һаҡланыу һәм яҙылмау осраҡтарын белеү һәм дөрөҫ яҙыу;

-исемдәрҙе, ҡылымдарҙы, сифаттарҙы, ярҙамсы һүҙҙәрҙе таныу һәм программа кимәлендә морфологик анализ яһау;

-һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе айырыу, һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу;

-һөйләү маҡсатына ҡарап, һөйләмде өс төргә бүлеү һәм тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу;

-һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен белеү;

-һөйләмдең тиң киҫәктәрен күреү, теркәүестәр булмаған осраҡта тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу, телмәрҙә һаналып киткән һүҙҙәрҙе ҡулланыу;

-һүҙҙәрҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһен айыра белеү, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе, синоним, антоним, омонимдарҙы белеү һәм телмәрҙә ҡулланыу;

-нығынған һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен аңлатыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу;

-дәреслектән нәфис әҙәбиәтте уҡыу (хикәйә, әкиәт, шиғыр). Тексты логик яҡтан тамамланған өлөштәргә бүлеү. Уларға исем ҡушыу (план төҙөү);

-тәҡдим ителгән текст буйынса ентекле изложение яҙыу.

 

4-се класс

Шәхси үҫеш кимәле

-башҡорт теленең матурлығын, тасуирилығын һәм яғымлылығын тоя белеү һәм уның менән ғорурланыу, башҡорт теле менән  ҡыҙыҡһыныу;

-белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш өсөн кәрәклеген аңлау;

-белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу;

-телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыуға ынтылыштың үҫеүе;

-башҡа халыҡтар мәҙәниәтенә толерантлы мөнәсәбәт булдырыу.

  Метапредмет кимәле

-дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы билдәләү;

-уҡытыусы, коллектив менән бергә йәки үҙ аллы проблеманы хәл итеү планын төҙөү;

-план буйынса эшләү, эшеңде план менән сағыштырыу, кәрәк саҡта

     төҙәтмәләр индереү;                  

 - үҙ-үҙеңә контроллек итеү һәм баһа биреүҙе тормошҡа

       ашырыу.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

-текст мәғлүмәтенең бөтә төрҙәрен уҡыу (текстың үҙен,текстан һуңғы аңлатмаларҙы, өҫтәмә таблицаларҙы, схемаларҙы);

-уҡыуҙың төрлө төрҙәрен ҡулланыу: тулыһынса өйрәнеү, ҡарап сығыу,    танышыу;

-төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү (тотош текс, иллюстра- ция, таблица, схемалар);

-мәғлүмәтте бер төрҙән икенсе тергә әйләндереү (планын төҙөү, схемаһын, таблицаһын эшләү, проектын төҙөү);

-һүҙлектәр, белешмәләр менән ҡулланыу;

-анализ һәм синтез эшләү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәре булдырыу;

-фекерләү һәм хикәйәләү тибындағы текст төҙөү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-телмәр ситуацияһына ярашлы рәүештә үҙ фекереңде телдән һәм

яҙма   сағылдырыу;

-аралашыу мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында тел сараларын

ҡулланыу;

-диалог һәм монолог телмәр төрҙәре менән ҡуллана алыу;

-үҙ фекереңде әйтә һәм иҫбатлай алыу;

  -башҡаларҙы тыңлау һәм ишетеү, үҙ фекереңде яҡлай йәки үҙгәртә алыу;

-бер фекергә килеү һәм уртаҡ эшмәкәрлек тураһында килешеү, план төҙөү;

-аңлашылмаған мәсьәләләр буйынса һорауҙар биреү;

-парлап йәки төркөмләп эшләү барышында аралашыу;

-ғаиләлә, йәштәштәрең менән шәхси үҙ-ара мөнәсәбәттәр, бәхәсле ситуацияларҙың сиселешен хәл итеү.

          Предмет үҙләштереү кимәле

-өн һәм хәрефтәр тураһында үтелгәнде системалаштырыу, һүҙгә тулы фонетик анализ яһау;

-һүҙҙәрҙең составын белеү, тамырҙаш һүҙҙәр табыу, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айырыу, һүҙ составына анализ яһау;

-башҡорт теленең орфограммалары тураһында белемдәрҙе системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙыу. Төрлө тикшереү әштәрен үтәргә өйрәнеү;

-һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын белеү. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә айырыу, уларҙы дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу. Һөйләмдең баш һәм әйәрсән киҫәктәрен табыу. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәрҙе үҙләштереү. Һөйләмдең тиң киҫәктәрен телмәрҙә ҡулланыу, улар араһында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу. Тиң киҫәктәр менән һөйләмдәр уйлау;

-ябай һөйләмгә синтаксик анализ яһау;

-исемдәрҙең йәнле һәм йәнһеҙ предметтарҙы атау функцияһын, грамматик үҙенсәлектәрен белеү, исемдәргә морфологик анализ яһау;

-ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙарын, рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу;

-алмаштарҙың телмәрҙәге функцияһын аңлау, алмаш төркөмсәләрен белеү, алмаштарға морфологик анализ яһау;

-сифаттарҙың грамматик үҙенсәлектәрен белеү, уларға морфологик анализ яһау, артыҡлыҡ дәрәжәһендәге сифаттарҙы дөрөҫ яҙыу;

-ҡылымдарҙың яһалышын, грамматик үҙенсәлектәрен, һөйләмдәге функцияһын белеү. Ҡылымға морфологик анализ яһау;

-рәүештәрҙең грамматик үҙенсәлектәрен белеү, рәүеш менән сифаттарҙың оҡшашлығын һәм айырмаһын үҙләштереү. Рәүешкә морфологик анализ яһау;

-ябай һәм ҡушма һандарҙы айырыу, һан төркөмсәләрен, һандарҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. Һанға морфологик анализ яһау;

-ярҙамсы һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу;

-һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләрен аңлау, Күп мәғәнәле, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.   

Синонимдарҙы, антоним дарҙы, омонимдарҙы, нығынған һүҙбәйләнештәрҙе телмәрҙә ҡулланыу;

бәйләнешле текст тѳҙѳү. Текст буйынса план тѳҙѳү. Текстың йѳкмәткеһен һѳйләү. Инша, изложение яҙыу;

фәнни тексты уҡыу һәм аңлау (ѳлѳштәрен билдәләү, һәр ѳлѳшкә исем ҡушыу, һорауҙар биреү);

тыңлаған текстың темаһын билдәләү;

хикәйәләү тибындағы ентекле изложение яҙыу (90-100 һүҙ), тейешле әҙерлектән һуң тәҡдим ителгән темаға инша яҙыу;

телмәр әтикетын үҙләштереү һәм ғәмәлдә ҡулланы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

«Башҡорт теле» уҡыу предметының йѳкмәткеһе

1 класс

 

Бүлектәр исеме

Программаны тормошҡа ашырыу формалары:

 

Уҡыу эшмәкәрлегенең төп алымдары

1

Графика. Өн һәм хәреф.

 

Эш программаһында традицион дәрестәр,йомғаҡлау дәрестәре, дәрес-зачет, дәрес-сәйәхәт,дәрес-әкиәт формаһында  үткән дәрестәр ҡаралған. Дәрес барышында

фронталь, парлы;

төркөм менән; индивидуаль эш төрҙәре ҡулланыла.

 

Үпкәнән килә торған һауа ағымының кәртәгә осрауы һәм осрамауына ҡарап, ѳндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ҡ, к, п ѳндәренең ғ, г, б ѳндәре менән сиратлашыуы. Һүҙҙә нисә ѳн һәм нисә хәреф барлығын билдәләү. Ѳн һәм хәрефтең бер-береһенә тура килмәгән осраҡтарын билдәләү һәм күрһәтеү. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. Баҫым. Алфавиттағы хәрефтәр тәртибе.

2

Һүҙ

Балаларға таныш предметтарҙы: уйынсыҡтар, уҡыу кәрәк-яраҡтары, ѳҫ-баш кейемдәре, йәнлектәр, үҫемлек һ. б. дѳйѳм исем аҫтында туплатыу. Һүҙҙәрҙе, мәғәнәләренә ҡарап, кем? нимә? ни эшләй? ниндәй? һорауҙары буйынса тѳркѳмләү, уларҙы һѳйләмдән табып, һорау ҡуйыу, телмәрҙә ҡулланыу

3

Һөйләм.

Телмәрҙән һѳйләмде айырып  алыу. Бирелгән һүҙҙәр менән, картиналар һәм һүрәттәр буйынса һѳйләмдәр тѳҙѳү. Һѳйләмдең беренсе һүҙен баш хәреф менән яҙыу. Һѳйләм аҙағында нѳктә (йыл аҙағында - һораү һәм ѳндәү) билдәләре ҡуйыу. Шиғыр, хикәйә, йыр, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ кеүек жанрҙарҙы айырыу.

4

Фонетика.

Әлифба осоронда «Ѳн һәм хәреф» темаһы буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы ѳндәр. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. Уларҙы тамғалау. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ижек. һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

5

Һүҙбәйләнеш

Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. һәм, менән, да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә, ғына- генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре

6

Орфография һәм пунктуация

Кешенең исем- фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын һәм ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылыуы.

 

7

Универсаль уҡыу эш төрҙәре

Уҡыу эшмәкәрлегенә ѳйрәнеү. Хәреф һәм ѳндәрҙе таныу. Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе, һѳйләмдәрҙе ҡушып уҡыу. Текстарҙы аңлы һәм тасуири уҡыу. Хәрефтәрҙе айырым һәм бер береһе менән тоташтырып яҙыу. Һүҙ һәм һѳйләмдәрҙе, ҡыҫҡа текстарҙы күсереп яҙыу. Ишеткәнде яҙыу (диктант). Уҡытыусы ҡуйған һорауға тулы һәм асыҡ яуап биреү, дәрестә иғтибар менән тыңлау, уҡытыусы ҡушҡанды аңларға ѳйрәнеү. Үҙ-ара һѳйләшеү (диа­лог) ҡороу. Тел күренештәрен күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау. Үҙ аллы белем алырға ѳйрәнеү. Уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу һәм уның буйынса эшләү. Тикшереү. Эште баһалау.

 

 

 

«Башҡорт теле» уҡыу предметының йѳкмәткеһе

2 класс

Бүлектәр исеме

Программаны тормошҡа ашырыу формалары:

Уҡыу эшмәкәрлегенең алымдары

1

Уҡымышлы булыу өсөн ни кәрәк.Ҙур хәреф.

 

Эш программаһында традицион дәрестәр,йомғаҡлау дәрестәре, дәрес-зачет, дәрес-сәйәхәт,дәрес-әкиәт формаһында  үткән дәрестәр ҡаралған. Дәрес барышында

фронталь, парлы;

төркөм менән; индивидуаль эш төрҙәре ҡулланыла.

 

Предмет атамаһын белдереүсе һүҙҙәр. Кем? Кемдәр? Нимә? Нимәләр? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланылышы. Кешенең исем-фамилияһын, хайуандарҙың ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын белдереүсе һүҙҙәр, уларҙы баш хәреф менән яҙыу

2

Үҙ-ара һөйләшеү.Диалог.

 

Аралашыу ситуацияһы. Уға ярашлы һөйләшеү (диалог) төҙөү.

3

Йәмғиәт урынында осрашыу. Диалог.

Аралашыу ситуацияһы. Уға ярашлы һөйләшеү (диалог) төҙөү.

4

Әкиәт геройҙары минең тиҫтерҙәрем

Аралашыу этикеты.

5

Мәғлүмәт белешмә эҙләү.

Телефон аша өндәшеү

6

Һамаҡ, Әйтеш.Һанамыш.

Бәләкәй жанр ижады.

7

Һөйләм.

һөйләм. Уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. Әйтеү маҡсаты буйынса һөйләм интонацияһы һәм төрҙәре. Хәбәр һөйләм. Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйә, хәбәр, эйәрсән киҫәктәр.

 

8

Һүҙҙәрҙең дөрөҙ яҙылышы

 

Саф башҡорт һүҙҙәренең дөрөҫ яҙылышы.

 

9

Оо-Ө ө, Э э, Ы ы, Й й хәрефле һүҙҙәр.

 

Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм ғәмәли ҡулланыу. Йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙә ике өндө белдергән я, е, ё, ю хәрефтәре. Һүҙ башында [уы], [үэ] өндәре, в хәрефе.

 

10

Ике өндө белдергән хәрефтәр

Ике өндө белдергән һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

11

Морфология, һүҙ төркөмдәре.

Предмет атамаһын , билдәһен, хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланылышы.

 

12

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

 

Йыллыҡ үтелгән темаларҙы ҡабатлау.

 

«Башҡорт теле» уҡыу предметының йѳкмәткеһе

3 класс

Бүлектәр исеме

Программаны тормошҡа ашырыу формалары:

 

Уҡыу эшмәкәрлегенең алымдары

 

1

Һаумы, мәктәп! Баш хәреф ҡасан яҙыла?

 

Эш программаһында традицион дәрестәр,йомғаҡлау дәрестәре, дәрес-зачет, дәрес-сәйәхәт,дәрес-әкиәт формаһында  үткән дәрестәр ҡаралған. Дәрес барышында

фронталь, парлы;

төркөм менән; индивидуаль эш төрҙәре ҡулланыла.

 

 

 

 

Баш хәреф.Уны һөйләмдә ҡулланыу. Исемдең һорауҙары. Яңғыҙлыҡ исемдәр. Кешенең исем-фамилияһының, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының, китап һәм газета-журнал исемдәренең ҙур хәреф менән яҙылышы.

2

Башҡорт теленең төп законы.Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. Тартынҡы өндәр.

Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар.

Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙә тартынҡыларҙың сиратлашыуы {китап - китабы, ҡалаҡ- ҡалағы).

Һүҙҙәргә фонетик анализ.

3

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәреф-тамғалары. У-ү хәрефле һүҙҙәр.

4

Ике өндө белдереүсе хәрефтәр.

Ике өндө белдереүсе хәрефтәрҙең дөрөҫ яҙылышы.Һүҙ уртаһында е хәрефе. Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йѳ, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары.

5

Һүҙ нисек яһала?

Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

 

6

Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр

Өндәр һәм хәрефтәр. Өндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙә тартынҡыларҙың сиратлашыуы {китап - китабы, ҡалаҡ- ҡалағы). Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. Һүҙҙәргә фонетик анализ.

7

Ҡушма һүҙҙәр.Уларҙың яһалышы

Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Ҡабатлау юлы менән йәки парлап яһалған ҡушма һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡушма һүҙҙәрҙә ҡалын (ъ) һәм нәҙек (ь) айырыу билдәләренең яҙылышы.

8

Һөйләм.  Баш һәм эйәрсән.

Һөйләмдәрҙе таныу, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Һөйләү маҡсатына ҡарап, һөйләмде өс төргә бүлеү: хәбәр, һорау һәм өндәү. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ

9

Текст.

Текстың өлөштәре һәм һөйләмдәр араһында мәғәнәүи бәйләнеш булдырыу. Текстың темаһы, төҙөлөшө (инеш, төп өлөш,йомғаҡлау).

10

Һөйләү телмәре. Монолог. Диалог.

Һөйләү телмәре. Диалог. Әңгәмәсе менән диалог ҡороу. Аралашыу оҫталығын шымартыу. Монолог. Уны һөйләү оҫталығы (логик эҙмә-эҙлелек һәм тасуирилыҡ). Эске телмәр

11

Яҙма телмәр. Хикәйә

Әҙер йәки коллектив төҙөлгән план буйынса текст төҙөү. Тәҡдим ителгән текст буйынса изложение (50-60 һүҙ) яҙыу. Хикәйә һәм инша яҙыу (65-70 һүҙ). Әкиәт төҙөү.

 

12

Ололар һүҙенә ҡолаҡ һал, унан үҙеңә аҡыл ал!

Бәләкәй күләмле хикәйәләр (текст) ижад итеү. Тексҡа ҡарата ҡыҫҡа баһалама яҙыу. Әкиәт. Әкиәт ижад итеү. Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү. Шиғырҙы күсереп яҙыу үҙенсәлектәре.

13

Һаумы, йәмле йәй!

Йәй  миҙгеленә ҡағылышлы хикәйәләр ижад итеү.

 

 

«Башҡорт теле» уҡыу предметының йѳкмәткеһе

 

4-се класс

 

Бүлектәр исеме

Программаны тормошҡа ашырыу формалары:

 

Уҡыу эшмәкәрлегенең төп алымдары

 

1

Яңы уҡыу йылы менән.

 

Эш программаһында традицион дәрестәр,йомғаҡлау дәрестәре, дәрес-зачет, дәрес-сәйәхәт,дәрес-әкиәт формаһында  үткән дәрестәр ҡаралған. Дәрес барышында

фронталь, парлы;

төркөм менән; индивидуаль эш төрҙәре ҡулланыла.

 

Өн һәм хәреф. Ҡайһы бер өндәрҙең үҙенсәлекле әйтелеше. Ижек, баҫым. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙгә тулы фонетик анализ яһау.

 

2

Фонетика.Һүҙьяһалыш.

Һүҙҙәрҙең составы: тамыр һәм ялғау. Тамырҙаш һүҙҙәр. Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш. Һүҙ составы буйынса анализ.

 

3

Синтаксис.Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм

 

Һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә айырыу, уларҙы дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйәрсән киҫәктәр: аныҡлаусы, тултырыусы, хәл. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр.  Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Ябай һөйләмгә синтаксик анализ.

.

 

4

Морфология.

Һүҙ төркөмдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр

5

Исем.

Исемдәрҙең йәнле һәм йәнһеҙ предметтарҙы атау функцияһы. Исемдең һорауҙары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше: берлек һәм күплек һаны, уларҙың күрһәткестәре. Төрлө килештә килгән исемдәрҙең һөйләмдәге функцияһы. Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгә­реше. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Уның мәғәнәһе һәм белдерелеү сараһы. Килеш һорауҙары. Ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙары. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреше. Исемдәрҙең яһалыш төрҙәре (тамыр, яһалма, ҡушма, парлы). Исемдәргә морфологик анализ.

 

6

Алмаш.

Алмаштарҙың телмәрҙәге функцияһы. Алмаш төркөмсәләре. Зат алмаштары. Эйәлек заты алмаштары. Һорау һәм күрһәтеү алмаштары. Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреше. Алмашҡа морфологик анализ.

 

7

Сифат.

Тамыр һәм яһалма сифаттар. Сифаттарҙың үҙгәреше. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Сифатҡа мор­фологик анализ.

 

8

Рәүеш.

Рәүештәрҙең яһалышы. Рәүеш төркөмсәләре. Рәүеш менән сифаттарҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. Рәүешкә мор­фологик анализ

9

Ҡылым.

Ҡылымдарҙың яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма ҡылымдар. Ҡылымдарҙың үҙгәреше (заман, зат, һан). Ҡылым­дарҙың барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары.

 

 

10

Һан.

 

Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Һанға морфологик анализ.

11

Лексика

 Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Мәғәнәләре менән бер үк төрлө булған йәки бер-береһенән мәғәнә төҫмөрҙәре менән айырыла торған һүҙҙәр - синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

12

Үтелгәнде йомғаҡлау

 

 

Үтелгән темаларҙы иҫкә төшөрөү.

 

 

Тематик план

 

1-се класс

 

Бүлектәр исеме

Сәғәт һаны

1

Графика. Өн һәм хәреф.

89

2

Һүҙ

8

3

Һөйләм.

5

4

Фонетика.

18

5

Һүҙбәйләнеш

8

6

Орфография һәм пунктуация

7

7

Универсаль уҡыу эш төрҙәре

5

 

Бөтәһе

140

 

 

Тематик план

2 –се класс

 

Темалар

Сәғәт һаны

1

Уҡымышлы булыуни  өсөн кәрәк.Ҙур хәреф.

14

2

Үҙ-ара һөйләшеү. Диалог.

3

3

Йәмғиәт урынында осрашыу. Диалог.

4

4

Әкиәт геройҙары минең тиҫтерҙәрем

3

5

Мәғлүмәт белешмә эҙләү.

3

6

Һамаҡ, Әйтеш.Һанамыш.

7

7

Һөйләм.

16

8

Һүҙҙәрҙең дөрөҙ яҙылышы

 

13

9

Оо-Ө ө, Э э, Ы ы, Й й хәрефле һүҙҙәр.

 

9

10

Ике өндө белдергән хәрефтәр

9

11

Морфология, һүҙ төркөмдәре.

15

12

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

10

 

Бөтәһе

105

 

 

Тематик план

3-сө класс

 

Бүлектәр исеме

Сәғәттәр һаны

1

Һаумы, мәктәп! Баш хәреф ҡасан яҙыла?

5

2

Башҡорт теленең төп законы.Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. Сингармонизм законы.

9

3

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр.

7

4

Ике өндө белдереүсе хәрефтәр.

5

5

Һүҙ нисек яһала?

7

6

Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр

11

7

Ҡушма һүҙҙәр.Уларҙың яһалышы

9

8

Һөйләм.  Баш һәм эйәрсән.

4

9

Текст.

3

10

Һөйләү телмәре. Монолог. Диалог.

5

11

Яҙма телмәр. Хикәйә

20

12

Ололар һүҙенә ҡолаҡ һал, унан үҙеңә аҡыл ал!

8

13

Һаумы, йәмле йәй!

7

 

Бөтәһе

105

 

Тематик план

4-се класс

 

Бүлектәр исеме

Сәғәттәр һаны

1

Яңы уҡыу йылы менән.

2

2

Фонетика ,һүҙьяһалыш.

8

3

Синтаксис.Һүҙ. Һөйләм. Һүҙбәйләнеш

5

4

Морфология

1

5

Исем.

12

6

Алмаш.

6

7

Сифат.

9

8

Рәүеш.

7

9

Ҡылым.

21

10

Һан.

 

10

11

Лексика

10

12

Үтелгәнде ҡабатлау.

14

 

Бөтәһе

105

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку 1-4 классы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Оператор очистных сооружений

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 478 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 08.01.2017 4387
    • DOCX 60.8 кбайт
    • 10 скачиваний
    • Рейтинг: 3 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ибрагимова Наиля Валиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ибрагимова Наиля Валиевна
    Ибрагимова Наиля Валиевна
    • На сайте: 7 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 9578
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Инклюзивное образование в начальной школе

Тьютор

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 51 человек из 28 регионов
  • Этот курс уже прошли 159 человек

Курс повышения квалификации

Особенности введения и реализации обновленного ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1105 человек из 81 региона
  • Этот курс уже прошли 19 288 человек
аудиоформат

Курс повышения квалификации

Особенности реализации ФГОС НОО для слепых и слабовидящих детей

72/108/144 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 27 человек

Мини-курс

Рациональность и творчество в педагогике

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Маркетинг и продажи: стратегии и инструменты для успешного бизнеса

7 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Методология и организация образовательного процесса по информатике

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе