Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку 2-4 классы

Рабочая программа по башкирскому языку 2-4 классы

Скачать материал

Аңлатма

Яңы стандарттар буйынса төп иғтибар уҡыусының эшмәкәрлеген үҫтереүгә һәм үҙаллылығына бирелә. Башланғыс мәктәп грамотаға өйрәтеүҙән башлап, етеҙ, аңлап, дөрөҫ һәм тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, дөрөҫ һөйләү, үҙеңде итәғәтле һәм әҙәпле тота белеү күнекмәләрен, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм көслө ихтиярлы шәхес булып үҫеүен тәьмин итергә тейеш. Был бурысты хәл итеүҙә башҡорт теленең, телмәр эшмәкәрлегенең әһәмиәте айырыуса ҙур.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-4 класстар өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3 - сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап,2010.

Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Х. А. Толомбаев, М.С. Дәүләтшина, Ф.М. Ғиниәтуллина, Н.Н. Кинйәбаева. – Өфө: Китап, 2014.

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4- се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап,

Программа кимәле: базислы

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

8. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн).Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең башланғыс класстар өсөн башҡорт теленен эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары, федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Башҡорт теле – башҡорт халҡының тыуған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Башҡорт теленең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа “Башҡорт теле” предметтың универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡысыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәтергә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Башҡорт теле баланың төрлө тормош ситуациларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; үҙ ҡылыҡарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.



Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

1. башҡорт теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү, туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сферһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡи-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, туған телдең эстетик ҡиммәттрен үҙләштереү.

2. көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегенә туған телдең аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.)

  1. тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; белемде, күнекмәне аралашыу процесында уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.


Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡулланаалыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лигвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция башҡорт теленең мәҙәнәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу прцесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай табыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе торошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б.); регуляти универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормшҡа ашырыу.) функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларын яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланыңдөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереүгә, артабан уҡыуын төрлө беле биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.


Башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны.

Башҡортостан Республикаһының урыҫ телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн уҡыу планы башҡорт телен 105 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 2 кл.-35с, 3 кл.-35с., 4 кл.-35 с.


Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре. “Башҡорт теле” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең роле, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; башҡорт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3) аралашыу прцесында кәрәкле һүҙлек запасын эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтең һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

Аудирование һәм уҡыу:

Телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлңмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

стилистик үҙенселектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеген, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

  1. телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

  2. уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәренеңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; башҡорт теленән башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу;

3) аралашыу процесында тир-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуациялаҙа телмәр этикетының мили-мҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3) башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәметәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;

9) башҡорт теленең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған

һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде)



Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

2 класс

Танышыу. Мин Башҡортостанда йәшәйем – 4 сәғәт.

Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен өйрәнеү, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.


Тән өлөштәре – 4 сәғәт. Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.


Ғаилә– 5 сәғәт. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. Ғаилә, аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.


Һаумы мәктәп – 7 сәғәт. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен өйрәнеү, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу. Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре темаһына ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Кейем-һалым, уйынсыҡтар, – 7 сәғәт. Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Кешеләрҙең һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәт.

Хайуандар, коштар. - 3 дәрес Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән хайуандар, коштар. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.


Таҙалыҡ. Көн тәртибе – 5 сәғәт.

Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.



3 класс

Танышыу - 5 дәрес. Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.)

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре.


Мәктәптә - 4 дәрес. Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.

Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.


Һөнәрҙәр - 2 дәрес. Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.


Йыл миҙгелдәре - 7 дәрес. Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу. Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасүирлау элементтары.


Кейемдәр - 3 дәрес. Кейем исемдәрен үҙләштереү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.


Ғаилә - 3 дәрес. Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.


Тыуған көн - 3 дәрес. Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау. Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү. Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.


Тәбиғәт - 3 дәрес. Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үсемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр. Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.


Башҡортостан – 2 дәрес. Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе.Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары.

Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу.


Ҡабатлау -3 дәрес. Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.


4 класс

1 сентябрь. Белем көнө.- 3 сәғәт. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү). Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Эйәлек ялғауҙарын ҡабатлау.Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.) Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре.


Мәктәптә - 5 дәрес Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Эште белдереүсе һүҙҙәр. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу


Ғаилә. Хеҙмәт. 6сәғәт Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.. Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу.


Буш ваҡыт. Хобби. 6 сәғәт. Шөғөлдәрҙең Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Башҡорт телендә ҡылымдарҙың зат, һан ялғауҙарын практик үҙләштереү


Табипта. Поликлиникала. 3 сәғәт. Кешеләрҙең яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Башҡорт телендә ҡылымдарҙың зат, һан ялғауҙарын практик үҙләштереү.


Почтала. 3 сәғәт. Почтала үҙеңде тоторға өйрәнеү, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу. Ҡылым темаһы буйынса белемде нығытыу.


Башҡортостан тәбиғәте. 2 сәғәт. Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҡемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр. Башҡорт телендә һөйләм төрҙәре.


Башҡортостандың иҫтәлекле урындары 2 сәғәт. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ яҙырға өйрәнеү;

Уҡытыусының һорауҙарына аңлы яуап биреү, Башҡортостан , милли герой тураһында мә-лүмәтте ҡабул итеү, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу;


Башҡортостандың күренекле шәхестәре 5 сәғәт.

Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһен өйрәнеү; уларҙың предметтарҙы, билдәләрҙе, эш- хәлде, хәрәкәтте белдереүен үҙләштереү, сағыштырыу. Халҡыбыҙҙың бөтә ил азатлығы, тыныслығы өсөн көрәше, башҡорт халҡының, башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы хаҡында белемдәрен байытыу.


Уҡыу йылы аҙағында 2 -4 класс уҡыусылары

түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:


1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

  • уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

  • иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);

  • текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

  1. бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,

  2. һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,

  3. диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,

  4. үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,

  5. ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,

  6. башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

  1. тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),

  2. поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,

  3. уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,

  4. текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

  1. хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,

  2. ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,

  3. шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,

  4. бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,

  5. ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).




Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

  • Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  • Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  • Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  • Давлетшина М. С. Методика преподавания башкирского языка(1часть) - Уфа, 2010г.

  • Давлетшина М. С., Габитова З.М. Методика преподавания башкирского языка (2 часть) - Уфа,2011г.

  • Нафикова З.Г., Валеева В.В. Наглядно-дидактическое пособие по усвоению башкирского языка (на баш.яз.) Эдвис, 2008 г.

  • Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008.

  • Тулумбаев Х. А., Давлетшина М. С. Башкирский язык ( учебник для 1 класса русскоязычных школ) - Уфа, 2011

  • Тулумбаев Х. А., Давлетшина М. С. Башкирский язык ( учебник для 2 класса русскоязычных школ) - Уфа, 2012г.

  • Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  • Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  • «Аҡбуҙат» журналы.

  • Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.


1-4 –се кластар өсөн электрон дәреслек. Балҡортостан иле.

Күңелле минуттар. М.И. Баһаутдинова. Өфө: Китап, 2003



Программа по башкирскому языку для русскоязычных учащихся I - XI классов школ с русским языком обучения. Составители программы: М.Г.Усманова, Х.А.Тулумбаев, М.С.Давлетшина, З.М.Габитова - Ижевск: "Книгоград", 2008.


Һүҙлектәр

1. Ураксин З. Г. Русско-башкирский словарь. Уфа, 2005.

2. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско-русский словарь. Санкт- Петербург, 2005 г.


  • Методик ҡулланмалар

  • Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Дәүләтшина М.С. // Өфө, Китап, 2010.

  • Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге . // И.М.Ғарипов. Өфө, Китап, 1994

  • Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.

  • Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ.(1-2) .// Толомбаев Х.А. Дәүләтшина М.С. Өфө, Китап, 2002.

  • Габитова З.М. методические рекомендации и организация работы по обучению башкирскому языку в русской школе.- Уфа: Китап, 2006.

  • Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыу. Методик күрһәтмә. – Өфө: Китап, 2008

  • Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.- Өфө: Китап, 2009.

  • Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. .// Усманова М.Г. Өфө, Китап, 2011.

  • Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.

  • Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Г. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма . - Өфө:Китап, 2010



  1. Баҫма пособиялар: таблицалар, портреттар.

  2. Ишетеп- күреү (экранно – звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.

  3. ИКТ: компьютер, телевизор.

  4. Уҡыу- практик ҡоролмалар: магнитлы класс таҡтаһы.




Перечень образовательных Интернет- ресурсов

  1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка - http://tel.bashqort.com/home

  • Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - http://ostaz.ru/

  • Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/

  • Башкирский форум - http://www.bashforum.net/ http://bashkort-tele.livejournal.com/

  • www.morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

  • www.edu.ru     Федеральный портал "Российское образование"

  • www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ
    http://www.pravitelstvorb.ru/  
    Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

  • www.apkpro.ru  Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования


Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку 2-4 классы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инструктор по волейболу

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 176 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.03.2016 2633
    • DOCX 149.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Бурангулова Флюра Каримовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Бурангулова Флюра Каримовна
    Бурангулова Флюра Каримовна
    • На сайте: 8 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 7469
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Мини-курс

Методы маркетинговых исследований в интернете

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 20 регионов

Мини-курс

Современные тренды в физкультуре и спорте: организация обучения и методика тренировок

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные тенденции в архитектуре

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе