Инфоурок Начальные классы Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку(ГОС) 5 класс

Рабочая программа по башкирскому языку(ГОС) 5 класс

Скачать материал

 

 

                                                                                                            Аңлатма яҙыу.

 

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова.  Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.

Программа кимәле: базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.

М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө: Китап, 2009.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс уҡыусылары өсөн.-Өфө : Китап, 2010.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы

 Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Магинск урта дөйөм белем биреү учреждениеһының “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Мәктәп компонентынан предмет булараҡ 1 сәғәт бүленгән.

Был эш программаһында Федераль һәм Республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

Мәғариф министрлығының ________номерлы _________ йылғы ”Дәүләт белем биреү стандарттарының федераль компоненттарын раҫлау тураһында” законы , «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы.

 

Программа йөкмәткеһенең маҡсаттары һәм бурыстары:

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

 

 

Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы

               

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.

Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).

Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 5-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

 Өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

           5- се  класта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың интегратив маҡсатын уҡыусыла элементар коммуникатив компетенция формалаштырыу тәшкил итә.

        Элементар коммуникатив компетенция – уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, 5 - се класта  башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:

уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;

уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;

уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;

башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.

«Башҡорт теле» предметының эшмәкәрлекле характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе 5 се  класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә.

 

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Шәхси  һөҙөмтәләр

                    Башҡорт телен  5 – се  класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

 

Метапредмет һөҙөмтәләр

                   Уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен  үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

       

Предмет һөҙөмтәләре

                Башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында  белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

           А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

            Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

            -уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;  

уҡыуҙа:

-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

-яҙыу техникаһына эйә булыу;

-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

-айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

-башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

-ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

-үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

       

 Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе

               Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға , 5 – се  класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:

               Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен һәм өндәрен өйрәнеү.

               Танышыу. Һаулыҡ һорашыу.

               Мин һәм минең ғаиләм. Минең яратҡан шөғөлөм. Көн тәртибе. Магазин: кейем-һалым, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек алыу. Яратҡан  ризығым. Ғаилә байрамдары: тыуған көн, Яңы йыл. Бүләктәр.

               Минең дуҫтарым. Йорт хайуандары.

Минең мәктәбем. Класс бүлмәһе, уҡыу предметтары, уҡыу әсбаптары. Дәрестәр.

Тирә яҡтағы донъя. Минең йортом/ квартирам/ бүлмәм: бүлмәләр, йыһаздар. Тәбиғәт. Йорт хайуандары һәм ҡырағай хайуандар. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.

Тыуған илем. Башҡортостандың баш ҡалаһы. Әҙәби персонаждар. Балалар фольклоры.

Коммуникатив оҫталыҡтар

Һөйләү телмәре

Диалогик форма:

-типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;

-һорау-яуап рәүешендәге диалог.

Монологик форма:

- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлап аңлау

        - уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;

-өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.

Уҡыу

-башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).

Яҙыу

-текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы.

Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.

Графика, каллиграфия, орфография.

Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Телмәрҙең фонетик яғы.

Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.

Әҙерлек кимәленә талаптар

            Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

-уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;  

уҡыуҙа:

-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:        

-яҙыу техникаһына эйә булыу;

-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү):

-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

Социомәҙәни компетенция:

-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

-айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

-өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

-ҡағиҙәләр ҡуллана белеү;

-үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

          В.Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

-башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

-балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

-уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

 

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

 

Уҡыу йылы аҙағында 5-  се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

- уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

-иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт

һорау (телмәр этикеты);

-текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

-бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,

-һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,

-диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,

-үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,

-ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,

-башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

-тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),

поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,

уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,

текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,

ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,

шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 5- 6  һорауға яуап яҙыу,

бирелгән ситуация буйынса 7- 8  һөйләмдән торған текст яҙыу

ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

 

 

 

V-IX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен  (умение)  һәм күнекмәләрен баһалау  нормалары

Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен  һәм  күнекмәләрен тикшереүҫәпкә алыу,шуның  менән бергә, алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының  яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

1)      Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

2)      Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;

3)      Яуаптың  телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының  телдән биргән яуабы үтелгән материалдың  уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә  алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

     Әгәр уҡыусы:

1)      тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел  төшөнсәләренә  дөрөҫ  билдәләмә бирһә;

2)      үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

3)      Материалды эҙмәҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

    Әгәр  уҡыусы  «5»  билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин  һирәк  яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы  иҫкәртеүенән  һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

  Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһәәкин

1)      Материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең  һәм ҡағиҙәлҙрҙең  билдәләмәһендә  хаталар ебәрһә;

2)       әйткән фекерҙәрен тулы  һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ  миҫалдарын килтерә алмаһа;

3)      Яуабында эҙмә-эҙлелек  һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

   Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә  уларҙың  төп фекерен боҙоуға килтерә  торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Иншаларҙы  һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

1)      теманы  аса белеүе, тел сараларын  инша йәки изложениеның  темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,

2)      яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ  яҙыу ҡағиҙәләренә  таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән – уларҙың  йөкмәткеһе  һәм  телмәр  төҙөлөшө, икенсе билдә  менән  грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Баһаларҙың  төп  критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең  йөкмәткеһе  тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмәҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш  лексик яҡтан бай  булыуы менән  айырылып торһа,

5.Эш  темаға  һәм төп фекерҙе  аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре  тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә  телмәр  хатаһы  һәм  бер  генә  йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә  1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе  ҡуйыла

  1. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү  бик  аҙ  булһа),
  2. Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ  булһа ла, фактик хаталар осра3а,
  3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,
  4. Яҙма эш, нигеҙҙә, синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,
  5. Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири   булыу менән айырылып торһа,

ИҫкәрмәЯҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар  икенән  дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

 

Яҙма  эштә  2  орфографик  һәм  2  пунктуацион  хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4ән  һәм  грамматик хаталары 2ән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,
  2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә  фактик  хаталар ебәрелгән булһа,
  3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,
  4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,
  5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу) талап  иткән бер төрлө стилдә  яҙылмаһа,

Иҫкәрмә.  Яҙма эштәге телмәр хаталары  5-тән, йөкмәтке хаталары 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә  4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,
  2. Фактик хаталар күп булһа,
  3. Эштең бөтә өлөштәрендә  фекер аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа, текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ  булһа,
  4. Һүҙлеге  ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы  ҡыҫҡа  һөйләмдәрҙән  торһа һүҙҙәр  ҡулланышында  ла  хаталар осраһа,
  5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма  эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге   хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7ән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7ән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла

 

                                               Әҙәбиәт буйынса

Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк  күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә, тәртипкә, кешелеклелеккә  өйрәтеү менән бергә      матурҙы  йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә  тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә,
йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә     баһалар     ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.

                                               Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни   уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.

                                     

 

Баһалар

 

       Баһалар

кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

             I

30

25

15

15-тән кәмерәк

II

55

45

30

30-ҙан кәмерәк

III

65

55

40

40-тан кәмерәк

IV

80

75

55

55-тән кәмерәк

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

           VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

  130

      120

120-нән кәмерәк

 

 

 

 

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Контроль күсереү- 1

Контроль диктант- 2

Инша-1

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Календарь – тематик план

 

Тема

Дәрес төрө

Йөкмәткенең өлөштәре

Уҡыусының әҙерлегенә талаптар

Күләме

Планлаштырылған көнө

Үткәрелгән көнө

 

1

Белем көнө. Мин белемле булырға тейешмен. Башҡорт алфавиты. Фонетика(ҡабатлау).

Үткәндәрҙе ҡабатлау дәресе.

1 сентябрь- белем көнө, белемле булыу кәрәклеге тураһында әңгәмә; афоризмдар. Грамматика буйынса 4-се класта үткән темалар.

Белем алыу, уҡыу, белемле булыу темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, һөйләй алыу. Грамматика буйынса 4-се класта үтелгәндәрҙе белеү, башҡорт алфавитын белеү, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу

1

 

 

2

Беҙҙең ғаилә. Исем.

Телмәр үҫтереү һәм үткәндәрҙе нығытыу дәресе

Ғаиләгә ҡағылышлы һүҙлек запасын арттырыу. Һүҙ үҙгәртеү.Сингармонизм законы

Күнегеүҙәрҙән исемдәрҙе таба белеү, Кем? Нимә? Һорауын дөрөҫ ҡуя белеү. Исемдәрҙе һан менән үҙгәртә белеү

1

 

 

3

Беҙҙең мәктәп. Күплек төшөнсәһенең исемдәрҙә бирелеше.

Үткәндәрҙе ҡабатлау һәм һығымта яһау дәресе

Һеҙ уҡыған мәктәп тарихы тураһында әңгәмә. Күплек төшөнсәһенең исемдәрҙә бирелешен нығытыу

Мәктәп тураһында һөйләй белеү.Исемдәргә күплек ялғауҙарын дөрөҫ ҡуша белеү

1

 

 

4

Көҙгө көндәр. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Үткәндәрҙе ҡабатлау һәм нығытыу дәресе

Көҙ көнө һауа торошо, көҙгө күренеш, ҡоштар тураһында яңы һүҙҙәр

Көҙ тураһында һөйләй белеү. Һынамыштар өйрәнеү. Һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөй белеү

1

 

 

5

Әсә ниңә һөйөндө? Контроль эш. Контроль күсереү.

Ҡатнаш дәрес

Белемде тикшереү. Текст. Һүҙҙәр өҫтөндә эш. Диктант

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡый, яҙа белеү һәм ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡуша алыу

1

 

 

6

Хаталар өҫтөндә эш.

Әкиәт. “Зөһрә ҡыҙ”

Төҙәтеү дәресе

Хаталар өҫтөндә эш

Хатаны аңлау, ҡағиҙәләр  нигеҙендә төҙәтә белеү

1

 

 

7

Беҙҙең өй.  Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Яңы тема өйрәнеү һәм телмәр үҫтереү дәресе

Танышыу темаһына ҡағылышлы лексика.Башҡорт теленең килеш системаһы. Төп һәм эйәлек килеш, уларҙың һорауы һәм ялғауы. Сингармонизм законы. Эйәлек килештең рус телендәге родительный падежға тап килмәүе

Килеш һорауҙары ярҙамында, шулай уҡ һүҙ тамырындағы һуҙынҡыларға иғтибар итеп, ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡуша белеү

1

 

 

8

Минең бер көнөм. Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Үткән дәрестәрҙе нығытыу һәм яңы тема үтеү

Көн режимына ҡағылышлы лексика. Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәртеү үҙенсәлеге

Көн режимы тураһында һөйләй белеү. Күплектә торған исемдәрҙе килеш менән үҙгәртә белеү

1

 

 

9

Яңы фатир. Алмаштар. К- г, ҡ- ғ, п- б өндәре (сиратлашыу).

Яңы материал үҙләштереү һәм телмәр үҫтереү

Йорт йыһаздарына ҡағылышлы лексика. Уларҙы тасуирлаусы сифаттар. Зат алмаштары, уларҙың мәғәнәһе. Килеш менән үҙгәреше.Өндәрҙең сиратлашыуы.

Өйҙө, бүлмәне һүрәтләй белеү. Зат алмаштарын дөрөҫ ҡулланыу. Килеш менән үҙгәртә белеү

1

 

 

10

Яҙғы айҙар һәм тәбиғәт. Һорау алмаштары.

Яңы материал үҙләштереү

Яҙғы тәбиғәткә ҡағылышлы лексика. Һынамыштар. Һорау алмаштары: мәғәнәһе, һорау һөйләм төҙөүҙәге роле

Яҙғы тәбиғәтте һүрәтләй белеү. Һорау алмаштары менән һорау һөйләм төҙөй белеү

1

 

 

11

Бабай менән һыу инәһе. Күрһәтеү алмаштары.

Яңы материал үҙләштереү

Күрһәтеү алмаштары; уларҙың мәғәнәһе. Текст өҫтөндә эш. Алмаштарҙы табыу

Тексты тасуири уҡыу. Тәржемә итә белеү. Һорауҙарға яуап бирә белеү

1

 

 

12

Йәйге айҙар һәм тәбиғәт. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

Яңы материал үҙләштереү

Йәйге тәбиғәткә ҡағылышлы лексика. Һынамыштар

Күрһәтеү алмаштарын килеш менән үҙгәртә белеү, улар менән тулы һөйләмдәр төҙөй алыу

1

 

 

13

Көҙгө айҙар һәм тәбиғәт. Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары.

Яңы материал үҙләштереү

Көҙгө темаға ҡағылышлы лексика. Һынамыштар

Көҙ тураһында һөйләй белеү. Алмаштарҙы телмәрҙә урынлы ҡуллана белеү

1

 

 

14

Ҡышҡы айҙар һәм тәбиғәт. Ҡыш тураһында һынамыштар.

Телмәр үҫтереү һәм ҡабатлау дәресе

Ҡышҡы темаға ҡағылышлы лексика. Һынамыштар

Ҡыш тураһында һөйләй алыу

1

 

 

15

Телмәр үҫтереү. Инша. Һәр миҙгел үҙенсә һәйбәт.

Телмәр үҫтереү

Һөйләмдәр төҙөү

План төҙөү, инша яҙыу

1

 

 

16

Урал- башҡорт иле. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Яңы тема үҙләштереү

Башҡортостан картаһы менән эш. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы

Урал тураһында һөйләй алыу. Район, ҡала исемдәрен дөрөҫ яҙа, уҡый белеү

1

 

 

17

Салауат Юлаев һәйкәле. Р. Латипова. Р. Камалова.  Алмаштар

Ҡабатлау һәм телмәр үҫтереү дәресе

Текст өҫтөндә эш. Билдәләү, билдәһеҙлек алмаштары

Тексты һөйләй белеү, алмаштарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу

1

 

 

18

Өфө ҡалаһы. Һорау, күрһәтеү алмаштары.

Ҡабатлау һәм телмәр үҫтереү дәресе

Өфө ҡалаһы, уның исеме, тарихы тураһында әңгәмә. Алмаштар

Өфө ҡалаһы тураһында тулы итеп һөйләй белеү, алмаштарҙы телмәрҙә ҡулланыу

1

 

 

19

Уңған ҡыҙ. И. Ғүмәрова. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе

Яңы тема. Ҡабатлау

Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһенең эйәлек алмаштары ярһамында бирелеүе

Шиғырҙы тасуири уҡый белеү, эйәлек алмаштарын яттан белеү

1

 

 

20

Кеше. Уның тән ағзалары. Эйәлек төшөнсәһе бирелеүенең 2- се юлы.

Яңы тема, телмәр үҫтереү

Темаға ҡағылышлы лексика, эйәлек төшөнсәһенең эйәлек аффикстары ярҙамында бирелеүе, күплек формаһы

Һүҙҙәрҙе яттан белеү, уларға эйәлек ялғауҙарын дөрөҫ ҡуша белеү

1

 

 

21

Шәхси гигиена. Эйәлек төшөнсәһе бирелеүенең 3- сө юлы.

Яңы тема, телмәр үҫтереү

Темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәр, эйәлек аффикстарының бирелеүе, -ныҡы, неке ялғауҙары. Ыңғай, кире формалары

Һүҙҙәрҙе яттан белеү, эйәлек аффикстарын танып белеү, дөрөҫ тәржемә итеү

1

 

 

22

Ул кем булып һәм ҡайҙа эшләй? Ҡылым.

Яңы тема, ҡабатлау

Профессияға ҡағылышлы лексика, ҡылым

Кемдең ҡайҙа кем булып эшләүе тураһында тулы итеп һөйләй белеү, ҡылымдарҙы дөрөҫ ҡулланыу

1

 

 

23

Грипп тейә күрмәһен! Башҡорт телендә тиң киҫәктәр (тиң эйәләр).

Телмәр үҫтереү дәресе

Текст өҫтөндә эш, тема буйынса лексика

Темаға ҡағылышлы лексиканы яттан белеү, тиң эйәләр менән һөйләмдәр төҙөү

1

 

 

24

Ҡышҡы уйындар. Башҡорт телендә тиң киҫәктәр (тиң хәбәрҙәр).

Телмәр үҫтереү дәресе һәм үткән теманы ҡабатлау

Картина буйынса эш, темаға ҡағылышлы лексика, тиң хәбәрҙәр

Картина буйынса һөйләй белеү, ҡышҡы уйын төрҙәрен белеү, һөйләмдәр төҙөү

1

 

 

25

Аҙыҡ- түлек, кейем- һалым. Синонимдар.

Яңы тема үҙләштереү

Темаға ҡағылышлы лексика, синонимдар

Һүҙҙәрҙе яттан белеү, синонимдарҙы дөрөҫ ҡулланыу

1

 

 

26

Магазинда. Рәүеш.

Телмәр үҫтереү дәресе

Темаға ҡағылышлы лексика, һатып- алыу этикеты, рәүештәр

Һүҙҙәрҙе белеү, рәүештәрҙе белеү

1

 

 

27

Контроль диктант.

“Көләс булһын әсәйҙәр!”

Белемде тикшереү дәресе

Текст күсереү

Тексты аңлап ҡабул итеү

1

 

 

28

Хаталар өҫтөндә эш. Әсә рәхмәте. Ә. Ихсан. Антонимдар.

Ҡатнаш дәрес

Хаталар өҫтөндә эш, байрам менән ҡотлау

Хатаны аңлау, төҙәтә белеү, ҡағиҙәне әйтә белеү, ҡатын- ҡыҙҙың ғаиләләге роле тураһында һөйләү.  Хикәйәне тасуири уҡый белеү, текстағы һүҙҙәргә антонимдар табыу

1

 

 

29

Яҙғы көндәр. Омонимдар.

Яңы тема

Темаға ҡағылышлы лексика, һынамыштар, омонимдар

Тема буйынса һөйләй белеү, һынамыштарҙы белеү, омонимдарҙың тәржемәһен белеү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу

1

 

 

30

Ҡоштар. Тулы һөйләм төҙөү.

Ҡатнаш дәрес

Тема буйынса лексика, тема буйынса тулы һөйләмдәр төҙөү

Ҡоштар тураһында һөйләй белеү, исемдәрен яттан белеү, яңы һүҙҙәр менән тулы һөйләмдәр төҙөү

1

 

 

31

Минең дуҫым компьтер. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Ҡатнаш дәрес

Темаға ҡағылышлы лексика, төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән лексика, текст өҫтөндә эш

Һүҙҙәрҙе белеү, һөйләмдәрҙе тәржемә итә белеү

1

 

 

32

Еңеү көнө. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Ҡатнаш дәрес

Темаға ҡағылышлы лексика, БВҺ тураһында һөйләшеү, килештәр

Тема буйынса һөйләй белеү

1

 

 

33

Яҙ. Сифат.

Ҡатнаш дәрес

Лексиканы ҡабатлау, сифат темаһын нығытыу

Һөйләмдәр төҙөй белеү

1

 

 

34

Контроль диктант. “Яңғыҙ ҡайын”

Белемде тикшереү дәресе

Контроль диктант

 

1

 

 

35

Хаталар өҫтөндә эш.

Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Төҙәтеү дәресе

Хаталар өҫтөндә эш

Хаталарҙы танып белеү, һүҙлек менән эшләү

1

 

 

 

Бөтәһе: 35 сәғәт

 

Контроль диктант текстары

 

 

 

Көләс булһын әсәйҙәр!

 

 Әсәй! Ниндәй изге һүҙ. Был һүҙҙе ишеткәс тә, һәр кем үҙ әсәһен күҙ алдына килтерә. Беҙҙе кем ҡарай? Кем беҙҙең өсөн ҡайғыра һәм шатлана? Кем иркәләп һөйә? Әлбиттә, әсәй. Һәр кемгә үҙенең әсәһе матур ҙа, яғымлы ла, аҡыллы ла, эшсән дә, сабыр ҙа. Гел шат, тыныс булһын улар. (50 һүҙ.) (“Йәншишмә” газетаһынан.)

 

Яңғыҙ  ҡайын

 

 Бына, көтә торғас, көндәр ҙә йылына башланы. Ҡарҙар иреп, һыуҙар ташты. Ҡайынға ла йән инде. Тамырҙан күтәрелгән татлы һуттан һәр бөрө хәрәкәткә килде. Ҡайын бер кемдән дә бөрөһөн йәлләмәне: улар бк файҙалы бит. Көндәр үтә торҙо. Ҡайын аҡ зифа буйлы, йәшел күлдәкле матур ағасҡа әйләнде. (47 һүҙ.) (Ф.Фәтҡуллина.)

 

 

Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

 1.  Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.

 2 . Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

 3.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.  Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

 6. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев.Электрон дәреслек. Башҡорт теле.ru. Өфө,2006.

 

Материаль-техник ҡулланмалар

-        телевизор;

-        компьютер;

-        DVD-проигрыватель.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1.З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова.  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     5-се  класс  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2010.

2.З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.

3.М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.

4.Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

5.Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку(ГОС) 5 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 6 месяцев

Руководитель реабилитационного подразделения

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 654 952 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.01.2016 617
    • DOCX 56.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Абдрафикова Миляуша Фагиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Абдрафикова Миляуша Фагиловна
    Абдрафикова Миляуша Фагиловна
    • На сайте: 8 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8827
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Финансовая грамотность для обучающихся начальной школы в соответствии с ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 569 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 472 человека

Курс повышения квалификации

Методика преподавания курса «Шахматы» в общеобразовательных организациях в рамках ФГОС НОО

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 271 человек из 55 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 589 человек

Курс повышения квалификации

Методика повышения техники чтения у младших школьников с ОВЗ

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 105 человек из 28 регионов
  • Этот курс уже прошли 410 человек

Мини-курс

Басня как педагогическая технология

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Продажи и управление клиентским опытом: стратегии и аналитика

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Особенности психологической коррекции детей с различными нарушениями психического развития

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 405 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 254 человека