Инфоурок Начальные классы КонспектыРабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Скачать материал

Башҡорт әҙәбиәте

I. Аңлатма һүҙ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы төп нигеҙҙәргә таянып эшләнгән:

Башҡорт теле программаһы “Мәғариф тураһындағы закон”ға,

 Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандарттарына (2009 йылдың 6 октябрендәге Рәсәй Федерацияһының Мәғәриф һәм фәндәр Министрлығының № 373  бойороғо)

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа  Темәс урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының Уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла

Темәс урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһының  уҡыу программаһына таянып башҡарыла

Мәктәп уставы

Уҡыу дәрестәренең төп маҡсаты – китап уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу, уҡыу техникаһын камиллаштырыу, балаларҙы китап уҡырға ылыҡтырыу, һөйләү һәм аралашыу телмәрен үҫтереү, үҙ аллы ижад итеүгә мөмкинселектәр, шарттар булдырыу.

Бурыстары:

-әҙәби һөйләү нормаларын күҙәтеп, йылдан-йыл аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡый белергә;

-әҫәрҙе эстән аңлы уҡый белергә;

-китаптың өлөштәрен, йәғни титул битен, йөкмәткеһен, инеш һүҙен, йомғаҡ һүҙен табыу, аннотацияһын айыра белергә;

-үҙ аллы төҙөлгән планға таянып, әҫәрҙең йөкмәткеһен ентекләп, ҡыҫҡартып йәки һайлап һөйләй белергә;

-уҡылған әҫәрҙең темаһын һәм төп фекерен билдәләргә;

-әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларға, күренештәргә уҡыусының шәхси уй-фекерен, ҡарашын белергә;

-әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылығын,холҡон,тәртибен, тойғоһон, уй-фекерен аңларға, улырҙы бер-береһе менән сағыштырырға, үҙ мөнәсәбәтеңде белдерергә, ҡылыҡһырлама төҙөй белергә;

-шиғырҙы, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен тасуири, яттан һөйләй белергә;

-фольклор әҫәрҙәренә миҫалдар килтерә белергә;

-төрлө тематикаға уҡылған әҫәрҙәргә миҫалдар килтерә белергә.

Уҡыу фәненә дөйөм  характеристика

Уҡыу дәрестәренең төп маҡсаты – китап уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу, уҡыу техникаһын камиллаштырыу, балаларҙы китап уҡыуға ылыҡтырыу, һөйләү һәм аралашыу телмәрен үҫтереү, үҙ аллы ижад итеүгә мөмкинселектәр, шарттар булдырыу. Был мөһим бурыстар программаға индерелгән материалдар, донъя һәм башҡорт әҙәбиәтенән һайланып, художестволы һәм фәнни-популяр текстар, шулай уҡ халыҡ ижады әҫәрҙәре ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәтелгән. Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе- тасуири уҡыу.4-се класс программаһында ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы рәүештә бала китапты үҙ аллы уҡыуға ылыҡтырылған һәм уҡыу етеҙлеге лә тейешле кимәлгә ( минутына 90-100 һүҙ) ҡуйылған булырға тейеш. Ошо хәлде иҫәпкә алып, дәрестә бирелгән ҡайһы бер әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе менән бала өйҙә танышып килә. Уҡыусыға системалы рәүештә әҫәрҙәрҙе өйҙә уҡып килергә ҡушыу уны китап уҡыуға ылыҡтыра,үҙ аллы уҡыу күнекмәһен формалаштыра.

Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

             Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең  бер йүнәләше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи киммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар биреү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте – үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу,кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте– аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте – башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы бу-лыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халәте булы-уын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте – үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте– үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Фәндең уҡыу планында урыны

    Уҡыу программаһы бөтәһе 70 сәғәткә билдәләнгән, аҙнаһына 2 сәғәт, йылына 35 уҡыу аҙнаһы тап килә, был Темәс урта белем биреү мәктәбенең  2014 – 2015 уҡыу йылының талаптарына тап килә. . 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Башланғыс класс уҡытыусыһы үҙ алдына баланы өс кимәлдә үҫтереү бурысын аныҡ ҡуя.

Шәхси үҫеш  кимәле

Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫта­лығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һан­лаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп форма­лаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тор­мошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.

Метапредмет кимәле

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белем алырға өйрәтеү.

Предмет-ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:

әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;

аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

Предмет кимәле

Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләште­реү, уны анализлау һәм ҡулланыу әлкәһендә тейешле тәжрибә туплауПредметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;уҡыу техникаһын үҙләштереү; *

уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;

интерпретацияның төп элементтарын үҙләште­реү;әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текста­рын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу;

үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ аллы һай­лай алыу;һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;

үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;

монологтар төҙөү, текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;

шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм таныш булмаған аудиторияла сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.

 

II. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

 

Һаумы, мәктәп! Белем байрамы. Ф.Рәхимғолова Синыфтан тыш уҡыу.М. Кәрим шиғырҙары Шулай башлана йәшәү Зәйнәб БиишеваҠояш нимә тине? Йәшел йүгән. Ат һәм күгәүен.(мәҫәл) Ҡыш баһадир. Динис БүләковЯңы дуҫ. Әлфиәнең күҙ йәштәре Ҡышкы сәскәләр Томбойоҡ сәскәһе. Йәшел гармун.Яныбай Хамматов Салауат(романдан өҙөк).Коткарыу. Абдулхак Игебаев. Һай, тыуған ер, ғәзиз ер!Урал. Ноғман Мусин Етемәк болан балаһы Ҡарағай башында бер төн Татлы тамаҡ һуҫар Ҡоралайҙар. Фәрит Иҫәнғолов Баҫыу уртаһындағы күл Өс малай һәм бер йәйен тураһында хикәйә Урман патрулдәре. Кәтибә Кинйәбулатова. Йәшенле юлИш янына ҡуш   Сафуан Әлибай. Ҡышкы урман. Алтын көҙ.  Фәүзиә Рәхимғолова Ҡолонсак. Шифалы һөт. Факиһа Туғыҙбаева Икмәк.   Наил Ғәйетбай Аҡбулат батыр. Төнгө осрашыу Гөлфиә Юнысова. Әсәм һүҙҙәре. Тыуған ерем Раил Байбулатов Рәис Ғабдрахманов. Имән төбөнән сыҡҡан шар. Беҙғолак. Ултырма ҡыҙ.Капитан. Марс Әхмәтшин. Бер урам малайҙары Фәрзәнә Акбулатова Толпар канатлы була. Донъя әҙәбиәте. Ғабдулла Туҡай. Бишек йыры. Шүрәле Шарль Перро. Ҡызыл ҡалпаҡ Бер туған Гриммдар. Бутҡа көршөге Д. Родари.һорауҙар Ю. Ванаг. Аҡҡош. А. Конанбаев. Йәш быуынға

III. Башҡорт  әҙәбиәте” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре

Уҡыу техникаһы

Тексты етеҙ тасуири аңлап уҡыу. Әҫәр йөкмәткеһенә ярашлы хис-тойғоларҙы, уй-фекерҙе белдереп, тауышты көйләп уҡыу. Минутына 90-100 һүҙ уҡыу. Эстән уҡығанда минутына 120 һүҙҙән күберәк.

Предмет буйынса белем алырға 

- әҙәби һөйләү нормаларын күҙәтеп, йылдан-йыл аңлы, дөрөҫ, тасуири (пауза, логик баҫым, тон, темпты күҙәтеү) уҡый белергә;

- әҫәрҙе эстән аңлы уҡый белергә (уҡыу тиҙлеге иҫәпкә алынмай);

- китаптың өлөштәрен, йәғни титул битен, йөкмәткеһен, инеш һүҙен, йомғаҡ һүҙен табыу; һылтанмаһын, аннотацияһын айыра белергә;

- үҙ аллы төҙөлгән планға таянып, әҫәрҙең йөкмәткеһен ентекләп, ҡыҫҡартып йәки һайлап, ижади һөйләү күнекмәһенә эйә булырға;

- уҡыған әҫәрҙең темаһын һәм төп фекерен билдәләргә;

 - уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләргә; әҫәрҙең исемен, авторын белергә; авторҙың уй-фекерен асыҡларға- уҡылған әҫәрҙе мәғәнәүи яҡтан тамамланған өлөштәргә үҙ аллы бүлергә, улар араһынан төп фекерҙе белдергәнен таба белергә, хикәйәнең, мәҡәләнең планын төҙөргә;

- уҡылған текстың йөкмәткеһенә нигеҙләнеп, ҡыҫҡа хикәйәләр төҙөргә, яҙырға, ижади эштәр башҡарырға, автор ҡарашынан сығып, уның төп геройына баһа бирә белергә;

Метапредмет кимәлен үҫтерергә:

әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларға, күренештәргә уҡыусының шәхси уй-фекерен, ҡарашын белергә;

- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылығын, холҡон, тәртибен, тойғоһон, уй-фекерен аңларға, уларҙы бер-береһе менән сағыштырырға, үҙ мөнәсәбәтеңде белдерергә, ҡылыҡһырлама төҙөй белергә;

- шиғырҙарҙы, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен тасуири, яттан һөйләй белергә;

 - бирелгән тема буйынса тасуирлау һәм фараз итеү элементтарын индереп, телдән хикәйәләр төҙөй белергә;

 

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белем алырға өйрәтеү.

- фольклор әҫәрҙәренә миҫалдар килтерә белергә (әкиәттәр, йомаҡтар, мәҡәлдәр);

 - әҙәби әҫәрҙең, халыҡ ижадының ҡайһы бер жанрҙарының (хикәйә, шиғыр, мәҫәл, әкиәт, йыр, мәҡәл, йомаҡ, көләмәс, һынамыш) һәм уларҙың үҙенсәлектәрен ғәмәли айыра белергә;

- төрлө тематикаға уҡылған әҫәрҙәргә миҫалдар килтерә белергә

Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:

 -үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарарға;

 -мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

 -һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;

 -атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;

 -тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, уларҙы һаҡларға, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнергә, таратырға.

- башҡортса һөйләшә, уҡый, яҙа алыу, башҡорт телен, үҙенең артабанғы белемен, мәҙәни кимәлен үҫтереүҙә ҡуллана белергә;

үҙ аллы китап уҡыу күнекмәләренә эйә булырға;

IV.4 класты тамамлаусыларга талаптар :

билдәле  тема буйынса әңгәмәләшеү өсөн кәрәкле әҫәрҙе, фәнни-популяр мәҡәләне үҙ аллы танып уҡыу, кәрәкле белешмә материалды ваҡытлы матбуғаттан һәм башҡа сығанаҡтарҙан файҙаланырға күнегергә (һүҙлектәр, бирелгән китаптар, электрон дәреслектәр);

таныш булмаған китаптың исеменә, тышындағы һүрәтенә, бүлек атамаларына ҡарап, йөкмәткеһен аңларға, уҡыған әҫәрҙәргә баһа бирә белергә. -әҙәби һөйләү нормаларын күҙәтеп, йылдан-йыл аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡый белергә;

-әҫәрҙе эстән аңлы уҡый белергә;

-китаптың өлөштәрен, йәғни титул битен, йөкмәткеһен, инеш һүҙен, йомғаҡ һүҙен табыу, аннотацияһын айыра белергә;

-үҙ аллы төҙөлгән планға таянып, әҫәрҙең йөкмәткеһен ентекләп, ҡыҫҡартып йәки һайлап һөйләй белергә;

-уҡылған әҫәрҙең темаһын һәм төп фекерен билдәләргә;

-әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларға, күренештәргә уҡыусының шәхси уй-фекерен, ҡарашын белергә;

-әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылығын,холҡон,тәртибен, тойғоһон, уй-фекерен аңларға, улырҙы бер-береһе менән сағыштырырға, үҙ мөнәсәбәтеңде белдерергә, ҡылыҡһырлама төҙөй белергә;

-шиғырҙы, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен тасуири, яттан һөйләй белергә;

-фольклор әҫәрҙәренә миҫалдар килтерә белергә;

-төрлө тематикаға уҡылған әҫәрҙәргә миҫалдар килтерә белергә.

 

V. Башҡорт әҙәбиәтенэн 4 синыф өсөн тематик план

            ДӘРЕС  ТЕМАҺЫ

Үткәреү вакыты

Фактик үткәреү вакыты

Иҫкәрмә

 

1

Һаумы, мәктәп! Белем байрамы. Ф.Рәхимғолова

6/09

 

 

 

Мостай Кәрим.

 

 

 

2

Беҙҙең өйҙөң йәме.

10/09

 

 

3

Шулай башлана йәшәү.

13/09

 

 

4

Синыфтан тыш уҡыу.М. Кәрим шиғырҙары.

17/09

 

 

 

Зәйнәб Биишева.

 

 

 

5

Ҡояш нимә тине?

20/09

 

 

6

Йәшел йүгән.

24/09

 

 

7-8

Ат һәм күгәүен.(мәҫәл) Ҡыш баһадир.

27/09,28/09

 

 

 

        Динис Бүләков.

 

 

 

9

Яңы дуҫ.

1/10

 

 

10

Әлфиәнең күҙ йәштәре.

4/10

 

 

11-12

Ҡышкы сәскәләр.

8,18/10

 

 

13-14

Томбойоҡ сәскәһе.

22,25/10

 

 

15

Йәшел гармун.

29/10

 

 

16

Синыфтан тыш укыу.

1/11

 

 

 

Яныбай Хамматов.

 

 

 

17

Салауат(романдан өҙөк).

5/11

 

 

18

Ҡоткарыу.

8/11

 

 

 

     Абдулхак Игебаев.

 

 

 

19

Һай, тыуған ер, ғәзиз ер!

12/11

 

 

 

Урал (поэманан өҙөк)

15/11

 

 

 

   Ноғман Мусин.

 

 

 

20-21

Етемәк болан балаһы

19/11

 

 

22

Ҡарағай башында бер төн.

29/11

 

 

23

Татлы тамаҡ һуҫар.

30/11

 

 

24

Ҡоралайҙар.

3/12

 

 

25

Синыфтан тыш укыу.

6/12

 

 

 

   Фәрит Иҫәнғолов.

 

 

 

26-27

Баҫыу уртаһындағы күл.

10,13/12

 

 

28-29

Өс малай һәм бер йәйен тураһында хикәйә.

17,20/12

 

 

30-31

Маҙаһыз төн.

24,27/12

 

 

32-33

Урман патрулдәре.

10,14/01

 

 

 

     Кәтибә Кинйәбулатова.

 

 

 

34

Йәшенле юл.

17/01

 

 

35

Иш янына ҡуш.

21/01

 

 

 

   Сафуан Әлибай.

 

 

 

36

Ҡышкы урман. Алтын көҙ.

24/01

 

 

 

  Фәүзиә Рәхимғолова.

 

 

 

37

Ҡолонсак.

28/01

 

 

38

Шифалы һөт.

4/02

 

 

39

Салауат күпере.

7/02

 

 

 

   Факиһа Туғыҙбаева.  

 

 

 

40

Икмәк.

11/02

 

 

 

   Наил Ғәйетбай.

 

 

 

41

Аҡбулат батыр.

14/02

 

 

42

Төнгө осрашыу.

18/02

 

 

 

  Гөлфиә Юнысова.

 

 

 

43

Әсәм һүҙҙәре. Тыуған ерем.

28/02

 

 

 

   Раил Байбулатов.

 

 

 

44

Күгәрсендәр төйәгендә.

3/03

 

 

45-46

Батырлыҡ иле.

6,7/03

 

 

47

Сәскәләр мажараһы.

13/03

 

 

48

Синыфтан тыш уҡыу.

17/03

 

 

 

  Рәис Ғабдрахманов.

 

 

 

49

Имән төбөнән сыҡҡан шар.

20/03

 

 

50

Беҙғолак.

24/03

 

 

51

Ултырма ҡыҙ.

27/03

 

 

52

Капитан.

31/03

 

 

53-54

Ысын дуслыҡ.

3,7/04

 

 

 

   Марс Әхмәтшин.

 

 

 

55

Бер урам малайҙары.

17/04

 

 

56

Кәрәҙле бал.

21/04

 

 

57

Гөлйемеш.

24/04

 

 

 

   Фәрзәнә Акбулатова.

 

 

 

58-59

Толпар ҡанатлы була.

28,03/05

 

 

60

Атай икмәге.

5/05

 

 

 

   Донъя әҙәбиәте.

 

 

 

61

Ғабдулла Туҡай. Бишек йыры. Шүрәле.

8/05

 

 

62

Шарль Перро. Ҡызыл ҡалпаҡ.

12/05

 

 

63

Бер туған Гриммдар. Бутҡа көршөге.

15/05

 

 

64

Аҡыллы көтөүсе.

19/05

 

 

65

Д. Родари.һорауҙар.

22/05

 

 

66

Ю. Ванаг. Аҡҡош. А. Конанбаев. Йәш быуынға.

26/05

 

 

67

Япон халык әкиәте. Йәшлек шишмәһе.

27/05

 

 

68

Йомғаҡлау дәресе.

29/05

 

 

VI. Уҡыутыу процессының матди-техник базаһы:

 

·                    Күргәҙмә материалдар

 

·                    Мультимедиа ҡоролмалары (компьютер, интерактив такта,,  проектор, колонкалар һәм б.)

VII. Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.

Дәреслек :

1.«Әҙәби уҡыу» дәреслеге (автор Ә.Т.Мәүлийәрова, Ф.Ш.Сынбулатова)

2.Уҡыу программаһы. Ф.Ш.Сынбулатова, М.С.Дәүләтшина, Ә.Т.Мәүлийәрова.  Өфө: Китап, 200

Программаға үҙгәрештәр индерелмәне, әммә уҡыу йылы дауамында корректировкалар булырға мөмкин

                               _    Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар.

-        «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат» журналдары

-        Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр.

-        Башҡорт  эзэбиэте антологияпы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

      

 

                    

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирской литературе"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор десткого сада

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 832 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.01.2016 787
    • DOCX 36.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Биктимирова Люция Гумеровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Биктимирова Люция Гумеровна
    Биктимирова Люция Гумеровна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5449
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Система образовательной организации в начальном общем образовании в условиях реализации ФГОС

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 60 человек из 30 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 845 человек

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации учебной деятельности на уроках математики у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 75 человек

Курс повышения квалификации

Особенности введения и реализации обновленного ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1102 человека из 81 региона
  • Этот курс уже прошли 19 288 человек

Мини-курс

Психология общения: эффективное общение и решение конфликтов

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 835 человек из 78 регионов
  • Этот курс уже прошли 377 человек

Мини-курс

Психологические механизмы и стратегии: сохранения психологического равновесия

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 13 регионов
  • Этот курс уже прошли 12 человек

Мини-курс

Развитие детей: сенсорика, самостоятельность и моторика

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 13 регионов
  • Этот курс уже прошли 12 человек