Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирской литературе для 1-4 классов башкирской школы

Рабочая программа по башкирской литературе для 1-4 классов башкирской школы

57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:

1.Пояснительная записка

Башкирская литература, «Школа России», Сынбулатова Ф. Ш., 1 – 4 класс

Рабочая программа составлена на основе следующих нормативных документов:

  1. Конституции РФ, ст. 43;

  2. Конвенции о правах ребенка;

  3. Федерального закона от 29 декабря 2012 г. № 273-ФЗ "Об образовании в Российской Федерации";

  4. Приказа № 1089 от 5 марта 2004 "Об утверждении федерального компонента государственных образовательных стандартов начального общего, основного общего и среднего (полного) общего образования" (в соответствии с изменениями);

  5. Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 29 декабря 2014 года № 1643 «О внесении изменений в приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 6 октября 2009 года № 373 «Об утверждении и введении в действие федерального государственного образовательного стандарта начального общего образования» (зарегистрирован Министерством юстиции Российской Федерации 06 февраля 2015 года, регистрационный № 35916);

  6. Приказа от 9 марта 2004 г. N 1312 «Об утверждении федерального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных учреждений Российской Федерации, реализующих программы общего образования»;

  7. Постановления Главного государственного санитарного врача РФ от 29 декабря 2010 № 189 «Об утверждении СанПиН 2.4.2.2821-10 «Санитарно-эпидемиологические требования к условиям и организации обучения в общеобразовательных учреждениях»;

  8. Закона Республики Башкортостан «Об образовании в Республике Башкортостан» от 1 июля 2013 г. № 696-з;

  9. Концепции развития национального образования в Республике Башкортостан от 31 декабря 2009 г. № УП-730; Республиканская программа развития образования на 2013-2017 годы от 30.12.2012 г. № 54 (с изменениями от 24.10.2013г. № 473)

  10. Регионального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных учреждений Республики Башкортостан, реализующих программы общего образования (Приказ министерства образования РБ № 905 от 29.04.2015г.);

  11. Программы начального общего образования по башкирскому языку «Образовательная система «Школа России». Автор: Сынбулатова Ф.Ш.

  12. Учебного плана МБОУ СОШ с.Старокубово (приказ № 16 от «20» августа 2015 г.);

  13. Положения о рабочей программе МБОУ СОШ с.Старокубово (приказ № 5 от «29» мая 2014 г.)

1.Аңлатма яҙыу.

Илдәге социаль-экономик күтәрелеш һөҙөмтәһендә социаль шарттарҙың тамырынан үҙгәреүе мәғариф өлкәһенә яңы талаптар ҡуя. Баланы яңы социаль шарттарҙа бөтә яҡтан гармониялы үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү, нигеҙҙә, мәктәпкә йөкмәтелә.

Был бурыстарҙы хәл итеүгә тейешле шарттар булдырыу зарур. Иң төп шарттарҙың береһе – телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу, сөнки тел үҫеш Бала үҙ телендә һөйләшә, фекер йөрөтә, уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә. Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта ала. Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе, байытыуҙы, камиллаштырыуҙы, баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе, формалаштырыуҙы күҙаллай.

Мәктәптә туған тел махсус предмет булараҡ өйрәнелә. Ә башланғыс мәктәптә иһә айырыуса әһәмиәтле урын алып тора. Сөнки башланғыс класс уҡыусылары туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә, кешеләр араһындағы, йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе, үҙен уратып алған донъяны өйрәнә, шәхес булараҡ үҫешә. Фәҡәт үҙ телең генә ата-бабала- рыңдың үткәнен белергә, киләсәккә өмөт-хыялдарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Ошоларға ирешмәйенсә тороп, телеңдең, милләтеңдең киләсәген күҙаллауы мөмкин түгелдер. Шуға ла туған телде бөтә нескәлектәре менән өйрәнеү, белеү мотлаҡ.

Башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар - уҡыусыларҙы тормош менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү; мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйле алып барыу; һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү; әҙәбиәт һәм сәнғәттең етеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләтлектәрен үҫтереү; уларҙың үҙ аллы белем алыуына, әҙәби китап уҡыуына, уҡылғанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен әүҙемләштереү бурысы тора. Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.

Юғарыла аталған бурыстарҙы хәл итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур. Иң төп шарттарҙың береһе - телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу. Шуға күрә балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү башланғыс кластан маҡсатлы рәүештә алып барыла. Дәүләт теле булған рус һәм халыҡ-ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү, ҡағиҙә булараҡ, туған телгә нигеҙләнеп атҡарыла.

Башланғыс мәктәптә туған тел (киләсәктә әҙәби уҡыу тип аталасаҡ) дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙытормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән:

башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштертеү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; танып белеү даирәһен формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;

  • уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелендә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша балаға һәр яҡлап йоғонто яһау;

  • әҙәби әҫәрҙәр, фәнни-популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүҙемлек кеүек юғары әхлаҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;

  • туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;

  • бергә уҡыу компетентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.

Уҡыу дәрестәренең маҡсаты һәм бурыстары.

2. Уҡыу предметының, курстың дөйөм ҡылыҡһырламаһы.

Программа башланғыс мәктәп уҡыусыларына китаптың төрлө мәғлүмәт сығанағы булыуы тураһында төшөнсә бирә. Бында тағы ла китап уҡыусының библиография өлкәһендәге оҫталыҡтарын булдырыу күҙаллана: белешмә буйынса эҙләп ала белеү, айырым билдәләренән төрлө типтағы, төрҙәге китаптарҙы табыу һәм улар менән танышыу, уҡыу өсөн тәҡдим ителгән йәки үҙ теләге буйынса китаптарҙы һайлап алып уҡыу.

Башланғыс мәктәптең уҡыу пландарына ингән башҡа предметтарҙан айырмалы рәүештә, «Туған тел» предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһай.

1). Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа һәм китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү

Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы (уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға теләк булдырыуҙы) күҙаллай. Ошо бурысты тормошҡа ашырыу өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы өйрәнеүгә нигеҙ һала. Туған тел предметының йөкмәткеһен үҙләштереү аша уҡыусылар тексты аңлап уҡыу, төрлө мәғлүмәт менән эшләү, кәрәк булғанын таба белеү күнекмәләренә эйә була.

2). Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү

Был йүнәлеш китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙы, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.

3). Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл-ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи-эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү

Был йүнәлештәге мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу - әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлекле айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға; тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул.

Шулай уҡ әҙәби әҫәрҙәрҙе сәнғәттең башҡа төрҙәре (һынлы сәнғәт, музыка) менән сағыштырыу, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын табыу; уҡылған әҫәрҙәр ярҙамында үҙең дә хикәйә яҙып ҡарау.

4). Әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән танышыуҙан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү

Әҙәби әҫәрҙәрҙең үҙенсәлеген, уның әхлаҡи асылын, шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора. Әҙәби әҫәрҙе уҡыған бала тирә-йүнде уратып алған төп әхлаҡи-этик ҡиммәттәрҙе үҙләштерә, геройҙарҙың ыңғай һәм кире эштәре менән таныша, баһалай, анализлай; унда һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итә, аңлай һәм тормошта ыңғай һөҙөмтәһен булдырырға ынтыла; әҙәби әҫәрҙәрҙе эмоциональ ҡабул итеү һөҙөмтәһендә үҙендә ыңғай сифаттар тәрбиәләргә тырыша.

Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе барлыҡҡа килтереү уҡытыусынан ҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә. Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балаға мәғлүмәтле булыу мөмкинселектәре асыла. Бала тирә яҡ донъяны , үҙен уратып алған мөхитте, тәбиғәт күренештәрен, хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте, йәғни тормошто китап, гәзит-журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.

3. Уҡыу предметының, курстың уҡыу планындағы тотҡан урыны

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «Иҫке Ҡобау белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. «Туған тел» предметын өйрәнеүгә башланғыс кластарҙа бөтәһе 302 сәғәт бүленә (I класта - 30 сәғәт , II- 102 сәғәт, III- 68сәғәт, IV - 102 сәғәт. (34 аҙнанан сығып).

4. Уҡыу предметында рухи ҡиммәттәр бирелеүе.

Башланғыс мәктәптә уҡыу предметы булараҡ туған тел дәрестәре белем биреүгә генә түгел, ә тәрбиәүи ҡиммәттәргә лә ҙур әһәмиәт бирә.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халәте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

. 5. Уҡыу предметының, курстың шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре

Башланғыс класс уҡытыусыһы үҙ алдына баланы өс кимәлдә үҫтереү бурысын аныҡ ҡуя.

Шәхси үҫеш кимәле

Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һан

лаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.

Метапредмет кимәле

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белем алырға өйрәтеү.

Предмет-ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;

  • аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

Предмет кимәле

Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡулланыу әлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

  • компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;

  • уҡыу техникаһын үҙләштереү; *

  • уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;

  • интерпретацияның төп элементтарын үҙләштереү;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу;

  • үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ аллы һайлай алыу;

  • һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;

  • үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;

  • монологтар төҙөү, текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;

  • һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;

шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм таныш булмаған аудиторияла сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.

Уҡытыу һөҙөмтәһендә башланғыс мәктәптә балала артабан белем алырға әҙерлек, кәрәкле әҙәби үҫеш кимәле булдырыуға теләк уянасаҡ. Был түбәндәге күнекмәләрҙе булдырыуҙы күҙаллай:

  • тирә-йүнде өйрәнгәндә туған тел дәресенең тотҡан урынын һәм ролен төшөнөү, уҡыуҙың мәҙәниәтле кеше тәрбиәләүҙәге ролен аңлау, шәхси сифаттарҙы һәм социаль ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү;

  • әҙәбиәттең дөйөм кешелек сифаттары тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен аңлау;

  • әҙәби текстар өҫтөндә эстетика һәм әхлаҡ күҙлегенән сығып эш итеү. Әҙәбиәттең сәнғәттең бер төрө икәненә төшөнөү, аңлау;

  • әҙәби жанрҙы билдәләү, геройға характеристика биреү өсөн анализлау, сағыштырыу алымдарын ҡулланыу; тексты һөйләй белеү күнекмәләренә эйә булыу;

  • үҙеңә кәрәкле информацияны әҙәби, фәнни-поппуляр, өйрәтеү текстарынан таба белеү;

  • энциклопедик, белешмә баҫмалар менән эшләү күнекмәләренә эйә булыу.

1 класс

Шәхси үҫеш кимәле

Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һан

лаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.

Метапредмет кимәле

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белем алырға өйрәтеү.

Предмет-ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;

  • аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

Предмет кимәле

Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән,баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.Уҡыу техникаһы- ижекләп ( оҙон һүҙҙәрҙе ) һәм тулы һүҙҙәр менән дөрөҫ итеп, йыл аҙағына минутына 25-30 һүҙ уҡыу.

Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

  • компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;

  • уҡыу техникаһын үҙләштереү;

  • уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;

- шиғырҙарҙы яттан һөйләү;

  • үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;

.

2 класс

Шәхси үҫеш кимәле

Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һан

лаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.

Метапредмет кимәле

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;

  • аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

Предмет кимәле

-фольклор жанрҙарын өйрәнеү :

-.Шиғыр уҡыу,тыңлау һәм уны тасуири уҡырға өйрәтеү,яттан һөйләү күнекмәләре өҫтөндә эшләү:

-тәбиғәтте күҙәтеү,уны һаҡлау, ишәйтеү проблемаларына һәм шулай уҡ әҙәп,әхлаҡ,мәҙәниле аралашыу,хеҙмәт һәм тыуған ер,ил мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәрҙе өйрәнеү:

-Уҡыу техникаһы- 35-55 һүҙ уҡыу.

  • компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;

  • уҡыу техникаһын үҙләштереү;

  • уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;

- шиғырҙарҙы яттан һөйләү;

  • үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;

3 класс

Шәхси үҫеш кимәле

Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һан

лаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.

Метапредмет кимәле

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;

  • аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

Предмет кимәле

-Тексты тасуири итеп уҡыу: -уҡығанда мәғәнә яғынан әһәмиәтле һүҙгә баҫым яһау: -һөйләмдәрҙе һәм текстың бүленештәрен береһен икенсеһенән айырып уҡы; -Уҡыу тиҙлеге минутына 65-70 һүҙ уҡыу.

.

  • тирә-йүнде өйрәнгәндә туған тел дәресенең тотҡан урынын һәм ролен төшөнөү, уҡыуҙың мәҙәниәтле кеше тәрбиәләүҙәге ролен аңлау, шәхси сифаттарҙы һәм социаль ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү;

  • әҙәбиәттең дөйөм кешелек сифаттары тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен аңлау;

  • әҙәби текстар өҫтөндә эстетика һәм әхлаҡ күҙлегенән сығып эш итеү. Әҙәбиәттең сәнғәттең бер төрө икәненә төшөнөү, аңлау;

  • әҙәби жанрҙы билдәләү, геройға характеристика биреү өсөн анализлау, сағыштырыу алымдарын ҡулланыу; тексты һөйләй белеү күнекмәләренә эйә булыу;

  • үҙеңә кәрәкле информацияны әҙәби, фәнни-поппуляр, өйрәтеү текстарынан таба белеү;

  • энциклопедик, белешмә баҫмалар менән эшләү күнекмәләренә эйә булыу.

4 класс

Уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һан

лаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.

Метапредмет кимәле

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;

  • аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

Предмет кимәле

-Тексты тасуири итеп уҡыу: -уҡығанда мәғәнә яғынан әһәмиәтле һүҙгә баҫым яһау: -һөйләмдәрҙе һәм текстың бүленештәрен береһен икенсеһенән айырып уҡы; - Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири итеп тулы һүҙҙәр менән ҡысҡырып минутына 90-100 һүҙ уҡыу. Эстән уҡығанда минутына 110-120 һүҙ уҡыу.

.

  • тирә-йүнде өйрәнгәндә туған тел дәресенең тотҡан урынын һәм ролен төшөнөү, уҡыуҙың мәҙәниәтле кеше тәрбиәләүҙәге ролен аңлау, шәхси сифаттарҙы һәм социаль ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү;

  • әҙәбиәттең дөйөм кешелек сифаттары тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен аңлау;

  • әҙәби текстар өҫтөндә эстетика һәм әхлаҡ күҙлегенән сығып эш итеү. Әҙәбиәттең сәнғәттең бер төрө икәненә төшөнөү, аңлау;

  • әҙәби жанрҙы билдәләү, геройға характеристика биреү өсөн анализлау, сағыштырыу алымдарын ҡулланыу; тексты һөйләй белеү күнекмәләренә эйә булыу;

  • үҙеңә кәрәкле информацияны әҙәби, фәнни-поппуляр, өйрәтеү текстарынан таба белеү;

  • энциклопедик, белешмә баҫмалар менән эшләү күнекмәләренә эйә булыу.

Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау нормалары

Уҡыусыларҙың башҡортса уҡыу оҫталығын, телдән яуаптарын баһалағанда, уларға тәҡдим ителгән текстың(ғәҙәттә, хикәйәләү характерындағы проза әҫәре) йөкмәткеһен аңлап, тейешле тиҙлектә тасуири уҡыуы, һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыуы, интонацияны бирә белеүе, башҡалар ишетерлек һәм аңларлыҡ кимәлдә тыныс, шыма уҡыуы иҫәпкә алына.

Тексты етеҙ, тасуири аңлап уҡыу. Уҡыу материалы тирәүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала, баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге, әҫәрҙәге тема менән таныштыра, урта мәктәптә әҙәбиәт һәм тарих буйынса система тик курста өйрәнеүгә тейешле ерлек әҙерләй.

Башланғыс класс программаһында ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы рәүештә бала китапты үҙ аллы уҡыуға ылыҡтырылған һәм уҡыу етеҙлеге лә тейешле кимәлгә ҡуйылған булырған тейеш. Әҫәр йөкмәткеһенә ярашлы хис-тойғоларҙы, уй-фекерҙе белдереп, тауышты көйләп уҡыу.

Тикшереү эштәрен үткәреү планы.

1 класс;

2 класс;

3 класс

4 класс

6.Уҡытыу предметының, курстың төп йөкмәткеһе.

Телмәр һәм уҡыу эшмәкәрлегенең төрҙөре

Тыңлау, тыңлау һәм аңлау.

Телдән һөйләнгән телмәрҙе (әңгәмәсенең мө< мәтен, һәр төрлө текстарҙы уҡыу) тыңлау һәм ҡа итеү. Мәғлүмәтте тыңлау һәм мәғәнәһенә төш барыу: уҡыусы һөйләмде тыңлай, һөйләүсенең кер ебенә төшөнә, телмәр аша уның мөнәсәбө1 мәғәнә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткеһенә ҡара яуабын әҙерләй, ҡылығын, тәртибен планлашть уҡылған фәнни-мәғлүмәти, әҙәби әҫәрҙәр буйь һорау биреү һәм мәғлүмәт алыу күнекмәләре формалаштыра. Тыңлау һәм аңлай алыу күнекмәләре аллы айырым ғына формалашмай.

Уҡыу.

  • Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу күнекмәһенә өйрәтк ҡысҡырып уҡыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡысҡырып уҡыу баланы уҡырға өйрәтеүҙә мөһим урын тота, дөрөҫ, йүгерек, аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә. Әкренләп уҡыу күнекмәһенән аңлап, дөрөҫ, бөтә һүҙҙәр менән ҡысҡырып уҡыуға күсеү (уҡыу тиҙлеге индивидуаль уҡыу темпына ярашлы була), яйлап уҡыу тиҙлеген арттыра. Тексты аңлы үҙләштереү аша йүгерек уҡыу күнекмәләрен булдырыу. Уҡығанда интонацияның йөкмәткегә тура килеүен күҙәтеп, орфоэпик нормалар тайпылмау. Һөйләмдәрҙе, тыныш билдәләренәиғтибар итеп, интонация менән уҡыу. Төрлө типтағы, төрҙәге текстарҙың мәғәнәүи үҙенсәлеген аңлау уларҙың мәғәнәһен интонация ярҙамында биреү. Башҡорт теленең әҙәби тел нормала күҙәтеп, һүҙ һәм фраза баҫымына иғтибар итеп уҡыу

  • Эстән уҡыу. Телмәр органдарының ҡатмарлылығынан тыш, һүҙҙәрҙе әйтмәйенсә, күҙ йөрөтөп, текстың йөкмәткеһен аңлап уҡыу. Был уҡыуҙың тиҙлеген яҡшырта, балала уҡыуға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһон арттыра, үҙ аллы уҡырға күнектерә.

  • Эстән уҡығанда уҡыусы текстың, төрлө жанрҙарҙағы һәм күләмдәге әҫәрҙәрҙең мәғәнәһен, төп фекерен, уларҙы уҡыу төрҙәрен (өйрәнеү, таныштырыу, һайлау) билдәләй. Текстан кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү күнекмәләрен үҙләштерә. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен (фактлау, тасуирлау, тулыландырып уҡыу) аңлауға эйә була.

Төрлө текстар менән эш

Төрлө төрҙәге текстар тураһында дөйөм мәғлүмәт биреү.

Әҙәби, фәнни-популяр, өйрәтеү текстарының үҙенсәлектәрен, айырмалығын күрһәтеү, сағыштырыу. Был текстарҙың маҡсатын билдәләү. Фольклор - халыҡ ижады өлгөләре менән таныштырыу, мәғлүмәт биреү.

Тексты һөйләмдәр теҙмәһенән практик рәүештә айыра белеү күнекмәләрен барлыҡҡа килтереү; таныш булмаған китаптарҙың йөкмәткеһен исеменә, тышлыҡтағы һүрәтенә һәм биҙәлешенә ҡарап алдан фаразлау.

Текстарҙың темаһын, төп фекерен, структураһын билдәләү, тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү. Төрлө мәғлүмәт менән эшләү күнекмәләрен булдырыу.

Коллектив фекер алышыуҙа ҡатнашыу, йәғни, текстан файҙаланып, һорауҙарға яуап биреү, тема буйынса сығыш яһау, башҡаларҙың сығышын тыңлау, өҫтәлмә һәм күргәҙмә материалдарҙы, һүрәттәрҙе әңгәмә барышында дөрөҫ ҡулланыу.

Әҙәби әҫәрҙең тексы өҫтәндә эш

Әҙәби әҫәрҙең исеме йөкмәткеһенә тура килеүҙе аңлау, уҡытыусы ярҙамында әҙәби текстың үҙенсәлектәрен билдәләү (телдең тасуирлау сараларын күҙәтеү). Фольклорҙа, йәғни халыҡ ижадында халыҡтың тарихи үҫеш юлында алған тормош тәжрибәһе, аң кимәле, иң яҡшы милли традициялары сағы- лыуын, ғөмүмән, дөйөм кешелек, әхлаҡ ҡанундары тупланыуын аңлау.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау. Изге һәм оло тойғоно - ил тойғоһон төшөнөү. Уҡылған әҫәрҙәрҙә Тыуған илгә һөйөү, ихтирам һаҡлау темаларының төрлө милләт халыҡтары әҫәрҙәрендә сағылыш табыуы (Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар миҫалында аңлатыу). Төрлө милләт халыҡтарының фольклорында темаларҙың һәм идеяларҙыңоҡшағанлығы. Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

Әҙәби тексты һөйләүҙең төрлө төрҙәрен - тулы, һайлап, ҡыҫҡартып һөйләүҙе үҙләштереү.

Тулы һөйләү - уҡыған тексты ентекләп һөйләү ул: фрагменттың төп фекерен билдәләү, терәк һәм мөһим һүҙҙәрҙе ҡулланыу; эпизодты тулы һөйләү, тексты бүлектәргә бүлеү; һәр бүлектең һәм текстың төп фекерен билдәләү; һәр бүлеккә һәм тексҡа исем биреү; текстағы атама һөйләмдәрҙе ҡулланып, һорауҙар, әйтемдәр, тулы һөйләмдәр менән план төҙөү күнекмәләре булдырыу.

Бирелгән фрагмент буйынса үҙ аллы һөйләү, әҫәрҙең геройына характеристика (геройҙы һүрәтләгән һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе, һөйләмдәрҙе һайлау). Ваҡиға урынын һүрәтләү-яҙыу. Текстағы һүрәтләү өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе, һөйләмдәрҙе дөрөҫ ҡулланыу. Төрлө әҫәрҙәрҙәге эпизодтарҙы эмоциональ биҙәү, геройҙарҙы ҡылыҡтары буйынса һайлап алыу һәм сағыштырыу.

Өйрәтеү, фәнни-популяр, әҙәби һәм башха текстар менән эшләү

Әҫәрҙең йөкмәткеһе исеменә тура килеүен күҙәтеү. Өйрәтеү һәм фәнни-популяр текстарҙың үҙенсәлеген билдәләү (мәғлүмәт тапшырыу үҙенсәлеге). Легендалар, риүәйәттәр, ҡобайырҙар, дин тураһындағы текстарҙың дөйөм үҙенсәлектәренә, айырмалыҡтарына төшөнөү. Төрлө текстарҙы анализлау алымдары менән танышыу; сәбәп-һылтау бәйләнештәрен булдырыу. Текстың төп фекерен билдәләү. Тексты тамамланған өлөштәргә бүлеү, бәләкәй темалар билдәләү. Төп һәм терәк һүҙҙәр менән эшләү. Тексты һөйләү алгоритмы, схемаларға таянып һөйләү. Тексты тулы һөйләү. Текст йөкмәткеһенең төп фекерен билдәләп, ҡыҫҡартып һөйләү.

Һөйләү (аралашыу мәҙәниәте). Һөйләү, тексты яҙыу кеүек үк, телмәр эшмәкәрлегенең продуктив формаһына инә. Улар икеһе лә фекерләү процесын сағылдырып, билдәле йөкмәтке, текст, информация барлыҡҡа килтерәләр һәм уны башҡаларға тапшырыу функцияһын үтәйҙәр.

Диалог төҙөү. Диалогтың телмәрҙең бер төрө булыуына төшөнөү. Диалог ике йәки бер нисә кешенең үҙ-ара һөйләшеүе, фекер алышыуы. Диалогтың (телмәрҙең) үҙенсәлектәре тураһында төшөнсә биреү; бирелгән һорауҙы аңлау, уларға яуап биреү һәм текст буйынса үҙ-ара һорауҙар төҙөү; әңгәмәсене бүлдермәйенсә, итәғәтле формала үҙеңдең фекереңде әйтеп, уҡылған әҫәр (өйрәтеү, фәнни-популяр, әҙәби текстар) буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашыу. Әҫәр тураһында башҡаларҙың фекерен белеү. Тексҡа һәм үҙ тәжрибәңә таянып, үҙеңдең фекереңде иҫбатлау. Һөйләү этикетын дәрестәрҙән тыш шарттарҙа ла иҫтә тотоу, фольклор әҫәрҙәре нигеҙендә этикет үҙенсәлектәре менән танышыу.

Һүҙҙәр өҫтөндә эшләү. Тура, күсмә һәм күп мәғәнәлелек тураһында төшөнсә биреү. Маҡсатлы рәүештә актив һүҙлек запасын тулыландырыу.

Бирелгән һүрәттәр буйынса уҡылған әҫәрҙәргә, айырым сюжет өлөштәрен файҙаланып, телдән инша төҙөү.

Китап уҡыу даирәһе

Башланғыс мәктәп укыусылары үҙләштерә, ҡабул итә алырлыҡ Рәсәй, Башҡортостан халыҡтарының ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре; Х1Х-ХХ быуат классиктарының әҫәрҙәре; сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәре менән танышыу. Тарихи, мажаралы, фантастик, фәнни-популяр китаптарҙы, белешмә материалдарҙы, энциклопедик әҙәбиәтте, балалар өсөн тәғәйенләнгән матбуғат сығанаҡтарын таныу, айыра белеү. Балаларға тәҡдим ителгән төп темалар түбәндәгеләрҙән тора: төрлө халыҡтарҙың фольклоры, Тыуған ил, тәбиғәт, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр, юмористик хикәйәләр; йәмғиәтте, тормош-көнкүреште; яманлыҡ, яуызлыҡ, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттарҙы сағылдырған әҫәрҙәр.

Әҙәби-теоретик белем биреү(практик өйрәтеү)

Уҡытыусы ярҙамында текстағы тасуирлау сараларының: синонимдарҙың, антонимдарҙың, эпитеттарҙың, сағыштырыуҙарҙың, метафораларҙың, гиперболаларҙың әһәмиәтен билдәләү. Әҫәр геройының портретын, ҡылығын тасуирлау, телмәре, уйҙары тураһында төшөнсә биреү; авторҙың геройға мөнәсәбәтен билдәләү. Һөйләү төрҙәренең композицион үҙенсәлектәре тураһында дөйөм төшөнсә биреү.

Хикәйәләү - теге йәки был ваҡиға тураһында хәбәр итеү, һөйләү. Һүрәтләү - пейзажды, портретты, интерьерҙы йәки кешенең тышҡы сифаттарын эҙмә- эҙ тасуирлау. Хөкөмләү - уҡыусыларҙың билдәле бер кеше ҡылығы, эше буйынса фекер йөрөтөүен, үҙ фекерен иҫбатлауын, дәлилләүен, һығымта яһауын талап итә торған монологик телмәр (геройҙар монологы һәм диалогы тураһында төшөнсә).

1 класс (30 сәғәт )

Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: 1-се класта әҙәби уҡыу дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу),уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү,йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр.Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла.Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола.Бала тормош тәжрибәһенән сығып.теге йәки был хәл-ваҡиғаға,күренешкә,кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә.Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша.Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа.Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,эшлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.

Мин уҡый беләм. (1 дәрес)

Әкиәт уҡырға яратам. (9 дәрес)

Рус халыҡ әкиәттәре. Жәлил Кейекбаев “Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?”.” А йыу ниңә ҡыш өңөнән сыҡмай?”. К Ушинский “ Эш бөткәс уйнарға ярай”.Ф. Яхин “Эшенә күрә ашы”.

Атай-ғаилә башлығы. (8 дәрес)

Ф Сынбулатова “Атай-ғаиләлә хужа.” “ Ҡ артатайым кәңәштәре”. Л.Толстой “ Атай һәм улдар”. Р.Хәйри “ Атай менән һөйләшеү”. “Түбәм күктәргә тейҙе”.

Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр. (7 дәрес).

Л. Толстой “ Иң-иң матуры”. В.Осеева “ Әбей”. “ Улдар”. Ф.Ғөбәйҙуллина “ Әсәйем”. “Минең әсәйем кем?”. Р.Солтангәрәева “ Йоҡла, балам, күҙ нурым”.

Матурлыҡ донъяһына сәйәхәт. (5 сәғәт).

Н. Игеҙйәнова “ Бәхәс”. Р. Хәйри “ Һөйөнсө”. Б.Байымов “ Аҡ таҫмалы Зөһрә”.

2 класс ( 68 сәғәт)

2-се класта халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҙур урын бирелә.Программала 1сентябрь-Белем байрамына бағышланған материалдарҙан һуң,фольклор жанрҙарын өйрәнеү ҡаралған.Шиғыр уҡыу,тыңлау һәм уны тасуири уҡырға өйрәтеү,яттан һөйләү күнекмәләре өҫтөндә эшләүгә лә сәғәттәр бүленгән.Тәбиғәтте күҙәтеү,уны һаҡлау, ишәйтеү проблемаларына һәм шулай уҡ әҙәп,әхлаҡ,мәҙәниле аралашыу,хеҙмәт һәм тыуған ер,ил мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәрҙе өйрәнеүгә лә программала тейешле урын бирелгән.

Белем байрамы ( 1 сәғәт)

Г.Юнысова. Сентябрь. А.Игебаев. Вилдең йырлағыһы килә. С.Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.

Халыҡ ижады менән танышыу. (11 сәғәт)

Уҡыйбыҙ ҙа уйнайбыҙ ҙа Бишек йырҙары. Йәнлектәрҙең бишек йырҙары. Бармаҡтар менән уйындар. Мөғжизәле бармаҡтар. Һамаҡтар. Йомро-йомро йомғағым, Йомғағымда - йомағым. Мәҡәлдәр-ололар һүҙе, ата-бабалар кәңәше, өгөт-нәсихәте, аҡһаҡалдыр васыяты. Фәстерәүҙәр Сабир Шәрипов. Хикмәтле хикәйә. Уйындар. Шаярыуҙар.

Әкиәттәр донъяһында (15 сәғәт).

А. Йәғәфәрова. Беҙ әкиәт тыңлайбыҙ. Ҡарт менән дейеү. Төлкө менән әтәс. Мин ҡайҙа? М. Ғабдрахманов. Айыухас менән Айыукәс мәктәптә. Ганс Христиан Андерсен. Борсаҡ өҫтөндәге принцесса. Динә Талхина. Күгәрсен күҙҙәре. Ҡарт әсә. М. Мөсифуллин. Төлкө менән ҡырмыҫҡа. А. Ғарифуллина. Терпе ниңә энәле? Етегән йондоҙ.

Шиғыр уҡыу, яттан һөйләү (7 сәғәт)

Р. Хәйри. Туп.Ҡурсағым. Г.Ғәлиева. Турғай.М.Хисмәтуллина. Ҡарлуғас. Р. Ғәббәсова. Гөлсәсәк менән күбәләк. А.Игебаев. Тыуған яҡ. Д.Талхина. Йәй.

Тәбиғәт күренештәре. Тәбиғәт матурлығы. Экологик мәсьәләләр. Беҙ тәбиғәт балалары. Тәбиғәтте өйрәнәйек, уны һаҡлайыҡ (16 сәғәт)

Б. Ноғманов. Урман китабы. Ф.Фәткуллина. Ҡарҙағы яҙыуҙар. М.Кәрим. Ҡунаҡ беснәк. С.Кәрим.Ярҙам.Данута Цветич. Һайыҫҡан һөйләшеүе.Р. Мөхәмәҙиев. Яңы йыл күстәнәсе. (мәҙәк) Ф. Иҫәнғолов. Тыңлауһыҙ сана менән саңғы.Дүрт юллыҡтар: Д.Юлтый, Р.Ғәрипов, Н.Нәжми, С.Муллабаев. Ф.Иҫәнғолов. Уртаҡ ҡояш.А.Йәғәфәрова. Сәнскеле күлдәк. Н.Игеҙйәнова. Бәпембә.

Былар дарыу үләндәре. Уларҙы сирләгәндә, дауа итеп ҡулланғандар В. Исхаков. Үгәй инә үләне. Әрем. Кесеткән.Т.Ғәниева. Томбойоҡтар.

Аралашыу мәҙәниәте. Кешеләр нисек аралаша.

Әҙәп төбө-ғәҙәт (24 сәғәт)

Таҡмаза. Үсекләүҙәр.

3 класс (68 сәғәт)

Тексты тасуири итеп уҡыу. Уҡығанда мәғәнә яғынан әһәмиәтле һүҙгә баҫым яһау . Һ өйләмдәрҙе һәм текстың бүленештәрен береһен икенсеһенән айырып уҡыу.

Белем байрамы (1 сәғәт) С.Әлибай Өсөнсөгә күскәнбеҙ. М..Кәрим Уҡытыусыма.

Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар ( 7 сәғәт) С.Шәрипов Йәй бит был, йәй. Н.Мусин Бүленгән-бөлөр.Р Байбулатов Һарыбай.

Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә...(8 сәғәт) М Кәрим Көҙ.Д.Талхина Дуҫтар көҙ ҡаршылай. Ф. Рәхимғолова Сәйәхәт. Р.Низамов Шыршыбикә.

Әҙәп төбө-матур ғәҙәт. (15 сәғәт) Р. Ханнанов Тартай теленән табыр. Р.Ҡотошов Кәңәшле эш тарҡалмаҫ. Ҡ.Даян Өҙөлгән сәскәләр.

Тәңкә- тәңкә ҡарҙар яуа (8 сәғәт) Н.Нәжми Ҡыш. Ш. Бабич Ҡышҡы юлда. М. Садиҡова Һунарға барғанда. С.Ҡудаш Ҡар бөртөктәре.

Йортом, илем, халҡым, киләсәгем..(13 сәғәт) Н.Нәжми Ватан.. Р. Ханнанов Изге аманат. Ү Сирбаев Самат олатай ҡайындары.

Әкиәт уҡырға яратам (10 сәғәт) А. Шәйәхмәтова Икмәк көсө. Васыят. Ҡошҡа әйләнгән әбей. Урал иле. Алпамыша батыр. Юлдыбай һунарсы.

Илде иңләп, йәмле яҙ килә ( 6 сәғәт) М Ғафури Яҙ етте..Р. Сәғәҙиев яҙ ҡайҙан килде. С.Әлибай Яҙ башы.

4 класс (102 сәғәт)

Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири итеп тулы һүҙҙәр менән ҡысҡырып минутына 90-100 һүҙ уҡыу. Эстән уҡығанда минутына 110-120 һүҙ уҡыу.

ҺАУМЫ, МӘКТӘП! Фәүзиә Рәхимғолова. Белем байрамы. Сафуан Әлибай. Ҡояшлы китап. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. Мәктәбемә.

МОСТАЙ КӘРИМ Беҙҙең өйҙөң йәме .Ҡайт инде, атай, ҡайт! Төш тә, өн дә. Ҡунаҡ килде. Бына кем икән ул беҙҙең ҡәҙерле ҡунаҡ...Шулай башлана йәшәү. Билдәһеҙ һалдат. Йомғаҡлау дәресе.

З. Б. БИИШЕВА Ҡояш нимә тине. Йәшел йүгән. Ат һәм күгәүен. Ҡыш һәм баһадир. Йомғаҡлау дәресе.

ДИНИС БҮЛӘКОВ Яңы дуҫ. Әлфиәнең күҙ йәштәре. Ҡышҡы сәскәләр. Томбойоҡ сәскәһе.Йәшел гармун. Йомғаҡлау дәресе.

ЯНЫБАЙ ХАММАТОВ Салауат. Ҡотҡарыу. Йомғаҡлау дәресе.

АБДУЛХАҠ ИГЕБАЕВ Һай, тыуған ер, ғәзиз ер! Урал. Тыуған ер.

НОҒМАН МУСИН Етемәк болан балаһы. Ҡарағай башында бер төн. Татлы тамаҡ һуҫар. Ҡоралайҙар. Йомғаҡлау дәресе.

ФӘРИТ ИҪӘНҒОЛОВ Баҫыу уртаһындағы күл. Өс малай һәм бер йәйен тураһында хикәйә. Маҙаһыҙ төн. Урман патрулдәре.

КӘТИБӘ КИНЙӘБУЛАТОВА Йәшенле юл .Иш янына ҡуш. Шыршы турғайы. Ҡара тупраҡ. Игенсе. Йомғаҡлау дәресе. Һаумы, ҡояш!

САФУАН ӘЛИБАЙ Ҡышҡы урман. Алтын көҙ. Урал ҡояшы. Икмәк тәме. Һайрашайыҡ, дуҫтар, һабанда. Йомғаҡлау дәресе.

ФӘҮЗИӘ РӘХИМҒОЛОВА Ҡолонсаҡ. Шифалы һөт. Салауат күпере. Атай. Йомғаҡлау дәресе.

КИРӘЙ МӘРГӘН Бөркөт ҡанаты. ФАКИҺА ТУҒЫҘБАЕВА Икмәк. Бисмилла.

НАИЛ ҒӘЙЕТБАЕВ Аҡбулат батыр. Төнгө осрашыу. Йомғаҡлау дәресе. ГӨЛФИӘ ЮНЫСОВА Әсәм һүҙҙәре. Тыуған ерем.

РАИЛ БАЙБУЛАТОВ Күгәрсендәр төйәгендә. Батырлыҡ ере. Сәскәләр мажараһы.

РӘИС ҒАБДРАХМАНОВ Имән төбөнән сыҡҡан шар. Беҙғолаҡ. Ултырма ҡыҙ. Капитан. Ысын дуҫлыҡ.

МАРС ӘХМӘТШИН Бер урам малайҙары. Гөлйемеш. Йомғаҡлау дәресе. ФӘРЗӘНӘ АҠБУЛАТОВА Толпар ҡанатлы була. Атай икмәге. Йомғаҡлау дәресе.

ДОНЪЯ ӘҘӘБИӘТЕ ҒАБДУЛЛА ТУҠАЙ

Мәҫәл. Бишек йыры. Шүрәле. ШАРЛЬ ПЕРРО Ҡыҙыл башлыҡ. БЕР ТУҒАН ГРИММДАР Бутҡа көршәге. Аҡыллы көтөүсе.

ДЖАНИ РОДАРИ Һорауҙар ЮЛИЙ ВАНАГ Аҡҡош. АБАЙ ҠОНАНБАЕВ Йәш быуынға. ЯПОН ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ Йәшлек шишмәһе.

7. Уҡыусының эшмәкәрлеген һүрәтләгән тематик планлаштырыу

Бүлек

Кластар

Уҡыусыларҙың төп эшмәкәрлеге

1

2

3

4

Белем байрамы.

1

1

1

1

  • 1сентябрь-Белем байрамына бағышланған материалдарҙы үҙләштереү.

  • китап-мәғлумәт, белем сығанағы, уҡыу-мәҙәниле кеше булыуға булышлыҡ итеүсе шарт икәненә төшөнөү;

  • дөрөҫ, шыма, аҫлы уҡырға өйрәнеү-көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт емеше булыуына төшөнөү

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү; -аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү

.

Йәйге сәйәхәттәр, мажаралар.

-

-

7

-

  • Йәйге сәйәхәттәрҙе һүрәтләгән әҙәби әҫәрҙәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, сәхнәләштереү; телдән һүрәтләү, текстар өҫтөндә эшләгәндә төрлө эш алымдары ҡулланыу ысулдары менән таныштырыу:

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү

Халҡым йыйған ынйылар.

-

11

-

8

  • Тексҡа һәм үҙ тәжрибәңә таянып, үҙеңдең фекереңде иҫбатлау;

  • һөйләү этикетын дәрестәрҙән тыш шарттарҙа ла иҫтә тотоу; фольклор әҫәрҙәре нигеҙендә этикет үҙенсәлектәре менән танышыу.

  • Әҙәби әҫәрҙәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу;

  • сәхнәләштереү; телдән һүрәтләү;

  • текстар өҫтөндә эшләгәндә төрлө эш алымдары ҡулланыу ысулдары менән таныштырыу;

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү; -аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • тексҡа һәм үҙ тәжрибәңә таянып, үҙеңдең фекереңде иҫбатлау;

  • һөйләү этикетын дәрестәрҙән тыш шарттарҙа ла иҫтә тотоу; фольклор әҫәрҙәре нигеҙендә этикет үҙенсәлектәре менән танышыу.

Әкиәт уҡырға яратам.

9

16

10

10

  • Әҫәрҙәрҙең жанр төрлөлөгөн билдәләү;

  • бәләкәй күләмле фольклор формаларын (бишек йыры, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар һ. б.) атау, таный белеү, төп мәғәнәһен асыҡлау.

  • Хайуандар тураһындағы, көнкүреш, тылсымлы әкиәттәр менән таныштырыу;

  • Әкиәттәрҙең художестволы үҙенсәлектәре (һүҙ байлығы, төҙөлөшө) тураһында дөйөм төшөнсә биреү;

  • Авторы билдәле йәки халыҡ яҙған әкиәттәр менән таныштырыу.

Шиғыр тыңлайбыҙ.

-

8

-

-

  • Шиғыр уҡыу,тыңлау һәм уны тасуири уҡырға өйрәтеү;

  • яттан һөйләү күнекмәләре өҫтөндә эшләү;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү; -аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү

Атай, әсәй һәм бәпәйҙәр.

15

-

-

3

  • Ата-әсәгә, туғандарыңа ҡарата һөйөү, ихтирамлыҡ тойғоһон тәрбиәләү;

  • ғаиләлә атай абруйын күтәреү;

  • ата-әсәләрҙең беҙҙе киләсәк тормошҡа әҙерләгән иң ҡәҙерле, иң яҡын кешеләр булыуыу аңлау.

  • әҫәр тураһында башҡаларҙың фекерен белеү;

  • тексҡа һәм үҙ тәжрибәңә таянып, үҙеңдең фекереңде иҫбатлау;

  • һөйләү этикетын дәрестәрҙән тыш шарттарҙа ла иҫтә тотоу; фольклор әҫәрҙәре нигеҙендә этикет үҙенсәлектәре менән танышыу.

  • Һүҙҙәр өҫтөндә эшләү;

  • тура, күсмә һәм күп мәғәнәлелек тураһында төшөнсә биреү;

  • маҡсатлы рәүештә актив һүҙлек запасын тулыландырыу

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү; -аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү

Тәбиғәт-матурлыҡ, байлыҡ.

-

17

14

Әҙәп төбө-матур ғәҙәт.

5

25

15

5

  • Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; --әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

  • Әҫәрҙәге геройҙарға, телдең тасуирлау сараларын ҡулланып, характеристика биреү.

  • Текстан геройҙы характерлаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, әйтемдәрҙе таба белеү.

  • Уҡытыусы ярҙамында геройҙарҙың эш-ҡылығын, уй-теләген анализлау

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

Йәшәү көсө, тормош ҡәҙере.

-

24

13

11

  • Әҫәрҙәге геройҙарға, телдең тасуирлау сараларын ҡулланып, характеристика биреү. Текстан геройҙы характерлаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, әйтемдәрҙе таба белеү. Уҡытыусы ярҙамында геройҙарҙың эш-ҡылығын, уй-теләген анализлау

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү; -аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

Кеше эше менән матур.

-

-

-

22

  • Әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү; -аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү

Дуҫтар барҙа донъя йәмлерәк.

-

-

-

12

  • Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау;

  • иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

  • Әҫәрҙәге геройҙарға, телдең тасуирлау сараларын ҡулланып, характеристика биреү. Текстан геройҙы характерлаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, әйтемдәрҙе таба белеү. Уҡытыусы ярҙамында геройҙарҙың эш-ҡылығын, уй-теләген анализлау

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

Тыуған ерем-алтын бишек.

-

-

8

15

  • Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү; -аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

Дөйөм һаны:

30

102

68

102

8.Материаль-техник әсбаптар.

Дәреслектәр:

  1. Әҙәби уҡыу .1 класс .Ф Ш.Сынбулатова. - Өфө, Китап, 2012й.

  2. Туған тел .2 класс Ф . Ш.Сынбулатова. - Өфө, Китап, 2012й.

  3. Әҙәби уҡыу .3 класс .Ф. Ш.Сынбулатова. - Өфө, Китап, 2012й

  4. Әҙәби уҡыу .4 класс .Ф Ш.Сынбулатова. - Өфө, Китап, 2012й

Методик ҡ улланмалар;

1. Ф.Ш.Сынбулатова, Р.М.Иҡсанова “ Әҙәби уҡыу дәреслегенә методик ҡулланма”. 1 класс. Өфө; Китап, 2015.

2. Дәүләтшина М.С., Янышева З.Ф. “Әҙәби уҡыу дәреслегенә методик ҡулланма”. 2 класс. Өфө; Китап, 2013

3. Дәүләтшина М.С., Янышева З.Ф. “Әҙәби уҡыу дәреслегенә методик ҡулланма” .3 класс. Өфө; Китап, 2013

4. Дәүләтшина М.С., Янышева З.Ф. “Әҙәби уҡыу дәреслегенә методик ҡулланма” 4 класс. Өфө; Китап, 2013

Эш дәфтәрҙәре;

1. Ф.Ш.Сынбулатова, Р. Й. Мараканова “Әҙәби уҡыу дәреслегенә эш дәфтәре”. 1 класс. Өфө; Китап, 2015.

2. Ф.Ш.Сынбулатова, Р. Й. Мараканова “Әҙәби уҡыу дәреслегенә эш дәфтәре”. 2 класс. Өфө; Китап, 2013.

3. Ф.Ш.Сынбулатова, Р. Й. Мараканова “Әҙәби уҡыу дәреслегенә эш дәфтәре”. 3 класс. Өфө; Китап, 2013.

4. Ф.Ш.Сынбулатова, Р. Й. Мараканова “Әҙәби уҡыу дәреслегенә эш дәфтәре”. 4 класс. Өфө; Китап, 2013.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

  • Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы

  • Башҡортостан” гәзите

  • Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдары

  • Уйнат, уйлат баланы” китабы

  • Туған тел буйынса дидактик уйындар һәм мауыҡтырғыс күнегеүҙәр.

  • С. Галин “Тел асҡысы халыҡта”, 1999.

  • Бураҡаев И.Д., Юлмөхәмәтов М.Б. “Тормош һабаҡтары”

.

57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 21.11.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Рабочие программы
Просмотров19
Номер материала ДБ-376233
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх