Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирской литературе 4 класс

Рабочая программа по башкирской литературе 4 класс

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Ленин районының

2се башҡорт лицейы

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

Раҫлайым

2-се башҡорт лицейы директоры

 ________Р.Ғ.Йәғәфәров

«__»________2014 йыл

Килешелгән

директор урынбаҫары

______Ә.М.Билалова

«__»________2014 йыл

М/Б ултырышында

ҡаралған, пр. № 1

_______Э.И.Янбаева

«__»________2014 йыл

 

 

ЭШ  ПРОГРАММАҺЫ

Предмет:      Башҡорт әҙәбиәте

Класс : 

2014 2015 уҡыу йылы

Уҡытыусы:  Янбаева Эльвера Ислам  ҡыҙы

 

 

                                                                                                              Өфө - 2014

 

 

Аңлатмалы яҙыу.

 

          4-сы  класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

          Программа  бөтәһе 102  сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 3 сәғәт иҫәбенән.

                         Планлаштырыуҙың нигеҙе : Сынбулатова Ф. Ш. Башҡорт теленән программалар - Өфө:Китап, 2010. Дөйөм белем    биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөнбашҡорт теле буйынса өлгө программалар. (Икенсе быуын стандарттары) / Төҙ.: Р.Д.Салауатова. - Өфө: Китап, 2011.

Дәреслек : Сынбулатова Ф.Ш. Әсә теле I бүлек. –Өфө : Китап, 2011, : Сынбулатова Ф.Ш. Әсә теле II бүлек. –Өфө : Китап, 2011.

 

Программа  кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

1.                    Диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре.  Ф. Ш.  Сынбулатова – Өфө: Китап, 2011.

2.                   Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө : Китап, 2008. – 352 бит.

3.                    Р.Д.Салауатова. “ Башҡорт теле” дәреслегенә методик ҡулланма. Китап, 2012.

4.                   Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Сынбулатова Ф.Ш. Әсә теле I бүлек. –Өфө : Китап, 2011, : Сынбулатова Ф.Ш. Әсә теле II бүлек. –Өфө : Китап, 2011.

 

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы ҡалаһы Өфө ҡала округының «2-се башҡорт лицейының» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:

-                              Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәнеү.

-                              Тел системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү.

-                              Башҡорт теле предметы аша тирә-яҡты, йәғни баланы уратып алған мөхитте, объекттарҙы, күренештәрҙе танып -белергә, аңларға, мәғлүмәтле булырға өйрәтеү.

-                              Тел ғилемен өйрәнеү процессында үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү, уҡыу эшмәкәрлегенең төп компоненттарын үҙләштереү (уҡыу мәсьәләһе, проблема ҡуйыу, эште планлаштырыу, ойоштороу, уҡыу мәсьәләһен сисеү, эште баһалау, рефлексив – контроль эшмәкәрлек).

-                              Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу( элементарное письмо).

-                              Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

-                              Китап уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу, уҡыу техникаһын  камиллаштырыу, балаларҙы китап уҡыуға ылыҡтырыу, һөйләү һәм аралашыу телмәрен үҫтереү, үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү ( чтение), үҙ аллы ижад итеүгә мөмкинселектәр, шарттар булдырыу.

 

Башҡорт теленә  өйрәтеү - өйрәнеү программаһының төп принциптары:

1.        Фәнни -  теоретик белем биреү.

Фәнни – теоретик төшөнсәләрҙе баланың аң – зиһен кимәлен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, аралашыу оҫталығын шымартыу объекты итеп ҡулланыу.

2.       Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.

Был принцип  баланы интеллектуаль, эмоциональ – эстетик, рухи - әхлаҡи өлкәләрҙә үҫеш биреүгә йүнәлтә. Уҡытыусы ошо йүнәлештәрҙә һәр балаға үҫеү һәм тәрбиә алыу өсөн шарттар булдырырға бурыслы.

3.       Баланың  тәбиғәттән бирелгән, ата – бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.

Башҡорт милләтенә, халҡына хас яҡшы сифаттарҙы үҫтереү, дауам итеү.

4.       Башҡорт телен заманса аралашыу, коммуникабель эшмәкәр мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп ҡулланыу.

Башланғыс мәктәптә әҙәби һәм эшмәкәр стилдә һөйләшеү, аралашыу күнекмәләренә башланғыс һалыу.

5.       Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау, нығытыу.

Башҡорт теленә, туған телгә өйрәткәндә балаға ихтирамлы, иғтибарлы булырға, уны яратырға кәрәк. Психологик  комфорт атмосфераһы булдырырға тейеш. Бының өсөн махсус рәүештә уҡыу ситуациялары тыуҙырыу, предметты өйрәнеүҙә дәреслек персонаждарын ҡулланып, баланы уйнатып, уйландырып, мауыҡтырғыс итеп үткәреү талап ителә.

Текст һәм бәйләнешеле телмәр өҫтөндә эш.

§  Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе барлыҡҡа килтереү.

§  Уҡыу техникаһын үҙләштереү.

§  Китап   уҡыу күнекмәһенә эйә булған  балаға мәғлүмәтле булыу мөмкинлектәрен асыу.

Һүҙҙәр менән эш.

§  Дөрөҫ   һөйләү.

§  Аныҡ һәм тасуири уҡыу.

§  Һүҙҙе урынлы ҡулланыу.

§  Һүҙ байлығын арттырыу.

§  Бәйләнешле телмәр булдырыу

Уҡыусыларҙың башҡорт теленән белемдәрен баһалау нормалары.

Уҡыусы балаларҙың башҡорт теленән һәм уҡыуҙан белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау өсөн махсус нормалар билдәләнә.

1.       Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыусыларҙың башҡортса уҡыу оҫталығын, телдән яуаптарын баһалағанда, уларға тәҡдим ителгән текстың йөкмәткеһен аңлап, тейешле тиҙлектә тасуири уҡыуы, һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыуы, интонацияны бирә белеүе, башҡалар ишетерлек һәм аңларлыҡ кимәлдә тыныс, шыма уҡыуы иҫәпкә алына.

 

2.       Яҙма эштәрҙең  төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Башҡорт теленән яҙма эштәр:

§  Һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

§  Һүҙлек диктанты;

§  Ғәҙәти диктанттар.

     Яҙма эштәрҙең күләме уҡыусыларҙың белем кимәленә ҡарап алына.

Курсты уҡыу һөҙөмтәләре

Шәхси үҫеш кимәле

Уҡыусы:

·         Телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

·          Тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларың менән бүлешеү;

·         Кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, белешеү;

·         Башҡа кешеләрҙең ярҙамына һәм һөйләү телмәренә иғтибар итеү.

 Метапредмет  кимәле:

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

§  уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

§  планлаштытыу;

§   һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау;

§   дәрестә эш барышын һөйләп аңлатып барыу;

§  уҡытыусы  тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

§   коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү;

§   тикшереү;

§  төҙәтмәләр индереү;

§  баһалау.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

 

§  дәреслектең, һүҙлектәрҙең, белешмәләрҙең айышына төшөнөү;

§  дәреслектән, текстан,таблицаларҙан, схемаларҙан һорауға яуап табыу;

§  күмәкләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

§  ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-                              үҙенең фекереңде телдән һәм яҙма рәүештә формалаштырыу;

-                              кешенең  телмәрен тыңлау һәм аңлау, телмәрҙең темаһын, терәк һүҙҙәрен билдәләү;

-                              тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-                              парлап, төркөмләп эшләргә өйрәнеү, төрлө ролдәр үтәү.

Предмет үҙләштереү кимәле

 

·         уҡытыусы йәки уҡыусыларҙың һөйләгән тексын ишетеп ҡабул итеү;

·         тексты һөйләмдәр теҙмәһен айыра белеү;

·         бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡыу;

·         текстың исемен аңлау, тексҡа исем һайлап алыу йәки ҡушыу;

·         тексты өлөштәргә бүлеү, һәр бүлеккә исем ҡушыу;

·         ентекле йәки һайланған өлөштөң йөкмәткеһен һөйләү;

·         тексты ентекле һөйләй белеү;

·         ҡыҫҡа хикәйә төҙөү;

·         һүҙҙең өндәрен дөрөҫ атау, һүҙҙе ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙе табыу, телдән өн-хәреф анализы яһау;

·         һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу;

·         һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе, 20-30 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙыу;

·         кеше исем, фамилияларын, йорт хайуандарының ҡушаматтарын, ябай ғына яҙылышлы ер-һыу атамаларын баш хәрефтән яҙа белергә;

·         тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу, ялғауҙарҙы айыра белеү һәм билдәләү;

·         бирелгән һүҙҙәрҙән йәки тема буйынса һөйләмдәр төҙөү.

 

4-сы класс өсөн телмәр күнекмәләренә талаптар

1.       Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

2.       Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; фонетика, графика, лексиканың нигеҙҙәре менән танышыу

3.       Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

~        телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

~        телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

~        бәйләнешле текст менән эшлэргә өйрәтеңҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

 

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Башҡорт теленән материалды еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды. Был класта фольклор  әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ тураһында әҫәрҙәре өйрәнелә.

Башҡорт грамотаһына һәм башҡорт теленә өйрәтеү буйынса сәғәттәрҙең бүленеше:

 

               Класс

 

Фән

VI класс

I сирек

  8 аҙна

II сирек

8 аҙна

III сирек

10 аҙна

IV сирек

8 аҙна

Дөйөм сәғәттәр һаны

Башҡорт теле

3 сәғ./ 26 сәғ.

3 сәғ./ 23 сәғ.

3 сәғ./ 28 сәғ

3 сәғ./ 25 сәғ

102 сәғ.

Башҡорт әҙәбиәте

2 сәғ./ 16 сәғ

2 сәғ./ 16 сәғ

2 сәғ./ 20 сәғ

2 сәғ./ 16 сәғ.

68 сәғ.

 

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе :

Фонетика. Һүҙьяһалыш. Өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе сағыштырыу.Һүҙҙәргә тулы фонетик анализ тәртибен үҙләштереү.

Өн һәм хәреф. Һүҙҙәргә фонетик анализ. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм  эйәрсән киҫәктәрен таба белеү.Һөйләмдең нигеҙен билдәләү.  Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен күҙәтеү.Һөйләмде синоним, антоним һәм фразеологизмдар менән байытыу.  Тиң киҫәктәрҙе билдәләү.

Исем.

Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Берлек һәм күплек мәғәнәләре. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар).  Килештәр.  Исем ялғауҙары. Әҫәрҙең темаһын төп фекерен билдәләү күнекмәләре.

Алмаш.

Алмаштың телмәрҙә үтәгән вазифаһы, мәғәнә үҙенсәлеге.  Зат алмаштары. Телмәрҙә ҡулланылышы.

Башҡорт халҡының талантлы ижад кешеләре тураһында уҡыу һәм һөйләү. Ижад төрҙәре менән таныштырыу. Ижад кешеләре тураһында ҡыҫҡаса белешмәләр төҙөү.

Сифат.

Сифат. Уның мәғәнәләре. Сифат дәрәжәләре тураһында белешмә алыу.  Төп һәм шартлы сифаттарҙы сағыштырыу һәм айырырға өйрәнеү.

Матур әҙәбиәттә көҙҙөң сағылышы. Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, балаларҙың һәм ололарҙың көҙгө эштәре, көҙгө байлыҡ             тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. “Көҙ” темаһына ҡарата экскурсиялар ойоштороу, япраҡтарҙан коллекциялар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштороу.

Рәүеш.

Рәүеш тураһында төшөнсә алыу, билдәләрен күҙәтеү, сағыштырыу нигеҙҙәрен асыҡлау.  Рәүеш төркөмсәләрен өйрәнеү.

Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһында әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менән эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, яҡшы сифаттар тәрбиәләү. Әкиәттәр буйынса инценировкалар төҙөү һәм сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡтарға, мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу.

 

Ҡылым.

Илебеҙ халыҡтарының хеҙмәте, бөгөнгө көн геройҙары, уларҙың Тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуға ҡарашы; балаларҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Ҡылым.  Ҡылым тураһында төшөнсә алыу. Уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар). Текстың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Текстағы һүрәтләү саралары. Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү.

Һан.

Һан тураһында төшөнсә. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.

Ватан, мәктәп, уҡыу, уға мөнәсәбәт тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.Башҡорт  теленең  өндәре  һәм  хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү) . Әҫәрҙең темаһы һәм төп фекере.

Һүҙҙәрҙең күп мәғәнәлелеге.

Һүҙҙәрҙең төрлө мәғәнәгә эйә булыуы.Аңлатмалы һүҙлектәр менән эшләү.

 

 

 

Календарь - тематик план

 

Дәрес темалары

Тема буйынса сәғәттәр һаны

Үткәрелеү көнө

Беренсе сирек - 24 сәғәт

1

Хәйерле сәғәттә! Йәйге каникул хәтирәләре.

1

2.09

2

Телмәр үҫтереү. “Һаумы, мәктәп”.

1

5.09

3

Өн һәм хәреф.

1

6.09

4

Һүҙҙәргә фонетик анализ.

1

9.09

5

Һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышы.

1

12.09

6

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

13.09

7

Ҡуш тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы.

1

16.09

8

Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

19.09

9

Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

20.09

10

Нығытыу өсөн күнегеүҙәр.

1

23.09

11

һөйләм. Һөйләмдең төрҙәре.

2

26.09 27.09

12

Һөйләмдең тиң киҫәктәре.

1

30.09

13

Һөйләмгә синтаксис анализ.

1

3.10

14

Исем. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

2

4.10 7.10

15

Исемдең һан менән үҙгәреүе.

1

10.10

16

Исемдең эйәлек заты менән үҙгәреүе.

1

14.10

17

Т.ү. Изложение. Ҡырмыҫҡа менән турай. (148-се бит).

2

17.10 18.10

18

Хаталар өҫтөндә эш. Исемдең килеш менән үҙгәреше.

1

21.10

19

Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

1

24.10

20

Контроль диктант. Сәй. (150-се бит)

1

25.10

21

Исемгә морфологик анализ. Хаталар өҫтөндә эш.

1

28.10

 

Икенсе сирек – 24  сәғәт

 

 

22

Рус теленән ингән исемдәрҙә ялғауҙар яҙылышы.

1

7.11

23

Белемде системалаштырыу.

1

8.11

24

Алмаш.

1

11.11

25

Зат алмаштары.

1

14.11

26

Һорау һәм күрһәтеү алмаштары.

1

15.11

27

Телмәрҙә алмаштарҙы табыу. Килеш менән үҙгәртеү.

2

18.11 21.11

28

Т.ү. Инша. Тәүге ҡар.

2

22.11 25.11

29

Хаталар өҫтөндә эш. Алмашҡа морфологик анализ.

1

28.11

30

Сифат.

1

29.11

31

Тамыр һәм яһалма сифаттар.

1

2.12

32

Сифат дәрәжәләре.

1

5.12

33

Төп һәм шартлы сифаттар.

1

6.12

34

Сифаттың һөйләмдәге роле.

1

9.12

35

Сифатҡа морфологик анализ.

1

12.12

36

Йомғаҡлау. Белемде системалаштырыу.

1

13.12

37

Рәүеш. Уның яһалышы.

1

16.12

38

Рәүеш төркөмсәләре.

1

19.12

39

Рәүеште сифат менән сағыштырыу.

1

20.12

40

Рәүешкә морфологик анализ.

1

23.12

41

Контроль диктант.Урман сәтләүеге.  (168-сы бит)

1

26.12

42

Белемде камилаштырыу өсөн күнегеүҙәр. Хаталар өҫтөндә эш

1

27.12

Өсөнсө сирек – 30 сәғәт

43

Ҡылым.

2

13.01 16.01

44

Ҡылымдарҙың яһалышы.

2

17.01 20.01

45

Күнегеүҙәр эшләү.

2

23.01 24.01

46

Ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреше.

2

27.01 30.01

47

Үткән заман ҡылымдары.

2

31.02 3.02

48

Үткән заман ҡылымдарының үҙгәреше.

1

6.02

49

Т.ү. Изложение. Урман. (174- се бит).

2

7.02 10.02

50

Хаталар өҫтөндә эш. Хәҙерге заман ҡылымдары.

1

13.02

51

Хәҙерге заман ҡылымдарының үҙгәреше.

2

14.02 17.02

52

Киләсәк заман ҡылымдары.

2

20.02  21.02

53

Ҡылым һөйкәлештәре.

2

24.02 27.02

54

Ҡабатлау өсөн күнегеүҙәр.

2

28.02    3.03

55

Шарт һөйкәлеше.

1

6.03

56

Теләк һөйҡәлеше.

1

7.03

57

Ҡылымға морфологик анализ.

1

10.03

58

Контроль диктант. Өфө. (177 – се бит)

1

13.03

59

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылым темаһын ҡабатлау.

2

14.03 17.03

60

Һан.

2

20.03 21.03

Дүртенсе сирек – 24 сәғәт

61

Һан төркөмсәләре.

1

3.04

62

Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.

1

4.04

63

Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы.

1

7.04

64

Һанға морфологик анализ.

1

10.04

65

Т.ү. Инша. Бөйөк Еңеү.

2

11.04 14.04

66

Хаталар өҫтөндә эш.Һүҙҙәрҙең күп мәғәнәлеге.

1

17.04

67

Омонимдар, синонимдар.

2

18.04 21.04

68

Антонимдар, нығынған һүҙбәйләнештәр.

2

24.04 25.04

69

Фонетика. Һүҙьяһалыш.

1

28.04

70

Һөйләм.

1

2.05

71

Исем.

2

5.05 8.05

72

Алмаш.

2

12.05    15.05

73

Сифат. Рәүеш.

2

16.05  19.05

74

Контроль диктант. Йәге ямғыр.  (178-сы бит).

1

22.05

75

Һан. Хаталар өҫтөндә эш.

1

23.05

76

Йомғаҡлау. Ҡылым.

3

26.05 29.05 30.05

 

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар :

 

1.       Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

*   текстың планын төҙөү;

*   текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

* текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

*     тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

*     8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3.  Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

        *  тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

        *    әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

        * текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4.Ижади диктанттар, өйрәтәү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

       * иптәшеңдең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү,  каммилаштыра белеү күнекмәләре.

 

 

 Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

 

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-        башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-        дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-        һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-        тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

 

 

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

иҫәбе

Күсереп яҙыу

1

Һорауҙарға яуап

1

Диктант

4

Изложение

2

Инша

2

 

 

 

 

 

 

 

 

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

 Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.

 

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡротса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

Китап, 2006 .

  1. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

 

Материаль-техник ҡулланмалар.

-        телевизор;

-        видеомагнитофон;

-        магнитофон;

-        мультимедиапроектор;

-        электрон таҡта.

 

Төп әҙәбиәт.

      1. Сынбулатова Ф.Ш. Әсә теле I бүлек. –Өфө : Китап, 2011, : Сынбулатова Ф.Ш. Әсә теле II бүлек. –Өфө : Китап, 2011.

Өҫтәлмә әҙәбиәт.

 

1.       Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

2.       Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

3.       Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

4.       Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

5.       Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6.       Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

7.       Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш.–Өфө: Эшлекле династия, 2008.

 

 

 

 

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Ленин районы

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ужереждениеһы 2се башҡорт лицейы

 

 

Раҫлайым

2-се башҡорт лицейы директоры

 ________Р.Ғ.Йәғәфәров

«__»________2014 йыл

Килешелгән

директор урынбаҫары

______Ә.М.Билалова

«__»________2014 йыл

М/Б ултырышында

Ҡаралған, пр. № 1

_______Э.И.Янбаева

«__»________2014 йыл

 

 

ЭШ  ПРОГРАММАҺЫ

Предмет:      Башҡорт теле

Класс :  2 А

2014 2015 уҡыу йылы

Уҡытыусы:  Янбаева Эльвера Ислам  ҡыҙы

 

 

 

I. Аңлатмалы яҙыу

Башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендәбашланғыс класта уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар-уҡыусыларҙы тормош менән таныштырып, үҙ урынын табырға өйрәтеү; мәктәуҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйле алып барыу; һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү; әҙәбиәт һәм сәнғәттең етеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләттәрен үҫтереү; уларҙың үҙ аллы белем алыуына, әҙәби китап уҡыуына, уҡығанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен әүҙемләштереү бурысы тора. Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим. Туған тел дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән:

·         йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;

·         уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелендә эстетик хис-тойғолар әрбиәләү аша балаға һәр яҡлап йоғонто яһау;

·         әҙәби әҫәрҙәр, фәнни-популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүҙемлек кеүек юғары әхләки сифаттарҙы тәрбиәләү;

·         туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусыларҙы тәрбиәләү;

 

Туған теленә өйрәтеү - өйрәнеү программаһының төп принциптары:

1.        Фәнни -  теоретик белем биреү.

Фәнни – теоретик төшөнсәләрҙе баланың аң – зиһен кимәлен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, аралашыу оҫталығын шымартыу объекты итеп ҡулланыу.

2.       Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.

Был принцип  баланы интеллектуаль, эмоциональ – эстетик, рухи - әхлаҡи өлкәләрҙә үҫеш биреүгә йүнәлтә. Уҡытыусы ошо йүнәлештәрҙә һәр балаға үҫеү һәм тәрбиә алыу өсөн шарттар булдырырға бурыслы.

3.       Баланың  тәбиғәттән бирелгән, ата – бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.

Башҡорт милләтенә, халҡына хас яҡшы сифаттарҙы үҫтереү, дауам итеү.

4.       Әсә телен заманса аралашыу, коммуникабель эшмәкәр мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп ҡулланыу.

Башланғыс мәктәптә әҙәби һәм эшмәкәр стилдә һөйләшеү, аралашыу күнекмәләренә башланғыс һалыу.

5.       Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау, нығытыу.

 Туған телгә өйрәткәндә балаға ихтирамлы, иғтибарлы булырға, уны яратырға кәрәк. Психологик  комфорт атмосфераһы булдырырға тейеш. Бының өсөн махсус рәүештә уҡыу ситуациялары тыуҙырыу, предметты өйрәнеүҙә дәреслек персонаждарын ҡулланып, баланы уйнатып, уйландырып, мауыҡтырғыс итеп үткәреү талап ителә.

                                  Уҡыу  оҫталығы  һәм күнекмәләре. Текст һәм бәйләнешеле телмәр өҫтөндә эш.

§  Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе барлыҡҡа килтереү.

§  Уҡыу техникаһын үҙләштереү.

§  Китап   уҡыу күнекмәһенә эйә булған  балаға мәғлүмәтле булыу мөмкинлектәрен асыу.

 

                                                                   Кластан тыш уҡыу.

§  Уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге  балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу.

§  Китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу .

§  Үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.

 

                                                           Һүҙҙәр менән эш.

§  Дөрөҫ   һөйләү.

§  Аныҡ һәм тасуири уҡыу.

§  Һүҙҙе урынлы ҡулланыу.

§  Һүҙ байлығын арттырыу.

§  Бәйләнешле телмәр булдырыу

Уҡыусыларҙың туған теленән белемдәрен баһалау нормалары.

Уҡыусы балаларҙың туған теленән  белемдәрен  баһалау өсөн махсус нормалар билдәләнде.

1.       Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыусыларҙың башҡортса уҡыу оҫталығын, телдән яуаптарын баһалағанда, уларға тәҡдим ителгән текстың йөкмәткеһен аңлап, тейешле тиҙлектә тасуири уҡыуы, һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыуы, интонацияны бирә белеүе, башҡалар ишетерлек һәм аңларлыҡ кимәлдә тыныс, шыма уҡыуы иҫәпкә алына.

Уҡыу йылы уртаһында һәм аҙағында балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына  түбәндәгесә билдәләнә:

Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

4 класс

35 -50

105-110

45-55

 

“Башҡорт әҙәбиәте” предметын өйрәнеү  һөҙөмтәләре

                                Башланғыс класс уҡытыусыһы үҙ алдына баланы өс кимәлдә үҫтереү бурысын аныҡ ҡуя.

Шәхси үҫеш кимәле

 Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең. Халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған,яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләндереү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңде һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи-мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.

       Уҡыусы:

·         башҡортса иҫәнләшеү, хушлашыу, рәхмәт әйтеү, рөхсәт һорау, байрам менән ҡотлай белеү;

·         таныш темалар буйынса һөйләмдәр төҙөү;

·         8-10 шиғырҙы яттан һөйләй белергә;

·         әкиәт, хикәйә, шиғыр тыңлай белергә;

·         текстың төп йөкмәткеһен аңларға;

·         текстың  йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап бирә белергә;

·         текстарҙы ентекләп һөйләй белергә.

 

Метапредмет кимәле

                Метапредмет кимәл. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып – белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белем алыуға өйрәтеү.

 

·         әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәлдәрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

·         әҙәби әҫәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

·         үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсегә еткерә алыу;

·         тирә- йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

·         йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;

·         аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

·         төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

Предмет кимәле

                Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә  тейешле тәжрибә туплау.

·         компететлы уҡыуҙы формалаштырыу;

·         уҡыу техникаһын үҙләштереү;

·         уҡылған йәкитыңланған әҙәби әҫәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;

·         һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;

·         интерпретацияның төп элементтарын үҙләштереү;

·         әҙәби әҫәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу;

·         үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәттеүҙ аллы һайлап алыу;

·         һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү; үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;

·         монологтар төҙөү, текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;

·         һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;

·         шиғырҙы яттан һөйләү һәм таныш булмаған аудиторияла сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.

II.   “Туған тел”  предметын  уҡытыу йөкмәткеһе

Телмәр  һәм уҡыу эшмәкәрлегенең төрҙәре.

§  Тыңлау , тыңлау һәм аңлау  (аудирование). Телдән һөйләнгән телмәрҙе(әңгәмәсенең мәғлүмәтен, һәр төрлө текстарҙы уҡыу) тыңлау һәм ҡабул итеү. Мәғлүмәтте тыңлау һәм мәғәнәһенә төшөнә барыу; уҡыусы һөйләмде тыңлай, һөйләүсенең фекер ебенә төшөнә, телмәр аша уның мөнәсәбәтен, мәғәнә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткеһенә ҡарап үҙ яуабын әҙерләй, ҡылығын, тәртибен планлаштыра;уҡылған фәнни-мәғлүмәти, әҙәби әҫәрҙәр буйынса һорау биреү һәм мәғлүмәт алыу күнекмәләре формалаштыра. Тыңлау һәм аңлай алыу күнекмәләре үҙ аллы айырым ғына формалашмай. Ул һөйләү, яҙыу, уҡыу күнекмәләре менән аралашып, үрелеп бара.

§  Ҡысҡырып уҡыу. Ҡысҡырып уҡыу баланы уҡырға өйрәтеүҙә мөһим урын тота, тиҙ, дөрөҫ, йүгерек, аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә.Әкренләп уҡыу күнекмәләренән аңлап, дөрөҫ,бөтәһүҙҙәр менән ҡысҡырып уҡыуға күсеү (уҡыу тиҙлеге индивидуаль уҡыу темпына ярашлы була), яйлап уҡыу тиҙлеген арттырыу. Тексты аңлы үҙләштереү аша йүгерек уҡыу күнекмәләрен булдырыу. Башҡорт теленең әҙәби тел нормаларын күҙәтеп, һүҙ һәм фраза баҫымына иғтибар итеп уҡыу.

§  Эстән уҡыу. Әҫәрҙе эстән уҡып , йөкмәткеһен  аңлау. Был уҡыуҙың тиҙлеген яҡшырта, балала уҡыуға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһон арттыра, үҙ аллы уҡырға күнектерә.Текстан кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү күнекмәләрен үҙләштерә.Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен аңлауға эйә була.

§  Төрлө төрҙәге текстар менән эшләү. Төрлө төрҙәге тесктар тураһында дөйөм мәғлүмәт биреү. Әҙәби, фәнни-популяр, өйрәтеү текстарының үҙенсәлектәрен, айырмалығын күрһәтеү, сағыштырыу. Был текстың маҡсатын билдәләү. Фольклор – халыҡ ижады өлгөләре менән таныштырыу, мәғлүмәт биреү. Тексты һөйләмдәр теҙмәһенән практик рәүештә әйыра белеү күнекмәләрен барлаҡҡа килтереү; таныш булмаған китаптарҙың йөкмәткеһен исеменә, тышлыҡтағы һүрәттәренә һәм биҙәлешенә ҡарап алдан фаразлау.

    Текстарҙың темаһын, төп фекерен, структураһын билдәләү, тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү. Төрлө мәғлүмәт менән эшләү күнекмәләрен булдырыу.

           Коллектив фекер алышыуҙа ҡатнашыу, йәғни, текстан файҙаланыпп, һорауҙарға яуап биреү, тема буйынса сығыш яһау, башҡаларҙың сығышын тыңлау, өҫтәлмә һәм күргәҙмә материалдарҙы, һүрәттәрҙе әңгәмә барышында дөрөҫ ҡулланыу.

§  Библиографик мәҙәниәт. Китапты сәнғәт төрө булараҡ ҡабул итеү. Китап – белем сығанағы. Китап элементтары менән таныштырыу: йөкмәтке, иллюстрация. Ғилми, әҙәби китаптарҙа бирелгән мәғлүмәттәр менән таныштырыу. Китап төрҙәре менән таныштырыу.

§  Әҙәби әҫәрҙең текстары менән эшләү. Әҫәрҙең  исемен аңлау, уны йөкмәткеһе менән тап  килтереү, әҙәби текстың үҙенсәлектәрен билдәләү. Фольклорҙа, йәғни халыҡ ижадында    халыҡтың тарихи үҫеш юлында алған тормош тәжрибәһе, аң кимәле, иң яҡшы милли традициялары сағылыуын, ғөмүмән, дөйөм кешелек, әхлаҡ ҡанундары туплауын аңлау.

     Уҡылған әҫәрҙәрҙә Тыуған илгә һөйөү, ихтирам һаҡлау темаларының төрлө милләт  халыҡтары әҫәрҙәрендә сағылыш табыуы. Төрлө милләт халыҡтарының фольклорында темаларҙың һәм идеяларҙың оҡшашлығы.Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлеклек һалыу; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

    Әҫәрҙең геройына характеристика биреү. Геройҙың портреты, характерен ҡылған эштәре, телмәре аша билдәләү.

    Әҙәби тексты һөйләүҙең төрлө төрҙәрен – тулы, һайлап, ҡыҫҡартып һөйләүҙе үҙләштереү. 

§ Тулы һөйләү. Уҡыған тексты ентекләп һөйләү ул; эпизодты тулы һөйләү, тексты бүлектәргә бүлеү; һәр бүлектең һәм текстың төп фекерен билдәләү; һәр бүлеккә һәм текстың төп фекерен билдәләү.

Өйрәтеү, фәнни-популяр, әҙәби һәм башҡа текстар менән эшләү

              Әҫәрҙең йөкмәткеһе исеменә тура килеүен күҙәтеү. Өйрәреү һәм фәнни-популяр текстарҙың үҙенсәлектәрен билдәләү.Текстың төп фекерен билдәләү. Тексты һөләү алгоритмы, схемаларға таянып һөйләү. Тексты тулы һөйләү. Текст йөкмәткеһенең төп фекерен билдәләп, ҡыҫҡартып һөйләү.

§  Һөйләү ( аралашыу мәҙәниәте). Һөйләү, тексты яҙыу кеүек үк, телмәр эшмәкәрлегенең продуктив формаһына инә. Улар икеһе лә фекерләү процесын сағылдырып, билдәле йөкмәтке, текст, информация барлыҡҡа килтерәләр һәм уны башҡаларға тапшырыу функцияһы үтәйҙәр.

§  Диалог төҙөү. Диалогтың  телмәрҙең бер төрө булыуына төшөнөү. Диалогик аралашыуҙың үҙенсәлектәре : һорауҙарҙы аңлау, уларға яуап биреү һәм текст буйынса үҙ аллы   һорауҙар биреү.

§  Монолог. Монолог тураһында аңлатма бирелә. Тәҡдим ителгән темаға һорау яҙыу формаһында, автор тексына тап килерҙәй, монологик телмәр төҙөү.Бирелгән һүрәттәр буйынса уҡылған әҫәрҙәргә, айырым сюжет өлөштәрен файҙаланып, телдән инша төҙөү.

§  Яҙыу. Яҙыу телмәренә эйә булыу – үҙең ишеткән, күргән, уҡыған, кисергән хәл-ваҡиғаларҙы йәки үҙ башыңда тыуған фекерҙәрҙе билдәле маҡсатта һәм ситуацияла тулы, дөрөҫ, эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле һәм матур яҙа белеү. Әҫәрҙең атамаһы йөкмәткеһенә тура килеп, яҙыу телмәрендә геройҙарҙың ҡылығын дөрөҫ сағылдырыу, телдең тасуирлау сараларын урынлы ҡуллананыу; билдәле бер маҡсатты күҙ уңында тотоп, төрлө жанрҙа бәләкәй иншалар ижад итеү.

                                                                                                        

                                                                                                        

 

 

 

 

Календарь – тематик план

Дәрес темалары

Сәғәттәр һаны
Үткәрелеү көнө

Беренсе сирек – 16 сәғәт

планлаштырылған

фактик

1

Һаумы, мәктәп!

1

     3.09

 

2

 М. Ғафури.  Ҡыр ҡаҙы

2

6.09 , 10.09

 

3

М. Кәрим. Беҙҙең өйҙөң йәме.

2

13.02 , 17.09

 

4

 Кластан тыш уҡыу. З. Биишева.Ҡояш нимә тине?

1

20.09

 

5

З. Биишева. “Йәшел йүгән “, “Ат һәм күгәүен”( мәҫәл)

2

24.09,27.09

 

6

 Инша.  Тәбиғәт

2

1.10, 4.10

 

7

Динис Бүләков – балалар яҙыусыһы.  Яңы дуҫ.

2

8.10, 15.10

 

8

 Динис Бүләков. Әлфиәнең күҙ йәштәре

2

18.10, 22.10

 

9

 Динис Бүләков. Томбойоҡ сәскәһе

2

25.10, 29.10

 

 

Икенсе сирек – 16 сәғәт

 

 

 

9

Я. Хамматов. Салауат. (“Салауат” романынан өҙөк)

2

5.11, 8.11

 

10

А. Игебаев. Урал.

1

12.11

 

11

Н. Мусин. Етемәк болан балаһы.

2

15.11,19.11

 

12

Н. Мусин. Ҡарағай башында төн.

1

22.11

 

13

Н. Мусин. Татлы тамаҡ һуҫар.

1

26.11

 

14

Н. Мусин. Ҡоралайҙар.

1

29.11

 

15

Ф. Иҫәнғолов. Баҫыу уртаһындағы күл.

2

3.12  6.12

 

16

Ф. Иҫәнғолов. Өс малай һәм бер йәйен тураһында хикәйә.

2

10.12    13.12

 

17

Ф. Иҫәнғолов. Маҙаһыҙ төн.

2

17.12 20.12

 

18

Ф. Иҫәнғолов. Урман патрулдәре.

2

24.12,27.12

 

Өсөнсө сирек -19 сәғәт

 

19

К. Кинйәбулатова – балалар яҙыусыһы. Йәшел  юл.

2

17.01, 21.01

 

20

С. Әлибаев ижады. Тыуған яғым – гүзәл төйәгем.

1

24.01

 

21

Ф. Рәхимғолова ижады. “Ҡолонсаҡ”, “ Шифалы һөт”

4

28.01, 31.01, 4.02 ,7.02

 

22

Ф. Туғыҙбаева .Икмәк.

1

11.02

 

23

Ф. Туғыҙбаева.  Көтөлмәгән буран.

1

14.02

 

24

Н. Ғәйетбаев. Аҡбулат батыр.

1

18.02

 

25

Н. Ғәйетбаев. Төнгө осрашыу.

1

21.02

 

26

Г. Юнысова ижады. Әсәй кәңәштәре.

1

25.02

 

27

 Инша. Ҡәҙерле әсәйем

1

28.02

 

28

Р. Байбулатов. Күгәрсендәр төйәге.

1

4.03

 

29

Р. Байбулатов. Батырлыҡ еле.

1

7.03

 

30

Р. Ғабдрахманов ижады. Капитан.

2

11.03, 14.03 

 

31

М. Әхмәтшин. Бер урам малайҙары.

1

18.03

 

32

М. Әхмәтшин. Кәрәҙле бал.

1

21.03

 

Дүртенсе сирек – 17сәғәт

 

33

Ф. Бикбулатова. Толпар ҡанатлы ат.

2

1.04, 4.04

 

34

Ф. Бикбулатова. Атай икмәге.

1

8.04

 

35

Ғ. Туҡай ижады.

3

11.04, 15.04, 18.04

 

36

Ш. Перро. Ҡыҙыл башлыҡ.

2

22.04, 25.04

 

37

Бер туған Гриммдар әкиәттәре.

2

29.04, 2.05

 

38

Д. Родари.Һорауҙар.

2

6.05, 13.05

 

39

Ю. Ваннаг. Аҡҡош.

1

16.05

 

40

А. Ҡонанбаев. Йәш быуынға.

1

10.05

 

41

Япон халыҡ әкиәте. Йәшлек шишмәһе.

1

23.05

 

42

 Изложение. Матур иртә. (185-се бит.)

1

27.05,

 

 

 

43

Йомғаҡлау дәресе.

1

30.05

 

                            IV.           Уҡыу-уҡытыу  процесын материаль-техник тәьмин итеү тасуирламаһы

Программаға ярашлы сюжетлы картиналар

Башҡорт теле буйынса һүҙлектәр

Яҙыусыларҙың портреттары

Компьютер

Әҙәби әҫәрҙәр яҙылған аудиояҙмалар

Класс таҡтаһы

V.                  Дәреслектәр исемлеге

 

1.  Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т.  Туған тел. Өфө, 2008

2.       Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

3.       Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

4.       Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

5.       Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6.       Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

7.       Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирской литературе 4 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Мастер зеленого хозяйства

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 040 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.02.2016 1616
    • DOCX 268 кбайт
    • 23 скачивания
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Янбаева Эльвера Исламовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Янбаева Эльвера Исламовна
    Янбаева Эльвера Исламовна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8502
    • Всего материалов: 8

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 16 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Мини-курс

Комплексный подход к работе с детьми с тяжелыми нарушениями развития

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Профессиональное развитие педагога: успехи и карьера в образовании

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Здоровые взаимоотношения: адаптация и развитие ребенка через привязанность и игрушки

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 89 человек из 38 регионов
  • Этот курс уже прошли 60 человек