Инфоурок Начальные классы Рабочие программыРабочая программа по эзэби укыу

Рабочая программа по эзэби укыу

Скачать материал

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 АҢЛАТМА ЯҘЫУ

 

Ту2ан тел д1реслеген1 программа Программа Р1с1й Федерация4ыны6 белем тура4ында2ы т7п законына тянып эшл1нде.(01.09.2013)

Программа Р1с1й Федерация4ыны6 белем тура4ында2ы т7п законына таянып эшл1нде.(Бойоро5 № 373, 06.10.2009й)

-Баш5ортостан Республика4ыны6 Ей1нсура районыны И81н2ол  2-се 4анлы м1кт1бене6 2015- 2016 йыл2а у5ыу планы. Бойоро5  № 79, 28.08.2015 й.

- «Педагогты6 эш программа4ы». Бойоро5 № 77-3, 28.08.2014 й.

“Әҙәби уҡыу”буйынса программа “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына”, үҫтереүсе уҡытыу системаһына,“Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына, “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”на, 2015/2016 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә.Уҡытыу – методика комплекты түбәндәге әҙәбиәт менән тәьмин ителә:

-Мәүлийәрова Ә.Т. Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1- 4–се кластар өсөн “Туған тел” дәреслегенә программа. – Өфө: Китап, 2009.

-Һүҙлектәр.

-Ф.Ш.Сынбулатова.Әҙәби уҡыу.  Дөйөм белем биреү учреждениеларының дүртенсе класы өсөн уҡыу китабы. Ике киҫәктә.- Өфө: Китап, 2012

- Ф.Ш.Сынбулатова,Р.Ш.Сафина. Әҙәби уҡыу  дәреслегенә эш дәфтәре.4-се класс. Ике киҫәктә.- Өфө: Китап, 2015

Бала үҙ телендә һөйләшә,фекер йөрөтә,уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә,тәбиғәт,йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе танып белә,улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә. Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра,көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта ала.Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе, байытыуҙы,камиллаштырыуҙы,баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе,формалаштырыуҙы күҙаллай.

Мәктәптә туған тел махсус предмет булараҡ өйрәнелә. Башланғыс мәктәптә уҡыусылар туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә, кешеләр араһындағы,йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе, үҙен уратып алған донъяны өйрәнә,щәхес булараҡ үҫешә. Тик үҙ телең генә ата-бабаларыңдың үткәнен белергә, киләсәккә өмөт-хыялдарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.Ошоларға ирешмәйенсә тороп,телеңдең,милләтеңдең киләсәген күҙаллау мөмкин түгелдер.Шуға ла туған телде бөтә нескәлектәре менән өйрәнеү,белеү мотлаҡ.

Башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора.  Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һө ҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар- уҡыусыларҙы  тормрш менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү, мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйле алып барыу, һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү,әҙәбиәт һәм сәнғәттең етеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләттәрен үҫтереү, уларҙың үҙ аллы белем алыуына , әҙәби китап уҡыуына , уҡығанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү бурысы тора.  Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.

Юғарыла аталған бурыстарҙы хәл итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур.  Иң төп шарттарҙың береһе- телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу. Шуға күрә балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү  башланғыс кластан маҡсатлы рәүештә алып барыла.  Дәүләт теле булған рус һәм халыҡ –ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү , ҡағиҙә булараҡ, туған телгә   нигеҙләнеп  атҡарыла.

Башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәтелгән:

             -башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм  тасуири уҡыу күнекмәләрен  үҙләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; танып белеү   формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;

-уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә        һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелдә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша  балаға   һәр яҡлап йоғонто яһау;

-әҙәби әҫәрҙәр, фәнни – популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүеҙемлек кеүек юғары әхләҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;

-туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге  үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;

- бергә уҡыу компонентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм  тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы  һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.

Әҙәби уҡыу “ предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итә:

1. Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен  үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа  китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу  тәрбиәләү.  Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы күҙаллай.

2. Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү. Был йүнәлеш  китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙы, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ унында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.

3. Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл – ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи –эстетик тойғолар  һәм зауыҡ тәрбиәләү.  Был йүнәлештә мәсьәләләрҙе  тормошҡа ашырыу – әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлекле айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға; тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул.

4.Әхләҡи  ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән таныштырыуҙан  йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү. Әҙәби әҫәрҙең үҙенсәлеген, уның әхлаҡи асылын, шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора

 

Әҙәби уҡыупредметына дөйөм характеристика

 

Эш программаһы  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған   программаға  нигеҙләнеп төҙөлдө,башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә.

4-се класта уҡыу техникаһы-  90-100 һүҙ уҡыу . Эстән уҡығанда минутына 120 һүҙән күберәк уҡыу.  Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу,уныү телен үҙләштереү,аңлата белеү,телмәрҙә ҡуллана  алыу айырыуса мөһим. Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалы эшләү талап ителә.

        Кластан тыш уҡыу.Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә.Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала.Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу,китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ- аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат "журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.

     Һүҙҙәр менән эш.Уҡыусыларҙы дөрөҫ  һөйләргә,аныҡ  һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү,уларҙың һүҙ  байлығын арттырыу,һүҙбәйләнештәр,фразеологик берәмектәр,һөйләм,бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.

     Тел күнекмәләре араһында  һүҙлек эше, һөйләмдәр,ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң,ундағы яңы һүҙҙәр,фразалар, һөйләмдәр аңлатыла,һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп,һайлап, ролләп ,сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

“Әҙәби уҡыу” – башланғыс белем биреүҙә төп предметтарҙың береһе. Уҡыу -  телмәр эшмәкәрлегенең бер төрө. Уҡыу дәрестәренең маҡсаттары-уҡыусыларҙа аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу,үҙаллы уҡыу тәжрибәһен формалаштырыу, телмәр эшмәкәрлегенең бар төрҙәрен камиллаштырыу;текст һәм китап менән эшләү оҫталығын тәрбиәләү, башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙа китап уҡырға ынтылыш тыуҙырыу, уларҙы дөрөҫ итеп китап һайларға, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализларға өйрәтеү; һүҙ сәнғәтенә дөрөҫ мөнәсәбәт формалаштырыу, әҙәби текстар аша уҡыусыларҙың әхлаҡи тәжрибәһен байытыу, ижади һәләттәрен үҫтереү. Башланғыс кластарҙа “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәренең  төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың уҡыу компетентлығын формалаштырыу һәм китап  уҡыу эшмәкәрлеген үҙаллы белем алыу сараһы итеп үҫтереү тора. Ошонан сығып, уҡыу дәрестәренең бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:уҡыусыларҙы әҙәбиәт донъяһына алып инеү һәм һүҙ сәнғәтенең образлылығын, әҙәби әҫәрҙәрҙең рухи асылын  аңларға өйрәтеү;әҙәби әҫәрҙе автор менән аралашыу өсөн уҡыу, уның позицияһын, яҙылғанға мөнәсәбәтен асырға өйрәтеү;бер үк әҫәрҙе яҙыусы, уҡыусы, әҙәби критик күҙлегенән тикшерергә өйрәтеү;төрлө жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәр менән таныштырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙың хис-тойғоларын байытыу;әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу барышында уҡыусыларҙы әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә өйрәтеү, әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыу;

Шуны ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: башланғыс кластарҙа “Башҡорт әҙәбиәте” дәресенең төп бурысы булып уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын һәм уҡыу тиҙлеген үҫтереү тора.

Әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү уҡыусының тормош тәжрибәһенә бәйле, шуға күрә әҫәрҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы ул иң элек үҙенә үлсәп ҡарай , үҙенең фекерен әҫәр геройыныҡы менән сағыштыра, донъяны аңлау кимәленә таянып образ тыуҙыра, барыһын да үҙ аңы аша үткәрә. Уҡыусыға әҫәрҙең төп фекере тәү тапҡыр уҡығанда аңлашылып та бөтмәҫкә мөмкин. Уны яңынан уҡығанда күҙ уңынан төшөп ҡалған өлөштәре лә иғтибарға алына һәм икенсерәк күҙлектән ҡабул ителә. Шуға күрә әҫәрҙе аңлау, ҡабул итеү өсөн ваҡыт кәрәк.

Тасуири уҡыу – әҫәрҙе аңлы ҡабул итеүҙә ҙур ярҙамсы, сөнки геройҙарҙың төрлө кисерештәре, авторҙың йөкмәткегә мөнәсәбәте, әҫәрҙең теле тасуири уҡыу барышында уҡыусыға тағы ла нығыраҡ тәьҫир итә, аңлауҙы еңеләйтә. Тасуири уҡырға уҡыусылар  иң элек уҡытыусыһына оҡшатып уҡып өйрәнәләр, артабан был күнекмә үҙ аллы уҡыу барышында камиллаша бара.

Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың күңеле төрлө кисерештәр менән дә байырға тейеш: уҡылған әҫәрҙән баланың күңеле үҫә йәки, киреһенсә, кәйефе кителә,герой эшләгән яҡшылыҡтан ҡәнәғәтлек кисерә, яманлыҡтан йәне көйә. Шуға күрә уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә балаларҙы тирә-йүнде күҙәтергә, күргәндәрҙе анализларға,  һығымта яһарға өйрәтергә бурыслы. Ошоға бәйле уҡыусылар әҙәби әҫәрҙәрҙе  тормоштоң сағылышы итеп ҡабул итергә өйрәнәләр.

 

Әҙәби уҡыу” предметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәрен һүрәтләү

Рәсәй мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы тураһындағы законында төп йүнәлештәрҙең береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу – программаның төп талаптарының береһе.

Шәхес ул:

-         башҡорт теленең фәнни-теоретик нигеҙҙәрен белгән, үҙ теленең төп үҙенсәлектәрен тәрән тойомлаған, туған телендә иркен һөйләшкән кешеләр менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булған;

-         белем алыу, уҡымышлы, мәғлүмәтле булыуға, үҙенә кәрәк информацияны үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;

-         мәктәптә алған белемдә тормош ситуацияларына сығарыуға һәләтле булған; алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа ҡуллана белеүсе;

-         хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш итеүсе; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белеүсе;

-         үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;

-         социаль әхлаҡи ҡанундарға эйә булыусы; кеше ҡайғыһын, зарын аңлай белеүсе; тотороҡло рухлы, матур эске мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы кеше.

-         хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды  аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

-         башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

-         матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

-         нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

-         ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

-         текст авторы менән диалог ҡороуға  ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

-         үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

-         мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

 

                                           Әҙәби уҡыупредметының уҡыу планындағы урыны

 

Базис уҡыу уҡыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белеү биреү мәктәптәрендә “Әҙәби уҡыу” предметын өйрәнеүгә 4-се кластарҙа 70 сәғәт бүленә, аҙнаһына 2 сәғәт.

Уҡыу йылы аҙағына “Әҙәби уҡыу” предметының  шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)

Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

« Әҙәби уҡыу » предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:

-Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына  һөйөү һәм хөрмәт;

-төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән  хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;

-әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

-хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды  аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

-башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

-матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

-нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

-ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

-текст авторы менән диалог ҡороуға  ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

-үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

-мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.

Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

-дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә  белеү;

-уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

-ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;

-уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.

Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

-текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

-уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

-телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

-һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

-анализлай һәм синтезлай белеү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

-фекерләй белеү;

Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

Коммуникатив  универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

-Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

-телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы беле;

-үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

-дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү;

-һорауҙар бирә белеү.

«Әҙәби уҡыу » курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:

-әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш  булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;

 -уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;

-уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;

-аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып  уҡыу;

-текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.

 -таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;

-тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;

 -текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;

 -текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;

      -тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;

 -геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;

 -телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;

 -уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;

 -уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;

 

 -асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;

 -проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;

 -нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;

 -уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.

Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу

Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере  менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу).
Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеме, иллюстрациялар, терәк һүҙҙәр ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, тексҡа үҙ аллы исем уйлау.

Оҫталыҡты үҫтереү:

-Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу;

-Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү;

-Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план);

-Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү;

-Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү;

-Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;

-Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау;

-Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу;

-Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү.

Өйрәтеү:

-Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү;

-Текстың төрлө өлөштәрен  һайлап һөйләү;

-Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү;

-Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү;

-Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү.

-Һәр бүлек аҙағында ижади характерҙағы яҙма эштәр үткәреү.
-Ижади эштәр: иншалар, хикәйәләр, шиғырҙар яҙыу.

Башланғыс класта уҡыу дәрестәренең тағы ла бер маҡсаты булып балаларҙы нәфис әҙәбиәт уҡырға өйрәтеү, уны төп мәктәптә системалы өйрәнеүгә әҙерләү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталы уҡыусы тәрбиәләүҙең нигеҙен булдырыу тора. Грамоталы уҡыусы – ул уҡыу техникаһын белгән, уҡығанын аңлаған , китаптарҙы белгән һәм уларҙы донъяны танып-белеү сараһы итеп таныған кеше.

Был маҡсатҡа ирешеүҙә түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк:

Уҡыу техникаһын һәм тексты аңлау алымдарын  формалаштырыу – бер үк ваҡытта уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уҡыу ихтыяжын булдырыу;

Әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү;

Балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу;

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе (һүҙ байлығын), балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы.

Был технология текст менән эшләүҙең 3 этабын үҙ эсенә ала:

1.     Тексты уҡығанға тиклем үткәрелгән эштәр

Текстың йөкмәткеһен күҙаллау, уның мәғәнәүи, тематик, эмоциональ йүнәлешен асыҡлау, әҫәрҙең исеменә, авторына, терәк һүҙҙәргә, иллюстрацияларға таянып  төп геройҙарын билдәләү;

Дәрес маҡсаттарын уҡыусыларҙың эшкә дөйөм ( уҡыу, эмоциональ, психологик һ.б.) әҙерлек кимәленән сығып асыҡлау.

2.     Тексты уҡыу барышында башҡарылған эштәр.

Тексты беренсел уҡыу: класта үҙ аллы уҡыу, уҡытыусы уҡығанды тыңлау, уҡыусылар менән сиратлашып уҡыу (текстың үҙенсәлектәренә, уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинлектәренә бәйле). Тексты тәү тапҡыр ҡабул итеү кимәлен тикшереү. Уҡыусыларҙың күҙаллауы менән текстың йөкмәткеһе тура килеү-килмәүен асыҡлау.

Тексты ҡайтанан уҡып сығыу. Ашыҡмайынса, уйлап ҡабаттан  уҡыу (бөтөн тексты йәки өлөштәрен). Тексты анализлау (алымдар: автор менән диалогҡа инеү, аңлатмалы уҡыу, уҡылған буйынса әңгәмә ҡороу, терәк һүҙҙәрҙе табыу һ.б.).Һәр мәғәнәүи өлөшкә асыҡлаусы һорауҙар биреү.

Текстың  йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү. Кәрәк булғанда,  текстың фрагменттарына мөрәжәғәт итеү, тасуири уҡыу.

3.     Тексты уҡып сыҡҡас башҡарылған эштәр.

Текст буйынса концептуаль әңгәмә. Уҡылғанды күмәкләп тикшереү, дискуссия. Уҡыусыларҙың әҫәргә биргән баһаһын автор позицияһы менән сағыштырыу. Текстың төп идеяһын асыҡлау.

Яҙыусы менән танышыу. Яҙыусы шәхесе тураһында әңгәмә. Өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү.

Текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау. Рәссамдың тексҡа төшөргән һүрәте менән уҡыусыларҙың күҙаллауҙарын сағыштырыу (мәҫәлән, уҡыусылар был тексҡа ниндәй һүрәт төшөрөрҙәр ине).

Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге менән бәйле ижади эштәр. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереү ҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә. Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балаға мәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла. Бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте, тәбиғәт күренештәрен, хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте,йәғни тормошто китап, гәзит журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.

Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен, уй-фекерҙәрен, кисерештәрен үҙ йөрәге, күңеле аша үткәреп, хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора. Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.

 

4.Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала, баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге, әҫәрҙәге тема менән таныштыра.

     Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән, баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.

5.  Кластан тыш уҡыу.

         Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә. Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала. Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.

         Уҡытыусы  ярҙамында балалар республикала  сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат " журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.

6 .Һүҙҙәр менән эш.

     Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә, аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү, уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектәр, һөйләм, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.

             Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу, уныү телен үҙләштереү, аңлата белеү, телмәрҙә ҡуллан алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалы эшләү талап ителә.

           Тел күнекмәләре араһында  һүҙлек эше, һөйләмдәр, ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң, ундағы яңы һүҙҙәр, фразалар, һөйләмдәр аңлатыла, һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп һайлап, ролләп сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

7.Уҡыу техникаһы.

Уҡыу йылы аҙағына 4-се класс уҡыусыһының әҙерлек кимәленә талаптар.

 Уҡыусы:

-         тексты аңлап , тасуири уҡый;

-         тексты эстән уҡый;

-           уҡыған әҫәрҙең темаһын һәм төп асылын, мәғәнәһен билдәләй;

-          Әҫәрҙең исемен, авторын атай;

-          Әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килерлек интонация һайлай;

-          темп һәм тонды дөрөҫ билдәләп, логик баҫым, пауза ҡуйып, тейешле тауыш менән уҡый;

-          уҡылған әҫәрҙе мәғнәүи яҡтан өлөштәргә бүлеп, планын төҙөй;

-          Әҫәҙе ентекле итеп, хәл –ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һөйләй;

-         Әҫәрҙе ҡыҫҡаса һөйләй;

Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея-тематикаһы буйынса әңгәмәләшә.

 

Предметтың программа йөкмәткеһе

Эш программаһы  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған   программаға  нигеҙләнеп төҙөлдө,  башланғыс дөйөм белем биреүҙең  Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә.

Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу), уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү, йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр. Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла. Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола. Бала тормош тәжрибәһенән сығып, теге йәки был хәл-ваҡиғаға, күренешкә, кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша. Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,э шлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.

 

4-се класта .

Тема4ы

4аны

1

Һаумы, мәктәп.

1

2

Мостай Кәрим

5

3

Зәйнәб Биишева

4

4

Динис Бүләков

7

5

Яныбай Хамматов

5

6

Абдулһаҡ Игебаев

2

7

Ноғман Мусин

5

8

Фәрит Иҫәнғолов

5

9

Кәтибә Кинйәбулатова

4

10

Сафуан Әлибай

3

11

Фәүзиә Рәхимғолова

4

12

Кирәй Мәргән

2

13

Фаҡиһа Туғыҙбаева

1

14

Наил Ғәйетбай

3

15

Гөлфиә Юнысова

2

16

Раил Байбулатов

5

17

Рәис Ғабдрахманов

5

18

Марс Әхмәтшин

4

19

Фәрзәнә Аҡбулатова

3

 

Б7т14е

70 с121т

 

 

Һаумы, мәктәп. (1 сәғәт).

1 сентябрь – Белем байрамы. Мәктәп, уҡыу, уға мөнәсәбәт тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт  теленең  өндәре  һәм  хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү) . Әҫәрҙең темаһы һәм төп фекере. Балаларҙа уҡыу эшенә етди ҡараш, уҡыу дәрте, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу. Әҫәр уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу, уҡыуҙан алған тойғоларҙы, кисерештәрҙе кинәйтеү һәм тәрәнәйтеү, яҙыусынын әйтергә теләгән төп фекерен билдәләү.

 

Мостай Кәрим (5 сәғәт).

Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса. « Беҙҙең өйҙөң йәме » повесы аша уҡыусыларҙың алдында “ ябайлыҡтың матурлығы”, “ матурҙың-ябайлығы” н асыу күҙаллана. Алты-ете йәшлек бала ауыҙынан һөйләтелгән был әҫәрҙә Бөйөк Ватан Һуғышының башҡорт ауылдарына алып килгән ауырлыҡтарын, ир-аттар фронтҡа киткәс, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, йәш-үҫмерҙәрҙең, ҡарттарҙың колхоздағы бөтә эште үҙ елкәләренә йөкмәп ҡалыуын, яҡындарҙы юғалтыу ҡайғыһын   һәм еңеү шатлығын уҡыусыларға аңларлыҡ һәм зиһененә һеңеп ҡалырлыҡ итеп еткереү. Дәһшәтле  һуғыш йылдарында илебеҙҙең халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты тағы ла нығытып, дуҫлыҡ-туғанлыҡты ябай итеп күрһәтеү. Әҫәрҙә балалар менән өлкәндәр мөнәсәбәтен күрһәтеү: оло кешеләрҙең һәр бер хәрәкәте, эш- ҡылыҡтары, үҙ-ара мөғәләмәләре, донъяға ҡараштары йәш быуынды тәрбиәләй.

Зәйнәб Биишева(4 сәғәт)

Балаларҙа ижтимағи тормошҡа, файҙалы хеҙмәткә ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләү. Уларҙың уҡыуы, уйыны, бергәләп эшләүҙәре, эҙләнеүҙәре процесында  коллектив булып ойошоуҙарын иғтибар үҙәгендә тотоу. Балалар образын тыуҙырғанда, уларҙың эске донъяларына, тәрән кисерештәренә, характерҙың үҫешенә айырыуса иғтибар итеп, теләк ынтылыштарына бәйләп күрһәтеп, мәҫәл жанры менән таныштырыу. Тасуири уҡыу  күнекмәләрен нығытыу.

Йомғаҡлау дәресе.

Ҡыш баһадир.

Ҡышҡы тәбиғәттең матурлығын асыу. Сағыштырыу, йәнләндереү алымдарына иғтибар итеү. Картина буйынса эш алып барыу.

Динис Бүләков(7 сәғәт)

Әҫәрҙә ысын хеҙмәттең тәме, ялған һәм хаҡлы дан, ысын батырлыҡ һәм тышҡы ялтырау, тәкәбберлек һәм баҫалҡылыҡ кеүек сифаттар конкрет персонаждарҙың образдары  асыла һәм халыҡтың тәжрибәләр менән һыналған тапҡыр һүҙҙәре, мәҡәлдәр менән нығытыла.

Яныбай Хамматов(5 сәғәт)

Салауат”, “Һырдаръяромандарынан  өҙөктәрҙе өйрәнеү үрнәгендә жанр( роман) тураһында әҙәби-теоретик төшөнсә биреү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән тарихи осор, Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси хәл тураһындағы мәғлүмәттәрҙе  уҡыусыларға еткереү шарт. Ваҡиғаларҙы, факттарҙы , геройҙарҙың  эштәрен сағыштырыу, баһа биреү, әҫәрҙең төп фекерен табыу, һығымталар яһау- быларҙың бөтәһе тарихи материалды аңлап үҙләштерегә ярҙам итә.

Инеш әңгәмәлә геройҙарҙың кем булыуын, баларҙың улар тураһында нимәләр белеүен, ниндәй әҫәрҙәр уҡығанын асыҡлау. Әҫәрҙе уҡып һөйләтеү, план төҙөү, геройҙарға характеристика биреү, уларҙың тарихта тотҡан урынын билдәләү. Тарихи әҫәрҙәр уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Абдулһаҡ Игебаев (2 сәғәт)

Поэма жанры поэзияның иң ҡатмарлы формаларынан һанала. Шуның  өсөн  жанрҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе, шиғыр һәм мәҫәлдәр менән сағыштырып , 4-се класта уҡ өйрәнә башларға мөмкин.

Әҫәрҙең сюжеты лирик геройҙың  уй-фекерҙәренән, кисерештәренән, һоҡланыуҙарынан тора. Һәр һүрәтләү әҫәрҙең йөкмәткеһен һәм идеяһын төрлө яҡлап аса: сағыштырыуҙар һәм йәнләндереүҙәр Урал тәбиғәтенең матурлығын, Уралдың мөһабәтлеген ҡабатлауҙан поэманың төп идеяһын тәрәнәйтеп, күҙ алдына баҫтыра.

Был жанрҙың теле ифрат үҙенсәлекле, халыҡсан. Әҫәрҙе уҡығанда  тел байлығына иғтибар итергә, конкрет миҫалдарҙа күрһәтергә кәрәк.

Поэманың тексы өҫтөндәэшләгәндә түбәнге эш этаптарына иғтибар итергә: һүҙлек, фразеологик эш, уҡыусының тасуири уҡыуы һәм аңлатып биреү, әңгәмә, әҫәрҙең төп идеяһын билдәләү, уҡыусыларҙың  аллы эштәрен ойоштороу.

Ноғман Мусин(5 сәғәт)

Кескәй уҡыусыларҙы ғаләмдең, тәбиғәттең әлегә улар өсөн сер булып ҡалған төрлө яҡтары менән таныштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйылған әҫәрҙәр урын алған.

Әҫәрҙә тәбиғәт донъяһы менән таныштырыу  кешеләрҙең шул тәбиғәткә һәм бер-береһенә мөнәсәбәтенә ҡағылған әхлаҡи проблемалар менән дә тығыҙ бәйләп алып барыла.

Хикәйәләрҙә хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең насар бәндәләрҙән күргән йәберҙәрен уларҙың кисерештәре аша күрһәтеү балаларҙың тойғоһона тәьҫир итеү  һәм тәбиғәткә һаҡсыл, мәрхәмәтле мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсаты ҡуйылған.

  Фәрит Иҫәнғолов(5 сәғәт)

Хикәйәләрҙә балаларҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте уның ябай ғына серҙәрен асыуҙа, ҡоштарҙы, хайуандарҙы тәрбиәләүҙә күрһәтелә. Әҫәрҙә үҫмерҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуы кеүек көндәлек ваҡиғаларҙан алып, илһөйәрлек тойғоларын сағылдырыусы ситуацияларға тиклем, йәш геройҙарҙың рухи- әхлаҡи йөҙөн асыусы төрлө ваҡиғалар яҡтыртыла. Үҙ аллы  уҡыу  күнекмәләрен нығытыу.

Кәтибә Кинйәбулатова(4 сәғәт)

Әҫәрҙәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыл тормошо, унда балаларҙың, үҫмерҙәрҙең яҙмышы сағылдырыла .Йәш үҫмерҙәрҙең алдарында торған бурысты дөрөҫ аңлауҙары, өҫтәренә төшкән ауырлыҡтарҙы ғорур күтәреүҙәре, киҫкен һынауҙарҙа характерҙары сынығыуы күрһәтелә.

Сафуан Әлибай(3 сәғәт)

Балалар был бүлеккә ингән әҫәрҙәрҙе уҡып, уларға анализ яһап, тылсымлы ҡыш һәм алтын көҙ тәбиғәтенең үҙенсәлекле күренештәре менән таныша.Ике миҙгелдең тәбиғәтен сағыштырыу, айырмалыҡтарын билдәләү аша һәр миҙгелдең үҙенә генә хас күркәмлегенә баҫым яһау.

Балаларға эстетик тәрбиә биреү, уларҙа тыуған яҡтың тәбиғәтенә, туған телгә мөхәббәт тәрбиәләү- әҫәрҙе өйрәнеүҙә төп маҡсат булып тора. Тасуири һәм һайлап уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

Фәүзиә Рәхимғолова(4 сәғәт)

Хикәйәләрҙә хеҙмәттең тормоштағы бөйөк ролен аңлауҙа өлкәндәрҙең шифалы йоғонтоһо һәм кесе йәштәге геройҙарҙың эш өҫтөндә тәрбиәләнеүе һүрәтләнә. Әҫәрҙә ыңғай геройҙар һәм уларҙың күркәм эштәре, тормош сынығыуҙары күрһәтелә. Балаларҙың ата-әсәләренә, өлкәндәргә ярҙамлашыуы, хеҙмәт барышында тыуған һәм нығынған уй-фекерҙәре сағыу буяуҙар аша бирелә.

Кирәй Мәргән(2 сәғәт)

Бөркөт ҡанаты.

Фаҡиһа Туғыҙбаева(1 сәғәт)

Шиғырҙарҙа ысын хеҙмәттең еңел булмауын, кешеләрҙән тырышлыҡ, оло көсөргәнеш, түҙемлек, таҫыллыҡ талап

 

итеүен күрһәтә, хеҙмәт кешеһенең бөйөклөгөнә инандыра, хеҙмәткә мөхәббәт темаһы уның емешенә, бигерәк тә игенсе тире менән дә берләштерелә.

Наил Ғәйетбай(3 сәғәт)

Әҫәрҙәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе балалар аңларҙай төшөнсәләр һәм образдар аша бойомға ашырыла. Был тема балаларҙың физик һәм аҡыл эшенә төрлөсә мөнәсәбәтен сағылдырыу ярҙамында хәл ителә.  Балалар характерындағы ыңғай һәм кәмселекле яҡтары уларҙың хеҙмәтенә, өлкәндәргә ҡарашы аша һүрәтләнә.

Гөлфиә Юнысова(2 сәғәт)

Әсә  һәм Ватандың бөйөклөгө, гүзәллеге, улар менән ғорурланыу- шиғырҙарҙың төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Әсәгә һәм Тыуған илгә һөйөү, шатланыу, шул ерҙә тыуып үҫеү менән ҡыуаныу тойғолары баланың күңеленә ғүмерлеккә һеңеп ҡалған “киң туғайҙар”, “алтын бешә торған баҫыуҙар”, “түңәрәк күл”, ”күкһел тауҙар” аша сағыла.

Раил Байбулатов(5 сәғәт)

Хикәйәләрҙә балаларҙың  уйындары, ҡыҙыҡһыныуҙары, үҙ-ара дуҫлыҡтары менән бәйле төрлө ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс  ваҡиғалар һүрәтләнә.

 Балалар араһындағы берсә ҡаршылыҡлы, берсә эскерһеҙ йылы мөнәсәбәттәр, дуҫлыҡтың нисек нығыуы, батырлыҡҡа ынтылыуы үҙенсәлекле итеп һүрәтләнә. Яҙыусы уларҙың эске донъяларына, тәрән кисерештәренә айырыуса иғтибар итә, характерҙарының үҫешен конкрет ситуацияларҙа күрһәтә.

Рәис Ғабдрахманов(5 сәғәт)

Яҙыусы балаларҙың ижтимағи  тормошҡа, файҙалы хеҙмәткә ҡатнашырға ынтылыштарын мажаралы ваҡиғалар ярҙамында һүрәтләй.

Әҫәрҙәрҙә төрлө ситуацияларҙа балалар характерында булған тиҫкәре сифаттар тәнҡит ителә; ысын хеҙмәттең тәме, ялған һәм хаҡлы дан, дуҫлыҡ ҡәҙере кеүек сифаттар конкрет персонаждарҙың хәрәкәттәре менән һыналған тапҡыр һүҙҙәре, мәҡәлдәре менән нығытыла.

Марс Әхмәтшин(4 сәғәт)

Хикәйәләр балаларҙың эштәре, уй-хыялдары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре, үҫмерҙәрҙең үҙ ҡылығы, тормоштағы урыны һәм яуаплылығы хаҡында  мәжбүр итә. Үҫмерҙәрҙең йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуы кеүек көндәлек ваҡиғаларҙан алып, романтик ынтылыштарын, илһөйәрлек тойғоларын сағылдырыусы ситуацияларға таянып , йәш геройҙың рухи-әхлаҡи йөҙөн асыусы төрлө факттар яҡтыртыла.

Фәрзәнә Аҡбулатова(3 сәғәт)

Был әҫәрҙәр балаларҙың тормошто аңлау, эстетик ҡабул итеү ҡеүәһенә тәрбиәүи маҡсаттан сығып бирелә. Уларҙа һүҙ балалар уыҙынан алып барыла, сабыйҙарҙың тормош күренештәренә үҙ ҡарашы, тойғолары, эске кисерештәре сағылдырыла.

 

4-се класс уҡыусыларының  әҙәби уҡыу буйынса белемдәрен  һәм күнекмәләрен баһалау нормалары.

Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен ,белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

1)    Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

2)    Үтелгәнде аңлы үҙләштереүңлау кимәле;

3)    Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

      Уҡыусының  телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

     Әгәр уҡыусы:

1)    тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

2)    үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

3)    Материалды эҙмәҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

    Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһәәкин һирәк  яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

  Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аҡлауын һәм белеүен күрһәтһәәкин

1)    Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә  хаталар ебәрһә;

2)    Әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

3)    Яуабында эҙмәҙлелек  һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

  

 

Әгәр уҡыусы һоралған материалдың к1берүк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана

                                  Иншаларҙы баһалау

           Инша  аша уҡыусыларҙың:

1)    теманы аса белеүе,тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

2)    яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө,икенсе билдә менән грамоталылың кимәле баһалана.

                                                                       Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең  йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмәҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк, бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

1.     Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

2.     Йөкмәтке, нигеҙҙә , дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ  булһа ла, фактик хаталар осраһа,

3.     Төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

4.     Яҙма эш, нигеҙҙә, синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай

 

5.     булһа,

6.     Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири   булыуы менән айырылып торһа,

ИҫкәрмәЯҙма эштең телмәр хаталары өстән дәөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа, уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

 

Яҙма эштә 2 орфографик  һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән, һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

1.     Яҙма эштә теманан ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

2.     Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

3.     Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,

4.     Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

5.     Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

ИҫкәрмәЯҙма эштәге телмәр хаталары  5-тән , йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа , шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

1.     Яҙма эш темаға тура килмәһә,

2.     Фактик хаталар күп булһа,

3.     Эштең бөтә өлөштәрендә  фекер аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа, планға ярашһыҙ булһа,

4.     Һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше

 

5.     булмаған бер төрлө конструкциялы  ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

6.     Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә ләға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла

 

 

 

 

                                                             

 

 

 

 

«Әҙәби уҡыу»ҙан тематик планлаштырыу. 4 класс

 

Сәғ.

һаны

Дәрес темаһы

Уҡыу һәм телмәр үҫтереү өсөн

материалдар

Дәрес төрө

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Дата план буй-са

Үткә-реү

дата-һы

1.

1

Һаумы, мәктәп!

Белем байрамы.

3 бит

Ф. Рәхимғолова «Белем байрамы».

 

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Мәктәп тарихы, күренекле кешеләр менән  танышыу.

Тасуири уҡыу күнекмәләрен  үҫтереү. Мәктәпкә , уҡытыусыға ихтирам тәрбиәләү.

 

02.09

 

2.

1

С. Әлибай «Ҡояшлы китап».

4, 16- 20 бит

М. Кәрим « Ҡайт инде, атай, ҡайт»

«Төш тә, өн дә»

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү.

Әҫәрҙе аңлап,шыма уҡыу, ял тураһында  әңгәмә ҡороу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу. Хеҙмәт тәрбиәһе биреү

 

07.09

 

3

1

Ф.    Ғөбәйҙуллина «Мәктәбемә».

5, 22- 24 бит

М. Кәрим «Ҡунак килде» «Бына кем

икән беҙҙең ҡәҙерле ҡунаҡ»

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Йөкмәкеһен  үҙләштереү, шыма уҡыу. Дуҫ –иштәренә , ғаилә ағзаларына ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

09.09

 

4

1

М.Кәрим. « Беҙҙең өйҙөң йәме”.

15, 25- 26 бит

М. Кәрим «Шулай башлана йәшәү»

Билдәһеҙ һалдат»

 

Һөйләү телмәрен  үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү.  Балаларҙа ыңғай сифаттар  тәрбиәләү

14.09

 

5.

1

Кластан тыш уҡыу. Белеме бар3ы6 513ере бар.1- 16 бит

 

 

“Белем иле”. “Эш 41м белем”

 

 

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Хикәйәне тотош уҡып , йөкмәткеһен үҙләштереү.

Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

 

 

16.09

 

 

6.

 

1

 

З. Биишева «Ҡояш нимә тине?» 28- 31 бит

 

Ихтыяр көсө - эшмәкәрлектең

төп нигеҙе.

 

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

 

Яҙыусы күтәргән әҙәп сифаттарын асыҡлау. Геройҙарҙың ҡылыҡ – фиғелдәренә баһа биреү, тасуири уҡыу, мәҙәниәтле аралашыу һәләтен үҫтереү, бер – береңде ихтирам итеү сифаттарын тәрбиәләү.

 

21.09

 

7.

1

З. Биишева «Йәшел йүгән» 32- 38 бит

Ағас емеше менән, кеше эше

менән.

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Әҫәрҙе аңлап,шыма уҡыу, ял тураһында  әңгәмә ҡороу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу. Хеҙмәт тәрбиәһе биреү.

23.09

 

8.

1

З. Биишева «Ат һәм күгәүен» 38- 40 бит

Яманға тарыма, тарыһаң арыма.

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Һөйләү телмәрен  үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү.  Балаларҙа ыңғай сифаттар  тәрбиәләү

28.09

 

9.

1

 

«5ыш ба4адир»

40 бит

Хакимдарҙың хөкөмө үҙ ҡулыңда.

Йомғаҡлау дәресе

Төрлө авторҙарҙың бер үк темаға яҙылған шиғырҙарын уҡып , сағыштырып, йөкмәткеһен үҙләштереү. Матурлыҡты күрә белеү тойғоһон тәрбиәләү.

 

30.09

 

10.

1

Д. Бүләков «Яңы дуҫ»

43-52 бит

Дуҫтар барҙа донья йәмлерәк.

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Яҙыусы күтәргән әҙәп сифаттарын асыҡлау. Геройҙарҙың ҡылыҡ – фиғелдәренә баһа биреү, тасуири уҡыу, мәҙәниәтле аралашыу һәләтен үҫтереү, бер – береңде ихтирам итеү сифаттарын тәрбиәләү.

5.10

 

11.

1

Д. Бүләков «Әлфиәнең күҙ йәштәре»

52- 58 бит

 

Изгелектең иртәһе- кисе юҡ.

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

Тел байлығын арттырыу,хәтерҙе үҫтереү, уҡыусыларҙа намыҫ, әҙәп , сабырлыҡ кеүек гүзәл сифаттар тәрбиәләү.

 

07.10

 

12.

1

Д. Бүләков «Ҡышкы сәскәләр» 59- 62 бит

Кешенеке һиңә булмаҫ, һиңә булһа ла, уң булмаҫ.

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Һөйләү телмәрен  үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү.  Балаларҙа ыңғай сифаттар  тәрбиәләү

12.10.

 

13.

1

Д. Бүләков «Томбойок сәскәһе»

63- 69 бит

Илдә илле дуҫың булһын.

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

Уҡылған әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә , йөкмәткеһен эҙмә- әҙлекле һөйләргә өйрәтеү.

14.10

 

14.

1

Д. Бүләков «Йәшел гармун»

70- 78 бит

Нимә юғарыраҡ баһалана?

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Әҫәрҙе аңлап эстән уҡыу, йөкмәтке буйынса йәнле әңгәмә ҡороу.

19.10

 

15.

1

Д.Бүләков «Тәүге дәрес».

Йомғаклау дәресе.Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр.

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Белем алыу даирәһен киңәйтеү, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

21.10

 

16.

1

 

Я. Хамматов «Салауат» романынан өҙөк

79- 86 бит

Салауат - башҡорт халҡының

милли батыры.

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Салауат тураһындағы фәнни-популяр әҫәрҙең йөкмәткеһенән тәрән,  ҡыҙыҡлы информация алыу, аңлап уҡыу. Уның тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу, ҡыҙыҡһыныу. Бөйөк шәхестәребеҙгә ихтирам, улар менән ғорурланыу.

26.10

 

17.

1

Я. Хамматов «Ҡоткарыу»

 

87- 95 бит

Аҡмулланың бала сағы.

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Тел байлығын арттырыу,хәтерҙе үҫтереү,

 

уҡыусыларҙа намыҫ, әҙәп , сабырлыҡ кеүек гүзәл сифаттар тәрбиәләү.

 

28.10

 

18.

1

Йомғаклау дәресе. Я. Хамматов «Ҡоткарыу»

 

Ата һуҡҡан тән тамуҡта янмай. 

Йомғаҡлау дәресе

Һөйләү телмәрен  үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү.  Балаларҙа ыңғай сифаттар  тәрбиәләү

09.11

 

19.

1

Кластан тыш уҡыу. Көндәлек матбуғат менән танышыу.

 «Йәншишмә»гәзите, «Аманат» журналы

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Фәнни-популяр әҫәрҙәге информацияны тәрән үҙләштереү, карта менән эш итеү. Ер-һыу атамаларын, Башҡортостандың бөтә донъға билдәле шифаханаларының исемен хәтергә һеңдереү. Илең менән хаҡлы рәүештә ғорурланыу.

11.11

 

20.

1

Ата- бабам баҡҡан  ер, у һаҡлар уны ысын ир.

96-100 бит

А. Игебаев «Урал». «Һай, тыуған ер, ғәзиз ер!»

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Әҫәрҙе бөтә тәрәнлегендә аңлап өйрәнеү,  һөйләү темпында уҡыу. Күңел байлығын, зауығын үҫтереү. Тыуған илде яратыу, уға хеҙмәт итеү теләге уятыу.

16.11

 

21.

1

Йәнлектәрҙең йәнен ҡыйма.

101-108 бит

Н. Мусин «Етемәк болан балаһы».

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Кейек – йәнлектәр тормошонда үҙгәрештәрҙе күҙәтеү, Хайуандарға кеселекле, рәхимле , хәстәрлекле булыу.

18.11

 

22.

 

1

Н. Мусин «Ҡарағай башында бер төн».

109- 112 бит

Ятып ҡалғансы, атып ҡал.

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Әҫәрҙең төп фекерен асыҡлау, геройҙарҙың эштәренә баһа биреү. Хайуандарға кеселекле, рәхимле , хәстәрлекле булыу.

23.11

 

23.

1.

Н. Мусин «Татлы тамаҡ һуҫар».

114- 117 бит

Солоҡ балын һуҫар ҙа ярата.

 

 

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

Хайуандарҙы күҙәтеү

 

25.11

 

24.

 

Н. Мусин «Ҡоралайҙар».

118- 123 бит

Кейектәр тәбиғәт күрке.

 

Ҡоралай һүрәте

30.11

 

25.

 

1

Йомғаҡлау дәресе.Урманда йәнлектәр тормошо.

Н. Мусин әҫәрҙәре буйынса

Йомғаҡлау дәресе

Өйрәнелгән материалды системаға һалыу. Үҙ аллы, ижади эшләү.

02.12

 

26.

1

Ф. Иҫәнғолов «Баҫыу уртаһындағы күл».

124- 131 бит

Тәбиғәт ҡанундарын

боҙоу - оло гонаһ.

 

Йүгерек аңлы уҡыу күнекмәләрен нығытыу, тәбиғәткә һаҡсыллыҡ уятыу

07.12

 

27.

1

Ф. Иҫәнғолов «Өс малай һәм бер йәйен

тураһында хикәйә»

132- 138 бит

Намыҫ, хаҡлыҡ, дуҫлыҡ.

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Йөкмәкеһен  үҙләштереү, шыма уҡыу. Дуҫ –иштәренә , ғаилә ағзаларына ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

09.12

 

28.

 

1

Ф. Иҫәнғолов «Маҙаһыҙ төн»

139- 143 бит

Ат әйләнеп төйәген табыр.

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Ат тураһында белемдәрен киңәйтеү, хайуандарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү

14.12

 

 

29

1

Ф. Иҫәнғолов «Урман патрулдәре»

144- 149 бит

Ҡоштар -беҙҙең дуҫтар.

Йомғаҡлау дәресе.

Йомғаҡлау дәресе

Тәбиғәт күрке – ҡоштарҙың тормошо , файҙаһы.Уҡыусыларҙың аң – белем даирәһен киңәйтеү, ҡоштарға ярҙам итеү теләге уятыу.

16.12

 

30.

1

К. Кинйәбулатова «Йәшенле юл»

150- 154 бит

Һуғыш михнәттәрен кисергән

балалар.

 

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Илебеҙ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу аурлыҡтарҙы ғорур еңеп сыға белеү кеүек сифаттар тәрбиәләү

 

21.12

 

 

31.

 

1

 

К. Кинйәбулатова «Иш янына ҡуш»

155- 159 бит

 

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә.

 

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

 

Хикәйәне уҡып, йәкмәткеһен бөтә нескәлектәрендә үҙләштереү, план буйынса һөйләү. Шыма, аңлап уҡыу, ижади куҙаллау сифаттарын, ҡыҫҡартып һөйләү һәләтен үҫтереү. тәбиғәткә мәрхәмәтлелек, яҡлау, ярҙам итеү, иғтибарлылыҡ, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

 

23.12

 

32.

1

Кластан тыш уҡыу

К. Кинйәбулатова «Шыршы турғайы».

 «Айбулат». «И8ке йыл хушлашты та2ы».

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

Тәбиғәттәге күтәренке кәйефте, яңырыуҙы күрһәткән һүҙбәйләнештәрҙе табыу, төркөмдәрҙә эшләү күнекмәләрен, психологик эске ынтылышты үҫтереү. Телгә һөйөү, уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге тыуҙырыу, тәбиғәттең кеше менән уртаҡлығын ҡабул итеү..

 

 

28.12

 

33.

1

Тыуған яғым - гүзәл төйәгем.

160- 163 бит

 

 

С.Әлибай «Ҡышҡы урман», «Алтын

көҙ», «Урал ҡояшы»

 

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Әлибаевтың ижады менән танышыу ижади һәләттәрен үҫтереү, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу

18.01

 

34.

1

Йомғаҡлау дәресе. «Икмәк тәме»

163 бит

С.Әлибай «Тыу2ан ерем».

Йомғаҡлау дәресе

Йөкмәкеһен  үҙләштереү, шыма уҡыу. Дуҫ –иштәренә , ғаилә ағзаларына ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

 

20.01

 

35.

1

Якшы һүҙ - йән аҙығы,

яман һүҙ -тән ҡаҙығы.

164-168 бит

Ф.Рәхимғолова «Ҡолонсаҡ».

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

Һүҙ тураһында мәҡәлдәр

25.01

 

36

1

Ҡымыҙсылык - ата - бабаларҙан

 күскән шөғөл.

169- 172 бит

Ф.Рәхимғолова «Шифалы һөт».

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Хикәйәне уҡып, йәкмәткеһен бөтә нескәлектәрендә үҙләштереү, план буйынса һөйләү.

27.01

 

37

1

Бәхет - хеҙмәттә табыла.

173- 1175 бит

Ф.Рәхимғолова «Салауат күпере».

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

Телмәрҙе байытыу үҫтереү аңлы тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, хеҙмәт төшөнсәләрен күҙәтеү

01.02

 

38

1

Атанан күреп ул үҫә, холоҡ,

фиғеле күсә.

176 бит

Ф.Рәхимғолова «Атай».

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Шиғыр ятларға .Тест №8

3.02

 

39

1

Кластан тыш укыу.

Ф.Рәхимғолова китабы «Серле орлоҡтар».

 

 

 

Йөкмәткеһен һөйләргә.

8.02

 

 

40.

 

1

 

Шөкөр итәм бар булғанға.

3-5 бит

 

Ф. Туғыҙбаева «Икмәк», «Бисмилла»

 

 

Әҫәрҙе аңлап,шыма уҡыу, ял тураһында  әңгәмә ҡороу.Хеҙмәт тәрбиәһе биреү

 

 

10.02

 

41.

1

Кешене хеҙмәт матурлай.

11- 15 бит

Н. Ғәйетбай «Акбулат батыр»

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

Нәҫерҙе өйрәнеү, эмоциональ ҡабул итеүҙе көйләү.  Тыңлап аңлау, тасуири уҡыу. Тыуған яҡҡа мөхәббәт.

15.0 2

 

 

42.

1

Үҙ хеҙмәтеңдең тәмен бел, кеше

хеҙмәтенең ҡәҙерен бел.

16-18 бит

Н. Ғәйетбай «Төнгө осрашыу»

 

Ролләп уҡырға

17.02

 

43.

 

1

 

Әсәй кәңәштәре.

Кластан тыш уҡыу

Г. Юнысова «Әсәм һүҙҙәре», «Тыуған ерем»

 

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Халыҡ ижады әҫәрен үҙләштереү, һәлмәк уҡыу. Яңы һүҙҙәр менән телмәрҙе байытыу, ятлап, хәтерҙе, күңел зауығын үҫтереү. Халыҡтың үткәне менән ҡыҙыҡһыныу, үҙеңде уның бер тамсыһы итеп хис итеү тойғоһо тәрбиәләү.

22.02

 

44.

1

Ҡоштарҙы атма - бәләгә тарыма.

24- 28 бит

Р. Байбулатов «Күгәрсендәр төйәгендә»

 

 

Уҡылған әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә , йөкмәткеһен эҙмә- әҙлекле һөйләргә өйрәтеү.

24.02

 

45.

1

 

Тәүәккәл таш ярыр.

29-35 бит

Р.Байбулатов «Батырлык еле»

 

 

 

Һөйләү телмәрен  үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү. 

29.02

 

46.

1

Йүнсел юлын табыр

36- 44 бит

Р. Байбулатов «Сәскәләр мажараһы»

 

Йөкмәткеһен һөйләргә,

һүрәт төшөрөргә

2.03

 

47

1

Атанан күргән ук юнған, әсәнән

күргән тун бескән.

45- 51 бит

Рәис Ғабдрахманов «Имән төбөнән сыҡҡан шар»

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

Әҫәрҙе аңлап,шыма уҡыу, ял тураһында  әңгәмә ҡороу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу. Хеҙмәт тәрбиәһе биреү

 

07.03

 

48.

1

Хайуандарҙы йәберләгән изгелек күрмәҫ.

52- 58 бит

Рәис Ғ абдрахманов «Беҙғолаҡ»

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

хайуандарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү

0903

 

49

1

Эшләп ашаһаң аш тәмле була.

58- 66 бит

Рәис Ғабдрахманов «Ултырма ҡыҙ»

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Әҙәплелек сифаттары тәрбиәләү ололоарға, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү

14.03

 

50

1

һөнәрле һөнәрен өйрәтер.

66- 69 бит

Рәис Ғабдрахманов «Капитан»

 

Тасуири, аңлы уҡыу күнекмләрен нығытыу;икмәккә һөйөү тәрбиәләү

16.03

 

51

1

Ысын дуҫтар ниндәй була?

70- 74 бит

Рәис Ғ абдрахманов «Ысын дуҫлык»

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

Йөкмәкеһен  үҙләштереү, шыма уҡыу. Дуҫ –иштәренә , ғаилә ағзаларына ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

21.03

 

52

 

1

 

һынауҙар аша үткән дуҫлыҡ.

75- 79 бит

 

Марс Әхмәтшин «Бер урам малайҙары».

 

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Уҡылған әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә , йөкмәткеһен эҙмә- әҙлекле һөйләргә өйрәтеү.

23.03

 

53

1.

Үҙеңдән олонан һабаҡ ал.

80- 87 бит

Марс Әхмәтшин «Кәрәҙле бал»

 

танышыуҙы дауам итеү тасуири кункмәләрен нығытыу, борондан һаҡланып ҡалған әсеттәр менән таныштырыу

04.04

 

54

1

 

Кыҙ - ҡырҡын нескә зат, ярҙам ит уға һәр саҡ.

88- 93 бит

Марс Әхмәтшин «Гөлйемеш»

 

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

 

Уҡылған әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә , йөкмәткеһен эҙмә- әҙлекле һөйләргә өйрәтеү.

06.04

 

55

1

Йомғаҡлау дәресе.

Марс Әхмәтшин әҫәрҙәре буйынса

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Өйрәнелгән материалды системаға һалыу. Үҙ аллы, ижади эшләү, үткән дәрестәрҙә үҙләштергән күнекмәләрҙе камиллаштырыу.

11.04

 

56

1

 

Йәшәү көсө, тормош ҡәҙере.

94-100 бит

Фәрзәнә Акбулатова «Толпар ҡанатлы була»

 

 

Яңы әҫәр өҫтөндә эшләү

Хикәйәне дауам итергә

ролләп уҡырға

13.

04

 

 

57

 

1

 

Икмәк тәме, икмәк ҡәҙере.

101- 108 бит

 

Фәрзәнә Акбулатова «Атай икмәге»

 

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

 

Әҫәрҙе аңлап,шыма уҡыу, ял тураһында  әңгәмә ҡороу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу. Хеҙмәт тәрбиәһе биреү

 

 

18.

04

 

58

1

Йомғаҡлау дәресе.

Яҙма эш «Икмәк ил байлығы»

Йомғаҡлау дәресе

Өйрәнелгән материалды системаға һалыу. Үҙ аллы, ижади эшләү, үткән дәрестәрҙә үҙләштергән күнекмәләрҙе камиллаштырыу.

20.04

 

59

1

Башҡорт халыҡ әкиәттәре.

«А5бу3ат», «Аманат», 131би китап

Яңы әҫәр төрө

менән танышыу

Уҡылған әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә , йөкмәткеһен эҙмә- әҙлекле һөйләргә өйрәтеү..

25.

04

 

60.

1

Ғабдулла Туҡай«Шүрәле».

138- 140 бит

Ғабдулла Туҡай«Шүрәле»

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Әҫәрҙең йөкмәткеһен тулыһынса ҡабул итеү, аңлап уҡыу. Цитаталы план төҙөү, ҡыҫҡартып һөйләү, әңгәмә ҡора белеү һәләтен үҫтереү. Тыуған ереңә һөйөү, тарихҡа, өлкәндәргә ихтирамлы булыу, күңел таҙалығы, яҡшы холоҡ тәрбиәләү.

27.04

 

61

 

Ғабдулла Туҡай әҫәрҙәре.

137 бит

«Бишек йыры», «Мәҫәл»,

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Тасуири уҡырға

02.05

 

62.

1

Шарль Перро «Ҡыҙыл Башлыҡ». 141 бит

 

 

 

 

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Балаларҙы донъя әҙәбиәте менән таныштырыу, һөйләү һәләтен үҫтереү

04.05

 

63.

 

1

 

Бер туған Гриммдар (немец яҙыусылары) 145-147 бит

«Бутҡа көршәге»

«Аҡыллы көтөүсе»

 

 

 

немец яҙыусылары тормошо һәм ижады менән  танышыу донъя әҙәбиәтенә һөйөү уятыу.

09.05

 

64

1

Джанни Родари (итальян яҙыусыһы).

148 бит

«Һорауҙар»

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Балаларҙы донъя әҙәбиәте менән таныштырыу, һөйләү һәләтен үҫтереү

11.05

 

65

1

Юлий Ванг (латин яҙыусы

һы )

150 бит

«Аҡҡош»

 

Хикәйәне уҡып, йәкмәткеһен бөтә нескәлектәрендә үҙләштереү, план буйынса һөйләү. Шыма, аңлап уҡыу, ижади куҙаллау сифаттарын, ҡыҫҡартып һөйләү һәләтен үҫтереү. тәбиғәткә мәрхәмәтлелек, яҡлау, ярҙам итеү, иғтибарлылыҡ, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

16.05

 

66.

1

Абай Ҡонанбаев ҡаҙаҡ яҙыусыһы. 154 бит

«Йәш быуынға»

 

ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү

18.05

 

67

1

Ҡаҙаҡ халыҡ әкиәте.

«Гүзәл баҡса»

 

Йөкмәткеһен һөйләргә.

23.05

 

68.

1

Япон халыҡ әкиәте.

 «Йәшлек шишмәһе»

Яңы әҫәр менән танышыу,үҙләштереү.

Әҫәрҙең йөкмәткеһен тулыһынса ҡабул итеү, аңлап уҡыу. Цитаталы план төҙөү, ҡыҫҡартып һөйләү, әңгәмә ҡора белеү һәләтен үҫтереү. Тыуған ереңә һөйөү, тарихҡа, өлкәндәргә ихтирамлы булыу, күңел таҙалығы, яҡшы холоҡ тәрбиәләү.

25.05

 

69.

1

 Уҡыу тиҙлеген тикшереү. Ижади эш. Тест.

«Аманат» журналына күҙәтеү

 

Уҡылған әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә , йөкмәткеһен эҙмә- әҙлекле һөйләргә өйрәтеү.

28.05

 

70.

1

Йомғаҡлау.

 

Йомғаҡлау дәресе

Өйрәнелгән материалды системаға һалыу. Үҙ аллы, ижади эшләү, үткән дәрестәрҙә үҙләштергән күнекмәләрҙе камиллаштырыу.

30.05

 

 

 

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

 

Материаль-техник ҡулланмалар

- магнитофон;

- ноутбук;

- экран;

- проектор;    

 

Өҫтәлмә әҙәбиәт.

 

1.Башҡортса мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

2.«Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат» журналдары; “Йәншишмә”, гәзиттәре.

3.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

 

1.“Әҙәби уҡыу “ дәреслеге.Башланғыс мәктәптең 4- класы өсөн уҡыу китабы.Төҙ.авт. Сынбулатова Ф.Ш.,Дәүләтшина М. С. Өфө:Китап, 2012

2.“Әҙәби уҡыу “ дәреслегенә эш дәфтәре.4- класы өсөн.(1,2 )Төҙ.авт. Сынбулатова Ф.Ш., Сафина Р.Ш.. Өфө:Китап, 2013

Уҡытыусы өсөн әҙәбиәт.

1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996..

2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

3. Һүҙлектәр.

4 .Мәүлийәрова Ә.Т.,Зәйниева Р.Ә.“Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма Өфө:Китап, 2009

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по эзэби укыу"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист контроля качества

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 508 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 25.01.2016 2674
    • DOCX 346.5 кбайт
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Атнагулова Гузель Анваровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Атнагулова Гузель Анваровна
    Атнагулова Гузель Анваровна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 10535
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Система диагностики предметных и метапредметных результатов в начальной школе

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 136 человек из 46 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 117 человек

Курс повышения квалификации

Ресурсы библиотерапии в работе с детьми дошкольного и младшего школьного возраста

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 49 человек

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации учебной деятельности на уроках по русскому языку у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 44 человека из 25 регионов
  • Этот курс уже прошли 482 человека

Мини-курс

Анализ межпредметных связей: связь педагогики с научными дисциплинами

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стимулирование интереса к обучению у детей дошкольного возраста

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 11 человек

Мини-курс

Инвестиционная деятельность и проектный менеджмен

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе