Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Рабочие программы / Рабочая программа по литературному чтению 3 класс

Рабочая программа по литературному чтению 3 класс

Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Международный конкурс по математике «Поверь в себя»

для учеников 1-11 классов и дошкольников с ЛЮБЫМ уровнем знаний

Цели конкурса: повысить интерес учеников к математике, усилить внутреннюю мотивацию, веру в себя и свои силы. Ученики отвечают на задания прямо на сайте конкурса, учителю не нужно распечатывать задания. Для каждого ученика конкурс по математике «Поверь в себя» - это прекрасная возможность проявить себя и раскрыть свой потенциал.

Подробнее о конкурсе - https://urokimatematiki.ru/

  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:


Аңлатмалы яҙыу.

Әҙәби уҡыу буйынса эш программаһы ;


1) Ҡолсора дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс Төп дөйөм белем биреү программаһына (приказ № 201 ,31 август 2011 йыл)

2)Ҡолсора ауылы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2014/2015 уҡыу йылына “Уҡытыу планы”на,приказ № 219,28.08.2014 й.

3) Ҡолсора ауылы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең “Эш программаһы положениеһына” ярашлы тормошҡа ашырыла, ,приказ № 219,28.08.2014 й.

Эшпрограммаһы аҙнаһына 2 сәғәт, йыллыҡ 70 сәғәткә иҫәпләнеп төҙөлдө.

Программа кимәле : базис

Дәреслек авторы : Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т., Дәүләтшина М.С. Әҙәби уҡыу дәреслеге.Башланғыс мәктәптең өсөнсө класы өсөн уҡыу китабы. 2 киҫәктә. Өфө:Китап, 2011.

Башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар- уҡыусыларҙы тормрш менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү, мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйле алып барыу, һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү,әҙәбиәт һәм сәнғәттең етеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләттәрен үҫтереү, уларҙың үҙ аллы белем алыуына , әҙәби китап уҡыуына , уҡығанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү бурысы тора. Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.

Юғарыла аталған бурыстарҙы хәл итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур. Иң төп шарттарҙың береһе- телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу. Шуға күрә балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү башланғыс кластан маҡсатлы рәүештә алып барыла. Дәүләт теле булған рус һәм халыҡ –ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү , ҡағиҙә булараҡ, туған телгә нигеҙләнеп атҡарыла.Башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәтелгән:

-башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; танып белеү формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;

- уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелдә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша балаға һәр яҡлап йоғонто яһау;

- әҙәби әҫәрҙәр, фәнни – популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүеҙемлек кеүек юғары әхләҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;

- туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;

- бергә уҡыу компонентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.

Башҡорт әҙәбиәте “ предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итә:

1. Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы күҙаллай.

2. Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү. Был йүнәлеш китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙы, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ унында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.

3. Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл – ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи –эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү. Был йүнәлештә мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу – әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлекле айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға; тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул.

4.Әхләҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән таныштырыуҙан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү. Әҙәби әҫәрҙең үҙенсәлеген, уның әхлаҡи асылын, шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора



Башҡорт әҙәбиәте” предметына дөйөм характеристика


Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программаға нигеҙләнеп төҙөлдө,башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә. Программа – “Яңы сандартттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 кластары өсөн Туған тел дәреслегенә программа”. – Өфө: Китап, 2010.

Базис уҡыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә “Башҡорт әҙәбиәте” предметын өйрәнеүгә 3-сө класта 70 сәғәт бүленә.Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән.Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла.Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола.Бала тормош тәжрибәһенән сығып.теге йәки был хәл-ваҡиғаға,күренешкә,кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша. Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,эшлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.

Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен,уй-фекерҙәрен,кисерештәрен үҙ йөрәге,күңеле аша үткәреп,хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора.Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.

Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала,баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге,әҫәрҙәге тема менән таныштыра.

Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән,баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.

3-сө класта уҡыу техникаһы-65 һүҙ уҡыу . Эстән уҡығанда минутына 120 һүҙән күберәк уҡыу. Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу,уныү телен үҙләштереү,аңлата белеү,телмәрҙә ҡуллана алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалыэшләү талап ителә.

Кластан тыш уҡыу.Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә.Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала.Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу,китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ- аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат "журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.

Һүҙҙәр менән эш.Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә,аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү,уларҙың һүҙ байлығын арттырыу,һүҙбәйләнештәр,фразеологик берәмектәр,һөйләм,бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.

Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр,ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң,ундағы яңы һүҙҙәр,фразалар, һөйләмдәр аңлатыла,һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп,һайлап, ролләп ,сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

Башҡорт әҙәбиәте” – башланғыс белем биреүҙә төп предметтарҙың береһе. Уҡыу - телмәр эшмәкәрлегенең бер төрө. Уҡыу дәрестәренең маҡсаттары-уҡыусыларҙа аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу,үҙаллы уҡыу тәжрибәһен формалаштырыу, телмәр эшмәкәрлегенең бар төрҙәрен камиллаштырыу;текст һәм китап менән эшләү оҫталығын тәрбиәләү, башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙа китап уҡырға ынтылыш тыуҙырыу, уларҙы дөрөҫ итеп китап һайларға, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализларға өйрәтеү; һүҙ сәнғәтенә дөрөҫ мөнәсәбәт формалаштырыу, әҙәби текстар аша уҡыусыларҙың әхлаҡи тәжрибәһен байытыу, ижади һәләттәрен үҫтереү. Башланғыс кластарҙа “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәренең төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың уҡыу компетентлығын формалаштырыу һәм китап уҡыу эшмәкәрлеген үҙаллы белем алыу сараһы итеп үҫтереү тора. Ошонан сығып, уҡыу дәрестәренең бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:уҡыусыларҙы әҙәбиәт донъяһына алып инеү һәм һүҙ сәнғәтенең образлылығын, әҙәби әҫәрҙәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү;әҙәби әҫәрҙе автор менән аралашыу өсөн уҡыу, уның позицияһын, яҙылғанға мөнәсәбәтен асырға өйрәтеү;бер үк әҫәрҙе яҙыусы, уҡыусы, әҙәби критик күҙлегенән тикшерергә өйрәтеү;төрлө жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәр менән таныштырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙың хис-тойғоларын байытыу;әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу барышында уҡыусыларҙы әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә өйрәтеү, әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыу;

Шуны ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: башланғыс кластарҙа “Башҡорт әҙәбиәте” дәресенең төп бурысы булып уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын һәм уҡыу тиҙлеген үҫтереү тора.

Әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү уҡыусының тормош тәжрибәһенә бәйле, шуға күрә әҫәрҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы ул иң элек үҙенә үлсәп ҡарай , үҙенең фекерен әҫәр геройыныҡы менән сағыштыра, донъяны аңлау кимәленә таянып образ тыуҙыра, барыһын да үҙ аңы аша үткәрә. Уҡыусыға әҫәрҙең төп фекере тәү тапҡыр уҡығанда аңлашылып та бөтмәҫкә мөмкин. Уны яңынан уҡығанда күҙ уңынан төшөп ҡалған өлөштәре лә иғтибарға алына һәм икенсерәк күҙлектән ҡабул ителә. Шуға күрә әҫәрҙе аңлау, ҡабул итеү өсөн ваҡыт кәрәк.

Тасуири уҡыу – әҫәрҙе аңлы ҡабул итеүҙә ҙур ярҙамсы, сөнки геройҙарҙың төрлө кисерештәре, авторҙың йөкмәткегә мөнәсәбәте, әҫәрҙең теле тасуири уҡыу барышында уҡыусыға тағы ла нығыраҡ тәьҫир итә, аңлауҙы еңеләйтә. Тасуири уҡырға уҡыусылар иң элек уҡытыусыһына оҡшатып уҡып өйрәнәләр, артабан был күнекмә үҙ аллы уҡыу барышында камиллаша бара.

Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың күңеле төрлө кисерештәр менән дә байырға тейеш: уҡылған әҫәрҙән баланың күңеле үҫә йәки, киреһенсә, кәйефе кителә,герой эшләгән яҡшылыҡтан ҡәнәғәтлек кисерә, яманлыҡтан йәне көйә. Шуға күрә уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә балаларҙы тирә-йүнде күҙәтергә, күргәндәрҙе анализларға, һығымта яһарға өйрәтергә бурыслы. Ошоға бәйле уҡыусылар әҙәби әҫәрҙәрҙе тормоштоң сағылышы итеп ҡабул итергә өйрәнәләр.



Әҙәби уҡыу” предметының уҡыу планындағы урыны


Базис уҡыу планына ярашлы, дөйөм белем биреү мәктәптәрендә «Әҙәби уҡыу» предметын өйрәнеүгә 3 класта аҙнаға 2 сәғәт бирелә.2014/2015 уҡыу йылында 35 аҙна,бөтәһе 70 сәғәт. «Әҙәби уҡыу» предметын 1-4 кластарҙа өйрәнелә , дөйөм 276 сәғәт тәшкил итә.

Әҙәби уҡыу” предметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәрен һүрәтләү


Рәсәй мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы тураһындағы законында төп йүнәлештәрҙең береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу – программаның төп талаптарының береһе.

Шәхес ул:башҡорт теленең фәнни-теоретик нигеҙҙәрен белгән, үҙ теленең төп үҙенсәлектәрен тәрән тойомлаған, туған телендә иркен һөйләшкән кешеләр менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булған;

белем алыу, уҡымышлы, мәғлүмәтле булыуға, үҙенә кәрәк информацияны үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;

мәктәптә алған белемдә тормош ситуацияларына сығарыуға һәләтле булған; алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа ҡуллана белеүсе;

хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш итеүсе; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белеүсе;үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;

социаль әхлаҡи ҡанундарға эйә булыусы; кеше ҡайғыһын, зарын аңлай белеүсе; тотороҡло рухлы, матур эске мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы кеше.хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.


Уҡыу йылы аҙағына “Әҙәби уҡыу” предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)

Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

«Башҡорт әҙәбиәте » предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:

Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;

төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;

әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.

Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;

уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;

уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.

Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

анализлай һәм синтезлай белеү;

сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

фекерләй белеү;

Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

һорауҙар бирә белеү.


«Әҙәби уҡыу» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:

әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;

уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;

уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;

аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу;

текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.

таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;

тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;

текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;

текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;

тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;

геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;

телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;

уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;

уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;

асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;

проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;

нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;

уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.

Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу

Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу).
Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеме, иллюстрациялар, терәк һүҙҙәр ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, тексҡа үҙ аллы исем уйлау.

Оҫталыҡты үҫтереү:

Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу;

Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү;

Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план);

Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү;

Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү;

Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;

Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау;

Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу;

Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү.

Өйрәтеү:

Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү;

Текстың төрлө өлөштәрен һайлап һөйләү;

Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү;

Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү;

Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү.

Һәр бүлек аҙағында ижади характерҙағы яҙма эштәр үткәреү.
Ижади эштәр: иншалар, хикәйәләр, шиғырҙар яҙыу.

Башланғыс класта уҡыу дәрестәренең тағы ла бер маҡсаты булып балаларҙы нәфис әҙәбиәт уҡырға өйрәтеү, уны төп мәктәптә системалы өйрәнеүгә әҙерләү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталы уҡыусы тәрбиәләүҙең нигеҙен булдырыу тора. Грамоталы уҡыусы – ул уҡыу техникаһын белгән, уҡығанын аңлаған , китаптарҙы белгән һәм уларҙы донъяны танып-белеү сараһы итеп таныған кеше.

Был маҡсатҡа ирешеүҙә түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк:

Уҡыу техникаһын һәм тексты аңлау алымдарын формалаштырыу – бер үк ваҡытта уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уҡыу ихтыяжын булдырыу;

Әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү;

Балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу;

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе (һүҙ байлығын), балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы.

Был технология текст менән эшләүҙең 3 этабын үҙ эсенә ала:

Тексты уҡығанға тиклем үткәрелгән эштәр

Текстың йөкмәткеһен күҙаллау, уның мәғәнәүи, тематик, эмоциональ йүнәлешен асыҡлау, әҫәрҙең исеменә, авторына, терәк һүҙҙәргә, иллюстрацияларға таянып төп геройҙарын билдәләү;

Дәрес маҡсаттарын уҡыусыларҙың эшкә дөйөм ( уҡыу, эмоциональ, психологик һ.б.) әҙерлек кимәленән сығып асыҡлау.

Тексты уҡыу барышында башҡарылған эштәр.

Тексты беренсел уҡыу: класта үҙ аллы уҡыу, уҡытыусы уҡығанды тыңлау, уҡыусылар менән сиратлашып уҡыу (текстың үҙенсәлектәренә, уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинлектәренә бәйле). Тексты тәү тапҡыр ҡабул итеү кимәлен тикшереү. Уҡыусыларҙың күҙаллауы менән текстың йөкмәткеһе тура килеү-килмәүен асыҡлау.

Тексты ҡайтанан уҡып сығыу. Ашыҡмайынса, уйлап ҡабаттан уҡыу (бөтөн тексты йәки өлөштәрен). Тексты анализлау (алымдар: автор менән диалогҡа инеү, аңлатмалы уҡыу, уҡылған буйынса әңгәмә ҡороу, терәк һүҙҙәрҙе табыу һ.б.).Һәр мәғәнәүи өлөшкә асыҡлаусы һорауҙар биреү.

Текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү. Кәрәк булғанда, текстың фрагменттарына мөрәжәғәт итеү, тасуири уҡыу.

Тексты уҡып сыҡҡас башҡарылған эштәр.

Текст буйынса концептуаль әңгәмә. Уҡылғанды күмәкләп тикшереү, дискуссия. Уҡыусыларҙың әҫәргә биргән баһаһын автор позицияһы менән сағыштырыу. Текстың төп идеяһын асыҡлау.

Яҙыусы менән танышыу. Яҙыусы шәхесе тураһында әңгәмә. Өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү.

Текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау. Рәссамдың тексҡа төшөргән һүрәте менән уҡыусыларҙың күҙаллауҙарын сағыштырыу (мәҫәлән, уҡыусылар был тексҡа ниндәй һүрәт төшөрөрҙәр ине).

Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге менән бәйле ижади эштәр. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереү ҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә. Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балаға мәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла. Бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте, тәбиғәт күренештәрен, хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте,йәғни тормошто китап, гәзит журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.

Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен, уй-фекерҙәрен, кисерештәрен үҙ йөрәге, күңеле аша үткәреп, хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора. Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.


4.Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.


Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала, баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге, әҫәрҙәге тема менән таныштыра.

Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән, баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.

5. Кластан тыш уҡыу.

Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә. Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала. Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.

Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат " журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.

6 .Һүҙҙәр менән эш.

Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә, аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү, уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектәр, һөйләм, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.

Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу, уныү телен үҙләштереү, аңлата белеү, телмәрҙә ҡуллан алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалы эшләү талап ителә.

Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр, ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң, ундағы яңы һүҙҙәр, фразалар, һөйләмдәр аңлатыла, һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп һайлап, ролләп сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

7.Уҡыу техникаһы.

Уҡыу йылы аҙағына3-сө класс уҡыусыһының әҙерлек кимәленә талаптар.

Уҡыусы:

тексты аңлап , тасуири уҡый;

тексты эстән уҡый;

уҡыған әҫәрҙең темаһын һәм төп асылын, мәғәнәһен билдәләй;

Әҫәрҙең исемен, авторын атай;

Әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килерлек интонация һайлай;

темп һәм тонды дөрөҫ билдәләп, логик баҫым, пауза ҡуйып, тейешле тауыш менән уҡый;

уҡылған әҫәрҙе мәғнәүи яҡтан өлөштәргә бүлеп, планын төҙөй;

Әҫәҙе ентекле итеп, хәл –ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һөйләй;

Әҫәрҙе ҡыҫҡаса һөйләй;

Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея-тематикаһы буйынса әңгәмәләшә.


Программаның йөкмәткеһе

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программаға нигеҙләнеп төҙөлдө, башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә.

Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: “Әҙәби уҡыу” дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу), уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү, йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр. Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла. Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола. Бала тормош тәжрибәһенән сығып, теге йәки был хәл-ваҡиғаға, күренешкә, кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша. Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,эшлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.

3-сө класта .

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – уҡыусыларҙы дәреслектең йөкмәткеһе, шартлы тамғалар системаһы менән таныштырыу. Әҙәби уҡыу дәреслегенең төҙөлөшөн белеү,шартлы тамғалар системаһын дөрөҫ ҡулланыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә дәреслектең йөкмәткеһендә кәрәкле бүлекте һәм әҫәрҙе эҙләп таба белеү, бүлектең йөкмәткеһен исеменә ҡарап күҙаллау,дәреслектең төҙөлөшө һәм биҙәлеше тураһында бәйләнешле телмәр төҙөү.

Белем байрамы.(1сәғ.)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат –уҡыусыларҙа үҙҙәре уҡыған мәктәптең тарихы, күренекле кешеләре менән танышыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, халыҡ ижадынан уҡыу, белем тураһындағы мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәләрен билдәләргә өйрәнеү.

Сафуан Әлибай. Өсөнсөгә күскәнбеҙ.

Һүҙлек: ҡотлайбыҙ –тәбрикләйбеҙ, ҙурлайбыҙ – маҡтайбыҙ – хуплайбыҙ.

Мостай Кәрим. Уҡытыусыма.

Һүҙлек: наҙлап –иркәләп – һөйөп – яратып, иҫемдә - хәтеремдә – күңелемдә.

Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар. (7 сәғ.)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – тасуири уҡыу күнекмәһен, һүҙ байлығын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, уҡылған әҫәрҙәрҙең төп йөкмәткеһен һөйләргә һәм авторҙарын билдәләргә, мәҙәниәтле итеп бәхәс ҡорорға өйрәнеү.

Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә.(8сәғ..)

Маҡсаттар:педагогик маҡсат – әҙәбиәт ғилеменән цитата, йәнләндереү, һүрәтләү саралары менән таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтте нәфис әҙәбиәт һәм фәнни-популяр текстар аша тәрбиәләү; уҡыусыларҙың маҡсаты – был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарын сағыштырып уҡып, уларҙың үҙенсәлектәрен асыҡларға өйрәнеү, әҫәрҙәрҙең исемен, авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.

Әҙәптең төбө – ғәҙәт (15сәғ.)

Маҡсаттар:педагогик маҡсат –ваҡиғаларға, геройҙарҙың ҡылыҡтарына шәхси баһа биреү, әҫәр тексын файҙаланып үҙеңдең фекереңде раҫлау өсөн шарттар тыуҙырыу, әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү; уҡыусыларҙың маҡсаты – был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә план ярҙамында тексты һөйләргә, әҫәрҙең йөкмәткеһен, төп фекерен билдәләргә өйрәнеү, проблемаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү.

Тәңкә – тәңкә ҡарҙар яуа (7 сәғ..).

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу,һөйләү телмәрен үҫтереү, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау, уҡылған әҫәрҙе автор, герой һәм уҡыусы күҙлегенән анализларға өйрәнеү.

Йортом, илем, халҡым, киләсәгем (14сәғ.)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – Рәсәйгә, Башҡортостанға һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһөнә, күренекле шәхестәренә ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙер булыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә үҙеңде йәмғиәттең, халыҡтың, илдең, дәүләттең ағзаһы итеп тойоу, илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисереү, уҡылған әҫәрҙәрҙең авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.

Әкиәт уҡырға яратам (10 сәғ..)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – әкиәттәрҙең төҙөлөшөн, башҡа жанрҙарҙан айырмаһын, һөйләү үҙенсәлектәрен асыҡлау, текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әкиәттәрҙе тасуири уҡыу, фәлсәфәүи асылын төшөнөү, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән һөйләү, сәхнәләштереү оҫталығына эйә булыу. (өҫтәргә)

Илде иңләп йәмле яҙ килә (8сәғ..)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты - ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләргә өйрәнеү.


Әҙәби уҡыу” дәреслегенә календарь-тематик план.

Дәрес темаһы

Сәғ. һаны

Уҡыусының эшмәкәрлеге

Үткәреү

ваҡыты

Фактик

дата

Иҫкәрмә

Белем байрамы (1 сәғ.)


03.09



1

Белем байрамы

1

Мәктәп тарихы, күренекле кешеләр менән танышыу.Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Мәктәпкә , уҡытыусыға ихтирам тәрбиәләү.

Йәйге сәйәхәттәр ( 7сәғ.)


2

Йәйҙеӊ йәмле көндәре

1

Моделдәр төҙөргә, уларҙы ҡулланып , әҫәрҙе ҡыҫҡартып һөйләргә өйрәнеү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

06.09



3

Айырылғанды айыу ашар

1

Әҫәрҙе аңлап,шыма уҡыу, ял тураһында әңгәмә ҡороу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу.

10.09



4

Кеше изгелек менән күркәм

1

Йөкмәкеһен үҙләштереү, шыма уҡыу. Дуҫ –иштәренә , ғаилә ағзаларына ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

13.09



5

Тәбиғәт һаҡлауға мохтаж

1

Һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү. Балаларҙа ыңғай сифаттар тәрбиәләү

17.09



6

Ғәйебеңде таныу- ярты төҙәлеү

1

Әҫәрҙең идеа – тематик йөкмәткеһен асыу, һүҙ байлығын арттырыу, үҫемлектәргә һоҡланыу, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

20.09



7

Һине яратҡан донъя

1

Уҡылған әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә , йөкмәткеһен эҙмә- әҙлекле һөйләргә өйрәтеү.Игенсе һөнәренә хөрмәт тәрбиәләү.

24.09



8

Һине уратҡан донъя

1

27.09




Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә -8сәғәт


9

Көҙгө тәбиғәт күренештәре

1

Төрлө авторҙарҙың бер үк темаға яҙылған шиғырҙарын уҡып , сағыштырып, йөкмәткеһен үҙләштереү. Матурлыҡты күрә белеү тойғоһон тәрбиәләү.

01.10



10

Көҙгө урман һәм йәнлектәр

1

Уҡылған әҫәрҙәр , үҙ тәжрибәләренә таянып , эҙмә – эҙлекле һөйләү. Матурлыҡ менән һоҡланыу тойғоһо тәрбиәләү.

04.10



11

Көҙгө эштәр

1

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, уҡыу темпын тиҙләтеү буйынса махсус эш. Моделдәр төҙөү һәм уларҙы ҡулланып, әҫәрҙең йөкмәткеһенә төшөнөү, ентекләп һөйләү. Әкиәт геройҙары образдары аша ыңғай сифаттар тәрбиәләү.

08.10



12

Күркәм йыйын

1

Әкиәтте иркен, ижади уҡыу, инсценировкалау. Эмоциональ ҡабул итеүҙе, ижади күҙаллауҙы үҫтереү,матур һүҙҙәр менән телмәрҙе байытыу. Тәбиғәттең матурлығын күрә белергә өйрәтеү.

11.10



13

Ябай түгел көҙҙөң алтыны

1

Төрлө авторҙарҙың бер үк темаға яҙылған шиғырҙарын уҡып , сағыштырып, йөкмәткеһен үҙләштереү. Матурлыҡты күрә белеү тойғоһон тәрбиәләү.

15.10



14

Ҡоштар- беҙҙең дуҫтар

1

Хикәйәне тотош уҡып , йөкмәткеһен үҙләштереү. Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

18.10



15

Һабанда һайрамаһаң, ырҙында ыңғырашырһың

1

Белем алыу даирәһен киңәйтеү, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

22.10



16

Кл.т. уҡ..Япраҡтар нишләп һарғая?

1

Хикәйәне тотош уҡып , йөкмәткеһен үҙләштереү. Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

25.10




Әҙәп төбө - матур ғәҙәт - 15 сәғәт



05.11

17

Ололар кәңәше

1

Мәҡәл – әйтемдәр менән һүҙ байлығын арттырыу.

29.10



18

Эш оҫтанан ҡурҡа

1

Һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү. Балаларҙа ыңғай сифаттар тәрбиәләү

05.11



19

Күңел тапмаҡ- бер һүҙ, күңел ҡалмаҡ- бер һүҙ

1

Тасуири уҡыу,һүрәтләү, сағыштырыу, йәнләндереү алымдарын күҙәтеү.. Эмоциональ ҡабул итеүҙе, ижади күҙаллауҙы үҫтереү,матур һүҙҙәр менән телмәрҙе байытыу. Тәбиғәттең матурлығын күрә белергә өйрәтеү

08.11



20

Кешене хур иткән ҙур булмай

1

Әҫәрҙең төп фекерен асыҡлау, образдарға баһа биреү, тел байлығын арттырыу.

12.11



21

Бүлә белгәнгә ике өлөш

1

Образдарға баһа биреү, тел байлығын арттырыу, үҙ хеҙмәтендең кәрәклеген тойоу.

15.11



22

Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала

1

Хикәйәне аңлап уҡыу, йөкмәткеһенә ҡарап, тасуири итеп ролдәргә бүлеп уҡыу. Мәҡәл – әйтемдәр менән һүҙ байлығын арттырыу. Кешенән көлөү, үс алыу, ҡушамат тағыу насар ғәҙәт икәнен төшөндөрөү.

19.11



23

Ғәйебеңде таныу- төҙәлеү

1

Әҫәрҙең идеа – тематик йөкмәткеһен асыу, һүҙ байлығын арттырыу, сәскәләргә һоҡланыу, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

22.11



24

Яуапһыҙлыҡ бәләһе

1

Яҙыусы күтәргән әҙәп сифаттарын асыҡлау. Геройҙарҙың ҡылыҡ – фиғелдәренә баһа биреү, тасуири уҡыу, мәҙәниәтле аралашыу һәләтен үҫтереү, бер – береңде ихтирам итеү сифаттарын тәрбиәләү.

26.11



25

Кеше хеҙмәте менән күркәм

1

Тел байлығын арттырыу,хәтерҙе үҫтереү, уҡыусыларҙа намыҫ, әҙәп , сабырлыҡ кеүек гүзәл сифаттар тәрбиәләү.

29.11



26

Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә

1

.Һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү. Балаларҙа ыңғай сифаттар,йәнлектәргә ҡарата иғтибар,һөйөү тәрбиәләү.

03.12



27

Тура эште ҡыйыш ҡул менән эшләмәйҙәр

1

Хикәйәнең төп фекерен асыҡлау, актуаллеген билдәләү, план төҙөү. Хеҙмәт һөйөүсәнлек, әҙәплелек, ярҙамға әҙер тороу сифаттарын тәрбиәләү.

06.12



28

Ара боҙған дуҫ булмаҫ

1

Уҡылған әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә , йөкмәткеһен эҙмә- әҙлекле һөйләргә өйрәнеү.

10.12



29

Татыулыҡта йәшәү- бәхет

1

Текстың идея – тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Намыҫ . мәрхәмәтлелек төшөнсәләрен аңлатыу, күңелһеҙ хәлдән сығыу юлдарын күрһәреү.

13.12



30

Тәбиғәтте яратыу- уны һаҡлау ул

1

Ҡоштар тормошонда үҙгәрештәрҙе күҙәтеү, Хайуандарға кеселекле, рәхимле , хәстәрлекле булыу.

17.12



31

Кл. т. уҡ.Бүрек дөрөҫ әйтә.

1

Яуапһыҙлыҡ, эшкә еңел ҡараштың күңелһеҙ хәлдәргә килтереүен күрһәтеү.

20.12




Тәңкә –тәңкә ҡарҙар яуа – 7 сәғәт



24.12

32

Серле ҡыш

1

Төрлө авторҙарҙың бер үк темаға яҙылған шиғырҙарын уҡып , сағыштырып, йөкмәткеһен үҙләштереү. Матурлыҡты күрә белеү тойғоһон тәрбиәләү.

24.12



33

Булыр бала биләүҙән

1

Хәтерҙе үҫтереү, уҡыусыларҙа намыҫ, әҙәп , сабырлыҡ кеүек гүзәл сифаттар тәрбиәләү.

27.12



34

Ҡышҡы күренештәр

1

Шиғырҙарҙы уҡып, ҡыш билдәләрен асыҡлау һүрәтләү сараларын тәғәйенләү. Уҡыу-эшмәкәрлек теләген уятыу, эмоциональ көйләү, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Ҡышҡы тәбиғәт менән һоҡланыу, иғтибарлылыҡ сифаттары, туған телебеҙҙең матурлығы менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

17.01



35

Ҡышлаусы ҡоштар тормошо

1

Хикәйәнең төп фекерен һәм йөкмәткеһен асыҡлау, һәр малайға хас сифаттарҙы барлап, ҡылыҡһырлама төҙөү. Йүгерек, һайлап, ролдәргә бүлеп уҡыу, геройҙарҙың характер һыҙаттарын тасуирлап һөйләү. Көслө, сос, ҡыйыу, отҡор булыуҙың өҫтөнлөгөн күрһәтеү, дуҫтарса мөнәсәбәттә, сәләмәт булырға өндәү.

21.01



36

Урманда хайуандарҙың ҡышҡы тормошо

1

Йөкмәткеһен үҙләштереү, хайуандарҙың ҡышҡы тормошо менән танышыу. Драма әҫәренең үҙенсәлекле эшләнешенә иғтибар итеү, сәхнә әҫәрен дөрөҫ интонация менән килештереп уҡыу һәм һөйләү. Матур сәнғәткә ынтылыш,образдар системаһы аша үҙ-ара һыйышып йәшәү серҙәрен өйрәнеү, балаларҙың эмоциональ торошон

24.01



37

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, үҙ йәме

1

Матур һүрәтләү сараларын өйрәнеү, дөрөҫ интонация; темп, логик баҫым, паузаларҙы ҡулланып, тасуири уҡыу. Күҙәтеү, эҙләнеү, сағыштырыу, ижади эшләү, тел байлығын арттырыу. Тәбиғәткә һөйөү, уны һаҡлау теләге булдырыу.

28.01



38

Кл.т. уҡ.Ҡыш ниңә ҡырыҫ холоҡло?

1

Уҡылған әҫәрҙәр , үҙ тәжрибәләренә таянып , эҙмә – эҙлекле һөйләү. Матурлыҡ менән һоҡланыу тойғоһо тәрбиәләү.

31.01




Йортом,илем,халҡым,киләсәгем-14 сәғәт



04.02

39

Ватан ул- Тыуған ил

1

Ватан төшөнсәһен аңлатыу, аңлап ,тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Милләттең бер вәкиле булыуың менән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо тәрбиәләү.

04.02



40

Үҙ илем- алтын бишек

1

Нәҫерҙе өйрәнеү, эмоциональ ҡабул итеүҙе көйләү. Тыңлап аңлау, тасуири уҡыу. Тыуған яҡҡа мөхәббәт, Ватанға бирелгәнлек, үҙ-ара дуҫ булыу тойғоһо тәрбиәләү.

07.02



41

Тыуған ил ҡайҙан башлана?

1

. Проблемалы һорауҙар биреү, уларға бергәләп яуап эҙләү ысулдарын күрһәтеү. Туған илебеҙгә һөйөү, уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге булдырыу.

11.02



42

Тарих беҙҙең ҡобайырҙарҙа!

1

Тыуған илде маҡтау, данлау йыры менән танышыу, һәлмәк уҡыу. Төрлө интонация менән уҡыу, ижади һәләттәрҙе үҫтереү. Ватандың ҡәҙерен белеү, яуаплылыҡ тойғоһо, үткәненә ихтирам тәрбиәләү.

14.02



43

Тыуып үҫкән илем- башҡорт иле

1

Тыуған Башҡортостан менән һаҡлы рәүештә ғорурланыу.Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү.Матурлыҡты күрә белеү тойғоһон тәрбиәләү.

18.02



44

Үҙ тарихыңды белеп үҫ!

1

. Әҫәрҙең йөкмәткеһен тулыһынса ҡабул итеү, аңлап уҡыу. Цитаталы план төҙөү, ҡыҫҡартып һөйләү, әңгәмә ҡора белеү һәләтен үҫтереү. Тыуған ереңә һөйөү, тарихҡа, өлкәндәргә ихтирамлы булыу, күңел таҙалығы, яҡшы холоҡ тәрбиәләү. Ватандың ҡәҙерен белеү, яуаплылыҡ тойғоһо, үткәненә ихтирам тәрбиәләү.

21.02



45

Иң матур ил- Тыуған илем

1

Халыҡ ижады әҫәрен үҙләштереү, һәлмәк уҡыу. Яңы һүҙҙәр менән телмәрҙе байытыу, ятлап, хәтерҙе, күңел зауығын үҫтереү. Халыҡтың үткәне менән ҡыҙыҡһыныу, үҙеңде уның бер тамсыһы итеп хис итеү тойғоһо тәрбиәләү.

25.02



46

«Өфө – матур ҡала»

1

Өфөнөң матур, иҫтәлекле урындары менән танышыу, тексты үҙләштереү. Тарихи материалды уҡыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Өфөнөң тарихы менән ҡыҙыҡһыныу, матурлығы менән һоҡланыу, ғорурланыу.

28.02



47

Башҡорт ҡурайы нимә хаҡында һөйләй?

1

Милли музыка ҡоралы менән яҡындан танышыу, автор әкиәтенең төп фекерен билдәләү. Әкиәткә модель төҙөү, ентекле һөйләүҙе күнектереү. Ҡурайҙа уйнай белеү-башҡортлоҡтоң бер билдәһе икәнен күрһәтеү, эстетик тәрбиә алыу.

04.03



48

Тарих- үҙеңдең тамырҙарыңды белеү ул

1

Башҡорт ырыуҙары, боронғо тарих тураһында белем алыу. Хикәйәне аңлап уҡыу, ҡыҫҡартып һөйләүҙе күнектереү. Тарихты өйрәнеп, башҡорттарҙың бөйөк шәхестәре менән ғорурланыу.

07.03



49

Илемдең батыры- Салауат

1

Салауат тураһындағы фәнни-популяр әҫәрҙең йөкмәткеһенән тәрән, ҡыҙыҡлы информация алыу, аңлап уҡыу. Уның тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу, ҡыҙыҡһыныу. Бөйөк шәхестәребеҙгә ихтирам, улар менән ғорурланыу.

11.03



50

Ил яҙмышы- ир яҙмышы

1

Әхмәтзәки Вәлиди тураһындағы фәнни-популяр әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Аңлап, һөйләү темпында уҡыу, цитаталы план төҙөп, ҡыҫҡартып һөйләү, хәтерҙе үҫтереү. Тарихи шәхестәребеҙ менән ҡыҙыҡһыныу, тарихты нисек бар, шулай ҡабул итеү, өйрәнеү теләге булдырыу.

14.03



51

Тел – белемдең асҡысы

1

Халыҡ ижады әҫәрен үҙләштереү, һәлмәк уҡыу. Яңы һүҙҙәр менән телмәрҙе байытыу, ятлап, хәтерҙе, күңел зауығын үҫтереү. Халыҡтың үткәне менән ҡыҙыҡһыныу, үҙеңде уның бер тамсыһы итеп хис итеү тойғоһо тәрбиәләү.

18.03



52

Кл. т. уҡ.Изге аманат.

1

Тыуған ереңә һөйөү, тарихҡа, өлкәндәргә ихтирамлы булыу, күңел таҙалығы, яҡшы холоҡ тәрбиәләү. Ватандың ҡәҙерен белеү, яуаплылыҡ тойғоһо, үткәненә ихтирам тәрбиәләү.

21.03




Әкиәт уҡырға яратам-10 сәғәт



01.04

53

«Ирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы»

1

Ер-һыу атамаларын, Башҡортостандың бөтә донъға билдәле шифаханаларының исемен хәтергә һеңдереү. Илең менән хаҡлы рәүештә ғорурланыу.

01.04



54

«Икмәк көсө»

1

Уҡылған әкиәткә ҡарата үҙ фекерен әйтергә , йөкмәткеһен эҙмә- әҙлекле һөйләргә өйрәтеү.Игенсе һөнәренә хөрмәт тәрбиәләү.

04.04



55

Үгәй ҡыҙ- Гөлбикә»

1

Һөнәргә өйрәнеүҙең кәрәклеген аңлатыу.

08.04



56

Васыят”

1

Ата-әсәгә,өлкәндәргә ихтирам,уларға ярҙам итеү теләге тәрбиәләү

11.04



57

Урал иле”

1

Белем алыу даирәһен киңәйтеү, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү. Ағас ултыртыу теләге уятыу.

15.04



58

Урал батыр”

1

Дәрестәрҙә алған күнекмләрҙе камиллаштырыу. Өлкәндәрҙе яратыу, уларға ярҙам итеү хисе булдырыу.

18.04



59

Алпамыша батыр”

1

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, шыма, аңлап, ролләп уҡыу, һүрәт төшөрөү. Төрлөсә уҡыу, һөйләү, ижади эшләү буйынса алынған күнекмәләрен ҡулланып, әҫәрҙе эстетик ҡабул итеү. Әкиәт геройҙары аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе күрһәтеү, әкиәтте һүҙ менән һүрәтләү.

22.04



60

Бойҙай бөртөгө»

1

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, шыма, аңлап, ролләп уҡыу, һүрәт төшөрөү.

25.04



61

Юлдыбай һунарсы»

1

Һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү. Балаларҙа ыңғай сифаттар тәрбиәләү

29.04



62

Кл.т.уҡ. Рәхмәт көсө.

1

Уҡылған әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә , йөкмәткеһен эҙмә- әҙлекле һөйләргә өйрәтеү.

02.05




Илде иңләп яҙ килә-8 сәғәт



06.05

63

Яҙ билдәләре

1

Яҙғы матурлыҡты күрә-ишетә белеү һәләтәрен, эҙләнеү, сағыштырыу, ижади күҙаллау күнекмәләрен камиллаштырыу. Яҙғы матурлыҡты эмоциональ ҡабул итеү, тәбиғәт менән һоҡланыу, уға ҡарата хәстәрлекле булыу сифаттары, күңел таҙалығы тәрбиәләү.

06.05



64

Яҙғы күренештәр

1

Яҙғы матурлыҡты эмоциональ ҡабул итеү, тәбиғәт менән һоҡланыу, уға ҡарата хәстәрлекле булыу сифаттары, күңел таҙалығы тәрбиәләү.

09.05



65

Тәбиғәттең уяныуы


Әкиәттең йөкмәткеһен моделдәр ярҙамында үҙләштереү, ҡыҫҡаса һөйләү. Тарихи ысынбарлыҡҡа нигеҙләнеп яҙылған әкиәтте аңлап уҡыу. Тыуған ергә мөхәббәт тәрбиәләү.

13.05



66

Күпселек ҡайҙа- көс шунда.


Үҙ аллы уҡыу, әкиәттең төп фекерен асыҡлау. Яҡшы менән яманды айыра белеү, сослоҡ, тапҡырлыҡ сифаттарын тәрбиәләү.

16.05



67

Яҙҙың тәүге билдәһе

1

Тәбиғәт менән һоҡланыу, уға ҡарата хәстәрлекле булыу сифаттары, күңел таҙалығы тәрбиәләү.

20.05



68

Әсәйҙәр байрамы.

1

Ата-әсәгә, өлкәндәргә ихтирам, уларға ярҙам итеү теләген тәрбиәләү, хеҙмәткә, һөнәргә өйрәнеүҙең кәрәклеген аңлау.

23.05



69

Батырҙары бар илемдең

1

Текстағы информацияны өйрәнеү, һайлап, буксир менән, һүҙ аша иғтибарлы уҡыу. Шыма уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, текста килтерелгән факттарҙы ятлап алыу, хәтерҙе байытыу. Илебеҙҙең азатлығын яҡлап ҡалыусы һуғыш ветерандарына хөрмәт, ҡыйыу батырҙарыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

27.05



70

Кл.т.уҡ.Умырзая.

1

Әкиәттең йөкмәткеһен аңлау, ентекләп һөйләү, тормоштоң яҡшы-яман яҡтарын күрә белеү һәләтен үҫтереү.

30.05




Бөтәһе 70 сәғәт





Уҡытыу – методика комплекты түбәндәге әҙәбиәт менән тәьмин ителә:

1. «Әҙәби уҡыу» дәреслегенә методик ҡулланма. 3 класс. .,Дәүләтшина М.С .Өфө:Китап, 2013.

2. Мәүлийәрова Ә.Т. Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1- 4–се кластар өсөн “Туған тел” дәреслегенә программа. – Өфө: Китап, 2010.

3. «Әҙәби уҡыу» дәреслеге. 3 класс. 2 киҫәктә. Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т., Өфө:Китап, 2011.

4. Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т.,Дәүләтшина М.С. Әҙәби уҡыу дәреслегенә эш дәфтәре.3- сө класс. Ике киҫәктә.- Өфө:Китап, 2011

5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

7.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Интернет- ресурсы:

http://amanatrb.ru/


http://akbuzatrb.ru/




1


Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy

Автор
Дата добавления 15.11.2015
Раздел Начальные классы
Подраздел Рабочие программы
Просмотров213
Номер материала ДВ-157967
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх