Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по родному (башкирскому) языку

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку

Скачать материал

      Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль районы Бөрө ҡалаһының                          8-се  һанлы белем биреү мәктәбе

         КИЛЕШЕЛДЕ                                           КИЛЕШЕЛДЕ                                                                                                                           РАҪЛАЙЫМ

         РМБ ултырышында                                  Уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса                                                                                             Мәктәп директоры           

         Протокол №1                                             директор урынбаҫары                                                                                                               __________ С.В. Смирнов

         29.08.2016 йыл  

         _________Ә.Ф.Сәйетгәрәева                    __________ В.Я.Тимирьянова                                                                                                 Бойороҡ № 195-К  31.08.2016йыл

 

 

                                                                                 

 

 

 

  

      

 

 

Раҫлайым

Мәктәп директоры З.А.Мингалеев

 

 

 

                                                                                              2016-2017 уҡыу йылына

                                                      2-се кластар өсөн ту4ан  башҡорт  теленән эш программаһы

                                               Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы М0х2м2тнурова У.М.

 

 

 

                                                                                                                                            ҠАРАЛДЫ

                                                                                                                                            кафедра у7ытыусылары  ултырышында

                                                                                                                                            Протокол № 1 29.08.2016 йыл

                                                                                                                                            Кафедра ет2ксе3е

                                                                                                                                            ________ Н.А.Четверикова   

 

 

РАССМОТРЕНО на заседании ШМО учителей иностранного языка МБОУ СОШ № ______

Протокол № ______ от

«___» _______ 2014 года

Руководитель ШМО __________/ФИО/

 


 

 

 

 

Эш программаһы нигеҙләнеп төҙөлгән норматив документтар

 

«Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында» федераль  Законы (29.12.2012 йыл, № 273-ФЗ (ред. 03.07.2016 йыл);

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» федераль Законы (25.10.1991 йыл, №1807-1 (ред. 12.03.2014 йыл);

«Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы» (19.12.2012 йыл, №1666);

«Рәсәй милләттәренең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәниәтен үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы (20.08.2013 йыл, №718, ред.25.05.2016 йыл);

Башланғыс дөйөм белем биреү дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып Минобрнауки РФ (29.12.2014 йыл, № 373);

«Башҡортостан Республикаһында Мәғариф тураһында» Законы (01.07.2013 йыл, №696-з);

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (15.02.1999 йыл, №216-з);

«Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәтте, сәнғәтте һәм кинематографияны үҫтереү» дәүләт программаһы (Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары, 26.06.2013 йыл, №279);

 

Бойороҡ МБДББУБөрө ҡалаһының 8-се УДББМ 31.08.2016 йыл № 196-К « 2016-2017 уҡыу йылында ҡулланыла торған дәреслектәр»;

МБДББУ Бөрө ҡалаһының 8-сеУДББМ «Башланғыс дөйөм белем биреү тураһында төп уҡытыу программаһы» (ред. 29.08.2016 йыл);

Мәктәп учреждениеһында уҡыусылар өсөн гигиеник талаптар СанПиН 2.4.2.2821 – 10;

МБДББУ Бөрө ҡалаһының 8-се УДББМ 2016-2017 йылына уҡыу планы;

МБДББУ Бөрө ҡалаһының 8-се УДББМ 2016-2017 йылына уҡыу календарь графигы;

Бөрө ҡалаһы 8-се мәктәп уҡытыусылары тарафынан эшләнгән һәм раҫланған уҡыу предметтарының эш программаһының положениеһы (ред. 29.08.2016 йыл).

Уҡыу программаһы тураһында белешмә

Башҡорт теле программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х.,  Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008. – 125б.

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары / төҙ.:  З.М. Ғәбитова, М.Ф. Абдуллина һ.б. – Өфө: Китап, 2011. – 76 бит. -

(Икенсе быуын стандарттары.)

Методик ҡулланма

Толомбаев Х.А., Н2биуллина М.М. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы баш7орт балалары өсөн дәреслек. – 6-сы ба9ма. – Өфө: Китап, 2009. - 192 бит.

Уҡыу предметын

үҙләштереүҙә шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

 

Шәхси һөҙөмтәләр:

тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;

башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;

дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;

үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

белем алыу (уҡыу-уҡытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле м2ғлүмәт табыу маҡсатында телде ҡуллана белеү оҫталығы;

аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;

телмәрҙең һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем төгәл итеп аңлатырға ынтылыу;

һорауҙар биреү оҫталығы.

Предмет һөҙөмтәләр:

башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;

орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;

өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай (характеристика биреү) алыу оҫталығы;

үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлелеге.

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

шәхси үҫеш кимәле;

метапредмет кимәле;

            предмет буйынса белем кимәле.

 

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. өҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүен, әйләнә-тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

 

Шәхси үҫеш кимәле.

«Башҡорт теле» предметын үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя:

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

          -тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-укылған әҫәрҙәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

 

Метапредмет кимәле.

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

-уҡытыусы ярҙамында әшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

 

Танып белеү эшмәкәрлеге:

-дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

-бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

 

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-фекереңде телдән формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;

-тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

-тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.

 

Предмет үҙләштереү кимәле.

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;

-тексты ентекле һөйләй белеү;

-хикәйә төҙеү;

-һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;

-баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

            -тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Туған баш7орт теле материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды.

-телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

-бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеүҙе күҙ уңында тотоу;

2 класс өсөн программала һөйләшеү, уҡыу (класта һәм өйҙә), практик үҙләштереү өсөн тел (грамматик) материал тематик принципта урынлаштырыла. Был принцип тейешле һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе өйрәнеүҙә, телмәр үҫтереү эштәрен ойоштороуға ыңғай  йоғонто яһай, класта уҡытыу- тәрбиә эштәрен системалы, эҙмә-эҙ ойоштороуға, уҡыу материалын тормош менән бәйләргә, балаларҙың торош һәм телмәр тәжрибәһен байытырға һәм киңәйтергә ярҙам итә.

 

Тыңлау. Телдән аралашыуҙың маҡсатына һәм ситуацияһына төшөнөү. Яңғырап торған телмәрҙе адекват ҡабул итеү. Бирелгән текстағы мәғлүмәтте тыңлағанда аңлау, текстың төп фекерен билдәләү, уның йөкмәткеһен һорауҙар ярҙамында биреү.

Һөйләү. Коммуникатив бурысты эффектив хәл итеү өсөн аралашыуҙың маҡсаттарына һәм шарттарына ярашлы тел сараларын һайлау. Телмәрҙең диалог функцияһына ғәмәлдә эйә булыу. Һөйләшеүҙе башлау, ҡеүәтләү, тамамлау, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү оҫталығына эйә булыу, һ.б. уҡытыу бурыстарына яраҡлы (тасуирлау, хикәйәләү, фекерләү) телдән монологик һөйләй алыу оҫталығына эйә булыу. Уҡытыу һәм көнкүреш ситуацияһында (сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү) телмәр этикеты нормаларына эйә булыу. Орфоэпик нормаларҙы һәм дөрөҫ интонацияны үтәү.

Уҡыу. Уҡыу өсөн тәҡдим ителгән тексты аңлау. Тейешле материалды табыу маҡсатында һайлап алып уҡыу. Тәғәйен текста бирелгән мәғлүмәтте табыу. Күҙгә күренгән текста тупланған м2ғлүмәт буйынса, ябай һығымталар яһау. Текст йөкмәткеһендә тупланған мәғлүмәтте интерпретациялау һәм дөйөмләштереү. Текстың йөкмәткеһен, тел үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн анализлау һәм баһалау.

Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлап уҡыу. Өндәү билдәләренә ярашлы интонация һәм паузалар менән уҡыу. Бәләкәй текстар һәм шиғырҙарҙы аңлап һәм тасуири уҡыуҙы үҫтереү.

Һүҙҙе тоташ менән уҡыуға күскән осорҙа орфоэпик уҡыу менән танышыу. Орфографик уҡыу (шыбырлап ижекләп әйтеү) – әйтеп яҙҙырғанда һәм күсереп яҙғанда үҙконтроль сараһы.

Яҙыу. Грамотаға өйрәтеү системаһында хәреф, хәрефтәр бәйләнешен, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыу. Яҙыу төрө кеүек уҡытыу эшмәкәрлегенә тура килгән гигиеник талаптарҙы үтәп, аңлайышлы бөхтә яҙыуға өйрәтеү. Өйрәнелгән ҡағиҙәләргә тап килтереп, күсереп яҙыу, диктовка (әйткәнде) яҙыу. Тыңланылған һәм ентекле, һайланма уҡылған тексты теҙеп яҙа алыу (изложение). Балаларға ҡыҙыҡлы темалар (кисерештәр, әҙәби әҫәрҙәр, сюжетлы картиналар, картиналар серияһы, видеояҙма фрагменты буйынса үҙҙәренең кескәй текстарын төҙөтөү.

Яҙыуға ҡарата гигиеник талаптарҙы үҙләштереү. Бармаҡтарҙың ваҡ моторикаһын һәм ҡулдарҙың хәрәкәт азатлығын үҫтереү. Дәфтәр бите һәм класс таҡтаһы арауығында дөрөҫ ориентация оҫталығын үҫтереү, ҙур һәм бәләкәй яҙма хәрефтәрҙе яҙыуҙы үҙләштереү.

Хәрефтәрҙе, хәрефтәр бәйләнешен (буквосочетание), ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе гигиеник нормаға ярашлы яҙыу. Аңлайышлы һәм ыҡсым яҙырға өйрәнеү. Әйтелеше менән яҙылышы айырылмаған (оҡшаш) һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе әйтеп яҙҙырыу (диктант). Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу алымдарын һәм тәртибен өйрәтеү.

Хәрефһеҙ график сараларҙың: һүҙҙәр араһында ҡалдырылған буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһенең функцияһын аңлау.

Һүҙ һәм һөйләм. һүҙҙе өйрәнеү объекты, анализлау материалы итеп ҡабул итеү. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау буйынса күҙәтеүҙәр ойоштороу. Һүҙ һәм һөйләмде айырыу. Һөйләм менән эшләү:  һүҙҙәрҙе айырып алыу, уларҙың тәртибен үҙгәртеү.

Орфография. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре һәм уларҙы ҡулланыу менән танышыу.

һөйләм башында, яңғыҙлыҡ исемдәрҙә баш хәреф;

һүҙҙәрҙе айырып яҙыу;

һүҙҙәрҙе ижекләп юлдан-юлға дөрөҫ күсереү;

һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Телмәр үҫтереү. Тексты үҙ аллы ҡысҡырып уҡыу һәм уны тыңлау барышында аңлау. Сюжетлы картиналар, үҙҙәренең уйындары, шөғөлдәре, күҙәтеүҙәре буйынса хикәйәләү характерындағы бәләкәй хикәйәләр төҙөү.

Фонетика һәм орфоэпия. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе айырыу. Нәҙек һәм ҡалын тартынҡы өндәрҙе айырыу, ҡалынлыҡ-нәҙеклек буйынса парлы һәм парһыҙ тартынҡы өндәрҙе билдәләү. Һуҙынҡы һәм һаңғырау тартынҡы өндәрҙе айырыу, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы өндәрҙе айырыу, яңғырау, һаңғырау парлы һәм парһыҙ өндәрҙе билдәләү. Өндөң сифат буйынса характеристикаһын билдәләү: һуҙынҡы – тартынҡы; ҡалын – нәҙек тартынҡы, парлы – парһыҙ; яңғырау тартынҡы – һаңғырау, парлы – парһыҙ. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү. Хәҙерге заман башҡорт әҙәби теле нормаларына ярашлы өндәрҙе һәм өндәр бәйләнешен дөрөҫ әйтеү. Һүҙҙе фонетик тикшереү.

Графика. Өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу. Яҙыуҙа ҡалынлыҡ-нәҙеклекте билдәләү. Тартынҡы өндәрҙе яҙыуҙа сингармонизм принцибына таяныу. Хәрефһеҙ график сараларҙы: һүҙҙәр араһында ҡалдырылған буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһен, абзацты ҡулланыу. Алфавитты белеү: хәрефтәрҙе дөрөҫ атау, уларҙың тәртибен белеү. Алфавитты һүҙлектәр, белешмәләр, каталогтар менән эшләгәндә файҙаланыу.

Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Һүҙ төркөмдәрен үҙ аллы һәм ярҙамсы төрҙәргә бүлеү.

Исем. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе таба белеү. “Кем?” һәм “нимә?” һорауҙарына яуап булып килгән исемдәрҙе айырыу, рус теле менән сағыштырыу. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Исемдең ниндәй килештә ҡулланылыуын билдәләү. Килеш һорауҙары буйынса айырыу. Исемдәрҙе морфологик тикшереү.

Сифат. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Сифаттың һан һәм килеш менән үҙгәреше. Сифатты морфологик тикшереү.

Алмаш. Алмаш тураһында дөйөм төшөнсә. Зат алмаштары, уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Берлектәге һәм күплектәге I, II, III зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

Ҡылым. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Ҡылымдың инфинитив (башланғыс) формаһы. Нимә эшләргә? һорауы. Ҡылымдың заман менән үҙгәреше. Хәҙерге, үткән, киләсәк заман ҡылымдарының зат һәм һан менән үҙгәреше. Ҡылымды морфологик тикшереү.

Рәүеш. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы.

Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе, һөйләмдәге роле.

 

Алфавит. Башҡорт теленең  үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.

Башҡорт телендә ижектәр. Сингармонизм законы. Йо, йө, йе, йү, йы, йә өн ҡушымсалары (әйтелеше һәм яҙылышы). Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү.

Башҡорт теленең тартынҡы өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтеү  һәм яҙыу. Ҡ-Ғ, К-Г, П-Б өндәренең сиратлашыуы.

Башҡорт телендә һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре һәм уларҙа тыныш билдәләренең  ҡуйылышы.

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле тартынҡылар, дифтонгылар менән эшләү. Уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү. Башҡорт телендә баҫым үҙенсәлектәре.

Һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре, уларҙа һүҙҙәр тәртибе һәм тыныш билдәләрен ҡабатлау һәм нығытыу.

Башҡорт телендә үҙенсәлекле һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Текста һорау, хәбәр, өндәү һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре, интонациялары.

Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһе. Уларҙың предметтарҙы, билдәләрҙе, эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүе.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) яңғыҙлаҡ, уртаҡлыҡ, берлек һәм күплек мәғәнәләрен белдереүе. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар).

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең ваҡыт, урын, эйәлек, йүнәлеш һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар).

Эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә үҙенсәлектәре. Берлек һәм күплек, ваҡыт мәғәнәләрен белдереүсе саралар (ялғауҙар).

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр (сифаттар). Уларҙың мәғәнәне төрлө кимәлдә, шулай  уҡ башҡа билдәләр менән  сағыштырып күрһәтә алыуы. Мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар).

Эш-хәрәкәтте процессты бедереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә үҙенсәлектәрен (заман, һан, зат) ҡабатлау һәм нығытыу.

Предметтың атамаларын, билдәләрен, эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәләре. (Ҡабатлау һәм нығытыу).

Сәғәттәр һаны һәм яҙма эштәр

 

Сирек

Сиректә сәғәт һаны

Яҙма эштәр

I сирек

4

1

II сирек

4

1

III сирек

5

1

IV сирек

4

1

Бөтәһе

17

4

 

 

 

 

 

 

 

 

Календарь-тематик план

№ п/п

!т2ле1 ва7ыты

 

Д2рес тема3ы

Тема буйынса с242тт2р 3аны

 

И9к2рм2

План

буйынса

Фактик

р21ешт2

2

2

1

 

 

Баш7орт телене8 алфавиты.

1

 

2

 

 

Баш7орт теленд2ге 16енс2лекле 0нд2р 32м х2рефт2р.

1

 

3

 

 

Сингармонизм законы. Йо, й0, йе, й1, йы, й2 х2реф 7ушымсалары.

1

 

4

 

 

Контроль  к1сереп я6ыу «Ял к0н0».

1

 

5

 

 

Хаталар 09т0нд2 эш. Баш7орт телене8 тартын7ы 0нд2ре 32м х2рефт2ре.

1

 

6

 

 

Тартынkы 0нд2р h2м х2рефт2р. К1неге162р.

1

 

7

 

 

Контроль к1сереп я6ыу «Т21ге 7ар».

1

 

8

 

 

Хаталар 09т0нд2 эш. №0йл2м а6а4ында тыныш билд2л2ре.

1

 

9

 

 

Баш7ортса 31662р62 ба9ым.

1

 

10

 

 

№орау, х2б2р, 0нд21 30йл2мд2р.

1

 

11

 

 

Баш7орт теленд2 ба9ымды8 16енс2лект2ре.

1

 

12

 

 

Контроль к1сереп я6ыу «?ыш урта3ы».

1

 

13

 

 

Хаталар 09т0нд2 эш. Х2б2р, hорау, 0нд21 h0йл2мд2р, улар6ы8 интонацияhы.

1

 

14

 

 

№1662р6е8 предметты, билд2не, эш-х2р2к2тте белдере1е.

1

 

15

 

 

Предметты белдере1се 31662р6е8 я84ы6лы7, урта7лы7 м242н23енд2 киле1е.

1

 

16

 

 

Диктант «Я6 башы».

1

 

17

 

 

Хаталар 09т0нд2 эш. !телг2нд2р6е 7абатлау.

1

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по родному (башкирскому) языку"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инженер по автоматизации производства

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 680 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.03.2018 475
    • DOCX 43.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Набиуллина Диля Фанзаловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Набиуллина Диля Фанзаловна
    Набиуллина Диля Фанзаловна
    • На сайте: 6 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4979
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Технологии и автоматизация в машиностроении

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Оказание первой помощи

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 682 человека из 73 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 361 человек

Мини-курс

Стартап: от идеи к успеху

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 18 регионов