Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по родному башкирскому языку для 1 кл.
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

Рабочая программа по родному башкирскому языку для 1 кл.

библиотека
материалов

Аңлатма яҙыу

Башҡорт теле – республикаға исем биргән төп халыҡ теле.Республикала уны уҡытыу дүрт төркөм балалары менән ойошторола: беренсе төркөм балаларына башҡортса телдәре асылып, башҡорт теле аша донъяны танып белеүсе, йәшәйеш ҡанундарын үҙләштереүсе уҡыусылар инә.

Икенсе төркөмгә ҡатнаш милләттән торған ғаилә балары инә. Күп осраҡта улар башҡорт телен аңламайҙар,йәки аңлаһалар ҙа, һөйләшмәйҙәр, һорауға яуапты рус телендә ҡайтаралар. Был төркөм балалары ҡайһы бер өндәрҙең әйөтелешен айырмай, уларҙың төрлөсә яңғырауҙарын һиҙемләмәй, һүҙ байлығы ла самалы була.

Өсөнсө төркөмгә үҙҙәре башҡорт милләтенән булып та, ғаиләлә башҡорт мөхите булмағанлыҡтан, башҡортса бөтөнләй аралашмаған, үҙҙәренең туған теле булған башҡорт телен белмәгән балалар инә.

Дүртенсе төркөм балаларын башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән башҡа милләт балалары тәшкил итә.

Тәҡдим ителгән был программа һәм методик ҡулланма икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыу маҡсатында яңы быуын башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарында бирелгән базис уҡыу планының икенсе вариантына тап килтереп төҙөлдө. Яңы стандарт буйынса башланғыс дөйөмбелем биреү мәктәптәрендә туған тел һәм әҙәбиәте мотлаҡ уҡытыла торған фәндәр исемлегенә индерелгән һәм аҙнаһына уларҙы өс сәғәт үткәреү ҡаралған.

Программангың төп маҡсаты булып, башҡорт телен балаларға улаҙың туған теле булараҡ өйрәтеү, тел аша уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен тоәрәнәйтеү, киңәйтеү, балаларға көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн социаль тәжрибә тупларға ярҙам итеү тора, йәғни уларҙы бөгөнгө көн талаптарына ярашлы йәшәй белгән, үҙ илен, халҡын яратҡан, тормошта үҙ урынын табып, күңеле яратҡан шөғөлө аша үҙенә, ғаиләһенә, яҡындарына, халҡына тоғро хеҙмәт итеп тәрбиәләү тора.

Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтәү фарыз:

- балаларға башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды телмәр ағышынан айыра белергә, мәғәнәһенә төшөнөргә өйрәтеү(слушание);

-өндәрҙе ишетә һәм айыра, үҙ-ара һәм ололар менән аралашҡанда уларҙы дөрөҫ әйтеп, тәҡдим ителгән темалар буйынса тулы һөйләмдәр менән эҙмә-эҙлекле һөйләй белергә өйрәтеү(говорение);

-башҡортса дөрөҫ итеп яҙырға һәм аңлап уҡырға өйрәтеү;

-башҡорт теле системаһына ( фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) ҡағылышлы ябай ғына төшөнсәләрҙең айышына төшөндөрөү;

-уҡыу эшмәкәрлегенең төп өлөштәрен –уҡыу мәсьәләһен ҡуйып, уны сисеү эшен планлаштыра, ул эште башҡарыуҙы ойошт ора һәм үтәй, аҙаҡ-үҙ эшен баһалай белеү һәләтен формалаштырыу;

Телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнергә теләк уятыу, тел аша халыҡтың үткәнек, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу.

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу программаһы нигеҙҙәре

-Тел ғилеменең һәр өлкәһенә ҡағылған төшөнсәләрҙе ( фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) фәнни нигеҙҙәге асыштарға таянып өйрәтеү һәм улар аша баланың фекерләү ҡеүәһен, аң-белем даирәһен үҫтереү.

-башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы рус теленә таянып, ике телдең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын сағыштырып уҡытыу.

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу баланың туған телендә үҙ-ара аралашыу мәҙәниәтенә нигеҙ һалыу сараһы итеп күҙаллана. Шуға ла төрлө мөнәсәббәт юҫығында үҙ-ара аңлы рәүештә һөйләшеү, аңлашыу, килешеү осраҡтарын тыуҙырып уҡытыу мотлаҡ һанала.

Балала аң-белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү, уҡыу эшмәкәрлеге барышында үҙаллылыҡ, алдан план ҡороп эш итергә, башҡарған эшен баһаларға, алған белемен ғәмәли яҡтан көндәлек йәшәйештә ҡғуллана белергә күнектереү.

Программаның йөкмәткеһен үҙләштереүгә талаптар

Башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарына ҡуйылған талаптар буйынса (2009й.) башҡорт телен һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ уҡып, беренсе класты тамамлаған балалар түбәндәге һөҙөмтәләргә эйә булырға тейеш.

Шәхси һөҙөмтәләр:

-башҡорт теленең кешеләр менән аралашыу сараһы икәнлегенә төшөнөү;

-башҡорт телен һәм әҙәбиәтен халыҡтың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итеү;

-яҙма һәм һөйләү телмәрен үҙ телендә үҙләштереү кимәле кешенең мәҙәни яҡтан үҫешен баһалаусы билдә икәнлеген аңлау;

-туған телендә үҙенең һөйләшеү кимәлен баһалай белә башлауы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

-уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, ҡуллана белеү;

-маҡсатына, мәғәнәһенә тап килтереп, аралашыуҙың төрлө ситуатив шарттарын һаҡлап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү;

-үҙенең уй-фекерен әңгәмәсеһенә тулыһынса еткерә белергә тырышыу һәләтенең формалаша башлауы.

Предмет һөҙөмтәләре:

-әҙәби башҡорт теленең орфоэпик, лексик, грамматик нормаклары тураһында ябай ғына төшөнсәләрҙе үҙләштереү;

-аралашҡанда башҡорт өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә дөрөҫ әйтә, яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙа белеү;

-үҙ-ара аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү;

-орфографик дөрөҫ яҙыу һәм пукт уация ҡағиҙәләрен үҙләштереү (программаға ярашлы);

-төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү, уҡыу,яҙыу) үҙ эшен баһаларға, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белергә күнектерә башлау.

Прогграмманы өйрәтеүгә бүленгән сәғәттәр һаны

Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү.

Телдән әҙерплек осоро - 40 сәғәт.

Әлифба осоро. Грамотаға өйрәтеү, уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү - 27 сәғәт.

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе комплекслы үҫтереү (башҡорт телен системалы өйрәтеү курсы) – 29 сәғәт.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 1 сәғәт.

Контроль эш – 2 сәғәт.

Бөтәһе – 99 сәғәт.

Телмәр эшмәкәрлеге

Башҡорт т еле – бай тарихлы, юғары мәҙәниәтле башҡорт халҡының теле. Ул кешеләр араһында аралашыу сараһы , донъяны танып белеү асҡысы ролен үтәй. Дәүләт теле булараҡ та, уның ҡулланыу даирәһе киң. Һәр бер кеше ата-бабаһы мираҫ итеп ҡалдырған туған телен үҙ-ара аралашыу кимәлендә булһа ла өйрәнергә бурыслы.

Тыңлау. Телмәрҙә тыңлау, ишетеү, аңлау. Үҙенә ҡарата башҡорт телендә әйтелгән һүҙҙе, һүҙбәйләнеште, һөйләмде ишетеү, айышына төшөнөү, мәғәнәһенә ярашлы яуап бирә белеү.

Һөйләү. Аралашыу маҡсатында ярашлы итеп тел сараларын формаларын (диалог, монолог) һайлау. Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу һәләтен үҫтереү.

Уҡыу. Аңлы уҡыу. Уҡығандың мәғәнәһенә төшөнөп, бирелгән һорауға яуап биреү. Баланың үҙенең дә төрлө ситуатив осраҡтан сығып, һорау бирә белеүе.

Һөйләү телмәре. Башҡортса бирелгән һорауға яуап бирә белеү. Ябай ғына диалог һәм монолог ҡора белеү. Әңгәмәсегә еткерергә теләгән һүҙҙе, һөйләмде тейешле интонация менән әйтә белеү (хәбәр итеү, һорау, шатлыҡ-ҡыуаныс белдереү).

Яҙыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен яҙырға өйрәнеү. Уларҙы һүҙ эсендә башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтыра белеү. Яҙғанды уҡып, мәғәнәһенә төшөнөү, телдән уны башҡортса йәки тәржемә ярҙамында аңлата белеү.

Тел ғилеме

Программа башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыуҙа тел ғилеменең түбәндәге йүнәлештәре буйынса ябай ғына төшөнсәләрҙең үҙләштерелеүен күҙаллай:

-лингвистика бүлеге буйынса (фонетика, орфоэпия) , һүҙ составы (морфемика), лексика, грамматика (морфология һәм пунктуация);

-графика, орфография һәм пуктуация;

-бәйләнешле телмәр.

Программала бирелгән лингвистик материалдар башҡорт теле системаһы тураһында ябай ғына төшөнсәләрҙе формалаштырыуҙы, был төшөнсәләрҙе йәшәйештә прапктик рәүештә ҡулланырға өйрәтеүҙе, әҙ:әби тел нормаалрын үҙләштереүҙе тәьимн итеү маҡсатын тормошҡа ашыра.

Тел ғилеме балала орфография һәм пунктуация грамоталылығын үҫтерә, тел сараларын аңлы рәүештә ҡуллана һәләтен тәрбиәләй. Ғөмүмән, яңы стандартта ҡуйылған талаптарға тап килгән мәҙәни шәхес итеп тәрбиәләү бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Программаның йөкмәтеһе

Һүҙ

Һүҙҙең предметты һәм затты атау функцияһы. Кеше исемен, фамилияһын, хайуан ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын белдергән һүҙҙәрҙең ҙур хәрефтән яҙылыуы. Мәғәнәһе буйынса яҡын һәм ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр. Предметтың хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр.

Һүҙ төҙөүсе өндәр. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡы өндәр. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы өндәр. Һүҙҙең модель схемаһын төҙөй белеү. Башҡорт һүҙҙәрендә баҫым. Юлдан юлға күсереү ҡағиҙәһе.

Хәреф – өндөң тамғаһы. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәре. Башҡорт теленең алфавиты. Яҙыуҙа өндәрҙең төрөлө ысул менән билдәләнеүе. Йомшаҡ тартынҡыларҙы ә,и,ү,ө,э хәрефтәре аша билдәләү.(й) өнөнөң билдәләнеше. Орфограмманың һүҙҙә хаталы яҙыу ҡурҡынысы булған урынды күрһәтеүе. Һүҙҙәрҙә ҙур хәрефтең яҙылыу ҡағиҙәләре. Һүҙҙең өн модель схемаһы. Телмәрҙә һүҙҙең роле. Һүҙҙең предметты, хәрәкәтте, сифатты, һанды аңлатыуы. Был һүҙҙәр аңлатҡан мәғәнәһе һорау аша билдәләү.

Әҙәплелекте белдереүсе һүҙҙәр һәм уларҙың мәғәнәһе. Рәхмәтле булыуҙы , һорау биреүҙе, ғәфү үтенеүҙе аңлатҡан һүҙҙәрҙе үҙ:ләштереү һәм йәшәйештә ҡуллана белергә өйрәтеү. Һаубуллашҡанда һәм күрешкәндә әйтелә торған һүҙҙәр.

Һөйләм

Һүҙҙәр – һөйләм төҙөү материалдары. Һүрәткә ҡарап , терәк схема буйынса һөйләмдәр төҙөү. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең бер-береһе менән бәйләнеше һәм үҙгәреше.

Һүҙ төркөмдәре һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Диалог ҡороу: һорау биреп, әйтер теләгеңде һөйләмдәге һүҙҙәр аша әңгәмәсегә еткереү , унан тейешле яуап алыу күнекмәләрен күҙәтеү. Телмәрҙә өндәш һәм әҙәплелек һүҙҙәрен ҡушып аралашырға өйрәтеү.

Әйтелеү маҡсаты буыйнса айырылып торған һөйләмдәр: хәбәр, һорау,өндәү. Был һөйләмдәрҙе тауыш менән белдереү.

Һөйләмде тасуири әйтергә, уҡырға өйрәтеү.

Һөйләмдәрҙе һәм кескәй күләмле тексты күсереп яҙыу йәки уҡытыусы әйтеүе буынса яҙыу.

Текст

Бәйләнешле текстың үҙенсәлеге. Текстың темаһы һәм төп мәғәнәһе. Текстың исеме һәм уның башҡарған роле. Текстҡа исем ҡушыу өсөн бирелгән терәк һүҙҙәрҙе табыу һәм улар аша тексты исемләү.

Мәғәнәһе боҙолған тексты яңынан төҙөү. Терәк һүҙҙәр табыуға сюжетлы һүрәттәр, шәхси күҙәтеүҙәр ҡулланыу.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү

Текста мәғәнәһе ҡапиа-ҡаршы йәки яҡын булған һүҙҙәрҙе табыу. Һүҙҙәргә синонимдар, антонимдар табыу (терминды ҡулланмайынса) йомаҡтар, ребустар, башватҡыстар сисеү.

Телмәрҙә әйтелеү маҡсаты төрлө булған һөйләмдәр ҡулланыу, уларҙы тауыш аша бирә белеү. Бирелгән темаға терәк һүҙҙәр менән, схема йәки һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Диалог йәки монолог рәүешендә бирелнән тексты тыңлап, уның йөкмәткеһен, темаһын һиҙемләү, төп мәғәнәһенә төшөнөү.

Текстарға итсем ҡушыу. Үҙе уҡыған йәки башҡа кеше уҡып ишеттергән бәләкәй генә күләмле текстың эсәлеге буйынса һорау биреү һәм яуап алыу.

Уҡытыусы йәки тиңдәше менән аралашыу маҡсаытнда диалог ҡороу. Һөйләшеүҙә өндәш һәм әҙәплелек һүҙҙәрен төрлөсә ҡуллана белеү.

Диалогты рольдәргә бүлеп уҡыу (автор һүҙенән башҡа)

Яттан шиғыр һөйләү, тиҙәйткесәтр әйтеү. Кескәй күләмле тестың эстәлеген терәку һүҙҙәргә таянып һөйләү.

Сюжетлы һүрәт йәки терәк һүҙҙәр буйынса, йә үҙенең күҙәтеү тәжрибәһенә таянып, бәйләнешле телмәр өлгөһө төҙөү.

Матур яҙыу (һәр дәрестә 5-6 минут).

Ҙур һәм бәләкәй хәрефтәрен дөрөҫ тоташтырып яҙыу. Яҙма текстан һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.

Айырым һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе уҡытыусы әйтеүе буйынса яҙыу.







Автор
Дата добавления 24.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров178
Номер материала ДВ-183617
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх