Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе для 5 класса.

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе для 5 класса.

Скачать материал

Аңлатма яҙыу

Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Башҡорт теленең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа “Башҡорт теле” предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә;уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтө предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай.  Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары / төҙ.:З.М. Ғәбитова, М.Ф. Абдуллина һ.б. Өфө:Китап,2011.-76 бит. – (Икенсе быуын стандарттары.)

Эш программаһы ММБ ултырышында ҡабул ителгән.

Дәреслек:  Усманова М.Г., Ғәбитова З.М. Урыҫ телле балалар өсөн башҡорт теле.- 5-се класс.- Өфө, 2011.

 Программа кимәле: базислы

Эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

-«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (02.07.2013 N 185-ФЗ)

- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында»ғы Законы (21.12.2012. №273-ФЗ)

- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (15.02.1999. №216-з)

- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы (27.06.2013.№696-з)

 -Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы (31.12.09.№ УП-730)

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

Программа башҡорт телен өс йүнәлештә – телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика,орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңынд тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

- балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡытыу предметына дөйөм характеристика

Коммуникатив компетенция  телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре,һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота,тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралалышыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе,аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы күҙ уңында тота.

            Тел һәм лингвистик компетенция  йәмғиәт күренеше булараҡ,тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн,үҫешен,хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп номаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу;фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем,уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

            Мәҙәни компетенция  туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын,башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген,башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

            Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү,уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте даум итеүгә һәләтле булараҡ,функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

            5-се класта башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхсән һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

ü  тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;

ü  башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;

ü  дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;

ü  үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлеге.

5-се класта башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

-телмәр эшмәкәрлегенең  бөтә төрҙәрен үҙләштереү;

 аудирование һәм уҡыу;

ü  телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;

ü  төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү,ҡарап сығыу,танышыу,өйрәнеү,) төрлө стилдәге,жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

ü  һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәлеренә эйә булыу;

o   Һөйләү һәм яҙыу

ü  алдағы  уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү һәләтлеге,хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге,өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү.

ü  телдән һәм яҙма формала үҙ фекреңде иркен еткерә белеү,тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

ü  үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

ü  уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу;йөкмәткенән,һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып,үҙ телмәреңде баһалйа белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу.

ü  белем алыу (уҡыу-уҡытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маҡсатында, телде ҡуллана белеү оҫталығы;

ü  аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;

ü  телмәрҙе һәм аралашыу ситуцияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

ü  үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылыу;

ü  һорауҙар биреү оҫталығы.

5-се класта башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

ü  -башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик,лексик,грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;

ü  орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен(өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;

ü  өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба алыу оҫталығы;

ü  үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге.

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.

Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.

Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.

Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.

Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.

Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.

Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.

Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.

Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.

Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.

Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.

Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.

V класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

-         «Башҡортостан » темаһы буйынса (тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылға- к-лдәре, кейем- һалымы, ижады ) тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү.

-         Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.

-         Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

-         Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.

-         Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

-         Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

-         25-30 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

-         Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

                 Рус телле мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен баһалау маҡсатында махсус нормалар билдәләнә.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

- һорауҙарға яҙма һәм телдән яуаптар;

- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

- баш хәрефтең яҙылышын, һүҙҙәрҙең ижеккә бүленеүен, тыныш билдәләрен яҙыу ҡағиҙәләрен белеү.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр инә. Грамматик эштәр өҫтәп бирелгәндә, диктант текстары бер аҙ ҡыҫҡартыла. Орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: Iкласта-3 орфограмма, II -4/1 , III- 5/2 , IV-6/2 , V -8/3 VI-10/3 , VII -12/6, VIII-14/6, IX-16/6

Диктантты баһалағанда төҙәтелә,әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:

1)мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;

2)әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;

3)автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;

4)механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.

Тупаҫ булмаған хаталар:

1)ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2)бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3)бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4)үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5»-хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2пунктуацион хата булған эшкә: 1/0,1/2,0/2.

«4»-2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион: 2/2,1/3,2/3,3/3,1/5,0/7.

«3»- 4 орфографик, 4пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4,3/5,3/6,

өс бер типтағы хата ебәрелһә,6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.

«2»- 9 орфографик, 9 пунктуацион:8/10,9/9

«1»- уҡытыусы ҡарамағында.
Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:

«5»-бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.

«4»-эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.

«3»-яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.

«2»-бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән

Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

I.                   Шәхси һөҙөмтәләр

-башҡорт теленең  БР-ҙа дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;

-башҡорт теленән алынған белем һәм күнекмәләрҙе мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу;

- аралашыуҙа рус теленән алған белемде башҡорт телендә тәржемә итеп ҡуллана белеү;

-башҡорт телен башҡорт халҡыныңмәҙәни һәм рухи бацлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;-төрлө социаль ситуацияларҙа оло кешеләр һәм үҙ тиңдәштәрең менән хеҙмәттәшлек күнекмәләрен үҫтереү.

 

II. Предмет-ара һөҙөмтәләр

 

-яңғырыған телмәрҙе (ололарҙы һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, балалар тапшырыуҙары, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;

- һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе һәм һөйләмде төҙөү, әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр

-бирелгән тема буйынса диалог төҙөй белеү; һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы итеп яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;

-әҙерләнеп һәм әҙерләнмәй етеҙ, аңлап һәм тасуири уҡыу,тексты ҡыҫҡа һәм һайлап һөйләй белеү;

-төп предметтан предмет-ара аңлатмаларҙы үҙләштереү.

 

Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар

1.      Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

2.      Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1 - 4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

3.      Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

4.      Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

5.      Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

                     

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1.      Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     4-се  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2006.

2.      Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

3.      Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

4.      Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

5.      Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

6.      Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

7.      Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

6.      Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8.      Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 1- 4 - се  класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө:

9.      М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса – синонимдар һүҙлеге.  Өфө : Китап, 2010.

10.  Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З.  Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005.

11.  Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско - башкирский иллюстрированный тематический словарь. Уфа: Китап, 1998.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе для 5 класса."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор школы

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 233 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 09.10.2015 738
    • DOCX 82 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ягафарова Зимфира Алфитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ягафарова Зимфира Алфитовна
    Ягафарова Зимфира Алфитовна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4888
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 475 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 324 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 847 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Особенности психологической коррекции детей с различными нарушениями психического развития

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 400 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 261 человек

Мини-курс

История архитектуры: от классицизма до конструктивизма

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 32 человека из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 16 человек

Мини-курс

Эффективная самоорганизация и планирование

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 103 человека из 34 регионов
  • Этот курс уже прошли 38 человек