Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе 10 класс

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе 10 класс

Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 29 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>

библиотека
материалов



















































































Аңлатма яҙыу.


Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:


  1. Рәсәй Федерацияһының “ Мәғариф тураһында” Законы (29.12.2012 й. №273)

  2. Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы (01.07.1013 й. № 696-З)

  3. «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  4. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  5. МБДББУ Яңауыл ҡалаһының Р.Гәрәев исемендәге мәктәптең 2015-2016 уҡыу йылына уҡыу планы.

  6. Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт теле 5-11 класс. – Өфө: Китап, 2012

  7. Юлмөхәмәтов М.Б. Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт әҙәбиәте. –Өфө: Китап, 2011

  8. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  9. Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Яңауыл ҡалаһы Р.Гәрәев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-сы класы өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Дәреслек:Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. -Өфө: Китап, 2007.- 344 бит.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап,2009. - 168 бит; Х.А.Толомбаев, С.В.Атнағолова. Диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теле буйынса 5-10 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап, 1993. – 224 бит;

Б.Б.Ғафаров. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап,2008. -352 бит;

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994. 168 бит.

Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит.

М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап, 2006 – 384 бит.

З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит.

Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2004 – 224 бит.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Өфө: «Ватандаш», 2005.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  • телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  • бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.


Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Рус һәм башҡа телде белмәгән балаларға мәктәптә башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә,практик файҙаланырға өйрәтеү - үҙәк бурыс.

  2. 10-сы класта башҡорт туған телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға икешәр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡорт теленең фонетик,лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Үҙ фекереңде билдәле бер кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

  4. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Тел материалын эре блоктар алымы менән өйрәнеү тәҡдим ителә.




















Тематик планлаштырыу


п/п

Бүлек атамаһы, дәрес темаһы

Сәғәттәр һаны

Шулай уҡ:

Контроль эштәр

Телмәр үҫтереү


Башҡорт әҙәбиәте




1

Дауыт Юлтый.

4

1


2

Әхмәтзәки Вәлиди Туған.

1



3

Мөхәмәтшә Буранғол

2

1


4

Ғәйнан Хәйри

2



5

Һәҙиә Дәүләтшина.

2



6

Сәғит Мифтахов.

2



7

Ғәлимов Сәләм

2



8

Рәшит Ниғмәти

2



10

Баязит Бикбай

4



11

Зәйнәп Биишева

8


1

12

Назар Нәжми

2




Башҡорт теле




13

Тел тураһында дөйөм төшөнсә.

1



14

Лексика.

5


1

15

Һүҙьяһалыш.

1



16

Фонетика һәм графика.

2


1

17

Орфография.

1



18

Орфоэпия.

1



19

Морфология.

16

1

2

20

Үткәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау

1

1




59

4

5


Бөтәһе: 68






































































Дәрестең темаһы

Сәғәт

һаны

План буйынса

Фактик

Өй эше



Иҫкәрмә

1

Тел тураһында дөйөм төшөнсә. Тел ғилеменең бүлектәре.

1

05.09



3 – сө күнегеү, инша яҙырға


2

Дауыт Юлтый. “Ҡарағол” драмаһы.

1

07.09


Биографияны һөйләргә өйрәнергә 102 -103 – сө биттәр


3

Башҡорт теленең һүҙлек составы. Актив һәм пассив ҡулланылышлы һүҙҙәр.

1

12.09


7 – се күнегеү,

13 – сө күнегеү


4

Дауыт Юлтый. “Ҡарағол”драмаһы.Беренсе шаршау.

1

14.09


104 – 117 – се биттәр ролләп уҡырға


5

Инеш диктант

Йәйге көн”

1

19.09




6

Дауыт Юлтый “Ҡан» романы.

1

21.09


118-123 – сө биттәр тасуири уҡырға


7

Архаизмдар, историзмдар, неологизмдар, диалектизмдар,терминдар, профессионализмдар.

1

26.09


17 – се күнегеү


8

Дауыт Юлтый “Ҡан”романынан өҙөк.

1

28.09


118 – 129 – сы биттәр һөйләргә өйрәнергә


9

Һүҙҙең мәғәнәһе. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Тура мәғәнәле һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр.

1

03.10


22 – се күнегеү





10

Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тормошо һәм ижады.

1

05.10


4 - се һорауға яуап бирергә


11

Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар.

1

10.10


31 – се күнегеү,

37 – се күнегеү


12

М. Буранғол.

Тормош юлы һәм ижады.

1

12.10


Хронологик таблица төҙөргә


13

Инша.”Алтын көҙ”

1

17.10




14

М.Буранғол – драматург. “Башҡорт туйы” драмаһы.

1

19.10


Шыма уҡырға өйрәнергә, образдарға характеристика бирергә


15

Фразеология. Лексикография.

1

24.10


44 – се күнегеү,

49 – сы күнегеү


16

Ғ.Хәйри. Тормош юлы һәм ижады. “Боролош”романы.

1

26.10


Биографияны һөйләргә өйрәнергә, уҡырға

154 – 161 - се биттәр


17

Һүҙ төҙөлөшө һәм һүҙьяһалыш. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

07.11


52 – се күнегеү,

55 – се күнегеү


18

Ғ.Хәйри “Боролош” романынан өҙөктәр.

1

09.11


154-172 - се биттәр өлгөлө уҡырға


19

Өн һәм хәреф. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәрҙе төркөмләү.

1

14.11


61 – се күнегеү


20

Һ.Дәүләтшинаның тормош юлы һәм ижады.

1

16.11


Хронологик таблица төҙөргә, тасуири уҡырға 173 – 182 – се биттәр


21

Изложение. “Асылыкүл”

1

21.11




22

Тартынҡы өндәрҙе төркөмләү. Һуҙынҡы өндәрҙең ярашыуы.

1

23.11


Образдарға характеристика бирергә


23

Һуҙынҡыларҙың редукцияһы. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше.

1

28.11


65 – се күнегеү


24

Һ.Дәүләтшина “Ырғыҙ” романы. Әҙәби тип.

1

30.11


Һөйләргә өйрәнергә

173 – 198 – се биттәр


25

Орфография тураһында төшөнсә. Орфография принциптары.

1

05.12


67 – се күнегеү


26

С.Мифтахов.Тормош юлы.

1

07.12


Драманы ролләп уҡырға


27

Орфоэпия тураһында төшөнсә. Өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше.

1

12.12


69 – сы күнегеү


28

С.Мифтахов. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт драмаһы.

1

14.12


214 – се бит һорауҙарға яуап бирергә


29

Һүҙ төркөмдәре. Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

1

19.12


73 – сө күнегеү


30

Ғ.Сәләм “Бала” поэмаһы.

1

21.12


Поэманан өҙөктө ятларға, хронологик таблица төҙөргә


31

Контроль диктант.

Ҡурайсы”

1

26.12




32

Хаталар өҫтөндә эш. . Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.


1

28.12


Һөйләмдәр төҙөргә


33

Ғ.Сәләм “Бала” поэмаһынан өҙөктәр.


1

16.01


Һорауҙарға яуап бирергә



34

Р.Ниғмәти “Һалҡын шишмә”, “Үлтер, улым, фашисты!”

1

18.01


Биографияны һөйләргә өйрәнергә, 225 – 230 – сы биттәр уҡырға


35

Р.Ниғмәти. “Һинең ҡәләшеңдең хаттары”, “Һаҡмар ҡыҙы”. Лирик герой тураһында төшөнсә.

1

23.01


Шиғыр ятларға, образдарға характеристика бирергә



36

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Исемдәрҙең иркәләү, кесерәйтеү формалары.

1


25.01



76 – сы күнегеү


37

Б.Бикбайҙың тормош юлы һәм ижады.

1

30.01


Хронологик таблица төҙөргә


38

Сифат. Исемләшкән сифаттар. Сифат дәрәжәләре.

1

01.02


83 – сө күнегеү


39

Баязит Бикбай “Ҡарлуғас” драмыһы.


06.02


243-258 – се биттәр ролләп уҡырға


40

Диктант.”Дуҫтар”

1

08.02




41

Баязит Бикбай “Аҡсәскә” (повестан өҙөктәр).

1

13.02


Тасуири уҡырға өйрәнергә, һорауҙарға яуап бирергә


42

Һан. Һан төркөмсәләре. Нумератив һүҙҙәр.

1

15.02


87 – се күнегеү


43

Б. Бикбай “Аҡсәскә” повесе. Тема тураһында төшөнсә.

1

20.02


259 – 267 – се биттәр һөйләргә өйрәнергә


44

Алмаш. Уның төркөмсәләре.

1

22.02


91 – се күнегеү,

97 - се күнегеү


45

Зәйнәб Биишева ижады.

1

27.02


Уҡырға

272 – 282 – се бит.


46

Изложение.”Иң ҡәҙерле бүләк

1

29.02




47

З. Биишева “Йырлайым”, “Йырҙарым”.


05.03


Шиғыр ятларға

271 – се бит


48

Рәүеш. Уның мәғәнәләре, дәрәжәләре, яһалышы.

1

07.03


103 – сө күнегеү


49

З.Биишева “Тылсымлы ҡурай” поэмаһынан өҙөк.

1

12.03


Һорауҙарға яуап бирергә


50

Ҡылым. Затлы ҡылымдар йәки ҡылым һөйкәлештәре.

1

14.03


105 – се күнегеү


51

З.Биишева . “Кәмһетелгәндәр” романы

1

19.03


План буйынса һөйләргә өйрәнергә


52

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымы, уның заман формалары.

1

21.03


110 – сы күнегеү


53

З.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романы буйынса инша яҙыу.

1

04.04


биттәр Инша яҙып килергә


54

Бойороҡ, шарт, теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

1

09.04


114 – се,

118 – се күнеегү


55

Изложение.

Йәшә, тыуған ерем”

1

11.04




56

З. Биишева “Оло Эйек буйында” романы.

1

16.04


Образдарға характеристика бирергә, һорауҙарға яуап


57

Затһыҙ ҡылымдар.

1

18.04


120 – се күнегеү


58

З. Биишева “Оло Эйек буйында” романында образдар системаһы.

1

23.04


Шыма уҡырға

294 – 300 – сө биттәр


59

Сифат ҡылым. Уның заман менән үҙгәреше.

1

25.04


125 – се күнегеү


60

З. Биишева “Оло Эйек буйында” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе.

1

30.04


308 – 313 – сө биттәр һөйләргә өйрәнергә


61

Хәл ҡылым. Уртаҡ ҡылым. Исем ҡылым.

1

02.05


131 - се күнегеү


62

Ҡылым йүнәлештәре.

1

07.05


Һорауҙарға яуап биреү


63

Н.Нәжми. “Тыуған ил тураһында һүҙ”, “Ватан”,

Шағир һәм шаһ”(поэма).

1

14.05


Хронологик таблица төҙөргә, тасуири уҡырға


64

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Бәйләүестәр. Теркәүестәр. Киҫәксәләр.


1

16.05


136 – сы күнегеү,


65

Н.Нәжми. “Йыр тураһында баллада”, “Урал”

1

21.05


Балладанан өҙөктө ятларға


66

Ымлыҡтар. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

1

23.05


143 – сө,

150 – се күнегеү


67

Контроль диктант.

Тәрән тамырҙар”

1

28.05




68

Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау.


1

30.05












Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡорт әҙәбиәте.

Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙең әҙәбиәткә йоғонтоһо.Яңы быуын шағирҙарының яңы ижади табыштары.

Дауыт Юлтый.

Дауыт Юлтыйҙың тормош юлы һәм ижады. Д.Юлтыйҙың төрлө тематикалы шиғыр һәм поэмалары. “Ҡарағол” драмаһының идея – тематик йөкмәткеһе, төп конфликты. Тарихи осорға характеристика. Драмала рус һәм башҡорт крәҫтиәндәренең дуҫлығы һәм берҙәмлеге. Әҫәрҙәрҙең драматизмын билдәләү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән тарихи осорға белешмә биреү. “Ҡан” романының йөкмәткеһен үҙләштереү. Романдың темаһы, идеяһы, күтәрелгән проблемалары. Романдың сюжет – композиция үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы: Художестволы әҙәбиәттең теле. Һүҙ сәнғәтенең образлылығы. Автор һәм персонаждар теленә төшөнсә.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған.Тормошо һәм дәүләт эшмәкәрлеге. Ғалимлығы. Төрки халыҡтары тарихы, төрки яҙыусылары тураһында китаптары, күҙәтеүҙәре. Башҡорт яҙыусылары, дәүләт эшмәкәрҙәре, донъя ғалимдары менән дуҫлығы һәм абруйы. “Хәтирәләр”ҙең жанр үҙенсәлеге, стиле.

Мөхәмәтшә Буранғол. Тормош юлы һәм ижады, йәмғиәт эшмәкәрлеге. М.Буранғол – сәсән, фольклорсы. “Башҡорт туйы” драмаһында башҡорт туй йолаһының һүрәтләнеше. Пьесала күтәрелгән проблемалар. Пьесаның жанр үҙенсәлектәре, драматизмы.

Ғәйнан Хәйри. Биографияһы. Мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрлеге. “Боролош” романының яҙылыу һәм баҫылыу тарихы, романда сағылдырылған тарихи осор. Төп проблемалар. Ҡатын-ҡыҙ образы. Тәүге роман булараҡ жанры, стиле, художество сифаты.

Утыҙынсы йылдар әҙәбиәте.

Һәҙиә Дәүләтшина.Яҙыусының биографияһы. Башланғыс ижады. Хикәйәләре. “Ырғыҙ” романының яҙылыу тарихы. Идея-тематик йөкмәткеһе. Романда күтәрелгән проблемалар. Әҫәрҙә халыҡ традицияларының сағылышы. Образдарға характеристика. Әҫәрҙең тел – стиль, композиция үҙенсәлектәре. “Ырғыҙ” романының төрлө телдәргә тәржемә ителеүе. Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош һәм ижад ҡаһарманлығы. Әҙәбиәт теорияһы. Әҙәби тип. Типиклаштырыу алымдары. Прототип, роман – эпопея тураһында төшөнсә.

Сәғит Мифтахов.“Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” драмаһының идея –тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Образдар системаһына характеристика. Ролдәргә бүлеп уҡыу.

Ғәлимов Сәләм.“Бала” поэмаһы. Поэманың йөкмәткеһен тасуири уҡыу һәм төп фекерен асыу. Ғаилә, бала тураһында әңгәмә. Поэманың художество үҙенсәлектәре.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары әҙәбиәте. Ватан һуғышы йылдарында әҙәбиәттең бурыстары, үҙенсәлеге. Публицистик поэзия.

Р. Ниғмәти поэмалары һәм балладалары. Дәһшәтле һуғыш картиналарының очерк жанрында сағылышы. Яугирҙарҙың һәм тыл хеҙмәтсәндәренең батырлыҡтарын тасуирилаған хикәйәләр.

Рәшит Ниғмәти.Яҙыусының тормошо һәм ижады. Башланғыс ижады. Шиғырҙар, поэмалар, лирик шиғырҙар циклы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары поэзияһы. “Үлтер, улым, фашисты” поэмаһында Тыуған ил, халыҡ образдары. Тел-стиль үҙенсәлектәре. “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмаһын тасуири уҡыу. Поэмала мөхәббәт темаһы. Төп образдар. Поэманың художество эшләнеше.

Һуғыштан һуңғы йылдар ижадында хеҙмәт, тыныслыҡ темалары. “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаһында колхозда юғары уңыш өсөн көрәш. Мөхәббәт темаһы. Әҙәби тәнҡит. Лирик герой тураһында төшөнсә.

Баязит Бикбай. Биографияһы һәм ижад юлы.Б.Бикбай әҫәрҙәрендә азатлыҡ темаһы, поэтик үҙенсәлектәре. “Ҡарлуғас” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе. Тарихи осорға характеристика. Ыңғай һәм кире образдар. Халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәше. Халыҡ образына ҡылыҡһырлама. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ижады.Һуғыштан һуңғы йылдар ижады. Проза. “Аҡсәскә” повесының йөкмәткеһен үҙләштереү. Темаһын, идеяһын билдәләү. Аҡсәскә образы. Репрессия, халыҡ дошмандары тураһында әңгәмә.Әҙәбиәттә һәм театр сәнғәтендә Б.Бикбай ижадының роле.

Әҙәбиәт теорияһы. “Тема” тураһында төшөнсә. Башҡорт әҙәбиәтендә тарихи – революцион тема.

Зәйнәп Биишева. Биографияһы һәм ижад юлы. Балалар өсөн шиғырҙары. Повестары. Драмалары. “Тылсымлы ҡурай” драматик поэмаһының идея-тематик йөкмәткеһе. Драмала күтәрелгән фәлсәфәүи проблемалар. Яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ көрәше. Тылсымлы ҡурай – символик образы. Трилогия. “Кәмһетелгәндәр”, “Оло эйек буйында”, “Емеш” романдарының идея – тематик йөкмәткеһе. Трилогияла сағылған тарихи осор, күтәрелгән проблемалар. Романдарҙа башҡорт халҡының йәшәйешенең реалистик һүрәтләнеше. Халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәше. Образдар системаһына характеристика (Байгилде, Тимербай, Хаммат, Хисбулла, Закир, Иштуған, Әхәт, Емеш). Трилогияның композицияһы, тел-стиль үҙенсәлектәре, художестволы эшләнеше.

Назар Нәжми.Н.Нәжмиҙең тормош юлы һәм ижады. Әҙәбиәт һәм йәмғиәт эшмәкәрлеге. Ватан һуғышы йылдары ижады. “Окопта уйҙар”, “Иҫән ҡалһам” шиғырҙарында һалдаттарҙың еңеүгә ышаныуы. Һуғыштан һуңғы поэзияһы. “Тыуған ил тураһында йыр”, “Ватан” шиғырҙарында еңеүгә, тыныс тормошҡа һәм яуҙа үлгән батырҙарға дан йырлау. Поэзияның тематик төрлөлөгө һәм формалары. Патриотик лирикаһы. Кеше күңелен асыуҙа пейзаж лирикаһы.

Поэма һәм балладалар. “Йыр” тураһында баллада”ның идея – тематик йөкмәткеһе. Шағир – һалдат образы. Поэманың жанр үҙенсәлеге.

Урал” поэмаһын тасуири уҡыу. Һорауҙарға яуап биреү. Поэманың патриотик рухта булыуы. Художество эшләнеше.

Шағир һәм шаһ” поэмаһында тыныслыҡ, именлек идеяһы. Талант һәм власть проблемаһы.

Хәҙерге башҡорт поэзияһында Н.Нәжми ижадының роле, әһәмиәте.


Башҡорт теле

V-IXкластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Тел тураһында дөйөм төшөнсә. Тел ғилеменең бүлектәре: лексикология, фонетика, орфоэпия, орфография, һүҙьяһалыш, морфология, синтаксис, пунктуация, стилистика.

Телдең йәмғиәттәге роле. Башҡортостанда башҡорт һәм рус телдәренең дәүләт телдәре булыуы. Башҡортостанда ике теллелек.

Лексика.Һүҙ һәм төшөнсә. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Башҡорт теленең һүҙлек байлығы: төп башҡорт һүҙҙрәе, үҙләштерелгән һүҙҙәр. Хәҙерге башҡорт теленең һүҙлек составында актив һәм пассив ҡулланылған һүҙҙәр: иҫкергән һүҙҙәр, яңы һүҙҙәр, диалект һүҙҙәре, айырым профессияға ҡараған һүҙҙәр, терминдар һ.б. Һүҙлектәр һәм уларҙың төрҙәре. Башҡорт теленеңфразеологияһы. Фразеологик һүҙбәйләнештәр һәм һүҙ. Фразеологик омонимдар, фразеологизмдарҙың барлыҡҡа килеүе.

Һүҙьяһалыш.Һүҙ төҙөлөшө: тамыр, нигеҙ, һүҙ яһаусы, үҙгәртеүсе ялғауҙар, һүҙьяһалыш төрҙәре.

Фонетика һәм графика. Өн һәм хәреф мөнәсәбәте. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Башҡорт теленең өндәре һәм үҙләштерелгән өндәр.Башҡорт графикаһы тарихынан: ғәрәп графикаһы, латин һәм рус графикаһы осорҙары.

Орфография.Башҡорт теле орфографияһының төп һәм өҫтәлмә принциптары. Ҡушма һүҙҙәр, уларҙың яҙылышы: ҡушма һәм айырым яҙыу, ҡыҫҡартып яҙыу, һыҙыҡса аша яҙыу. Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу ҡағиҙәләре, һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.

Орфоэпия.Башҡорт телендә баҫымдың үҙенсәлектәре: телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреше. Сингармонизм, башҡорт телендә уның үҙенсәлектәре.

Морфология.

Һүҙ төркөмдәре, уларға дөйөм характеристика: үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исемдәш һүҙ төркөмдәре: исем, алмаш, сифат, һан, уларҙы берләштереүсе билдәләр.

Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгәрешенең үҙенсәлектәре. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Исемдәрҙең иркәләү, кесерәйтеү формалары.

Сифат. Исемләшкән сифаттар, сифат дәрәжәләре.

Һан. Һан төркөмсәләре, нумератив һүҙҙәр.

Алмаш. Уның төркөмсәләре, зат алмаштары, күрһәтеү, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ, эйәлек алмаштары.

Рәүеш. Уның мәғәнәләре, дәрәжәләре, яһалышы.

Ҡылым. Затлы ҡылымдар һәм ҡылым һөйкәлештәре. Хәбәр һөйкәлеше, бойороҡ һөйкәлеше, шарт, теләк һөйкәлеше. Сифат, хәл, уртаҡ, исем ҡылымдар. Ҡылым йүнәлештәре.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Бәйләүестәр. Теркәүестәр. Киҫәксәләр. Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар, уларҙың бүленеш, телмәрҙәге роле.

Үткәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау































Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

1. Уҡылған әҫәрҙең темаһын билдәләү, образдарға хас сифаттарҙы аса белеү,текста ҡулланылған Һүрәтләү сараларының функцияларын төшөнөү.

2. Әҫәрҙе уҡып,уның идея-тематик йөкмәткеһен,образдарын һәм художестволы үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

3. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

4. 110-120 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; һорауҙарға яуаптар яҙа белеү, план төҙөү.

5. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; күберәк үҙ аллы уҡыу


Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.


1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

1.Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеш диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

2.Уҡыу йылы башында инеш диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Контроль диктант – 2; изложение – 3; инша – 1;диктант -2.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш.


5-11 класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары


Уҡыусының яуабын баһалағанда, түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы; үтелгәнде аңлы үҙләштереүңлау кимәле; яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәғдим иткән өлөшөнә логик эҙмәҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға, яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә, билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш. Әгәр уҡыусы:

  • тәғдим ителгән теманы тулы аңлатһа, тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  • үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  • Материалды эҙмәҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы:

  • «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа;

  • телендә, телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә, уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы:

  • тәғдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә, ләкин

  • Материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  • Әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә, үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  • Яуабында эҙмәҙлелек һаҡланмаһа, телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа, уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы:

  • һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен, билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә,

  • материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.


«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.




Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау


Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  • теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

  • яҙғанда, грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә.

Шуның өсөн иншаға ла, изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.


Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмәҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк, бөтәһе 1 генә хата) булһа

«5» билдәһе ҡуйыла

Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә

Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла,фактик хаталар осраһа,

Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа, уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки 1 орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән, һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,

Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән ,йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата, йәки 3 орфографик 3 һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

Яҙма эш темаға тура килмәһә,

Фактик хаталар күп булһа,

Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

Һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа, эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа, һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән, пунктуацион хаталары 7-нән, грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла



Әҙәбиәт буйынса


Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә, йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы.












































Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  3. Таблицалар.

  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  5. Китап, 2006 .

  6. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  7. Электрон дәреслектәр 5-9 кластар, 9-11 кластар.

  8. И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит.

  9. Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит.

  10. М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап , 2006 – 384 бит.

  11. З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит.

  12. Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2004 – 224 бит.


Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • видеомагнитофон

  • компьютер;

  • магнитофон.
























Төп әҙәбиәт.

  1. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2007.- 344 бит.

  2. М.Ғ Усманова, З.М Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, “Китап”, 2009.

Өҫтәлмә әҙәбиәт.


  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  3. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  8. Салауат Галин Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө ,Китап, 2004.

  9. И.Д. Бураҡаев, М.С. Бураҡаев Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары. Өфө, Китап, 2001.

  10. Ҡыҙыҡлы грамматика: Өфө, Китап, 1993.

  11. Ф.Ф. Абдуллина, В.Ш.Псәнчин 10-сы кластар өсөн “Әсә теле” дәреслегенә дидактик материал. Өфө, Китап, 2003.

  12. М.Ғ. Усманова, Ф.Ф.Абдуллина. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма.

  13. М.Ғ. Ғималова, С.М.Рәхимова. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, Китап, 1996, 224 бит.

  14. М.Ғ. Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап,2009, 168 бит.

  15. Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ғ.Ғималова, Р.З.Шәкүров. Әҙәбиәт хрестоматия. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн – Өфө: Китап,2008 – 336 б.

  16. Ғ.Б. Хөсәйенов, Ғ.С.Ҡунафин, Р.С.Искәндәров, Ғ.Й.Рамазанов Башҡорт әҙәбиәте:9-сы класс өсөн дәреслек- Өфө: Китап, 1994, 168 бит.

  17. Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап,1997, 352 бит.


















20



Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 29 ноября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru


Общая информация

Номер материала: ДВ-337545
Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 29 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>