Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе 11 класс

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе 11 класс


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:









































































































Аңлатма яҙыу.


Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:


  1. Рәсәй Федерацияһының “ Мәғариф тураһында” Законы (29.12.2012 й. №273)

  2. Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы (01.07.1013 й. № 696-З)

  3. «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  4. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  5. МБДББУ Яңауыл ҡалаһының Р.Гәрәев исемендәге мәктәптең 2015-2016 уҡыу йылына уҡыу планы.

  6. Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт теле 5-11 класс. – Өфө: Китап, 2012

  7. Юлмөхәмәтов М.Б. Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт әҙәбиәте. –Өфө: Китап, 2011

  8. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  9. Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Яңауыл ҡалаһы Р.Гәрәев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 11-се класы өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. , Хөснөтдинова Ф.Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 11-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. – Өфө : Китап, 2007.

Программа кимәле : базалы

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап,2009- 168 бит; Х.А.Толомбаев, С.В.Атнағолова. Диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теле буйынса 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап, 1993 – 224 бит; Б.Б.Ғафаров. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап,2008. -352 бит;

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит

Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит

М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит

З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит

Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2004 – 224 бит

Пр ограмма үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.


Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа телде белмәгән балаларға мәктәптә башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә,практик файҙаланырға өйрәтеү - үҙәк бурыс.

  2. 11-се класта башҡорт( туған) телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға икешәр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡорт теленең фонетик,лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Үҙ фекереңде билдәле бер кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

  4. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Тел материалын эре блоктар алымы менән өйрәнеү тәҡдим ителә һәм башҡорт теленең күренештәрен айырым кластарға бүлеп өйрәнеү өсөн түбәндәге блоктар тәҡдим ителә: 11-се класс. Телдең ижтимағи әһәмиәте. Милләт һәм тел. Донъя телдәре картаһы: Алтай телдәре, Урал телдәре. Урал-Алтай телдәренең ҡәрҙәшлеге мәсьәләләре.




















Тематик планлаштырыу


п/п

Бүлек атамаһы, дәрес темаһы

Сәғәттәр һаны

Шулай уҡ:

Контроль эштәр

Телмәр үҫтереү


Башҡорт әҙәбиәте




1

Мостай Кәрим

7


1

2

Рәми Ғарипов

3



3

Әхиәр Хәким

2


1

4

Ғайса Хөсәйенов

5



5

Рауил Бикбаев

2



6

Ноғман Мусин

5



7

Азат Абдуллин

2



8

Рәшит Солтангәрәев

3



9

Динис Бүләков

4



10

Хәсән Назар

2




Башҡорт теле




11

Телдең ижтимағи әһәмиәте

1



12

Башҡорт халҡының формалашыу тарихы

2

1


13

Хәҙерге башҡорт әҙәби теле

1



14

Синтаксис һәм тыныш билдәләре

3



15

Һөйләмдең баш киҫәктәре

1



16

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре

1



17

Ябай һөйләмдәрҙең төҙөлөшө буйынса төрҙәре

3

1

1

18

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре

1



19

Һөйләмдә һүҙ тәртибе.

1


1

20

Ҡушма һөйләм

5



21

Тыныш билдәләре

2



22

Тура һәм ситләтелгән телмәр

1

1


23

Үткәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау

1




Бөтәһе: 68

61

3

4









































































Дәрестең темаһы


Сәғәт

һаны

План буйынса

Фактик

Өй эше

Иҫкәрмә

1

Башҡорт теле тураһында дөйөм төшөнсә.

1

02.09


Шиғырҙы уҡырға


2

М. Кәрим. Биографик белешмә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады

1

04.09


Хронологик таблица төҙөргә, шиғыр ятларға


3

Төрки телдәр һәм башҡорт теле.

1

09.09


2 – се күнегеү


4

М.Кәримдең һуғыштан һуңғы ижады.

1

11.09


99 – 106 –биттәр, уҡырға


5

Инеш диктант.”Ватаным

1

16.09




6

М. Кәрим “Ҡара һыуҙар” поэмаһы

1

18.09


107 – 119 – сы һорауҙарға яуап бирергә


7

Башҡорт теленең диалекттары.

1

23.09


5 – се күнегеү


8

М.Кәрим – прозаик. “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ”.

1

25.09


Образдарға характеристика бирергә


9

Хәҙерге башҡорт әҙәби теле, стилдәре.

1

30.09


Ҡағиҙәне ятларға,

12 – се күнегеү


10

Инша. “Мостай Кәримдең “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” повесында Оло инәй образы”.

1

02.10


Иншаны яҙып бөтөрөргә


11

Һүҙбәйләнеш.

1

07.10


24 – се күнегеү,

26 – сы күнегеү


12

М. Кәрим”Ай тотолған төндө” (трагедиянан өҙөк).

1

09.10


Ролләп уҡырға, тасуирлама бирергә


13

Ябай һөйләм. Раҫлаусы һәм инҡар итеүсе һөйләмдәр.

1

14.10


31 – се күнегеү


14

М.Кәрим “Ташлама утты, Прометей!” (трагедиянан өҙөк).

1

16.10


145 – 154 – се биттәр шыма уҡырға


15

Һөйләмдәрҙең әйтелеү маҡсаты буйынса төрҙәре. Хәбәр, һорау, өндәү, бойороҡ. тойғо һөйләмдәр.

1

21.10


33,38 – се күнегеүҙәр


16

Р.Ғарипов. Биографик белешмә. “Йырҙарыма ҡайтам”, “Урал йөрәге”, “Салауат батыр” шиғырҙары.

1

23.10


Хронологик таблица төҙөргә, шиғырҙарҙы өлгөлө уҡырға


17

Изложение.”Салауат күпере”

1

28.10




18

Р.Ғарипов “Уйҙарым”, “Аманат” ҡобайырҙары, “Табыныу” поэмаһы.


1

30.10


Ҡобайырҙан өҙөктө ятларға


19

Синтаксик бәйләнештең төрҙәре.

1

06.11


42 – се күнегеү


20

Р. Ғарипов “Дон Кихот”, “Шағир”, “Батырша”, “Интегралдар” поэмаһы.

1

11.11


Тасуири уҡырға, һорауҙарға яуап бирергә


21

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы.

1

13.11


46 , 51 – се күнегеүҙәр


22

Ә. Хәким. Биографик белешмә.“Өйөрмә” романы.

1

18.11


Биографияны һөйләргә өйрәнергә


23

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы, уның бирелеше.

1

20.11


54 – се күнегеү


24

Әхиәр Хәким “Бәйге” (романдан өҙөк).

1

25.11




Йөкмәткеһен һөйләргә.


25

Инша.”

С.Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры”

1

27.11




26

Тамырлы ижад. Ғ. Хөсәйеновтың тормошо һәм ижады.

1

02.12





Хронолгик таблица төҙөргә,


27

Тултырыусы, уның бирелеше. Өҫтәлмәлек.

1

04.12


58 – се күнегеү


28

Ғайса Хөсәйенов “Тормош”китабы.

1

09.12


Һөйләргә өйрәнергә


29

Хәлдәр, уларҙың төрҙәре, бирелеше.

1

11.12


62 – се күнегеү


30

Ғ.Хөсәйенов “Рудасы Исмәғил Тасим улы”.

1

16.12


Һорауҙарға яуап бирергә, 224 – се бит


31

Контроль диктант.

Башҡрот етете Шакирйән”

1

18.12




32

Хаталар өҫтөндә эш. Ябай һөйләмдәрҙең төҙөлөшө.

1

23.12


Һөйләмдәр төҙөргә


33

Рудасы Исмәғил Тасим улы” әҫәрендә киләсәкте ҡайғыртыу мотивтары.

1

25.12


Шыма уҡырға


34

Ябай һөйләмдәрҙең төҙөлөшө буйынса төрҙәре. Ике һәм бер составлы һөйләмдәр

1

15.01


67 – се күнегеү


35

Ғайса Хөсәйенов “Ҡанлы илле биш”.

1

20.01


Образдарға характеристика бирергә.


36

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

1

22.01


70- се күнегеү


37

Р.Бикбаев “Ғүмер уртаһы”, “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ”.

1

27.01


Биографияны белергә, тасуири уҡырға


38

Изложение.

Сәскә, ә үҙе сәғәт”

1

29.01




39

Р.Бикбаев “Салауат ҡылысы”, “Бөрйән ҡарағайы”.

1

03.02


Шиғырҙы ятларға


40

Һөйләм киҫәктәре менән бәйләнешле булмаған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр

1

05.02


75 – се күнегеү


41

Ноғман Мусин. Тормошо һәм ижады

1

10.02


Хронологик таблица төҙөргә, уҡырға


42

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

1

12.02


79 – сы күнегеү


43

Ноғман Мусин “Ауылым юлы”.

1

17.02


Һорауҙарға яуап бирергә


44

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Һүҙҙәрҙең ыңғай һәм кире тәртибе.

1

19.02


83 – сө күнегеү


45

Ноғман Мусин “Мәңгелек урман”.

1

24.02


Һөйләргә,

248 – 265 – се биттәр


46

Ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

1

26.02


89 – сы күнегеү


47

Н. Мусин “Мәңгелек урман” романында образдар системаһы.

1

02.03


Иншаны яҙырға


48

Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре.

1

04.03


94 – се күнегеү


49

Н.Мусин “Шайтан ҡуласаһы”.

1

09.03


Өлгөлө уҡырға


50

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.


1

11.03


98 – се күнегеү


51

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.


16.03


101-се күнегеү


52

А.Абдуллиндың тормошо һәм ижады.

1

18.03


Биография белергә


53

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр. Теҙемдәр.

1

23.03


104 – се күнегеү


54

А.Абдуллин “Ун өсөнсө председатель” драмаһы.

1

06.04


Ролләп уҡырға, ҡылыҡһыр-лама бирергә


55

Тыныш билдәләре.


1

08.04


108 – се күнегеү


56

Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.


13.04


Тест эшләргә


57

Р.Солтангәрәев “Хамбал”

1

15.04


299 – сы бит, яуап.


58

Р. Солтангәрәев “Хамбал” әҫәрендә ауыр тормоштоң һүрәтләнеше.

1

20.04


Тасуири уҡырға


59

Тура һәм ситләтелгән телмәр.

1

22.04


116,119 – сы күнегеүҙәр


60

Р.Солтангәрәев “Ҡиәмәтлек кейәү”.

1

27.04


Һөйләргә өйрәнергә


61

Динис Бүләков “Килмешәк”

1

29.04


Хронологик таблица төҙөргә


62

Д. Бүләков «Килмешәк» романында заман темаһы.

1

04.05


Һорауҙарға яуап бирергә, 326 – сы бит


63

Динис Бүләков. “Ғүмер бер генә” романы

1

06.05




64

Д.Бүләков“Ғүмер бер генә” романында заман темаһы

1

11.05


Һөйләргә өйрәнергә


65

Хәсән Назар “Сәңгелдәк”, “Таулыҡай”, “Ауылымда”, “Тау шишмәһе”, “Тауҙар”.

1

13.05


Шиғыр ятларға


66

Хәсән Назар “Әсәйем”, “Атай тауышы”, “Шәмсыраҡ”, “Йәшәйем”

1

18.05


Тасуири уҡырға


67

Контроль диктант.”Ҡырсынташ”

1

20.05




68

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе йомғаҡлау.

1

25.05



































Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Хәҙерге әҙәбиәт.

Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙең әҙәбиәткә йоғонтоһо.Яңы быуын шағирҙарының яңы ижади табыштары.

Мостай Кәрим.

Мостай Кәримдең биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. Мөхәббәт һәм нәфрәт темаһы.Һуғыштан һуңғы ижадында хеҙмәткә,бәхетле, тыныс тормошҡа дан йырлау.

Ҡара һыуҙар поэмаһында төп темаларҙың контраст бирелеүе:һуғыш һәм тыныслыҡ,батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ.

Фәлсәфәүи шиғырҙарында тормош ,яҙмыш тураһында уйланыуҙары.

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ повесында әҙәп-әхлаҡ проблемаһының ҡуйылышы.Повеста йәмғиәттең,ғаиләнең роле.Әҫәрҙең жанр үҙенсәлектәре.

Ай тотолған төндә трагедияһында башҡорт ырыуҙары көнкүрешенең һүрәтләнеүе.Трагедияның жанр үҙенсәлектәре.

Трагедияларында азатлыҡ өсөн көрәш идеяһының сағылышы.Трагедияның драматик эшләнеше,поэтик теле һәм стиле.

Рәми Ғарипов.

Р.Ғариповтың биографияһы һәм ижады.

Тыуған төйәккә ,хеҙмәткә дан йырлау.

Лирик шиғырҙарының тематикаһы.Шиғри хикәйәт һәм ҡобайырҙары. Шиғри хикәйәтендә Башҡортостан , ир-егеттәр образы.

Ҡобайырҙары.Тыуған ил,халыҡ яҙмышы, ил улдары тураһында уйланыуҙары.

Поэмалары . Шәхес культы йылдарында ил, халыҡ,милли интелигенцияның эҙәрлекләнеүе фажиғәһен күрһәтелеүе.

Донъя һәм мөхәббәт темалары. Поэтик эшләнеше.

Әхиәр Хәким.

Ә.Хәкимдең биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

Ә.Хәким-романист. Өйөрмә романында утыҙынсы йылдар фажиғәһе.Репрессияға юлыҡҡан башҡорт интеллегенцияһы,яҙыусылары яҙмышының һүрәтләнеше.

Символик мәғәнәле өйөрмә образы.Тоталитар режимдың сағылышы.

Ғайса Хөсәйенов.

Әҙиптең биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

Парсаларында тормош тураһында уйланыуҙары.

Рудасы Исмәғил Тасим улы” тарихи-документаль повесын үҙләштереү,төп идеяһын асыҡлау.Унда ҡаһарманлыҡһәм фажиғә,киләсәкте ҡайғыртыу мотивтары.

Ҡанлы илле биш” тарихи тематикалы роман.Романдың йөкмәткеһен үҙләштереү.

Рауил Бикбаев.

Тормош юлы һәм фәнни эшмәкәрлеге.

Ғүмер уртаһы” шиғырында халыҡ,тыуған ил,ғүмер тураһындағыуйҙары.

Һыуһаным-һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында социаль,иҡтисади,экологик һәм мораль- этик проблемаларҙың ҡуйылышы.

Ете быуыным” ,”Салауат ҡылысы” шиғырҙарында милләттең изге аманаты,рухи байлығы,йолалары сағылышы.

Бөрйән ҡарағайы”, “ Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе” шиғырҙарында замана,мораль-этик мәсьәләләр.

Ноғман Мусин.

Яҙыусының биографияһы һәм ижады.Тәүге хикәйәләре.

Ауылым юлы” повесының тематикаһы.Әҫәрҙә мораль-этик проблема.Кешенең тәбиғәткә,хеҙмәткә мөнәсәбәте.

Мәңгелек урман” романында сағылдырылған тарихи осор.Уның ҡаршылыҡтары. Геройҙарҙың яҙмышы аша халыҡтың социаль,милли-колониаль иҙелеүен һүрәтләү.Романдың художество эшләнеше,композицияһы.

Шайтан ҡуласаһы” повесында ғаилә,мөхәббәт бала тәрбиәләү,әҙәп,әхлаҡ проблемалары.

Азат Абдуллин.

Яҙыусының биографияһы,ижад юлы.

Ун өсөнсө председатель драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе.Драмала әҙәп-әхлаҡ мәсьәләһе.Әҫәрҙең популярлығы.мәскәүҙә Вахтанов исемендәге театрҙа ҙур уңыш менән барыуы.

Рәшит Солтангәрәев.

Яҙыусының тормошо һәм ижады.

Хамбал” хикәйәһендә Бөйөк Ватан һуғышы килтергән аслыҡ һәм ауыр тормоштоң һүрәтләнеүе. Яуыз Хамбал образы,уның фажиғәле үлеме.

Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһендә оҙаҡ йылдар улын көткән ҡарт әсә образы.Уның уй- һағыштары.Хикәйәләге психологизм. Әҫәрҙең художество үҙенсәлеге.

Динис Бүләков.

Яҙыусының тормошо һәм ижады.

Килмешәк” романының идея-тематик йөкмәткеһе.Унда ижтимағи,иҡтисади,мораль-этик мәсьәләләрҙең ҡуйылышыһәм хәл ителеше.Әҫәрҙә ерҙе тәбиғәтте һаҡлау өсөнкөрәш темаһы. Әҫәрҙең теле,художество эшләнеше.

Ғүмер бер генә” романында заман темаһы һәм экология, ғаилә, мөхәббәт мәсьәләләре. Романдың тел-стиль, художество үҙенсәлектәре.

Хәсән Назар.

Хәсән Назарҙың тормошо һәм ижады.

Сәңгелдәк”, “Әсәйем”, “Атай тауышы”, “Йәшәйем” шиғырҙарында Әсәйҙең бөйөклөгө тураһында шағирҙың уй-фекерҙәрҙең бөйөклөгө.Ил яҙмышы,йәшәү мәғәнәһенең һүрәтләнеүе.

Таулыҡай “,”Ауылымда”,” Тау шишмәһе”,” Тауҙар” шиғырҙарында тыуған төйәккә,ергә, халыҡҡа һөйөүҙең фәлсәфәүи бирелеүе.

Шәмсыраҡ “поэмаһында лирик герой. Поэманың композицион,поэтик үҙенсәлектәре.

Башҡорт теле

Телдең ижтимағи әһәмиәте.

Милләт һәм тел.Милли тел һәм милли мәҙәниәт,уларҙың бер-береһенә бәйле булыуы.Милли телдең милләттең үҫеш тарихына

бәйле булыуы.

Төрки тел һәм башҡорт теле.

Башҡорт халҡының формалашыу тарихы.

Хәҙерге башҡорт теле,уның диалекттары,һөйләштәре,уларҙың таралыу сиктәре.Башҡорт теленең ниндәй телдәр менән мөнәсәбәткә инеүен асыҡлау,уның сәбәптәрен аңлау.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теле.

Хәҙерге башҡорт теленең стилдәре.Башҡорт теленең төрлө маҡсаттан сығып ҡулланылыуы.Халыҡ ижады әҫәрҙәренең жанрҙары.

Синтаксис һәм тыныш билдәләре.

Синтаксик берәмектәр һүҙбәйләнеш,һөйләм,текст,уларҙың үҙ-ара бәйләнеше.

Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Башҡорт телендәге һөйләмдәрҙең тәғәйенләшеүенә ,төҙөлөшөнә һәм ҡулланыу үҙенсәлектәренә ҡарап төркөмдәре.

Һөйләм дәрҙең әйтелеү маҡсаты буйынса төрҙәре хәбәр,һорау,өндәү-бойороҡ,тойғо һөйләмдәр,уларҙың үҙенсәлектәре. Синтаксик бәйләнештең төрҙәре.Теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш, уларҙы барлыҡҡа килтереүсе сараларЭйәртеүле бәйләнештең төрҙәре.ярашыу,башҡарылыу.йәнәшәлек,һөйкәлеү.



Һөйләмдең баш киҫәктәре.

Эйә,уның бирелеше.Эйәнең төп билдәләре һәм грамматик бирелеше,составы.

Хәбәр,уның эйә тураһында нимә булһа ла хәбәр итеүе һәм эйә менән бәйләнеп килеүе.Хәбәрҙең төп билдәләре,уның составы.Эйә менән хәбәрҙең килеү урыны.эйә менән хәбәрҙең ярашыуы.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

Уларҙың баш киҫәкте асыҡлап,уға эйәреп килеүе,һөйләмдә бер эйәрсән киҫәкте икенселәре асыҡлап килеү осраҡтары.

Аныҡлаусылар,уларҙың бирелеше.Уларҙың исем менән белдерелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы.

Тултырыусылар,уларҙың ҡылым менән белдерелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы,исем һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килеүе.Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар.

Өҫтәлмәлек.Эйәреүсе киҫәктән һуң килеп,уның мәғәнәһенә өҫтәлмә аныҡлыҡ биреүе.

Хәлдәр.уларҙың төрҙәре,бирелеше.Уларҙың мәғәнәләре һәм үҙҙәре эйәргән Һүҙҙәргә бәйләнеү саралары.Диктант яҙыу.

Ябай һөйләмдәрҙең төҙөлөшө буйынса төрҙәре.

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре: билдәле эйәле,билдәһеҙ эйәле,эйәһеҙ,атама һөйләмдәр.

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.Мәғәнә асыҡлығы өсөн кәрәк булған киҫәктәрҙең бөтәһенең дә бирелеүе.Алдағы һөйләмдәрҙән йәки фекер ағышынан аңлашыла торған һүҙҙәрҙең еңел генә төшөп ҡалыу мөмкинселеге.

Һөйләм киҫәктәре менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр.

Өндәш һүҙҙәр һәм улар эргәһендә тыныш билдәләре.Өндәш һүҙҙәрҙең телмәр төбәп әйтелгән затты,предметты белдереүе,Һөйләмдә килеү урыны.йыйнаҡ һәм тарҡау була алыуы,предметтарға төбәп өндәшеүҙең мәғәнә биҙәге.

Инеш һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр,уларҙың һөйләмдәге уй-фекергә һөйләүсенең мөнәсәбәтен белдереүе,башҡа һөйләм киҫәктәренән өтөр менән айырылыуы.

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

Телмәрҙә айырым мәғәнә төҫмөрләнешен биреү өсөн ҡайһы бер һөйләм киҫәктәренеңинтонация менән айырым әйтелеүе,уныңһөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибенә мөнәсәбәте.Башҡорт телендә аныҡлаусыларҙың,хәлдәрҙең айырымланыуы.

Һөйләмдә һүҙ тәртибе.

Логик баҫым.Башҡорт телендә ,рус теле менән сағыштырғанда,һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибенең үҙенсәлектәре:һүҙҙәрҙең ыңғай һәм кире тәртибе,уның сәбәптәре.

Ябай һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Ирекле иншалар,изложениелар яҙыу

Ҡушма һөйләм.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр,уларҙың төркөмсәләре.Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр,уларҙың төрҙәре.Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр.Теҙемдәр.Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Ҡушма һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Ирекле иншалар,изложение яҙыу.

Тыныш билдәләре.

Тыныш билдәләрен төркөмләү.Һөйләм төҙөлөшө,мәғәнәһе,интонация һәм тыныш билдәләре ҡуйылышы.

Синтаксис һәм тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау.

Тура һәм ситләтелгән телмәр.

Һөйләүсенең үҙ телмәренә кешеләрҙең һүҙҙәрен дә индерәалыуы.Тура телмәрҙе ситләтелгән телмәргә әйләндереү.Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Текст төҙөлөшө.

Текст-тамамланған телмәр берәмеге. Уның төп билдәләре.Текст эсендәге һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеү юлдары һәм саралары.

Үткәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау.

Диктант яҙыу,хаталар өҫтөндә эш.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. Уҡылған әҫәрҙең темаһын билдәләү, образдарға хас сифаттарҙы аса белеү,текста ҡулланылған Һүрәтләү сараларының функцияларын төшөнөү.

  2. Әҫәрҙе уҡып,уның идея-тематик йөкмәткеһен,образдарын һәм художестволы үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

  3. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  4. 110-120 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; һорауҙарға яуаптар яҙа белеү, план төҙөү.

  5. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; күберәк үҙ аллы уҡыу

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Контроль диктант – 3; изложение – 2; инша – 2.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы.


5-11 класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары


Уҡыусының яуабын баһалағанда, түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы; үтелгәнде аңлы үҙләштереүңлау кимәле; яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәғдим иткән өлөшөнә логик эҙмәҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға, яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә, билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш. Әгәр уҡыусы:

  • тәғдим ителгән теманы тулы аңлатһа, тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  • үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  • Материалды эҙмәҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы:

  • «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа;

  • телендә, телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә, уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы:

  • тәғдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә, ләкин

  • Материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  • Әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә, үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  • Яуабында эҙмәҙлелек һаҡланмаһа, телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа, уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы:

  • һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен, билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә,

  • материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана. Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  • теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

  • яҙғанда, грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә.

Шуның өсөн иншаға ла, изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.



Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмәҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк, бөтәһе 1 генә хата) булһа

«5» билдәһе ҡуйыла

Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә

Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла,фактик хаталар осраһа,

Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа, уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки 1 орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән, һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,

Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән ,йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата, йәки 3 орфографик 3 һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

Яҙма эш темаға тура килмәһә,

Фактик хаталар күп булһа,

Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

Һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа, эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа, һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән, пунктуацион хаталары 7-нән, грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла



Әҙәбиәт буйынса


Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә, йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы.












































Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  3. таблицалар

  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

    1. Китап, 2006 .

  5. Башҡрт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  6. Электрон дәреслектәр 5-9 кластар, 9-11 кластар.

  7. И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит.

  8. Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит.

  9. М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит.

  10. З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит.

  11. Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2004 – 224 бит.


Материаль-техник ҡулланмалар.

  • телевизор;

  • видеомагнитофон

  • компьютер

  • магнитофон




























Төп әҙәбиәт.


  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Урыҫ мәктәптәренең 11-се класы өсөн дәреслек. -Өфө: Китап, 2007.-360 бит.

  2. М.Ғ Усманова, З.М Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, “Китап”, 2009.


Өҫтәлмә әҙәбиәт.


  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  3. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  8. Салауат Галин Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө ,Китап,-2004

  9. И.Д. Бураҡаев, М.С. Бураҡаев Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары. Өфө, Китап,-2001

  10. Ҡыҙыҡлы грамматика: Өфө, Китап, 1993

  11. Ф.Ф. Абдуллина, В.Ш.Псәнчин кластар өсөн Әсә теле дәреслегенә дидактик материал. Өфө, Китап, 2003

  12. М.Ғ. Усманова, Ф.Ф.Абдуллина Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма

  13. М.Ғ. Ғималова, С.М.Рәхимова. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, Китап, 1996-224 бит.

  14. М.Ғ. Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап,2009- 168 бит

  15. Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ғ.Ғималова, Р.З.Шәкүров. Әҙәбиәт хрестоматия. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн – Өфө: Китап,2008 – 336 бит

  16. Ғ.Б. Хөсәйенов, Ғ.С.Ҡунафин, Р.С.Искәндәров, Ғ.Й.Рамазанов Башҡорт әҙәбиәте:9-сы класс өсөн дәреслек- Өфө: Китап, 1994 168 бит

  17. Ғ.Ғ. Сәйетбатталов Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап,1997 352 бит.


























20



Автор
Дата добавления 14.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров245
Номер материала ДВ-337559
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх