Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по родному языку 7 класс ФГОС

Рабочая программа по родному языку 7 класс ФГОС

Скачать материал
  1. Аңлатма яҙыу

Башҡортостан  Республикаһы Президентының  Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды.  (Рәсәй Федерацияһы. Рәсәй Федерацияһының  мәғарифы хаҡында федераль законы. № 273 –ФЗ 29.12.2012 йылдан. – Ростов н\Д : Легион , 2013).  Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү өс төрлө программа нигеҙендә алып барыла:

1) Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.

2) Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). БР Мәғариф министрлығы.Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә. Өфө - 2008.

3) Башҡорт теленән программа.(V-XI кластар өсөн) БР Мәғариф министрлығы. Ижевск:КнигоГрад,2008.

Беҙҙең мәктәптә уҡытыу тәүге ике программаға  нигеҙләнеп  ойошторолдо. Икенсе программа менән башҡорт төркөмдәре шөғөлләнә.

Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.

Программа телде өс йүнәлештә

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу

- телдең системаһын өйрәнеү

- бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота, милли тәрбиә лә ҡарала.

  1. Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы нигеҙендә төҙөлдө.Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. Ижевск:КнигоГрад, 2008.

 

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-        башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;

-        башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;

-        бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

1.      Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2.      Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3.      Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.      Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.      Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6.      Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

  1. Уҡыу планында предметтың урыны.

Уҡыу планында башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыуға 6 класта 68 сәғәт (аҙнаһына 2 сәғәт) бүленгән. Шуларҙың 1 сәғәте - диктант, 2 сәғәте -  изложение,  3 сәғәте – инша, 1 сәғәте-һорауҙарға яуап

 

 

  1. Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

          Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү; танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре:

башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә).

   А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;

- уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу; тыңлап аңлауҙа:

уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; 

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм шәхси хат яҙыу.

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү; өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү; ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; үҙ-үҙеңде баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү; балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү; балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында: уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

 

  1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Теле бар6ы8 - иле бар 17 с.

 

Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр

Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. «Етем төлкө», «Айыу мөнән бал ҡорттары». Тылсымлы әкиәттәр. «Алтын алма», «Әбйәлил». Тормош-көнкүреш әкиәттәре «Алтын тамсы», «һаранбай менән Зиннәт ағай».

Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.

Риүәйәт һәм легендалар

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза»

Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү.

Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заман формалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәге була алыуы.

Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреше.          

Йырҙар

Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-кыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.

Таҡмаҡтар

Таҡмактар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.

Алтын көҙ

М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы: Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.

М.Ғафури. «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү. 

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе.

Уҡыу - белем шишмәһе - 5 сәғәт.

Раил Байбулатов. «Нурлы күҙҙәр». Н.Мусин. «Тайғаҡ баҫма». Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы. Хәмзә һәм уҡытыусы, һуғыш ветераны Уғатар ағай образдары. Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы. Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау.

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Дуҫлыҡта – берҙәмлек –  6 сәғәт.

Б.Бикбай. «Рус теле», Р.Сафин. «Дуҫлыҡ», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ», М. Кәрим. «Миләш». Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү.

Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар.

Ә.Бикчәнтәев. «Бакенщиктар илаҡ булмай». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Ата һәм ул образдары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Хеҙмәте юҡтың - хөрмәте юҡ - 7 сәғәт.

М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе.

М.Ямалетдинов. «Ураҡ өҫтө» шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. Уйылдан образы.

Ж.Кейекбаев. «Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар.

Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе.

Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуы.

Исемлек билдәләре:  килеш,  һан,  эйәлек  категориялары  менән үҙгәреүе.

Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.

Ж.Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар» романынан өҙөк. Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп образдарға характеристика биреү.Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу.

Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә.

Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау.

Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б.

Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.

Башҡортостан-ғәзиз ерем - 3 сәғәт.

Ә.Үтәбай. «Башҡортостан» шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы. А.Игебаев. «Онотманым һине, ауылым» шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү.

Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе. Сифат ҡылымдың заман менән үҙгәреүе. Хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрө, ябай һәм ҡушма формалары, менән практик таныштырыу, уларҙың барлыҡта йәки юҡлыҡта тора алыуы.

Үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, барлыҡта, юҡлыкта килә алыуы. Киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, төрҙәре, мәғәнәләре. Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, был осраҡта исемдәргә хас категориялар менән үҙгәреүе. Рус теленән айырмалы рәүештә, башҡорт телендә исем алдында   килеүсе   сифат   ҡылымдарҙың   һан,   эйәлек,   килеш ялғауҙарнын ҡабул итмәүе.

Исем ҡылым, уның эш, хәл һәм хәрәкәттең исемен атауы, яһалышы.

М. Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында» Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.

Ап-аҡ ҡарҙар яуа -  4 сәғәт.

К.Кинйәбулатова. «Һаумы, аҡ ҡыш!», Ш.Бикколов. «Урман», Ә.Әхмәт-Хужа. «Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!», Г.Ғәлиева. «Ҡарһылыу». Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең, тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы.

Ә.ӘҺлиуллин. «Биҙәкле сана». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Боронғо сана яһау һөнәренең сағылышы. Имаметдин ҡарттың һөнәре, халыҡ араһындағы абруйы. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулык мотивы.

Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп кабатлау.

Ил намыҫы - ир күңелөндә - 8 сәғәт.

Р.Шәкүр. «Һаҡта тора илдең улдары» шиғырында Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдары.

Ф.Акбулатова. «Атай икмәге» хикәйәһе. Йөкмәткене үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше.

Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.

В.Исхаков. «Кеше күңеле - тәрән даръя». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге.

Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында төшөнсә.

А.Баһуманов. «Ҡайҙа һин генерал?». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткәһен үҙләштереү. Проблемаларына, образдарына характеристика биреү. План төҙөп, план буйынса һөйләргә өйрәнеү.

Рәүештәрҙең яһалышы: тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәр. Дәрәжәләре. Рәүештәрҙеңтелмәрҙә ҡулланылышы.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр - 4 сәғәт.

Г.Юнысова «Әсәйҙәр байрамы», «Йырлайым әсәйҙәр тураһында» (йыр). Ф.Мөхәмәтдинов «Әсәйем ҡулы» шиғырҙарҙын һәм йырҙы тасуири уҡыу. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы.

Ф.Иҫәнолов. «Бер ҡаҙаҡ май». Әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау.

Ә.Бикчәнтәев. «Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһөн үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү.

Г.Яҡупова. «Әсәйҙәр ниңә ҡартая?», «Мейес әбей».

Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәрө тураһында әңгәмә ойоштороу.

Теркәүестәр. Уларҙың һөйләм киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләмдә ябай һөйләмдәрҙе бәйләп йөрөүе. Теркәүестәрҙең төркөмсәләре: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре, уларҙың телмәрҙәгө ҡулланышын күҙәтеү.

Теркәүес һүҙҙәр: парлы һәм яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бәйләүе күрһәтеү алмаштары менән белдерелә, яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр: һорау һәм күрһәтеү алмаштары менән белдерелгән парлы теркәүес һүҙҙәр.

Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Эх, күңелле яҙ килә! -6  сәғәт.

Р.Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!» шиғырында яҙ килеү менән тәбиғәттең уяныуының, яҙғы эштәр башланыуының һүрәтләнеше. Р.Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырында яҙ килтереүсе һабантурғай образы. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу.

Һ.Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.

Бәйләүестәр. Уларҙың эйәреүсе киҫәк менән эйәртеүсе киҫәкте, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһындағы бәйләнеште барлыҡҡа килтереүе. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре, мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. Синоним бәйләүестәрҙе ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Бәйләүестәрҙең килештәргә мөнәсәбәте: 1) исемдәрҙең төп килештә, ә алмаштарҙың эйәлек килештә килеүен талап итеүсе бәйләүестәр; 2) исемдәрҙең төбәү килешен талап итеүсе бәйләүестәр; 3) исемдәрҙең сығанаҡ килештә тороуын талап итеүсе бәйләүестәр.

Тел - тере шишмә -5  сәғәт.

Ҡ.Аралбай. «Башҡорт тел», Ғ. Байбурин. «Тыуған илемә» шиғырҙарында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы.

М.Кәрим. «Оҙон-оҙак бала саҡ» повесы (өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.

Киҫәксәләр. Уларҙың айырым һүҙгә йәки һөйләмгә ниндәй булһа ла мәғәнә төҫмөрләнеше биреүсе ярҙамсы һүҙ булыуы тураһында төшенсә. Киҫәксәләрҙең төркөмсәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Йәмле йәй -  3 сәғәт.

М.Ғафури. «Болон» шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы.

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы.

Х.Назар. «Йәйге йәшен». Әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

Ымлыҡтар. Уларҙың кешеләрҙең хис-тойғоһон, теләк-ынтылыштарын белдереүе. Ымлыҡ төрҙәре, телмәрҙәге әһәмиәте, дөрөҫ яҙылышы. Ымлыҡтарҙың яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙ булыуы.

С.Әлибай. «Ямғыр теләү» шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше.

Н.Игеҙйәнова. «Өйөрөлмәк» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

  1. Календарь - тематик план

 

Теманы8 й0км2тке3е

С242т

3аны

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек

төрҙәре

Дата

И9к2рм2

план

факт

Теле бар6ы8 - иле бар 17 с.

1

Теле бар6ы8 – иле бар.

Халы7 ижады тура3ында

1

Т7б9н класта 7телг9н 9ки9тт9р2е и6к9 т5ш5р57

 

 

 

2

«ки2тт2р. «ки2тт2р тура3ында.

Хайуандар тура3ында4ы 2ки2тт2р. Етем т0лк0.

1

(ки9тт9р2е4 т5рк5мд9рен айыра беле7

 

 

 

3

Тылсымлы 2ки2тт2р. Алтын алма.«бй2лил

 

1

(ки9тт9р2е м919н97и 5л5шт9рг9 б7ле7

 

 

 

4

Тормош – к0нк1реш 2ки2тт2ре. Алтын тамсы. №аранбай мен2н Зинн2т а4ай

1

Исемд9рг9 биреп план т525й беле7

 

 

 

5

Ер-3ыу атамаларына б2йле ри12й2тт2р 32м легендалар.

Етег2н йондо6.Ай мен2н З03р2

1

«62би2т теория3ы. «Ри12й2тт2р 32м легендалар тура3ында т0ш0нс2»

Телм2р к1некм2л2ре 09т0нд2 к1неге162р . «8г2м2 «Ри12й2тт2р6е8 32м легендалар6ы8 тематик б1ленеше»,«Етег2н йондо6» ри12й2тен ты8лау

 

 

 

6

 

Тарихи ри12й2тт2р . Бошман-?ыпса7 батыр.

Тормош-к0нк1реш ри12й2тт2ре. ;илмияза. Ҡылым

1

Телм2р к1некм2л2ре 09т0нд2 к1неге162р

 

 

 

7

Борон4о 32м х26ерге йыр6ар

Тыу4ан ил 32м халы7 бер62млеге тура3ында йыр6ар Эскадрон

1

«62би2т теория3ы. Йыр тура3ында т0ш0нс2.Йыр6ы ты8лап ишеттере1

 

 

 

8

Урал. Йәйләүлек”йырҙары. Фонетика, һүҙьяһалыш һәм морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

Йыр6ы ты8лап ишеттере1

 

 

 

9

?ас7ындар тура3ында йыр6ар. Буранбай. Бейеш

 

1

Артикуляцион к1неге162р,

«Буранбай с2с2нде8 н29еле !т2б2евтар ш2ж2р23е » мен2н танышыу

 

 

 

10

Кантон башлы7тары тура3ында йыр6ар .Т2фтил21. ?олой кантон

1

Йыр6ы ты8лап ишеттере1 ?урай» дискы, № 53)

 

 

 

11

?атын-7ы6 я6мышы ,т2би42т тура3ында4ы йыр6ар. З0лхиз2. ;илмияза

 

1

«З0лхиз2» ри12й2тен у7ыу, «З0лхиз2» йырыны8 к0й0н ты8лау

?урай» дискы, № 15) «;илмияза» ри12й2тен у7ыу

 

 

 

12

Та7ма7тар. Уйын та7ма7тары. Бейе1 та7ма7тары.

1

«62б2ит теория3ы. Та7ма7тар тура3ында т0ш0нс2.

 

 

 

13

 «Халыҡ ижады» темаһы буйынса. Һорауҙарға яуап

1

Халы3 йыр2арын баш3арыусылар тура8ында м91л7м9тле булыу

 

 

 

14

Хаталар өҫтөндә эш.М.Тажи Алтын к06 ,Ф.Р2хим4олова. “ К06  шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең , көҙ билдәләренең һүрәтләнеше

1

Т9би19т к7ренешт9рене4 87р9тл9неше, 87р9тл97 сараларын табыу

 

 

 

15

М.;афури “?ыр 7а6ы хикәйәһенең идея тематик йөкмәткеһе

1

Белемд9рен пратик 3улланыу

 

 

 

16

Инша яҙырға  әҙерлек. Алтын көҙ

1

көҙгө тәбиғәттең , көҙ билдәләренең һүрәтләнеше тураһында әңгәмә

 

 

 

17

Инша яҙыу. “Алтын көҙ”

1

 эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөү

 

 

 

У7ыу- белем шишм23е 4с.

18

Р.Байбулатов К18ел к1662ре

I б1лек. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ намыҫлылыҡ прблемаларының сағылышы

1

Намыҫлылыҡ , әхлаҡ проблемаларына фекер алышыу

 

 

 

19

Р.Байбулатов К18ел к1662ре

II б1лек

1

Дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ проблемалары

фекер алышыу

 

 

 

20

Н.Мусин Тай4а7 ба9ма

I б1лекәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы

1

Текст 56т5нд9 эшл97

 

 

 

21

Н.Мусин Тай4а7 ба9ма

II б1лек. Ҡылым һөйкәлештәре

1

 

 

 

Ду9лы7та - бер62млек  -      7  с242т

22

Б.Бикбай Рус теле”. Р.Сафин №аба7таштарыма

1

Тасуири у7ыу к1некм2л2ре

 

 

 

23

Р.Сафин №аба7таштарыма

 

1

Фонетик- орфоэпик к1неге162р

 

 

 

24

Ш.Би77ол Ду9лы7,М.К2рим. Мил2ш”. Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡ темаһы

1

Тасуири у7ыу к1некм2л2ре

 

 

 

25

Р.Байбулатов №арыбай

I- II  б1лектәр

1

Батырлы3 тура8ында фекер алышыу

 

 

 

26

Р.Байбулатов №арыбай

III -IV б1лектәр

1

Ата 89 ул ара8ында проблема, ми6алдар килтере7

 

 

 

27

«. Бикч2нт2ев.Бакенщиктар  ила7 булмай ” Шарт һөйкәлеше ҡылымдары

1

Ата 89 ул ара8ында проблема, ми6алдар килтере7

 

 

 

28

Изложение “Мәктәпкә тәү барған көн”

1

Текст 56т5нд9 эшл97. План буйынса һөйләргә өйрәнеү

 

 

 

Хе6м2те юҡтың- х0рм2те юҡ 6 с.

29

Хаталар өҫтөндә эш. М.;афури. « Г0лд2р ба7са3ында»

 

1

Телм2р к1некм2л2ре 09т0нд2 к1неге162р, 28г2м2 « «92р62 эшс2нлек 32м ял7аулы7,ду9лы7 32м дошманлы7ты8 7апма – 7аршы 31р2тл2не1е»

 

 

 

30

М.Ямалетдинов. « Ура7 09т0»

1

Фонетик- орфоэпик к1неге162р, комбайнсы хе6м2те тура3ында 28г2м2

 

 

 

31

Ж.Кейекбаев « Омор6а7 бабай» . Ҡылым төркөмсәләре

1

Телм2р к1некм2л2ре 09т0нд2 к1неге162р

 

 

 

32

Ж.Кейекбаев «Ту4андар 32м таныштар»романынан 060к

I - II  б1лектәр

1

Тасуири у7ыу к1некм2л2ре,

262би2т теория3ы «Герой тура3ында т0ш0нс2»

 

 

 

33

Ж.Кейекбаев «Ту4андар 32м таныштар» романынан 060к III б1лек

1

Йыл7ысылы7,соло7соло7 тура3ында 28г2м2

 

 

 

34

Ҡылым темаһы буйынса контроль диктант “Халыҡтар дуҫлығы”

1

Грамоталы яҙыу.

 

 

 

Баш7ортостан -42зиз ерем 3с.

35

 

 

 Хаталар өҫтөндә эш.« !т2бай . «Баш7ортостан»

1

Телм2р к1некм2л2ре 09т0нд2 к1неге162р,28г2м2 «Лирик герой6ы8 кисерешт2ренд2 Баш7ортостан,Тыу4ан ил образы»

 

 

 

36

А.Игебаев. « Онотманым 3ине,ауылым». Уртаҡ ҡылым

1

Тасуири у7ыу к1некм2л2ре

 

 

 

37

М.К2рим «?айын япра4ы тура3ында»

1

Фонетик- орфоэпик к1неге162р

 

 

 

Ап-а7 7ар6ар яуа 4с.

38

Ш.Би77олов «Урман»

1

Т9би19т к7ренешт9рене4 87р9тл9неше, 87р9тл97 сараларын табыу

 

 

 

39

«.»хм2т-Хужа. « Эй ?ыш бабай.,?ыш бабай». Г.;2лиева «?ар3ылыу»

1

Фонетик- орфоэпик к1неге162р

 

 

 

40

«.»3лиуллин. « Би62кле сана»

1

Борон1а сана я8ау 85н9ре тура8ында фекер алышыу

 

 

 

41

Ҡ.Дәүләткилдеев “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ” картинаһы буйынса эш

1

Белемд9р2е практик 3улланыу, картина буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөү

 

 

 

Ил намы9ы – ир  к18еленд2 8с.

42

Хаталар өҫтөндә эш.Р.Ш2к1р. «№а7та тора илде8 улдары»

1

Тасуири у7ыу к1некм2л2ре

 

 

 

43

Ф.А7булатова. « Атай икм2ге»

I б1лек

 

1

Тыныслы6ты һаҡлаусы ил улдары образдары, яуаплылыҡ

Хик9й9не4 идея –тематик й5км9тке8ен 72л9штере7

 

 

 

44

Ф.А7булатова . « Атай икм2ге»

IIб1лек

1

 

 

 

45

Ф.А7булатова . « Атай икм2ге»

III б1лек.Рәүеш

1

28г2м2 «»92р62 Б0й0к Ватан 3у4ышыны8 31р2тл2неше»

 

 

 

46

В.Исхаков. « Кеше к18еле –т2р2н даръя» I б1лек

1

Т5п герой2ар1а хас сифаттар2ы табыу

 

 

 

47

В.Исхаков. « Кеше к18еле –т2р2н даръя» II - IIIб1лектәр

1

Хик9й9не4 идея –тематик й5км9тке8ен 72л9штере7

 

 

 

48

А.Ба3уманов  «?ай6а 3ин,генералI б1лек

1

Тарихты  беле7

 

 

 

49

А.Ба3уманов «?ай6а 3ин,генералII б1лек

1

Юламан4а характеристика

я6ыу,092рг2 план т0601,уны8 буйынса 30йл2рг2 0йр2не1

 

 

 

;2зизд2р62н- 42зиз 2с2л2р 5с.

50

Г.Юнысова. ««с2й62р байрамы»,

Г.З2йн2шева . Йырлайым 2с2йем тура3ында.

1

Т5п герой2ар1а хас сифаттар2ы табыу

Хик9й9не4 идея –тематик й5км9тке8ен 72л9штере7

 

 

 

51

З. Алтынбаева « «с2 316е»

1

 

 

 

52

Ф.И92н4олов «Бер йом4а7  май»  I б1лек

1

 

 

 

53

«. Бикч2нт2ев. «Яралан4ан б1ре к1662ре»

1

 

 

 

54

Г.Я7упова. « Мейес 2бей». Теркәүестәр

1

Артикуляцион к1неге162р

 

 

 

Я6 килде, я6! 6 с.

55

Р.Ни4м2ти «Я6 килде,я6

 

1

Фонетик- орфоэпик к1неге162р

 

 

 

56

Р.;арипов. « №абантур4ай»

1

Артикуляцион к1неге162р

 

 

 

57

№.Д21л2тшина . «Айбик2» I - II б1лектәр

1

Телм2р к1некм2л2ре 09т0нд2 к1неге162р

 

 

 

58

№.Д21л2тшина. «Айбик2»  III б1лек

1

Образдар4а характеристика бире1

 

 

 

59

Иншаға әҙерлек. “Шаулап-гөрләп яҙ килә”

1

Белгән белемдәрҙе практикала ҡулланыу

 

 

 

60

Инша яҙыу. “Шаулап-гөрләп яҙ килә”

1

Грамоталы яҙыу

 

 

 

Баш7орт теле 5 с.

61

?.Аралбай.  «Баш7орт теле»

;.Байбурин . «Тыу4ан илем2»

1

Фонетик- орфоэпик к1неге162р, «Ту4ан телем – ирк2 г0л0м » 28г2м2

 

 

 

62

М.Кәрим. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» I бүлек

1

Артикуляцион к1неге162р

Образдар1а са1ыштырмаса характеристика бире7

Проза 969рен анализлау

Образдар1а са1ыштырмаса характеристика бире7

 

 

 

63

М.К2рим.  «Байрам ашы 7ара 7аршы» I- III б1лектәр

1

 

 

 

64

М.К2рим.  «Иск2нд2р «с42те» Iб1лек

1

 

 

 

65

М.К2рим. «Иск2нд2р «с42те» IIб1лек. Киҫәксәләр

1

 

 

 

Й2мле й2й 3с.

66

Н.Иге6й2нова. «)йр0лм2к» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү

 

1

Образдар1а са1ыштырмаса характеристика бире7

 

 

 

67

Н.Иге6й2нова.  «)йр0лм2к». Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.

1

Телм2р к1некм2л2ре 09т0нд2 к1неге162р

 

 

 

68

Үтелгәнде ҡабатлау. Йомғаҡлау.

1

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

  1. Уҡыу процесын уҡыу-уҡытыу методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү

1.      Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

2.      5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.

3.      Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.

4.      Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.

5.    Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

6.    Башҡорт теле. 5 – 6 кластар өсөн электрон дәреслек.

7.    Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996

8.    Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Материаль – техник ҡулланмалар.


-        компьютер


  1. Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

1.      Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

2.      Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

3.      Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

4.      Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.

5.      Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

6.      Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

7.      Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу

8.      Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.


 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по родному языку 7 класс ФГОС"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 6 месяцев

Ректор

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 626 642 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 14.05.2016 590
    • DOCX 49.4 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Тарасова Зульфира Ахмеровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Тарасова Зульфира Ахмеровна
    Тарасова Зульфира Ахмеровна
    • На сайте: 8 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 10912
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 457 человек из 66 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 281 человек из 66 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Уникальный образ как педагога: основные принципы позиционирования

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 21 человек из 13 регионов

Мини-курс

Развитие коммуникации и речи у детей раннего возраста

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 20 регионов

Мини-курс

Психология общения: эффективное общение и решение конфликтов

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 509 человек из 69 регионов
Сейчас в эфире

Как школьному учителю зарабатывать онлайн?

Перейти к трансляции