Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Иностранные языки / Конспекты / Рами Гарипов " Һағыш" шиғырын өйрәнеү

Рами Гарипов " Һағыш" шиғырын өйрәнеү

  • Иностранные языки

Поделитесь материалом с коллегами:

Аннотация: Был дәрес өлгөһө, ФГОС шарттарына ярашлы, Рәми Ғариповтың “ Һағыш” шиғыры буйынса төҙөлдө. Ул үҫтереүсе уҡытыу һәм тәнҡитле фекер үҫтереү технологияһына нигеҙләнгән. Был өлгөлә тәнҡитле фекер үҫтереүҙең : КЛАСТЕР, ИНСЕРТ, АНАЛИТИК ЭШ, БЕЛӘМ-БЕЛМӘЙЕМ, КҮҘҘАЛЛАУ, ИЖАДИ ЭШМӘКӘРЛЕК, СИНКВЕЙН кеүек алымдары ҡулланылды. АКРОСТИХ – яңы һүҙ, уның үҙенсәләге менән таныштырыла. Әлбәттә, был дәрес 2 сәғәттә үтелә.


Тема

"... Тик тыуған ер , йәшә , мең йәшә"

Дәрес материалы


Р. Ғарипов “ Һағыш ” шиғыры

Маҡсат


  • Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу:

Шәхес булараҡ формалаштырыу: һүҙ, тел тойғоһо тәрбиәләү; туған телебеҙҙең матурлығын аңлау

Регулятив эшмәкәрлек: Дәрестең маҡсатынан сығып үҙеңдең эшмәкәрлегеңде планлаштырыу; үҙ фекереңде аныҡ әйтә белеү;

Коммуникатив эшмәкәрлек: үҙ фекереңде аныҡ һәм һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен боҙмай әйтә белеү; уҡытыусының, иптәштәрҙең телмәрен тыңлау һәм аңлау

  • Танып – белеү эшмәкәрлеге: бирелгән текстан мәғлүмәт табыу, иң әһәмиәтлеһен айырып алыу, бирелгән һүҙбәйцләнештәрҙән әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү

Планлаштырылған һөҙөмтәләр

Предмет һөҙөмтәләр: Рәми Ғариповтың тормош юлын өйрәнеү, тасуирлау сараларын нығытыу; телмәр үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу, тасуири уҡыу күнекмәһен үҫтереү, уҡыу техникаһын камиллаштырыу

Шәхси һөҙөмтәләр: Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү, лирик герой һәм иптәштәрҙең фекеренән сығып, үҙ фекереңде булдырыу

Метапредмет һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, яңы һүҙбәйләнештәрҙе, мәҡәлдәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, үтелгән материалды тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү.

Бурыстар

  1. Белем биреү: Башҡортостандың халык шағиры Р. Ғариповтың тормошо һәм ижады менән таныштырыу; тасуирлау сараларын нығытыу;

  2. Үҫтереүсе: Бәйләнешле телмәрҙәрен үҫтереү; яңы һүҙбәйләнештәр аша һүҙлек запастарын тәрәнәйтеү;

3) Тәрбиәүи: Шағирҙың уй- теләктәренә эмпатия тәрбиәләү, илһөйәрлек, телһөйәрлек хистәрен уятыу;


Уҡытыу алымдары

Кластер төҙөү әңгәмә, һорау-яуаптар,тиҙәйткестәр, мәҡәл әйтеү, һүҙлек менән эш, уҡытыусының тасуири уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты, ижади эш, презентация буйынса эш

Уҡытыу методы


Аналитик, күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.


Предмет ара бәйләнеш

Башҡорт теле

Принциптар


 фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмә-эҙлеклелек, коммуникатив.


Яңы термин-төшөнсәләр 

акростих

Йыһазландырыу: 

 Р. Ғариповтың портреты, китаптарынан күргәҙмә( Р. Ғарипов “ Әҫәрҙәр”, “ Умырзая йыры”, “ Йырҙарыма ҡайтам ”, “ Көндәлектәр ”), мультимедиа проекторы, интерактив таҡта, презентация



Уҡыусылар эшмәкәрлеге



Уҡытыусы эшмәкәрлеге










-йылмаяһы килә, тышта йүгереп уйнайһы килә,шатлыҡ…





  • Сәләмәтлек, атай - әсәйҙең иҫән булыуы, һуғыш булмауы, кешеләр асыҡмайҙар, бергәләп төрлө байрамдар үткәреү.





























- Беҙ бөгөн бәхет тураһында һөйләшәсәкбеҙ



















































- Рәми Ғарипов ижады менән танышабыҙ









































































































Уҡыусылар таратма материалдан ситенә тамғалар ҡуйып уҡыйҙар

- Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат районы," Туған тел " шиғырын яҙа,

Туған телен, тыуған ерен бик яратҡан









hello_html_4a73d13b.gif





























Хыялы осоусы, “Сигнал” журналы сығара,Бабай ҡушаматы,уның музейҙары бар,көслө рухлы шағир





























































- Был һүҙбәйләнештәр һағыныу тураһында. Рәми Ғарипов ҡайҙалыр сит яҡтарға киткән һәм үҙенең тыуған яҡтарын бик һағына























Уҡыусылар һүҙбәйләнештәрҙе шиғыр йөкмәткеһендәге тәртипкә аңлатып килтерәләр.

- ниҙер етмәй миңә, сөнки һағынғанда кеше нимәлер эҙләй, уға ниҙер етмәй.

- аҙашҡан бер бойоҡ ҡолон, сөнки уға күңелһеҙ.

- бушлыҡ, сөнки ул тауҙар матур булһалар ҙа, улар сит, ят

- аҡ ҡайындар, сөнки кипаристарҙы ул аҡ ҡайындар итеп күрә

- балан тәлгәштәре, сөнки банандар урынында уның ҡыҙыл балан тәлгәштәрен күрге килә

-умырзая, ысын ҡыш етмәй, сөнки йылы яҡтарҙа ҡыш айҙары ла беҙҙәге кеүек ҡарлы – буранлы түгел, ул ҡышты һағына. Умырзая сәскәһелә беҙҙә генә үҫә.

-тыуған ер йәшә һүҙбәйләнеше иң һуңғы, сөнки һәр кешенең тыуған ере берәү генә була . Ул - иң ҡәҙерлеһе







-умырзая , мәтрүшкә сәскәһе

- арыш баҫыуы

- үҙ телемдә һөйләшәләр

- тыуған ер , йәшә, мең йәшә!







3. Уҡыусылар шиғырҙы үҙ аллы уҡыйҙар









-Мин уларҙың моңон, һүҙен беләм,

Үҙ телемдә улар һөйләшә.

Иҫ киткес һеҙ, ҡунаҡ булған ерҙәр,

Тик,тыуған ер, йәшә, мең йәшә!

  • Сит ерҙәр матур булһалар ҙа , иң матуры барыбер тыуған ер.





  • Ҡабатлау аша:

Тик,тыуған ер, йәшә, мең йәшә!- ти ул















6. Парлы эш

Уҡыусылар алдарында ятҡан өҙөк һүҙҙәрҙе ялғап тыуған ер темаһына ҡағылышлы мәҡәлдәрҙе килтереп сығаралар

hello_html_6d76e7b0.gif



















7. Төркөмдәрҙә эш

Эште I төркөм уҡыусылары башлай

Р. Ғарипов шиғырҙа ниндәй һүрәтләү алымдары ҡулланған?

- Сағыштырыу- алҡаланған арыш баҫыуы

- аҙашҡан бер бойок ҡолон һымаҡ

Йәнләндереү - тәлгәштәрен һуҙа баландар,

Үҙ телемдә улар һөйләшә

Эпитет : сал тауҙар, ап-аҡ тынлыҡ

Синонимдар : сал, ап - аҡ, ниҙер етмәй - ниҙер юҡ„ шом -бушлык, ҡыштырлай - шаулай, моң - һүҙ

Антонимдар : йәй- ҡыш

II төркөм :

Тиң киҫәктәр:

1строфала: шауын, тынлығын,

2 строфала: шом, бушлыҡ

3строфала: шаулай, һуҙа

4 строфа: умырзая, мәтрүш сәскәһе

5 строфа: моңон, һүҙен

20 юл, һәр юлда 10 / 9 ижек

Рифмалашҡан һүҙҙәр:

1стр.: Тынлығын/ юҡлығын,

2 стр.: Ярында/ҡарында

3стр.: Банандар/баландар

4стр.: Хуш еҫе/ ҡыш төҫө

5стр.: Һөйләшә/ мең йәшә

III төркөм:

Рәми Ғарипов исеменән яҙылған хат

Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле уҡыусылар!

Бөгөн һеҙ минең тыуған еремде һағынып яҙған “ Һағыш ” шиғырымды өйрәндегеҙ. Быға мин бик шатмын. Мине тыуған еремдә онотмайҙар икән. Мин үҙ еремде бик яраттым. Һеҙ ҙә тыуған ерегеҙҙе яратығыҙ, уның ҡәҙерен белегеҙ. Сит яҡтарға уны ташлап китмәгеҙ.

Изге теләктәр менән Рәми Ғарипов

Уҡытыусы апай, ә мин Р. Ғариповҡа бағышлап ҡобайыр сығарҙым. Уҡыйым әле:

Илһөйәр ҙә һин, Рәми,

Телһөйәр ҙә һин, Рәми!

Имән кеүек һынмаҫ рухлы

Көслөһөң дә һин, Рәми!

Беҙҙең кеүек малайҙарға

Өлгөһөң дә һин, Рәми!

( Хафзетдинов Илнар)













8. Партитура буйынса уҡыу Табло


I. Ойоштороу

II. Психологик атмосфера ситуацияһын тыуҙырыу

Уҡытыусы:

- Тәҙрә аша тәбиғәткә күҙ һалайыҡ та бер минутҡа тын ҡалайыҡ. Тыштағы матурлыҡ күңелгә йылылыҡ бирә, дәрт өҫтәй. Һин дә ниндәй хистәр уята?




Уҡытыусы:

- Ә мин үҙемде бик бәхетле һиҙәм, балалар. Ә нимә һуң ул бәхет, уҡыусылар?






III. Маҡсатҡа сығыу

Яуаптар тыңлана. Кластер ярҙамында дөйөмләштерелә

hello_html_6b3bf4a2.gif


Уҡытыусы:

  • Тимәк, бөгөн һүҙ дәрестә нимә тураһында барасаҡ ?



Уҡытыусы:

- Эйе, балалар, мин һеҙҙең менән тулыһынса килешәм. Бәхет һүҙен һәр кем үҙенсә аңлай.

Кешегә бәхетле булыр өсөн күп тә кәрәкмәй . Бөгөнгө дәрес аҙағында беҙ бәхетле булыр өсөн тағы бер нәмәне билдәләрбеҙ яраймы.


IV Маҡсатты хәл итеү. Дәрестең темаһын асыҡлау


- Такталағы шиғырға иғтибар итегеҙ әле. Уның һәр юлының баш хәрефтәре төшөп калған. Әйҙәгеҙ беҙ уларҙы ҡуйып , бөғөн дәресебеҙҙең темаһын билдәләйек. hello_html_293533ce.gif


hello_html_m11bfe7b5.gif


Уҡытыусы:

  • Тимәк, дәрестә беҙ бөғөн кемдең ижады менән танышасаҡбыҙ?


Уҡытыусы:

  • Беҙ дәрестең темаһын акростих ярҙамында белдек. Нимә ул акростих?- тигән һорауға таблолағы яҙыуҙы уҡып беләйек.

hello_html_m12490cad.gif

Уҡытыусы:

- Кем ул Рәми Ғарипов? Уның хаҡында беҙ нимәләр беләбеҙ, ә нимәләр белмәйбеҙ икән? Эҙләнәйек әле.

- Уҡыусылар, таҡталағы тексты рәхим итеп уҡығыҙ. Үҙегеҙгә билдәләгеҙ: нимә беләһегеҙ,нимә белмәйһегеҙ.

hello_html_72920598.gif


Инсерт алымы

hello_html_m7bddb2d5.gif



Аналитик эш : һеҙгә был текста нимәләр таныш?

















- Нимәләр яңылыҡ булды ?

hello_html_18baa392.gif

hello_html_ff4d7fa.gif


  1. Күҙҙаллау:

  • Уның ниндәй шиғыры менән танышыуыбыҙҙы ла һеҙ үҙегеҙ билдәләрһегеҙ тип уйлайым. Уның өсөн таҡталағы слайдҡа күҙ һалығыҙ. Ундағы һүҙбәйләнештәрҙе уҡығыҙ ҙа уҡыясаҡ әҫәрҙең темаһын билдәләп ҡарайыҡ. Нимә тураһында был һүҙбәйләнештәр?


hello_html_692f6436.gif


- Рәхмәт, уҡыусылар. Һеҙ барыһын да дөрөҫ әйттегеҙ. Бөгөн дәрестә беҙ Башҡортостандың халыҡ шағире Рәми Ғариповтың “ Һағыш” исемле шиғыры менән танышасаҡбыҙ




V. Әҫәр өҫтөндә эшләү

1. Аналитик эш. һүҙбәйләнештәрҙе шиғырҙың темаһына ярашлы билдәле тәртипкә килтереү

- Уҡыусылар, был һүҙбәйләнештәрҙе беҙгә шиғырҙағы темаға ярашлы йөкмәткеһе буйынса тәртипкә килтерергә кәрәк. Һағыш темаһын ҡайһы һүҙбәйләнештән башларбыҙ икән?

hello_html_692f6436.gif



  • Рәхмәт , уҡыусыларым. Ә хәҙер шиғырҙы тыңлағыҙ.


2.Уҡытыусы шиғырҙы ятҡа тасуири уҡый

  • Шиғырҙағы ниндәй һүҙҙәр, һөйләмдәр һеҙҙең иҫегеҙҙә ҡалды?







- Яҡшы, уҡыусылар, һеҙ бик күп һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырғанһығыҙ. Ә хәҙер дәреслектең 136-сы битен асып шиғырҙы үҙ аллы уҡып сығығыҙ





4. - Шиғырҙың һуңғы юлдарын класҡа уҡыйыҡ әле. Нимә әйтергә теләй шағир беҙгә ?












Һығымта:

- Эйе, балалар бик дөрөҫ һүҙҙәр. Тыуған ер - иң изге ер. Ул һәр кешенең дә берәү генә, ҡабатланмаҫ була. Шуға ул һағындыра.

- Был фекерҙе шағир ниндәй алым менән беҙгә еткерә?





5. Шиғырҙы класҡа сынйырлап тасуири уҡыу.


6. Парлы эш. Мәҡәлдәрҙе тап килтереп уҡыу

Юҡҡа ғынамы ни халыҡ тыуған ер тураһында беҙгә бик күп мәҡәлдәр ҡалдырмаған

Уларҙы һеҙ алдығыҙҙа киҫеп ҡуйылған өҙөктәрҙе ялғап килтереп сығарырға тейешһегеҙ.


























7.Төркөмдәрҙә эш

I төркөм һүрәтләү алымдарын табырға

II. төркөм - Шиғырға анализ

- Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе уҡыу

- нисә строфа ?

- нисә юл ? һәр юлда нисә ижек

- Рифмалашкан һүҙҙәрҙе атағыҙ


III төркөм Рәми Ғариповҡа хат яҙырға һәм Рәми Ғарипов исеменән уҡыусыларға хат яҙырға


































































- Афарин, уҡыусыларым! Бик яҡшы эшләнегеҙ бит.


8. Хәҙер, уҡыусылар, был шиғырҙы тасуири уҡыу буйынса күнегеү эшләп алабыҙ. Ҡабатлайыҡ әле:

/- ҡыҫҡа пауза

//- оҙон пауза

- логик баҫым төшә. Үҙ алдына өйрәнегеҙ һәм класҡа уҡыйыҡ


hello_html_m54cf6f9a.gif




















Синквейн төҙөү

Исеме: Рәми

Һүрәтләү: ғорур , көслө

Хәрәкәт: яҙа,мактай, ғорурлана

Темаға мөнәсәбәт: Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле .

Ҡабатланыу: Илһөйәр

VI Рефлексия

  1. Дәресебеҙҙе йомғаҡлап әйҙәгеҙ синквейн төҙөп алайыҡ.


hello_html_m41aa3768.gif











- Рәхмәт, балалар. Эстәлекле синквейн килеп сыҡты.

VII. Йомғаҡлау

- Бөгөн дәрестә бик тырышып эшләнегеҙ. Һеҙ ҙә Рәми Ғариповтан үрнәк алып илһөйәр, телһөйәр булып үҫерһегеҙ, тип ышанам. Киләсәктә туған телегеҙҙең моңон һаҡлаусылар, тел байлығын үҫтереүселәр булып ҡалырһығыҙ.

Ә хәҙер минең арттан дауам итегеҙ

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын...




Йомғаҡлау.












Автор
Дата добавления 15.11.2015
Раздел Иностранные языки
Подраздел Конспекты
Просмотров183
Номер материала ДВ-159041
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх