(Тәрбиәүи сәғәт)
Йәнмырҙина Рәйсә Рәсүл ҡыҙы.
Туған телем-иркә гөлөм.
Маҡсат: уҡыусыларҙа үҙ телебеҙгә ҡарата
ихтирам, һөйөү тәрбиәләү, уйлау һәләтен үҫтереү.
Уҡытыусы.Һаумыһығыҙ
балалар,килгән ҡунаҡтар! Бөгөнгө дәресте
шундай һорау менән башлағы килә. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ,
кеше өсөн нимә ҡәҙерле ? ( ЯУАПТАР)
Бик
яҡшы. Ошо әйтелгән төшөнсәләрҙең береһе беҙҙең бөгөнгө тема . Уны асыҡлау өсөн
бер ни тиклем көс һалырға кәрәк буласаҡ. Физик көс түгел,ә аҡыл көсө
ҡулланасаҡбыҙ.Беҙҙең
дәрестең темаһы ошо таблица эсенә йәшеренгән.Икенсе таблица ярҙамында теманы
асайыҡ.
р
|
б
|
ы
|
е
|
л
|
ф
|
ф
|
э
|
х
|
ң
|
й
|
ш
|
ц
|
д
|
ф
|
а
|
с
|
р
|
п
|
з
|
л
|
с
|
б
|
к
|
ж
|
ъ
|
ы
|
ю
|
-
|
щ
|
ю
|
х
|
б
|
п
|
р
|
ф
|
в
|
е
|
м
|
ч
|
а
|
а
|
з
|
ҙ
|
в
|
ж
|
ы
|
и
|
ш
|
е
|
п
|
ҫ
|
ш
|
.
|
т
|
э
|
ф
|
я
|
с
|
й
|
р
|
ь
|
п
|
э
|
ж
|
з
|
л
|
э
|
т
|
ъ
|
я
|
ф
|
Шулай
итеп, беҙҙең тема “Теле барҙың – иле бар” тип атала.
Бөгөнгө
көндөң девизы итеп түбәндәге мәҡәлде алайыҡ.
Тел тигән диңгеҙ бар,
Төбөндә ынйы мәрйен бар.
Теләгәндәр сумып алыр,
Теләмәгән
ҡоро ҡалыр. (мәҡәл)
Тел
–ул диңгеҙ кеүек икһеҙ-сикһеҙ, уны ныҡлы өйрәнергә, китаптар, гәзит- журналдар
уҡырға кәрәк.
Күренекле
кешеләрҙең һүҙҙәре.
1.”Уй күрке тел икән,тел күрке -һүҙ.Һүҙе
яғымлының үҙе лә матур,теле матурҙың күңеле лә матур”.- тигән Ғайса Хөсәйенов.
2.Тел - ижад ҡоралы, иң үткер,
иң ныҡлы һәм ышаныслы ҡорал. (Рауил Бикбаев).
3. Халыҡтың йәнле һөйләү теле- ул әҙәби телдең шишмәһе. (Ж. Кейекбаев).
1.Разминка.
Беҙ телеҙеҙҙе шулай
уҡ мауыҡтырғыс күнегеүҙәр,интеллектуаль уйындар аша үҫтерә алабыҙ.Төрлө ребустар,
башватҡыстар,йомаҡ-мәҡәлдәрҙе алырға мөмкин. Бөгөн шуларҙың бер –нисәһен ҡарап
китәйек.Мин һеҙгә һорауҙар бирәм, ә һеҙ асыҡ итеп, етеҙ генә яуап бирергә
тейешһегеҙ.
1.Балалар урманда тубырсыҡ
йыйғандар.Малайҙарҙың ҙур төпһөҙ зәңгәр биҙрәләре,ә ҡыҙҙарҙың бәләкәй й2шел
биҙрәләре булған. Кемдәр тубырсыҡты күберәк йыйыр.
2.Хужа менән бесәйе кәмәлә балыҡ
тота.Хужа ҡармағын һыуға ырғытҡан һайын Балыҡтың ҙуры ҡапһын тип ҡабатлай. ә
бесәйе Бәләкәйе ҡапһын,бәләкәйе тип теләй. Бесәй ни өсөн шулай ти
3.Ҡышын сәйәхәтсе урман,баҫыу аша
китеп бара,ти. Көтмәгәндә ул йылғаға тап була. Сәйәхәтсе йылға аша нисек сығыр.
4.Йылғаның бер ярында – сепейҙәр,
ә икенсе ярында өйрәк бәпкәләре.Уртала торған утрауға уларҙың ҡайһыһы тиҙерәк
сығып етер.
5.Төньяк
полюста крокодилдар нимә менән туҡлана.
6.Шыршы
орлоғонан нисә бәшмәк үҫтереп була.
7.Йомро
икмәктең сәсе ниндәй төҫтә.
2. Был эш менән һеҙҙең уйлау
һәләтегеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ.
Ребус-хәреф йәки башҡа билдәләр менән
аралаштырып бирелгән һүрәткә ҡарап һүҙҙе табыуға ҡоролған башватҡыс. .
Артабанғы эшебеҙ- ребустар.Ул ябай ребус
түгел, ә беҙҙең Тыуған илебеҙ Башҡортостан буйынса.Был ребуста Башкортостан райондары
йәшеренгән.
2.Ә хәҙер һеҙҙең
иғтибарығыҙҙы тикшереп ҡарайыҡ.
Артабан һеҙҙең иғтибарығыҙҙы үҫтереү өсөн башватҡыс эшләп
алайыҡ.
3. Хәҙер һеҙҙең мәҡәлдәрҙе нисек
белеүегеҙҙе тикшерәйек.
Мәҡәл – тормош тәжрибәһенән сығып,ыҡсым ғына итеп
әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ.
Башҡорт халҡы борон-борондан үҙ
телен ҡәҙерләгән, онотмаған, шул турала фәһемле мәҡәлдәр сығарған. Кемдәр
һөйләгәндә мәҡәлдәр ҡуллана,уның телмәре бай,матур буласаҡ.
Тел ҡылыстан ...( үткер).
Тел- белемдең ...(асҡысы).
Көйҙөргән дә тел, ...(һөйҙөргән дә тел).
Ҡылыс яраһы төҙәлер,..(тел яраһы төҙәлмәҫ).
Уйҙың күрке –тел, ..(телдең күрке- һүҙ).
Тел йыуата ла, ...(илата ла).
Шулай итеп, тел
минең дуҫым да,дошманым да тиҙәр ,бит.Телебеҙҙе мөмкин тиклем матур һүҙҙәр менән
байытайыҡ.Бер-беребеҙгә йылмайып, матур итеп өндәшәйек,шатлыҡ өләшәйек.Был
һүҙҙәрҙән ҡанаттар үҫһен.Бөгөнгө дәресте М. Аҡмулланың шундай шиғыр юлдары
менән тамамлағы килә
Телде байҡап һөйләгеҙ аҡыл менән,
Эш
башлайҙар яҡшылар яҡшы менән.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.