“Уҡытыусылар көнө” байрамына арналған сценарий
"Мәктәбем"
йыры
-Кем яҡты ҡояш кеүек,
Күңелдәребеҙҙе наҙлап йылыта?
(Бар уҡыусылар бергә:
уҡытыусылар)
•
Кем әсәй кеүек наҙлы була белә,
Әсәй кеүек беҙҙе ярата?
•
Кем күп ишектәр беҙгә аса,
Барған юлыбыҙҙы яҡтырта?
(Бар уҡыусылар бергә:
уҡытыусылар)
•
Дөрөҫ, хәйерле көн, һаумыһығыҙ беҙҙең ҡәҙерле
уҡытыусыларыбыҙ, килгән ҡунаҡтарыбыҙ, уҡыусылар!
•
Уҡытыусылар көнөнә бағышланған тантанабыҙҙы асыҡ
тип иғлан итәбеҙ һәм ҡотлау өсөн һүҙҙе мәктәп директоры Байрамғәлин Мансур
Ғәзиз улына бирәбеҙ.( Директорҙың ҡотлау һүҙҙәре)
•
•
Белем һуҡмағына тәүләп
Етәкләп алып менгән,
Белем серҙәренә өйрәткән
Уҡытыусым - бергенәм.
•
•
Һәр иртә һайын мәктәптә
•
Йылмайып ҡаршы ала.
•
Яҡшы теләктәрен әйтеп ,
•
Өйгә оҙатып ҡала.
•
Ул беҙгә белемдәр бирә,
•
Рухландыра ҙур юлға,
•
Әсә лә ул,кәңәшсе лә,
Һөйәбеҙ уны шуға.
"Мәктәбем" йыры
•
Уҡытыусы!
Ниндәй гүзәл
исем!
Кеше итеп һине
әҙерләй.
Тормоштоң ул
көрәшсеһе итә,
Ҡурсалай, һөйә,
ҡәҙерләй!
•
Уҡытыусы!
Ниндәй бөйөк исем!
Кешелеккә белем биреүсе.
Һәр көн һайын беҙҙең йөрәктәргә
Изгелек нурҙарын сәсеүсе.
Һеҙҙең
алдығыҙҙа “Уҡытыусым” йыры менән 3-4 класс уҡыусылары
•
Ғалим,
космонавт, врачтар ҙа,
Уҡытыусы, һиңә баш эйә.
Күпме наҙ бар һинең күҙҙәреңдә,
Ҡәҙерле һин бөтә кешегә.
Бейеү менән 3-сө класс ҡыҙҙары сығыш яһай.
•
Килгән
саҡта башҡа ауырлыҡ,
Етмәй ҡалһа көс йә сабырлыҡ,
Һиҙҙермәйенсә ярҙам итәһегеҙ,
Һеҙ иң күркәм кешеһегеҙ!
•
Балаларҙың
теле-ҡыңғырау,
Гел сыңғылдай, яуа мең һорау.
Барыһына ла яуап бирәһегеҙ,
Һеҙ иң гүзәл кешеһегеҙ!
4 –се класс йыр “Өйрәтәләр мәктәптәрҙә “
•
Уҡып
сығыуҙы, донъя таныуҙы,
Бәхетебеҙҙе эҙләп табыуҙы,
Ҙур ышаныс менән көтәһегеҙ,
Һеҙ иң сабыр кешеһегеҙ!
(Инсценировкалар)
•
Маҡтайһығыҙ
тейеш урында,
Яҡлайһығыҙ тейеш урында,
Беҙҙең өсөн тир түгәһегеҙ,
Һеҙ иң тырыш кешеһегеҙ!
•
Һеҙгә
булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә!
•
Беҙ
барыбыҙ ҙа һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, һеҙгә ҘУР РӘХМӘТ!( бергә)
Байрамығыҙ
менән, ғаиләгеҙҙә һәр саҡ именлек, татыулыҡ, һаулыҡ булһын.
Һәм
ҡулдарыбыҙҙағы ошо гөлләмәләр кеүек ғүмерегеҙ сағыу, күңелегеҙ тулы наҙ булһын!
Һау булығыҙ!
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.