Инфоурок Другое КонспектыРазработка урока башкирского языка в 10 классе,тема " Волшебный курай",Зайнаб Биишева

Разработка урока башкирского языка в 10 классе,тема " Волшебный курай",Зайнаб Биишева

Скачать материал

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҒАРИФ  МИНИСТРЛЫҒЫ

СИБАЙ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ  МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ

“1 - СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ ”

МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

 

 

Яҡшымын, тип күкрәк киреп сыҡма,

Ҡылған эшең үҙе һөйләһен.

(З.Биишеваның «Тылсымлы ҡурай» драмаһы буйынса)

Тикшеренеү проекты

 

 

 

 

 

 

НАСЫРОВА ИЛҮЗӘ БАЯЗИТ ҠЫҘЫ

СИБАЙ ҠАЛАҺЫНЫҢ

1-СЕ  УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕНЕҢ

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ

 

 

 

 

 

 

 

СИБАЙ-2016

 

 

 

 

 

 

 

Тикшеренеү проекты

Маҡсат:

1)          Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен, драматик эшләнешен асыу, образдарға  характеристика биреү аша яуызлыҡ менән яҡшылыҡ төшөнсәләрен айырырға өйрәтеү;

2)          Уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү, эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү;

3)          Тыуған илгә бирелгәнлек, әхлаҡи ныҡлыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

v    З.Биишеваның портреты;

v    Башҡорт әҙәбиәте тарихы, V том;

v    З.Биишева «Әҫәрҙәр», IV том;

v    И.Вәлитов, Ә.Вәхитов «З.Биишева ижады»;

v    Аңлатмалы һүҙлек;

Компьютер, экран, проектор.

Дәрес барышы

I.             Ойоштороу.

II.           Өйгә эште тикшереү.

-Уҡыусылар, һеҙ өйҙә З.Биишеваның «Тылсымлы ҡурай» әҫәрен уҡып килергә тейеш инегеҙ. Хәҙер тест ярҙамында уның йөкмәткеһе нисек үҙләштерҙегеҙ икән, шуны асыҡлап алайыҡ.

1.           «Тылсымлы ҡурай» әҫәренең жанрын билдәләгеҙ.

а) хикәйәт;

б) драматик поэма; +

в) повесть;

2.   Ирәмәл батырҙың улдары кем?

                            а) Кинйәғәле, Алтынғәле, Алсынбай;

                            б) Ҡотлобай, Ишбай, Аҫылбай;

                            в) Кинйәбай, Алтынбай, Алсынбай; +

3. Был һүҙҙәрҙе кем әйтә?

         Көрәшергә кәрәк!

        Ғәҙел, тоғро, батыр булырға.

        Тылсымлы көскә тик лайыҡ була

        Ысын халыҡ улы – батырҙар.

                            а) Ер-әсә; +

                             б) Ирәмәл батыр;

                             в) Кинйәбай;

4. Кинйәбай кемде һаҙлыҡта батып барғанында ҡотҡарып ҡала?

                            а) Алсынбайҙы;

                            б) Алтынбайҙы;

                            в) Сәсәнде; +

5. Кинйәбайҙы һөйгән ҡыҙы Гөлзифа менән ҡайҙа тотҡонлоҡта тоталар?

                            а) ер аҫтындағы зинданда;

                            б) урмандағы ҡая итәгендә; +

                            в) улар тотҡонлоҡта булмай;

6. Кем ата һүҙен тотмай ?

                            а) Кинйәбай;

                            б) Гөлзифа;

                            в) Алтынбай менән Алсынбай; +

7. Бай егет, Гөлзифа, һылыу батша ҡыҙы Гөлйыһан булып әүерелеүсе образ.

                            а) Алабай;

                            б) Һоробай;

                            в) Юха; +

8. Кинйәбайға кем тылсымлы ҡурай бирә?

                            а) Сәсән;

                            б) Бөркөт;

                            в) Ер-әсә;+

Компьютерҙағы дөрөҫ яуаптар буйынса уҡыусылар үҙ эштәрен баһалайҙар.

                   Хата юҡ – «5»

                   1-2 хата – «4»

                   3-4 хата – «3»

                   5 хата – ҡабатларға.

III.        Төп өлөш

А. Проект төҙөүгә әҙерлек этабы.

         1. Уҡытыусының инеш һүҙе.

Бөгөн беҙ дәрестә З.Биишеваның «Тылсымлы ҡурай» драмаһына анализ яһайбыҙ. Экранға ҡарағыҙ һәм дәрестең эпиграфын уҡып ишеттерегеҙ.

Экранда яҙыу:

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ;

                        Кеше булһын затығыҙ;

                        Яманға юл ҡуймағыҙ,

                        Яҡшынан баш тартмағыҙ!

                        («Урал батыр» эпосынан)

(Уҡыусыларҙың яуаптары)

v    Тимәк, бөгөн дәрестә нимә тураһында һүҙ барасаҡ? (Уҡыусыларҙың яуаптары)

v    З.Биишеваның «Тылсымлы ҡурай» драмаһында яҡшылыҡ һәм яуызлыҡтың көрәше тураһында һөйләшербеҙ.

2.           Һүҙлек эше.

Юха –        халыҡ мифологияһы буйынса, мең йыл йәшәп бик хәйләкәргә әйләнгән, төрлө һүрәткә инә алған йылан.  

Ҡеүәт –     физик яҡтан ныҡ, көслө, ҡөҙрәтле.

Мәкерле – аҫтыртын, уҫал, яуыз.

Ø Ләғнәт –        ҡарғыш, ҡәһәр.

Ø Эре ҡорт – бал ҡортоноң атаһы, ата ҡорт.

Ø Вәхшәт – вәхшәтлек, культура түбәнлеге, ҡараңғылыҡ, ҡырағайлыҡ.

3.           Драманы анализлау.

- Драманың яҙылыу тарихы тураһында нимәләр беләһегеҙ?

- Илленсе   йылдарҙа яҙыусы башҡорт фольклорын йыйыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ул күп кенә әкиәттәр яҙып алып баҫтыра. «Бәхетле ҡыҙ хаҡында әкиәт» те шиғри юлдар менән ижад итә. Аҙаҡ ошо әкиәт нигеҙендә «Тылсымлы ҡурай» драмаһын яҙа. Был әҫәр 1970 йылда «Серле ҡурай» исеме аҫтында сәхнәгә ҡуйыла.

- Әҫәрҙең темаһын, проблемаһын билдәләгеҙ.

- Төп темаһы: мөхәббәт, халыҡ бәхете һәм азатлыҡ өсөн көрәш. Проблемалары: шәхес һәм халыҡ берҙәмлеге, батырлыҡ һәм ике йөҙлөлөк, азатлыҡ һәм ҡоллоҡ.

- Түбәндәге геройҙарға хас булған сифаттарҙы схемаларға тултырығыҙ.

Уҡыусыларға карточкалар таратыла.

Экранда яҙыу:Блок-схема: альтернативный процесс: Кинйәбай һәм Юха образдарына сағыштырмаса характеристика

 

 

 

Кинйәбай

Юха

Уларға хас сифаттар

Ил батыры, халыҡ бәхете өсөн көрәшеүсе, ғәҙел, тоғро

Мәкерле, хәйләкәр, яуыз уйлы, кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыусы, юлдан яҙҙырыусы

Йәшәү маҡсаттары

Халыҡты Юха ҡоллоғонан ҡотҡарыу, Юханы юҡ итеү өсөн көрәшеү

Кешеләрҙе ҡоллоҡҡа алыу, бөтә донъяны яулау, тик үҙе өсөн, бөтәһе лә миңә һәм минең өсөн, тип йәшәү

Кемдәргә таяна?

Халыҡҡа, иленә таяна

Һатлыҡ йәндәргә, ялағайҙарға

Уларҙың маҡсаты тормошҡа ашамы?

Халҡына азатлыҡ, бәхетле тормош яулай, ҡоллоҡтан ҡотҡара

Юха ер йөҙөнән юҡ ителә

- Уҡыусылар,  ә хәҙер һәр образға айырым характеристика биреп китәйек.   Бының өсөн һеҙҙең алдығыҙҙа ошондай ҡағыҙҙар ята. Әммә һеҙ уларҙың береһен генә һайлап эшләйһегеҙ.

Һары төҫтәге ҡағыҙҙа - еңел эш; Икенсеһендә – уртаса; Алһыу төҫтәгеһендә – ҡатмарлы эш бирелгән.

Һары төҫтәге ҡағыҙҙа – Ишбикәнең улдары образдарына характеристика.

Икенсеһендә-  Кинйәбайҙың дуҫтары (Ай, бөркөт, сәсән ) образдарына характеристика.

Алһыу төҫтәгеһендә -   Кинйәбай һәм Юха   образдарына характеристика. (10 минут  ваҡыт бирелә)

Ошо образдарға бәйләп, әҫәрҙең төп конфликтын билдәләп үтәйек. Әҙәбиәт теорияһын иҫкә төшөрәйек, нимә ул әҫәрҙең конфликты?

Экранда яҙыу:

Прямоугольник: скругленные углы: Ҡапма-ҡаршы яҡтар, фекерҙәр, көстәр араһындағы ҡаршылыҡ.
 

 

 

 


- Әҫәрҙең конфликты: халыҡтың, Кинйәбайҙың, Юха менән көрәше. Батыр Кинйәбай һәм яуыз Юха образдары аша донъяға ике төрлө ҡараш, әхлаҡ нормалары бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйыла.

v    Конфликт үҫешендәге кульминацияны билдәләп үтәйек.

v    Конфликт Кинйәбайҙың еңеүе менән тамамлана, сөнки ғәҙеллек,  дөрөҫлөк һәр саҡ еңә.

v    -Тимәк,был әҫәрҙең идеяһы нимәлә?

v    Автор Кинйәбай образы аша Тыуған илгә, халыҡ эшенә бирелгәнлек, халыҡ бәхете өсөн барлыҡ көсөңдө, кәрәк булһа, ғүмереңде лә бирергә әҙер тороу идеяһын сағылдыра.

v    Яҙыусы ҡурай образына ниндәй идея һалған?

v    Ҡурай халыҡтың рухи көсө, күңел сафлығы, ныҡлығы, үлемһеҙлеге символы ул. Ҡурай - моң, ә  моң үлемһеҙ тигән идея үткәрә автор.

v    -Уҡыусылар, хәҙер мин һеҙгә проект төҙөргә тәҡдим итәм. Эштәрҙе өс төркөмгә бүленеп башҡарырһығыҙ.

Б.Проект төҙөү ( 15 минут ваҡыт бирелә)

В.Проекттарҙы яҡлау ( 15 минут  ваҡыт бирелә)

v 1-се төркөм:

v Тылсымлы ҡурай” драмаһында халыҡ ижады традицияларының үҫеше”

v 2-се төркөм: Яманлыҡҡа ҡаршы көрәштә ил батыры менән халыҡтың берҙәмлеге”

v 3-сө төркөм: “Тылсымлы ҡурай”- заман проблемаларын күтәргән философик драма” .

Бөтә уҡыусылар ҙа сығыш яһай.

1-се төркөм доклад менән сығыш яһай. 

“Тылсымлы ҡурай” драмаһында халыҡ ижады традицияларының үҫеше”.

Уҡыусыларҙың яҡынса яуаптары.

v 1.З.Биишеваның “Тылсымлы ҡурай “драмаһы халыҡ ижады әҫәрҙәре традицияларына нигеҙләнеп яҙылған. Романтик рухлы әҫәр. Унда яҙыусы Ай, бөркөт, Ер-әсә кеүек халыҡ ижады әҫәрҙәрендә була торған романтик образдар менән эш итә, әкиәттәргә хас шартлылыҡты, аллегория, символиканы оҫта файҙалана. Юха- яуызлыҡ, хәйләкәрлек, кешеһеҙлекте үҙенә йыйған традицион аллегорик образ. Әкиәттәрҙәге кеүек драмала ла ҡайһы бер йәнһеҙ предметтарға һәм образдарға кеше һыҙаттары бирелә.

v 2.”Урал батыр” эпосындағы төп герой һәм Кинйәбай образы бер-береһенә бик яҡын.Улар икеһе лә ил батырҙары, халыҡ бәхете өсөн көрәшеүсе, ғәҙел,  тоғро кешеләр. Урал батыр һәм Кинйәбайҙың бөтә эше,тырышлығы, батырлығы халыҡҡа яҡшылыҡ, изгелек эшләүгә йүнәлтелгән, маҡсаттары-кешеләрҙе ирекле, шат,бәхетле итеү.

v 3.Урал батырҙан –Уралтау, ә Ирәмәл батырҙан –Ирәмәл тауы хасил була. Урал  да, Кинйәбай  ҙа ата һүҙен тота, атай васыятына тоғро ҡала. Урал батырҙың ағаһы Шүлгән, Кинйәбайҙың ағалары Алтынбай менән Алсынбай ҡурҡаҡ йәндәр итеп һүрәтләнә, улар дошмандарына һатыла, хыянат юлына баҫа. Шулай итеп, З.Биишева “Тылсымлы ҡурай”  драмаһында халыҡ ижады традицияларын оҫта ҡулланып, өр- яңы әҙәби әҫәр өлгөләрен барлыҡҡа килтергән.

2-се төркөмдөң сығышы. “Яманлыҡҡа ҡаршы көрәштә ил батыры менән халыҡтың берҙәмлеге”

 (Мәҡәлә яҙалар,   уны гәзит итеп таҡтаға беркетәләр.)

v 1 - се бит. Кинйәбайға халыҡ толпар ат, ҡылыс, уҡ-һаҙаҡ тапшырған мәле һүрәт итеп төшөрөлгән.

v 2- се бит. Мәҡәлә урынлаштырыла.

 Егет яуҙа һыналыр,ти мәҡәл. Драмала ил батыры һәм халыҡ берҙәмлеге асыҡ сағылған.  Кинйәбай халыҡ теләген һәм васыятын үтәү өсөн ҙур көрәшкә сыға. Батыр үҙ халҡы, ере менән бергә булғанға, уның көсө лә тап ошо берҙәмлектә. Халыҡ көрәшкә әҙерләнә. Береһе –толпар ат, икенсеһе –ҡылыс, өсөнсөһө –уҡ-һаҙаҡ тапшыра. Кинйәбай халыҡ бәхете өсөн үҙен аямай бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға.

v 3- сө бит. Ер-әсәнең һүрәте. Ул ҡулына ҡурай тотҡан.

v 4- се бит. Ер-әсә образында тыуған ер,Тыуған ил һынландырыла. Ер-әсә ғәҙеллекте яҡлап сыҡҡан батырҙар менән бергә көрәшә, уларға ярҙам итә. Изге күңелле, халыҡ бәхете өсөн көрәшеүсе Кинйәбайға Ер-әсә Юханы еңә алырлыҡ тылсым көсө- ҡурайын бирә, һәр саҡ берҙәм булырға, яуызлыҡҡа ҡаршы аяуһыҙ көрәшергә саҡыра. Кинйәбай халҡы менән берҙәм булғанға, тыуған еренән көс алып, яуызлыҡты еңә ала.

3-сө төркөм: “Тылсымлы ҡурай”- заман проблемаларын күтәргән философик драма .

Уҡыусыларҙың яҡынса яуаптары.

v    Юха- кешеләрҙе юлдан яҙҙырыусы, туғандарҙы ҡаршы ҡуйыусы, дошманландырыусы. Ул бик мәкерле, хәйләкәр, яуыз уйлы. Хәҙерге заманда юха кеүек төрлө ҡиәфәткә инә алыусы кешеләр бар. Улар юха кеүек ике йөҙлө, алдаҡсы, көнсөл, илдәр араһында, ил эсендә төрлө һуғыштар сығарырға әҙер тора. Бөгөнгө көндөң юхаһы кешеләрҙе физик һәм рухи яҡтан һындырырға тырыша. Төрлө  юлдарҙы оҫта ҡулланып, эскелек һаҙлығына батыра, наркомандар ауына эләктерә, етем балалар күбәйә, урамда берәҙәктәр арта. Быларҙың барыһын да уның ярҙамсылары - байлыҡ артынан ҡыуыусылар, кеше бәхетһеҙлегенән табыш табыусылар башҡара.     Был әҫәр бөгөнгө көндә лә заманса яңғырай, заман мәсьәләләрен күтәрә, тип билдәләргә була. Беҙҙе уяу булырға, насар ғәҙәттәрҙән һаҡланырға саҡыра.

Таҡтаға үҙҙәренең проектын ҡуялар.

Бөгөнгө заман кешеһе ниндәй булырға тейеш?

v Намыҫлы, ғәҙел, изге күңелле.

v Насар ғәҙәттәрҙән азат.

v Иленә, халҡына тоғро.

v Белемле, аҡыллы, уҡымышлы.

v Юғары белемгә эйә.

v    Яҡшылыҡ менән яуызлыҡты айыра белә.

IV .Йомғаҡлау

Дәрестең эпиграфына әйләнеп ҡайтайыҡ, ошо эпиграфҡа бәйләп, бөгөнгө дәрестә алған белемдәрегеҙгә таянып, үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ.

Уҡыусыларҙың яуаптары.

 V.Өйгә эш:

1)”Ҡурай - аталарҙан ҡалған аманат”  темаһына ижади эш

(әкиәт, шиғыр, эссе, иллюстрация, проект, презентация һ.б.) эшләргә.

2) Дәреслектән З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” әҫәрен уҡып килергә.

 

 

                           

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока башкирского языка в 10 классе,тема " Волшебный курай",Зайнаб Биишева"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Главный бухгалтер

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 651 508 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 27.10.2016 2255
    • DOCX 30.3 кбайт
    • 18 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Насырова Илюза Баязитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Насырова Илюза Баязитовна
    Насырова Илюза Баязитовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12412
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 151 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 846 человек

Мини-курс

Музыка в мире: народные и культурные аспекты

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Организация образовательного процесса в современном вузе

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Дизайн интерьера: от спектра услуг до эффективного управления временем

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
Сейчас в эфире

Совместимость современных ценностей и классической поэзии

Перейти к трансляции